Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

13-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Балағыҙҙың иғтибарын ижади эштәргә йүнәлтеп, Йәһүә тураһында өйрәтегеҙ

Балағыҙҙың иғтибарын ижади эштәргә йүнәлтеп, Йәһүә тураһында өйрәтегеҙ

«Быларҙың барыһын кем барлыҡҡа килтергән?» (ИШАҒ. 40:26).

11-СЕ ЙЫР Алланың бөйөк эштәре уны данлай

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Атай-әсәйҙәр үҙ балалары өсөн нимә теләй?

 ҠӘҘЕРЛЕ атай-әсәйҙәр, һеҙ балаларығыҙҙың Йәһүәне белеүен һәм уны ярата башлауын теләйһегеҙ. Ләкин Алланы күреп булмай бит. Улай булғас, нисек һеҙ балаларығыҙға Йәһүәне реаль шәхес итеп күрергә һәм уға яҡынлашырға ярҙам итә алаһығыҙ? (Яҡ. 4:8).

2. Атай-әсәйҙәр балаларына Йәһүәнең сифаттары тураһында нисек һөйләй ала?

2 Балаларға Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итер өсөн, улар менән Изге Яҙманы өйрәнеү мөһим (2 Тим. 3:14—17). Ләкин Изге Яҙмала башҡа бер ысул да килтерелә. Ғибрәтле һүҙҙәр китабында атай кешенең улы менән Йәһүәнең ижади эштәре тураһында фекер алышҡаны һүрәтләнә. Күрәһең, атай кеше улын Алланың тәбиғәт аша күренгән сифаттарын күҙҙән ысҡындырмаҫҡа өндәй (Ғиб. һүҙ. 3:19—21). Атай-әсәйҙәр, балаларының иғтибарҙарын ижади эштәргә йүнәлтеп, нисек Йәһүә менән таныштыра ала? Әйҙәгеҙ, бер нисә ысулды ҡарап сығайыҡ.

БАЛАНЫҢ ИҒТИБАРЫН ИЖАДИ ЭШТӘРГӘ ЙҮНӘЛТЕП, УНЫ НИСЕК ӨЙРӘТЕП БУЛА?

3. Атай-әсәйҙәр балаларына ҡайһы яҡтан ярҙам итергә тейеш?

3 Изге Яҙмала: «Ғаләм барлыҡҡа килтерелгәндән башлап Уның күренмәгән сифаттары... Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша асыҡ күренә һәм аңлашыла», — тип яҙылған (Рим. 1:20). Атай-әсәйҙәр, һеҙ балаларығыҙ менән тәбиғәткә сығырға, моғайын, яратаһығыҙҙыр. Был ваҡытты ҡулланып, балаларығыҙға Йәһүәнең ижади эштәре уның сифаттары менән нисек бәйле икәнен күрергә ярҙам итегеҙ. Был яҡтан Ғайсаның миҫалы файҙалы булыр.

4. Ғайса кешеләрҙе өйрәткәндә уларҙың иғтибарын Алланың ижади эштәренә нисек йүнәлткән? (Лука 12:24, 27—30).

4 Ғайса башҡаларҙы өйрәткәндә уларҙың иғтибарын Алланың ижади эштәренә йүнәлткән. Бер тапҡыр ул шәкерттәрен ҡарғаларға һәм ләләләргә ҡарарға өндәгән. (Лука 12:24, 27—30-ҙы уҡығыҙ.) Әлбиттә, Ғайса, миҫал итеп, башҡа төрлө хайуанды йә үҫемлекте килтерә алыр ине. Әммә ул тыңлаусыларына таныш булған ҡошто һәм сәскәне һайлаған. Уның шәкерттәре көн һайын күктә осҡан ҡарғаларҙы һәм яланда үҫкән ләләләрҙе күрә алған. Күҙ алдына килтерегеҙ, Ғайса ҡоштарға һәм сәскәләргә ҡулы менән күрһәтә. Шунан һуң Ғайса үҙ шәкерттәренә Алланың йомартлығы һәм игелеге тураһында бик мөһим һабаҡ бирә. Йәһүә ҡарғалар һәм ләләләр тураһында ҡайғырта икән, ул үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен бигерәк тә ашатасаҡ һәм кейендерәсәк.

5. Атай-әсәйҙәр, балағыҙға Йәһүә тураһында һөйләгәндә, уның ниндәй ижади эштәрен миҫал итеп килтерергә була?

5 Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙы өйрәткәндә һеҙ нисек Ғайсанан өлгө ала алаһығыҙ? Мәҫәлән, балағыҙға үҙегеҙ яратҡан берәй йәнлек йә үҫемлек тураһында һөйләгеҙ. Был йәнлек йә үҫемлек Йәһүәнең ниндәй сифаттарын асҡанын аңлатығыҙ. Ә шунан һуң балағыҙҙан ул яратҡан йәнлек йә сәскә тураһында һорағыҙ. Әгәр һеҙ балағыҙ менән уға ҡыҙыҡлы булған нәмәләр тураһында һөйләшһәгеҙ, Йәһүә тураһында һөйләгәндә ул, моғайын, һеҙҙе иғтибар менән тыңлар.

6. Кристоферҙың әсәһенең үрнәге нимәгә өйрәтә?

6 Балаларына Йәһүәнең күркәм сифаттарын асыр өсөн, атай-әсәйҙәргә берәй йәнлек йә үҫемлек тураһында күп мәғлүмәт йыйырға кәрәкме? Күпселек осраҡта, юҡ. Ғайса ҡарғаларҙың туҡланыуы һәм ләләләрҙең үҫеүе тураһында ҙур аңлатма бирмәгән. Әлбиттә, балағыҙға тәбиғәт тураһында һөйләшергә оҡшайҙыр, ләкин уны нимәгәлер өйрәтер өсөн бер нисә ябай һүҙ йәиһә ябай һорау ҙа етә. Кри́стофер ағай-ҡәрҙәш үҙ бала сағын иҫенә төшөрөп бына нимә ти: «Әсәйебеҙ, ябай ғына һүҙҙәр ҡулланып, иғтибарыбыҙҙы тәбиғәттең матурлығына йүнәлтә торғайны. Мәҫәлән, тауҙар эргәһендә булғанда, ул: „Ниндәй бейек тауҙар! Әллә Йәһүә ғәжәйеп Барлыҡҡа килтереүсе түгелме ни?“ — тип һорай ине. Йәиһә диңгеҙ буйында йөрөгәндә, ул беҙгә: „Ҡарағыҙ был тулҡындарға! Ҡалай Алла көслө, шулай бит?“ — тип әйтә торғайны». Кристофер былай тип дауам итә: «Шундай ябай, әммә мәғәнәле һүҙҙәр беҙҙе уйланырға дәртләндерә ине».

7. Балаларҙы Алланың ижади эштәре тураһында уйланырға нисек өйрәтергә?

7 Балаларығыҙ үҫә барған һайын, уларҙы Алланың ижади эштәре тураһында күберәк уйланырға һәм Йәһүә сифаттарының нескәлектәрен күрергә өйрәтегеҙ. Мәҫәлән, барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙең береһенә иғтибар итеп, балағыҙҙан: «Был һине Йәһүә тураһында нимәгә өйрәтә?» — тип һорағыҙ. Балағыҙҙың тәрән уйланыуы һеҙҙе ғәжәпләндерергә һәм шатландырырға мөмкин (Матф. 21:16).

БАЛАНЫҢ ИҒТИБАРЫН ИЖАДИ ЭШТӘРГӘ ЙҮНӘЛТЕП, ҠАЙҘА ҺӘМ ҠАСАН ӨЙРӘТЕП БУЛА?

8. Израиль халҡында ата-әсәләрҙең балалары менән юлда барғанда ниндәй мөмкинлектәре булған?

8 Израиль халҡында ата-әсәләр балаларын өйҙә генә түгел, ә «юлда барғанда» ла өйрәтергә тейеш булған (Ҡан. 11:19). Израилдә юлдар ауылдар аша үткән. Унда төрлө мал-тыуар, ҡош-ҡорттар һәм сәскәләрҙе күреп булған. Ата-әсәләрҙең балалары менән юлда барғанда Йәһүәнең ижади эштәре тураһында һөйләшергә мөмкинлектәре асылған. Ҡәҙерле атайҙар һәм әсәйҙәр, һеҙҙең дә, моғайын, шундай мөмкинлектәрегеҙ барҙыр. Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең быны нисек эшләгәнен ҡарап сығайыҡ.

9. Пунита һәм Катя апай-ҡәрҙәштәрҙән нимәгә өйрәнеп була?

9 Һиндостандың ҙур ҡалаһында йәшәгән Пуни́та исемле апай-ҡәрҙәш былай тип һөйләй: «Ауылда йәшәгән туғандарыбыҙға барғанда, балаларыбыҙға Йәһүәнең иҫ киткес ижади эштәре тураһында һөйләйбеҙ. Был яҡшы мөмкинлек. Ҙур ҡаланың күп кешеле, шау-шыулы урамдарынан алыҫта булғанда, балаларға Алланың ижади эштәрен күреү һәм улар хаҡында уйланыу еңелерәк, тип уйлайым». Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙ һеҙҙең менән бергә тәбиғәт ҡосағында үткәргән ваҡыттарҙы бер ҡасан да онотмаҫ. Молдованан булған Катя бына нимә ти: «Бала сағымдың иң сағыу хәтирәләре атай-әсәйем менән тәбиғәткә сыҡҡан ваҡыттар менән бәйле. Улар мине бәләкәй сағымдан уҡ, туҡтап, Йәһүә булдырған нәмәләргә иғтибар итергә һәм уларҙа Алланың сифаттарын күрергә өйрәткәндәре өсөн бик рәхмәтлемен».

Хатта ҙур ҡалала ла балағыҙға Йәһүә тураһында һөйләр өсөн уның барлыҡҡа килтергән нәмәләрен күреп була (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Ҡаланан тәбиғәткә йә ауылға сығып булмағанда, ата-әсәләр нимә эшләй ала? ( «Ата-әсәләргә ярҙам» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

10 Ә ауылға йә тәбиғәткә сығыу мөмкинлеге булмаһа, нимә эшләргә? Һиндостанда йәшәгән Амо́л былай ти: «Мин йәшәгән ерҙә кешеләргә күп эшләргә тура килә, ә ҡаланан ҡайҙалыр барыу бик ҡиммәткә төшә. Хатта бәләкәй генә парк йәиһә балкон — Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтер өсөн һәм балалар менән уның сифаттары тураһында һөйләшер өсөн бик яҡшы урын». Әгәр һеҙ тирәләй иғтибарлап ҡараһағыҙ, тап өйөгөҙҙөң янында барлыҡҡа килтерелгән күп нәмәләрҙе күрерһегеҙ (Зәб. 104:24). Унда нимә генә юҡ — ҡоштар ҙа, бөжәктәр ҙә, үҫемлектәр ҙә — күп нәмә бар. Германияла йәшәгән Карина былай тип бүлешә: «Бәләкәй саҡта әсәйем менән урамға сыҡҡанда, ул һәр ваҡыт минең иғтибарымды матур сәскәләргә йүнәлтә торғайны, сөнки ул үҙе лә уларҙы бик ярата ине». Ә шулай уҡ атай-әсәйҙәр өсөн ойошмабыҙ сығарған Йәһүәнең ижади эштәре тураһында күп видеояҙмалар һәм мәҡәләләр бар. Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, һеҙ уларҙы ҡулланаһығыҙмы? Шарттарығыҙ ниндәй генә булһа ла, һеҙ балаларығыҙҙы Алла барлыҡҡа килтергән нәмәләргә иғтибар итергә өйрәтә алаһығыҙ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, балаларҙы өйрәтеп булған Алланың ҡайһы бер сифаттарын ҡарап сығайыҡ.

АЛЛАНЫҢ «КҮРЕНМӘГӘН СИФАТТАРЫ… АСЫҠ КҮРЕНӘ»

11. Атай-әсәйҙәр балаларына Йәһүәнең мөхәббәтен күрергә нисек ярҙам итә ала?

11 Һеҙ балағыҙ менән, йәнлектәрҙең үҙ балалары хаҡында ниндәй наҙ менән ҡайғыртҡанын күҙәтеп, уға Йәһүәнең мөхәббәтен күрергә ярҙам итә алаһығыҙ (Матф. 23:37). Шулай уҡ тәбиғәттең төрлөлөгөнә иғтибар итеп була. Өҫтә әйтеп кителгән Карина былай тип һөйләй: «Әсәйем менән урамға сыҡҡанда, ул, туҡтап, иғтибарымды сәскәләргә йүнәлтә ине. Ул: „Ҡыҙым, бынау матур сәскәгә ҡара әле. Ул башҡа сәскәләрҙән нимә менән айырылып тора? Уның матурлығында Йәһүәнең мөхәббәте нисек күренә?“ — тип һорай торғайны. Күп йылдар үтһә лә, мин һаман да сәскәләрҙе иғтибар менән күҙәтәм. Уларҙың төрлө булыуы һәм матурлығы мине һоҡландыра. Улар Йәһүәнең беҙҙе ни тиклем яратҡанын һаман да иҫемә төшөрөп тора».

Балағыҙға Алланың зирәклеген асыр өсөн, уның иғтибарын тәнебеҙҙең ғәжәйеп төҙөлөшөнә йүнәлтегеҙ (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Атай-әсәйҙәр балаларына Алланың зирәклеген күрергә нисек ярҙам итә ала? (Зәбур 139:14). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

12 Балаларығыҙға Алланың зирәклеген күрергә ярҙам итегеҙ. Йәһүәнең зирәклеге кешеләрҙекенән күпкә бөйөгөрәк (Рим. 11:33). Балаға быны күрһәтер өсөн, мәҫәлән, былай тип әйтә алаһығыҙ: «Болоттарға ҡара әле. Улар ерҙән күтәрелгән күп тонна һыуҙан тора. Ә үҙҙәре еңел генә осоп йөрөй!» (Әйүп 38:36, 37). Шулай уҡ һеҙ балағыҙҙың иғтибарын тәнебеҙҙең ғәжәйеп барлыҡҡа килтерелгәненә иғтибар итә алаһығыҙ. (Зәбур 139:14-те b уҡығыҙ.) Мәҫәлән, Владимир ҡәрҙәш бына нимә һөйләй: «Бер тапҡыр улыбыҙ, велосипедтан йығылып, аяғын һыҙырҙы. Бер нисә көндән һуң яраһы уңалды. Беҙ ҡатыным менән уға Йәһүәнең тәнебеҙҙә булған күҙәнәктәргә үҙ-үҙен йүнәтергә һәләттәр биргәне тураһында һөйләнек. Беҙ уға кешеләр уйлап сығарған механизмдарҙа быға оҡшаш бер нәмә лә юҡ икәнен аңлаттыҡ. Мәҫәлән, машина авариянан һуң үҙен үҙе йүнәтә алмай бит. Был осраҡ улыбыҙға Йәһүәнең бик зирәк булыуын күрергә ярҙам итте».

13. Атай-әсәйҙәр балаларына Йәһүәнең көсөн күрергә нисек ярҙам итә ала? (Ишағыя 40:26).

13 Йәһүә башыбыҙҙы күтәреп күккә ҡарарға һәм уның ҡөҙрәте ярҙамында һәр йондоҙҙоң үҙ урынында торғаны тураһында уйланырға дәртләндерә. (Ишағыя 40:26-ны c уҡығыҙ.) Һеҙ ҙә, балаларығыҙ менән күккә ҡарап, улар унда нимә күргәндәре тураһында һорай алаһығыҙ. Тайвандә йәшәгән Тинти́н исемле апай-ҡәрҙәш, бала сағын иҫенә төшөрөп, былай ти: «Бер көндө беҙ әсәйем менән походҡа барҙыҡ. Ҡаланан йыраҡ булғанға күрә, беҙ төнгө күктә күп йондоҙҙар күрә алдыҡ. Тап шул көндәрҙә мин мәктәптәге баҫым арҡаһында бойоғоп йөрөй инем һәм, Аллаға тоғро хеҙмәт итә алырмынмы икән, тип борсола инем. Әсәйем: „Йондоҙҙарға ҡара әле, Йәһүәгә уларҙы барлыҡҡа килтерер өсөн күпме көс кәрәк булған!“ — тип мине уйланырға дәртләндерҙе. Ул мине, Алла һиңә һынауҙарыңды йырып сығырға ярҙам итер өсөн был көстө ҡулланасаҡ, тип ышандырҙы. Шул төндө йондоҙҙарҙы күҙәтеү миндә Йәһүәне тағы ла яҡшыраҡ белергә һәм уға ашҡынып хеҙмәт итергә теләк тыуҙырҙы».

14. Атай-әсәйҙәр нисек балаларына Йәһүәнең бәхетле Алла булыуын күрергә ярҙам итә ала?

14 Йәһүәнең ижади эштәре уның шатлыҡлы Алла булыуын һәм уның юмор тойғоһо бар икәнен күрһәтә. Ғалимдар күп кенә йәнлектәрҙең, шул иҫәптән ҡоштарҙың һәм балыҡтарҙың уйнарға һәм шаярырға яратҡанына иғтибар иткән (Әйүп 40:20). Һеҙ ҙә балағыҙҙың йәнлектәрҙе күҙәткәндә ҡысҡырып көлгәнен иҫләйһегеҙҙер. Бәлки, улар бесәй балаһының йомғаҡ артынан йүгергәнен йә көсөктәрҙең бер-береһе менән көрәшкәнен күргәндер. Киләһе тапҡыр шундай осраҡ булғанда һәм балағыҙҙың йәнлектәрҙең шаярыуын күреп көлгәнен ишеткәндә, уға Йәһүәнең бәхетле Алла булыуы тураһында әйтегеҙ (1 Тим. 1:11).

ЙӘҺҮӘНЕҢ ИЖАДИ ЭШТӘРЕНӘ БАЛАЛАРЫҒЫҘ МЕНӘН БЕРГӘ ШАТЛАНЫҒЫҘ

Балалар тәбиғәттә үҙҙәрен, моғайын, иркенерәк хис итер һәм һеҙгә үҙ борсолоуҙарын теләберәк һөйләр (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Атай-әсәйҙәргә баланың күңелендәге уй-ниәттәрен һоҫоп алырға нимә ярҙам итә алыр? (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:5). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

15 Ҡайһы ваҡыт атай-әсәйҙәргә балалары менән уларҙың ауырлыҡтары тураһында һөйләшергә ауыр булырға мөмкин. Һеҙ ҙә шундай хәлгә эләкһәгеҙ, балағыҙҙың күңелендәге уй-ниәттәрен һоҫоп ала белегеҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:5-те d уҡығыҙ.) Ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балалары менән тәбиғәттә булғанда, улар менән һөйләшеүе еңелерәк булғанына иғтибар иткән. Ни өсөн? Сөнки унда балаларҙың да, атай-әсәйҙәрҙең дә иғтибарын ситкә йүнәлткән нәмәләр юҡ. Тайвандә йәшәгән Масахи́ко исемле ағай-ҡәрҙәш тағы бер сәбәпте килтерә: «Беҙ балалар менән саф һауала, тауҙарҙа йә диңгеҙ буйында йөрөгәндә, улар үҙҙәрен иркенерәк хис итә. Был беҙгә уларҙың күңелендә булғанды һәм нимә уйлағандарын белергә ярҙам итә». Алдараҡ әйтеп кителгән Катя былай ти: «Мәктәптән һуң беҙ әсәйем менән матур паркка бара торғайныҡ. Унда тыныс була торғайны. Шуға күрә әсәйемә мәктәптә нимә булғанын һәм мине нимә борсоғанын һөйләүе еңел ине».

16. Ғаиләләр, Алланың барлыҡҡа килтергән нәмәләренә һоҡланып, нисек бергә ял итә ала?

16 Атай-әсәйҙәр балалары менән бергә тәбиғәттә ял итә һәм Йәһүәнең ижади эштәренә һоҡлана ала. Был уларҙы бер-береһенә яҡынлаштыра. Изге Яҙмала «көлөү ваҡыты бар» һәм «бейеү ваҡыты бар» тип әйтелә (Вәғ. 3:1, 4). Йәһүә ерҙе иҫ киткес матур итеп барлыҡҡа килтергән. Кемдер урманда йөрөргә ярата, кемдер тауға бара йәиһә диңгеҙ буйында ял итә. Балалар паркта уйнарға, йылғала һыу инергә йәки йәнлектәрҙе күҙәтергә ярата. Ғаиләләрҙең тәбиғәттә ваҡыт үткәрергә һәм Йәһүәнең ижади эштәренә һоҡланырға күп мөмкинлектәре бар.

17. Ни өсөн атай-әсәйҙәр балаларын Алла булдырған нәмәләрҙән шатлыҡ табырға өйрәтергә тейеш?

17 Яңы донъяла атай-әсәйҙәр өсөн дә, балалар өсөн дә Йәһүәнең ижади эштәре менән һоҡлана алырлыҡ иҫ киткес мөмкинлектәр асыласаҡ. Беҙ хайуандарҙан ҡурҡмаҫбыҙ, улар ҙа беҙҙән ҡурҡмаҫ (Ишағ. 11:6—9). Йәһүә бүләк иткән нәмәләрҙе күҙәтер өсөн беҙҙең ваҡытыбыҙ ҙа күп булыр (Зәб. 22:26). Ләкин, атай-әсәйҙәр, яңы донъяны көтмәгеҙ, инде хәҙер үк балаларығыҙҙы Йәһүәнең ижади эштәренән шатлыҡ табырға өйрәтегеҙ һәм уларға уның тураһында һөйләгеҙ. Шул саҡта балаларығыҙ Дауыт батшаның «Йәһүә... һинекеләй эштәр юҡ» тигән һүҙҙәре менән ризалашыр (Зәб. 86:8).

134-СЕ ЙЫР Балалар — Йәһүәнән бирелгән бүләк

a Күп кенә ҡәрҙәштәр ата-әсәләре менән тәбиғәткә сыҡҡан ваҡыттарҙы йылы иҫтәлек итеп күңелендә һаҡлай. Улар, ата-әсәләренең шул мөмкинлекте ҡулланып, Йәһүә тураһында һөйләгәндәрен һаман да онотмаған. Балаларығыҙ булһа, һеҙ ҙә уларҙың иғтибарын Алланың ижади эштәренә йүнәлтеп, уның сифаттары тураһында һөйләй алаһығыҙ. Нисек итеп? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.

b Зәбур 139:14: «Һине маҡтайым мин, сөнки шундай ғәжәп яратылыуым тәрән хөрмәт уята. Һинең эштәрең ғәжәп, һәм мин быны бик яҡшы беләм».

c Ишағыя 40:26: «Башығыҙҙы күтәреп, күккә ҡарағыҙ. Быларҙың барыһын кем барлыҡҡа килтергән? Ул йондоҙҙар ғәскәрен һаны буйынса алып сыға, уларҙың барыһын исемдәре менән атай. Уның сикһеҙ ҡеүәте һәм ҡурҡыу-хөрмәт уятыусы ҡөҙрәте ярҙамында уларҙың барыһы ла үҙ урынында тора».

d Ғибрәтле һүҙҙәр 20:5: «Кеше күңелендәге уй-ниәттәр — тәрән һыуҙар ул, ләкин зирәк аҡыллы кеше уларҙы һоҫоп ала белә».