Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

12-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һеҙ Зәкәриә күргәнде күрәһегеҙме?

Һеҙ Зәкәриә күргәнде күрәһегеҙме?

«„Быларҙың барыһы хәрби көс тә, ҡеүәт ярҙамында ла түгел, ә минең рухым ярҙамында буласаҡ“, — тип әйтә ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә» (ЗӘК. 4:6).

73-СӨ ЙЫР Беҙгә ҡыйыулыҡ бир

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүдтәрҙе ниндәй шатлыҡлы ваҡиға көткән?

 БЫНА ул күптән көтөлгән ваҡиға! Йәһүә Кир исемле Фарсы батшаһын тиҫтәләгән йылдар буйы Вавилон әсирлегендә булған йәһүдтәрҙе азат итергә дәртләндерә. Улар, тыуған ерҙәренә ҡайтып, «Израиль Аллаһы Йәһүәнең йортон» торғоҙа алһын өсөн, Кир батша бойороҡ сығара (Езра 1:1, 3). Йәһүдтәр был хаҡта бик оҙаҡ хыялланған! Хәҙер улар хаҡ Алла бүләк иткән ерҙә яңынан уға табына ала.

2. Ҡайтҡан йәһүдтәр тәүге йылдарҙа ниндәй уңыштарға өлгәшкән?

2 Б. э. т. 537 йылда ҡайһы бер йәһүдтәр Йәһүҙәнең баш ҡалаһы булған Иерусалимға беренсе булып ҡайтҡан. Улар шунда уҡ тиерлек ғибәҙәтхананы торғоҙа башлаған, һәм б. э. т. 536 йылда уның нигеҙе инде һалынған булған.

3. Йәһүдтәр ниндәй ҡаршылыҡ менән осрашҡан?

3 Ләкин төҙөүселәр етди ҡаршылыҡ менән осрашҡан. Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Тирә-яҡтағы халыҡ йәһүдтәрҙең рухын төшөрә башланы һәм, төҙөлөш эштәрен туҡтатыр өсөн, уларҙың рухын һындырырға тырышты» (Езра 4:4). Ә б. э. т. 522 йылда Артаксеркс Фарсы империяһының батшаһы булып киткәс, хәл тағы ла насарайған *. Йәһүә халҡының дошмандары, батшаның алмашыныуынан файҙаланып, ғибәҙәтхананы төҙөү эштәрен тулыһынса туҡтатырға тырышҡан. Улар был яуыз эште «закон исеменән» эшләгән (Зәб. 94:20). Улар Артаксерксҡа, йәһүдтәр фетнә күтәрергә йыйына, тип ялыу ҡағыҙы яҙған (Езра 4:11—16). Шулай итеп улар батшаны алдаған, һәм ул ғибәҙәтхананы төҙөү эшенә тыйыу һалған (Езра 4:17—23). Был бойороҡ арҡаһында ҡасандыр дәртле төҙөүселәр төшөнкөлөккә бирелгән һәм эштәрен туҡтатҡан (Езра 4:24).

4. Дошмандар ғибәҙәтхананы төҙөү эштәрен тыйғас, Йәһүә нимә эшләгән? (Ишағыя 55:11).

4 Күрше булып йәшәгән мәжүси халыҡтар һәм фарсы түрәләре, бар көстәрен һалып, ғибәҙәтхананы төҙөү эштәрен туҡтатырға тырышҡан. Әммә Йәһүәнең ниәте башҡа төрлө булған. Ә ул нимәлер эшләргә теләһә, уға бер кем дә ҡамасаулай алмай. (Ишағыя 55:11-ҙе * уҡығыҙ.) Ул Зәкәриә исемле ҡыйыу ирҙе пәйғәмбәр итеп билдәләгән һәм уға һигеҙ рухландырғыс күренеш күрһәткән. Йәһүә уға был күренештәр тураһында йәһүдтәргә һөйләргә ҡушҡан. Был күренештәр уларҙы дошмандарҙан ҡурҡмаҫҡа һәм Йәһүәнең йөкләмәһен артабан да башҡарырға рухландырған. Бишенсе күренештә Зәкәриә шәмдәл менән ике зәйтүн ағасы күргән.

5. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

5 Шәмдәл һәм ике зәйтүн ағасы тураһындағы күренеш израилдәрҙе нығытҡан. Тимәк, ул беҙгә лә көс өҫтәй ала. Был бик мөһим, сөнки ҡайһы саҡта беҙ төшөнкөлөккә биреләбеҙ. Был күренеште ҡарап сығып, беҙ ошондай осраҡтарҙа Йәһүәгә тоғро булып ҡала алғаныбыҙға инанырбыҙ: 1) ҡаршылыҡтар менән осрашҡанда, 2) тормошобоҙҙа ниндәйҙер етди үҙгәрештәр булғанда һәм 3) ойошманан аңлашылмаған күрһәтмәләр алғанда.

ҠАРШЫЛЫҠТАР

Күренештә Зәкәриә ике зәйтүн ағасы күрә. Ул ағастарҙың майы шәмдәлдең ете яҡтыртҡысына аға. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)

6. Ни өсөн Зәкәриә 4:1—3-тәге шәмдәл һәм ике зәйтүн ағасы тураһындағы күренеш йәһүдтәргә ҡыйыулыҡ өҫтәгән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

6 Зәкәриә 4:1—3-тө * уҡығыҙ. Шәмдәл һәм ике зәйтүн ағасы тураһындағы күренеш йәһүдтәргә, ҡаршылыҡҡа ҡарамаҫтан, эште дауам итергә ҡыйыулыҡ өҫтәгән. Уларҙы нимә шул тиклем рухландыра алған? Иғтибар иттегеҙме: шәмдәлгә өҙлөкһөҙ май килеп торған. Ике зәйтүн ағасынан май касаға ағып төшкән, ә унан, ете көбәк буйлап, шәмдәлдең яҡтыртҡыстарына килгән. Шуға күрә шәмдәл туҡтауһыҙ яна алған. Зәкәриә: «Әфәндем, былар нимә аңлата?» — тип һораған. Йәһүәнең фәрештәһе уға былай тип яуап биргән: «„Быларҙың барыһы хәрби көс тә, ҡеүәт ярҙамында ла түгел, ә минең рухым ярҙамында буласаҡ“, — тип әйтә ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә» (Зәк. 4:4, 6). Был күренештәге май Йәһүәнең изге рухын — көстөң бөтмәҫ сығанағын символлаштырған. Фарсы империяһының бөтә хәрби көсө Алланың рухы менән сағыштырғанда, бер ни ҙә тормаған. Йәһүә йәһүдтәр яғында булғас, ғибәҙәтхананы төҙөүселәргә ҡаршылыҡтар арҡаһында борсолорға кәрәкмәгән һәм улар эштәрен тамамлай алған. Йәһүдтәргә тап ошо хәбәрҙе ишетергә кәрәк булған! Йәһүә уларҙың уға ышаныуҙарын һәм эште дауам итеүҙәрен көткән. Төҙөлөш эштәренә рөхсәт бирелмәһә лә, улар шулай эш иткән дә.

7. Ғибәҙәтхананы төҙөгән кешеләр өсөн ниндәй көтөлмәгән үҙгәрештәр булған?

7 Ваҡиғалар көтөлмәгән боролош ала. Б. э. т 520 йылда Дарий I батша үҙенең идара итеүенең икенсе йылында ғибәҙәтхананың төҙөлөүен тыйыу законһыҙ булғанын белеп ҡалған. Шуға күрә ул, йәһүдтәр төҙөүҙе тамамлай алһын өсөн, бойороҡ сығарған (Езра 6:1—3). Был яңылыҡ бөтәһен дә ғәжәпләндергән, әммә хәл тағы ла яҡшырған. Дарий батша тире яҡтағы халыҡтарға Алла йортондағы эштәргә ҡамасауламаҫҡа ҡушҡан һәм хатта уларға матди яҡтан булышлыҡ күрһәтергә бойорған! (Езра 6:7—12). Һәм бына ни бары дүрт йыл үткәс, б. э. т 515 йылда йәһүдтәр ғибәҙәтхананы төҙөп бөтөргән (Езра 6:15).

Ҡаршылыҡтар менән осрашҡанда Йәһүәнең көсөнә таянығыҙ (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8. Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙгә ҡыйыу булырға нимә ярҙам итер?

8 Бөгөн дә Йәһүәнең күп хеҙмәтселәре ҡаршылыҡтар менән осраша. Мәҫәлән, кемдер эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән илдәрҙә йәшәй. Унда ҡәрҙәштәребеҙҙе төрмәгә ултырталар һәм «идарасылар, батшалар алдына алып» баралар. Шулай итеп Йәһүә шаһиттарының уларға вәғәзләргә мөмкинлеге тыуа (Матф. 10:17, 18). Әммә ҡайһы саҡта шарттар, мәҫәлән, идарасы алмашынғанға йә берәй судья ыңғай хөкөм ҡарары сығарғанға, яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Башҡа илдәрҙә йәшәгән ҡайһы бер ҡәрҙәштәр икенсе төрлө ауырлыҡтар менән осраша. Улар Йәһүәгә иркен хеҙмәт итә алһа ла, ғаилә ағзалары уларға ҡаршылыҡ күрһәтә (Матф. 10:32—36). Әммә йыш ҡына туғандар, беҙҙең ныҡ булыуыбыҙҙы күреп, бүтән ҡаршы килмәй. Ә ҡайһы саҡта улар хатта үҙҙәре Йәһүә шаһиты булып китә һәм ашҡынып вәғәзләй башлай. Шуға күрә әгәр һеҙ ҡаршылыҡтар менән осрашһағыҙ, бирешмәгеҙ! Ҡыйыу булығыҙ, сөнки Йәһүә һеҙҙең яҡлы һәм ул, һис шикһеҙ, һеҙгә ҡеүәтле изге рухын бирер. Шуға күрә һеҙгә бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй!

ТОРМОШТАҒЫ ҮҘГӘРЕШТӘР

9. Яңы ғибәҙәтхананың нигеҙе һалынғанда, ни өсөн ҡайһы бер йәһүдтәр илаған?

9 Ҡайһы бер оло йәштәге йәһүдтәр «йорт нигеҙенең һалыныуын күргәс, үкереп иларға» тотонған (Езра 3:12). Улар Сөләймән төҙөгән ғибәҙәтхананың ни тиклем мөһабәт булғанын үҙ күҙҙәре менән күргән. Уларға Алланың хәҙерге йорто «элеккеһе менән сағыштырғанда... һис ни тормай» кеүек тойолған (Агг. 2:2, 3). Яңы ғибәҙәтхана күркәмлеге һәм киңлеге менән элекке ғибәҙәтхананан ҡалыша икәнен аңлау уларҙы бойоҡторған. Әммә Зәкәриәнең күренеше уларға насар уйҙарын еңергә ярҙам иткән.

10. Зәкәриә 4:8—10-дағы һүҙҙәр йәһүдтәргә насар уйҙарҙан арынырға нисек ярҙам иткән?

10 Зәкәриә 4:8—10-ды * уҡығыҙ. Фәрештә йәһүдтәргә былай тигән: «Халыҡ... һөйөнөп, Зоровавель ҡулындағы аҫмаға ҡарап торасаҡ». Был һүҙҙәр нимәне аңлата? Аҫма — стенаның вертикаль тигеҙлеген билдәләр өсөн ҡулланылған ҡорал. Был образ Алла халҡын нимәгә ышандырған? Яңы ғибәҙәтхана ябай булып күренһә лә, ул Алланың тәҡүә нормаларына тулыһынса тура киләсәк. Ә әгәр Йәһүә был йорто менән ҡәнәғәт икән, йәһүдтәргә бойоғорға кәрәкмәгән. Алла өсөн ғибәҙәтхананың мөһабәтлеге түгел, ә йәһүдтәрҙең уның тәҡүә нормалары буйынса ғибәҙәт ҡылыуҙары мөһим булған. Йәһүдтәр Йәһүәгә яраҡлы итеп табынырға һәм уның хуплауын алырға тырышҡан булһа, яңынан шатлыҡлы булып китер ине.

Яңы шарттарығыҙға ыңғай ҡараш үҫтерегеҙ (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

11. Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәренә нимә ауыр бирелә?

11 Күбебеҙгә тормоштағы үҙгәрештәр ауыр бирелә. Мәҫәлән, ҡайһы бер ҡәрҙәштәр тулы ваҡытлы махсус хеҙмәттә күп йылдар үткәргәндән һуң яңы билдәләнеү ала. Башҡаларға, оло йәшкә еткәнгә, яратҡан хеҙмәттәрен ҡалдырырға тура килә. Әлбиттә, был бик күңелһеҙләндерергә мөмкин. Бәлки, тәүҙә беҙ шундай үҙгәреште аңламаҫбыҙ йә уның менән ризалашмаҫбыҙ. Үҙебеҙ өсөн ғәҙәти булып киткән тормош тәртибен һағыныу тәбиғи. Һәм яңы шарттарҙа Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә беҙҙән файҙа юҡ һымаҡ күренгәнгә, беҙҙең төшөнкөлөккә бирелеүебеҙ ихтимал (Ғиб. һүҙ. 24:10). Әйҙәгеҙ, Зәкәриәгә бирелгән күренеш беҙгә шундай уйҙарға бирелмәҫкә нисек ярҙам итә алғанын беләйек.

12. Зәкәриәгә бирелгән күренеш беҙгә тормоштағы үҙгәрештәр арҡаһында борсолмаҫҡа нисек ярҙам итер?

12 Тормоштағы үҙгәрештәргә Йәһүә ҡарағандай ҡараһаҡ, улар беҙгә еңелерәк бирелер. Бөгөн ул бөйөк эш башҡара, ә беҙ уның хеҙмәттәштәре булыу хөрмәтенә эйә (1 Кор. 3:9). Йәһүәнән алған билдәләнеүҙәр үҙгәреп торорға мөмкин, ә Йәһүәнең беҙгә ҡарата яратыуы үҙгәрешһеҙ. Шуға күрә әгәр ойошмалағы үҙгәрештәр һеҙгә лә ҡағылһа, зинһар үҙегеҙҙе «ни өсөн» тигән һорауҙар менән яфаламағыҙ. «Ни өсөн үткән көндәр хәҙергенән яҡшыраҡ булды икән?» — тип һорар урынына, хәҙерге шарттарығыҙҙың ыңғай яҡтарын күрер өсөн доға ҡылығыҙ (Вәғ. 7:10). Һәм нимәлер эшләй алмағанығыҙ хаҡында үкенеп ултырмағыҙ, ә иғтибарығыҙҙы хәлегеҙҙән килгән нәмәләргә туплағыҙ. Зәкәриәгә бирелгән күренеш ыңғай ҡараш һаҡларға бик мөһим икәнен күрһәтә. Шундай ҡараш тормоштағы үҙгәрештәрҙе шатлыҡ менән ҡаршы алырға һәм Йәһүәгә хеҙмәттә тоғро ҡалырға ярҙам итер.

АҢЛАШЫЛМАҒАН КҮРҺӘТМӘЛӘР

13. Ни өсөн ғибәҙәтхананы яңынан төҙөй башлау кемгәлер аҡылһыҙ булып күренә алған?

13 Ғибәҙәтхананы төҙөү эштәре тыйылған ваҡытҡа яңынан ҡайтайыҡ. Идарасы Зоровавель менән баш рухани Яшуа, халыҡ тураһында ҡайғыртҡанға, «Алла йортон торғоҙа» башлаған (Езра 5:1, 2). Ҡайһы бер йәһүдтәргә был ҡарар аҡылһыҙ булып күренә алған, сөнки дошмандарҙан шундай ҙур төҙөү эштәрен йәшереп булмаҫ ине. Шуға күрә Алла тарафынан билдәләнгән был ирҙәргә, Зоровавель менән Яшуаға, Йәһүәнең ярҙам итеүенә ышанырға кәрәк булған. Һәм Йәһүә уларҙың ышанысын нығытҡан. Нисек итеп?

14. Зәкәриә 4:12, 14-тә яҙылған һүҙҙәр Зоровавель менән Яшуаны нимәгә ышандырған?

14 Зәкәриә 4:12, 14-те * уҡығыҙ. Фәрештә Зәкәриәгә аңлатҡанса, «ике зәйтүн ағасы» — ул ике майланған зат, Зоровавель менән Яшуа. Был күренештә улар, образлы әйткәндә, «бөтә ерҙең Хужаһы» йәғни Йәһүә янында тора. Улар өсөн был ифрат ҙур хөрмәт булған. Йәһүә был ике ир-атҡа тулыһынса ышанған, тимәк, йәһүдтәр ҙә уларға ышанырға һәм улар аша бирелгән Алла күрһәтмәләренә буйһонорға тейеш булған.

15. Беҙ Йәһүәнең Изге Яҙмала яҙылған күрһәтмәләренә етди ҡарағаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

15 Йәһүә үҙ халҡын Изге Яҙмалағы күрһәтмәләр ярҙамында алып бара. Был изге китапта ул хаҡ табыныуҙың ниндәй булырға тейеш икәнен аңлата. Йәһүәнең Һүҙендә яҙылған күрһәтмәләргә етди ҡарағаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? Уны иғтибар менән уҡырға һәм уйланыр өсөн ваҡыт табырға кәрәк. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мин, Изге Яҙманы һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы уҡығанда, уйланыр өсөн туҡтап аламмы? Әгәр берәй аят миңә аңлашылмаһа, уның асылына төшөнөргә тырышаммы? Йәки нескәлектәргә иғтибар итмәйенсә, өҫтән-мөҫтән генә уҡып сығаммы?» (2 Пет. 3:16). Әгәр Йәһүәнең һүҙҙәре өҫтөндә уйланыр өсөн ваҡыт бүлһәк, беҙ уның күрһәтмәләре буйынса эш итә алырбыҙ һәм вәғәз эшендә уңышлы булырбыҙ (1 Тим. 4:15, 16).

«Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсенең» күрһәтмәләренә ышанығыҙ (16-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

16. Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсенең күрһәтмәләре беҙгә аңлашылмаһа ла, улар буйынса эш итергә беҙгә нимә ярҙам итер?

16 Бынан тыш, Йәһүә үҙ халҡы менән «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша етәкселек итә (Матф. 24:45). Әммә «аҡыллы хеҙмәтсенең» ҡайһы бер күрһәтмәләре беҙгә тулыһынса аңлашылмаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, беҙгә тәбиғәт афәттәренә әҙерләнер өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙе рюкзакка тултырып ҡуйыу тураһында күрһәтмәләр бирелде. Әммә ҡайһы берәүҙәр: «Беҙҙең яҡта тәбиғәт афәттәре булмай бит», — тип уйларға мөмкин. Йәки кемдер «аҡыллы хеҙмәтсе» пандемия ваҡытында сиктән тыш һаҡлыҡ күрһәтә тигән ҡарашта тора. Ағай-ҡәрҙәштәрҙең ҡарарҙарына шикләнеп ҡараған ҡәрҙәштәргә нимә ярҙам итер? Зоровавель менән Яшуаға бойһоноу израилдәргә ниндәй файҙа килтергәне тураһында уйланығыҙ. Һеҙ Изге Яҙмала килтерелгән башҡа осраҡтар тураһында ла уйлана алаһығыҙ. Алланың ҡайһы бер хеҙмәтселәре кеше ҡарашынан аҡылһыҙ булып күренгән күрһәтмәләр алған, әммә һөҙөмтәлә был күрһәтмәләр уларҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарған (Хөк. 7:7; 8:10).

ЗӘКӘРИӘ КҮРГӘНДЕ КҮРЕГЕҘ!

17. Шәмдәл менән ике зәйтүн ағасы тураһындағы күренеш йәһүдтәргә ниндәй йоғонто яһаған?

17 Шәмдәл менән ике зәйтүн ағасы тураһындағы күренеш ҡыҫҡа ғына булһа ла, ул йәһүдтәргә бирелгән эшкә һәм ғибәҙәт ҡылыуҙарына ыңғай ҡарарға ярҙам иткән. Улар Зәкәриәнең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалғас һәм яңынан төҙөлөш эштәренә тотонғас, Йәһүәнең ярҙамын тоя башлаған. Ҡеүәтле изге рух ярҙамында йәһүдтәр төҙөлөш эштәрен дауам иткән һәм шатлыҡтарын ҡайтарған (Езра 6:16).

18. Зәкәриә күргән күренеш тормошоғоҙға ниндәй йоғонто яһай ала?

18 Шәмдәл һәм ике зәйтүн ағасы тураһындағы күренеш һеҙҙең тормошоғоҙға етди йоғонто яһай ала. Ошо мәҡәләлә ҡарап кителгәнсә, был күренеш һеҙгә: 1) ҡаршылыҡтар менән осрашҡанда көс өҫтәр, 2) тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр булғанда шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам итер һәм 3) алған күрһәтмәләр аңлашылмағанда Йәһүәгә ышанысығыҙҙы нығытыр. Һеҙҙең тормошоғоҙҙа ауыр көндәр етһә, үҙегеҙҙе нисек тоторһоғоҙ? Шәмдәл һәм ике зәйтүн ағасы тураһындағы күренеште үҙегеҙ өсөн йәнләндерегеҙ. Йәһүә үҙ халҡы хаҡында ҡайғырта икәнен иҫегеҙгә төшөрөп тороғоҙ. Шулай уҡ Аллаға таянығыҙ һәм уға бөтә йөрәктән хеҙмәт итегеҙ (Матф. 22:37). Шул саҡта Йәһүә һеҙгә мәңге шатлыҡ менән хеҙмәт итергә ярҙам итер! (Кол. 1:10, 11).

7-СЕ ЙЫР Йәһүә — беҙҙең көсөбөҙ

^ Йәһүә Зәкәриә пәйғәмбәргә бер нисә рухландырғыс күренеш биргән. Улар Зәкәриәнең үҙенә һәм Йәһүәнең бөтә халҡына көс өҫтәгән, шулай уҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға һәм саф табыныуҙы торғоҙорға ярҙам иткән. Зәкәриәгә бирелгән күренештәр беҙгә лә, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итергә ярҙам итә ала. Был мәҡәләлә беҙ был күренештәрҙең береһен — шәмдәл һәм ике зәйтүн ағасы тураһындағы күренеште ҡарап сығырбыҙ һәм үҙебеҙгә һабаҡтар алырбыҙ.

^ Бер нисә йыл һуңыраҡ, Ниҡәми көндәрендә, Артаксеркс исемле икенсе бер батша йәһүдтәр менән бик яҡшы мөғәмәлә иткән.

^ Ишағыя 55:11: «Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай. Ул үтәлмәйенсә миңә кире ҡайтмаҫ, мин теләгәнде, һис шикһеҙ, башҡарыр, уны нимә өсөн ебәрһәм, шуны үтәр».

^ Зәкәриә 4:1—3: «Минең менән һөйләшкән теге фәрештә кире килеп, мине йоҡлап ятҡан кешене уятҡандай уятты. 2 Унан һуң ул минән: „Һин нимә күрәһең?“ — тип һораны. Шунда мин: „Тулыһынса алтындан яһалған шәмдәл күрәм, өҫтөндә каса тора. Шәмдәлдең ете яҡтыртҡысы бар, эйе, ете; һәм өҫтөндәге яҡтыртҡыстарҙың ете көбәге бар. 3 Уның янында ике зәйтүн ағасы тора: береһе касаның уң яғында, икенсеһе һул яғында“».

^ Зәкәриә 4:8—10: «Йәһүә миңә ҡабат үҙ һүҙен еткерҙе: 9 „Зоровавель үҙ ҡулдары менән был йортҡа нигеҙ һалды, һәм ул уны үҙ ҡулдары менән тамамлаясаҡ та. Һәм һин, һис шикһеҙ, мине һеҙҙең янығыҙға ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә ебәргәнен беләсәкһең. 10 Кес кенә башланғыстар көнөн бер кем иғтибарһыҙ ҡалдырмаһын. Халыҡ та, ете күҙ ҙә, һөйөнөп, Зоровавель ҡулындағы аҫмаға ҡарап торасаҡ. Был ете күҙ — Йәһүәнең бөтөн ер йөҙөн гиҙгән күҙҙәре“».

^ Зәкәриә 4:12, 14: «Мин тағы унан: „Ике зәйтүн ағасының ике алтын көбәктән алтын май ағыҙған ботаҡтары нимә аңлата?“ — тип һораным. 14 Ул былай тине: „Былар бөтә ерҙең Хужаһы янында торған ике майланған затты аңлата“».

^ РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш оло йәше һәм насар һаулығы арҡаһында яңы шарттарға өйрәнергә кәрәк икәнен аңлай.

^ РӘСЕМДӘ: элек Алла үҙ халҡына Зоровавель менән Яшуа аша күрһәтмәләр биргән. Ә бөгөн ул беҙҙе «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша алып бара. Апай-ҡәрҙәш бының тураһында уйлана.