Йәһүәгә таянығыҙ һәм йәшәгеҙ!
«Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма» (ҒИБ. ҺҮҘ. 3:5).
1. Ни өсөн беҙ барыбыҙ ҙа йыуатыуға мохтаж?
БЕҘ барыбыҙ ҙа йыуатыуға мохтаж. Бәлки, борсолоуҙар, ҡайғылар һәм аҡланмаған өмөттәр тормошобоҙҙоң өлөшө булып киткәндер. Ауырыу, ҡартайыу йә ғәзиз яҡыныбыҙҙы юғалтыу арҡаһында күңелебеҙ әрнергә мөмкин. Ә ҡайһы берәүҙәр насар мөғәмәлә менән осраша. Өҫтәүенә, тирә-яғыбыҙҙағы кешеләр яуызыраҡ була бара. Эйе, бөгөнгө «ауыр ваҡыттар» беҙҙең «һуңғы көндәрҙә» йәшәүебеҙҙе һәм яңы донъяның көндән-көн яҡынлашыуын иҫбатлай (2 Тим. 3:1). Бәлки, беҙ Йәһүә вәғәҙәләренең үтәлеүен инде күп йылдар көтәбеҙҙер, бынан тыш, тормошобоҙҙа ауырлыҡтар тағы ла күбәйергә мөмкин.
2, 3. а) Беҙ Абаҡум тураһында нимә беләбеҙ? б) Ни өсөн Абаҡум китабын ҡарап сығыу файҙалы?
2 Эйе, бөтә кешеләр ҙә йыуатыуға мохтаж. Йыуанысты ҡайҙан табырға һуң? Был һорауға яуап алыр өсөн, Абаҡум китабын ҡарап сығайыҡ. Абаҡумдың исеме, күрәһең, «ҡосаҡтар» тигән мәғәнә йөрөтә. Был исем Йәһүәнең беҙҙе йыуатыр өсөн йылы итеп ҡосаҡлауын йәки беҙҙең уға ныҡ итеп тотоноуыбыҙҙы һүрәтләргә мөмкин. Изге Яҙмала Абаҡумдың тормошо тураһында күп әйтелмәһә лә, уның китабы бик рухландырғыс. Абаҡум Аллаға бер нисә һорау биргән, ә Йәһүә уға яуап ҡайтарған. Йәһүә пәйғәмбәргә был һөйләшеүҙе яҙып ҡуйырға ҡушҡан, сөнки уның беҙгә файҙа килтерәсәген белгән (Аб. 2:2).
Рим. 15:4). Абаҡум китабы һәр беребеҙгә ниндәй файҙа килтерә ала? Ул Йәһүәгә таяныуҙың үҙ эсенә нимә алғанын аңларға ярҙам итә. Шулай уҡ Абаҡумдың пәйғәмбәрлеге шуға ышандыра: ниндәй генә ауырлыҡтар һәм һынауҙарға дусар булһаҡ та, беҙ йән тыныслығына эйә була алабыҙ.
3 Изге Яҙмала, рух төшөнкөлөгөнә бирелгән Абаҡум менән Йәһүә араһында булған һөйләшеүҙән тыш, был пәйғәмбәр тураһында бер ни әйтелмәй. Алла Һүҙендә «яҙылғандарҙың барыһы ла», шул иҫәптән Абаҡум китабы ла, «сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған» (ЙӘҺҮӘГӘ ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ
4. Ни өсөн Абаҡум рух төшөнкөлөгөнә бирелгән?
4 Абаҡум 1:2, 3-тө уҡығыҙ *. Абаҡум бик ауыр ваҡыттарҙа, яуыз һәм аяуһыҙ кешеләр араһында йәшәгән. Был уны бик бойоҡторған. Ҡайҙа ғына ҡараһа ла, йәһүдтәр бер-береһе менән тупаҫ һәм ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткән. Абаҡумды бындай һорауҙар борсоған: «Был яуызлыҡ ҡасан бөтөр? Ни өсөн Йәһүә һаман да бер ни эшләмәй?» Абаҡум үҙен көсһөҙ итеп тойған. Шуға күрә ул Йәһүәнән берәй нәмә эшләүен ялбарған. Бәлки, Абаҡум, Йәһүә үҙенең халҡы хаҡында бүтән ҡайғыртмай йәки ғәҙеллек урынлаштырыуҙы оҙаҡҡа һуҙа, тип уйлай башлағандыр. Һеҙгә шундай хистәр танышмы?
5. Абаҡум китабынан нимәгә өйрәнеп була? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)
5 Ни өсөн Абаҡум шундай һорауҙар биргән? Ул әллә Йәһүәгә таянмай һәм уның вәғәҙәләренә ышанмай башлағанмы? Әлбиттә, юҡ! Абаҡум, үҙенең шиктәрен һәм ауырлыҡтарын һөйләп, Йәһүәнән ярҙам һораған. Тимәк, ул өмөтөн юғалтмаған һәм һаман да Аллаға таянған. Абаҡум бик ҡайғырған, ул Йәһүәнең ни өсөн эш итергә ашыҡмауын һәм ни өсөн үҙ пәйғәмбәренең ғазапланыуына юл ҡуйыуын аңламаған. Уға борсолоуҙары тураһында яҙырға ҡушып, Йәһүә беҙҙе бер мөһим хәҡиҡәткә өйрәтергә теләгән. Йәһүә беҙҙең, ҡурҡмайынса, уға шиктәребеҙ һәм борсолоуҙарыбыҙ тураһында һөйләүебеҙҙе теләй. Ул беҙҙе доғала күңелебеҙҙе бушатырға саҡыра (Зәб. 50:16; 62:9). Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5-тә былай тиелә: «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма». Абаҡум ошо һүҙҙәр буйынса эш иткән дә.
6. Ни өсөн доға ҡылыу мөһим?
6 Абаҡум үҙенең Атаһына һәм Дуҫына — Йәһүәгә ышанған һәм уға яҡынлашыр өсөн аҙымдар яһаған. Ул ауырлыҡтар арҡаһында борсолоп ҡына ултырмаған, шулай уҡ хәлде үҙе төҙәтергә тырышмаған. Бының урынына, Абаҡум доға ҡылып хис-тойғоларын Йәһүәгә һөйләгән. Был беҙҙең өсөн яҡшы үрнәк булып тора. Доғаларҙы тыңлаусы Йәһүә беҙҙе, доғала борсолоуҙарыбыҙ тураһында һөйләп, уға таянғаныбыҙҙы күрһәтергә саҡыра (Зәб. 65:2). Шулай эшләһәк, Йәһүәнең доғаларыбыҙға яуап биреүен күрербеҙ һәм, образлы итеп әйткәндә, уның беҙҙе наҙлы итеп ҡосаҡлауын, йәғни йыуатыуын һәм кәңәш биреүен һиҙербеҙ (Зәб. 73:23, 24). Ниндәй генә ауырлыҡтарҙан интекһәк тә, Йәһүә беҙгә ауырлыҡтарыбыҙға үҙе ҡараған кеүек ҡарарға ярҙам итер. Доға ҡылыу — Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәтер өсөн иң яҡшы ысулдарҙың береһе.
ЙӘҺҮӘНЕ ТЫҢЛАҒЫҘ
7. Йәһүә Абаҡумдың һорауҙарына нисек ҡараған?
7 Абаҡум 1:5—7-не уҡығыҙ *. Доғала борсолоуҙары тураһында һөйләгәндән һуң, Абаҡум, моғайын, Йәһүә нисек яуап бирер икән, тип уйланғандыр. Ҡайғыртыусан Атай булараҡ, Йәһүә Абаҡумдың ниндәй хистәр кисереүен яҡшы аңлаған. Ул Абаҡумдың ғазапланыуын һәм ярҙам һорап ялбарыуын белгән. Шуға күрә Йәһүә уны шундай һорауҙар биргәне өсөн шелтәләмәгән, ә ғәҙелһеҙ йәһүдтәр менән тиҙҙән нимә эшләйәсәген асҡан. Күрәһең, Абаҡум хөкөм көнөнөң яҡынлашҡаны тураһындағы хәбәрҙе ишеткән беренсе кеше булған.
8. Ни өсөн Йәһүәнең яуабы Абаҡумды аптырашта ҡалдырған?
8 Йәһүә Абаҡумға үҙенең эш итергә йыйынғанын аңлатҡан. Ул халдейҙарҙы, йәғни Вавилон кешеләрен ҡулланып аяуһыҙ һәм яуыз йәһүдтәргә яза бирәсәге хаҡында әйткән. Был «һеҙҙең көндәрҙә» буласаҡ, тиеп Йәһүә хөкөм көнөнөң Абаҡум йәки уның замандаштары тере саҡта киләсәген күрһәткән. Йәһүәнең яуабы Абаҡумды аптырашта ҡалдырған. Вавилондар йәһүдтәргә ҡарағанда күпкә аяуһыҙыраҡ, ҡаты бәғерле халыҡ булған. Йәһүдтәр, исмаһам, Йәһүәнең нормаларын белгән. Улайһа, ни өсөн Йәһүә, үҙенең халҡына яза бирер өсөн, был мәрхәмәтһеҙ мәжүси халыҡты ҡулланырға булған? Был бит йәһүдтәрҙең ғазаптарын тағы ла арттырыр ине. Абаҡум урынында булһағыҙ, үҙегеҙҙе нисек тойор инегеҙ?
9. Абаҡумды ниндәй һорауҙар борсой алған?
9 Абаҡум 1:12, 13-тө уҡығыҙ *. Абаҡум Йәһүәнең Вавилон аша яуыз кешеләргә яза бирәсәген аңлаһа ла, уның ҡайһы бер һорауҙары яуапһыҙ ҡалған (Аб. 1:14, 17). Әммә ул баҫалҡы булған һәм артабан да Йәһүәгә таянған. Ул һаман да Йәһүәне «Ҡаям» тип атаған (Ҡан. 32:4; Ишағ. 26:4). Абаҡум Алланың ҡайғыртыусан һәм игелекле булыуына шикләнмәгән, шуға күрә Йәһүәгә бындайыраҡ һорауҙар бирергә ҡурҡмаған: ни өсөн Алла Йәһүҙәләге хәлдең насарайыуына һәм үҙ халҡының ғазапланыуына юл ҡуя? Ни өсөн ул хәҙер үк бер нәмә лә эшләмәй? Ни өсөн Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе «өндәшмәй» һәм шул тиклем киң таралған яуызлыҡты күреп тә, түҙеп тора? Йәһүә бит «изге», уның «күҙҙәре шул тиклем саф, хатта... яуызлыҡҡа ҡарай алмай».
10. Ни өсөн беҙ Абаҡумдыҡына оҡшаш хистәр кисерергә мөмкин?
10 Ҡайһы саҡта беҙ ҙә Абаҡумдыҡына оҡшаш хистәр кисерергә мөмкин. Беҙ Йәһүәне тыңлайбыҙ, уға таянабыҙ, шулай уҡ уның өмөт биргән Һүҙен уҡыйбыҙ һәм өйрәнәбеҙ. Бынан тыш, беҙ Йәһүә ойошмаһының өйрәтеүҙәре аша уның вәғәҙәләре тураһында күберәк белем алабыҙ. Шулай ҙа беҙҙе: «Ғазаптарыбыҙ ҡасан бөтөр инде?» — тигән һорау борсорға мөмкин. Әйҙәгеҙ, Абаҡумдың артабан нимә эшләгәнен беләйек һәм бынан нимәгә өйрәнеп булғаны хаҡында уйланайыҡ.
ЙӘҺҮӘНЕҢ ЭШ ИТӘ БАШЛАУЫН КӨТӨГӨҘ
11. Абаҡум нимә эшләргә ҡарар иткән?
11 Абаҡум 2:1-ҙе уҡығыҙ *. Йәһүә менән һөйләшеү Абаҡумды тынысландырған. Ул Йәһүәнең эш итә башлауын көтөргә ҡарар иткән. Был тиҙ үтә торған хис кенә булмаған, Абаҡум бер нисә тапҡыр: «Мин ҡайғы-хәсрәт көнөн тыныс ҡына көтөрмөн», — тип ҡабатлаған (Аб. 3:16). Алланың башҡа тоғро хеҙмәтселәре лә Йәһүәне сабырлыҡ менән көткән. Уларҙың үрнәге беҙҙе рухландыра, сөнки улар быны булдыра алған икән, тимәк, был беҙҙең дә көсөбөҙҙән килә (Миҡ. 7:7; Яҡ. 5:7, 8).
12. Беҙ Абаҡумдан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
Рим. 12:12).
12 Абаҡумдың тәүәккәллегенән нимәгә өйрәнеп була? Беренсенән, беҙ бер ҡасан да доға ҡылыуҙан һәм Йәһүәгә ауырлыҡтарыбыҙ тураһында һөйләүҙән туҡтарға тейеш түгел. Икенсенән, Йәһүәнең үҙ Һүҙе һәм ойошмаһы аша әйткәндәрен тыңларға кәрәк. Һәм өсөнсөнән, Йәһүәнең эш итә башлауын сабырлыҡ менән көтөргә һәм уның үҙ ваҡытында ғазаптарыбыҙҙы бөтөрәсәгенә ышанырға кәрәк. Абаҡумдан үрнәк алһаҡ, күңелебеҙ тыныс булыр, һәм беҙ сыҙам булып ҡала алырбыҙ. Өмөт беҙгә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, сабыр булырға һәм шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам итер (13. Йәһүә Абаҡумды нисек йыуатҡан?
13 Абаҡум 2:3-тө уҡығыҙ *. Абаҡум Йәһүәне көтөргә ҡарар иткәс, Йәһүә, һис шикһеҙ, быға бик шатланған. Аллаһы Тәғәлә Абаҡумдың ни тиклем ныҡ ғазапланыуын яҡшы белгән, шуға күрә ул уны йыуатҡан һәм яратыу менән, тиҙҙән һорауҙарыңа яуап алырһың, тип ышандырған. Йәһүә Абаҡумға былай тип әйткәндәй булған: «Түҙеп тор һәм миңә ышан. Хатта оҙаҡҡа һуҙам кеүек тойолһа ла, мин һинең доғаңа мотлаҡ яуап бирәсәкмен». Йәһүә Абаҡумға үҙ вәғәҙәләренең үтәлеү ваҡытын инде билдәләп ҡуйғанын иҫенә төшөргән. Ул Абаҡумды артабан да көтөргә дәртләндергән, һәм ахыр сиктә пәйғәмбәрҙең өмөтө аҡланған.
14. Ауырлыҡтар менән осрашҡанда, нимә эшләргә тырышырға кәрәк?
14 Беҙгә лә Йәһүәнең эш итә башлауын көтөргә һәм уның әйткәндәрен иғтибар менән тыңларға кәрәк. Шул саҡта, ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһәк тә, беҙ уға таянырбыҙ һәм күңел тыныслығын юғалтмаҫбыҙ. Ғайса беҙҙе «ваҡыттарҙы йәки миҙгелдәрҙе» белергә тырышыуҙан киҫәткән, сөнки Алла уларҙы беҙгә асмаған (Ғәм. 1:7). Һис тә шикләнмәйек: Йәһүә ниндәй ваҡытта эш итергә кәрәклеген яҡшы белә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, бирешмәйек, ә, баҫалҡылыҡ һәм түҙемлек сағылдырып, Аллаға иман итәйек. Ә Йәһүәне көткән арала ваҡытты аҡыллы ҡулланырға һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә кәрәк (Марк 13:35—37; Гал. 6:9).
ЙӘҺҮӘ ҮҘЕНӘ ТАЯНҒАНДАРҒА ТОРМОШ БИРӘ
15, 16. а) Абаҡум китабында ниндәй вәғәҙәләр яҙылған? б) Был вәғәҙәләр беҙҙе нимәгә өйрәтә?
15 Йәһүә былай тип вәғәҙә итә: «Тәҡүә үҙ тоғролоғо менән йәшәр... Диңгеҙ һыуҙар менән тулы булған кеүек, ер йөҙө Йәһүә даны тураһындағы белем менән тулыр» (Аб. 2:4, 14). Эйе, Йәһүә үҙенә таянған һәм түҙемлек сағылдырған кешеләргә мәңгелек тормош бирергә вәғәҙә итә.
16 Абаҡум 2:4-тә яҙылған вәғәҙә тураһында уйлап ҡарағыҙ. Ул шул тиклем мөһим, хатта илсе Павел үҙенең хаттарында уны өс тапҡыр ҡабатлаған (Рим. 1:17; Гал. 3:11; Евр. 10:38). Ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлаһаҡ һәм уға иман итһәк, беҙ уның вәғәҙәләренең үтәлеүен мотлаҡ күрәсәкбеҙ. Йәһүә иғтибарыбыҙҙы яҡты өмөткә тупларға өндәй.
17. Йәһүәгә таянһаҡ, ул беҙҙең өсөн нимә эшләргә вәғәҙә итә?
17 Абаҡум китабында һуңғы көндәрҙә йәшәгән бөтә кешеләр өсөн мөһим һабаҡ бар. Йәһүә үҙенә таянған тәҡүә кешеләргә мәңгелек тормош вәғәҙә итә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, ниндәй генә ауырлыҡтар һәм борсолоуҙар арҡаһында интекһәк тә, артабан да Аллаға ышанысыбыҙҙы нығытайыҡ. Абаҡум аша Йәһүә Матф. 5:5; Евр. 10:36—39).
беҙҙе ярҙам итәсәгенә һәм ҡотҡарасағына ышандыра. Йәһүә беҙҙе үҙенә таянырға һәм түҙемлек менән Батшалыҡ идараһының ерҙә урынлашыуын көтөргә өндәй. Ул ваҡытта ер йөҙө Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылған һәм татыулыҡ яратҡан бәхетле кешеләр менән тулыр (ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫҒЫҘ ҺӘМ ШАТЛЫҠ ЮҒАЛТМАҒЫҘ
18. Йәһүәнең һүҙҙәре Абаҡумға нисек тәьҫир иткән?
18 Абаҡум 3:18, 19-ҙы уҡығыҙ *. Йәһүәнең һүҙҙәре Абаҡумға бик ныҡ тәьҫир иткән (Аб. 3:16, 17). Абаҡум Йәһүәнең үткәндә үҙ халҡы өсөн башҡарған бөйөк эштәре тураһында уйланған. Был уның Йәһүәгә ышанысын нығытҡан. Бер ни тиклем ваҡыт ғазап кисерергә тура килерен аңлаһа ла, Йәһүәнең тиҙҙән эш итәсәгенә шикләнмәү пәйғәмбәрҙе йыуатҡан. Абаҡумдың шиктәре таралған, һәм хәҙер ул Йәһүәнең үҙен ҡотҡарасағына тулыһынса ышанған. Уның 18-се шиғырҙа яҙылған һүҙҙәре, моғайын, Изге Яҙмалағы иң ҙур ышаныс сағылдырған өҙөктәрҙең береһелер. Ҡайһы бер белгестәр уйлауынса, был шиғырҙың һүҙмә-һүҙ тәржемәһе былай тип яңғырай: «Мин Алламда шатлыҡтан һикерермен; Алла хаҡында ҡысҡырып бейермен». Абаҡум 3:16—19-ҙағы һүҙҙәр беҙҙе бик рухландыра! Йәһүә яҡты киләсәккә матур вәғәҙәләр биреү менән генә сикләнмәй, ә шулай уҡ был вәғәҙәләрҙе үтәр өсөн әле үк саралар күрә.
19. Беҙ, Абаҡум кеүек, нисек Йәһүәнән йыуаныс таба алабыҙ?
19 Шулай итеп, Абаҡум китабы беҙҙе Йәһүәгә таянырға өйрәтә (Аб. 2:4). Ә Йәһүәгә артабан да таяныр өсөн, беҙгә уның менән мөнәсәбәттәрҙе нығытырға кәрәк. Шуға күрә беҙ 1) бөтә борсолоуҙарыбыҙ хаҡында һөйләп доға ҡылыуҙан туҡтарға тейеш түгел, 2) Йәһүәнең үҙ Һүҙе һәм ойошмаһы аша әйткәндәрен иғтибар менән тыңларға тейеш һәм 3) Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен көткән арала тоғролоҡ һаҡларға һәм сабырлыҡ сағылдырырға тейеш. Абаҡум шулай эшләгән дә. Йәһүә менән һөйләшә башлағанда бик ныҡ бойоҡҡан булһа ла, һөйләшеүҙең аҙағында Абаҡумдың күңеле дәрт һәм шатлыҡ менән тулған! Унан үрнәк алһаҡ, беҙ ҙә күктәге Атабыҙ Йәһүәнең йылы ҡосағында йыуаныс табырбыҙ. Ә был яуыз донъяла ошонан да ҙурыраҡ йыуаныс табып буламы ни?
^ 4 абз. Абаҡум 1:2, 3: «Эй Йәһүә, күпме миңә һинән ярҙам үтенергә? Ҡасан инде һин ишетерһең? Күпме миңә һинән ярҙам һорарға? Ҡасан инде һин мине йәбер-золомдан ҡотҡарырһың? Ниңә һин миңә яуызлыҡты күрергә бирәһең? Ниңә һин йәбер-золомдо күреп тә, түҙеп тораһың? Ниңә минең алдымда һәләкәт һәм мәрхәмәтһеҙлек? Ни өсөн бөтә ерҙә ыҙғыш-талаш һәм һуғыш-ҡаршылыҡ?».
^ 7 абз. Абаҡум 1:5—7: «Халыҡтарға ҡарағыҙ һәм иғтибар итегеҙ! Ғәжәпләнеп ҡарағыҙ һәм шаҡ ҡатығыҙ. Сөнки һеҙҙең көндәрҙә буласаҡ нәмәгә, һеҙгә был турала әйтһәләр ҙә, ышанмаҫһығыҙ. Сөнки мин халдейҙарҙы, үҙен йыртҡыстарса тотоусы ҡыҙыу ҡанлы халыҡты күтәрәм. Улар, үҙҙәренеке булмаған ерҙәрҙе баҫып алыр өсөн, ер йөҙө буйлап ғәйәт ҙур ара үтә. Улар ҡурҡыныс һәм ҡотто алырлыҡ. Улар үҙ ғәҙеллеген һәм хакимлығын урынлаштыра».
^ 9 абз. Абаҡум 1:12, 13: «Эй Йәһүә, һин мәңгелектән түгелме? Эй Аллам, изге Аллам, һин һис ҡасан үлмәйһең. Эй Йәһүә, һин уларҙы хөкөмдө үтәр өсөн билдәләнең. Ҡаям минең, һин уларҙы яза бирер өсөн һайланың. Күҙҙәрең шул тиклем саф, хатта һин яуызлыҡҡа ҡарай алмайһың, яманлыҡты түҙеп тора алмайһың. Улайһа, ни өсөн һин мәкерле кешеләрҙе түҙеп тораһың? Ни өсөн һин, яуыз кеше үҙенән күпкә тәҡүәрәк кешене йотҡанда, өндәшмәйһең?».
^ 11 абз. Абаҡум 2:1: «Мин үҙемә билдәләнгән урында һаҡта торормон һәм вал өҫтөнә сығып баҫырмын. Уның минең аша әйтәсәк һүҙҙәрен һәм ул мине төҙәткәндә ниндәй яуап бирергә икәнен белер өсөн күҙәтеп торормон».
^ 13 абз. Абаҡум 2:3: «Сөнки был күренеш әле билдәләнгән ваҡытта үтәлергә тейеш. Ул үҙ ахырына ашыға һәм алдамаясаҡ. Тотҡарланһа ла, көт уны! Ул бит һис шикһеҙ үтәләсәк. Һуңға ҡалмаясаҡ!».
^ 18 абз. Абаҡум 3:18, 19: «Мин барыбер Йәһүәлә һөйөнөс табырмын, мин Ҡотҡарыусы Алламда шатланырмын. Аллаһы Тәғәлә Йәһүә — минең ҡөҙрәтем. Ул аяҡтарымды боландыҡы шикелле етеҙ итер һәм мине бейек урындарҙа йөрөтөр».