Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Игелек. Һүҙҙә һәм эштә сағылған сифат

Игелек. Һүҙҙә һәм эштә сағылған сифат

ИГЕЛЕК сағылдырған һүҙҙәр һәм эштәр көс өҫтәргә һәм йыуатырға мөмкин. Беҙҙең турала ҡайғыртһалар, күңелебеҙ рәхмәт хисе менән тула. Яҡшы мөғәмәлә барыбыҙға ла оҡшай. Улайһа, был матур сифатты нисек үҫтерергә һуң?

Игелекле кеше башҡаларҙың именлеге менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһына, был уның һүҙҙәрендә һәм эштәрендә сағыла. Игелек — актив сифат, ул әҙәплелек һәм ихтирамлылыҡ ҡына түгел. Ысын игелектең нигеҙендә тәрән яратыу һәм ҡыҙғаныу ята. Өҫтәүенә, бындай игелек Алланың изге рухы емешенең бер өлөшө булып тора, ә мәсихселәр уны үҫтерергә тейеш (Гал. 5:22, 23). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Йәһүә Алла һәм уның Улы Ғайса Мәсих был сифатты нисек күрһәтеүен һәм уларҙан нисек өлгө алып булыуын ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘ БАРЫҺЫНА ЛА ИГЕЛЕКЛЕ

Йәһүә бөтәһенә лә, шул иҫәптән «яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла» игелекле һәм иғтибарлы (Лука 6:35). Мәҫәлән, ул «Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра» (Матф. 5:45). Шулай итеп, хатта Йәһүәне үҙенең Барлыҡҡа килтереүсеһе итеп танымаған кешеләр ҙә, ул тормош өсөн биргән яҡшы нәмәләр менән файҙаланып, ниндәйҙер дәрәжәлә кинәнеп йәшәй.

Алла Әҙәм менән Һауаға ҡарата ла иҫ киткес игелек күрһәткән. Гонаһ ҡылғандан һуң күп тә үтмәҫтән, улар, «инжир ағасы япраҡтарын тегеп, алъяпҡыс бәйләп ал[ған]». Әммә Алла уларға, Эден баҡсаһынан ситтә — «сәнскәк менән билсән» үҫкән ләғнәтле ерҙә йәшәр өсөн, яраҡлы кейем кәрәк булырын белгән. Шуға күрә Йәһүә, Әҙәм менән Һауа өсөн «тиренән кейем-һалым эшләп», улар хаҡында хәстәрлек күргән (Баш. 3:7, 17, 18, 21).

Йәһүә яуыздарға ла, рәхимлеләргә лә игелекле булһа ла, ул бигерәк тә үҙенең тоғро хеҙмәтселәренә теләп игелек ҡыла. Мәҫәлән, Зәкәриә пәйғәмбәр көндәрендә бер фәрештә Иерусалимдағы ғибәҙәтхананың торғоҙолоуы туҡтатылғанын күреп ҡайғырған. Алла, уның борсолоуҙарын иғтибар менән тыңлағас, «игелекле һәм йыуаныслы һүҙҙәр әйтеп яуап ҡайтарған» (Зәк. 1:12, 13). Йәһүә Ильяс пәйғәмбәргә лә игелекле мөғәмәлә күрһәткән. Бер ваҡыт пәйғәмбәр шул тиклем төшөнкөлөккә бирелгән, хатта Алланан үҙенә үлем һораған. Алла Ильястың хистәренә иғтибарлы булған һәм уны нығытыр өсөн үҙенең фәрештәһен ебәргән. Өҫтәүенә, Йәһүә пәйғәмбәрҙе уның яңғыҙ булмауына ышандырған. Шундай рухландырғыс һүҙҙәр ишетеү һәм кәрәкле ярҙам алыу Ильясҡа артабан да үҙенең йөкләмәһен үтәргә көс өҫтәгән (1 Бат. 19:1—18). Ә Йәһүәнең хеҙмәтселәре араһынан кем игелек сифатын камил рәүештә сағылдырған?

ҒАЙСА — ҒӘЖӘП ИГЕЛЕКЛЕ КЕШЕ

Ерҙә хеҙмәт иткән ваҡытында Ғайса игелекле һәм иғтибарлы булыуы менән билдәле булған. Ул бер ҡасан да тупаҫ, ҡаты булмаған. Кешеләрҙе йәлләп, ул былай тигән: «Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен... Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел!» (Матф. 11:28—30). Уның игелегенә яуап итеп, кешеләр Ғайса ҡайҙа ғына барһа ла, уның артынан эйәргән. Кешеләрҙе йәлләп, Ғайса уларҙы ашатҡан, ауырыуҙарҙан һауыҡтырған һәм Атаһы тураһында «күп нәмәләргә» өйрәткән (Марк 6:34; Матф. 14:14; 15:32—38).

Ғәжәп игелекле кеше булараҡ, Ғайса кеше хәленә ингән. Хатта үҙенә уңайлы булмаһа ла, ул ярҙам эҙләп мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһын да теләп ҡабул иткән (Лука 9:10, 11). Мәҫәлән, хроник ҡан китеүҙән интеккән һәм Муса ҡануны буйынса нәжес тип һаналған бер ҡатын, һауығырға теләп, Ғайсаның өҫ кейеменә ҡағылғас, ул уны әрләмәгән (Лев. 15:25—28). Инде 12 йыл буйы яфаланған был ҡатынды йәлләп, ул былай тигән: «Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән һауыҡтың» (Марк 5:25—34). Ниндәй ғәжәйеп игелек!

ИГЕЛЕК МЕНӘН ЭШ ИТЕГЕҘ

Юғарыла килтерелгән миҫалдарҙан күренеүенсә, ысын игелек эштәр менән күрһәтелә. Бының шулай икәнен Ғайса Самария кешеһе хаҡындағы ҡиссаһында күрһәткән. Йәһүдтәр менән Самария кешеләре араһында дошманлыҡ булһа ла, Самария кешеһе таланған һәм үлем хәлендә юлда ҡалдырып кителгән бер йәһүдте бик йәлләгән. Игелеге уны ярҙам итергә дәртләндергән. Ул был ирҙең яраларын бәйләгән дә ҡунаҡханаға алып барған. Шунан Самария кешеһе ҡунаҡхана хужаһына, шул йәһүд хаҡында хәстәрлек күрһен өсөн, аҡса биргән һәм хатта, күберәк тотонорға тура килһә тағы түләрмен, тигән (Лука 10:29—37).

Игелек яҡшы эштәр менән генә түгел, ә шулай уҡ рухландырған һәм уйлап әйтелгән һүҙҙәр менән дә күрһәтелә. Изге Яҙмала, «борсолоуҙар кешенең күңелен төшөрә» тиелһә лә, «яҡшы һүҙ күңелен күтәрә» тип өҫтәлә (Ғиб. һүҙ. 12:25). Игелек һәм яҡшылыҡ беҙҙе башҡаларға кәйеф күтәрерлек һәм көс өҫтәрлек һүҙҙәр әйтергә этәрә *. Шулай итеп беҙ улар хаҡында ихлас ҡайғыртыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ. Беҙҙең игелек тулы һүҙҙәребеҙ уларға тормош ауырлыҡтарын еңелерәк кисереп сығырға ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 16:24).

НИСЕК ИГЕЛЕКЛЕ БУЛЫРҒА ӨЙРӘНЕРГӘ?

«Аллаға оҡшатып» барлыҡҡа килтерелгәнгә, бөтә кешеләр ҙә игелек сифатын сағылдыра ала (Баш. 1:27). Мәҫәлән, Рим армияһының йөҙбашы Юлий (илсе Павелды конвой менән Римға оҙата барған кеше) Сидон ҡалаһында, «Павелға кешелеклелек күрһәтеп, уға дуҫтары янына барырға һәм уларҙың хәстәрлегенән файҙаланырға» рөхсәт иткән (Ғәм. 27:3). Һуңыраҡ Мальта утрауында йәшәүселәр карап емерелгәндә Павелға һәм уның менән булған башҡа кешеләргә «ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ» күрһәткән. Утрау кешеләре хатта, усаҡ яғып, бөтәһен дә йылынырға саҡырған (Ғәм. 28:1, 2). Уларҙың был эше маҡтауға лайыҡ булһа ла, игелек осраҡлы рәүештә бер тапҡыр эшләнгән яҡшы эш кенә түгел.

Алланы һәр ваҡыт һөйөндөрөргә теләһәк, игелек шәхесебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып китергә тейеш. Шуға күрә Йәһүә беҙгә игелекте «кейем кейгәндәй» кейергә ҡуша (Кол. 3:12, ЯДТ). Әлбиттә, был еңел түгел. Ни өсөн? Беҙгә игелек күрһәтергә оялсанлыҡ, үҙ-үҙебеҙгә ышанып етмәү, башҡаларҙың ҡаршы килеүе йәки ниндәйҙер кимәлдә үҙебеҙҙең эгоизм ҡамасауларға мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, изге рухҡа таянып һәм Йәһүәнең игелеген өлгө итеп алып, беҙ был ауырлыҡтарҙы еңә алабыҙ (1 Кор. 2:12).

Ниндәй өлкәләрҙә башҡаларға күберәк игелек күрһәтеп була? Үҙебеҙгә ошондай һорауҙар бирергә кәрәк: кеше үҙенең ҡайғыһын һөйләгәндә, мин уны иғтибар менән тыңлап хәленә инергә тырышаммы? Кешенең нимәгә мохтаж булыуын аңлайыммы? Ҡасан һуңғы мәртәбә үҙемдең туғаным йә дуҫым булмаған кешегә игелек эшләнем? Ошо һорауҙарға яуап биргәндән һуң игелек сағылдырыуға бәйле төрлө маҡсаттар ҡуйырға мөмкин. Мәҫәлән, тирә-яғыбыҙҙағы кешеләр, бигерәк тә мәсихселәр йыйылышындағы ҡәрҙәштәр менән яҡынданыраҡ танышырға була. Шулай эшләп, беҙ уларҙың шарттарын һәм ихтыяждарын аңлай алырбыҙ. Шунан һуң уларҙыҡына оҡшаш шарттарҙа үҙебеҙ менән нисек мөғәмәлә итеүҙәрен теләр инек, уларға ла шул рәүешсә игелек күрһәтергә тырышырға кәрәк (Матф. 7:12). Йәһүәнән ярҙам һораһаҡ, ул игелек ҡылыр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалаясаҡ (Лука 11:13).

ИГЕЛЕК КЕШЕЛӘРҘЕ ЙӘЛЕП ИТӘ

Илсе Павел, үҙен Алла хеҙмәтсеһе булараҡ айырып торған нәмәләрҙе һанап киткәндә, изгелек күрһәтеүҙе лә иҫкә алған (2 Кор. 6:3—6). Ул игелекле эштәр һәм һүҙҙәр менән шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәткәнгә, кешеләр уға тартылған (Ғәм. 28:30, 31). Павел кеүек, беҙ ҙә, яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеп, кешеләрҙе хәҡиҡәткә йәлеп итә алабыҙ. Бөтә кешеләргә, шул иҫәптән үҙебеҙгә ҡаршы килеүселәргә лә игелек сағылдырһаҡ, уларҙың күңелдәре иреп, дошманлыҡ хистәре бөтөнләй юҡҡа сығырға мөмкин (Рим. 12:20). Ваҡыт уҙыу менән ҡайһы берәүҙәрҙең хатта Изге Яҙмалағы хәбәр менән ҡыҙыҡһынып китеүе ихтимал.

Киләсәктә ерҙәге ожмахта бихисап күп терелтелгән кешеләр, һис шикһеҙ, үҙҙәренә ҡарата ысын игелек күрһәтеүҙәрен тойор, ә кемдер быны хатта тәү тапҡыр татыр. Рәхмәт йөҙөнән улар үҙҙәре лә башҡаларға игелек эшләргә теләр. Игелек ҡылырға һәм башҡаларға ярҙам итергә теләмәгән кешеләр Алла Батшалығының идараһы аҫтында мәңге йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм булыр. Алла мәңге йәшәргә лайыҡлы тип тапҡан кешеләр иһә бер-береһенә игелекле мөнәсәбәт күрһәтер (Зәб. 37:9—11). Тормош ниндәй тыныс һәм хәүефһеҙ буласаҡ! Әммә игелек эшләү беҙгә инде хәҙер ниндәй файҙа килтерә?

ИГЕЛЕК КИЛТЕРГӘН ЕМЕШТӘР

«Игелекле кеше үҙенә файҙа таба», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Ғиб. һүҙ. 11:17). Күптәр яҡшы күңелле кешегә тартыла, һәм улар үҙҙәре лә, ғәҙәттә, ундай кешегә яҡшы мөнәсәбәт күрһәтә. «Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар», — тигән Ғайса (Лука 6:38). Шулай итеп, игелекле кеше еңел генә дуҫтар таба һәм улар менән йылы мөнәсәбәттәр һаҡлай.

Илсе Павел Ефес йыйылышындағы мәсихселәрҙе: «Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ... бер-берегеҙҙе кисерегеҙ», — тип өндәгән (Ефес. 4:32). Әгәр мәсихселәр башҡаларҙың хәленә инергә, игелекле булырға һәм бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышһа, был бөтә йыйылышҡа ҙур файҙа килтерә. Ундай мәсихселәр бер ҡасан да тупаҫ, әсе, сәнскеле һүҙҙәр әйтмәй. Улар зыянлы ғәйбәт таратмай, киреһенсә, һүҙҙәре менән башҡаларға көс өҫтәй (Ғиб. һүҙ. 12:18). Һөҙөмтәлә йыйылыш рухи яҡтан сәскә ата.

Эйе, игелек — һүҙҙәрҙә һәм эштәрҙә сағылған сифат. Игелекле булырға тырышып, беҙ иғтибарлы һәм йомарт Аллабыҙ Йәһүәнән өлгө алабыҙ (Ефес. 5:1). Шулай уҡ беҙҙең йыйылыштарыбыҙ тағы ла берҙәмерәк булыр, һәм беҙ башҡаларҙы саф ғибәҙәткә йәлеп итә алырбыҙ. Әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт һәм һәр кешегә игелекле булайыҡ!

^ 13 абз. Яҡшылыҡ сифаты рух емешен тәшкил иткән сифаттар тураһындағы киләһе мәҡәләләрҙең береһендә ҡараласаҡ.