Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

46-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Ҡыйыу булығыҙ! Йәһүә — һеҙҙең Ярҙамсығыҙ

Ҡыйыу булығыҙ! Йәһүә — һеҙҙең Ярҙамсығыҙ

«Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам» (ЕВР. 13:5).

55-СЕ ЙЫР Уларҙан ҡурҡмағыҙ!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Үҙебеҙҙе яңғыҙ тойһаҡ йә ауырлыҡтар арҡаһында өмөтһөҙлөккә бирелһәк, беҙҙе нимә йыуатыр? (Зәбур 118:5—7).

ҺЕҘҘЕҢ берәй ҡасан, ауырлыҡтар менән осрашҡанда, үҙегеҙҙе япа-яңғыҙ итеп тойғанығыҙ булдымы? Ундай хистәр күптәргә, шул иҫәптән Алланың тоғро хеҙмәтселәренә лә таныш (1 Бат. 19:14). Әгәр шундай хистәр кисерһәгеҙ, Йәһүәнең «мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам» тигән вәғәҙәһен иҫтә тотоғоҙ. Эйе, беҙ инанғанлыҡ менән: «Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын», — тип әйтә алабыҙ (Евр. 13:5, 6). Илсе Павел был һүҙҙәрҙе Йәһүҙиәлә йәшәгән ҡәрҙәштәренә б. э. 61 йылында яҙған. Уның һүҙҙәре Зәбур 118:5—7-лә (уҡығыҙ *) сағылған инанғанлыҡты иҫебеҙгә төшөрә.

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр һәм ни өсөн?

2 Мәҙхиә йырлаусы кеүек, Павел да Йәһүәнең Ярҙамсы икәнен белгән, сөнки үҙенең тормошонда уның ҡулын күп тапҡыр күргән. Мәҫәлән, еврейҙарға хат яҙғанға тиклем ике йыл алдараҡ Павел ҡурҡыныс диңгеҙ сәйәхәтендә иҫән ҡалған (Ғәм. 27:4, 15, 20). Был сәйәхәт ваҡытында һәм уға тиклем Йәһүә Павелға төрлө юлдар менән ярҙам иткән. Беҙ уларҙың өсөһөн ҡарап сығырбыҙ. Йәһүә уға Ғайса Мәсих һәм фәрештәләр аша, хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр һәм ҡәрҙәштәр аша ярҙам иткән. Павелдың тормошонда булған был осраҡтарҙы ҡарап сығыу беҙҙең Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы тәрәнәйтер һәм уның доғаларыбыҙға яуап бирәсәгенә һис тә шикләнмәҫкә ярҙам итер.

ҒАЙСА МЕНӘН ФӘРЕШТӘЛӘРҘЕҢ ЯРҘАМЫ

3. Павел нимә тураһында борсолғандыр һәм ни өсөн?

3 Павел ярҙамға мохтаж булған. Яҡынса б. э. 56 йылында халыҡ төркөмө, Павелды Иерусалимдағы ғибәҙәтхананан һөйрәп алып сығып, уны үлтерергә тырышҡан. Киләһе көндө Павелды Юғары кәңәшмәгә килтергәндәр. Унда дошмандары уны өҙгөләп ташлай яҙған (Ғәм. 21:30—32; 22:30; 23:6—10). Ул ваҡытта, Павел, бәлки: «Мин тағы күпме түҙә алырмын икән?» — тип борсолғандыр.

4. Йәһүә Павелға Ғайса аша нисек ярҙам иткән?

4 Павел ниндәй ярҙам алған? Ул ҡулға алынғандан һуң уға төнөн Ғайса Мәсих күренгән һәм былай тигән: «Ныҡ бул! Иерусалимда Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең» (Ғәм. 23:11). Был рухландырғыс һүҙҙәр бик ваҡытлы булған! Ғайса Павелды Иерусалимда шаһитлыҡ биргәне өсөн маҡтаған һәм, Римда ла шаһитлыҡ бирерһең, тип вәғәҙә иткән. Тимәк, Павелдың Римға иҫән-һау барып етәсәгенә ышаныр өсөн нигеҙе булған. Ундай вәғәҙә алып, Павел, моғайын, үҙен атаһының ҡосағында ултырған бала һымаҡ тойғандыр.

Көслө дауыл ваҡытында фәрештә Павелды, карапта булған бөтә кеше тере ҡаласаҡ, тип ышандыра. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Йәһүә Павелға фәрештә аша нисек ярҙам иткән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

5 Павел тағы ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? Иерусалимдағы ваҡиғаларҙан һуң яҡынса ике йыл үткәс, ул, карапҡа ултырып, Италияға барырға тейеш булған. Карап көслө дауылға эләккән, һәм ундағы бөтә кешеләр иҫән ҡалыуға өмөттәрен юғалтҡан. Әммә Павел ҡурҡыуға бирелмәгән. Ни өсөн? Ул караптағы кешеләргә былай тигән: «Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде. Ул: „Ҡурҡма, Павел! Һин ҡайсар алдында булырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә“, — тине». Йәһүә элегерәк Ғайса аша әйткән вәғәҙәһен фәрештә аша тағы ҡабатлаған. Һәм, ысынлап та, Павел Римға барып еткән (Ғәм. 27:20—25; 28:16).

6. Ғайсаның ниндәй вәғәҙәһе беҙҙе нығыта һәм ни өсөн?

6 Беҙ ниндәй ярҙам алабыҙ? Ғайса, Павелға ярҙам иткән һымаҡ, беҙгә лә ярҙам итәсәк. Ғайса үҙенең бөтә шәкерттәренә былай тип вәғәҙә иткән: «Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам» (Матф. 28:20). Уның һүҙҙәре көс өҫтәй, сөнки ҡайһы саҡта беҙгә бик ауыр була. Мәҫәлән, яҡындарын юғалтҡан ҡәрҙәштәрҙең йән әрнеүе күп йылдарға һуҙылырға мөмкин. Ә кемдер оло йәшкә бәйле ауырлыҡтар кисерә. Башҡалар депрессиянан интегә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ бирешмәйбеҙ, сөнки Ғайсаның «һәр ваҡыт», шул иҫәптән ауыр саҡтарҙа ла беҙҙең менән булғанын беләбеҙ (Матф. 11:28—30).

Вәғәз эшендә беҙгә фәрештәләр ярҙам итә (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Асылыш 14:6 буйынса, Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә?

7 Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә беҙгә фәрештәләр аша ярҙам итә (Евр. 1:7, 14). Мәҫәлән, беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе «һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа» вәғәзләгәндә, фәрештәләр беҙгә ярҙам итә һәм йүнәлтә (Матф. 24:13, 14; Асылыш 14:6-ны уҡығыҙ).

ХАКИМЛЫҠҠА ЭЙӘ БУЛҒАНДАР АША КҮРҺӘТЕЛГӘН ЯРҘАМ

8. Йәһүә Павелға ғәскәриҙәр башлығы аша нисек ярҙам иткән?

8 Павел ниндәй ярҙам алған? Б. э. 56 йылында Ғайса Павелды, Римға барып етәсәкһең, тип ышандырған. Әммә Иерусалимда ҡайһы бер йәһүдтәр, Павелға һөжүм итеп, уны үлтерергә йыйынған. Шул хаҡта белгәс, ғәскәриҙәр башлығы Клавдий Лисий Павелға ярҙамға килгән. Ул, кисектермәйенсә, Павелды Иерусалимдан яҡынса 105 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Кесария ҡалаһына ебәргән һәм күп ғәскәриҙәргә уны һаҡлап барырға ҡушҡан. Кесарияла идарасы Феликс «Павелды Ирод һарайы төрмәһендә һаҡ аҫтында тоторға» ҡушҡан. Павелды үлтерергә теләгән йәһүдтәр уға бер ниндәй зыян килтерә алмаған (Ғәм. 23:12—35).

9. Идарасы Фест Павелға нисек ярҙам иткән?

9 Ике йыл үткәндән һуң, Павел һаман Кесариялағы төрмәлә ултырған. Феликс урынына Фест идарасы булып киткән. Йәһүдтәр Фесттан Павелды Иерусалимда хөкөм итеүен үтенгән, әммә Фест баш тартҡан. Бәлки, ул йәһүдтәрҙең Павелды «юлда үлтерергә» һүҙ ҡуйышҡаны тураһында белгәндер (Ғәм. 24:27—25:5).

10. Павел ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләгәс, идарасы Фест нисек эш иткән?

10 Һуңыраҡ Павел Кесариялағы суд алдына баҫҡан. Фест, «йәһүдтәргә ярарға теләп», Павелдан: «Иерусалимға барырға һәм унда был ғәйепләүҙәрҙе тикшереү өсөн минең хөкөм алдына баҫырға ризаһыңмы?» — тип һораған. Павел Иерусалимда үҙенә үлем янағанын белгән. Ул шулай уҡ, Римға барһа, иҫән ҡаласағын һәм хеҙмәтен дауам итә аласағын аңлаған. Шуға күрә ул: «Ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләйем», — тип әйткән. Фест, үҙенең кәңәшселәре менән һөйләшеп алғас: «Һин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләнең, шуның өсөн ҡайсар янына китәсәкһең», — тигән. Фесттың ҡарары Павелды дошмандарынан һаҡлап ҡалған. Ваҡыт үтеү менән Павел Римға барған, һәм унда инде йәһүдтәр уны үлтерә алмаған (Ғәм. 25:6—12).

11. Павел Ишағыяның ниндәй йыуаныслы һүҙҙәре тураһында уйланғандыр?

11 Италияға ебәрелеүен көткәндә, Павел Ишағыя пәйғәмбәр әйткән киҫәтеү һүҙҙәре тураһында уйланғандыр. Ишағыя Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан кешеләргә былай тигән: «Ниәт ҡороғоҙ, ләкин ул емерелер! Теләгәнегеҙҙе һөйләгеҙ, ләкин ул уңышлы булмаҫ, сөнки Алла беҙҙең менән!» (Ишағ. 8:10). Павел Йәһүәнең үҙенә ярҙам итәсәгенә шикләнмәгән, һәм был уны, күрәһең, киләсәктәге һынауҙар алдынан нығытҡан.

Элекке ваҡыттарҙа булған кеүек, бөгөн дә Йәһүә хакимлыҡҡа эйә булған кешеләрҙе үҙенең хеҙмәтселәрен яҡларға дәртләндерә ала (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Юлий Павел менән нисек мөғәмәлә иткән, һәм Павел быға нисек ҡараған?

12 Б. э. 58 йылында Павелды, Рим армияһының Юлий исемле йөҙбашына тапшырып, Италияға ебәрәләр. Шул ваҡыттан алып Юлий Павелдың тормошон йә еңеләйтә, йә ауырлаштыра алған. Ул үҙенең хакимлығын нисек ҡулланған? Киләһе көндө беренсе туҡталышта «Юлий, Павелға кешелеклелек күрһәтеп, уға дуҫтары янына барырға» рөхсәт иткән. Һуңыраҡ Юлий хатта уның ғүмерен ҡотҡарған. Нисек итеп? Ғәскәриҙәр карапта булған бөтә тотҡондарҙы үлтерергә теләгән, әммә Юлий уларҙы туҡтатҡан. Ул «Павелды ҡотҡарып ҡалырға» теләгән. Моғайын, Павел был кешелекле йөҙбаштың эш итеүендә Йәһүәнең ҡулын күргәндер (Ғәм. 27:1—3, 42—44).

13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. Йәһүә хакимлыҡҡа эйә булған кешеләрҙе нисек ҡуллана ала?

13 Беҙ ниндәй ярҙам алабыҙ? Ихтыярына тура килһә, Йәһүә, үҙенең ҡеүәтле изге рухын ҡулланып, хакимлыҡҡа эйә булған кешеләрҙән үҙе теләгәнде эшләтә ала. Сөләймән батша былай тип яҙған: «Батшаның йөрәге Йәһүә ҡулында һыу ағымы һымаҡ, ул уны ҡайҙа теләһә, шунда бора» (Ғиб. һүҙ. 21:1). Был һүҙҙәр нимәне аңлата? Кешеләр, канау ҡаҙып, йылғаны үҙҙәре теләгән яҡҡа ебәрә ала. Шуның шикелле, Йәһүә лә изге рухы ярҙамында хакимдарҙың уйҙарын үҙенә кәрәкле яҡҡа йүнәлтә ала. Шундай саҡтарҙа хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр Алланың халҡына файҙа килтергән ҡарарҙар ҡабул итә. (Езра 7:21, 25, 26 менән сағыштырығыҙ.)

14. Ғәмәлдәр 12:5-те иҫәпкә алһаҡ, беҙ кемдәр өсөн доға ҡыла алабыҙ?

14 Беҙ нимә эшләй алабыҙ? «Батшалар һәм етәкселәр» беҙҙең тормошобоҙға һәм хеҙмәтебеҙгә ҡағылған ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ улар өсөн доға ҡыла алабыҙ (1 Тим. 2:1, 2; Ниҡ. 1:11). Беренсе быуаттағы мәсихселәр һымаҡ, беҙ ҙә төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәр өсөн ҡайнар доға ҡылабыҙ (Ғәмәлдәр 12:5-те уҡығыҙ; Евр. 13:3). Шулай уҡ ҡәрҙәштәребеҙ өсөн яуаплы булған төрмә һаҡсылары тураһында ла доға ҡылырға була. Беҙ, Йәһүәгә ялбарып, шундай кешеләрҙең аҡылдарына тәьҫир ит һәм улар, Юлий кеүек, ҡәрҙәштәребеҙгә ҡарата кешелекле булһын, тип һорай алабыҙ (Ғәм. 27:3).

ҠӘРҘӘШТӘРҘЕҢ ЯРҘАМЫ

15, 16. Йәһүә Павелға Аристарх менән Лука аша нисек ярҙам иткән?

15 Павел ниндәй ярҙам алған? Павел Римға барған саҡта, Йәһүә уға йыш ҡына ҡәрҙәштәр аша ярҙам иткән. Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер осраҡтарҙы ҡарап сығайыҡ.

16 Павелдың ике тоғро хеҙмәттәше Аристарх менән Лука уның менән бергә Римға барырға ҡарар иткән *. Улар ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған, сөнки, Павелдан айырмалы булараҡ, улар, күрәһең, Ғайса Мәсихтән Римға иҫән-һау барып етәсәктәре тураһында вәғәҙә алмаған. Һуңыраҡ дауыл ҡупҡас ҡына, улар үҙҙәренең иҫән ҡаласағы тураһында белеп ҡалған. Аристарх менән Лука Кесарияла карапҡа ултырғас, Павел, моғайын, Йәһүәгә был ике ҡыйыу ҡәрҙәштең ярҙамы өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйткәндер (Ғәм. 27:1, 2, 20—25).

17. Йәһүә Павелға ҡәрҙәштәр аша нисек ярҙам иткән?

17 Сәйәхәт ваҡытында имандаштары Павелға бер нисә тапҡыр ярҙам иткән. Мәҫәлән, Сидон ҡалаһының портында Юлий «уға дуҫтары янына барырға һәм уларҙың хәстәрлегенән файҙаланырға» рөхсәт иткән. Ә һуңыраҡ Путеол ҡалаһында Павел һәм уның юлдаштары имандаштарын осратҡан, һәм ҡәрҙәштәр уларҙың бер аҙнаға үҙҙәре янында ҡалыуҙарын үтенгән. Улар Павелдың һәм уның юлдаштарының ихтыяждарын ҡайғыртҡан, ә Павел рухландырғыс осраҡтар һөйләп уларҙы дәртләндергән. (Ғәмәлдәр 15:2, 3 менән сағыштырығыҙ.) Унда бер аҙ ял итеп алғандан һуң, Павел иптәштәре менән сәйәхәтен дауам иткән (Ғәм. 27:3; 28:13, 14).

Павел кеүек, беҙ ҙә Йәһүәнең ярҙамын ҡәрҙәштәр аша алабыҙ (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18. Ни өсөн Павел Аллаға рәхмәт әйткән һәм ҡыуанған?

18 Римға юл тотҡанда, Павел, моғайын, өс йыл элек шул ҡалалағы йыйылышҡа хат яҙғанын иҫенә төшөргәндер. Үҙенең хатында ул оҙаҡ йылдар буйы уларҙың янына барырға теләгәне тураһында әйткән булған (Рим. 15:23). Әммә ул, унда тотҡон булараҡ барырмын, тип уйламағандыр. Римдағы ҡәрҙәштәрҙең үҙен сәләмләргә килгәнен күргәс, ул бик ҡыуанған! Изге Яҙмала былай тиелгән: «Уларҙы күргәс, Павел Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде» (Ғәм. 28:15). Иғтибар итегеҙ, имандаштарының ҡаршы алырға килгәне өсөн Павел Аллаға рәхмәт әйткән. Ни өсөн? Сөнки ул ҡәрҙәштәре аша Йәһүә ярҙам иткәнен аңлаған.

19-сы абзацты ҡарағыҙ.

19. 1 Петр 4:10-дан күренеүенсә, үҙенең хеҙмәтселәренә ярҙам итер өсөн Йәһүә беҙҙе нисек ҡуллана ала?

19 Беҙ нимә эшләй алабыҙ? Һеҙ йыйылышығыҙҙа ауырыу йә башҡа ауырлыҡтар арҡаһында стресс кисергән ҡәрҙәштәрҙе беләһегеҙме? Ә, бәлки, берәй ҡәрҙәш ғәзиз кешеһен юғалтҡандыр. Берәйһенең ярҙамға мохтаж булғанын белһәк, Йәһүәнән шул ҡәрҙәшкә йылы һүҙ табырға йә уның өсөн берәй игелекле эш эшләргә ярҙам итеүен һорайыҡ. Ҡәрҙәшебеҙ тап шундай һүҙҙәргә һәм эштәргә мохтаж булырға мөмкин. (1 Петр 4:10-ды уҡығыҙ.) * Беҙҙең иғтибарыбыҙ ҡәрҙәшкә Йәһүәнең «мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам» тигән вәғәҙәһенә тағы ла нығыраҡ ышанырға ярҙам итер. Һис шикһеҙ, был беҙҙең үҙебеҙгә лә шатлыҡ килтерер!

20. Ни өсөн беҙ инанғанлыҡ менән «Раббым — минең Ярҙамсым» тип әйтә алабыҙ?

20 Павел һәм уның юлдаштарының осрағындағы кеүек, беҙ ҙә тормош дауылдарына осрайбыҙ. Әммә Йәһүә беҙҙең менән, шуға күрә беҙ ҡурҡмайбыҙ. Ул беҙгә Ғайса Мәсих һәм фәрештәләр аша ярҙам итә. Шулай уҡ, ихтыярына тура килһә, Йәһүә хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр аша ярҙам итә ала. Бынан тыш, ул үҙенең изге рухы менән хеҙмәтселәрен имандаштарына ярҙамға килергә дәртләндерә ала. Беҙҙең күбебеҙ быны үҙ тәжрибәһендә татығаны бар. Шуға күрә беҙ, Павел кеүек, бер ҙә шикләнмәйенсә былай тип әйтә алабыҙ: «Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын. Кеше миңә нимә эшләй алһын?» (Евр. 13:6).

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

^ 5 абз. Был мәҡәләлә, Павел ауырлыҡтар менән осрашҡанда, Йәһүәнең уға ниндәй өс юл менән ярҙам иткәне ҡарала. Был теманы ҡарап сығыу беҙҙең Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы нығытыр һәм тормош дауылдарын кисереп сығырға ярҙам итер.

^ 1 абз. Зәбур 118:5—7: «Ауыр саҡта мин Йәһте саҡырҙым; Йәһ, яуап биреп, мине ҡурҡынысһыҙ урынға алып килде. Йәһүә минең яҡлы, шунлыҡтан бер нәмәнән дә ҡурҡмам. Кеше миңә нимә эшләй алһын? Йәһүә минең яҡлы, ул минең ярҙамсым, мине нәфрәт итеүселәргә тантана менән ҡарармын».

^ 16 абз. Аристарх һәм Лука Павел менән элек тә сәйәхәт иткән булған. Павел Римда төрмәлә ултырғанда ла, был ышаныслы ирҙәр уның менән ҡалған (Ғәм. 16:10—12; 20:4; Кол. 4:10, 14).

^ 19 абз. 2009 йыл 15 ғинуар һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның (тат.) 12—14-се биттәрендә 5—9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.