Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

11-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Нисек һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә?

Нисек һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә?

«Сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай?» (ҒӘМ. 8:36).

50-СЕ ЙЫР Бағышланыу доғаһы

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

Бөтә ер шары буйынса йәшәгән йәштәр ҙә, ололар ҙа рухи яҡтан үҫә һәм һыуға сумдырыла. (1, 2-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

1, 2. Әгәр һыуға сумдырылырға әҙер булмаһағыҙ, ни өсөн күңелһеҙләнергә кәрәкмәй? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

 ҺЕҘ һыуға сумдырылырға теләйһегеҙме? Был бик яҡшы маҡсат! Әгәр был аҙымды яһарға әҙер булһағыҙ, өлкәндәр ҙә риза булһа, мөмкинлек сыҡҡанда һыуға сумдырылыу үтегеҙ. Һеҙҙе Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә бәхетле һәм тулы мәғәнәле тормош көтә.

2 Ә һеҙгә, һыуға сумдырылыр алдынан нимәнелер үҙгәртергә кәрәк, тиһәләр? Бәлки, һеҙ быны үҙегеҙ ҙә беләһегеҙҙер. Шулай булһа, күңелһеҙләнмәгеҙ. Һеҙгә нисә генә йәш булһа ла, был маҡсатҡа өлгәшер өсөн үҙгәрә алаһығыҙ.

«СУМДЫРЫЛЫУ ЙОЛАҺЫН ҮТӘРГӘ МИҢӘ НИМӘ ҠАМАСАУЛАЙ?»

3. Хәбәш кешеһе Филипптан нимә тураһында һораған һәм ниндәй һорау тыуа? (Ғәмәлдәр 8:36, 38).

3 Ғәмәлдәр 8:36, 38-ҙе уҡығыҙ. Хәбәшстандан килгән бер түрә һөйөнөслө хәбәрҙе таратыусы Филипптан: «Сумдырылыу йолаһын үтәргә миңә нимә ҡамасаулай?» — тип һораған. Хәбәш түрәһе һыуға сумдырылырға бик теләһә лә, был мөһим аҙымға әҙер булғанмы?

Хәбәш түрәһе Йәһүә тураһында күберәк белергә теләгән (4-се абзацты ҡарағыҙ.)

4. Хәбәш түрәһенең күберәк белергә теләгәне нимәнән күренгән?

4 Хәбәш түрәһе «Аллаға табынырға тип Иерусалимға килгән» булған (Ғәм. 8:27). Моғайын, ул иудаизм динен ҡабул иткән прозелит булғандыр. Әлбиттә, ул Йәһүә тураһында Еврей Яҙмаларынан белгән. Ләкин ул күберәкте белергә теләгән. Хәтерләйһегеҙме, Филипп уны осратҡанда, ул нимә эшләгән? Ул Ишағыя пәйғәмбәр төргәген уҡып ултырған (Ғәм. 8:28). Был ҡаты рухи ризыҡ булған. Ул башланғыс белемдәр менән генә ҡәнәғәт булып ҡалмаған, ә артабан да өйрәнергә теләгән.

5. Хәбәшстан түрәһе белгәндәре буйынса эш итер өсөн нимә эшләгән?

5 Был кеше «кәндәкиҙең, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы» булған (Ғәм. 8:27). Юғары дәрәжәле түрә булғанға, уның эше күп булғандыр. Шулай ҙа ул Йәһүәгә табыныр өсөн ваҡыт тапҡан. Был түрә хәҡиҡәтте белеп кенә ҡалмаған — ул белгәндәре буйынса эш иткән. Шуға күрә Иерусалимдағы ғибәҙәтханала Йәһүәгә табыныр өсөн, ул Хәбәшстандан бик оҙон юл үткән. Бының өсөн, моғайын, күп ваҡыт һәм аҡса кәрәк булғандыр. Әммә Йәһүәгә табыныр өсөн, ул ҡорбандарға барырға әҙер булған.

6, 7. Хәбәш түрәһенең Йәһүәгә ҡарата мөхәббәте нимә ярҙамында көсәйгән?

6 Хәбәш түрәһе Филипптан мөһим хәҡиҡәттәрҙе, шул иҫәптән Ғайсаның Мәсих икәне тураһында ишеткән (Ғәм. 8:34, 35). Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнен белгәс, ул бик шатланған. Ул быға нисек ҡараған? Ул бер нәмәне лә үҙгәртмәйенсә артабан да абруйлы йәһүд прозелиты булып ҡала алыр ине. Әммә Филипп менән һөйләшеүҙән һуң ул Йәһүәне һәм Ғайсаны тағы ла нығыраҡ ярата башлаған. Был яратыу уны һыуға сумдырылырға һәм Ғайса Мәсихтең шәкерте булып китергә дәртләндергән. Филипп түрәнең был мөһим аҙымға әҙер булғанын аңлаған, шуға уны һыуға сумдырған.

7 Хәбәш түрәһенән өлгө алһағыҙ, һеҙ ҙә һыуға сумдырылырға әҙер булырһығыҙ һәм: «Сумдырылыу йолаһын үтәргә миңә нимә ҡамасаулай?» — тип әйтә алырһығыҙ. Теге түрә белемдәр алған, улар буйынса эш иткән һәм артабан да Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтергән. Әйҙәгеҙ, был аҙымдарҙы нисек яһап булғанын ҡарап сығайыҡ.

БЕЛЕМ АЛЫҒЫҘ

8. Яхъя 17:3-тәге һүҙҙәр һеҙҙе нимәгә дәртләндерә?

8 Яхъя 17:3-тө уҡығыҙ. Моғайын, күбебеҙ Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Изге Яҙманы өйрәнә башлағандыр. Әммә иғтибар итегеҙ, шул уҡ аят белемдәр алыуыбыҙҙы дауам итергә дәртләндерә. Беҙ «берҙән-бер хаҡ Алла» тураһында белемдәр алыуҙан бер ҡасан да туҡтамаҫбыҙ (Вәғ. 3:11). Уның тураһында белемдәр алыу мәңге дауам ителер. Йәһүә Алла тураһында күберәк белгән һайын, беҙ уға тағы ла яҡыныраҡ булып китәбеҙ (Зәб. 73:28).

9. Төп хәҡиҡәттәрҙе белгәндән һуң нимә эшләргә кәрәк?

9 Әлбиттә, Йәһүә тураһындағы белем төп хәҡиҡәттәрҙән башлана. Илсе Павел Еврейҙарға яҙған хатында был хәҡиҡәттәрҙе «башланғыс өйрәтеүҙәр» тип атаһа ла, уларҙың мөһимлеген кәметмәгән. Павел был хәҡиҡәттәрҙе баланы туҡландырған һөт менән сағыштырған (Евр. 5:12; 6:1). Ул шулай уҡ мәсихселәрҙе Алла Һүҙендәге тәрән хәҡиҡәттәр менән танышырға дәртләндергән. Һеҙ шундай хәҡиҡәттәргә ынтылаһығыҙмы? Йәһүә һәм уның ниәттәре тураһында артабан да белем алырға теләйһегеҙме?

10. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәргә өйрәнеү ауыр бирелә?

10 Күбебеҙгә өйрәнеү ауыр бирелә. Ә һеҙҙең турала нимә әйтеп була? Мәктәптә һеҙ яҡшы уҡырға һәм тикшереүҙәр үткәрергә өйрәндегеҙме? Һеҙгә өйрәнергә һәм үҙегеҙ өсөн асыштар яһарға оҡшай инеме? Йә һеҙ, китаптар уҡыу минең өсөн түгел, тигән һығымтаға килдегеҙме? Әгәр шулай булһа, һеҙ бер үҙегеҙ түгел. Йәһүә һеҙгә ярҙам итә ала. Ул — камил һәм иң яҡшы Уҡытыусы.

11. Ни өсөн Йәһүәне «Бөйөк Нәсихәтсебеҙ» тип атап була?

11 Йәһүә — беҙҙең «Бөйөк Нәсихәтсебеҙ» (Ишағ. 30:20, 21). Ул — түҙемле, игелекле һәм хәлебеҙҙе аңлай алған Уҡытыусы. Ул үҙ уҡыусыларының тик яҡшы яҡтарын ғына күрергә тырыша (Зәб. 130:3). Ул бер ҡасан да көсөбөҙҙән килмәгәнде талап итмәй. Онотмағыҙ, ул мейебеҙҙе барлыҡҡа килтергән. Был — уның иҫ киткес бүләге (Зәб. 139:14). Өйрәнеү беҙҙең өсөн тәбиғи. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ мәңгелек дауамында белемдәр алыуыбыҙҙы һәм был белемдәр беҙгә файҙа килтереүен теләй. Шуға күрә инде хәҙер «саф рухи һөткә» ынтылыу аҡыллы булыр (1 Петр 2:2). Үҙегеҙгә өлгәшә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйығыҙ, Изге Яҙманы даими рәүештә уҡығыҙ һәм өйрәнегеҙ (Еш. 1:8). Йәһүәнең ярҙамы менән һеҙгә уның тураһында уҡырға һәм белергә тағы ла нығыраҡ оҡшар.

12. Ни өсөн Ғайсаның тормошо һәм хеҙмәте тураһында белем алырға кәрәк?

12 Ғайсаның тормошо һәм хеҙмәте тураһында уйланыр өсөн күберәк ваҡыт бүлегеҙ. Айырыуса был ауыр ваҡыттарҙа Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләһәк, Ғайсаның эҙҙәренән теүәлерәк барыу үтә мөһим (1 Петр 2:21). Ғайса шәкерттәренең ауырлыҡтар менән осрашасағы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләгән (Лука 14:27, 28). Шулай ҙа ул уларҙың үҙе һымаҡ бөтә һынауҙарҙы йырып сыға аласағына ышанған (Яхъя 16:33). Ғайсаның тормошоноң нескәлектәрен тикшерегеҙ һәм көндәлек тормошта унан өлгө алырға маҡсат ҡуйығыҙ.

13. Йәһүәнән нимә һорарға кәрәк һәм ни өсөн?

13 Белем беҙгә Йәһүә менән яҡыныраҡ танышырға һәм уға ҡарата яратыу һәм иман үҫтерергә ярҙам итә. Әммә белем алыу ғына әҙ (1 Кор. 8:1—3). Шуға күрә Йәһүәгә, иманығыҙҙы нығытыуын һорап, доға ҡылығыҙ (Лука 17:5). Ул шундай доғаларға теләп яуап бирә. Алла тураһындағы хәҡиҡәткә нигеҙләнгән ысын иман белгәнебеҙҙе тормошта ҡулланырға ярҙам итер (Яҡ. 2:26).

АЛҒАН БЕЛЕМДӘР БУЙЫНСА ЭШ ИТЕГЕҘ

Туфан алдынан Нух һәм уның ғаиләһе алған белемдәре буйынса эш иткән (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Илсе Петр белемдәр буйынса эш итеүҙең мөһимлеген нисек итеп күрһәткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

14 Илсе Петр алған белемдәр буйынса эш итеү мөһим икәненә баҫым яһаған. Миҫал итеп, ул Нух тураһындағы хәбәрҙе килтергән. Йәһүә Нухҡа яуыз кешеләрҙе Туфанда юҡ итәсәге тураһында әйткән. Нухҡа һәм уның ғаиләһенә ҡотҡарылыр өсөн Туфандың килеүе тураһында белеү генә әҙ булған. Петрҙың шул осорҙо нисек атағанына иғтибар итегеҙ. Ул шул осорҙо «Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡыт» тип атаған (1 Петр 3:20). Эйе, Нух һәм уның ғаиләһе Алланан алған белемдәре буйынса эш иткән һәм кәмә төҙөгән (Евр. 11:7). Кәмә төҙөүҙе һыуға сумдырылыу менән сағыштырып, Петр: «Һыу аша — һыуға сумдырылыу йолаһы аша — хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ», — тигән (1 Петр 3:21). Шулай итеп, һыуға сумдырылыр өсөн һалған тырышлыҡтарҙы Нухтың кәмәне төҙөр өсөн йылдар буйы һалған тырышлыҡтары менән сағыштырып була. Һыуға сумдырылыуға әҙерләнер өсөн һеҙгә тағы ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәк?

15. Ысын йөрәктән тәүбә итеү нимәне аңлата?

15 Һыуға сумдырылыр өсөн бөтә йөрәктән тәүбә итергә кәрәк (Ғәм. 2:37, 38). Ысын йөрәктән тәүбә итеү яҡшы үҙгәрештәргә килтерә. Һеҙ Йәһүә хупламаған тәртиптән, мәҫәлән, әхлаҡһыҙ тормош алып барыуҙан, тәмәке тартыуҙан йә әшәке һәм рәнйетеүсе һүҙҙәр ҡулланыуҙан арындығыҙмы? (1 Кор. 6:9, 10; 2 Кор. 7:1; Ефес. 4:29). Әгәр һеҙ быны эшләмәгән булһағыҙ, тырышлыҡ һалыуҙан туҡтамағыҙ. Һеҙҙең менән Изге Яҙманы өйрәнгән ҡәрҙәштән йә өлкәндәрҙән кәңәш һорағыҙ. Әгәр инде йәш булһағыҙ һәм атай-әсәйегеҙ менән бергә йәшәһәгеҙ, һыуға сумдырылырға ҡамасаулаған ғәҙәттәрҙән арыныр өсөн уларҙан ярҙам һорағыҙ.

16. Рухи эштәр тәртибе үҙ эсенә нимә ала?

16 Шулай уҡ рухи эштәр тәртибен тотоу бик мөһим. Был йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүҙе һәм унда ҡатнашыуҙы үҙ эсенә ала. Әгәр йыйылыш менән вәғәзләһәгеҙ, хеҙмәтегеҙ даими рәүештә булһын (Евр. 10:24, 25). Күберәк вәғәзләгән һайын был эш һеҙгә күберәк оҡшай барыр (2 Тим. 4:5). Йәш булһағыҙ һәм атай-әсәйегеҙ менән йәшәһәгеҙ, үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Осрашыуҙарға һәм вәғәзгә барыу хаҡында атай-әсәйем миңә һәр ваҡыт әйтеп торамы? Йә мин быны үҙем эшләйемме?» Осрашыуҙарға йөрөп һәм вәғәзләп, һеҙ Йәһүәгә ышанғанығыҙҙы, уны яратҡанығыҙҙы һәм уға рәхмәтле булғанығыҙҙы күрһәтәһегеҙ. Был — тоғро булыуығыҙҙы күрһәткән эштәрегеҙ, һеҙҙең Йәһүәгә биргән бүләктәрегеҙ (Евр. 13:15; 2 Петр 3:11). Ә бүләктәр ысын күңелдән һәм теләп бирелһә, улар Алланы ҡыуандыра. (2 Коринфтарға 9:7 менән сағыштырығыҙ.) Беҙ бының барыһын эшләйбеҙ, сөнки Йәһүәгә иң яҡшыһын биреү беҙгә шатлыҡ килтерә.

АРТАБАН ДА ЙӘҺҮӘГӘ ҠАРАТА МӨХӘББӘТЕГЕҘҘЕ ҮҪТЕРЕГЕҘ

17, 18. Һыуға сумдырылыуға алып барған юлда ниндәй мөһим сифат ярҙам итер һәм ни өсөн? (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:3—6).

17 Һыуға сумдырылыуға алып барған юлда ниндәй ауырлыҡтар тыуырға мөмкин? Мәҫәлән, яңы дин арҡаһында ҡайһы берәүҙәр һеҙҙе мыҫҡылларға йә хатта һеҙгә ҡаршы сығырға мөмкин (2 Тим. 3:12). Ә, бәлки, һеҙ насар ғәҙәт менән көрәшәһегеҙҙер һәм ул ваҡыт-ваҡыт өҫтөн сығалыр. Йә маҡсатығыҙ өлгәшә алмаҫлыҡ булып күренгәнгә, һеҙ сабырлыҡ юғалтаһығыҙҙыр һәм күңелһеҙләнәһегеҙҙер. Һеҙгә барыһын йырып сығырға Йәһүәгә ҡарата яратыу ярҙам итер.

18 Йәһүәгә ҡарата яратыу — ул күркәм сифат, һеҙҙә булған сифаттарҙың иң яҡшыһы. (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:3—6-ны b уҡығыҙ.) Аллаға ҡарата көслө яратыу һеҙгә тормоштағы ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итер. Мөхәббәт сағылдырыуҙа Йәһүә үҙе үрнәк күрһәтә. Изге Яҙмала йыш ҡына, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә тоғро мөхәббәт күрһәтә, тип әйтелә. Был мөхәббәт Йәһүәнең беҙҙе яҡын күреүен һәм бер ҡасан да ҡалдырмаясағын аңлата (Зәб. 100:5). Ә һеҙ Аллаға оҡшатып барлыҡҡа килтерелгәнһегеҙ (Баш. 1:26). Һеҙ ундай яратыуҙы нисек сағылдыра алаһығыҙ?

Һеҙ Йәһүәгә көн һайын рәхмәттәр әйтә алаһығыҙ (19-сы абзацты ҡарағыҙ.) c

19. Йәһүәнең һеҙгә ҡарата ҡылған бөтә эштәре өсөн рәхмәтле булыуығыҙҙы нисек үҫтерә алаһығыҙ? (Галаттарға 2:20).

19 Рәхмәт белдереүҙән башлағыҙ (1 Фес. 5:18). Көн һайын үҙегеҙҙән: «Йәһүә бөгөн миңә мөхәббәтен нисек күрһәтте?» — тип һорағыҙ. Ә шунан һуң Йәһүәгә доға ҡылғанда, уның һеҙҙең өсөн башҡарған эштәрен телгә алғанда, уға рәхмәттәр әйтергә онотмағыҙ. Илсе Павел өлгөһөнә эйәреп, Йәһүәнең эштәренә һеҙгә күрһәтелгән яратыу сағылышына кеүек ҡарағыҙ. (Галаттарға 2:20-не уҡығыҙ.) Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Ә мин, үҙ сиратымда, Йәһүәгә мөхәббәтемде күрһәтергә теләйемме?» Йәһүәгә ҡарата яратыу ҡотҡоға ҡаршы торорға һәм төрлө һынауҙарҙы йырып сығырға ярҙам итер. Ундай яратыу һеҙҙе рухи эштәр тәртибен тоторға һәм күктәге Атағыҙға көндән-көн тоғролоҡ һаҡларға дәртләндерер.

20. Йәһүәгә бағышланыр өсөн нимә эшләргә кәрәк һәм был ҡарар ни тиклем мөһим?

20 Ваҡыт үтеү менән Йәһүәгә ҡарата яратыу һеҙҙе махсус доғала мөрәжәғәт итергә һәм был доғала уға бағышланырға дәртләндерер. Онотмағыҙ, Йәһүәгә бағышланыу алдығыҙҙа ҙур мөмкинлек — Аллаға мәңге хеҙмәт итеү мөмкинлеген аса. Йәһүәгә бағышланыу анты тормошоғоҙҙоң бәхетле осоронда ғына түгел, ә бәлә-ҡазалар осоронда ла ғәмәлдә ҡала. Был ант мәңгегә бирелә, ул бер тапҡыр ғына әйтелә. Әлбиттә, беҙ Аллаға бағышланып, етди ҡарар ҡабул итәбеҙ. Алда әле күп ҡарарҙар ҡабул итергә тура килер. Уларҙың ҡайһы берҙәре бик яҡшы булһа ла, Йәһүәгә бағышланыу ҡарары менән сағыштырып булмай (Зәб. 50:14). Күктәге Атағыҙҙан баш тартырһығыҙ, тип өмөтләнеп, Шайтан Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙҙы көсһөҙләндерергә тырышыр. Шайтанға үҙегеҙҙе еңергә бирмәгеҙ! (Әйүп 27:5). Йәһүәгә ҡарата ҡайнар яратыуығыҙ һеҙгә бағышланыу анты буйынса йәшәргә һәм күктәге Атағыҙ менән дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам итер.

21. Ни өсөн һыуға сумдырылыу, Йәһүәгә хеҙмәт итеү юлының ахыры түгел, ә башы ғына, тип әйтеп була?

21 Йәһүәгә бағышланғандан һуң өлкәндәр менән осрашып, һыуға сумдырылыу тураһында һөйләшегеҙ. Ләкин онотмағыҙ, һыуға сумдырылыу Йәһүәгә хеҙмәт итеү юлының ахыры түгел, ә башы ғына. Был хеҙмәт мәңгегә! Шуға күрә күктәге Атайығыҙға ҡарата мөхәббәтегеҙҙе нығытығыҙ. Уға ҡарата мөхәббәтегеҙҙе көндән-көн нығытҡан маҡсаттар ҡуйығыҙ. Был һеҙҙе һыуға сумдырылырға дәртләндерер. Һыуға сумдырылыу көнөгөҙ иҫ киткес көн буласаҡ, әммә был башы ғына. Йәһүәгә һәм уның Улына ҡарата мөхәббәтегеҙ мәңге үҫһен!

135-СЕ ЙЫР «Улым, зирәк бул»

a Кешене һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә дөрөҫ ниәттәр этәрергә тейеш. Шулай уҡ дөрөҫ эштәр ҙә бик мөһим. Әйҙәгеҙ, хәбәш түрәһенең миҫалын ҡарап сығайыҡ һәм Изге Яҙманы өйрәнеүсегә һыуға сумдырылыр алдынан ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеген беләйек.

b Ғибрәтле һүҙҙәр 3:3—6: «Тоғро мөхәббәт һәм тоғролоҡ һине ҡалдырмаһын. Уларҙы муйыныңа тағып ҡуй, йөрәгең таҡтаһына уйып яҙ. 4 Шул саҡ һин Алланың һәм кешеләрҙең илтифатын ҡаҙанырһың, төшөнөүсән кеше булып танылырһың. 5 Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма. 6 Бар юлдарыңда ла уны күҙ уңында тот, һәм ул һуҡмаҡтарыңды тура итер».

c ФОТОҺҮРӘТ: йәш апай-ҡәрҙәш Йәһүәгә доға ҡыла һәм бүләктәре өсөн рәхмәттәр әйтә.