Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Боронғо ваҡытта йорт идарасылары ниндәй вазифалар үтәгән?

БОРОНҒО ваҡытта йорт идарасылары башҡа кешенең йорто йә милке өсөн яуаплы булған һәм уның хужалығын алып барған.

Яҡуптың улы Йософ Мысырҙа Потифарҙың ҡоло булған саҡта, Потифар уны үҙенең йорт идарасыһы итеп билдәләгән. «Ул Йософҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Баш. 39:2—6). Һуңыраҡ Йософ үҙе лә, Мысырҙа ҡеүәтле хаким булып киткәс, үҙ йорто өҫтөнән идарасы ҡуйған (Баш. 44:4).

Ғайса Мәсих көндәрендә ер хужалары йыш ҡына ҡалаларҙа, үҙ биләмәләренән алыҫта йәшәгән. Шуға күрә улар, ерҙәрен эшкәрткән кешеләр менән етәкселек итер өсөн, идарасылар билдәләгән.

Идарасы ниндәй талаптарға тура килергә тейеш булған? Беренсе быуатта йәшәгән Рим яҙыусыһы Колумелла күҙәтеүсе йә йорт идарасыһы итеп «эште оҫта башҡарырға өйрәнгән» кешене билдәләргә кәңәш иткән. Ундай кеше «эшселәрҙе яҡшы ойоштора белә, әммә үҙе сиктән тыш ҡаты түгел», тип яҙған ул. Колумелла шулай уҡ былай тип өҫтәгән: «Әммә иң мөһиме, идарасы белмәгәнен беләм тип уйламаҫҡа һәм яңы нәмәләргә өйрәнергә әҙер булырға тейеш».

Алла Һүҙендә идарасы образы мәсихселәр йыйылышының нисек эш иткәнен һүрәтләр өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, илсе Петр, мәсихселәрҙе үҙ һәләттәрен бер-береһенә хеҙмәт итер өсөн ҡулланырға дәртләндергәндә, быны Алланың йомарт игелегенең «яҡшы идарасылары кеүек» эшләргә өндәгән (1 Пет. 4:10).

Ғайса Мәсих тә Лука 16:1—8-ҙә яҙылған ҡиссаһында идарасы образын ҡулланған. Бынан тыш, Ғайса, үҙенең Батша булараҡ килеү осоро хаҡында әйткәндә, «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене», йәғни «аҡыллы идарасыны» билдәләргә вәғәҙә иткән. Был идарасының төп вазифаһы — ахырызаман ваҡытында Мәсихтең шәкерттәрен рухи аҙыҡ менән тәьмин итеү (Матф. 24:45—47; Лука 12:42). Беҙ ышаныслы идарасы әҙерләгән һәм бөтә донъяға таратҡан баҫмалар өсөн бик рәхмәтлебеҙ, сөнки был баҫмалар ярҙамында беҙ үҙ иманыбыҙҙы нығыта алабыҙ!