Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Хәҡиҡәтте һатып ал һәм уны бер ҡасан да һатып ебәрмә»

«Хәҡиҡәтте һатып ал һәм уны бер ҡасан да һатып ебәрмә»

«Хәҡиҡәтте һатып ал һәм уны бер ҡасан да һатып ебәрмә, шулай уҡ зирәклек, тәрбиә һәм төшөнөүсәнлек һатып ал» (ҒИБ. ҺҮҘ. 23:23).

ЙЫРҘАР: 94, 96

1, 2. а) Һеҙ нимәне барыһынан да нығыраҡ ҡәҙерләйһегеҙ? б) Беҙ ниндәй хәҡиҡәттәрҙе ҡәҙерләйбеҙ һәм ни өсөн? (Мәҡәлә башындағы рәсемдәрҙе ҡарағыҙ.)

ҺЕҘ тормошта нимәне барыһынан да нығыраҡ ҡәҙерләйһегеҙ? Йәһүәнең хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ уның менән мөнәсәбәттәрҙе бик ныҡ ҡәҙерләйбеҙ һәм бер ҡасан да уларҙы башҡа берәй нәмәгә алмаштырмаҫ инек. Беҙ шулай уҡ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте ҡәҙерләйбеҙ, сөнки ул беҙгә Йәһүәнең дуҫтары булырға мөмкинлек бирә (Кол. 1:9, 10).

2 Йәһүә — Бөйөк нәсихәтсе. Ул беҙҙе үҙенең Һүҙендә яҙылған мөһим хәҡиҡәттәргә өйрәтә, шулай уҡ үҙ исеменең мөһимлеген аңлата һәм күркәм сифаттары тураһында һөйләй. Ул беҙҙе бик ныҡ яратҡаны, хатта беҙҙең өсөн ҡәҙерле Улының ғүмерен биргәне хаҡында әйтә. Йәһүә беҙгә Мәсих Батшалығы тураһында һөйләй һәм майланған мәсихселәргә — күктә, ә «бүтән һарыҡтарға» ерҙәге ожмахта йәшәргә өмөт бирә (Яхъя 10:16). Йәһүә нисек йәшәргә кәрәклеген аңлата. Беҙ был хәҡиҡәттәрҙе бик ныҡ ҡәҙерләйбеҙ, сөнки улар Барлыҡҡа килтереүсегә яҡынлашырға ярҙам итә һәм тормошобоҙҙо мәғәнәле итә.

3. Йәһүә хәҡиҡәт өсөн аҡса талап итәме?

3 Йәһүә — йомарт Алла. Ул шул тиклем йомарт, хатта беҙҙең хаҡҡа үҙенең Улын ҡорбан итеп биргән. Берәй кешенең хәҡиҡәтте эҙләүен күргәндә, Йәһүә уға уны табырға ярҙам итә. Йәһүә бер ҡасан да хәҡиҡәт өсөн аҡса талап итмәй. Бер тапҡыр Симон исемле бер кеше, башҡаларға изге рух биреү һәләтенә эйә булырға теләп, илсе Петрға аҡса тәҡдим иткән. Петр Симондың фекер йөрөтөүе дөрөҫ түгел икәнен аңлатҡан һәм: «Әгәр Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың!» — тигән (Ғәм. 8:18—20).

НИСЕК «ХӘҠИҠӘТТЕ ҺАТЫП АЛЫП» БУЛА?

4. Был мәҡәләнән беҙ хәҡиҡәт тураһында нимә белербеҙ?

4 Ғибрәтле һүҙҙәр 23:23-тө уҡығыҙ *. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белер өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк. Ҡайһы бер нәмәләрҙән баш тартырға тура килер. Ә «хәҡиҡәтте һатып алғандан» һуң, йәғни уны белгәндән һуң, беҙ уны бер ҡасан да һатмаҫ өсөн, йәғни ҡалдырмаҫ өсөн һаҡ булырға тейеш. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте нисек «һатып алырға»? Ул күпме тора? Был һорауҙарға яуаптар беҙгә хәҡиҡәтте тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә һәм уны бер ҡасан да ҡалдырмаҫҡа рухландырыр. Беҙ шулай уҡ ни өсөн Йәһүәнән килгән хәҡиҡәт бар нәмәнән дә мөһимерәк икәнен аңларбыҙ.

5, 6. а) Беҙ нисек аҡсаһыҙ «хәҡиҡәтте һатып ала» алабыҙ? б) Хәҡиҡәт беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

5 Йыш ҡына, хатта берәй түләүһеҙ әйбер алыр өсөн, тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Ғибрәтле һүҙҙәр 23:23-тәге «һатып алыу» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе шулай уҡ «эйә булыу» тигән мәғәнә йөрөтә. Был һүҙбәйләнештәрҙең икеһе лә берәйһенең, үҙе ҡәҙерле тип һанаған нәмәгә эйә булыр өсөн, тырышлыҡ һалыуын йә нимәнәндер баш тартыуын күҙ уңында тота. Ләкин был һүҙбәйләнештәр үҙ эсенә аҡса түләүҙе алмаҫҡа ла мөмкин. Хәҡиҡәтте нисек «һатып алып» булғанын аңлар өсөн, бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, магазинда банандар бушҡа тәҡдим ителә, ти. Банандар мөғжизәле рәүештә өҫтәлебеҙҙә пәйҙә булырмы? Юҡ, беҙ магазинға барырға һәм уларҙы өйгә алып ҡайтырға тейеш. Шулай итеп, банандар бушҡа бирелһә лә, уларҙы алыр өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк. Шуның шикелле, хәҡиҡәтте белер өсөн аҡса кәрәк булмаһа ла, тырышлыҡ һалыу һәм ҡорбандарға барыу мөһим.

6 Ишағыя 55:1—3-тө уҡығыҙ *. Йәһүәнең был өҙөктә яҙылған һүҙҙәре беҙгә «хәҡиҡәтте һатып ал» тигән һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанына төшөнөргә ярҙам итә. Йәһүә хәҡиҡәт һүҙҙәрен һыу, һөт һәм шарап менән сағыштыра. Һыу һыуһаған кешенең көсөн яңыртҡан кеүек, хәҡиҡәт беҙгә көс өҫтәй. Һөт балаға ныҡ булып үҫергә ярҙам иткән кеүек, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығыта. Йәһүә шулай уҡ үҙенең һүҙҙәрен шарап менән сағыштыра. Ни өсөн? Изге Яҙмала, шарап кешенең күңелен күтәрә, тиелә (Зәб. 104:15). Тимәк, «түләүһеҙ шарап» алырға саҡырып, Йәһүә шуны әйтергә теләй: уның күрһәтмәләрен үтәп йәшәү бәхет килтерә (Зәб. 19:8). Был сағыштырыуҙар аша Йәһүә беҙгә хәҡиҡәтте белеп уның буйынса йәшәүҙең ниндәй файҙа килтергәнен аңларға ярҙам итә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ҡайһы берәүҙәрҙең «хәҡиҡәтте һатып алыр» өсөн нимәнән баш тартҡанын ҡарап сығайыҡ.

ҺЕҘ ХӘҠИҠӘТ ХАҠЫНА НИМӘНӘН БАШ ТАРТТЫҒЫҘ?

7, 8. а) Ни өсөн хәҡиҡәтте «һатып алыуға» ваҡыт бүлергә кәрәк? б) Бер ҡыҙ хәҡиҡәтте «һатып алыр» өсөн ниндәй ҡорбандарға барған, һәм был ниндәй емештәр килтергән?

7 Ваҡыт. Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе тыңлауға, Изге Яҙманы һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәтте уҡыуға, Изге Яҙманы Йәһүә шаһиттары менән өйрәнеүгә, йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнеүгә һәм уларға йөрөүгә ваҡыт кәрәк. Был эштәргә ваҡыт бушатыр өсөн, беҙ ул хәтлем мөһим булмаған эштәрҙән баш тартабыҙ. (Ефестарға 5:15, 16-ны уҡығыҙ.) Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәрҙе белер өсөн күпме ваҡыт кәрәк? Был тормош шарттарынан тора. Йәһүәнең зирәклеге, юлдары һәм эштәре тураһындағы белемдәрҙең сиге юҡ (Рим. 11:33). «Күҙәтеү манараһы»ның иң беренсе сығарылышында хәҡиҡәт «нескә генә сәскә» менән сағыштырылған. Унда былай тиелгән: «Хәҡиҡәттең бер генә сәскәһен табып тынысланмағыҙ. Йыйығыҙ, бер туҡтауһыҙ эҙләгеҙ». Шуға күрә беҙ бындай һорау өҫтөндә уйлана алабыҙ: «Мин Йәһүә тураһында күпме беләм?» Мәңгелек буйына беҙ Йәһүә тураһында һәр ваҡыт яңы белемдәр аласаҡбыҙ. Шулай ҙа әлеге көндә хәҡиҡәт хаҡында мөмкин тиклем күберәк белер өсөн ваҡыт бүлеү үтә мөһим. Шулай эш иткән бер ҡыҙҙың миҫалына иғтибар итәйек.

8 Япониянан Марико * исемле ҡыҙ Нью-Йоркка уҡырға киткән. Унда бер пионер апай-ҡәрҙәш, өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, уны осратҡан. Мариконың үҙ дине булһа ла, ул Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан. Белгәндәре уға шул тиклем оҡшаған, ул хатта аҙнаһына ике тапҡыр өйрәнергә теләгән. Уҡыу һәм ярты көнлөк эш уның күп ваҡытын алһа ла, Марико шунда уҡ йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған. Йәһүә тураһында белем алыуға күберәк ваҡыт бушатыр өсөн, ул күңел асыуға әҙерәк ваҡыт бүлгән. Бындай ҡорбандарға барып, Марико рухи яҡтан тиҙ үҫкән һәм бер йыл да үтмәҫтән һыуға сумдырылған. Ә алты айҙан һуң ул пионер хеҙмәтен башлаған һәм әле лә был хеҙмәттә ҡатнашыуын дауам итә.

9, 10. а) Хәҡиҡәтте белеү матди нәмәләргә ҡарашыбыҙға нисек тәьҫир итә? б) Бер йәш ҡатын нимәнән баш тартҡан, һәм ул был хаҡта нимә әйтә?

9 Матди нәмәләр. Хәҡиҡәтте белергә теләгән кешегә аҡсалы эштән йә карьера эшләүҙән баш тартырға кәрәк булырға мөмкин. Мәҫәлән, Петр менән Андрей балыҡсы булған. Әммә Ғайса уларҙы шәкерттәре булырға саҡырғас, улар балыҡ тотоу эшен ҡалдырған (Матф. 4:18—20). Был, һеҙ хәҡиҡәтте белеү менән эшегеҙҙе ҡалдырырға тейеш, тигәнде аңлатмай. Кешегә эшләргә һәм ғаиләһе хаҡында ҡайғыртырға кәрәк (1 Тим. 5:8). Ләкин хәҡиҡәтте белгәс, кешенең матди нәмәләргә ҡарашы үҙгәрә. Һеҙ тормошта нимә иң мөһиме икәнен аңлай башлайһығыҙ. Ғайса былай тигән: «Үҙегеҙгә байлыҡты ерҙә йыймағыҙ. [...] Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ» (Матф. 6:19, 20). Мария исемле бер йәш ҡатын шулай эшләгән дә.

10 Мария бала сағынан гольф уйнарға яратҡан, ә мәктәптә уҡыған сағында тағы ла яҡшыраҡ уйнарға өйрәнгән. Бик оҫта уйнағанға, уға хатта стипендия түләй башлағандар. Мария спорттың был төрөндә профессионал булып китергә һәм күп аҡса эшләргә маҡсат ҡуйған. Әммә шунан ул Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Белгәндәре уға бик оҡшаған, һәм ул уларҙы тормошонда ҡулланырға булған. Ул былай тип әйтә: «Ҡараштарымды һәм йәшәү рәүешемде Изге Яҙмалағы нормалар буйынса үҙгәрткән һайын, бәхетлерәк була барҙым». Мария шуны аңлаған: иғтибарҙы бер юлы Йәһүә менән мөнәсәбәттәргә лә, карьераға ла туплауы ауыр (Матф. 6:24). Шуға күрә ул хәҡиҡәт хаҡына маҡсатынан баш тартырға булған. Бөгөн ул пионер булып хеҙмәт итә һәм, үҙе әйтеүенсә, бик бәхетле һәм мәғәнәле тормош алып бара.

11. Хәҡиҡәтте белеү дуҫтар һәм туғандар менән мөнәсәбәттәргә нисек тәьҫир итергә мөмкин?

11 Башҡалар менән мөнәсәбәттәр. Беҙ Изге Яҙманан белгәндәрҙе ҡуллана башлағандан һуң, дуҫтар һәм туғандар менән мөнәсәбәттәребеҙ үҙгәрергә мөмкин. Ни өсөн? Ғайса үҙенең шәкерттәре тураһында былай тип доға ҡылған: «Уларҙы Үҙ хәҡиҡәтең менән изге ит, ә хәҡиҡәт — Һинең һүҙең» (Яхъя 17:17, төшөрмә). «Изге итеү» тигән һүҙбәйләнеш «айырыу» тигән мәғәнә йөрөтөргә мөмкин. Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәй башлап, беҙ был донъянан айырылабыҙ, сөнки бүтән уның нормалары буйынса эш итмәйбеҙ. Дуҫтар һәм туғандар менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларға тырышһаҡ та, уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙән ситләшергә һәм хатта яңы ҡараштарыбыҙға ҡаршы килергә мөмкин. Был беҙҙе ғәжәпләндермәй, сөнки Ғайса: «Кеше өсөн өйҙәгеләре дошман булыр», — тигән (Матф. 10:36). Әммә Ғайса шулай уҡ, хәҡиҡәт хаҡына күпме генә ҡорбандарға барһағыҙ ҙа, фатихаларығыҙ күпкә күберәк булыр, тип вәғәҙә иткән. (Марк 10:28—30-ҙы уҡығыҙ.)

12. Бер еврей кешеһе хәҡиҡәт хаҡына ниндәй ҡорбандарға барған?

12 Еврей халҡынан булған Аарон исемле бер ир ғүмере буйы Алланың исемен әйтергә ярамағанына ышанған. Әммә ул Алла тураһында дөрөҫөн белергә теләгән. Бер Йәһүә шаһиты уға, дүрт тартынҡы еврей хәрефенән торған Алла исеменә һуҙынҡы хәрефтәр ҡушһаң, был исем «Йәһүә» тип яңғырарға мөмкин, тигән. Ааронды был шул тиклем ҡыуандырған, ул хатта быны раввиндарға һөйләр өсөн синагогаға барған! Ул, раввиндар Алла исеме хаҡында дөрөҫөн белергә шат булыр, тип уйлаған, ләкин уның өмөтө аҡланмаған. Улар уға төкөргән дә синагоганан ҡыуып сығарған. Аарондың ғаиләһе лә уны хупламаған, әммә был уны Йәһүә тураһында белем алыуҙан туҡтатмаған. Ул Йәһүә шаһиты булып киткән һәм ғүмеренең аҙағына тиклем Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән. Беҙгә лә, Аарон һымаҡ, хәҡиҡәтте кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙән өҫтөн ҡуйырға әҙер булырға кәрәк.

13, 14. Хәҡиҡәтте «һатып алыр» өсөн, фекер йөрөтөүебеҙҙә һәм тәртибебеҙҙә ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

13 Насар уйҙар һәм эштәр. Хәҡиҡәтте белеп, Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәй башлар өсөн, беҙгә фекер йөрөтөүебеҙҙә һәм тәртибебеҙҙә үҙгәрештәр яһарға әҙер булырға кәрәк. Илсе Петр былай тип яҙған: «Тыңлаусан балалар һымаҡ булығыҙ, Алланы белмәгән ваҡытығыҙҙағы элекке мин-минле теләктәрегеҙгә үҙегеҙ өҫтөнән хакимлыҡ итергә юл ҡуймағыҙ... Бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ» (1 Пет. 1:14, 15). Боронғо Коринф ҡалаһында йәшәгән күп кешеләр аҙғын булған. Шуға күрә, Йәһүә ҡарашынан саф булып китер өсөн, уларға ҙур үҙгәрештәр яһарға тура килгән (1 Кор. 6:9—11). Бөгөн дә күптәр, хәҡиҡәтте белгәс, ҙур үҙгәрештәр яһай. Петр быны ошондай һүҙҙәр менән һүрәтләгән: «Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға етерлек табындығыҙ» (1 Пет. 4:3).

14 Девинн менән Джасминдың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Күп йылдар буйы улар эскесе булған. Девинн, яҡшы бухгалтер булһа ла, эскелеге арҡаһында һәр ваҡыт эштән ҡыуылған. Ә Джасмин бик ҡыҙыу холоҡло булған һәм көс ҡулланған. Бер көндө ул, иҫерек килеш юлдан китеп барғанда, миссионер булып хеҙмәт иткән бер парҙы осратҡан. Улар уға Изге Яҙманы өйрәнергә тәҡдим иткән, һәм ул ризалашҡан. Әммә миссионерҙарҙың килеүенә Девинн менән Джасмин иҫерек булған. Улар, миссионерҙар шундай иғтибар күрһәтер, тип бер ҙә уйламаған! Миссионерҙар икенсе тапҡыр килгәндә, хәл бөтөнләй башҡа булған. Девинн менән Джасмин Изге Яҙманы тырышып өйрәнә башлаған һәм белгәндәрен шунда уҡ тормошта ҡулланған. Өс ай ҙа үтмәҫтән, улар эсеүҙәрен ташлаған, ә һуңыраҡ никахтарын рәсми рәүештә теркәгән. Күп кенә ауылдаштары, Девинн менән Джасминдың ни тиклем үҙгәргәнен күреп, Изге Яҙманы өйрәнергә теләгән.

15. Хәҡиҡәт хаҡына нимәнән баш тартыуы айырыуса ауыр булырға мөмкин һәм ни өсөн?

15 Алла хупламаған ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар. Ҡайһы бер кешеләр, Йәһүәнең ниндәйҙер ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы хупламауын белгәс, уларҙан еңел генә баш тарта. Әммә башҡаларға был бик ауыр бирелә, сөнки улар туғандарын, эштәге хеҙмәттәштәрен йә дуҫтарын рәнйетергә ҡурҡа. Улар шуны белә: йыш ҡына кешеләр билдәле бер йолаларға, мәҫәлән, үлгәндәрҙе иҫкә алыуға бәйле йолаларға бик ҙур әһәмиәт бирә (Ҡан. 14:1). Улайһа, Алла хупламаған йолаларҙан баш тартырға нимә ярҙам итер? Башҡа мәсихселәрҙең үрнәге беҙҙе кәрәкле үҙгәрештәр яһарға дәртләндерергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, беренсе быуатта Ефес ҡалаһында йәшәгән мәсихселәрҙең нисек эш иткәнен ҡарап сығайыҡ.

16. Ефестағы ҡайһы бер мәсихселәр ниндәй ҡорбанға барған?

16 Боронғо Ефеста сихырсылыҡ киң таралған булған. Сихырсылыҡ менән шөғөлләнгән, әммә һуңыраҡ мәсихсе булып киткән кешеләр нимә эшләгән? Изге Яҙмала былай тиелә: «Сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең күбеһе бөтәһе алдында үҙҙәренең китаптарын йыйып яндырҙы. Яндырылған китаптарҙың хаҡын иҫәпләнеләр: барлығы илле мең көмөш тәңкә сыҡты. Раббы һүҙе бына шундай көс менән таралды һәм нығынды» (Ғәм. 19:19, 20). Шул тоғро мәсихселәр ҡыйбат китаптарын юҡ итергә әҙер булған, һәм Йәһүә уларҙы бының өсөн фатихалаған.

17. а) Хәҡиҡәт хаҡына ниндәй ҡорбандарға барырға кәрәк булырға мөмкин? б) Киләһе мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?

17 Ә һеҙ, хәҡиҡәтте «һатып алыр» өсөн, ниндәй ҡорбандарға барҙығыҙ? Беҙ бөтәбеҙ ҙә хәҡиҡәтте белер өсөн ваҡытыбыҙҙы ҡорбан иттек. Ҡайһы берәүҙәр байып китеү мөмкинлегенән баш тартҡан. Кемдеңдер яҡындары менән мөнәсәбәттәре үҙгәргән. Күбебеҙ фекер йөрөтөүҙә һәм тәртиптә үҙгәрештәр яһаныҡ һәм Алла хупламаған йолаларҙан баш тарттыҡ. Беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ: Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт беҙҙең бөтә ҡорбандарҙан да күпкә ҡиммәтлерәк. Хәҡиҡәт ярҙамында беҙ Йәһүә менән ныҡлы дуҫлыҡ үҫтерә алабыҙ, ә ундай дуҫлыҡ — иң ҡиммәтле хазина. Хәҡиҡәт килтергән бөтә фатихаларҙы иҫәпкә алһаҡ, уны «һатыу» аҡылға һыймаҫлыҡ эш булып күренә. Әммә нисек улай килеп сығырға мөмкин? Һәм шундай етди хатанан беҙҙе нимә һаҡлап ҡалыр? Был һорауҙар киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

^ 4 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 23:23: «Хәҡиҡәтте һатып ал һәм уны бер ҡасан да һатып ебәрмә, шулай уҡ зирәклек, тәрбиә һәм төшөнөүсәнлек һатып ал».

^ 6 абз. Ишағыя 55:1—3: «Килегеҙ, эй һыуһаған бөтә кешеләр, һыу алырға килегеҙ! Аҡсалары булмағандар, килегеҙ, алығыҙ һәм ашағыҙ! Эйе, килегеҙ, аҡсаһыҙ һәм түләүһеҙ шарап һәм һөт алығыҙ. Ниңә һеҙ икмәк булмаған нәмә өсөн аҡса түләйһегеҙ? Ниңә хеҙмәт хаҡығыҙҙы тамаҡ туйҙырмаған нәмә өсөн сарыф итәһегеҙ? Мине иғтибар менән тыңлағыҙ һәм яҡшы ризыҡ ашағыҙ, шунда йәнегеҙ ысындан да туҡлыҡлы ризыҡҡа кинәнер. Ҡолаҡ һалығыҙ һәм яныма килегеҙ. Тыңлағыҙ, һәм йәнегеҙ иҫән булыр, мин, һис шикһеҙ, һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн. Быны мин Дауытҡа даими күрһәтергә вәғәҙә иткән тоғро мәхәббәтем буйынса эшләрмен».

^ 8 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.