Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ни өсөн һыуға сумдырылырға кәрәк?

Ни өсөн һыуға сумдырылырға кәрәк?

«Һәр берегеҙ... һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ» (ҒӘМ. 2:38).

34-СЕ ЙЫР Сафлыҡ юлында йөрөү

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1, 2. Һыуға сумдырылыу ваҡытында нимәне күреп була һәм нимә тураһында уйланырға кәрәк?

 КҮҘ алдына килтерегеҙ, һеҙ һыуға сумдырылыуҙы ҡарап тораһығыҙ, ти. Һыуға сумдырылырға теләүселәрҙең ике һорауға ышаныс менән яуап биргәнен ишетәһегеҙ. Улар менән ғорурланған туғандарын һәм дуҫтарын күрәһегеҙ. Ә яңы һыуға сумдырылғандар һыуҙан сыҡҡанда, һеҙ алҡыштар ишетәһегеҙ һәм уларҙың йөҙҙәре шатлыҡтан балҡып торғанын күрәһегеҙ. Аҙна һайын меңәрләгән кеше һыуға сумдырыла һәм Йәһүә Алланың шаһиттары булып китә.

2 Ә һеҙҙең турала нимә әйтеп була? Әгәр һыуға сумдырылыу тураһында уйлайһығыҙ икән, һеҙ, был яуыз донъялағы кешеләрҙән айырмалы булараҡ, Йәһүәне эҙләйһегеҙ (Зәб. 14:1, 2). Йәшме һеҙ, оломо, был мәҡәлә һеҙгә арналған. Беҙҙең арабыҙҙа күптән һыуға сумдырылғандар ҙа бар, улар ҙа тәүәккәллек менән Йәһүәгә мәңге хеҙмәт итергә теләй. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙҙең кәм тигәндә өс сәбәбен бергәләп ҡарап сығайыҡ.

ҺЕҘ ХӘҠИҠӘТТЕ ҺӘМ ТӘҠҮӘЛЕКТЕ ЯРАТАҺЫҒЫҘ

Шайтан инде меңәрләгән йылдар дауамында Йәһүәгә яла яғып, уның изге исемен хурлай (3, 4-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

3. Ни өсөн Йәһүәнең хеҙмәтселәре хәҡиҡәтте һәм тәҡүәлекте ярата? (Зәбур 119:128, 163).

3 Йәһүә үҙ халҡына: «Хәҡиҡәтте... яратығыҙ», — тип бойорған (Зәк. 8:19). Шулай уҡ Ғайса ла үҙенең шәкерттәрен тәҡүәлеккә ынтылырға өндәгән (Матф. 5:6). Тимәк, беҙҙә дөрөҫ эш итеү һәм Алла алдында саф булып ҡалыу теләге көслө булырға тейеш. Ә һеҙ хәҡиҡәтте һәм тәҡүәлекте яратаһығыҙмы? Әлбиттә, яратаһығыҙ. Һеҙ ялғанды һәм яуызлыҡты нәфрәт итәһегеҙ. (Зәбур 119:128, 163-тө b уҡығыҙ.) Ялғанды яратҡан кешеләр был донъяның хакимы — Иблискә оҡшаш (Яхъя 8:44; 12:31). Уның маҡсаттарының береһе — Йәһүәнең изге исемен хурлап, уға яла яғыу. Шайтан Эден баҡсаһында фетнә күтәргәндән бирле Аллабыҙ тураһында ялған тарата. Ул Йәһүәне үҙен генә яратҡан һәм кешеләрҙе яҡшылыҡтан мәхрүм иткән намыҫһыҙ хаким итеп күрһәтә (Баш. 3:1, 4, 5). Шайтандың Йәһүә тураһындағы ялғаны һаман да кешеләрҙең аҡылын һәм йөрәген ағыулай. Кешеләр «хәҡиҡәтте [яратырға]» теләмәгәндә, Шайтан уларҙы еңел генә һәр төрлө яуыз эштәргә этәрә ала (Рим. 1:25—31).

4. Йәһүә «хәҡиҡәт Аллаһы» булыуын нисек раҫлаған? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

4 Йәһүә — «хәҡиҡәт Аллаһы», һәм ул уны яратыусыларҙан хәҡиҡәтте йәшермәй (Зәб. 31:5). Шулай эшләп, уларҙы Шайтан таратҡан ялғандан яҡлай. Бынан тыш, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен намыҫлы һәм тәҡүә булырға өйрәтә. Шуға күрә улар үҙҙәрен хөрмәт итә һәм йән тыныслығына эйә (Ғиб. һүҙ. 13:5, 6). Моғайын, был һүҙҙәр һеҙгә лә ҡағылалыр. Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, Йәһүә һеҙгә Шайтандың ялғанын күрһәтте, шулай уҡ йән тыныслығы бүләк итте. Һеҙ Йәһүәнең ҡанундары һәм принциптары бөтә кешелек өсөн һәм шәхсән һеҙҙең өсөн дә иң яҡшы икәнен белдегеҙ (Зәб. 77:13). Шуға күрә Алланың тәҡүә нормалары буйынса йәшәргә теләгегеҙ тыуҙы (Матф. 6:33). Һеҙ хәҡиҡәтте яҡларға һәм Йәһүә Аллабыҙ тураһындағы ялғанды кире ҡағырға теләйһегеҙ. Әйҙәгеҙ, быны нисек эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

5. Һеҙ хәҡиҡәт һәм тәҡүәлек яғына нисек баҫа алаһығыҙ?

5 Үҙ тормошоғоҙ менән һеҙ: «Мин Шайтандың ялғанын кире ҡағам һәм хәҡиҡәтте яҡлайым. Мин Йәһүәнең Юғары Хаким булыуын һәм уның алдында дөрөҫ булғанды ғына эшләргә теләйем», — тип әйтергә теләгәнегеҙҙе күрһәтә алаһығыҙ. Бындай һайлауҙы нисек яһарға? Тәүҙә Йәһүәгә бағышланырға, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, уға махсус доғала мәңге хеҙмәт итергә вәғәҙә бирергә, шунан һуң һыуға сумдырылырға кәрәк. Хәҡиҡәтте һәм тәҡүәлекте яратыу — һыуға сумдырылырға дәртләндергән ҡеүәтле көс.

ҺЕҘ ҒАЙСА МӘСИХТЕ ЯРАТАҺЫҒЫҘ

6. Зәбур 45:4-тә Ғайса Мәсихте яратырға дәртләндергән ниндәй сәбәптәр килтерелгән?

6 Ни өсөн һеҙ Ғайса Мәсихте яратаһығыҙ? Зәбур 45:4-тә c (уҡығыҙ) килтерелгән бер нисә сәбәпкә иғтибар итәйек. Ғайса хәҡиҡәтте, баҫалҡылыҡты, тәҡүәлекте ярата. Әгәр һеҙ хәҡиҡәтте һәм тәҡүәлекте яратаһығыҙ икән, Ғайса Мәсихте лә яратаһығыҙ, тип әйтеп була. Уның хәҡиҡәтте һәм тәҡүәлекте ҡыйыулыҡ менән яҡлағаны тураһында уйланығыҙ (Яхъя 18:37). Ул шулай уҡ беҙҙе баҫалҡы булырға өйрәтә. Ул быны нисек эшләй?

7. Ғайсаның баҫалҡылығы тураһында әйткәндә, һеҙгә нимә оҡшай?

7 Ғайса үҙенең өлгөһө менән беҙҙе баҫалҡылыҡҡа өйрәтә. Мәҫәлән, ул бөтә данды үҙенә түгел, ә Атаһына йүнәлтә (Марк 10:17, 18; Яхъя 5:19). Һеҙ ундай баҫалҡылыҡ тураһында нимә уйлайһығыҙ? Әлбиттә, был һеҙҙе Алланың Улын яратырға һәм уның артынан барырға дәртләндерә. Ләкин ни өсөн Ғайса баҫалҡы? Ул баҫалҡы Атаһын ярата һәм камил рәүештә унан өлгө ала (Зәб. 18:35; Евр. 1:3). Әллә был һеҙҙе Ғайсаға йәлеп итмәйме ни?

8. Ни өсөн беҙ Батшабыҙ Ғайсаны яратабыҙ?

8 Беҙ Батшабыҙ Ғайсаны яратабыҙ, сөнки ул — иң яҡшы Хаким. Йәһүә үҙе уны өйрәткән һәм идара итеү вазифаһын тапшырған (Ишағ. 50:4, 5). Шулай уҡ Ғайсаның фиҙаҡәр мөхәббәте тураһында уйланығыҙ (Яхъя 13:1). Батшабыҙ булараҡ, ул беҙҙең яратыуыбыҙға тулыһынса лайыҡ. Ғайса аңлатҡанса, уны ысын күңелдән яратҡандар уның әмерҙәренә буйһона, һәм ул уларҙы үҙенең дуҫтары тип атай (Яхъя 14:15; 15:14, 15). Йәһүәнең Улының дуҫы булыу — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт!

9. Мәсихселәрҙең һыуға сумдырылыуы Ғайсаныҡына нимә менән оҡшаш?

9 Һыуға сумдырылыу йолаһын үтеү — Ғайсаның әмерҙәренең береһе (Матф. 28:19, 20). Был яҡтан ул үҙе өлгө күрһәткән. Уның һыуға сумдырылыуы ниндәйҙер яҡтан шәкерттәренең һыуға сумдырылыуынан айырылып тора ( «Ғайсаның һыуға сумдырылыуы һәм шәкерттәренең һыуға сумдырылыуы араһында ниндәй айырма бар?» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Ләкин башҡа яҡтан ул оҡшаш. Ғайса, һыуға сумдырылып, үҙен Атаһының ихтыярын үтәүгә бағышлаған (Евр. 10:7). Шуның шикелле, Мәсихтең шәкерттәре һыуға сумдырылғанда бөтә кеше алдында Аллаға бағышланғандарын күрһәтә. Хәҙер улар тормошон үҙҙәренең ихтыярын үтәүгә түгел, ә Алланың ихтыярын үтәүгә бағышлай. Шулай итеп улар үҙ Хужаһынан өлгө ала.

10. Ни өсөн Ғайсаға ҡарата яратыу һеҙҙе һыуға сумдырылырға дәртләндерергә тейеш?

10 Ғайса Йәһүәнең берҙән-бер Улы икәнен һәм Алланың уны өҫтөбөҙҙән идара итергә ҡуйғанын һеҙ таныйһығыҙ. Изге Яҙма аша уның баҫалҡы булыуын һәм камил рәүештә Атаһының сифаттарын сағылдырғанын күрҙегеҙ. Һеҙ уның асыҡҡандарҙы ашатҡанын, бойоҡҡандарҙы йыуатҡанын һәм хатта ауырығандарҙы һауыҡтырғанын белдегеҙ (Матф. 14:14—21). Шулай уҡ бөгөн уның йыйылыш менән нисек етәкселек иткәнен күрәһегеҙ (Матф. 23:10). Ә киләсәктә Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ, уның тағы ла күберәкте эшләйәсәген беләһегеҙ. Ғайсаны яратҡанығыҙҙы һеҙ нисек күрһәтә алаһығыҙ? Унан өлгө алып (Яхъя 14:21). Бының өсөн Йәһүәгә бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға кәрәк.

ҺЕҘ ЙӘҺҮӘ АЛЛАНЫ ЯРАТАҺЫҒЫҘ

11. Һыуға сумдырылыуҙың иң мөһим сәбәбе ниндәй? Аңлатығыҙ.

11 Һыуға сумдырылыуҙың иң мөһим сәбәбе ниндәй? Ғайса: «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат», — тип әйтеп, Алланың иң бөйөк әмеренә иғтибар иткән (Марк 12:30). Был һүҙҙәр һеҙҙең Аллаға ҡарата мөхәббәтегеҙҙе сағылдырамы?

Һеҙҙә әле булған һәм киләсәктә буласаҡ бөтә яҡшы нәмә — Йәһүәнән (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12. Ни өсөн һеҙ Йәһүәне яратаһығыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

12 Йәһүәне яратыр өсөн сәбәптәребеҙ һанап бөтөргөһөҙ. Мәҫәлән, һеҙ уның Йәшәү биреүсе булыуын һәм «һәр игелекле һәм камил бүләк» унан килгәнен аңланығыҙ (Зәб. 36:9; Яҡуб 1:17). Күңелебеҙгә хуш килгән һәр нәмә йомарт һәм ҡайғыртыусан Аллабыҙҙан килә.

13. Ни өсөн йоломдо Алланың ҡиммәтле бүләге тип атап була?

13 Йолом — Йәһүәнең беҙгә биргән иҫ киткес бүләге. Ни өсөн шулай тип әйтә алабыҙ? Йәһүә менән уның Улы араһында булған көслө мөнәсәбәттәр тураһында уйланығыҙ. Ғайса, «Атам Мине... ярата» һәм «Мин Атамды яратам», тигән (Яхъя 10:17; 14:31). Миллиардлаған йылдар дауамында уларҙың дуҫлығы тик нығый ғына барған (Ғиб. һүҙ. 8:22, 23, 30). Ә хәҙер бына нимә тураһында уйлап ҡарағыҙ: Аллаға улының ғазапланыуын һәм үлеүен күреү ни тиклем ауыр булған! Әммә Йәһүә кешелекте, шул иҫәптән һеҙҙе ныҡ яратҡанға күрә, үҙенең яратҡан Улын ҡорбан иткән. Был йолом нигеҙендә генә кешеләр мәңге йәшәй алыр (Яхъя 3:16; Гал. 2:20). Алланы яратыр өсөн бынан да ҙурыраҡ сәбәп бармы ни?

14. Тормошта һайлай алған маҡсаттарҙың иң яҡшыһы ниндәй?

14 Йәһүәне күберәк белгән һайын, һеҙҙең уға яратыуығыҙ ҙа үҫә барҙы. Һис шикһеҙ, һеҙ уға хәҙер һәм мәңге яҡынлашырға теләйһегеҙ. Был һеҙҙең көсөгөҙҙән килә! Йәһүә, минең күңелемде шатландыр, тип һеҙҙе яратыу менән саҡыра (Ғиб. һүҙ. 23:15, 16). Һеҙ быны һүҙҙәр менән генә түгел, эштәр менән дә күрһәтә алаһығыҙ. Шулай итеп һеҙ йәшәү рәүешегеҙ менән Йәһүәне ысын күңелдән яратҡанығыҙҙы белдерерһегеҙ (1 Яхъя 5:3). Алланы һөйөндөрөү — тормошта һайлай алған маҡсаттарығыҙҙың иң яҡшыһы!

15. Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙҙы нисек күрһәтеп була?

15 Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙҙы нисек белдерә алаһығыҙ? Беренсенән, Йәһүәгә доға ҡылығыҙ һәм уға был махсус доғала ғүмерегеҙҙе бағышлауығыҙ хаҡында әйтегеҙ (Зәб. 40:8). Икенсенән, һыуға сумдырылырға кәрәк. Шулай итеп һеҙ бөтөнөһөнә лә Йәһүәгә бағышланғанығыҙҙы күрһәтәһегеҙ. Ошо мәҡәләлә әйтелгәнсә, был тормошоғоҙҙоң мөһим осоро булыр һәм күп шатлыҡ килтерер. Һеҙ үҙегеҙ өсөн түгел, ә Йәһүә өсөн яңы тормош башларһығыҙ (Рим. 14:8; 1 Пет. 4:1, 2). Һыуға сумдырылыу бик етди аҙым булһа ла, ул иң яҡшы тормошҡа юл аса. Ни өсөн шулай тип әйтеп була?

16. Зәбур 41:12-лә әйтелгәнсә, Йәһүә уға бағышланғандарҙы нисек бүләкләйәсәк?

16 Йәһүә — иң йомарт шәхес. Уға ни тиклем күп бирһәгеҙ ҙә, ул һеҙгә һәр ваҡыт күберәк ҡайтарыр (Марк 10:29, 30). Йәһүә һеҙгә был үлеп барған донъяла иң бәхетле һәм мәғәнәле тормош бүләк итер, һәм был башы ғына. Һыуға сумдырылыуҙан башланған сәйәхәтегеҙ бер ҡасан да тамамланмаясаҡ. Һеҙ яратҡан Атайығыҙға мәңге хеҙмәт итә алырһығыҙ. Алла менән һеҙҙең арағыҙҙа булған дуҫлыҡ тик үҫә барыр, һәм һеҙ ҙә уның кеүек мәңге йәшәрһегеҙ. (Зәбур 41:12-не d уҡығыҙ.)

17. Йәһүәлә булмағанды уға биреп буламы? Аңлатығыҙ.

17 Һыуға сумдырылғандан һуң һеҙҙең күктәге Атағыҙға ысындан да ҡәҙерле нәмәне бирергә мөмкинлегегеҙ асыла. Тормошоғоҙҙа булған бөтә яҡшы нәмә, һәр шатлыҡлы мәл — унан. Яуап итеп, һеҙ күк һәм ер Хужаһында булмағанды — ысын күңелдән башҡарған тоғро хеҙмәтегеҙҙе бирә алаһығыҙ (Әйүп 1:8; 41:11; Ғиб. һүҙ. 27:11). Тормошто тағы ла файҙалыраҡ ҡулланып буламы ни? Һис шикһеҙ, Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙ — һыуға сумдырылыу өсөн иң яҡшы сәбәп.

ҺЕҘГӘ ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫРҒА НИМӘ ҠАМАСАУЛАЙ?

18. Һеҙ үҙегеҙгә ниндәй һорауҙар бирә алаһығыҙ?

18 Ошо мәҡәләне ҡарап сыҡҡас: «Һин һыуға сумдырылаһыңмы?» — тигән һорауға нисек яуап бирер инегеҙ? Яуап бирергә еңелерәк булһын өсөн: «Сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай?» — тигән һорау өҫтөндә уйланығыҙ (Ғәм. 8:36). Әйҙәгеҙ, беҙ ҡараған өс сәбәпте иҫкә төшөрәйек. Беренсе: һеҙ хәҡиҡәтте һәм тәҡүәлекте яратаһығыҙ. Үҙегеҙҙән: «Дөрөҫлөктө һөйләгән һәм гел яҡшылыҡ ҡылған кешеләр араһында йәшәргә теләйемме?» — тип һорағыҙ. Икенсе: һеҙ Ғайса Мәсихте яратаһығыҙ. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мин Ғайса Мәсихтең Батшам булыуын һәм уның өлгөһөнә эйәрергә теләйемме?» Өсөнсө, иң мөһиме: һеҙ Йәһүәне яратаһығыҙ. Үҙегеҙҙән: «Мин Йәһүәгә хеҙмәт итеп уның йөрәген һөйөндөрөргә теләйемме?» — тип һорағыҙ. Әгәр ҙә һеҙ бөтә һорауҙарға «эйе» тип яуап биргәнһегеҙ икән, улай булғас, ниңә һыуға сумдырылыуҙы оҙаҡҡа һуҙырға? (Ғәм. 16:33).

19. Ни өсөн һыуға сумдырылыу тураһында уйлағанда, икеләнергә кәрәкмәй? Миҫал килтерегеҙ (Яхъя 4:34).

19 Әгәр ҙә һеҙ һыуға сумдырылырға баҙнат итмәһәгеҙ, Ғайса килтергән миҫал тураһында уйлағыҙ. (Яхъя 4:34-те уҡығыҙ.) Иғтибар итегеҙ, ул Атаһының ихтыярын үтәүҙе ризыҡ менән сағыштырған. Ни өсөн? Ризыҡ беҙгә файҙа килтерә. Йәһүәнең талаптары ла беҙгә файҙа килтергәнен Ғайса яҡшы белгән. Ә Йәһүә һеҙҙең һыуға сумдырылыуығыҙҙы һораймы? Эйе, был уның ихтыяры (Ғәм. 2:38). Тимәк, һыуға сумдырылыу һеҙгә файҙа килтерер. Һеҙ бит тәмле ризыҡты ашарғамы-юҡмы тип икеләнеп тормайһығыҙ. Улай булғас, ни өсөн һыуға сумдырылыу килтергән шатлыҡтан үҙегеҙҙе мәхрүм итергә?

20. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

20 Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр һыуға сумдырылырға ашыҡмай? Кемдер: «Мин әле әҙер түгел», — тип яуап бирер. Ысынлап та, Йәһүәгә бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу — тормошоғоҙҙа иң мөһим ҡарар. Уға еңел ҡарарға ярамай. Был аҙымға әҙер булыр өсөн ваҡыт һәм тырышлыҡ талап ителә. Ләкин был аҙымды яһарға ихлас теләгегеҙ булһа, нисек уға әҙерләнергә? Был һорауға яуапты киләһе мәҡәләнән белербеҙ.

28-СЕ ЙЫР Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?

a Изге Яҙманы өйрәнгән кеше өсөн һыуға сумдырылыу — бик мөһим аҙым. Уны был аҙымды яһарға нимә этәрә? Бер һүҙ менән әйткәндә — яратыу. Әммә нимәгә һәм кемгә ҡарата яратыу? Ошо мәҡәләлә беҙ был һорауҙарға яуап алырбыҙ һәм һыуға сумдырылған мәсихсене ниндәй тормош көткәнен ҡарап сығырбыҙ.

b Зәбур 119:128, 163: «Шуға күрә һинең бөтә өгөт-нәсихәттәреңде ғәҙел тип һанайым, һәр төрлө ялған юлды нәфрәт итәм. 163 Мин ялғанды нәфрәт итәм, ерәнәм, ә ҡануныңды яратам».

c Зәбур 45:4: «Даның менән еңеүгә ынтыл, баҫалҡылар хаҡына һәм хәҡиҡәт менән тәҡүәлек хаҡына атыңа атланып сап, һәм уң ҡулың ҡурҡыу-хөрмәт уятырлыҡ эштәр башҡарыр».

d Зәбур 41:12: «Саф булғаным өсөн һин мине нығытаһың, һин мине мәңге хуш күрерһең».