Уҡыусыларҙың һорауҙары
Ни өсөн Илимәликтең туғаны, Руфҡа өйләнһәм, мираҫымды юғалтыуым бар, тигән? (Руф 4:1, 6).
Боронғо Израиль халҡында кеше балаһы булмай тороп үлһә, мөһим һорауҙар тыуған. Мәҫәлән, уның ере менән нимә булыр? Уның ырыуының исеме бөтөнләйгә юйылырмы? Был һорауҙарҙы Муса ҡануны ярҙамында хәл итеп булған.
Кеше балаһы булмай тороп үлһә, уның ере менән нимә булған? Ерҙе уның бер туған ағаһы йә ҡустыһы йәиһә яҡын туғаны мираҫҡа алған. Ә кеше ярлы булғанлыҡтан үҙ ерен һатһа, ерҙе иң яҡын туған кешеһе һатып ала алған. Шулай итеп был биләмә ғаилә ҡарамағында ҡалған (Лев. 25:23—28; Һан. 27:8—11).
Израиль кешеһе үлһә, уның ырыуының исеме нисек һаҡланып ҡала алған? Кешенең исемен һаҡлап ҡалырға левират никах булышлыҡ иткән. Израиль кешеһе үлһә, тол ҡалған ҡатынды ҡәйнеше ҡатынлыҡҡа алған һәм уларҙың тыуған балаһы үлгән кешенең исемен һәм милкен мираҫҡа алған. Ундай никах тол ҡатынды ла яҡлаған (Ҡан. 25:5—7; Матф. 22:23—28).
Нәғмиәнең миҫалына иғтибар итәйек. Ул Илимәликтең ҡатыны булған. Ире һәм ике улы үлгәс, Нәғмиә хаҡында ҡайғыртырға кеше ҡалмаған (Руф 1:1—5). Йәһүҙәгә ҡайтҡас, Нәғмиә килене Руфҡа Воозға барырға һәм Илимәликтең ерҙәрен һатып алыуын һорарға ҡушҡан. Вооз Илимәликтең яҡын туғаны булған (Руф 2:1, 19, 20; 3:1—4). Ләкин Вооз Илимәликтең тағы ла яҡыныраҡ туғаны булғаны хаҡында белгән. Шуға күрә ерҙе һатып алыу хаҡында иң тәүҙә шул кешегә мөрәжәғәт итергә кәрәк булған. Изге Яҙмала ул кешенең исеме әйтелмәй (Руф 3:9, 12, 13).
Тәүҙә ул кеше ризалашҡан (Руф 4:1—4). Был ерҙе һатып алырға күпмелер аҡса сарыф итергә кәрәк булһа ла, ул Нәғмиәнең инде балаһы булмаясағын һәм бер кем дә Илимәликтең ерен мираҫ итеп алмаясағын яҡшы аңлаған. Шул саҡта ер был израиль кешеһенең ҡарамағында ҡалыр ине. Был бик табышлы килешеү булыр ине.
Әммә уға шулай уҡ Руфҡа өйләнергә кәрәклеге тураһында белгәс, ул үҙ ҡарарын үҙгәрткән. Ул Илимәликтең ере тураһында: «Мин уны һатып ала алмайым, юғиһә үҙ мираҫымды юғалтыуым бар», — тигән (Руф 4:5, 6). Ни өсөн ул үҙ ҡарарын үҙгәрткән?
Әгәр ул кеше йә башҡа берәй кеше Руфҡа өйләнһә һәм ул малай тапһа, был бала Илимәликтең ерен мираҫ итеп ала алған. Был килешеү теге израиль кешеһен нисек бөлгөнлөккә төшөрә алған? Изге Яҙмала был хаҡта әйтелмәй, әммә бер нисә фаразды ҡарап сығайыҡ.
Беренсенән, ер Руфтың улына мираҫ ителһә, был ерҙе һатып алыу бушҡа аҡса сарыф итеүҙе аңлатыр ине.
Икенсенән, ул кеше Нәғмиәне лә, Руфты ла тәьмин итергә тейеш булған.
Өсөнсөнән, ул үҙенең милкен инде булған балаларына, шулай уҡ Руфтан тыуған балаларына ла бүлеп бирергә тейеш булған.
Дүртенсенән, уның балалары булмаһа, Руфтан тыуған бала Илимәликтең генә түгел, уның да ерен мираҫ итеп алыр ине. Шул саҡта уның бөтә милке һәм ере Илимәликтең исемен йөрөткән балаға күсер ине. Исеме билдәле булмаған теге израиль кешеһе үҙ милкен дә юғалтырға теләмәгән, Нәғмиәгә лә ярҙам итергә теләмәгән. Ул ерҙе һатып алыу хоҡуғын Воозға ҡалдырған. Вооз нисек эш иткән? Ул ризалашҡан, сөнки «мәрхүмдең мираҫындағы исемен» торғоҙорға теләгән (Руф 4:10).
Күреүебеҙсә, теге израиль кешеһе тик үҙенең исемен һәм милкен һаҡлап ҡалырға теләгән. Ул күберәк үҙе хаҡында ғына уйлаған. Һөҙөмтәлә, нисек кенә тырышмаһын, уның исеме тарихта һаҡланып ҡалмаған. Ул шулай уҡ Ғайса Мәсихтең ата-бабаларының береһе булыу мөмкинлеген юғалтҡан. Был иҫ киткес мөмкинлек Воозға эләккән. Үҙе хаҡында ғына ҡайғыртҡан израиль кешеһенең миҫалы мохтаждарға ярҙам итеүҙән баш тартыу ниндәй ҡайғылы эҙемтәләргә килтергәнен күрһәтә (Матф. 1:5; Лука 3:23, 32).