Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

13-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу беҙҙе бәхетле итә

Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу беҙҙе бәхетле итә

«Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың» (АСЫЛ. 4:11).

31-СЕ ЙЫР Алла юлында йөрө!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Ниндәй осраҡта Йәһүә табыныуыбыҙҙы хуплай?

 «ТАБЫНЫУ» тигән һүҙ ишеткәндә, һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа ниндәй һүрәт тыуа? Кемдер, бәлки, йоҡлар алдынан тубыҡланып ҡайнар доға ҡылған ағай-ҡәрҙәште күҙ алдына килтерәлер. Ә кемдер Изге Яҙма тураһында күңелле итеп аралашҡан бәхетле ғаилә хаҡында уйлайҙыр.

2 Ысынлап та, был ике осраҡ табыныу менән бәйле. Әммә Йәһүә был табыныуҙы хуплаймы? Әгәр теге ҡәрҙәш һәм ғаилә Йәһүәгә ул теләгәнсә хеҙмәт итһә, уны яратһа һәм хөрмәт итһә, эйе, тип әйтеп була. Беҙ ысын күңелдән Йәһүәне яратабыҙ һәм ул табыныуға лайыҡ икәнен аңлайбыҙ, шуға күрә хеҙмәт иткәндә, беҙ уға иң яҡшыһын бирергә теләйбеҙ.

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре боронғо ваҡытта уға нисек табынған? Бөгөн табыныуыбыҙ үҙ эсенә нимәне ала? Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу беҙҙе нисек бәхетле итә? Әйҙәгеҙ, был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап табайыҡ һәм нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк икәне тураһында уйланайыҡ.

БОРОНҒО ВАҠЫТТА ЙӘҺҮӘ НИНДӘЙ ТАБЫНЫУҘЫ ХУПЛАҒАН?

4. Мәсих килгәнгә тиклем, ҡайһы бер кешеләр Йәһүәгә нисек яратыу һәм хөрмәт күрһәткән?

4 Мәсих ергә килгәнгә тиклем, ҡайһы бер кешеләр, мәҫәлән, Һабил, Нух, Ибраһим һәм Әйүп Йәһүәне яратҡан һәм тәрән хөрмәт иткән. Был нимәнән күренгән? Улар уға ышанған, буйһонған һәм ҡорбандар килтергән. Изге Яҙмала уларҙың Йәһүәгә нисек ғибәҙәт ҡылғаны ентекләп аңлатылмай, әммә, һис шикһеҙ, Йәһүә уларҙың табыныуын хуплаған. Һуңыраҡ Йәһүә Муса пәйғәмбәр аша Ибраһимдың тоҡомдарына Ҡанун биргән. Шул Ҡанунда Йәһүәгә нисек табынырға кәрәк икәне ентекләп аңлатылған.

5. Ғайсаны терелткәндән һуң Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренән нимә талап итә башлаған?

5 Ғайса үлеп терелгәндән һуң, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренән Муса ҡанунын үтәүҙәрен бүтән талап итмәгән (Рим. 10:4). Ул уларға яңы ҡанун — «Мәсих ҡанунын» биргән (Гал. 6:2). Был ҡанунды ятлап алырға кәрәкмәгән, ә шулай уҡ унда эшләргә яраған һәм ярамаған эштәрҙең оҙон исемлеге килтерелмәгән. Улай булғас, мәсихселәр нисек уны үтәй алған? Улар бөтә эштәрендә Ғайсаның өлгөһөнә эйәрергә һәм уның өйрәтеүҙәре буйынса йәшәргә тейеш булған. Беҙ ҙә бөгөн, Йәһүәне ҡыуандырырға теләп, ысын күңелдән Мәсихкә оҡшарға тырышабыҙ, һәм был беҙгә йән тыныслығы килтерә (Матф. 11:29).

6. Был мәҡәлә беҙгә файҙа килтерһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?

6 Йәһүәгә табыныуҙың һигеҙ өлкәһен ҡарап сыҡҡанда, үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Мин ниндәй уңыштарға инде өлгәшкәнмен? Миңә тағы нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк?» Әлбиттә, рухи яҡтан бер урында тормағаныбыҙ шатландыра. Әммә тағы нимәне яҡшыртып була икәне тураһында ла доға ҡылыу мөһим.

ЙӘҺҮӘГӘ ТАБЫНЫУ ҮҘ ЭСЕНӘ НИМӘНЕ АЛА?

7. Йәһүә эскерһеҙ доғаларыбыҙға нисек ҡарай?

7 Доға ҡылыу. Изге Яҙмала доғалар яҡшы әҙерләнгән һәм ғибәҙәтханала яндырылған фимиам менән сағыштырыла (Зәб. 141:2). Фимиамдың еҫе Алланың «күңеленә хуш килгән». Шуның шикелле, хеҙмәтселәренең эскерһеҙ доғалары, ябай һүҙҙәр менән әйтелһә лә, уға бик оҡшай (Ҡан. 33:10; Ғиб. һүҙ. 15:8). Беҙ Йәһүәгә доғала яратыуыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе белдергәндә, был, һис шикһеҙ, уның күңелен йылыта. Ул беҙҙе борсолоуҙарыбыҙ, өмөттәребеҙ һәм теләктәребеҙ менән бүлешергә саҡыра. Доғаларыбыҙ юғары сифатлы фимиам кеүек булһын өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Доға ҡылыр алдынан, нимә әйтергә теләгәнегеҙ тураһында уйлағыҙ.

8. Беҙ Алланы нисек данлай алабыҙ?

8 Данлау. Йәһүәне маҡтау, йәғни данлау уның иҫ киткес сифаттары һәм эштәре тураһында һоҡланып һөйләүҙе аңлата (Зәб. 34:1). Кешене быға рәхмәтле булыу дәртләндерә. Йәһүә беҙҙең өсөн бик күпте эшләй, шуға күрә рәхмәттәр әйтер өсөн сәбәптәр һанап бөтөргөһөҙ. Йәһүәне данлар өсөн иң яҡшы мөмкинлек — уның тураһында башҡаларға һөйләү. Вәғәзләгәндә беҙ Йәһүәгә «данлау ҡорбаны» килтерәбеҙ, йәғни «Уның исемен телебеҙ менән» маҡтайбыҙ (Евр. 13:15). Йәһүәгә доға ҡылғанда нимә әйтергә теләгәнебеҙҙе алдан уйлаған һымаҡ, вәғәздә лә кешеләр менән һөйләшер алдынан әҙерләнергә кәрәк. Беҙ килтергән «данлау ҡорбанының» кәмселекһеҙ булыуын теләйбеҙ. Шуға күрә хеҙмәттә хәҡиҡәтте ысын күңелдән һөйләргә тырышабыҙ.

9. Йыйылыш осрашыуҙары Алланың бөтә хеҙмәтселәренә һәм һеҙгә ниндәй файҙа килтергәнен һөйләп бирегеҙ.

9 Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү. Муса ҡанунында былай тиелгән: «Бөтә ир-аттарың йылына өс тапҡыр... Аллаң Йәһүә алдына ул һайлаған урынға килһен» (Ҡан. 16:16). Тимәк, израилдәргә өйҙәрен һәм ерҙәрен ҡарауһыҙ ҡалдырып китергә тура килгән. Әммә Йәһүә уларҙы былай тип ышандырған: «Берәү ҙә һинең ереңде яулап алырға теләмәҫ» (Сығ. 34:24). Йәһүәгә тулыһынса таянған израилдәр йыл һайын үткәрелгән байрамдарға йөрөгән. Уларҙың тыңлаусан булыуы мул фатихалар килтергән. Бының ярҙамында улар Йәһүәнең ҡанунын яҡшыраҡ аңлаған, уның игелеге тураһында уйланған һәм ҡәрҙәштәре менән яҡшы ваҡыт үткәргән (Ҡан. 16:15). Ҡорбандарға барырға тура килһә лә, йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмаһаҡ, беҙ ҙә шундай уҡ фатихалар алырбыҙ. Шулай уҡ осрашыуҙа ҡыҫҡа һәм яҡшы әҙерләнгән яуап биргәндә, Йәһүәнең һеҙгә ҡарап йылмайғанын күҙ алдына килтерегеҙ.

10. Ни өсөн, йыр йырлау — табыныуыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө, тип әйтеп була?

10 Йыр йырлау (Зәб. 28:7). Израилдәр Аллаға йыр йырлауҙы табыныуҙың айырылғыһыҙ өлөшө тип һанаған. Дауыт батша Алла йортонда Йәһүәгә дан йырлаһындар өсөн 288 левитты һайлаған (1 Йыл. 25:1, 6—8). Йырлау һәләттәребеҙ булмаһа ла, беҙ ҙә маҡтау йырҙарын йырлап Аллаға яратыуыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Бына нимә тураһында уйланығыҙ: беҙҙең арабыҙҙа «һүҙендә абынмаған кеше» юҡ (Яҡ. 3:2). Әммә был беҙҙе йыйылыш осрашыуҙарында комментарийҙар биреүҙән һәм хеҙмәттә кешеләр менән һөйләшеүҙән туҡтатмай. Шуға күрә музыкаль һәләттәребеҙ булмаһа ла, әйҙәгеҙ, артабан да Йәһүәгә маҡтау йырҙарын йырлайыҡ.

11. Зәбур 48:13-тә әйтелгәнсә, ни өсөн беҙ ғаилә өйрәнеүе үткәрер өсөн ваҡыт бүлеп ҡуйырға тейеш?

11 Шәхси өйрәнеү һәм ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу. Шәмбе көнө израилдәр, бөтә эштәрен ҡалдырып, бар ваҡыттарын Йәһүәгә бағышлаған (Сығ. 31:16, 17). Атай-әсәйҙәр балаларына Алла һәм уның игелеге тураһында һөйләгән. Беҙ ҙә Алла Һүҙен уҡыр һәм өйрәнер өсөн ваҡыт бүлеп ҡуйырға тейеш. Шулай эшләп, беҙ Йәһүәгә табынабыҙ һәм уның менән дуҫлығыбыҙҙы нығытабыҙ (Зәб. 73:28). Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылғанда, атай-әсәйҙәр «киләсәк быуындарға», йәғни балаларына күктәге Атай менән йылы һәм шәхси мөнәсәбәттәр үҫтерергә ярҙам итә. (Зәбур 48:13-тө * уҡығыҙ.)

12. Изге сатырҙы яһауға Йәһүә нисек ҡараған һәм был беҙҙе нимәгә өйрәтә?

12 Ғибәҙәт ҡылыу урындарын төҙөү һәм хеҙмәтләндереү. Алла Һүҙендә изге сатырҙы һәм уның әйберҙәрен яһау «изге эш» тип аталған булған (Сығ. 36:1, 4). Бөгөн дә Йәһүә Батшалыҡ залдарын һәм ойошмабыҙҙың башҡа биналарын төҙөүҙе табыныуыбыҙҙың өлөшө тип һанай. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр был эшкә бик күп ваҡыт бүлә. Уларға бының өсөн ҙур рәхмәт! Әлбиттә, улар артабан да вәғәз эшендә ҡатнаша һәм уларҙың ҡайһы берҙәре хатта даими пионер булып хеҙмәт итергә теләй. Улар ғариза тултырһа һәм талаптарға тура килһә, өлкәндәрҙең уларҙы билдәләмәҫкә сәбәптәре юҡ. Шуның менән өлкәндәр ойошмабыҙҙың төҙөү проекттарына булышлыҡ итә. Ә төҙөлөш эштәрендә тәжрибәләре булмаған ҡәрҙәштәр хәлдәренән килгәнсә Батшалыҡ залдарын йыйыштырыуҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша ала.

13. Беҙ Батшалыҡ хаҡына иғәнә биреү мөмкинлегенә нисек ҡарарға тейеш?

13 Батшалыҡ эшенә иғәнә биреү. Израилдәр йыл һайын үткәрелгән байрамдарға йыйылғанда, «уларҙың береһе лә Йәһүә алдына буш ҡул менән» килергә тейеш булмаған (Ҡан. 16:16). Улар, шарттарына ҡарап, иғәнәләр биргән. Шулай итеп улар Йәһүәгә рухи именлектәре хаҡында ҡайғыртҡаны өсөн рәхмәттәрен белдергән. Ә беҙ Йәһүәгә яратыуыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе нисек белдерә алабыҙ? Мәҫәлән, шарттарыбыҙға ҡарап, йыйылыштың сығымдарын ҡаплап һәм бөтә донъя эшмәкәрлегенә иғәнәләр биреп. Был хаҡта илсе Павел былай тигән: «Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана» (2 Кор. 8:4, 12). Шуға күрә әгәр йөрәгебеҙ иғәнә бирергә дәртләндерә икән, иғәнәбеҙ бәләкәй генә булһа ла, был Йәһүәне һөйөндөрә (Марк 12:42—44; 2 Кор. 9:7).

14. Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17 буйынса, Йәһүә мохтаждарға ярҙам итеүгә нисек ҡарай?

14 Мохтаж ҡәрҙәштәргә ярҙам итеү. Йәһүә ярлыларға ярҙам иткән израилдәрҙе фатихаларға вәғәҙә иткән (Ҡан. 15:7, 10). Ул хатта мохтаждарға ярҙам иткән кешеләр алдында үҙен бурыслы тип һанай. (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17-не * уҡығыҙ.) Илсе Павел өйҙә хаҡ аҫтында ултырғанда, Филипптағы мәсихселәр уға бүләк ебәргән. Шуныһы ҡыҙыҡ: был бүләкте ул «Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан» тип атаған (Флп. 4:18). Шуға күрә үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Йыйылышта мин кемгә ярҙам итә алам?» Ваҡытыбыҙҙы, көсөбөҙҙө, һәләттәребеҙҙе һәм аҡсабыҙҙы мохтаждарға ярҙам итер өсөн ҡулланғанда, Йәһүә бик һөйөнә. Ул быны хатта табыныуыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө тип һанай (Яҡ. 1:27).

ХАҠ ТАБЫНЫУ БЕҘҘЕ БӘХЕТЛЕ ИТӘ

15. Ни өсөн беҙгә хаҡ ғибәҙәт ҡылыу өсөн ваҡытыбыҙ һәм көсөбөҙ йәл түгел?

15 Хаҡ ғибәҙәт ҡылыу беҙҙән ваҡыт һәм көс талап итә, әммә был беҙҙең өсөн ауыр түгел. Сөнки беҙ Йәһүәне яратабыҙ (1 Яхъя 5:3). Атаһын ҡыуандырырға теләгән бәләкәй малайҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Ул сәғәттәр буйы рәсем төшөрә, әммә был малай ваҡытын бер ҙә йәлләмәй, сөнки ул атаһын ярата һәм уға бүләк эшләргә теләй. Шуның шикелле, беҙ ҙә Йәһүәне бик яратабыҙ һәм, ул теләгәнсә табыныр өсөн, ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө йәлләмәйбеҙ.

16. Еврейҙарға 6:10-да әйтелгәнсә, Йәһүә беҙҙең уны шатландырырға тырышҡаныбыҙға нисек ҡарай?

16 Ҡайғыртыусан атай-әсәйҙәргә һәр балаһының бүләге ҡәҙерле. Улар һәр бала үҙенсәлекле икәнен аңлай, шуға күрә уларҙы бер-береһе менән сағыштырмай. Шуның шикелле, күктәге Атайыбыҙ ҙа шарттарыбыҙ төрлө икәнен аңлай. Бәлки, һин дуҫтарыңа ҡарағанда күберәкте эшләй алаһыңдыр. Йәки, киреһенсә, оло йәш, насар һаулыҡ йә ғаиләләге вазифалар һине сикләйҙер. Шулай булһа, борсолма (Гал. 6:4). Йәһүә һинең хеҙмәтеңде онотмаясаҡ. Әгәр һин уға ысын күңелдән һәм дөрөҫ ниәттәрҙән сығып хеҙмәт итһәң, ул һине хуплар. (Еврейҙарға 6:10-ды уҡығыҙ.) Бынан тыш, Йәһүә хатта һинең нимә эшләргә теләгәнеңде лә күрә. Ул һинең хеҙмәттә, көсөңдән килгәндең барыһын эшләп, шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек кисереүеңде теләй.

17. а) Йәһүәгә табыныуҙа нимәлер ауыр бирелһә нимә эшләргә? б)  23-сө биттәге рамкала килтерелгән табыныуҙың ҡайһы бер яҡтары һеҙгә бәхетлерәк булырға нисек ярҙам итте?

17 Был мәҡәләлә беҙ табыныуҙың һигеҙ яғын ҡарап сыҡтыҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, шәхси өйрәнеү йә вәғәздә ҡатнашыу беҙгә ауыр бирелһә, нимә эшләй алабыҙ? Был йәһәттән шундай принципты ҡулланып була: нимәнелер йышыраҡ эшләгән һайын, ул яҡшыраҡ килеп сыға. Йәһүәгә табыныуҙы физик күнегеүҙәр яһау йә музыкаль ҡоралда уйнау менән сағыштырып була. Күнегеүҙәргә ваҡытты һирәк бүлгән кеше уңыштарға өлгәшмәҫ. Әммә көн һайын күнегеүҙәр яһаһаҡ, файҙаһы булыр. Шулай уҡ ҡыҫҡа күнегеүҙәрҙән башлап, уларҙың ваҡытын яйлап күбәйтергә була. Тренировка йә репетиция яҡшы килеп сыҡһа, беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Хаҡ табыныуға бәйле эштәргә лә шул уҡ принципты ҡулланып була.

 18. Беҙ нисек Йәһүә ниәтләгәнсә йәшәй алабыҙ һәм был ниндәй емештәр килтерер?

18 Йәһүә беҙҙе билдәле бер маҡсат менән барлыҡҡа килтергән. Әгәр Йәһүәгә бөтөн йөрәктән хеҙмәт итһәк, беҙ шул маҡсатҡа ярашлы йәшәйбеҙ, тип әйтеп була. Шул саҡта ғына беҙҙең тормошобоҙ бәхетле һәм мәғәнәле була ала. Йәһүәгә табыныу беҙгә мәңгелек тормошҡа өмөт бирә (Ғиб. һүҙ. 10:22). Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булғаны беҙгә күңел тыныслығы бирә (Ишағ. 41:9, 10). Эйе, беҙҙең ҡайғыртыусан Атайыбыҙ «дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлы», сөнки бар нәмәне ул яратҡан (Асыл. 4:11). Уға ғибәҙәт ҡылыу — беҙҙең өсөн ҙур бәхет!

24-СЕ ЙЫР Йәһүә тауына килегеҙ

^ Йәһүә — Барлыҡҡа килтереүсе, шуға күрә ул беҙҙең табыныуыбыҙға лайыҡ. Әммә Йәһүә табыныуыбыҙҙы ҡабул итһен өсөн беҙгә уның ҡанундары һәм принциптары буйынса йәшәргә кәрәк. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙың һигеҙ яғын ҡарап сығырбыҙ һәм улар бәхетебеҙ менән нисек бәйле икәнен белербеҙ.

^ Зәбур 48:13: «Уның нығытылған стеналарына күңел һалығыҙ. Киләсәк быуындарға һөйләр өсөн уның нығытылған манараларын күҙәтегеҙ».

^ Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17: «Мохтаж әҙәмгә илтифат күрһәткән кеше Йәһүәгә бурысҡа биргән була, Хоҙай уға бының өсөн әжерен ҡайтарыр».