Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

48-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Үткәндәр менән йәшәмәгеҙ — киләсәккә ҡарағыҙ!

Үткәндәр менән йәшәмәгеҙ — киләсәккә ҡарағыҙ!

«Күҙҙәрең туп-тура ҡараһын, ҡарашың алға төбәлгән булһын» (ҒИБ. ҺҮҘ. 4:25).

77-СЕ ЙЫР Ҡараңғы донъяла яҡтылыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Ғибрәтле һүҙҙәр 4:25-тә яҙылған кәңәште нисек ҡулланып була? Миҫал килтерегеҙ.

БЫНДАЙ өс ситуацияны күҙ алдына килтерәйек. Оло йәштәге апай-ҡәрҙәш тормошондағы шатлыҡлы ваҡыттарын иҫкә төшөрә. Хәҙер тормошо ауырыраҡ булһа ла, ул көсөнән килгәндең барыһын эшләп хеҙмәтен дауам итә (1 Кор. 15:58). Көн һайын ул үҙенең яҡындары менән бергә яңы донъяла йәшәйәсәген күҙ алдына килтерә. Икенсе апай-ҡәрҙәште йыйылышта рәнйеткәндәр, әммә ул шул хаҡта уйламаҫҡа ҡарар итә (Кол. 3:13, ЯДТ). Ағай-ҡәрҙәш үҙенең элекке хаталарын онотмай, әммә ул иғтибарын уларға тупламай, ә Йәһүәгә тоғро булып ҡалыр өсөн бар көсөн һала (Зәб. 51:10).

2 Был өс мәсихсенең ниндәй уртаҡ яғы бар? Улар бөтәһе лә үткәндә булған ваҡиғаларҙы хәтерләй, әммә үткәндәр менән йәшәмәй. Бының урынына, улар үҙ ҡарашын алға, йәғни киләсәккә төбәй. (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:25-те * уҡығыҙ.)

3. Ни өсөн беҙгә киләсәккә ҡарап йәшәргә кәрәк?

3 Ни өсөн киләсәккә ҡарап йәшәү мөһим? Һәр ваҡыт артҡа ҡараған кеше тура бара алмаған кеүек, беҙ ҙә, һәр ваҡыт үткәндәр тураһында уйлаһаҡ, Йәһүәгә тулы рәүештә хеҙмәт итә алмаҫбыҙ (Лука 9:62).

4. Был мәҡәләлә беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?

4 Был мәҡәләлә беҙҙе үткәндәр менән йәшәргә * этәргән бындай өс сәбәп ҡаралыр: 1) үткәндәрҙе һағыныу, 2) үпкәләү һәм 3) ғәйеп тойғоһонан интегеү. Һәр сәбәпте ҡарағанда, беҙ Изге Яҙмалағы принциптар үткәндәргә түгел, ә киләсәккә ҡарап йәшәргә нисек ярҙам иткәненә иғтибар итербеҙ.

ҮТКӘНДӘРҘЕ ҺАҒЫНЫУ

Киләсәккә ҡарап йәшәргә нимә ҡамасауларға мөмкин? (5, 9, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

5. Вәғәзсе 7:10-дағы һүҙҙәр беҙҙе нимәнән киҫәтә?

5 Вәғәзсе 7:10-ды * уҡығыҙ. Иғтибар итегеҙ, был аятта, ни өсөн үткән көндәр яҡшы булды тип һорау дөрөҫ түгел, тип әйтелмәй. Матур хәтирәләр — Йәһүәнең бүләге. Аятта былай тиелгән: «„Ни өсөн үткән көндәр хәҙергенән яҡшыраҡ булды икән?“, — тимә». Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙ үткәндәрҙе хәҙерге шарттар менән сағыштырмаҫ өсөн һәм, хәҙер барыһы насарыраҡ булып китте, тип уйламаҫ өсөн һаҡ булырға тейеш.

Мысырҙан сыҡҡандан һуң, израилдәр ниндәй хата яһаған? (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)

6. Ни өсөн, элекке ваҡыттар яҡшыраҡ булды, тип уйлау аҡыллы түгел? Миҫал килтерегеҙ.

6 Ни өсөн, элекке ваҡыттар яҡшыраҡ булды, тип уйлау аҡыллы түгел? Үткәндәрҙе һағынғанда, беҙ тик яҡшы нәмәләрҙе генә иҫләйбеҙ, ә насар нәмәләр бөтөнләй булмаған кеүек тойола. Әйҙәгеҙ, боронғо израилдәрҙе иҫкә төшөрәйек. Мысырҙан сыҡҡандан һуң, улар унда йәшәүе ни тиклем ауыр булғанын бик тиҙ онотҡан һәм яҡшы итеп ашағандарын ғына иҫләгән. Улар былай тигән: «Беҙ Мысырҙа бушлай ашаған балыҡты, шулай уҡ ҡыяр, ҡарбуз, һуған һәм һарымһаҡты шул тиклем һағынабыҙ!» (Һан. 11:5). Әммә улар ысынлап та был ризыҡты «бушлай» ашағанмы? Әлбиттә, юҡ. Израилдәр бының өсөн бик ҙур хаҡ түләгән: Мысырҙа улар ҡолдар булған, һәм улар менән ҡаты мөғәмәлә иткәндәр (Сығ. 1:13, 14; 3:6—9). Ләкин улар шул ауырлыҡтарҙы онотҡан һәм үткәндәрҙе һағынған. Улар, Йәһүәнең әле генә эшләгән яҡшы эштәрен күреү урынына, «элекке яҡшы ваҡыттар» тураһында уйлаған. Уларҙың ҡарашы Йәһүәгә һис тә оҡшамаған (Һан. 11:10).

7. Бер апай-ҡәрҙәшкә үткәндәрҙе һағыныу тоҙағына эләкмәҫкә нимә ярҙам иткән?

7 Үткәндәрҙе һағыныу тоҙағына эләкмәҫ өсөн нимә эшләп була? Бер апай-ҡәрҙәштең осрағына иғтибар итәйек. 1945 йылда ул Бруклиндағы Вефилдә хеҙмәт итә башлаған. Бер нисә йылдан һуң ул бер вефилсе ағай-ҡәрҙәшкә кейәүгә сыҡҡан. Улар унда бергәләп күп йылдар хеҙмәт иткән. Әммә 1976 йылда уның ире ауырып киткән. Тиҙҙән үләсәге хаҡында белгәс, ире уға киләсәк юғалтыуҙы кисереп сығырға ярҙам итер өсөн бер нисә кәңәш биргән. Ире уға былай тигән: «Беҙҙең никахыбыҙ бәхетле булды. Ундай бәхетте татыған кешеләр әҙ». Ул уны шулай уҡ былай тип дәртләндергән: «Һин бергә үткәргән ваҡыттарыбыҙҙы онотмаҫһың, әммә иғтибарыңды быға туплама. Ваҡыт үтеү менән күңел әрнеүең кәмер. Төшөнкөлөккә ныҡ бирелмә һәм үҙеңде йәлләмә. Минең менән бәхетле йылдар үткәргәнеңә шатлан... Хәтирәләр — Алланан бүләк». Бик яҡшы кәңәш, шулай бит?

8. Үткәндәр менән йәшәмәү апай-ҡәрҙәшебеҙгә нисек ярҙам иткән?

8 Апай-ҡәрҙәшебеҙ иренең кәңәшенә ҡолаҡ һалған. Ул Йәһүәгә 92 йәшенә тиклем тоғро хеҙмәт иткән. Үлеменән бер нисә йыл алдараҡ ул былай тигән: «63 йыл буйы башҡарған тулы ваҡытлы хеҙмәтемде иҫкә төшөрөп, бик бәхетле булдым, тип әйтә алам». Ул былай тип аңлатҡан: «Миңә ысын бәхет килтергән нәмәләр: ғәжәп ҡәрҙәшлегебеҙ һәм иҫ киткес өмөт. Оҙаҡламай ерҙәге ожмахта беҙ ҡәрҙәштәр менән бергә йәшәйәсәкбеҙ һәм Бөйөк Барлыҡҡа килтереүсе, берҙән-бер хаҡ Алла Йәһүәгә мәңге хеҙмәт итәсәкбеҙ» *. Был апай-ҡәрҙәш киләсәккә ҡарап йәшәүҙә беҙгә бик яҡшы үрнәк ҡалдырған!

ҮПКӘ ҺАҠЛАУ

9. Левиттар 19:18-ҙе иҫәпкә алһаҡ, ниндәй осраҡта рәнйетеүсене ғәфү итеүе айырыуса ауыр булырға мөмкин?

9 Левиттар 19:18-ҙе * уҡығыҙ. Ҡәрҙәшебеҙ, яҡын дуҫыбыҙ йә туғаныбыҙ беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәндә, йыш ҡына ғәфү итеүе ауыр була. Бер апай-ҡәрҙәштең осрағын ҡарап сығайыҡ. Икенсе апай-ҡәрҙәш уны үҙенең аҡсаһын урлауҙа нахаҡҡа ғәйепләгән. Һуңыраҡ ул ғәфү үтенгән, әммә апай-ҡәрҙәш ныҡ үпкәләгән һәм шул хаҡта уйлауҙан туҡтай алмаған. Һеҙҙең шуға оҡшаш хистәр кисергәнегеҙ булдымы? Шундай уҡ хәлгә эләкмәгән булһаҡ та, моғайын, күбебеҙҙең рәнйегән саҡтары булғандыр. Бәлки, ул ваҡытта беҙгә рәнйетеүсебеҙҙе бер ҡасан да ғәфү итә алмаҫбыҙ кеүек тойолғандыр.

10. Берәйһенә рәнйеһәк, беҙгә нимә ярҙам итер?

10 Берәйһенә үпкәләһәк, беҙгә нимә ярҙам итер? Беренсенән, онотмағыҙ: Йәһүә барыһын күреп тора. Ул беҙҙең менән нимә булғанын, шул иҫәптән берәйһенең беҙҙең менән ғәҙелһеҙ эш иткәнен дә белә (Евр. 4:13). Беҙ ғазап сиккәндә, Йәһүә беҙҙе бик ҡыҙғана (Ишағ. 63:9). Һәм ул ғәҙелһеҙлек арҡаһында кисергән күңел әрнеүебеҙҙе бөтөрөргә вәғәҙә итә (Асыл. 21:3, 4).

11. Башҡаларҙы кисереү беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

11 Шуны ла иҫтә тотоу мөһим: кешене ғәфү итһәк, үҙебеҙгә файҙа килтерәбеҙ. Аҡса урлауҙа нахаҡҡа ғәйепләнгән апай-ҡәрҙәш тә быны аңлаған. Ваҡыт үтеү менән ул теге ҡәрҙәште ғәфү итә алған, сөнки шуны таныған: беҙ башҡаларҙы кисергәндә, Йәһүә лә беҙҙе кисерә (Матф. 6:14). Ул теге апай-ҡәрҙәште аҡларға һәм уның хатаһын кәметергә тырышмаған, әммә шул уҡ ваҡытта уны кисерергә ҡарар иткән. Һөҙөмтәлә ул шатлыҡлыраҡ булып киткән һәм иғтибарын хеҙмәткә туплай алған.

ҒӘЙЕП ТОЙҒОҺОНАН ИНТЕГЕҮ

12. 1 Яхъя 3:19, 20-ләге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

12 1 Яхъя 3:19, 20-не уҡығыҙ. Ваҡыт-ваҡыт беҙ барыбыҙ ҙа ғәйеп тойғоһо кисерәбеҙ. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр хәҡиҡәткә килмәҫ борон ҡылған насар эштәре арҡаһында көйәләнә. Башҡалар һыуға сумдырылғандан һуң яһаған хаталары өсөн үҙҙәрен ғәйепләй (Рим. 3:23). Әлбиттә, беҙ дөрөҫ эш итергә теләйбеҙ. Әммә «бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ» (Яҡ. 3:2; Рим. 7:21—23). Ғәйеп тойғоһо кисереү әллә ни күңелле булмаһа ла, ул беҙгә файҙа килтерә. Нисек итеп? Был тойғо беҙҙе үҙгәрергә һәм хаталарыбыҙҙы ҡабатламаҫҡа дәртләндерә ала (Евр. 12:12, 13).

13. Ни өсөн беҙ сиктән тыш көслө ғәйеп тойғоһо менән көрәшергә тейеш?

13 Икенсе яҡтан, ғәйеп тойғоһо сиктән тыш көслө була ала: тәүбә итһәк тә һәм Йәһүә беҙҙе кисерһә лә, был хис беҙҙе ҡалдырмаҫҡа мөмкин. Ундай көслө ғәйеп тойғоһо беҙгә зыян килтерә ала (Зәб. 31:10; 38:3, 4). Бер апай-ҡәрҙәштең миҫалы быны иҫбатлай. Ул элек ҡылған гонаһтары өсөн ғәйеп тойғоһо менән көрәшкән. Ул былай тип бүлешкән: «Мин, хеҙмәттә күп тырышлыҡ һалмаһам да була, сөнки барыбер ҡотҡарылмаҫмын, тип уйлай торғайным». Күбебеҙҙең шундай хистәр кисергәне булғандыр. Әммә беҙ ғәйеп тойғоһона күңелебеҙҙе тулыһынса биләп алырға рөхсәт итергә тейеш түгел. Уйлап ҡарағыҙ: Йәһүәнең беҙҙе ғәфү итеүенә ҡарамаҫтан, үҙебеҙгә ҡул һелтәһәк, Шайтан ни тиклем шатланыр ине! (2 Коринфтарға 2:5—7, 11 менән сағыштырығыҙ.)

14. Йәһүәнең беҙҙе кисерергә теләгәнен ҡайҙан белеп була?

14 Шулай ҙа: «Йәһүәнең мине кисерергә теләгәнен ҡайҙан белеп була?» — тигән һорау ҡалырға мөмкин. Үҙебеҙгә ундай һорау бирһәк, беҙ ниндәйҙер кимәлдә уға яуапты инде беләбеҙ. Күп йылдар элек «Күҙәтеү манараһы»нда былай тип яҙылған ине: «Бәлки, беҙ, йәшәү рәүешебеҙҙә ныҡ тамырланған берәй насар ғәҙәткә бирелеп, йыш абынабыҙҙыр... Өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ. Кисермәҫлек гонаһ ҡылдым, тигән һығымта яһамағыҙ. Шайтан һеҙҙең тап шулай уйлауығыҙҙы теләй ҙә. Көйәләнеүегеҙ инде үҙенән-үҙе һеҙҙең насар кеше түгел икәнегеҙҙе һәм Йәһүәнең кисереүенә өмөтләнә алыуығыҙҙы күрһәтә. Артабан да баҫалҡы һәм эскерһеҙ итеп Аллаға ялбарығыҙ, унан кисереү, таҙарыныу һәм ярҙам эҙләгеҙ. Бәләгә эләккән бала атаһына барған кеүек, һеҙ ҙә, бер үк ғәҙәт арҡаһында күпме генә абынһағыҙ ҙа, Йәһүәгә барығыҙ. Ул үҙенең йомарт игелеге буйынса һеҙгә ярҙам итәсәк» *.

15, 16. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, Йәһүәнең уларға ҡул һелтәмәгәнен аңлағас, ниндәй хистәр кисергән?

15 Күп ҡәрҙәштәр, Йәһүәнең уларға ҡул һелтәмәгәнен аңлап, еңеллек тойған. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән рубрика аҫтында сыҡҡан мәҡәлә бер ағай-ҡәрҙәшкә ныҡ тәьҫир иткән. Шул мәҡәләлә бер апай-ҡәрҙәштең миҫалы килтерелгән. Уға тормошонда булған ваҡиғалар арҡаһында Йәһүәнең яратыуына ышаныуы ауыр булған. Хатта һыуға сумдырылғандан һуң да ул күп йылдар шундай хистәр менән көрәшкән. Әммә йолом ҡорбаны тураһында тәрән уйланыу апай-ҡәрҙәшкә ҡарашын төҙәтергә ярҙам иткән *.

16 Был апай-ҡәрҙәштең осрағы ағай-ҡәрҙәшкә ниндәй йоғонто яһаған? Ул былай тип яҙған: «Үҫмер сағымда мин порнография ҡарау ғәҙәте менән көрәшкән инем. Ә күптән түгел тағы шуны ҡараным. Мин өлкәндәрҙән ярҙам һораным һәм был проблеманы еңер өсөн күп көс һалдым. Өлкәндәр мине Алланың яратыуына һәм мәрхәмәтле булыуына ышандырҙылар. Әммә ҡайһы саҡ мин һаман да үҙемде булдыҡһыҙ итеп тоям һәм, Йәһүә мине яратмайҙыр, тип уйлайым. Был миҫал [апай-ҡәрҙәштең миҫалы] миңә бик ярҙам итте. Хәҙер мин аңлайым: Алла мине ғәфү итә алмай, тип уйлаһам, мин, асылда, Алла Улының ҡорбаны гонаһтарымды ҡаплай алғанына шикләнәм. Мин шул мәҡәләне журналдан ҡырҡып алдым һәм, үҙемде булдыҡһыҙ итеп тойғанда, уны уҡыйым».

17. Илсе Павелға сиктән тыш көслө ғәйеп тойғоһонан интекмәҫкә нимә ярҙам иткән?

17 Әле ҡаралған осраҡтар илсе Павелдың миҫалын иҫкә төшөрә. Мәсихсе булып китмәҫ борон, ул етди гонаһтар ҡылған. Ул үткәндәге хаталарын хәтерләгән, ләкин иғтибарын уларға тупламаған (1 Тим. 1:12—15). Павел йолом ҡорбанына шәхсән үҙенә бирелгән бүләккә ҡарағандай ҡараған (Гал. 2:20). Шуға күрә ул сиктән тыш көслө ғәйеп тойғоһонан интекмәгән һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә иң яҡшыһын биреү тураһында уйлаған.

КИЛӘСӘККӘ ҠАРАП ЙӘШӘГЕҘ!

Алға ҡарап йәшәйек! (18, 19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

18. Был мәҡәлә беҙҙе нимәгә өйрәтте?

18 Беҙ был мәҡәләнән ниндәй һабаҡтар алдыҡ? 1) Яҡшы хәтирәләр — Йәһүәнән бүләк, әммә, элекке ваҡыттар ниндәй генә яҡшы булмаһын, яңы донъяла тормош күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. 2) Башҡалар беҙҙе рәнйетергә мөмкин, әммә уларҙы ғәфү итһәк кенә, Йәһүәгә тулы рәүештә хеҙмәт итә алырбыҙ. 3) Сиктән тыш көслө ғәйеп тойғоһо беҙгә Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итергә ҡамасаулай ала. Шуға күрә беҙгә, Павелдан үрнәк алып, Йәһүәнең үҙебеҙҙе кисергәненә ышанырға кәрәк.

19. Яңы донъяла үткәндәр менән бәйле үкенестәр беҙҙе интектермәйәсәген беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

19 Беҙҙең мәңге йәшәргә өмөтөбөҙ бар. Яңы донъяла үткәндәр менән бәйле үкенестәр беҙҙе интектермәҫ. Ул ваҡыт хаҡында Изге Яҙмала былай тиелә: «Элекке нәмәләр инде иҫкә төшмәҫ» (Ишағ. 65:17). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: ҡайһы берҙәребеҙ Йәһүәгә ғүмере буйы хеҙмәт итеп ҡартайҙы, ләкин яңы донъяла улар яңынан йәш саҡтарына ҡайтасаҡ (Әйүп 33:25). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, үткәндәр менән йәшәмәйек. Ә, киреһенсә, яҡты киләсәккә ҡарайыҡ һәм яңы донъяға керер өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ!

142-СЕ ЙЫР Өмөтөбөҙгә ныҡ тотонайыҡ

^ 5 абз. Ҡайһы ваҡыт үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү файҙалы була ала. Ләкин үткәндәр тураһында сиктән тыш күп уйлаһаҡ, беҙ хәҙерге ваҡытта Йәһүәгә тулы рәүештә хеҙмәт итмәҫкә һәм киләсәктәге фатихаларҙы күҙҙән ысҡындырырға мөмкин. Был мәҡәләлә беҙҙе үткәндәр менән йәшәргә этәргән өс сәбәп ҡаралыр. Шулай уҡ Изге Яҙмалағы принциптарға һәм бөгөнгө ваҡытта йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең миҫалдарына иғтибар ителер. Был беҙгә киләсәккә ҡарап йәшәргә ярҙам итер.

^ 2 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 4:25: «Күҙҙәрең туп-тура ҡараһын, ҡарашың алға төбәлгән булһын».

^ 4 абз. АҢЛАТМА. Был мәҡәләлә «үткәндәр менән йәшәү» тигән һүҙбәйләнеш һәр ваҡыт үткәндәр тураһында уйлауҙы — гел шул хаҡта һөйләүҙе, хәтирәләрҙе ҡат-ҡат яңыртыуҙы һәм, элекке ваҡыттар хәҙерге тормошҡа ҡарағанда яҡшыраҡ булды, тип уйлауҙы аңлата.

^ 5 абз. Вәғәзсе 7:10: «„Ни өсөн үткән көндәр хәҙергенән яҡшыраҡ булды икән?“ — тимә. Былай тип һорау аҡыллы түгел».

^ 8 абз. 2004 йыл 1 июль һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) 23—29-сы биттәрҙе ҡарағыҙ.

^ 9 абз. Левиттар 19:18: «Үс алма һәм үҙ халҡың улдарына асыу тотма, яҡыныңды үҙеңде яратҡандай ярат. Мин — Йәһүә».

^ 14 абз. 1995 йыл 1 декабрь һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) 11-се битте ҡарағыҙ.

^ 15 абз. 2011 йыл 1 август һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) 20—21-се биттәрҙе ҡарағыҙ.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: үткәндәрҙе һағыныу, үпкә һаҡлау һәм ғәйеп тойғоһонан интегеү беҙҙе артҡа тартҡан ауыр йөктәр кеүек, улар беҙгә тормош юлынан алға барырға ҡамасаулай.

^ 69 абз. РӘСЕМДӘ: беҙҙе артҡа тартҡан был хистәрҙән арынғандан һуң, беҙ еңеллек тойорбоҙ, бәхетлерәк һәм көслөрәк булып китербеҙ. Шул саҡта беҙ алға ҡарап йәшәй алырбыҙ.