Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

75-СЕ ЙЫР Мин әҙер! Ебәр мине!

Һеҙ ғүмерегеҙҙе Йәһүәгә бағышларға әҙерме?

Һеҙ ғүмерегеҙҙе Йәһүәгә бағышларға әҙерме?

«Миңә ҡылған бар яҡшылығы өсөн Йәһүәгә нимә ҡайтарайым?» (ЗӘБ. 116:12).

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн уға бағышланып һыуға сумдырылырға кәрәк. Был аҙымдарҙы яһар өсөн нисек теләк үҫтерергә?

1, 2. Һыуға сумдырылыр алдынан нимә эшләргә кәрәк?

 ҺУҢҒЫ биш йыл эсендә миллиондан артыҡ кеше Йәһүә шаһиты булып китте. Уларҙың күптәре, беренсе быуатта йәшәгән Тимофей кеүек, хәҡиҡәтте «бала саҡтан уҡ» белгән (2 Тим. 3:14, 15). Башҡалары иһә Йәһүә тураһында инде олоғайғас, хатта ҡартайғас ишеткән. Мәҫәлән, бер апай 97 йәшендә һыуға сумдырылған!

2 Әгәр һеҙ Изге Яҙманы өйрәнһәгеҙ йәиһә Йәһүә шаһиттарының ғаиләһендә үҫһәгеҙ, һыуға сумдырылыу тураһында уйлайһығыҙмы? Был бик яҡшы маҡсат! Ләкин тәүҙә Йәһүәгә бағышланырға кәрәк. Был мәҡәлә бағышланыуҙың нимә икәнен аңлатыр, шулай уҡ ҡайһы берәүҙәрҙең ни өсөн был аҙымды яһарға баҙнат итмәгәнен һәм ҡурҡыуҙарын нисек еңә алғанын күрергә ярҙам итер.

БАҒЫШЛАНЫУ НИМӘ УЛ?

3. Боронғо ваҡытта кем Йәһүәгә бағышланған булған?

3 Бағышланыу нимә ул? Изге Яҙмала «бағышлау» тигән һүҙ «ниндәйҙер изге маҡсат өсөн айырып ҡуйыуҙы» аңлата. Израилдәр Йәһүәгә бағышланған халыҡ булған. Әммә ҡайһы берәүҙәр Йәһүәгә махсус хеҙмәт алып барыр өсөн бағышланған булған. Мәҫәлән, Һарун. Уның салмаһының алғы яғына «Аллаға бағышланыуҙың изге билдәһен» күрһәткән ялтырап торған алтын таҫма беркетелгән булған. Был таҫма Һарундың баш рухани булып хеҙмәт иткәнен күрһәткән (Лев. 8:9). Шуны уҡ нәзирҙәр тураһында ла әйтеп була. «Нәзир» тигән һүҙ нази́р тигән еврей һүҙенән килгән һәм «айырылған; бағышланған» тигәнде аңлата. Нәзирҙәр Муса ҡанунының махсус әмерҙәренә буйһонорға тейеш булған (Һан. 6:2—8).

4. а) Йәһүәгә бағышланғас, беҙ тормошобоҙҙа нимәне беренсе урынға ҡуя башлайбыҙ? б) «Үҙенән ваз кисһен» тигән һүҙбәйләнеш нимәне аңлата? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

4 Үҙен Йәһүәгә бағышлаған кеше Ғайса Мәсихтең шәкерте булырға һәм Алла ихтыярын тормошонда беренсе урынға ҡуйырға ҡарар итә. Аллаға бағышланыу үҙ эсенә нимәне ала? Ғайса: «Кем минең артымдан барырға теләй, шул үҙенән ваз кисһен», — тигән (Матф. 16:24). «Үҙенән ваз кисһен» тигән грек телендәге һүҙбәйләнеште «ул үҙ-үҙенә „юҡ“ тип әйтергә тейеш» тип тәржемә итеп була. Йәһүәгә бағышланған хеҙмәтсегә Алла ихтыярына ҡаршы килгән бөтә нәмәгә «юҡ» тип әйтергә кәрәк (2 Кор. 5:14, 15). Тимәк, уға «гонаһлы тәбиғәттең ҡылған» бөтә эштәрен, мәҫәлән, енси әхлаҡһыҙлыҡты кире ҡағырға кәрәк (Гал. 5:19—21; 1 Кор. 6:18). Шундай сикләүҙәр тормошоғоҙҙо ҡатмарлаштырамы? Юҡ, сөнки һеҙ Йәһүәне яратаһығыҙ һәм уның ҡанундары һеҙгә файҙа килтергәнен аңлайһығыҙ (Зәб. 119:97; Ишағ. 48:17, 18). Ни́колас ҡәрҙәшебеҙ бына нимә ти: «Йәһүәнең нормаларына төрмәлә азатлыҡты сикләгән рәшәткәгә йәиһә һеҙҙе арыҫландарҙан һаҡлаған рәшәткәгә кеүек ҡарарға була».

Һеҙ Йәһүәнең нормаларына нисек ҡарайһығыҙ? Төрмәлә азатлыҡты сикләгән рәшәткәгә кеүекме йәиһә үҙегеҙҙе арыҫландарҙан һаҡлаған рәшәткәгә кеүекме? (4-се абзацты ҡарағыҙ.)


5. а) Йәһүәгә бағышланыу нисек үтә? б) Бағышланыу һыуға сумдырылыуҙан нимә менән айырылып тора? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

5 Йәһүәгә бағышланыу нисек үтә? Һеҙ доғала уға ғына табынырға һәм уның ихтыярын тормошоғоҙҙа беренсе урынға ҡуйырға әҙер булыуығыҙҙы әйтәһегеҙ. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, һеҙ Йәһүәгә уны «бөтә йөрәгегеҙ, бөтә йәнегеҙ, бөтә аҡылығыҙ һәм бөтә көсөгөҙ менән яратырға» вәғәҙә бирәһегеҙ (Марк 12:30). Аллаға бағышланыуҙы бер кем дә күрмәй. Һыуға сумдырылыу иһә кешеләр алдында, мәҫәлән, конгрестарҙа үтә. Унда һеҙҙең Аллаға бағышланғанығыҙҙы бөтәһе лә күрә. Һеҙ биргән антығыҙға тоғро булырға маҡсат ҡуяһығыҙ. Йәһүә һеҙҙән тап шуны көтә (Вәғ. 5:4, 5).

Бағышланыу — Йәһүә менән һөйләшеү. Һеҙ Аллаға тик уға ғына табынырға һәм уның ихтыярын тормошоғоҙҙа беренсе урынға ҡуйырға вәғәҙә бирәһегеҙ. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)


НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘГӘ БАҒЫШЛАНЫРҒА КӘРӘК?

6. Кешене Йәһүәгә бағышланырға нимә этәрә?

6 Ни өсөн кеше Йәһүәгә бағышлана? Сөнки ул Алланы ярата. Ундай яратыу хистәргә генә нигеҙләнмәгән. Хаҡ белемде һәм Йәһүәнең ихтыярын аңлағанға һеҙҙең уға ҡарата яратыуығыҙ үҫте (Кол. 1:9). Изге Яҙманы өйрәнеп, һеҙ: 1) Йәһүә — реаль шәхес икәненә, 2) Изге Яҙманың Алла тарафынан рухландырылғанына һәм 3) Алланың үҙ ихтыярын ойошмаһы аша үтәгәненә инандығыҙ.

7. Йәһүәгә бағышланырға әҙер булыуығыҙҙы нимә күрһәтә?

7 Йәһүәгә бағышланғандар төп хәҡиҡәттәрҙе белә һәм Алланың нормалары буйынса йәшәй. Улар мөмкинлектәренә ҡарап, башҡаларға үҙ иманы тураһында һөйләй (Матф. 28:19, 20). Уларҙың Йәһүәгә ҡарата мөхәббәте үҫә һәм улар тик уға ғына хеҙмәт итергә теләй. Һеҙҙең турала шуны уҡ әйтеп буламы? Эйе булһа, тимәк, һеҙ дөрөҫ юлдан бараһығыҙ. Һеҙ атай-әсәйегеҙҙе йә һеҙҙең менән өйрәнеү үткәргән кешене шатландырыр өсөн генә йәиһә башҡалар һыуға сумдырылғанда, мин дә һыуға сумдырылам, тип кенә һыуға сумдырылмаҫһығыҙ. Һеҙҙе һыуға сумдырылырға Йәһүәгә ҡарата ҡайнар яратыу дәртләндерер.

8. Йәһүәгә рәхмәтле булыу һәм уға бағышланыу үҙ-ара нисек бәйле? (Зәбур 116:12—14).

8 Әгәр һеҙ Йәһүә биргән бөтә яҡшы нәмә тураһында уйланһағыҙ, үҙегеҙҙе уға көсләп бағышларға тура килмәҫ. Был теләк үҙенән-үҙе тыуыр. (Зәбур 116:12—14-те уҡығыҙ.) Йәһүә Изге Яҙмала Атабыҙ тип атала һәм «һәр игелекле һәм камил бүләк... [унан] килә» тиелә (Яҡ. 1:17). Йәһүәнең бүләктәренең иң ҙурыһы — Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: йолом һеҙгә Йәһүәнең дуҫы булырға һәм мәңге йәшәргә мөмкинлек аса (1 Яхъя 4:9, 10, 19). Үҙегеҙҙе Йәһүәгә бағышлаһағыҙ, һеҙ уға ошо һәм башҡа иҫ киткес бүләктәре өсөн рәхмәтле булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ (Ҡан. 16:17; 2 Кор. 5:15). Был тема «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китапта 46-сы дәрестә 4-се пунктта ҡарала. Унда шулай уҡ «Аллаға биргән бүләктәребеҙ» тигән өс минутлыҡ видеояҙма бар.

ҺЕҘ ЙӘҺҮӘГӘ БАҒЫШЛАНЫРҒА ҺӘМ ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫРҒА ӘҘЕРМЕ?

9. Һыуға сумдырылыу тураһында әйткәндә, ни өсөн кешене ашыҡтырырға ярамай?

9 Һеҙҙең Аллаға бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға әҙер түгелмен тип уйлауығыҙ бар. Бәлки, Алла нормаларына тура килер өсөн, һеҙгә тормошоғоҙҙа нимәнелер үҙгәртергә кәрәктер йәиһә иманығыҙҙы үҫтерер өсөн күберәк ваҡыт кәрәктер (Кол. 2:6, 7). Бөтә өйрәнеүселәр ҙә рухи яҡтан бер тиҙлек менән үҫмәй һәм йәштәрҙең бөтәһе лә бер үк йәштә һыуға сумдырылмай. Тап һеҙгә нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнен билдәләргә тырышығыҙ, үҙегеҙҙе башҡалар менән сағыштырмағыҙ (Гал. 6:4, 5).

10. Бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға әҙер булмаһағыҙ, нимә эшләп була? ( «Йәһүә шаһиттары ғаиләһендә үҫкәндәр өсөн» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

10 Ғүмерегеҙҙе Йәһүәгә бағышларға әле әҙер булмаһағыҙ, был маҡсатҡа ынтылыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Кәрәкле үҙгәрештәр яһарға ярҙам итеүен һорап, Йәһүәгә доға ҡылығыҙ (Флп. 2:13; 3:16). Шикләнмәгеҙ, ул һеҙҙең доғағыҙҙы ишетәсәк һәм яуап бирәсәк (1 Яхъя 5:14).

НИ ӨСӨН ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР ИКЕЛӘНӘ?

11. Йәһүә беҙгә уға тоғро ҡалырға нисек ярҙам итә?

11 Ҡайһы берәүҙәр Аллаға бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға инде әҙер, ләкин был аҙымдарҙы яһарға баҙнат итмәй. Улар: «Һыуға сумдырылғас етди гонаһ ҡылып ҡуйһам һәм мине йыйылыштан сығарһалар, нимә эшләрмен?» — тип борсолорға мөмкин. Һеҙ ҙә шулай тип уйлаһағыҙ, шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙгә «Уның күңеленә ятышлы булып йәшә[ргә]» ярҙам итәсәк (Кол. 1:10). Ул һеҙгә шулай уҡ дөрөҫ эш итергә көс бирәсәк. Ҡәрҙәштәрҙең тормошо Йәһүәгә таянып булғанын иҫбатлай. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә уға тоғро ҡалырға ярҙам итеп тора (1 Кор. 10:13). Шуға күрә мәсихселәр йыйылышынан бик әҙҙәр генә сығарыла.

12. Етди гонаһ ҡылыуҙан һеҙҙе нимә һаҡлар?

12 Бөтә кешеләр ҙә ҡотҡолар менән осраша (Яҡ. 1:14). Ләкин уларға бирешергәме-юҡмы икәнен һеҙ үҙегеҙ һайлайһығыҙ. Һөҙөмтәлә нисек эш итергә икәнен тап һеҙ ҡарар итәһегеҙ. Ҡайһы берәүҙәр, теләктәрҙе бер нисек тә контролдә тотоп булмай, тигән фекерҙә торһа ла, һеҙ үҙ теләктәрегеҙҙе йүгәнләй алаһығыҙ. Гонаһ ҡылмаҫ өсөн бына бер нисә кәңәш. Көн һайын Йәһүәгә доға ҡылығыҙ. Шәхси өйрәнеү графигын төҙөгөҙ һәм уның буйынса эш итегеҙ. Мәсихселәр осрашыуҙарына йөрөгөҙ. Белгәндәрегеҙҙе башҡаларға һөйләгеҙ. Шул саҡта бағышланыуығыҙ буйынса йәшәргә көсөгөҙ булыр. Һәм бер ҡасан да онотмағыҙ: Йәһүә һеҙгә ярҙам итәсәк (Гал. 5:16).

13. Йософ беҙгә ниндәй үрнәк ҡалдырған?

13 Ҡотҡо менән осрашҡанда нисек эш итерегеҙҙе алдан уйлаһағыҙ, бағышланыуығыҙ буйынса йәшәү еңелерәк булыр. Изге Яҙмала ҡотҡоға бирешмәгән күп кенә кешеләр тураһында әйтелә. Әйҙәгеҙ, Йософтоң миҫалын ҡарап сығайыҡ. Потифарҙың ҡатыны уны бер нисә тапҡыр үҙенә ҡаратып алырға тырышҡан. Ләкин Йософ шундай хәлдә нисек эш итәсәген яҡшы белгән. Йософ уның менән йоҡларға риза булмаған һәм уға: «Шундай золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайыммы?» — тигән (Баш. 39:8—10). Күреүебеҙсә, Йософ ул ҡатын уға бәйләнгәнгә тиклем үк нисек эш итәсәген яҡшы белгән. Шуға күрә ҡотҡо менән осрашҡас, уға дөрөҫ эш итеү еңелерәк булған.

14. Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләрҙе кире ҡағырға нисек өйрәнергә?

14 Беҙ Йософ һымаҡ нисек тәүәккәллек менән эш итә алабыҙ? Ҡотҡо менән осрашҡанға тиклем үк нисек эш итерен алдан хәл итегеҙ. Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләрҙе шунда уҡ кире ҡағырға өйрәнегеҙ. Йәһүәне көйөндөрә алған нәмәләрҙе хатта уйға ла алмағыҙ (Зәб. 97:10; 119:165). Шул саҡта һеҙ ҡотҡоға ҡаршы тора алырһығыҙ һәм нимә эшләргә кәрәклеген алдан белерһегеҙ. Башығыҙҙа әҙер план булыр.

15. Кеше Йәһүәне эҙләгәнен нисек күрһәтә? (Еврейҙарға 11:6).

15 Хәҡиҡәтте тапҡанығыҙға ышанһағыҙ һәм Йәһүәгә бөтә күңел менән хеҙмәт итергә теләһәгеҙ, шулай ҙа уға бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға баҙнат итмәһәгеҙ, нимә эшләргә? Шул саҡта Дауыттан өлгө алығыҙ. Йәһүәгә былай тип доға ҡылығыҙ: «Эй Алла, мине һынап, күңелемде бел; тикшереп, борсоулы уйҙарымды бел; ҡара, миндә берәй насар ынтылыш юҡмы икән, мине мәңгелек тормош юлынан алып бар» (Зәб. 139:23, 24). Шундай доға һеҙҙең Йәһүәнән ярҙам эҙләгәнегеҙҙе, бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу маҡсатына ынтылғанығыҙҙы күрһәтер. Ә Йәһүә «Уны эҙләгән кешеләргә... әжер» бирә. (Еврейҙарға 11:6-ны уҡығыҙ.)

АРТАБАН ДА ЙӘҺҮӘГӘ ЯҠЫНЛАШЫҒЫҘ

16, 17. Йәһүә шаһиттарының ғаиләһендә үҫкәндәрҙе Йәһүә үҙенә нисек йәлеп итә? (Яхъя 6:44).

16 Ғайса, Йәһүә йәлеп итмәһә, бер кем дә минең шәкертем була алмай, тигән. (Яхъя 6:44-те уҡығыҙ.) Был тәрән хәҡиҡәт тураһында һәм ул һеҙҙең өсөн нимә аңлатҡаны тураһында уйланығыҙ! Йәһүә үҙенә йәлеп иткән һәр кемдә яҡшы сифаттар күрә. Йәһүә ундай кешене үҙенең «махсус», йәғни «ҡәҙерле милке» тип һанай (Ҡан. 7:6, төшөрмә). Һеҙ ҙә уның өсөн бик ҡәҙерле!

17 Ә йыйылыштағы йәштәр тураһында нимә әйтеп була? Әгәр һин Йәһүә шаһиттарының ғаиләһендә үҫһәң, һин үҙеңде йыйылышҡа атай-әсәйеңә эйәреп кенә йөрөгән кеүек тояһыңдыр. Шул саҡта Изге Яҙмалағы ошо һүҙҙәрҙе иҫеңә төшөр: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡ. 4:8; 1 Йыл. 28:9). Әгәр һин Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн беренсе булып аҙым яһаһаң, ул да яуап итеп һиңә яҡынлашыр. Йәһүә өсөн һин күптәрҙең береһе түгел. Ул һәр кешене айырым үҙенә йәлеп итә, шул иҫәптән, Йәһүә шаһиттарының ғаиләһендә үҫкәндәрҙе лә һәр береһен айырым үҙенә йәлеп итә. Шундай кеше Аллаға таба беренсе булып аҙым яһаһа, Яҡуб 4:8-ҙә әйтелгәнсә, Алла ла яуап итеп уға таба аҙым яһар. (2 Фессалоникаларға 2:13 менән сағыштырығыҙ.)

18. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр? (Зәбур 40:8).

18 Ғүмерегеҙҙе Йәһүәгә бағышлап һәм һыуға сумдырылып, һеҙ Ғайсанан өлгө алаһығыҙ. Ул Йәһүә ҡушҡанды теләп башҡарған (Зәбур 40:8-ҙе уҡығыҙ; Евр. 10:7). Киләһе мәҡәләлә беҙ һыуға сумдырылғандан һуң Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итергә нимә ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ.

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Йәһүәгә бағышланыу нимәне аңлата?

  • Йәһүәгә рәхмәтле булыу һәм уға бағышланыу нисек үҙ-ара бәйле?

  • Етди гонаһ ҡылмаҫ өсөн нимә эшләп була?

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер