Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

46-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә беҙгә шатлыҡ юғалтмайынса сыҙам ҡалырға ярҙам итә

Йәһүә беҙгә шатлыҡ юғалтмайынса сыҙам ҡалырға ярҙам итә

«Йәһүә һеҙгә илтифат күрһәтер өсөн сабырлыҡ менән көтөп тора, һеҙгә шәфҡәтлек күрһәтергә тип күтәрелер» (ИШАҒ. 30:18).

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1, 2. а) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ? б) Йәһүәнең беҙгә ярҙамға килергә теләгәнен ҡайҙан беләбеҙ?

 ЙӘҺҮӘ беҙгә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм үҙенә шатлыҡ менән хеҙмәт итергә ярҙам итә ала. Ул быны нисек эшләй? Уның ярҙамынан тулы файҙа алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап алайыҡ. Әммә тәүҙә шуны беләйек: Йәһүә ысынлап та беҙгә ярҙам итергә теләйме?

2 Илсе Павелдың еврейҙарға яҙған хатында Йәһүәне нисек атағанын ҡарап сығыу файҙалы булыр. Павел: «Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын. Кеше миңә нимә эшләй алһын?» — тип яҙған (Евр. 13:6). Изге Яҙма белешмәләре буйынса, был аятта ҡулланылған «ярҙамсы» тигән һүҙ төп нөсхәлә ярҙамға мохтаж булғандарҙы ҡотҡарырға ашыҡҡан кешене һүрәтләй. Йәһүәнең кемделер бәләнән ҡотҡарырға ашыҡҡанын күҙ алдына килтерегеҙ. Ризалашырһығыҙ, был Йәһүәнең ярҙамға килергә әҙер булыуын ғына түгел, ә ҡайнар теләген һүрәтләй. Ул яныбыҙҙа булғанда, беҙ шатлыҡ юғалтмайынса һәр төрлө һынауҙы еңеп сыға алабыҙ.

3. Йәһүә беҙгә һынауҙарҙа сыҙам булырға һәм шатлыҡ юғалтмаҫҡа нисек ярҙам итә?

3 Йәһүә беҙгә һынауҙарҙа сыҙам булырға һәм шатлыҡ юғалтмаҫҡа нисек ярҙам итә? Был һорауға яуап бирер өсөн, әйҙәгеҙ, Ишағыя китабын ҡарап сығайыҡ, сөнки унда яҙылған пәйғәмбәрлектәр Алланың бөгөнгө хеҙмәтселәренә лә ҡағыла. Бынан тыш, Йәһүә тураһында әйткәндә, Ишағыя еңел аңлап булған һүҙҙәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланған. Миҫал өсөн был китаптың 30-сы бүлегенә иғтибар итәйек. Был бүлектә Ишағыя сағыу миҫалдар ярҙамында Йәһүәнең үҙ халҡына нисек ярҙам иткәнен күрһәтә. Уның әйтеүенсә, Йәһүә беҙгә өс яҡлап ярҙам итә: 1) доғаларыбыҙҙы иғтибар менән тыңлай һәм уларға яуап бирә, 2) кәрәкле күрһәтмәләр бирә, 3) беҙҙе бөгөн фатихалай һәм киләсәктә лә, һис шикһеҙ, бүләкләйәсәк. Әйҙәгеҙ уларҙы ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘ ДОҒАЛАРЫБЫҘҘЫ ТЫҢЛАЙ

4. а) Ишағыя көндәрендә йәшәгән йәһүдтәрҙе Йәһүә нисек атаған һәм уларҙы нимәгә дусар иткән? б) Тоғро ҡалған йәһүдтәргә Йәһүә ниндәй өмөт биргән? (Ишағыя 30:18, 19).

4 Ишағыя китабының 30-сы бүлегенең башында Йәһүә йәһүдтәрҙе «гонаһҡа гонаһ өҫтәгән» «үҙ һүҙле улдар» тип атай. Бынан тыш, Алла улар тураһында: «Улар — фетнәсел халыҡ... Йәһүәнең ҡанунын тыңларға теләмәүсе улдар», — тип әйтә (Ишағ. 30:1, 9). Ишағыя пәйғәмбәр әйткәнсә, йәһүдтәр Алланы тыңларға теләмәгәндәре өсөн, Йәһүә уларҙы бәләгә дусар иткән (Ишағ. 30:5, 17; Ирем. 25:8—11). Вавилондар Алла халҡын әсирлеккә алып киткәс, был пәйғәмбәрлек үтәлгән. Әммә йәһүдтәр араһында тоғро кешеләр ҙә булған, һәм Ишағыяның улар өсөн өмөт хәбәре булған. Ишағыя, бер көндө Йәһүә һеҙҙе Иерусалимға ҡайтарыр, тигән. (Ишағыя 30:18, 19-ҙы b уҡығыҙ.) Тап шулай килеп сыҡҡан да. Күп йылдар үткәс, Алла уларҙы азат иткән. «Йәһүә һеҙгә илтифат күрһәтер өсөн сабырлыҡ менән көтөп тора» тигән һүҙҙәр тоғро израилдәрҙең азат ителеүенә хәтлем бер ни тиклем ваҡыт үтергә тейеш булғанын аңлатҡан. Йәһүә халҡы Вавилондың әсирлегендә 70 йыл үткәргән. Шунан һуң ғына ҡайһы бер йәһүдтәргә Иерусалимға ҡайтырға мөмкинлек асылған (Ишағ. 10:21; Ирем. 29:10). Халыҡ туған иленә ҡайтҡас, әсирлектә ҡайғынан түккән күҙ йәштәре шатлыҡҡа әйләнгән.

5. Ишағыя 30:19-ҙағы һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра?

5 Ишағыя пәйғәмбәр: «Ул, ярҙам һорап ҡысҡырыуыңды ишетеү менән, һиңә илтифат күрһәтер», — тигән (Ишағ. 30:19). Был һүҙҙәр бөгөн беҙҙе йыуата ала. Ишағыя әйткәнсә, Йәһүә үтенестәребеҙгә иғтибарлы. Артабан пәйғәмбәр былай тип дауам итә: «Ул... ишетеү менән, һиңә яуап бирер». Был вәғәҙә күктәге Атабыҙҙың ярҙамға килергә бик теләгәнен һәм ашҡынып торғанын иҫебеҙгә төшөрә. Быны белеү беҙгә шатлыҡ юғалтмайынса сыҙам булып ҡалырға ярҙам итә.

6. Ишағыяның һүҙҙәре буйынса, Йәһүә һәр хеҙмәтсеһенең доғаһына нисек ҡарай?

6 Был аятта тағы ниндәй йыуатыу һүҙҙәре бар? Йәһүә һәр хеҙмәтсеһенең доғаһын иғтибар менән тыңлай. Ни өсөн беҙ шулай тип әйтә алабыҙ? Ишағыя китабының 30-сы бүлегенең беренсе өлөшөндә Йәһүә үҙ халҡына өндәшкәндә «һеҙ» тип әйтә. Әммә 19-сы аятта Йәһүә һәр хеҙмәтсеһенә «һин» тип өндәшә. Ишағыя: «Һин иламаҫһың. Ул... һиңә илтифат күрһәтер. Ул... һиңә яуап бирер», — тип әйтә. Йәһүә ҡайғыртыусан Атай булараҡ, бер ҡасан да бойоҡҡан улына: «Ағайыңа ҡара, һин дә уның кеүек көслө булырға тейешһең», — тип әйтмәҫ. Эйе, Йәһүә һәр беребеҙҙе ҡәҙерләй. Ул һәр хеҙмәтсеһенең доғаһын иғтибар менән тыңлай (Зәб. 116:1; Ишағ. 57:15).

Ишағыя «[Йәһүәгә] бер ниндәй ял бирмәгеҙ» тип яҙғанда, нимәне күҙ уңында тотҡан? (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Ишағыя һәм Ғайса ныҡышмалыҡ менән доға ҡылыуҙың мөһимлеге тураһында нимә әйткән?

7 Йәһүәгә беҙҙе борсоған нәмәләр тураһында доға ҡылғанда, ул беҙгә ярҙам итер өсөн шунда уҡ көс бирә ала. Әгәр инде һынау көтмәгәнсә оҙаҡҡа һуҙылһа, бирешмәҫ өсөн Йәһүәнән көс һорап ҡат-ҡат доға ҡылырға тура килер. Йәһүә үҙе быны теләй. Был фекер Ишағыя пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрендә күрһәтелә. Ул былай ти: «Уға... [Йәһүәгә] бер ниндәй ял бирмәгеҙ» (Ишағ. 62:7). Был нимәне аңлата? Беҙгә ныҡышмалыҡ менән доға ҡылырға кәрәк, әйтерһең дә, беҙ Йәһүәгә ял итергә бирмәйбеҙ. Ишағыяның һүҙҙәре Ғайсаның Лука 11:8—10, 13-тә яҙылған доға тураһындағы өгөт-нәсихәттәрен иҫебеҙгә төшөрә. Унда Ғайса беҙҙе ныҡышмалыҡ менән, йәки төп нөсхәһендә әйтелгәнсә, оятһыҙ ныҡышмалыҡ менән изге рух һорап доға ҡылырға өндәй. Бынан тыш, беҙ Йәһүәнән аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә күрһәтмәләр һорай алабыҙ.

ЙӘҺҮӘ БЕҘГӘ КҮРҺӘТМӘЛӘР БИРӘ

8. Ишағыя 30:20, 21-ҙәге һүҙҙәр боронғо ваҡытта нисек үтәлгән?

8 Ишағыя 30:20, 21-ҙе c уҡығыҙ. Вавилон ғәскәре Иерусалимды йыл ярым ҡамауҙа тотҡанда, бәлә-ҡазалар халыҡ өсөн икмәк менән һыу һымаҡ ғәҙәти хәл булған. Әммә 20-се һәм 21-се аяттар буйынса, Йәһүә йәһүдтәргә, әгәр тәүбә итһәгеҙ һәм үҙгәрһәгеҙ, мин һеҙҙе ҡотҡарырмын, тип вәғәҙә иткән. Ишағыя Йәһүәне Бөйөк Нәсихәтсе тип атай һәм кешеләрҙе, Алла һеҙҙе ул теләгәнсә дөрөҫ табынырға өйрәтер, тип ышандыра. Йәһүдтәр әсирлектән азат ителгәс, был һүҙҙәр үтәлгән. Йәһүә улар өсөн Бөйөк Нәсихәтсе булып киткән һәм уның ярҙамы менән улар саф ғибәҙәт ҡылыуҙы торғоҙа алған. Йәһүә — беҙҙең дә Бөйөк Нәсихәтсебеҙ, беҙ быға бик шат.

9. Бөгөн Йәһүә беҙгә нисек күрһәтмәләр бирә?

9 Был аяттарҙа Ишағыя беҙҙе уҡыусылар итеп, ә Йәһүәне — уҡытыусы итеп һүрәтләй. Йәһүә беҙҙе ике ысул ярҙамында өйрәтә. Тәүҙә Ишағыя: «Һин Бөйөк Нәсихәтсеңде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең», — тип яҙған. Бында Нәсихәтсе үҙенең уҡыусылары алдында тора. Йәһүәнең үҙенән өйрәнеү беҙҙең өсөн ифрат ҙур хөрмәт. Йәһүә үҙенең ойошмаһы аша беҙгә аныҡ күрһәтмәләр бирә. Йәһүә беҙҙе йыйылыш осрашыуҙары, конгрестар, баҫмалар, телевидениебыҙ һәм башҡа нәмәләр аша өйрәтә. Быларҙың барыһы ла беҙгә ауыр ваҡыттарҙа шатлыҡ юғалтмайынса сыҙам булып ҡалырға ярҙам итә.

10. Ниндәй мәғәнәлә беҙ артыбыҙҙа яңғыраған тауышты ишетәбеҙ?

10 Ишағыя шулай уҡ Йәһүә беҙҙе өйрәткән икенсе ысул тураһында былай тип яҙған: «Артығыҙҙа: „Бына юл. Ошо юлдан барығыҙ“, — тигән тауышты ишетерһегеҙ». Бында пәйғәмбәр Йәһүәне уҡыусылар артынан барған иғтибарлы уҡытыусы итеп һүрәтләй. Ул үҙенең уҡыусыларына юлдан тайпылмаҫҡа һәм ҡайҙа барырға кәрәк икәнен әйтеп тора. Бөгөн беҙ Йәһүәнең тауышын арттан ишетәбеҙ. Ниндәй мәғәнәлә? Алла Һүҙе яҙылған осор үткәндә ҡалған. Шуға күрә Изге Яҙманы уҡығанда беҙ артыбыҙҙа яңғыраған Алланың тауышын ишетәбеҙ, тип әйтеп була (Ишағ. 51:4).

11. Шатлыҡ юғалтмайынса сыҙам булып ҡалыр өсөн ниндәй ике аҙым кәрәк? Аңлатығыҙ.

11 Шулай итеп, Йәһүә беҙгә үҙенең ойошмаһы һәм Изге Яҙма аша күрһәтмәләр бирә. Улар беҙгә күберәк файҙа килтерһен өсөн нимә эшләргә кәрәк? Ишағыя яҙған ике фекергә иғтибар итегеҙ. Беренсеһе: «Бына юл». Икенсеһе: «Ошо юлдан барығыҙ» (Ишағ. 30:21). «Юлды» белеү генә әҙ. Беҙгә шулай уҡ шул «юлдан барырға» кәрәк. Изге Яҙма һәм уны аңлатҡан Алла ойошмаһы ярҙамында, беҙ Йәһүәнең беҙҙән нимә көткәнен аңлайбыҙ. Бынан тыш, беҙ алған белемдәрҙе нисек ҡулланырға кәрәк икәнен беләбеҙ. Шатлыҡ юғалтмайынса Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итер өсөн, шул ике аҙым кәрәк. Шул саҡта ғына беҙ Йәһүәнең беҙҙе фатихалаясағына ышана алырбыҙ.

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ФАТИХАЛАЙ

12. Ишағыя 30:23—26-лағы һүҙҙәргә нигеҙләнеп, Йәһүәнең үҙ халҡын нисек фатихалағанын аңлатығыҙ.

12 Ишағыя 30:23—26-ны d уҡығыҙ. Был пәйғәмбәрлек Вавилон әсирлегенән ҡайтҡан йәһүдтәрҙә нисек үтәлгән? Йәһүә уларҙы мул итеп фатихалаған, улар бер нәмәгә лә мохтаж булмаған. Ул үҙенең хеҙмәтселәренә мул итеп ризыҡ биргән. Әммә иң мөһиме, ул уларҙы рухи яҡтан туҡландырған, һәм улар яйлап саф ғибәҙәт ҡылыуҙы торғоҙа алған. 26-сы аятта күренеүенсә, Йәһүә уларға рухи яҡтылыҡ балҡытҡан. Алла халҡы ундай рухи фатихаларға әле бер ҡасан да эйә булмаған (Ишағ. 60:2). Йәһүәнән килгән бөтә был бүләктәр уның хеҙмәтселәрен нығытҡан һәм уларға «шатлыҡ менән» ғибәҙәт ҡылырға ярҙам иткән (Ишағ. 65:14).

13. Саф ғибәҙәттең торғоҙолоуы тураһындағы пәйғәмбәрлек бөгөн нисек үтәлә?

13 Саф ғибәҙәттең торғоҙолоуы тураһындағы пәйғәмбәрлек беҙгә лә ҡағыламы? Әлбиттә! 1919 йылдан башлап миллионлаған кеше Бөйөк Вавилондан — ялған диндең бөтә донъя империяһының әсирлегенән азат ителә. Йәһүә уларҙы Вәғәҙә ителгән ерҙән күпкә яҡшыраҡ урынға — рухи ожмахҡа килтерә (Ишағ. 51:3; 66:8). Рухи ожмах нимә ул?

14. Рухи ожмах нимә ул һәм кем унда йәшәй? («Аңлатманы» ҡарағыҙ.)

14 1919 йылдан алып рухи ожмахта e майланған мәсихселәр йәшәй башлаған. Һуңынан уларға «бүтән һарыҡтар» — ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән кешеләр ҡушылған (Яхъя 10:16). Улар ҙа был рухи илдә урынлаша, һәм Йәһүә уларҙы мул итеп фатихалай (Ишағ. 25:6; 65:13).

15. Бөгөн рухи ожмах ҡайҙа урынлашҡан?

15 Бөгөн рухи ожмах ҡайҙа урынлашҡан? Йәһүәнең хеҙмәтселәре ер шарының төрлө мөйөштәрендә йәшәй, тимәк, рухи ожмах бер урында ғына түгел, ул бөтә ерҙә. Шуға күрә ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, саф ғибәҙәт ҡылыуға булышлыҡ күрһәтһәк, беҙ рухи ожмахта йәшәйбеҙ, тип әйтеп була.

Һәр беребеҙ рухи ожмахтың матурлығы хаҡында нисек ҡайғырта ала? (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16. Рухи ожмахтың матурлығын һәр ваҡыт күрергә беҙгә нимә ярҙам итер?

16 Рухи ожмахта ҡалыр өсөн беҙгә шулай уҡ халыҡ-ара ҡәрҙәшлекте юғары баһаларға кәрәк. Беҙҙән рухи ожмахта йәшәгәндәрҙең етешһеҙлектәренә түгел, ә матурлыҡтарына иғтибар итеүебеҙ көтөлә (Яхъя 17:20, 21). Ни өсөн был бик мөһим? Миҫал килтерәйек. Һәр матур баҡсала йәки паркта төрлө ағастарҙы күреп була. Шуның шикелле, рухи ожмахты Изге Яҙмала ағастар менән сағыштырылған төрлө ҡәрҙәштәр биҙәй (Ишағ. 44:4; 61:3) Беҙгә иғтибарыбыҙҙы яныбыҙҙа үҫкән «ағастарҙың» кәкрелегенә түгел, ә «урмандың» матурлығына тупларға кәрәк. Үҙебеҙҙең һәм ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәре беҙҙе халыҡ-ара күркәм ҡәрҙәшлектән айырмаһын. Быға юл ҡуймайыҡ.

17. Йыйылыштың берҙәмлегенә һәр беребеҙ үҙ өлөшөн нисек индерә ала?

17 Әгәр татыулыҡ урынлаштырыусы булһаҡ, беҙ был берҙәмлеккә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ (Матф. 5:9; Рим. 12:18). Йыйылышта башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр үҫтерер өсөн беренсе булып аҙым яһаһаҡ, рухи ожмахыбыҙ тағы ла матурыраҡ булып китер. Рухи ожмахтағыларҙың һәр береһен саф ғибәҙәт ҡылыуға Йәһүә үҙе йәлеп иткәнен онотмайыҡ (Яхъя 6:44). Уның ҡәҙерле хеҙмәтселәре араһында тыныслыҡ һәм берҙәмлек булдырыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалһаҡ, Йәһүә шатлана! (Ишағ. 26:3; Агг. 2:7).

18. Нимә тураһында һәр ваҡыт уйланырға кәрәк һәм ни өсөн?

18 Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен мул итеп фатихалай. Уның игелеген тулыһынса тойор өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Алла Һүҙен һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы өйрәнгәндә тәрән уйланырға кәрәк. Ундай өйрәнеү һәм уйланыу ярҙамында беҙ мәсихселәргә хас сифаттарҙы үҫтерә алырбыҙ, ә был сифаттар бер-беребеҙҙе туғандарса наҙлы итеп яратырға ярҙам итер (Рим. 12:10). Бөгөн булған фатихалар тураһында уйланыу Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығыта. Ә Йәһүәнең киләсәктә беҙҙең өсөн әҙерләгән бүләктәре тураһында уйланыу уға мәңге хеҙмәт итеү өмөтөн ныҡ килеш һаҡлай. Быларҙың барыһы беҙгә Йәһүәгә ҙурыраҡ шатлыҡ менән хеҙмәт итергә ярҙам итер.

БЕҘ БИРЕШМӘЙБЕҘ

19. а) Ишағыя 30:18-ҙәге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра? б) Беҙгә сыҙам ҡалырға һәм шатлыҡты юғалтмаҫҡа нимә ярҙам итер?

19 Йәһүә, бөтә яуызлыҡты юҡ итеп, беҙҙе ҡотҡарыр өсөн «күтәрелер» (Ишағ. 30:18). «Ғәҙеллек Аллаһы», ғәҙел эш итеп, Шайтан донъяһына бер көнгә лә оҙағыраҡ ҡалырға рөхсәт итмәҫ (Ишағ. 25:9). Беҙ Йәһүә менән был көндө түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Әлегә доға ҡылыу, Алла Һүҙен өйрәнеү, белгәндәрҙе ҡулланыу һәм фатихаларыбыҙ хаҡында уйланыу мөмкинлеген артабан да ҡәҙерләйек. Шул саҡта Йәһүә сыҙам ҡалырға һәм шатлыҡты юғалтмаҫҡа ярҙам итер.

142-СЕ ЙЫР Өмөтөбөҙгә ныҡ тотонайыҡ

a Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә шатлыҡ юғалтмайынса тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итә. Был мәҡәләлә Йәһүәнең ярҙам итеүенең өс ысулы ҡарала. Беҙ Ишағыя китабының 30-сы бүлегенән Йәһүәгә доға ҡылыу, уның Һүҙен өйрәнеү, шулай уҡ бөгөнгө һәм киләсәктәге фатихалар тураһында уйланыу ни тиклем мөһим икәнен күрербеҙ.

b Ишағыя 30:18, 19: «Ләкин Йәһүә һеҙгә илтифат күрһәтер өсөн сабырлыҡ менән көтөп тора, һеҙгә шәфҡәтлек күрһәтергә тип күтәрелер. Йәһүә — ғәҙеллек Аллаһы бит. Уны көткәндәрҙең барыһы ла бәхетле. 19 Халыҡ Сионда, Иерусалимда йәшәгәндә, һин иламаҫһың. Ул, ярҙам һорап ҡысҡырыуыңды ишетеү менән, һиңә илтифат күрһәтер. Ул, уны ишетеү менән, һиңә яуап бирер».

c Ишағыя 30:20, 21: «Йәһүә һеҙгә ашарға бәлә-ҡаза икмәге һәм эсергә йәберләү һыуы бирһә лә, һинең Бөйөк Нәсихәтсең бүтән йәшенмәҫ, һәм һин Бөйөк Нәсихәтсеңде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. 21 Әгәр уңға йә һулға тайпылһағыҙ, артығыҙҙа: „Бына юл. Ошо юлдан барығыҙ“, — тигән тауышты ишетерһегеҙ».

d Ишағыя 30:23—26: «Ергә сәскән орлоғоңа Алла ямғыр яуҙырыр, һәм ер тыуҙырған икмәк мул һәм бәрәкәтле булыр. Ул көндө һинең мал-тыуарың киң көтөүлектәрҙә утлап йөрөр. 24 Ерҙе эшкәрткән үгеҙҙәр һәм ишәктәр ҡуҙғалаҡ ҡушылған, көрәк һәм һәнәк менән елгәрелгән ем ашар. 25 Бөйөк ҡан ҡойош көнөндә манаралар ишелеп төшкәндә, һәр бейек тауҙа һәм һәр ҡалҡыулыҡта йылғалар менән ташҡындар ағыр. 26 Йәһүә үҙ халҡының яраһын бәйләп, үҙе һуғып яһаған ауыр йәрәхәтен төҙәткән көндө тулы айҙың яҡтыһы ҡояштың яҡтыһылай булыр һәм ҡояштың яҡтыһы ете көндөң яҡтыһылай ете мәртәбә көслөрәк булыр».

e АҢЛАТМА. «Рухи ожмах» — беҙ Йәһүәгә берҙәмлектә ғибәҙәт ҡылған хәүефһеҙ мөхит. Был ожмахта ялған диндең тәғлимәттәре бысратмаған мул рухи ризығыбыҙ бар. Бынан тыш, беҙ ҡәнәғәтлек килтергән эш башҡарабыҙ — Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе башҡаларға иғлан итәбеҙ. Өҫтәүенә, Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡҡа кинәнәбеҙ һәм ҡәрҙәштәребеҙ менән татыулыҡта йәшәйбеҙ. Улар беҙгә шатлыҡ юғалтмайынса ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Рухи ожмахта йәшәр өсөн Йәһүәгә ул теләгәнсә ғибәҙәт ҡылырға һәм, бар көсөбөҙҙө һалып, унан өлгө алырға кәрәк.