Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла Һүҙе буйынса ойошторолғанбыҙ

Алла Һүҙе буйынса ойошторолғанбыҙ

«Йәһүә зирәклеге менән ергә нигеҙ һалған. Үткер аҡылы ярҙамында күктәрҙе ныҡ урынлаштырған» (ҒИБ. ҺҮҘ. 3:19).

ЙЫРҘАР: 15, 16

1, 2. а) Ҡайһы берәүҙәр, Алланың ойошмаһы бар, тигән фекергә нисек ҡарай? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

АЛЛАНЫҢ ойошмаһы бармы? Бәлки, ҡайһы берәүҙәр былай тиер: «Һеҙгә үҙегеҙҙе йүнәлтеп торған ойошма түгел, ә Алла менән шәхси мөнәсәбәттәр генә кәрәк». Бындай ҡараш дөрөҫмө? Факттар нимә иҫбатлай?

2 Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең тәртип Аллаһы һәм бөйөк Ойоштороусы булыуына дәлилдәр табырбыҙ. Беҙ шулай уҡ Йәһүә ойошмаһынан килгән күрһәтмәләргә нисек ҡарарға кәрәк икәнен ҡарап сығырбыҙ (1 Кор. 14:33, 40). Б. э. I быуатында һәм беҙҙең көндәрҙә Изге Яҙма Йәһүә ойошмаһының ерҙәге өлөшөнә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү буйынса ҙур масштаблы эш башҡарырға ярҙам итте. Беҙ, Изге Яҙмаға тәрән хөрмәт менән ҡарап һәм ойошманан килгән күрһәтмәләрҙе үтәп, мәсихселәр йыйылышында сафлыҡ, татыулыҡ һәм берҙәмлек һаҡлауға өлөш индерәбеҙ.

ЙӘҺҮӘ — БӨЙӨК ОЙОШТОРОУСЫ

3. Йәһүә бөйөк Ойоштороусы икәненә һеҙҙе нимә ышандыра?

3 Барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр Йәһүәнең бөйөк Ойоштороусы булыуын дәлилләй. «Йәһүә зирәклеге менән ергә нигеҙ һалған. Үткер аҡылы ярҙамында күктәрҙе ныҡ урынлаштырған» (Ғиб. һүҙ. 3:19). Беҙ Алла «юлдарының ситтәрен генә» беләбеҙ, «уның тураһында бышылдау ғына ишетелә» (Әйүп 26:14). Планеталар, йондоҙҙар һәм галактикалар тураһында бик әҙ генә белһәк тә, шул белемдәр беҙҙе күк есемдәренең иҫ киткес итеп ойошторолғанын танырға дәртләндерә (Зәб. 8:3, 4). Галактикалар миллионлаған йондоҙҙан тора, йыһандағы бар нәмә үҙ юлынан ғына хәрәкәт итә. Ҡояш системаһындағы планеталар үҙ орбитаһы буйынса ғына йөрөй, әйтерһең дә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәй! Ғаләмдәге һоҡланғыс тәртип беҙгә шуны аңларға ярҙам итә: күкте һәм ерҙе «оҫта итеп булдырған» Йәһүә кешеләрҙең маҡтауына, тоғролоғона һәм ғибәҙәт ҡылыуына лайыҡ (Зәб. 136:1, 5—9).

4. Ни өсөн ғалимдар күп һорауға яуап бирә алмай?

4 Ғалимдар Ғаләм һәм Ергә ҡағылышлы күп асыштар яһаны. Был асыштар тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрен яҡшыртты. Шулай ҙа ғалимдар күп кенә һорауға яуап бирә алмай. Мәҫәлән, астрономдар Ғаләмдең нисек барлыҡҡа килгәнен йәки ни өсөн беҙ төрлө-төрлө тереклеккә һәм йәшәү формаларына бай булған планетала йәшәйбеҙ икәнен теүәл әйтә алмай. Өҫтәүенә, кешеләр үҙҙәренең ни өсөн мәңге йәшәргә теләүен бер нисек тә аңлата алмай (Вәғ. 3:11). Ни өсөн шул тиклем күп һорау яуапһыҙ ҡала? Сәбәптәрҙең береһе — күптәрҙең, шул иҫәптән ғалимдарҙың, Алланың барлығына ышанмауы һәм эволюция теорияһы яҡлы булыуы. Әммә Йәһүә үҙ Һүҙендә күпселек кешеләрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирә.

5. Тормошобоҙ тәбиғәт ҡанундары менән нисек бәйле?

5 Беҙ Йәһүә урынлаштырған үҙгәрешһеҙ һәм ышаныслы тәбиғәт ҡанундарына буйһонорға тейеш. Электриктар, слесарҙар, инженерҙар, летчиктар һәм хирургтар — уларҙың барыһы ла үҙ эше менән бәйле тәбиғәт ҡанундарына буйһона. Хирург, мәҫәлән, кеше анатомияһы, дөйөм алғанда, бер төрлө икәнен яҡшы белә. Шунлыҡтан уға пациенттың йөрәген эҙләп торорға кәрәкмәй. Беҙ бөтәбеҙ ҙә тәбиғәт ҡанундарын хөрмәт итәбеҙ. Ерҙең тартыу көсөн (гравитация) һанға һуҡмаҫҡа маташыуҙар үлемгә килтерергә мөмкин.

АЛЛА ТАРАФЫНАН ОЙОШТОРОЛҒАНДАР

6. Ни өсөн Йәһүәнең хеҙмәтселәре яҡшы ойошторолған булырға тейеш тип әйтеп була?

6 Ысындан да, Ғаләм иҫ киткес итеп ойошторолған. Шуға күрә Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең яҡшы ойошторолған булыуын теләй. Шул маҡсат менән Алла беҙгә күрһәтмәләр сығанағы итеп Изге Яҙманы биргән. Йәһүә ойошмаһының ярҙамын алмайынса һәм уның нормаларын үтәмәйенсә йәшәү бәхетһеҙлектәр һәм ғазаптар килтерә.

7. Изге Яҙманың үҙ-үҙенә ҡаршы килмәгән китап икәнен нимә күрһәтә?

7 Изге Яҙма бер-береһе менән бәйле булмаған еврейҙар һәм мәсихселәр яҙмаларының йыйынтығы түгел. Киреһенсә, ул — Алла тарафынан рухландырылған гүзәл әҫәр һәм үҙ-үҙенә ҡаршы килмәй. Изге Яҙманың китаптары бер-береһе менән бәйле. Башланмыштан алып Асылышҡа тиклем Изге Яҙма буйлап бер төп тема үтә — Йәһүәнең хакимлығы аҡланасаҡ һәм уның ергә ҡарата ниәте вәғәҙә ителгән «тоҡом», йәғни Мәсих идараһы аҫтындағы Батшалыҡ ярҙамында үтәләсәк. (Башланмыш 3:15, ЯДТ *; Матфей 6:10; Асылыш 11:15-те уҡығыҙ.)

8. Ни өсөн израилдәр тураһында, улар яҡшы ойошторолған булған, тип әйтергә була?

8 Боронғо Израиль халҡы өлгө алырлыҡ итеп ойошторолған халыҡ булған. Мәҫәлән, Муса ҡануны буйынса, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар «осрашыу сатырының инеү урыны янында хеҙмәт итеү өсөн билдәләнгән» булған (Сығ. 38:8). Израиль лагерын һәм изге сатырҙы бер урындан икенсеһенә күсергәндә, барыһы ойошторолған рәүештә үткән. Һуңыраҡ Дауыт батша левиттар менән руханиҙарҙы төркөмдәргә бүлеп ойошторған (1 Йыл. 23:1—6; 24:1—3). Йәһүәгә буйһонғанда, израилдәр тәртип, татыулыҡ һәм берҙәмлек менән фатихаланған булған (Ҡан. 11:26, 27; 28:1—14).

9. Беренсе быуаттағы мәсихселәр йыйылышының яҡшы ойошторолған булыуы нимәнән күренә?

9 Беренсе быуаттағы мәсихселәр йыйылышы яҡшы ойошторолған булған һәм, тәүҙә илселәрҙән торған етәксе кәңәшмәнән күрһәтмәләр алып, файҙа күргән (Ғәм. 6:1—6). Аҙаҡ етәксе кәңәшмәгә башҡа ағай-ҡәрҙәштәр ҙә ҡушылған (Ғәм. 15:6). Йыйылыштарға шулай уҡ Алла тарафынан рухландырылған хаттар аша кәңәштәр һәм күрһәтмәләр бирелгән. Уларҙы етәксе кәңәшмәнең ағзалары йә улар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән ҡәрҙәштәр яҙған (1 Тим. 3:1—13; Тит. 1:5—9). Йыйылыштар, етәксе кәңәшмә биргән күрһәтмәләр буйынса эш итеп, ниндәй файҙа алған?

10. Беренсе быуаттағы йыйылыштар етәксе кәңәшмәнең ҡарарҙары буйынса эш иткәндә, был ниндәй һөҙөмтәгә килтергән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

10 Ғәмәлдәр 16:4, 5-те уҡығыҙ. Етәксе кәңәшмә исеменән ағай-ҡәрҙәштәр, бер йыйылыштан икенсеһенә йөрөп, «Иерусалимдағы илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре тарафынан сығарылған ҡарарҙарҙы» тапшырған. Йыйылыштар, шул ҡарарҙар буйынса эш итеп, иманда нығынған, һәм «көндән-көн иманға килеүселәрҙең һаны арта» барған. Алланың беҙҙең көндәрҙәге ойошмаһы тураһында әйткәндә, Изге Яҙмала килтерелгән был өҙөк беҙҙе нимәгә өйрәтә?

ҺЕҘ КҮРҺӘТМӘЛӘР БУЙЫНСА ЭШ ИТӘҺЕГЕҘМЕ?

11. Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр Алла ойошмаһынан килгән күрһәтмәләргә нисек ҡарарға тейеш?

11 Филиал һәм ил комитеттарының ағзалары, район күҙәтеүселәре һәм йыйылыш өлкәндәре Алла ойошмаһынан килгән күрһәтмәләргә нисек ҡарарға тейеш? Үҙ Һүҙендә Йәһүә барыбыҙға ла тыңлаусан һәм буйһоноусан булырға ҡуша (Ҡан. 30:16; Евр. 13:7, 17). Алла ойошмаһында тәнҡитсел һәм фетнәсел рух булырға тейеш түгел, сөнки ул йыйылыштарыбыҙҙа хөкөм һөргән һөйөүҙе, тыныслыҡты һәм берҙәмлекте емерергә мөмкин. Әлбиттә, бер тоғро мәсихсе лә, Диотреф кеүек, хөрмәтһеҙ, фетнәсел рух сағылдырырға теләмәҫ ине. (3 Яхъя 9, 10-ды уҡығыҙ.) Үҙ-үҙебеҙгә бындай һорауҙар биреү яҡшы булыр: мин тирә-яғымдағы кешеләрҙең рухи һаулығына өлөш индерәмме? Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәрҙең күрһәтмәләренә дөрөҫ ҡараш һаҡлайыммы һәм уларға шунда уҡ буйһонаммы?

12. Өлкәндәрҙе һәм хеҙмәт ярҙамсылары билдәләү тәртибе нисек үҙгәрҙе?

12 Етәксе кәңәшмәнең күптән түгел генә ҡабул иткән ҡарарын ҡарап сығайыҡ. 2014 йылдың 15 ноябрь һанындағы «Күҙәтеү манараһы»нда (тат.) «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләлә өлкәндәрҙең һәм хеҙмәт ярҙамсыларының билдәләнеүенә ҡағылышлы үҙгәрештәр хаҡында яҙылғайны. Был мәҡәләлә шуға иғтибар ителде: беренсе быуатта уларҙы етәксе кәңәшмә исеменән күсеп йөрөүсе күҙәтеүселәр билдәләгән. Ошо өлгө буйынса, 2014 йылдың 1 сентябренән башлап өлкәндәрҙе һәм хеҙмәт ярҙамсыларын район күҙәтеүселәре билдәләй. Район күҙәтеүсеһе билдәләнеүгә тәҡдим ителгән ағай-ҡәрҙәш менән яҡынданыраҡ танышырға һәм, мөмкин булһа, уның менән вәғәзләп алырға тырыша. Ул шулай уҡ ағай-ҡәрҙәштең ғаиләһенә лә иғтибар итә (1 Тим. 3:4, 5). Шунан өлкәндәр кәңәшмәһе район күҙәтеүсеһе менән бергә Изге Яҙманан өлкәндәр һәм хеҙмәт ярҙамсылары өсөн ҡуйылған талаптарҙы ентекләп ҡарап сыға (1 Тим. 3:1—10, 12, 13; 1 Пет. 5:1—3).

13. Беҙ өлкәндәрҙең ҡарарҙары менән риза булыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

13 Беҙгә өлкәндәрҙең Изге Яҙмаға нигеҙләнгән күрһәтмәләренә буйһонорға кәрәк. Был тоғро көтөүселәр Изге Яҙмалағы «хаҡ һүҙҙәр» буйынса эш итә (1 Тим. 6:3). Павелдың йыйылышта тәртип боҙоусыларға ҡағылышлы кәңәштәрен ҡарап сығайыҡ. Ул яҙғанса, ҡайһы берәүҙәр, эшләргә теләмәйенсә, фәҡәт кеше эшенә ҡыҫылып көн үткәргән. Улар, күрәһең, өлкәндәрҙең киҫәтеүҙәрен һанға һуҡмаған. Йыйылыш улар менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш булған? Павел бындай күрһәтмә биргән: «Ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм... уның менән аралашмағыҙ». Шулай ҙа Павел ундай кешене дошман тип иҫәпләмәҫкә өндәгән (2 Фес. 3:11—15). Әгәр бөгөн берәй мәсихсе насар тәртибе менән башҡа ҡәрҙәштәргә кире йоғонто яһаһа (мәҫәлән, Йәһүә шаһиты булмаған кешегә романтик хистәр үҫтереп, уның менән осраша башлаһа), өлкәндәр йыйылышта иҫкәртеү телмәре менән сығыш яһай ала (1 Кор. 7:39). Шундай телмәрҙе тыңлағандан һуң, һеҙ нисек эш итерһегеҙ? Телмәрҙең кемгә ҡағылғанын белһәгеҙ, шул кеше менән яҡын аралашмаҫҡа тырышырһығыҙмы? Һеҙҙең ҡайғыртыуығыҙ һәм ныҡ тороуығыҙ кешене насар тәртибен ҡалдырырға дәртләндерергә мөмкин [1].

САФ, ТАТЫУ ҺӘМ БЕРҘӘМ БУЛЫҒЫҘ

14. Беҙ йыйылыштың сафлығына нисек өлөш индерә алабыҙ?

14 Изге Яҙмалағы күрһәтмәләр буйынса эш итеп, беҙ йыйылышҡа рухи яҡтан саф булырға ярҙам итә алабыҙ. Боронғо Коринф йыйылышында булған осраҡты ҡарап сығайыҡ. Павел Коринфта, үҙен йәлләмәйенсә, ашҡынып вәғәзләгән һәм ундағы имандаштарын бик яратҡан (1 Кор. 1:1, 2). Павелға уларҙың фәхешлеккә күҙ йомғаны билдәле булғас, уларға был хаҡта яҙыу уға ни тиклем ҡыйын булғанын күҙ алдына килтерегеҙ! Павел өлкәндәргә гонаһ ҡылыусыны Иблискә тапшырырға, икенсе һүҙ менән әйткәндә, йыйылыштан сығарырға ҡушҡан. Йыйылышты саф килеш һаҡлар өсөн, уларға «әсетке[нән]» ҡотолорға кәрәк булған (1 Кор. 5:1,5—7, 12). Өлкәндәрҙең тәүбә итмәгән кешене йыйылыштан сығарыу хаҡындағы ҡарары буйынса эш итһәк, йыйылыштың сафлығына өлөш индерербеҙ һәм, бәлки, гонаһ ҡылыусыны, тәүбә итеп, Йәһүәнең кисереүен эҙләргә дәртләндерербеҙ.

15. Беҙ йыйылышта нисек татыулыҡ һаҡлай алабыҙ?

15 Коринфта башҡа ауырлыҡ та булған. Ҡайһы бер мәсихселәр имандаштары менән судлашҡан. Павел уларға бындай етди һорау биргән: «Алданған булып ҡалыу яҡшыраҡ түгелме?» (1 Кор. 6:1—8). Бөгөн шундай уҡ хәл булырға мөмкин. Ҡай саҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ҡәрҙәштәр бер-береһе менән килешеү төҙөй, ләкин уларҙың ниәте тормошҡа ашмай. Аҡса юғалтып һәм, бәлки, бер-береһен мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләп, улар йыйылышта татыулыҡты емерә. Ҡайһы бер осраҡта эш судлашыуға тиклем барып етә. Әммә, Алла Һүҙендә әйтелгәнсә, матди зыян күреү Алла исеменә тап төшөрөүҙән йә йыйылышта татыулыҡты емереүҙән яҡшыраҡ [2]. Етди ауырлыҡтарҙы һәм ҡаршылыҡтарҙы хәл итер өсөн, беҙ Ғайса Мәсихтең кәңәштәрен тоторға тейеш. (Матфей 5:23, 24; 18:15—17-не уҡығыҙ.) Шулай эшләп, беҙ рухи ғаиләбеҙҙең берҙәмлеген һаҡларбыҙ.

16. Ни өсөн Алла халҡының берҙәм булыуы ғәжәп түгел?

16 Йәһүәнең Һүҙенән күренеүенсә, Алла халҡының берҙәм булыуы беҙҙе ғәжәпләндерергә тейеш түгел. Мәҙхиә йырлаусы былай тигән: «Ҡәрҙәштәрҙең берҙәмлектә йәшәүе шундай яҡшы һәм шундай күңелле!» (Зәб. 133:1). Йәһүәгә буйһонған саҡтарында израилдәр яҡшы ойошторолған берҙәм халыҡ булған. Халҡының киләсәге хаҡында Алла бына нимә тигән: «Көтөүҙе көтөүлектә йыйғандай берҙәм итермен» (Миҡ. 2:12). Ә Сафуния аша ул бындай пәйғәмбәрлек әйткән: «Ул саҡта мин халыҡтарҙың телен, уларҙың барыһы Йәһүә исемен саҡырһын өсөн һәм уға иңгә-иң терәп хеҙмәт итһен [йәки «берҙәмлектә ғибәҙәт ҡылһын», төш.] өсөн, саф телгә [Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт теленә] алмаштырырмын» (Саф. 3:9). Йәһүәгә берҙәм рәүештә ғибәҙәт ҡылыу — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт!

Өлкәндәр яңылыш аҙым яһаған ҡәрҙәшкә рухи ярҙам күрһәтә (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Йыйылыш саф һәм берҙәм булһын өсөн, өлкәндәр етди гонаһ менән бәйле һорауҙарҙы нисек хәл итергә тейеш?

17 Йыйылыш саф һәм берҙәм булһын өсөн, өлкәндәр етди гонаһ менән бәйле һорауҙарҙы тиҙ арала яратыу менән хәл итергә тейеш. Павел шуны яҡшы белгән: яратыу сағылдырғанда, Алла хистәргә бирелеп кенә эш итмәй һәм гонаһтарға күҙ йоммай (Ғиб. һүҙ 15:3). Шуға күрә Павел Коринфтағы мәсихселәргә ҡаты, әммә йылы эстәлекле хат яҙырға булған. Уның бер нисә айҙан һуң яҙылған икенсе хатынан күренеүенсә, өлкәндәр Павелдың күрһәтмәләренә ҡолаҡ һалған һәм проблеманы хәл иткән. Әгәр мәсихсе, үҙе лә абайламайынса, яңылыш аҙым яһаһа, яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр уны ипле генә итеп төҙәтергә тырышырға тейеш (Гал. 6:1).

18. а) Изге Яҙмалағы кәңәштәр беренсе быуаттағы мәсихселәргә нисек ярҙам иткән? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

18 Күренеүенсә, беренсе быуатта Алла тарафынан рухландырылған кәңәштәр Коринфта һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәгән мәсихселәргә йыйылышта сафлыҡ, татыулыҡ һәм берҙәмлек һаҡларға ярҙам иткән (1 Кор. 1:10; Ефес. 4:11—13; 1 Пет. 3:8). Бының ярҙамында улар хеҙмәттә күп нәмәгә өлгәшә алған. Павел әйткәнсә, һөйөнөслө хәбәр «донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән» булған (Кол. 1:23). Бөгөн вәғәз эшен башҡарған ойошманың ағзалары, бар тырышлыҡтарын ҡуйып, бөтә ер йөҙөндә Алланың иҫ киткес ниәттәре тураһында кешеләргә һөйләй. Киләһе мәҡәләнән беҙ мәсихселәрҙең Изге Яҙманы ҡәҙерләгәне һәм Йәһүәгә, Ғаләм Хакимына, хөрмәт күрһәтергә тырышҡаны хаҡында белербеҙ (Зәб. 71:15, 16).

^ [1] (13-се абзац) «Йәһүә ихтыярын үтәр өсөн ойошторолғандар» тигән китаптың (урыҫ) 134—136-сы биттәрен ҡарағыҙ.

^ [2] (15-се абзац) Мәсихсе үҙ имандашын судҡа бирә алған осраҡтар тураһында күберәк белер өсөн «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» тигән китаптың 223-сө битен, шул иҫәптән төшөрмәне лә ҡарағыҙ.

^ 7 абз. Башланмыш 3:15, ЯДТ: «Һинең менән ҡатын араһына, һинең тоҡомоң менән уның тоҡомо араһына дошманлыҡ һаласаҡмын. Ул һинең башыңды ярыр, һин иһә уны үксәһенән сағырһың».