13-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
127-СЕ ЙЫР Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем
Йәһүәнең хуплауы һеҙгә көс өҫтәһен
«Һин Минең ҡыуанысым!» (ЛУКА 3:22).
ТӨП ФЕКЕР
Нисек үҙебеҙҙе Йәһүәнең яратыуына һәм хуплауына ышандырырға?
1. Йәһүәнең ҡайһы бер тоғро хеҙмәтселәре ниндәй хистәр менән көрәшә?
ЙӘҺҮӘНЕҢ беҙҙе халыҡ булараҡ хуплауына бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Изге Яҙмала: «Йәһүә үҙ халҡына ҡарап шатлана», — тип әйтелә (Зәб. 149:4). Әммә кемдер: «Йәһүә мине хуплаймы икән?» — тип уйлап бойоғорға мөмкин. Боронғо ваҡытта Алланың тоғро хеҙмәтселәре лә ҡайһы саҡта шундай уҡ хистәр менән көрәшкән (1 Сам. 1:6—10; Әйүп 29:2, 4; Зәб. 51:11).
2. Алланың хуплауын алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
2 Изге Яҙманан күренеүенсә, кешеләр камил булмаһа ла, Йәһүәнең хуплауына эйә була ала. Бының өсөн Ғайса Мәсихкә иман итергә һәм һыуға сумдырылырға кәрәк (Яхъя 3:16). Был гонаһтарыбыҙҙа тәүбә итеүебеҙҙе һәм Алла ихтыярын үтәргә вәғәҙә биреүебеҙҙе күрһәтер (Ғәм. 2:38; 3:19). Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерер өсөн был аҙымдарҙы яһағанда ул ҡыуана. Бағышланыу антыбыҙ буйынса йәшәгәндә, Алла беҙҙе хуплай һәм үҙенең яҡын дуҫы тип һанай (Зәб. 25:14).
3. Беҙ ниндәй өс һорауҙы ҡарап сығырбыҙ?
3 Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр, мин Йәһүәнең хуплауына лайыҡ түгелмен, тип борсола? Алла үҙенең хуплауына нисек ышандыра? Уның беҙҙең менән ҡәнәғәт булғанына ниндәй дәлилдәр бар?
НИ ӨСӨН ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР ЙӘҺҮӘНЕҢ ХУПЛАУЫНА ШИКЛӘНӘ?
4, 5. Үҙҙәрен түбән баһалаған кешеләрҙе нимә йыуата ала?
4 Ҡайһы берәүҙәр бала саҡтан үк үҙҙәрен түбән баһалай (Зәб. 88:15). Адриа́н ҡәрҙәш былай тип һөйләй: «Мин бала саҡтан уҡ үҙемде булдыҡһыҙ тип һананым. Бәләкәй сағымда туғандарымдың ожмахта йәшәүҙәре тураһында доға ҡыла инем. Ләкин үҙем быға лайыҡ түгел тип уйлай торғайным». Ата-әсәһе Йәһүә шаһиты булмаған То́ни былай ти: «Атайым менән әсәйем мине яратҡандары һәм минең менән ғорурланғандары хаҡында бер ҡасан да әйтмәне. Нимә генә эшләһәм дә, улар ҡәнәғәт булманы һәм уларға бер нисек тә ярап булманы».
5 Ҡайһы саҡта беҙ үҙебеҙҙе эшкинмәгән тип һанайбыҙ. Ләкин Йәһүә улай тип уйламай. Быны иҫтә тотоу бик мөһим. Ул бит үҙе беҙҙе уға дуҫ булырға саҡырған (Яхъя 6:44). Моғайын, беҙ үҙебеҙҙең ни тиклем яҡшы икәнебеҙҙе хатта белмәйбеҙҙер, ләкин Йәһүә йөрәгебеҙҙе күрә (1 Сам. 16:7; 2 Йыл. 6:30). Ул, һин яратыуға лайыҡ, тип әйтә икән, тимәк, быға шикләнергә сәбәп юҡ (1 Яхъя 3:19, 20).
6. Үткән гонаһтары арҡаһында Павел үҙен нисек тойған?
6 Ҡайһы берәүҙәр хәҡиҡәткә тиклем ҡылған етди гонаһтары өсөн ғәйеп тойғоһо кисерә (1 Пет. 4:3). Хатта тоғро мәсихселәргә лә гонаһлы теләктәр менән көрәшергә тура килә. Ә һеҙҙе йөрәгегеҙ ғәйепләйме? Ул саҡта оҡшаш хистәр кисергән башҡа тоғро хеҙмәтселәр тураһында уйланыу һеҙҙе йыуатыр. Мәҫәлән, илсе Павел үҙенең хаталарын һәм етешһеҙлектәрен танып, ныҡ ҡайғырған (Рим. 7:24). Павел гонаһтары өсөн тәүбә итеп һыуға сумдырылһа ла, һаман да үҙен «илселәрҙең иң кесеһе» һәм «иң гонаһлыһы» тип һанаған (1 Кор. 15:9; 1 Тим. 1:15).
7. Үткәндә ҡылған гонаһтарына мәсихсе нисек ҡарарға тейеш?
7 Күктәге Атабыҙ тәүбә иткән кешеләрҙе кисерергә вәғәҙә бирә (Зәб. 86:5). Шуға күрә гонаһ ҡылғанға ихлас үкенһәк, беҙ Йәһүәгә ышана алабыҙ: ул кисерҙем тип әйтә икән, тимәк, тап шулай (Кол. 2:13).
8, 9. Йәһүәгә күпме генә хеҙмәт итһәм дә, был етерлек түгел тигән хистәрҙән нисек арынырға?
8 Беҙ бөтәбеҙ ҙә Йәһүәгә бирелеп хеҙмәт итергә теләйбеҙ. Ләкин ҡайһы берәүҙәр, минең хеҙмәтем етерлек түгел һәм мин Йәһүәнең хуплауына бер ҡасан да лайыҡ була алмайым, тип уйлай. Ама́нда ҡәрҙәшебеҙ былай тип бүлешә: «Мин йыш ҡына, Йәһүәгә иң яҡшыһын биреү — уға тағы ла күберәкте биреү тигәнде аңлата, тип уйлайым. Мин үҙемә өлгәшә алмаҫлыҡ маҡсаттар ҡуям һәм көсөмдән килмәгәнде эшләргә маташам. Ә булдыра алмаһам, күңелһеҙләнәм, һәм Йәһүә лә шулай тип уйлай кеүек тойола».
9 Йәһүәгә күпме генә хеҙмәт итһәм дә, был етерлек түгел тигән хистәрҙән нисек арынырға? Онотмағыҙ: Алла ул ҡаты һәм талапсан түгел. Ул бер ҡасан да көсөбөҙҙән килмәгәнде көтмәй. Ул беҙҙең эшләй алған эштәребеҙгә һөйөнә. Йәһүәнең уның өсөн бар көсөн һалып эшләгән хеҙмәтселәре, мәҫәлән, илсе Павел тураһында уйланығыҙ. Ул Аллаға күп йылдар ашҡынып хеҙмәт иткән, меңәрләгән саҡрым юлдар үткән һәм бик күп йыйылыштар ойошторған. Ләкин шарттар үҙгәргәс, ул элекке кеүек хеҙмәт итә алмаған. Был Йәһүәнең уның менән ҡәнәғәт булмағанын аңлатамы? Юҡ. Павел көсөнән килгәндең барыһын эшләгән һәм Алла уны фатихалаған (Ғәм. 28:30, 31). Беҙҙең турала ла шуны уҡ әйтеп була. Ҡайһы саҡта беҙ аҙ, ә ҡайһы саҡта күп эшләйбеҙ, ләкин был мөһим түгел. Йәһүә өсөн иң мөһиме — эске ниәттәребеҙ. Ул беҙҙе үҙ хуплауына нисек ышандыра? Әйҙәгеҙ, быны беләйек.
ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ҮҘ ХУПЛАУЫНА НИСЕК ЫШАНДЫРА?
10. Беҙ Йәһүәнең хуплау һүҙҙәрен нисек ишетә алабыҙ? (Яхъя 16:27).
10 Изге Яҙма аша. Йәһүәгә үҙ хеҙмәтселәренә уларҙы ни тиклем ныҡ яратҡаны һәм хуплағаны тураһында һөйләү оҡшай. Изге Яҙмала ике осраҡта Йәһүә Ғайсаны, яратҡан Улы тип атап, уны хуплағанын күрһәткән (Матф. 3:17; 17:5). Һеҙ Йәһүәнең һеҙҙең хаҡта шундай йылы һүҙҙәр әйтеүен ишетергә теләр инегеҙме? Йәһүә беҙҙең менән туранан-тура түгел, ә Изге Яҙма аша һөйләшә. Беҙ уның хуплауын Инжилдә, Ғайсаның һүҙҙәрен уҡығанда, ишетә алабыҙ. (Яхъя 16:27-не уҡығыҙ.) Ғайса камил рәүештә Атаһынан өлгө алған. Уның шәкерттәре, камил булмаһа ла, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән. Ғайса улар тураһында йылы һүҙҙәр әйткән һәм уларҙы маҡтаған. Шуға күрә Ғайсаның үҙ шәкерттәренә әйткән һүҙҙәрен Йәһүәнең беҙгә әйткән һүҙҙәре итеп ҡабул итәйек (Яхъя 15:9, 15).
11. Ни өсөн һынауҙар Йәһүәнең беҙҙе кире ҡаҡҡанын аңлатмай? (Яҡуб 1:12).
11 Йәһүәнең ярҙамы. Йәһүә беҙгә ярҙам итеп тора. Мәҫәлән, ул ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғырта. Шул уҡ ваҡытта ул беҙҙе бөтә бәләләрҙән ҡурсаламай. Беҙҙең Әйүп кеүек ғазаптар кисереүебеҙ бар (Әйүп 1:8—11). Һынауҙар Йәһүәнең беҙҙе кире ҡаҡҡанын аңлатмай. Улар беҙгә Алланы ни тиклем ныҡ яратҡаныбыҙҙы һәм уға ышанғаныбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлек бирә. (Яҡуб 1:12-не уҡығыҙ.) Шулай уҡ ауырлыҡтар ваҡытында беҙ Йәһүәне яҡшыраҡ белә башлайбыҙ. Беҙ уның һынауҙы кисереп сығырға ярҙам иткән ҡайғыртыусан һәм ышаныслы Алла икәнен күрербеҙ.
12. Дмитрийҙың осрағынан нимәгә өйрәнеп була?
12 Дмитрий ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Бер ваҡыт ул эшен юғалтҡан һәм айҙар буйы эш таба алмаған. Ул, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә ҡарар итеп, уға тулыһынса ышанғанын күрһәтергә теләгән. Әммә айҙар үткән, ә эш табылмаған. Һуңынан Дмитрий ныҡ ауырып китеп, түшәккә ятҡан. Ул ир һәм атай бурыстарын үтәй алмағанға бойоҡҡан һәм үҙен файҙаһыҙ тип һанаған. Ул, Йәһүә лә минең менән ҡәнәғәт түгел, тип борсолған. Бер кис ҡыҙы, уның янына килеп, уға ҡағыҙ бите биргән. Унда Ишағыя 30:15-тәге һүҙҙәр яҙылған: «Тыныс ҡалып миңә таянһағыҙ, көслө булырһығыҙ». Ҡыҙы был ҡағыҙҙы карауаттың ситенә һалып: «Атай, һиңә күңелһеҙ булғанда, ошо һүҙҙәрҙе иҫеңә төшөр», — тигән. Дмитрий Йәһүәнең уның ғаиләһе хаҡында ҡайғыртҡанын аңлаған. Уларҙың ризығы, кейеме, йәшәргә өйө булған. «Миңә тыныс булып ҡалырға һәм Йәһүәгә таянырға кәрәк ине. Минән тик шул ғына талап ителә ине», — тип иҫенә төшөрә ул. Һеҙ ҙә шундай хәлгә эләкһәгеҙ, Йәһүәгә таянығыҙ. Ул һеҙгә ярҙам итер һәм сыҙам булып ҡалырға көс бирер.
13. Йәһүә кем аша һәм нисек беҙҙе үҙ хуплауына ышандыра?
13 Ҡәрҙәшлегебеҙ. Йәһүә ҡәрҙәштәр аша беҙҙе үҙ хуплауына ышандыра. Мәҫәлән, ул кемделер беҙгә кәрәк саҡта йылы һүҙ әйтергә дәртләндерергә мөмкин. Азияла йәшәгән ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ быны үҙе тойған. Ул эшен юғалтҡан һәм ныҡ ауырып киткән. Һуңыраҡ уның ире етди гонаһ ҡылған һәм бүтән йыйылыш өлкәне булып хеҙмәт итә алмаған. «Ни өсөн быларҙың барыһы минең өҫтөмә ябырылғанын аңламай инем, — ти ул. — Бәлки, мин нимәнелер дөрөҫ эшләмәйемдер һәм Йәһүә мине бүтән фатихаламайҙыр?» Ул Йәһүәнең хуплауын күрергә теләп доға ҡылған. Алла уға нисек яуап биргән? Ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Йыйылыш өлкәндәре мине йыуатты һәм Йәһүәнең мине яратҡанына ышандырҙы». Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул Йәһүәнең ышандырыуына ҡабат мохтаж булған һәм уға был хаҡта әйткән. «Шул уҡ көндө мин ҡәрҙәштәрҙән хат алдым. Уларҙың йылы һүҙҙәрен уҡығанда Йәһүәнең мине ишеткәнен тойҙом», — тип бүлешә ул. Был осраҡтан күренеүенсә, Йәһүә йыш ҡына беҙгә башҡаларҙың йылы һүҙҙәре аша үҙ хуплауын белдерә (Зәб. 10:17).
14. Йәһүә беҙҙе хуплағанын тағы нисек күрһәтә?
14 Йәһүә, имандаштарыбыҙҙы кәрәк саҡта беҙгә кәңәш бирергә дәртләндереп, үҙ хуплауын күрһәтә. Мәҫәлән, беренсе быуатта Алла тарафынан рухландырылып илсе Павел имандаштарына 14 хат яҙған. Был хаттарҙа ул уларға тура, шул уҡ ваҡытта игелекле итеп кәңәштәр биргән. Ни өсөн Йәһүә Павелды шулай эшләргә рухландырған? Йәһүә — яҡшы Атай. Ул балаларын ярата һәм уларҙы төҙәтә (Ғиб. һүҙ. 3:11, 12). Шуға күрә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәш алһаҡ, беҙгә күңелһеҙләнергә түгел, ә шатланырға кәрәк. Был бит Йәһүәнең хуплауын күрһәтә (Евр. 12:6). Йәһүәнең беҙҙе яратыуына һәм хуплауына тағы ниндәй дәлилдәр бар?
ЙӘҺҮӘНЕҢ БЕҘҘЕ ХУПЛАУЫНА ӨҪТӘМӘ ДӘЛИЛДӘР
15. Йәһүә, изге рух биреп, беҙҙе нимәгә ышандыра?
15 Йәһүә үҙе хуплаған хеҙмәтселәренә изге рух бирә (Матф. 12:18). Был рух беҙгә күркәм сифаттар үҫтерергә ярҙам итә. Үҙебеҙҙән: «Был сифаттарҙың ҡайһыһын мин инде сағылдырам?» —тип һорай алабыҙ. Мәҫәлән, үҙегеҙҙе хәҡиҡәткә килгән сағығыҙ менән сағыштырып, түҙемлерәк булып киттемме, тип уйланығыҙ. Изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы яҡшыраҡ сағылдырған һайын, беҙ Йәһүәнең хуплауына тағы ла нығыраҡ ышана алабыҙ. ( «Изге рух ниндәй сифаттар үҫтерергә ярҙам итә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
16. Йәһүә һөйөнөслө хәбәрҙе кемгә ышанып тапшырған, һәм был ниндәй хистәр тыуҙыра? (1 Фессалоникаларға 2:4).
16 Шулай уҡ Йәһүә үҙе хуплаған хеҙмәтселәренә һөйөнөслө хәбәрҙе ышанып тапшыра. (1 Фессалоникаларға 2:4-те уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, Джо́селин ҡәрҙәштең быға нисек инанғанын ҡарап сығайыҡ. Бер көндө иртәнсәк уянғас, ул үҙен хәлһеҙ тойған. Ул былай тип һөйләй: «Мин ныҡ бойоҡҡан инем һәм башҡаларға бер нәмә лә бирә алмаҫмын тип уйланым. Ләкин мин пионер инем һәм хеҙмәткә барырға инде һөйләшкән инем. Шуға доға ҡылдым да йыйына башланым». Шул иртә Джоселин Мэри исемле һөйкөмлө ҡатын менән танышҡан, һәм тегеһе Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан. Бер нисә айҙан һуң Мэри, Алланан ярҙам һорап доға ҡылған саҡта Джоселин ишегемә шаҡыны, тип һөйләгән. Ул осраҡты иҫенә төшөрөп, Джоселин былай ти: «Шул саҡта Йәһүә миңә: „Афарин, һин минең ҡыуанысым“ тип әйткәндәй булды». Әлбиттә, ундай яҡшы осраҡтар һәр ваҡытта ла булып тормай. Ләкин ысын күңелдән вәғәзләһәк, Йәһүәнең хуплауына ышана алабыҙ.
17. Викторияның һүҙҙәре ҡайһы яҡтан фәһемле? (Зәбур 5:12).
17 Йәһүә үҙе хуплаған хеҙмәтселәренең гонаһтарын йолом нигеҙендә кисерә, ләкин һеҙ, һыуға сумдырылған хеҙмәтсе булһағыҙ ҙа, бәлки, быға ышанып бөтмәйһегеҙҙер (1 Тим. 2:5, 6). Ҡайһы саҡта хистәр беҙҙе алдай, ә Йәһүәгә һәр ваҡытта ла ышанып була, әйҙәгеҙ, быны онотмайыҡ. Йоломға иман иткәндәрҙе Йәһүә тәҡүә тип һанай һәм уларҙы фатихаларға вәғәҙә итә (Зәбур 5:12-не уҡығыҙ; Рим. 3:26). Бына Викторияның осрағы. Йолом тураһында уйланыу уға ярҙам иткән. Ул былай ти: «Йәһүә инде бик оҙаҡ ваҡыт миңә ҡарата сабырлыҡ күрһәтә һәм төрлөсә миңә яратыуын белдерә. Ә мин уға: „Яратыуың кәрәкле кимәлдә көслө түгел. Улыңдың ҡорбаны гонаһтарымды ҡаплай алмай“, — тип әйтә инем кеүек». Виктория йоломдоң Алланың шәхсән уның өсөн биргән бүләге икәнен аңлаған. Шулай итеп ул Йәһүәнең уны бик ныҡ яратҡанына инанған. Беҙ ҙә йолом тураһында уйланһаҡ, Йәһүәнең беҙгә ҡарата наҙлы хистәр сағылдырғанын һәм беҙҙе хуплағанын күрербеҙ.
18. Күктәге Атабыҙҙы яратһаҡ, беҙ нимәлә шикләнмәҫбеҙ?
18 Был мәҡәләләге кәңәштәрҙе ҡулланырға тырышһаҡ та, ҡайһы саҡта беҙҙең төшөнкөлөккә бирелеүебеҙ һәм Йәһүәнең хуплауына шикләнеүебеҙ бар. Шундай саҡтарҙа иҫтә тотоғоҙ: Алла яратыуығыҙҙы бик ҡәҙерләй (Яҡ. 1:12). Шуға күрә артабан да Йәһүәгә яҡынлашығыҙ һәм уның хуплауын күрергә тырышығыҙ. Ул «беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел» икәнен бер ҡасан да онотмағыҙ (Ғәм. 17:27).
ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?
-
Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр Йәһүәнең хуплауына шикләнә?
-
Алла беҙҙе үҙ хуплауына нисек ышандыра?
-
Йәһүәнең беҙҙе хуплауына тағы ниндәй дәлилдәр бар?
88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт