Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

47-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Һеҙ артабан да үҙгәрергә әҙерме?

Һеҙ артабан да үҙгәрергә әҙерме?

«Имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ» (2 КОР. 13:11).

54-СЕ ЙЫР «Бына юл!»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Матфей 7:13, 14 буйынса, беҙ ниндәй юлдан барабыҙ?

БЕҘ бөтәбеҙ ҙә Йәһүәнең идараһы аҫтында йәшәргә теләйбеҙ, шунлыҡтан яңы донъяға илткән юлдан барабыҙ. Беҙ был юлдан көн һайын атлайбыҙ, әммә, Ғайса Мәсих киҫәткәнсә, был юл ҡыҫынҡы һәм ҡайһы саҡта унан барыу еңел түгел. (Матфей 7:13, 14-те уҡығыҙ.) Камил булмағанға, беҙ тормош юлынан ситкә тайпылырға мөмкин (Гал. 6:1).

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр? (« Баҫалҡылыҡ беҙгә дөрөҫ юлдан тайпылмаҫҡа ярҙам итә» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

2 Тар юлда ҡалыр өсөн беҙгә фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе, ҡараштарыбыҙҙы һәм тәртибебеҙҙе үҙгәртергә әҙер булырға кәрәк. Илсе Павел Коринфта йәшәгән мәсихселәрҙе артабан да үҙгәрергә дәртләндергән (2 Кор. 13:11). Был кәңәш беҙгә лә ҡағыла. Беҙ ҙә һәр ваҡыт кәрәкле үҙгәрештәр яһап торорға тейеш. Был мәҡәләлә беҙ Изге Яҙма һәм рухи яҡтан етлеккән дуҫтар беҙгә үҙгәрергә нисек ярҙам итә алғанын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ ни өсөн ҡайһы ваҡыт Йәһүә ойошмаһының күрһәтмәләренә буйһоноуы ауыр икәнен күрербеҙ. Бынан тыш, шәхесебеҙ өҫтөндә эшләгән саҡта баҫалҡылыҡ беҙгә нисек шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам иткәне хаҡында белербеҙ.

АЛЛА ҺҮҘЕНӘ ҮҘЕГЕҘҘЕ ҮҘГӘРТЕРГӘ ЮЛ ҠУЙЫҒЫҘ

3. Алла Һүҙе беҙгә нисек ярҙам итә ала?

3 Үҙ хистәребеҙҙе һәм уйҙарыбыҙҙы баһалау еңел түгел. Беҙҙең йөрәк мәкерле, шунлыҡтан уның беҙҙе ҡайҙа алып барып сығарасағын белеүе ауыр (Ирем. 17:9). Беҙ еңел генә үҙ-үҙебеҙҙе алдай алабыҙ (Яҡ. 1:22). Шуға күрә, йөрәгебеҙҙе тикшергәндә, Алла Һүҙен ҡулланырға кәрәк. Изге Яҙма беҙҙең эстән ниндәй булғаныбыҙҙы, күңел түребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе һәм ниәттәрҙе аса (Евр. 4:12, 13). Ниндәйҙер мәғәнәлә Алла Һүҙе рентген аппаратына оҡшаш, сөнки күреп булмаған нәмәләрҙе күрергә ярҙам итә. Әммә Алла Һүҙендәге кәңәштәр йә Йәһүә билдәләгән кешеләрҙең кәңәштәре беҙгә файҙа килтерһен өсөн, баҫалҡы булырға кәрәк.

4. Шаул батшаның ғорур булып киткәне нимәнән күренә?

4 Баҫалҡылыҡ етмәү нимәгә килтерә алғаны Шаул батшаның миҫалынан яҡшы күренә. Ул шул тиклем ғорур булып киткән, хатта үҙенә үҙгәрергә кәрәклеген танымаған (Зәб. 36:1, 2; Аб. 2:4). Йәһүә Шаулға амалектарҙы юҡ иткәндән һуң нимә эшләргә кәрәклеге тураһында аныҡ күрһәтмәләр биргән, әммә ул буйһонмаған. Самуил пәйғәмбәр Шаулды фаш иткәс, ул үҙенең хатаһын танымаған. Бының урынына, ул, хаталарының эҙемтәләрен кәметеп һәм ғәйепте башҡаларға ауҙарып, үҙен аҡларға тырышҡан (1 Сам. 15:13—24). Бынан алдараҡ та ул шундай рух сағылдырған (1 Сам. 13:10—14). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Шаул үҙ йөрәгенә бик ғорур булып китергә рөхсәт иткән. Ул үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртмәгән, шуға күрә Йәһүә уны хөкөм иткән һәм кире ҡаҡҡан.

5. Шаул батшаның миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

5 Шаул батшаның миҫалынан һабаҡ алыр өсөн үҙебеҙгә бындай һорауҙар бирәйек: «Алла Һүҙенән берәй кәңәш уҡығанда, мин уны ҡулланмаҫ өсөн сәбәптәр эҙләмәйемме? Буйһонмауымдың эҙемтәләрен кәметмәйемме? Үҙем ҡылған эштәр өсөн башҡаларҙы ғәйепләмәйемме?» Был һорауҙарҙың береһенә булһа ла «эйе» тип яуап бирһәк, тимәк, беҙгә фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе үҙгәртергә кәрәк. Юғиһә, йөрәгебеҙ бик ғорур булып китергә мөмкин, һәм Йәһүә беҙҙе үҙенең дуҫы тип һанамаҫ (Яҡ. 4:6).

6. Дауыт батша Шаул батшанан нимә менән айырылып торған?

6 Шаул батшанан айырмалы булараҡ, уға алмашҡа килгән Дауыт батша «Йәһүә ҡанунын» яратҡан (Зәб. 1:1—3). Дауыт шуны белгән: Йәһүә баҫалҡыларҙы ҡотҡара, ә тәкәббер кешеләргә ҡаршы тора (2 Сам. 22:28). Шуға күрә Дауыт, үҙенең фекер йөрөтөү рәүеше Алланың ҡанунына тура килмәгәнен күргәндә, кәрәкле үҙгәрештәр яһаған. Ул былай тип яҙған: «Миңә кәңәш биргән Йәһүәне маҡтармын мин. Төндә лә йәшерен уйҙарым мине төҙәтә» (Зәб. 16:7).

АЛЛА ҺҮҘЕ

Беҙ дөрөҫ юлдан ситкә тайпылғанда, Алла Һүҙе беҙҙе киҫәтә. Баҫалҡы булһаҡ, Алла Һүҙенә үҙебеҙҙе төҙәтергә юл ҡуйырбыҙ. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Баҫалҡылыҡ беҙгә нисек тәьҫир итә?

7 Баҫалҡы булһаҡ, беҙ, Алла Һүҙен уҡып, дөрөҫ булмаған уйҙарыбыҙҙы төҙәтербеҙ. Һәм беҙ быны улар насар эштәргә килтермәҫ борон эшләрбеҙ. Шул саҡта Алла Һүҙе: «Бына юл. Ошо юлдан барығыҙ», — тип әйткән тауыш кеүек булыр. Дөрөҫ юлдан уңға йә һулға тайпылһаҡ, ул беҙҙе киҫәтер (Ишағ. 30:21). Йәһүәне тыңлап, беҙ үҙебеҙгә күп файҙа килтерәбеҙ (Ишағ. 48:17). Мәҫәлән, берәйһе беҙҙе төҙәткәнгә ҡыҙарырға тура килмәҫ. Беҙ шулай уҡ Йәһүәгә яҡынлашырбыҙ, сөнки күктәге Атабыҙҙың беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡанын аңларбыҙ (Евр. 12:7).

8. Яҡуб 1:22—25-тән күренеүенсә, беҙ нисек Алла Һүҙен көҙгө итеп ҡуллана алабыҙ?

8 Алла Һүҙе беҙҙең өсөн көҙгө була ала. (Яҡуб 1:22—25-те уҡығыҙ.) Күбебеҙ, иртән өйҙән сығып китеп башҡа кешеләр менән осрашыр алдынан, көҙгөгә ҡарай, сөнки берәй нәмәне төҙәтеп ебәрергә кәрәкмәйме икәнен белергә теләй. Шуның шикелле, Изге Яҙманы көн дә уҡып, беҙ фекер йөрөтөүебеҙҙә йә ҡараштарыбыҙҙа нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнен күрербеҙ. Күптәр көндәлек аятты иртәнсәк уҡыуҙы файҙалы тип таба. Бының ярҙамында Изге Яҙма уларҙың уйҙарына тәьҫир итә, һәм көн дауамында ундай ҡәрҙәштәр Алла Һүҙендәге кәңәштәрҙе ҡулланырға тырыша. Бынан тыш, беҙ Алла Һүҙен көн дә өйрәнергә һәм унан белгәндәребеҙ тураһында уйланырға тейеш. Был кәңәш бик ябай яңғырарға мөмкин, әммә был — тар юлда ҡалырға ярҙам иткән иң мөһим нәмәләрҙең береһе.

РУХИ ЯҠТАН ЕТЛЕККӘН ДУҪТАРҘЫ ТЫҢЛАҒЫҘ

РУХИ ЯҠТАН ЕТЛЕККӘН ДУҪТАР

Рухи яҡтан етлеккән ҡәрҙәш беҙгә игелекле кәңәш бирергә мөмкин. Ундай ҡәрҙәшкә ҡыйыулыҡ сағылдырып беҙҙе киҫәткәне өсөн рәхмәтле булырбыҙмы? (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)

9. Ниндәй саҡтарҙа дуҫығыҙ һеҙҙе төҙәтергә мөмкин?

9 Һеҙҙең, тормош юлынан тайпылып, Йәһүәнән алыҫлаша башлаған саҡтарығыҙ булдымы? (Зәб. 73:2, 3). Ә әгәр рухи яҡтан етлеккән дуҫығыҙ, ҡыйыулыҡ сағылдырып, һеҙҙе төҙәткән булһа, һеҙ уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалдығыҙмы? Шулай булһа, һеҙ дөрөҫ эш иткәнһегеҙ, һәм һеҙ, әлбиттә, дуҫығыҙға кәрәкле ваҡытта киҫәткәне өсөн бик рәхмәтле булғанһығыҙҙыр (Ғиб. һүҙ. 1:5).

10. Дуҫығыҙ кәңәш бирһә, һеҙ үҙегеҙҙе нисек тоторға тейеш?

10 Алла Һүҙе: «Дуҫ тоғро булғанға яралай, ә дошман күп үбә», — тип иҫебеҙгә төшөрә (Ғиб. һүҙ. 27:6). Был һүҙҙәр нимәне аңлата? Бындай миҫалды ҡарап сығайыҡ: һеҙ дуҫығыҙ менән юл аша сығырға тораһығыҙ. Әммә һеҙ иғтибарығыҙҙы телефонға туплайһығыҙ һәм, ян-яҡҡа ҡарамайынса, юл аша сыға башлайһығыҙ. Шул ваҡытта дуҫығыҙ, ҡулығыҙҙан тотоп, һеҙҙе ныҡ итеп тротуар яғына тарта. Бынан һуң ҡулығыҙ күпмелер ваҡыт күгәреп тора, әммә дуҫығыҙҙың тиҙ эш итеүе ғүмерегеҙҙе ҡотҡара. Ҡулығыҙ бер нисә көн ауыртһа ла, дуҫығыҙға үпкәләрһегеҙме? Әлбиттә, юҡ! Киреһенсә, һеҙ уға бик рәхмәтле булырһығыҙ. Шуның шикелле, дуҫығыҙ һүҙҙәрегеҙҙең йә эштәрегеҙҙең Алла нормаларына ҡаршы килгәне хаҡында киҫәтһә, тәүҙә был күңелегеҙҙе әрнетергә мөмкин. Ләкин дуҫығыҙға үпкәләмәгеҙ һәм асыуланмағыҙ, был аҡылһыҙ булыр ине (Вәғ. 7:9). Киреһенсә, дуҫығыҙға ҡыйыу эш итеп кәңәш биргәне өсөн рәхмәтле булығыҙ.

11. Дуҫтың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға нимә ҡамасаулай ала?

11 Нимә арҡаһында беҙ дуҫыбыҙҙың кәңәшен кире ҡағырға мөмкин? Ғорурлыҡ арҡаһында. Ғорур кешеләр «үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән» кешеләрҙе генә тыңларға ярата һәм дөрөҫөн һөйләгәндәрҙе тыңларға теләмәй (2 Тим. 4:3, 4). Улар үҙҙәрен башҡаларҙан аҡыллыраҡ һәм мөһимерәк тип һанай, шуға күрә, мин бер кемдең дә кәңәшенә мохтаж түгелмен, тип уйлай. Ләкин илсе Павел былай тип яҙған: «Әгәр ҙә кемдер үҙе тураһында ысынына ҡарағанда һәйбәтерәк фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай» (Гал. 6:3). Ә Сөләймән батша былай тигән: «Ҡарт, әммә аҡылһыҙ һәм киҫәтеүгә инде ҡолаҡ һалмаусы батшаға ҡарағанда ярлы, әммә зирәк егет яҡшыраҡ» (Вәғ. 4:13).

12. Галаттарға 2:11—14-те иҫәпкә алып, беҙ илсе Петрҙан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

12 Павел Петрҙы башҡа кешеләр алдында төҙәткәс, Петрҙың үҙен нисек тотҡанын иҫкә төшөрәйек. (Галаттарға 2:11—14-те уҡығыҙ.) Петр Павелдың нисек итеп кәңәш биргәненә һәм быны башҡалар алдында эшләгәненә асыулана алған. Әммә Петр аҡыллы кеше булған. Ул Павелдың кәңәшенә ҡолаҡ һалған һәм уға үпкә тотмаған. Һуңыраҡ, ул хатта Павелды «ҡәҙерле имандашыбыҙ» тип атаған (2 Пет. 3:15).

13. Кәңәш бирер алдынан, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

13 Дуҫығыҙға кәңәш бирергә кәрәк тип уйлаһағыҙ, һеҙ нимәне иҫтә тоторға тейеш? Уның менән һөйләшер алдынан, үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Мин артыҡ тәҡүә түгелме?» (Вәғ. 7:16). «Артыҡ тәҡүә» кеше башҡаларҙы Алла нормалары буйынса түгел, ә үҙенең нормалары буйынса хөкөм итә. Һәм йыш ҡына ундай кеше башҡаларға ҡарата мәрхәмәт сағылдырмай. Үҙегеҙҙең ни өсөн кәңәш бирергә теләгәнегеҙҙе аңлағандан һуң барыбер дуҫығыҙ менән һөйләшеп алырға теләйһегеҙ, ти. Ул саҡта уға проблема нимәлә икәнен асыҡ итеп әйтегеҙ һәм нимәне дөрөҫ эшләмәгәнен аңларға ярҙам иткән һорауҙар бирегеҙ. Һүҙҙәрегеҙ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән булһын. Шуны онотмағыҙ: дуҫығыҙ һеҙҙең алда түгел, ә Йәһүә алдында яуап тотасаҡ (Рим. 14:10). Үҙегеҙҙең аңлау һәләтегеҙгә таянмағыҙ, Алла Һүҙендәге зирәклекте ҡулланығыҙ һәм, кәңәш биргәндә, Ғайса һымаҡ ҡыҙғаныусан булығыҙ (Ғиб. һүҙ. 3:5; Матф. 12:20). Ни өсөн был бик мөһим? Сөнки беҙ башҡалар менән нисек мөғәмәлә итәбеҙ, Йәһүә лә беҙҙең менән шулай мөғәмәлә итер (Яҡ. 2:13).

АЛЛА ОЙОШМАҺЫНЫҢ КҮРҺӘТМӘЛӘРЕНӘ БУЙҺОНОҒОҘ

АЛЛА ОЙОШМАҺЫ

Алла ойошмаһы, беҙгә Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланырға ярҙам итер өсөн, осрашыуҙар үткәрә, күп баҫмалар һәм видеояҙмалар сығара. Ваҡыт-ваҡыт Етәксе кәңәшмә эшмәкәрлегебеҙҙе ойоштороуҙа үҙгәрештәр яһай. (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Йәһүәнең ойошмаһы беҙҙең хаҡта нисек ҡайғырта?

14 Беҙҙе тормош юлынан алып барыр өсөн Йәһүә үҙ ойошмаһының ерҙәге өлөшөн ҡуллана. Алла ойошмаһы сығарған әҙәбиәт, электрон материалдар, видеояҙмалар, шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙары — быларҙың барыһы беҙгә Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланырға ярҙам итә. Беҙ алған белемдәр ышанысҡа лайыҡ, сөнки улар Алла Һүҙенә нигеҙләнгән. Вәғәз эшен нисек яҡшыраҡ ойоштороп булғанын ҡарар иткәндә, Етәксе кәңәшмә изге рухҡа таяна. Шулай ҙа ваҡыт-ваҡыт Етәксе кәңәшмә был ҡарарҙарҙы яңынан ҡарап сыға. Ни өсөн? Сөнки был донъя көндән-көн үҙгәрә бара, һәм Йәһүәнең ойошмаһы яңы шарттарға эйәләшергә тейеш (1 Кор. 7:31).

15. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр ниндәй ауырлыҡ менән осраша?

15 Һис шикһеҙ, берәй тәғлимәтте аңлауыбыҙға үҙгәрештәр индерелгәндә йә әхлаҡи һорауҙарға ҡағылышлы күрһәтмәләр бирелгәндә, беҙ быны теләп ҡабул итәбеҙ һәм буйһонабыҙ. Әммә Алла ойошмаһы тормошобоҙҙоң башҡа өлкәләренә ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ быға нисек ҡарайбыҙ? Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа теократик биналарҙы төҙөү һәм хеҙмәтләндереү ҡыйбатыраҡ булып китте. Шуға күрә Етәксе кәңәшмә бер Батшалыҡ залы менән мөмкин тиклем күберәк йыйылыш ҡулланһа, яҡшыраҡ булыр тигән ҡарарға килде. Һөҙөмтәлә күп йыйылыштар берләштерелде, ә ҡайһы бер Батшалыҡ залдары һатылды. Һатыуҙан килгән аҡса Батшалыҡ залдарына ҙур ихтыяж булған ерҙәргә ебәрелде. Әгәр был үҙгәрештәр һеҙгә лә ҡағылһа, яңы шарттарға эйәләшеү еңел булмаҫҡа мөмкин. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәргә йыйылыш осрашыуына барып етер өсөн юлға күберәк ваҡыт сарыф итергә тура килә. Ә Батшалыҡ залын төҙөүҙә йә хеҙмәтләндереүҙә тырышып ҡатнашҡан ҡәрҙәштәр, ни өсөн уны һаттылар, тип аптырарға мөмкин. Уларҙың, ваҡытыбыҙ һәм тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа ғына булды, тип уйлауы ихтимал. Шулай ҙа улар Йәһүә ойошмаһы күргән сараларҙы ҡабул итә һәм бының өсөн маҡтауға лайыҡ.

16. Колосстарға 3:23, 24-тәге кәңәште ҡулланыу беҙгә нисек шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам итә?

16 Әгәр Йәһүә өсөн төҙөгәнебеҙҙе һәм ойошмабыҙ менән ул етәкселек иткәнен иҫтә тотһаҡ, беҙ шатлыҡ юғалтмаҫбыҙ. (Колосстарға 3:23, 24-те уҡығыҙ.) Дауыт батша, ғибәҙәтхана төҙөүгә иғәнәләр биреп, яҡшы өлгө ҡалдырған. Ул былай тигән: «Шулай ҙа ошо бүләктәрҙе килтерергә кем һуң мин, һәм минең халҡым — кем?! Бөтә нәмә һинең ҡулыңдан килмәйме ни?! Һинән килгәнде беҙ һиңә бирәбеҙ» (1 Йыл. 29:14). Беҙ ҙә, ирекле иғәнәләр һалып, Йәһүәнән килгәнде уға бирәбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ ваҡытыбыҙҙы, көсөбөҙҙө һәм матди әйберҙәрҙе Йәһүәнең эше өсөн сарыф иткәндә, ул быны бик ҡәҙерләй (2 Кор. 9:7).

ТАР ЮЛДА ҠАЛЫҒЫҘ

17. Ни өсөн, үҙгәртергә кәрәк булған яҡтарыбыҙҙы күрһәк, бойоғорға кәрәкмәй?

17 Тар юлда ҡалыр өсөн беҙгә Ғайсаның эҙенән барырға кәрәк (1 Пет. 2:21). Әгәр үҙгәртергә кәрәк булған яҡтарығыҙҙы күрһәгеҙ, бойоҡмағыҙ. Ысынында был һеҙҙең Алла кәңәштәренә иғтибарлы булғанығыҙҙы күрһәтергә мөмкин. Онотмағыҙ: Йәһүә беҙҙең камил булмағаныбыҙҙы белә һәм Ғайсанан камил рәүештә өлгө алыуыбыҙҙы көтмәй.

18. Яңы донъяға барып етер өсөн беҙ нимә эшләргә тейеш?

18 Әйҙәгеҙ, иғтибарыбыҙҙы яҡты киләсәккә туплайыҡ һәм, кәрәк булғанда, уй-фекерҙәребеҙҙе, ҡараштарыбыҙҙы һәм тәртибебеҙҙе үҙгәртәйек (Ғиб. һүҙ. 4:25; Лука 9:62). Баҫалҡы булып ҡалайыҡ һәм, шатлығыбыҙҙы юғалтмайынса, үҙебеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуяйыҡ. Шул саҡта «мөхәббәт һәм именлек Аллаһы» беҙҙең менән булыр (2 Кор. 13:11). Ул беҙгә, тар юлдан тайпылмайынса, яңы донъяға барып етергә һәм был сәйәхәтте шатлыҡлы итергә ярҙам итер.

34-СЕ ЙЫР Сафлыҡ юлында йөрөү

^ 5 абз. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәргә фекер йөрөтөү рәүешен, ҡараштарын һәм тәртибен үҙгәртеү еңел булмаҫҡа мөмкин. Был мәҡәләлә бындай һорауҙар ҡаралыр: ни өсөн беҙҙең барыбыҙға ла артабан да үҙгәрергә кәрәк, һәм кәрәкле үҙгәрештәр яһағанда шатлыҡ юғалтмаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер?

^ 76 абз. РӘСЕМДӘ: йәш ағай-ҡәрҙәш үҙенең аҡылһыҙ ҡарары нимәгә килтергәне тураһында һөйләп ултыра, ә олораҡ ағай-ҡәрҙәш уны тыныс ҡына тыңлай һәм кәңәш бирергәме, юҡмы икәне хаҡында уйлай.