Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ҺҮҘБӘЙЛӘНЕШ

Алла «үткәндәге гонаһтарҙы кисергән»

Алла «үткәндәге гонаһтарҙы кисергән»

Кешенең гонаһы Ғайсаның йолом ҡорбаны ярҙамында ғына кисерелә һәм «Уның ҡаны аша ғына йолоп» алына (Ефес. 1:7). Әммә Изге Яҙмала, Ғайса үҙ ғүмерен йолом итеп биргәнгә тиклем үк, «Алла сабырлыҡ күрһәтеп үткәндәге гонаһтарҙы кисергән», тип әйтелә (Рим. 3:25, ЯДТ). Йәһүә быны ғәҙеллек нормаларын боҙмайынса эшләгән. Ни өсөн шулай тип әйтә алабыҙ?

Алла тоҡом тураһында пәйғәмбәрлек иткәндә, уның ҡарашында йолом инде түләнгән кеүек булған (Баш. 3:15; 22:18). Йәһүә билдәләнгән ваҡытта уның Улы үҙ ғүмерен теләп ҡорбан итәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән (Гал. 4:4; Евр. 10:7—10). Ерҙә йәшәгәндә Ғайсаның гонаһтарҙы кисерергә вәкәләте булған. Ул иман сағылдырған кешеләрҙең гонаһтарын кисерә алған, сөнки уның йолом ҡорбаны уларҙың гонаһтарын тулыһынса ҡаплай аласағын яҡшы белгән (Матф. 9:2—6).