Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ 45

Изге рух беҙгә нисек ярҙам итә?

Изге рух беҙгә нисек ярҙам итә?

«Бының менән саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә» (2 КОР. 4:7).

31-СЕ ЙЫР Алла юлында йөрө!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Беҙгә һынауҙарҙы кисереп сығырға нимә ярҙам итә? Аңлатығыҙ. б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

«ҮҘЕМ кисереп сыҡҡан һынау тураһында уйлағанда, шуны аңлайым: мин ул ауырлыҡты үҙ көсөм менән генә еңеп сыға алмаҫ инем», — тип әйтә бер ҡәрҙәшебеҙ. Күбебеҙҙең быға оҡшаш һүҙҙәрҙе әйткәне барҙыр. Бәлки, һеҙ ҡаты ауырығанһығыҙҙыр йә ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанһығыҙҙыр. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, һеҙ, моғайын, шуны аңлайһығыҙҙыр: Йәһүәнең изге рухы һеҙгә кеше көсөнән өҫтөнөрәк ҡөҙрәт биргәнгә генә, һеҙ сыҙам булып ҡала алдығыҙ (2 Кор. 4:7—9).

2 Бынан тыш, изге рух ярҙамында беҙ был донъяның яуыз тәьҫиренә ҡаршы тора алабыҙ (1 Яхъя 5:19). Өҫтәүенә, беҙгә «шаҡшы рухи көстәр» менән көрәшергә кәрәк (Ефес. 6:12). Быларҙың барыһын иҫәпкә алып, әйҙәгеҙ, изге рухтың беҙгә ниндәй ике юл менән ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ. Шулай уҡ, изге рух беҙгә мөмкин тиклем күберәк ярҙам итһен өсөн, нимә эшләп булғанын беләйек.

ИЗГЕ РУХ КӨС БИРӘ

3. Йәһүә беҙгә ярҙам иткән юлдарҙың береһе ниндәй?

3 Изге рух биргән көс ярҙамында беҙ, һынауҙарға ҡарамаҫтан, үҙ вазифаларыбыҙҙы үтәй алабыҙ. «Мәсих ҡөҙрәтенә» таянып, илсе Павел, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәтен дауам итә алған (2 Кор. 12:9). Үҙенең икенсе миссионер сәйәхәте ваҡытында Павел, тырышып вәғәзләүҙән тыш, шулай уҡ үҙен матди яҡтан тәьмин иткән. Коринфта ул Акила менән Прискилланың йортонда йәшәгән. Уларҙың һөнәре сатыр яһау булған. Һөнәрҙәре бер үк булғанға, Павел ҡайһы бер көндәрҙә улар менән бергә эшләгән (Ғәм. 18:1—4). Изге рух биргән көс ярҙамында Павел донъяуи эштә лә эшләгән, Йәһүәгә лә хеҙмәт иткән.

4. 2 Коринфтарға 12:7б—9-ҙа яҙылғанса, Павел нимә арҡаһында интеккән?

4 2 Коринфтарға 12:7б—9-ҙы уҡығыҙ. «Тәнемә „сәнскәк“ ҡаҙалды» тип яҙғанда, Павел нимәне күҙ уңында тотҡан? Тәнегеҙгә берәй ҡасан шырау ҡаҙалған булһа, уның тәнде ни тиклем ауырттырғанын беләһегеҙҙер. Тимәк, Павелдың һынауы уға көслө әрнеү килтергән. Павел был һынауҙы уны ҡамсылап торған «Иблис фәрештәһе» менән сағыштырған. Бәлки, Иблис йә уның ендәре Павел кисергән һынауҙарҙың сығанағы булмағандыр ҙа. Әммә был яуыз рухтар, күрәһең, Павелдың әрнеүен көсәйтер өсөн, шул «сәнскәкте» уның тәненә тағы ла тәрәнерәк керетергә тырышҡан. Павел нимә эшләгән?

5. Йәһүә Павелдың доғаларына нисек яуап биргән?

5 Тәүҙә Павел был «сәнскәктән» ҡотолорға теләгән. Ул: «Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем», — тип таныған. Әммә, Павелдың доғаларына ҡарамаҫтан, сәнскәк ҡалған. Был, Йәһүә уның доғаларына яуап бирмәгән, тигәнде аңлатҡанмы? Һис тә юҡ. Йәһүә уға яуап биргән. Павелды һынауҙан ҡотолдормаһа ла, ул уға был һынауҙы кисереп сығыр өсөн көс биргән. Йәһүә былай тигән: «Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә» (2 Кор. 12:8, 9). Алланың ярҙамы менән Павел күңел тыныслығын һәм шатлығын һаҡлап ҡала алған! (Флп. 4:4—7).

6. а) Йәһүә беҙҙең доғаларға нисек яуап бирә ала? б) Абзацта килтерелгән ниндәй аяттар һеҙгә көс өҫтәй?

6 Һеҙҙең дә, Павел һымаҡ, Йәһүәнән үҙегеҙҙе берәй һынауҙан ҡотолдороуын һорап ҡайнар доға ҡылғанығыҙ булдымы? Әгәр, доғаларығыҙға ҡарамаҫтан, проблемағыҙ хәл ителмәһә йә хатта, киреһенсә, киҫкенләшһә, Йәһүә минең менән ҡәнәғәт түгел, тип борсолдоғоҙмо? Ундай саҡтарҙа Павелдың миҫалын иҫкә төшөрөгөҙ. Йәһүә уның доғаларына яуап биргән, һәм ул һеҙҙең доғаларға ла мотлаҡ яуап бирер! Бәлки, Алла проблемағыҙҙы юҡ итмәҫ, әммә изге рухы ярҙамында ул һеҙгә һынауҙы кисереп сығыр өсөн көс бирер (Зәб. 61:3, 4). Беҙҙе хатта аяҡтан йыҡһалар ҙа, Йәһүә беҙҙе ҡалдырмаясаҡ (2 Кор. 4:8, 9; Флп. 4:13).

ИЗГЕ РУХ АЛҒА БАРЫРҒА ЯРҘАМ ИТӘ

7, 8. а) Ниндәй мәғәнәлә изге рух елгә оҡшаш? б) Петр изге рухтың эш итеүен нисек һүрәтләп биргән?

7 Изге рух беҙгә тағы нисек ярҙам итә? Дауыллы диңгеҙҙә өргән ыңғай ел һымаҡ, изге рух беҙгә дауыллы һынауҙар аша ышыҡ урынға — Алла вәғәҙә иткән яңы донъяға юл тоторға ярҙам итә.

8 Балыҡсы булараҡ, илсе Петр диңгеҙҙә йөҙөү тураһында күпте белгән. Бәлки, шуға күрә лә, изге рухтың эш итеүен һүрәтләп бирер өсөн, ул диңгеҙҙә йөҙөү менән бәйле һүҙбәйләнеште ҡулланған. Ул былай тип яҙған: «Пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне». Бында «рухланып» тип тәржемә ителгән грек һүҙе һүҙмә-һүҙ «хәрәкәткә килтерелеп» тигәнде аңлата (2 Пет. 1:21).

9. «Хәрәкәткә килтерелеп» тип яҙғанда, Петр ниндәй образ ҡулланған?

9 «Хәрәкәткә килтерелеп» тип яҙғанда, Петр ниндәй образ ҡулланған? Ошо грек һүҙенең оҡшаш формаһын Ғәмәлдәр китабын яҙған Лука ла ҡулланған. Ул, ел карапты «йөҙҙөрөп алып китте», тип яҙған (Ғәм. 27:15). Шуға күрә, Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең изге рухтан рухланыуы тураһында әйткәндә, Петр, бер белгес әйткәнсә, «диңгеҙҙә йөҙөү менән бәйле иҫ киткес яҡшы метафора» ҡулланған. Асылда, Петр шуны әйтергә теләгән: карап, ел ыңғайына йөҙөп, кәрәкле ергә барып еткән кеүек, Изге Яҙманы яҙыусылар һәм пәйғәмбәрҙәр ҙә, изге рухтан рухланып, үҙ йөкләмәләрен башҡарған. Шул уҡ белгес былай тигән: «Образлы итеп әйткәндә, пәйғәмбәрҙәр үҙ елкәндәрен күтәргән». Йәһүә, үҙ яғынан, уларға «ел» иҫтергән, йәғни изге рух биргән. Ә Изге Яҙманы яҙыусылар, үҙ сиратында, шул рух етәкселеге буйынса эш иткән.

1-СЕ АҘЫМ. Рухи эштәрҙә даими ҡатнашығыҙ

2-СЕ АҘЫМ. Рухи эштәрҙе мөмкин тиклем ашҡыныбыраҡ башҡарығыҙ (11-се абзацты ҡарағыҙ.) *

10, 11. Изге рух беҙгә тәьҫир итһен өсөн, ниндәй ике аҙым яһарға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

10 Әлбиттә, бөгөн Йәһүә кешеләрҙе Изге Яҙма китаптарын яҙырға рухландырмай. Әммә ул әле лә изге рухы аша үҙ халҡына күрһәтмәләр бирә. Эйе, Йәһүә, үҙ яғынан, һаман да «ел» иҫтерә. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, изге рухтан тулы файҙа алыр өсөн нимә эшләргә тейеш?

11 Бер миҫалға иғтибар итәйек. Елдең көсөн ҡулланыр өсөн, диңгеҙсе ике аҙым яһарға тейеш. Беренсенән, уға, диңгеҙгә сығып, ел иҫкән урынға барырға кәрәк. Сөнки карап, ел-дауылдан ышыҡланған ерҙә торһа, бер ҡайҙа ла барып етә алмаясаҡ. Икенсенән, диңгеҙсе, елкәнде күтәреп, уны мөмкин тиклем киңерәк кирергә тейеш. Сөнки диңгеҙҙә ел иҫһә лә, карап алға барһын өсөн, елкәнде ел ыңғайына көйләргә кәрәк. Шуның шикелле, беҙ изге рух ярҙамы менән генә хеҙмәтебеҙҙе дауам итә алабыҙ. Изге рух беҙгә ярҙам итһен өсөн, беҙ ике аҙым яһарға тейеш. Беренсенән, изге рух «иҫкән» ерҙә булырға, йәғни рухи эштәрҙә ҡатнашырға кәрәк. Икенсенән, елкәндәребеҙҙе мөмкин тиклем киңерәк киреү, йәғни хәлебеҙҙән килгәнсә рухи эштәрҙә тулы рәүештә ҡатнашыу мөһим (Зәб. 119:32). Был ике аҙымды яһаһаҡ, изге рух беҙгә, ҡаршылыҡтар һәм һынауҙар тулҡындарына ҡарамаҫтан, алға барырға һәм юлдан тайпылмайынса яңы донъяға барып етергә ярҙам итер.

12. Беҙ хәҙер нимә ҡарап сығырбыҙ?

12 Шулай итеп, беҙ изге рухтың Алла хеҙмәтселәренә ниндәй ике юл менән ярҙам иткәнен ҡарап сыҡтыҡ. Изге рух беҙгә һынауҙар ваҡытында тоғро булып ҡалыр өсөн көс бирә. Ул шулай уҡ беҙгә алға барырға һәм мәңгелек тормошҡа алып барған юлдан тайпылмаҫҡа ярҙам итә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, изге рухтан тулы файҙа алырға ярҙам иткән дүрт кәңәшкә иғтибар итәйек.

ИЗГЕ РУХ ҺЕҘГӘ КҮБЕРӘК ТӘЬҪИР ИТҺЕН

13. 2 Тимофейға 3:16, 17 буйынса, Изге Яҙма беҙгә нисек тәьҫир итә ала? Бының өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

13 Беренсенән, Алла Һүҙен өйрәнегеҙ. (2 Тимофейға 3:16, 17-не уҡығыҙ.) «Алла тарафынан рухландырылған» тип тәржемә ителгән грек һүҙбәйләнеше «Алла өргән» тигәнде аңлата. Йәһүә, үҙенең фекерҙәрен Изге Яҙманы яҙған кешеләрҙең күңеленә һалыр өсөн, үҙ рухын ҡулланған. Изге Яҙманы уҡығанда һәм уҡығандарыбыҙ тураһында уйланғанда, Алланың күрһәтмәләре аҡылыбыҙға һәм йөрәгебеҙгә үтеп инә. Йәһүә тарафынан рухландырылған һүҙҙәр беҙҙе тормошобоҙҙо уның ихтыярына тура килтерергә дәртләндерә (Евр. 4:12). Әммә изге рух беҙгә күберәк тәьҫир итһен өсөн, беҙ Изге Яҙманы даими өйрәнеү һәм уның өҫтөндә тәрән уйланыу өсөн ваҡыт бүлергә тейеш. Шул саҡта Алла Һүҙе нимә һөйләүебеҙгә һәм үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙға тәьҫир итер.

14. а) Йыйылыш осрашыуҙарында изге рух хөкөм һөргәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? б) Осрашыуҙарҙа изге рухтан тулы файҙа алыр өсөн, нимә эшләп була?

14 Икенсенән, имандаштар менән бергә ғибәҙәт ҡылығыҙ (Зәб. 22:22). Йыйылыш осрашыуҙарында беҙ, образлы итеп әйткәндә, елкәндәребеҙҙе ел ыңғайына көйләйбеҙ, сөнки унда Йәһүәнең рухы хөкөм һөрә (Асыл. 2:29). Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Имандаштар менән бергә Йәһүәгә табынғанда, беҙ изге рух һорап доға ҡылабыҙ, Алла Һүҙенә нигеҙләнгән Батшалыҡ йырҙарын йырлайбыҙ һәм изге рух менән билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштәрҙең телмәрҙәрен тыңлайбыҙ. Шул уҡ рух апай-ҡәрҙәштәргә йөкләмәләр әҙерләп осрашыуҙарҙа сығыш яһарға ярҙам итә. Изге рухтан тулы файҙа алыр өсөн, беҙгә осрашыуҙарға әҙерләнергә һәм уларҙа ҡатнашырға кәрәк. Шул саҡта беҙ, елкәндәре киң кирелгән карап һымаҡ, изге рухтың тәьҫиренә әҙер булырбыҙ.

15. Изге рух хеҙмәтебеҙгә нисек тәьҫир итә, һәм беҙҙән нимә көтөлә?

15 Өсөнсөнән, вәғәзләгеҙ. Вәғәзләү һәм кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтеү эшендә Изге Яҙманы ҡулланып, беҙ изге рухҡа хеҙмәтебеҙҙә ярҙам итергә рөхсәт итәбеҙ (Рим. 15:18, 19). Алла рухы беҙгә күберәк ярҙам итһен өсөн, беҙгә вәғәз эшендә даими ҡатнашырға һәм Изге Яҙманы мөмкин тиклем йышыраҡ ҡулланырға кәрәк. Хеҙмәтебеҙҙе уңышлыраҡ итә алған ысулдарҙың береһе — «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» тигән эш дәфтәрендә килтерелгән һөйләшеүҙәр планын ҡулланыу.

16. Изге рух алыр өсөн иң яҡшы ысул ниндәй?

16 Дүртенсенән, Йәһүәгә доға ҡылығыҙ (Матф. 7:7—11; Лука 11:13). Изге рух алыр өсөн иң яҡшы ысул — Йәһүәнән изге рух һорап доға ҡылыу. Бер кем дә һәм бер нәмә лә Йәһүәгә доғаларыбыҙҙы тыңларға ҡамасаулай алмай. Төрмә стеналары ла һәм хатта Шайтан да Йәһүәнең игелекле бүләгенә — изге рух тәьҫиренә кәртә ҡуя алмай (Яҡ. 1:17). Изге рухтан тулы файҙа алыр өсөн, нисек доға ҡылырға кәрәк? Әйҙәгеҙ, Лука китабында * ғына килтерелгән бер ҡиссаны ҡарап сығайыҡ.

НЫҠЫШМАЛЫҠ МЕНӘН ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ

17. Ғайсаның ҡиссаһынан доғаға ҡағылышлы ниндәй һабаҡ алып була?

17 Лука 11:5—9, 13-тө уҡығыҙ. Ғайсаның ҡиссаһы доғала нисек изге рух һорарға кәрәклеген күрһәтә. Был ҡиссала кеше үҙенә кәрәкле нәмәне «ныҡышмалылығы арҡаһында» алған. Инде төн уртаһы булһа ла, ул дуҫынан ярҙам һорарға оялмаған *. Ғайса нисек был ҡиссаны доғаға ҡулланған? Ул былай тигән: «Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ — һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ — һәм һеҙгә асырҙар». Беҙ бынан ниндәй һабаҡ ала алабыҙ? Изге рух беҙгә ярҙам итһен өсөн, был хаҡта ныҡышмалы рәүештә доға ҡылырға кәрәк.

18. Ғайсаның ҡиссаһы буйынса, ни өсөн Йәһүәнең беҙгә изге рух бирәсәгенә бер ҙә шикләнмәҫкә була?

18 Ғайсаның ҡиссаһы шулай уҡ Йәһүәнең ни өсөн беҙгә изге рух биргәнен аңларға ярҙам итә. Ҡиссалағы кеше ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә теләгән. Ул төн уртаһында килеп кергән ҡунаҡты ашатырға кәрәклеген аңлаған, әммә уның өҫтәлгә ҡуйырлыҡ бер нәмәһе лә булмаған. Ғайса әйткәнсә, был кешенең «ныҡышмалылығы арҡаһында» күршеһе, тороп, уға икмәк биргән. Бының менән Ғайса беҙҙе нимәгә өйрәтергә теләгән? Әгәр камил булмаған кеше ныҡышмал күршеһенә ярҙам итергә әҙер икән, күктәге игелекле Атабыҙ ныҡышмалы рәүештә изге рух һораған кешеләргә ярҙам итергә бигерәк тә теләй! Шунлыҡтан, доға ҡылғанда, Йәһүәнең изге рух тураһындағы үтенестәребеҙгә мотлаҡ яуап бирәсәгенә бер ҙә шикәләнмәҫкә була (Зәб. 10:17; 66:19).

19. Ни өсөн беҙ барыһын кисереп сығасағыбыҙға һис тә шикләнмәйбеҙ?

19 Шайтандың бөтмәҫ һөжүмдәренә ҡарамаҫтан, беҙ барыһын да кисереп сыға алабыҙ. Ни өсөн? Сөнки изге рух беҙгә ике юл менән ярҙам итә. Беренсенән, ул беҙгә бөтә һынауҙарҙы кисереп сығыр өсөн көс бирә. Икенсенән, изге рух, «елкәндәребеҙгә иҫеп», беҙгә яңы донъяны күҙҙән ысҡындырмайынса Йәһүәгә хеҙмәтебеҙҙе дауам итергә ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа изге рухтан тулы файҙа алырға тырышайыҡ!

41-СЕ ЙЫР Эй Раббым, доғамды ишет

^ 5 абз. Был мәҡәләлә Алланың изге рухы беҙгә нисек ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам итә алғаны ҡарала. Беҙ шулай уҡ изге рухтан тулы файҙа алыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген белербеҙ.

^ 16 абз. «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарын яҙыуҙа ҡатнашҡан башҡа кешеләр менән сағыштырғанда, Лука доғаның Ғайса өсөн ни тиклем мөһим булғанына күберәк иғтибар иткән (Лука 3:21; 5:16; 6:12; 9:18, 28, 29; 18:1; 22:41, 44).

^ 17 абз. 2018 йылдың июль айында сыҡҡан «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» тигән эш дәфтәренең 4-се битендә Лука 11:5—9-ға килтерелгән тикшеренеү өсөн материалда «үҙ тигәнендә ныҡ торғанға» тип яңғыраған һүҙҙәргә комментарийҙы ҡарағыҙ.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: 1-СЕ АҘЫМ. Ағай- һәм апай-ҡәрҙәш Батшалыҡ залына инеп килә. Имандаштары араһында улар изге рухтың тәьҫирен тоя. 2-СЕ АҘЫМ. Улар осрашыуға әҙерләнгән һәм фекер алышыуҙа ҡатнаша. Алла Һүҙен өйрәнеү, вәғәзләү һәм доға ҡылыу тураһында әйткәндә лә, был эштәрҙе даими эшләргә һәм уларҙы мөмкин тиклем ашҡыныбыраҡ башҡарырға кәрәк.