11-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
129-СЫ ЙЫР Сыҙам булып ҡалайыҡ
Күңел һүрелгәндә лә, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итегеҙ
«Минең исемем хаҡына күпте кисерһәң дә, аяҡтан йығылманың» (АСЫЛ. 2:3).
ТӨП ФЕКЕР
Күңел һүрелеүенә ҡарамаҫтан, нисек артабан да Йәһүәгә хеҙмәт итергә ?
1. Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә ниндәй бүләктәр бирә?
ДОНЪЯЛАҒЫ шарттар насарайғандан-насарая бара. Ләкин Йәһүәнең ойошмаһында беҙ үҙебеҙҙе хәүефһеҙлектә тоябыҙ. Алла беҙгә ҡәрҙәшлек бүләк иткән (Зәб. 133:1). Ул шулай уҡ беҙгә ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе нығытырға ярҙам итә һәм күңел тыныслығы табырға өйрәтә (Ефес. 5:33—6:1).
2. Ни өсөн ҡай саҡ Йәһүәгә хеҙмәт итеү еңел түгел?
2 Йәһүәгә хеҙмәт итеү һәр ваҡытта ла еңел түгел. Ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәребеҙ беҙҙе рәнйетергә мөмкин. Йә ҡат-ҡат ҡылған хаталарыбыҙ арҡаһында күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүебеҙ бар. Әммә бирешергә кәрәкмәй. Имандашыбыҙ беҙҙе рәнйетһә, тормош иптәшебеҙ өмөтөбөҙҙө аҡламаһа йә үҙебеҙгә ҡарата кире ҡарашта булһаҡ та, беҙ Йәһүәгә артабан да тоғро хеҙмәт итә алабыҙ. Был мәҡәләлә Изге Яҙмала иҫкә алынған өс кешенең миҫалын ҡарап сығырбыҙ һәм уларҙан нимәгә өйрәнеп булғанын белербеҙ.
ИМАНДАШЫҒЫҘ РӘНЙЕТҺӘ ЛӘ, ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРО ҠАЛЫҒЫҘ
3. Алланың хеҙмәтселәре ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?
3 Ауырлыҡ. Ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәрҙең холоҡтары асыуыбыҙҙы сығара. Йә уларҙың уйламай әйткән һүҙҙәре һәм эштәре беҙҙең хистәребеҙгә ҡағыла. Ә ҡайһы саҡта йыйылыш өлкәндәре ҡабул иткән ҡарарҙар беҙгә аҡылһыҙ булып күренә. Шул арҡала ҡайһы берәүҙәр, Алла ойошмаһында шундай хәл була аламы ни, тип уйларға мөмкин. Кемдер ҡәрҙәштәре менән Аллаға «иңгә-иң терәп хеҙмәт» итер урынына ситләшә йә йыйылыштарға бөтөнләй йөрөмәй башлай (Саф. 3:9). Ләкин был аҡыллымы? Изге Яҙмала оҡшаш ауырлыҡтар менән осрашҡан бер кеше тураһында әйтелә. Әйҙәгеҙ, уның нисек эш иткәнен ҡарап сығайыҡ.
4. Илсе Павел ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?
4 Изге Яҙманан миҫал. Илсе Павел ҡәрҙәштәренең камил булмауҙарын яҡшы аңлаған. Мәҫәлән, ул яңы ғына мәсихсе булып киткәс, йыйылыш уға бик үк ышанып бармаған (Ғәм. 9:26). Һуңыраҡ ҡайһы берәүҙәр, Павелдың абруйына тап төшөрөргә тырышып, уның тураһында ғәйбәт таратҡан (2 Кор. 10:10). Павел бер өлкәндең үҙен дөрөҫ тотмағанын һәм шулай итеп башҡаларҙы имандан яҙҙыра алғанын күргән (Гал. 2:11, 12). Павелдың яҡын хеҙмәттәше Марк та уны ныҡ күңелһеҙләндергән (Ғәм. 15:37, 38). Павел был осраҡтарҙың береһендә лә был кешеләрҙән ситләшмәгән. Ул уларҙың яҡшы яҡтарын күрергә тырышҡан һәм Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеүен дауам иткән. Уға нимә ярҙам иткән?
5. Павелға имандаштарынан ситләшмәҫкә нимә ярҙам иткән? (Колосстарға 3:13, 14). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
5 Павел үҙ имандаштарын бик ныҡ яратҡан. Шул яратыу уны ҡәрҙәштәренең етешһеҙлектәрен түгел, ә яҡшы яҡтарын күрергә дәртләндергән. Мөхәббәт Павелға колосстарға яҙған һүҙҙәре буйынса эш итергә ярҙам иткән. (Колосстарға 3:13, 14-те уҡығыҙ, ЯДТ.) Ул имандаштарын бер-береһен кисерергә өйрәткән. Павелдың был кәңәште Марк менән булған осраҡта нисек ҡулланғанын ҡарап сығайыҡ. Беренсе миссионер сәйәхәтендә Марк Павелды ҡалдырып китһә лә, ул уға үпкә һаҡламаған. Һуңыраҡ ул Колосстағы йыйылышҡа йылы хистәрен белдереп хат яҙған. Унда ул Маркты ярҙамы өсөн маҡтаған һәм уны «күңел йыуанысы» тип атаған (Кол. 4:10, 11). Рим ҡалаһында төрмәлә булғанда Павел Марктың уның янына килеүен һораған (2 Тим. 4:11). Күреүебеҙсә, Павел үҙ имандаштарын ғәфү иткән һәм уларҙан ситләшмәгән. Был беҙҙе нимәгә өйрәтә?
6, 7. Ҡәрҙәштәрҙе етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан яратырға нимә ярҙам итер? (Еврейҙарға 13:1).
6 Һабаҡ. Йәһүә ҡәрҙәштәребеҙгә ҡарата яратыуыбыҙҙың көслө килеш ҡалыуын теләй. (Еврейҙарға 13:1-ҙе уҡығыҙ.) Улар беҙҙе рәнйетһә лә, улар хаҡында насар уйларға кәрәкмәй. Улар дөрөҫ эш итергә теләй, ләкин ҡайһы саҡта уңышҡа өлгәшә алмай. Быны иҫтә тотоу мөһим (Ғиб. һүҙ. 12:18). Алла үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен кире ҡаҡмай һәм хаталарына ҡарамаҫтан уларҙы ярата. Изге Яҙмала уның тураһында: «Асыу... мәңге һаҡламаҫ», — тиелә (Зәб. 103:9). Беҙгә күктәге Атабыҙҙан өлгө алып, башҡаларҙы ғәфү итеү мөһим (Ефес. 4:32—5:1).
7 Иҫтә тотоғоҙ: был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, ҡәрҙәштәребеҙ менән дуҫлығыбыҙ ҙа нығыраҡ булырға тейеш. Эҙәрләүҙәрҙең көсәйеүе бик ихтимал. Иманыбыҙ өсөн беҙҙең хатта төрмәгә эләгеүебеҙ бар. Шул саҡта беҙ ҡәрҙәштәргә бик мохтаж булырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 17:17). Испанияла йәшәгән Хосе́п a исемле өлкән менән нимә булғанын ҡарап сығайыҡ. Ул һәм башҡа ир ҡәрҙәштәр ҡулына ҡорал алмағаны өсөн төрмәлә ултырған. Ул былай тип һөйләй: «Төрмәлә ҡыҫынҡы шарттар арҡаһында беҙҙең арала тиҙ генә аңлашылмаусанлыҡтар тыуа алыр ине. Беҙгә бер-беребеҙҙең етешһеҙлектәренә түҙергә һәм бер-беребеҙҙе тиҙ генә кисерергә өйрәнергә кәрәк булды. Был беҙгә дуҫлыҡты һәм берҙәмлекте һаҡлап ҡалырға ярҙам итте. Шулай итеп беҙ бер-беребеҙҙе яҡлай алдыҡ, сөнки төрмәлә Йәһүә шаһиттары булмаған кешеләр ҙә ултырҙы. Бер көндө мин ҡулымды яраланым һәм уны бәйләп ҡуйырға тура килде. Мин күп нәмәне эшләй алманым, шуға башҡаларҙың ярҙамына бик мохтаж инем. Бер ҡәрҙәш миңә бик ярҙам итте, мәҫәлән, ул минең кейемде йыуҙы. Ауыр хәлгә эләккәс, мин ҡәрҙәштәрсә яратыуҙың нимә икәнен тойҙом». Әйҙәгеҙ, ауыр ваҡыттарҙы көтмәйек, ә хәҙер үк татыу йәшәргә өйрәнәйек!
ТОРМОШ ИПТӘШЕГЕҘ ӨМӨТӨГӨҘҘӨ АҠЛАМАҺА ЛА, ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРО ҠАЛЫҒЫҘ
8. Ирле-ҡатынлылар ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?
8 Ауырлыҡ. Һәр ғаиләлә ауырлыҡтар булғылай. Изге Яҙмала никахҡа ингәндәрҙең «тормошо мәшәҡәтле булыр» тип асыҡ әйтелә (1 Кор. 7:28). Ни өсөн? Сөнки ир менән ҡатындың икеһе лә камил түгел, уларҙың һәр береһенең үҙ үҙенсәлектәре һәм теләктәре бар. Ир менән ҡатындың сығышы һәм тәрбиәһе төрлө булырға мөмкин. Ваҡыт үтеү менән уларҙың никахҡа тиклем күренмәгән холоҡ һыҙаттарының өҫтөн сығыуы һәм ғаиләлә ҡаршылыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. Ҡайһы ваҡыт бергәләп проблеманы хәл итеү урынына, ир менән ҡатын бер-береһен ғәйепләй башлай. Улар хатта айырылышыу йәки айырым йәшәү — берҙән-бер сығыу юлы тип уйлай. Шулай эш итеп улар бәхетлерәк булып китерме? b Әйҙәгеҙ, ғаилә тормошо яҡшынан булмаһа ла, Йәһүәгә тоғро ҡалған бер ҡатындың миҫалын ҡарап сығайыҡ һәм унан нимәгә өйрәнеп булғанын беләйек.
9. Әбиғиәнең ғаиләһендә ниндәй ауырлыҡтар булған?
9 Изге Яҙманан миҫал. Әбиғиә Набалда кейәүҙә булған. Изге Яҙмала Набал тураһында «тупаҫ һәм холоҡһоҙ кеше» тип әйтелә (1 Сам. 25:3). Моғайын, Әбиғиәгә шундай ир менән йәшәү бик ауыр булғандыр. Ул был никахтан ҡотола алғанмы? Израилдең буласаҡ батшаһы Дауыт Набалды үлтерергә йыйынғас, Әбиғиәгә шундай мөмкинлек асылған. Ни өсөн Дауыт Набалды үлтерергә теләгән? Сөнки Набал уны һәм уның һуғышсыларына ҡарата мыҫҡыллау һүҙҙәр әйткән (1 Сам. 25:9—13). Дауытҡа ирен үлтерергә рөхсәт итеп, Әбиғиә ҡасып китә алыр ине. Ләкин ул Дауытты Набалды үлтермәҫкә күндергән һәм иренең тере ҡалыуына үҙ өлөшөн индергән (1 Сам. 25:23—27). Ни өсөн ул шулай эш иткән?
10. Никахы бик үк яҡшы булмаһа ла, Әбиғиәне уны һаҡлап ҡалырға нимә этәргән?
10 Әбиғиә Йәһүәне яратҡан һәм никах ҡоролошон хөрмәт иткән. Ул, моғайын, Йәһүәнең Әҙәм менән Һауаға никахҡа ҡағылышлы ниндәй бойороҡ биргәнен белгәндер (Баш. 2:24). Әбиғиә никахтың Алла күҙлегендә изге булыуын аңлаған. Ул Алланы ҡыуандырырға теләгән, шуға ғаиләһен, шул иҫәптән ирен дә, ҡотҡарыр өсөн барыһын эшләгән. Тиҙ эш итеп, ул Дауытҡа Набалдан үс алырға бирмәгән. Шулай уҡ ул был насар эштә ғәйепле булмаһа ла, ғәфү үтенергә әҙер булған. Һис шикһеҙ, Йәһүә был ҡыйыу һәм фиҙаҡәр ҡатынды бик яратҡан. Ирле-ҡатынлылар Әбиғиәнең миҫалынан нимәгә өйрәнә ала?
11. а) Алла ирле-ҡатынлыларҙан нимә көтә? (Ефестарға 5:33). б) Кармендың никахты һаҡлап ҡалырға тырышыуы һеҙҙе нимәгә өйрәтә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
11 Һабаҡ. Ир менән ҡатынға бергә йәшәүе ауыр булһа ла, Йәһүә уларҙың бергә ҡалыуҙарын теләй. Өйләнешкән парҙар үҙ проблемаларын хәл итһә һәм бер-береһенә ҡарата мөхәббәт һәм хөрмәт күрһәтһә, Алла бик һөйөнә. (Ефестарға 5:33-тө уҡығыҙ.) Бына Ка́рмен ҡәрҙәштең миҫалы. Кейәүгә сыҡҡас алты йыл үткәндән һуң ул Изге Яҙманы өйрәнә башлаған, ә һуңыраҡ һыуға сумдырылған. Кармен былай тип һөйләй: «Минең иремә был оҡшаманы. Ул мине Йәһүәгә көнләшә башланы. Ул мине мыҫҡылланы һәм, һинән китәм, тип ҡурҡытты». Быға ҡарамаҫтан Кармен ғаиләһен һаҡлап ҡалыр өсөн барыһын эшләгән. Ул 50 йыл буйына иренә ҡарата ихтирам һәм яратыу күрһәткән. Ул былай тип дауам итә: «Йылдар уҙыу менән мин иремде яҡшыраҡ аңлай башланым һәм уның менән әҙәпле һөйләшергә өйрәндем. Йәһүәнең күҙлегенән никахтың изге булыуын аңлап, уны һаҡлап ҡалыр өсөн бар көсөмдө һалдым. Мин Йәһүәне яратам һәм иремдән китеү тигән уй бер ҡасан да башыма килмәне» c. Әгәр ғаиләгеҙҙә ауырлыҡтар тыуһа, Йәһүәгә ышанығыҙ, ул һеҙҙе нығытасаҡ һәм бөтә ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итәсәк.
ХАТАЛАРЫҒЫҘ АРҠАҺЫНДА БОЙОҠҺАҒЫҘ ҘА, ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРО ҠАЛЫҒЫҘ
12. Етди гонаһ ҡылған кеше ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?
12 Ауырлыҡ. Етди гонаһ ҡылған кеше үҙен хөрмәт итмәй башлай. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, гонаһ ҡылыу күңел өҙгөләнеүенә килтерә (Зәб. 51:17). Роберто исемле ир ҡәрҙәш, йыйылышта хеҙмәт ярҙамсыһы булып китер өсөн, йылдар буйы күп тырышлыҡ һалған. Әммә һуңынан ул етди гонаһ ҡылған. Йәһүәне күңелһеҙләндергәнен аңлап, ул былай ти: «Выжданым мине ғәйепләй ине, һәм өҫтөмә бер тонна йөк ябырылғандай булды. Мин үҙ-үҙемә ерәнеп ҡараным. Әрнеп илап, мин Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылдым. Алла мине башҡа бер ҡасан да тыңламаҫ, тип уйлағайным. Мин бит уның ышаныуын аҡламаным». Гонаһ ҡылғандан һуң өҙгөләнгән йөрәгебеҙ беҙгә, Йәһүә һине кире ҡаҡты, һәм уға хеҙмәт итеүҙең бер ниндәй ҙә файҙаһы юҡ, тип әйтергә мөмкин (Зәб. 38:4). Әгәр һеҙ шундай хистәр кисерһәгеҙ, беренсе быуатта йәшәгән һәм етди гонаһ ҡылыуына ҡарамаҫтан Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән бер мәсихсенең миҫалын иҫкә төшөрөгөҙ.
13. Илсе Петр ниндәй етди гонаһ ҡылған һәм ниндәй хаталар уны был гонаһҡа килтергән?
13 Изге Яҙманан миҫал. Ғайсаның үлеме алдынан төндә Петр етди гонаһҡа килтергән бер нисә хата ҡылған. Тәүҙә Петр үҙенә саманан тыш ышанып, башҡалар Ғайсаны ҡалдырһа ла, мин ҡалдырмайым, тип маҡтанған (Марк 14:27—29). Шунан һуң Гефсимания баҡсаһында булғанда ул бер нисә тапҡыр йоҡлап киткән (Марк 14:32, 37—41). Һуңыраҡ кешеләр Ғайсаны ҡулға алырға килгәс, Петр ҡасып киткән (Марк 14:50). Ахырҙа ул, Ғайсаны белмәйем, тип өс тапҡыр әйткән, һәм хатта был хаҡта ант иткән (Марк 14:66—71). Петр етди гонаһ ҡылыуын аңлап, түҙә алмаған, әрнеүенән илаған. Моғайын, шул ваҡытта ул ни тиклем ғәйепле булыуын аңлағандыр (Марк 14:72). Бер нисә сәғәттән һуң уның дуҫын — Ғайсаны язалап үлтергәндәр. Петрҙың ниндәй хистәр кисереүен күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Моғайын, ул үҙен булдыҡһыҙ тип һанағандыр.
14. Петрға Йәһүәгә хеҙмәт итеүен дауам итергә нимә ярҙам иткән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)
14 Ләкин Петр бирешмәгән һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүен дауам иткән. Уға нимә ярҙам иткән? Петр башҡаларҙан ситләшмәгән. Ул ҡәрҙәштәре янына барған һәм улар, һис шикһеҙ, уны йыуатҡан (Лука 24:33). Бынан тыш, терелтелгән Ғайса, күрәһең, уны йыуатыр өсөн уға күренгән (Лука 24:34; 1 Кор. 15:5). Һуңыраҡ Ғайса Петрҙы хаталары өсөн тәнҡитләмәгән, ә уға тағы ла ҙурыраҡ йөкләмә тапшырған (Яхъя 21:15—17). Петр етди гонаһ ҡалғанын аңлаған, ләкин ул хеҙмәтен дауам итергә әҙер булған. Ни өсөн? Сөнки ул Ғайсаның уның хаҡында шулай тип уйламағанын белгән. Ҡәрҙәштәре лә Петрҙы нығытып торған. Петрҙың миҫалынан беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?
15. Йәһүә беҙҙе нимәгә ышандыра? (Зәбур 86:5; Римдарға 8:38, 39). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
15 Һабаҡ. Йәһүә беҙҙең уның яратыуына һәм ғәфү итеүенә ышаныуыбыҙҙы теләй. (Зәбур 86:5; Римдарға 8:38, 39-ҙы уҡығыҙ.) Гонаһ ҡылғанда беҙ ғәйеп тойғоһонан интегәбеҙ. Был тәбиғи. Әммә беҙ, Алла мине бүтән яратмай һәм бер ҡасан да мине кисермәҫ, тип уйларға тейеш түгел. Шунда уҡ ярҙам һорау күпкә яҡшыраҡ. Юғарыла иҫкә алынған Роберто былай ти: «Мин үҙ-үҙемә сиктән тыш таяндым һәм ҡотҡоға ҡаршы тора алырмын тип уйланым, шуға гонаһ ҡылдым да». Ул өлкәндәр менән һөйләшергә кәрәклеген аңлаған. Роберто былай тип дауам итә: «Йәһүә өлкәндәр аша мине үҙ яратыуына ышандырҙы. Мин уларҙың да мине ни тиклем ныҡ яратҡандарын күрҙем. Улар Йәһүәнең минән баш тартмағанын аңларға ярҙам итте». Беҙ ҙә Йәһүәнең беҙҙе ныҡ яратыуына ышана алабыҙ. Әгәр тәүбә итһәк, ярҙам эҙләһәк һәм хаталарыбыҙҙы ҡабатламаҫҡа тырышһаҡ, ул беҙҙе ғәфү итер (1 Яхъя 1:8, 9). Йәһүәнең яратыуына ышаныу беҙгә, хата яһаһаҡ та, хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итергә ярҙам итә.
16. Ни өсөн һеҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә ныҡ ҡалырға теләйһегеҙ?
16 Йәһүә беҙҙең был һуңғы көндәрҙә уға хеҙмәт итергә һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы бик ҡәҙерләй. Ләкин үҙебеҙгә ҡарата кире ҡарашта булғанға һәм башҡалар беҙҙе күңелһеҙләндергәнгә был еңел түгел. Шулай ҙа Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ булдыра алырбыҙ. Беҙ ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙҙы үҫтерә алабыҙ һәм улар беҙҙе рәнйетһә лә, уларҙы кисерә алабыҙ. Ирле-ҡатынлылар никахта тыуған ауырлыҡтарын бергәләп хәл итеп, ғаиләгә Нигеҙ һалыусыға мөхәббәт һәм хөрмәт күрһәтә. Әгәр гонаһ ҡылһаҡ, беҙ Йәһүәнән ярҙам эҙләйбеҙ һәм уның яратыуына, ғәфү итеүенә бер ҙә шикләнмәйенсә уға хеҙмәтебеҙҙе дауам итә алабыҙ. «Изгелек ҡылыуҙан» арымаһаҡ һәм туҡтамаһаҡ, Йәһүә беҙҙе мул итеп фатихалар! (Гал. 6:9).
ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮЕБЕҘҘЕ НИСЕК ДАУАМ ИТӘ АЛАБЫҘ...
-
ҡәрҙәшебеҙ беҙҙе рәнйетһә?
-
тормош иптәшебеҙ өмөтөбөҙҙө аҡламаһа?
-
үҙебеҙгә ҡарата кире ҡарашта булһаҡ?
139-СЫ ЙЫР Ожмахты күҙ алдына килтер
a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
b Изге Яҙма айырым йәшәүҙе хупламай. Унда, айырым йәшәгән ир менән ҡатындың яңы никахҡа инергә хаҡы юҡ, тип әйтелә. Әммә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында мәсихсе айырым йәшәргә тигән ҡарарға килергә мөмкин. «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китапта «Айырым йәшәү» тигән 4-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.
c Тағы бер ғаиләнең осрағын jw.org сайтында «Даррел һәм Дебора Фрисингер. Был донъяның яһалма тыныслығына алданмағыҙ!» тигән видеояҙмала ҡарағыҙ.