Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Алла бөтә доғаларға ла яуап бирәме?

ҺЕҘ НИСЕК УЙЛАЙҺЫҒЫҘ?

  • Алла бөтә кешеләргә лә яуап бирә

  • Ул ҡайһы берәүҙәргә генә иғтибарлы

  • Ул бер кемгә лә яуап бирмәй

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

«Йәһүә... хәҡиҡәт буйынса ялбарыусыларҙың һәммәһенә яҡын» (Зәбур 145:18).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ТАҒЫ НИМӘ БЕЛЕП БУЛА?

  • Алла үҙенә ҡаршы сыҡҡан кешеләрҙең доғаларын тыңламай (Ишағыя 1:15). Әммә улар, йәшәү рәүештәрен үҙгәртеп, Алла менән мөнәсәбәттәрен яҡшырта ала (Ишағыя 1:18).

  • Алла беҙгә яуап бирһен өсөн, доғабыҙ Изге Яҙмалағы талаптарға тура килергә тейеш (1 Яхъя 5:14).

Доға ҡылғанда тубыҡланырға йә тағы берәй торош алырға кәрәкме?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР УЙЛАУЫНСА, доға ҡылған ваҡытта тубыҡланырға, йөҙ түбән ҡапланырға йә ҡулдарҙы бергә ҡуйырға кәрәк. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

Алла ултырып, тороп, йөҙ түбән ятып һәм тубыҡланып доға ҡылған кешеләргә яуап биргән (1 Йылъяҙма 17:16; 2 Йылъяҙма 30:27; Езра 10:1; Ғәмәлдәр 9:40). Ул беҙҙән доға ҡылған саҡта билдәле бер торош алыуыбыҙҙы талап итмәй.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ТАҒЫ НИМӘ БЕЛЕП БУЛА?

  • Алла баҫалҡы кешеләрҙең доғаларын тыңлай (Зәбур 138:6).

  • Уға төрлө телдәрҙә һәм хатта эстән генә лә доға ҡылып була (2 Йылъяҙма 6:32, 33; Ниҡәми 2:1—6).