Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

45-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә хеҙмәтебеҙҙе башҡарырға ярҙам итә

Йәһүә хеҙмәтебеҙҙе башҡарырға ярҙам итә

«Улар... үҙҙәре араһында пәйғәмбәр булғанын һис шикһеҙ белерҙәр» (ЙӘЗ. 2:5).

67-СЕ ЙЫР «Алла һүҙен вәғәзлә»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Нимәнең буласағына беҙ ғәжәпләнмәйбеҙ һәм нимәгә ышана алабыҙ?

 ВӘҒӘЗДӘ ҡайһы бер кешеләрҙең беҙгә ҡаршы булыуҙары ғәжәп түгел. Ә киләсәктә ундай ҡараш менән беҙ, моғайын, тағы ла йышыраҡ осрашырбыҙ (Дан. 11:44; 2 Тим. 3:12; Асыл. 16:21). Быға ҡарамаҫтан, беҙ Йәһүәнең ярҙам итеп торасағына ышанабыҙ. Сөнки Алла үҙ хеҙмәтселәренә, йөкләмәләре ни тиклем ауыр булһа ла, уларҙы башҡарырға һәр ваҡыт ярҙам итеп торған. Быны яҡшыраҡ күрер өсөн, әйҙәгеҙ, Вавилондағы еврейҙарға вәғәзләгән Йәзәкил пәйғәмбәрҙең тормошонда булған бер нисә осраҡты ҡарап сығайыҡ.

2. Йәһүә Йәзәкил вәғәзләгән кешеләрҙе нисек һүрәтләгән һәм беҙ был мәҡәләлә нимә ҡарап сығырбыҙ? (Йәзәкил 2:3—6).

2 Йәзәкил вәғәзләгән кешеләр ниндәй булған? Йәһүә уларҙы «дорфа һәм ҡаты күңелле кешеләр», шулай уҡ «фетнәсел халыҡ» тип атаған. Улар сәнскеле үҫемлектәргә һәм саяндарға тиң булған. Шунлыҡтан Йәһүә Йәзәкил пәйғәмбәргә: «Уларҙан ҡурҡма», — тип ҡат-ҡат әйткән. (Йәзәкил 2:3—6-ны b уҡығыҙ.) Йәзәкил үҙ хеҙмәтен уңышлы итеп башҡара алған, сөнки: 1) уны Йәһүә үҙе ебәргән, 2) Алла рухы уға көс биргән һәм 3) Алланың һүҙҙәре уны туҡландырған. Ошо өс нәмә Йәзәкилгә нисек ярҙам иткән? Һәм нисек улар беҙгә ярҙам итә?

ЙӘҺҮӘ ЙӘЗӘКИЛДЕ ҮҘЕ ЕБӘРГӘН

3. Күрәһең, ниндәй һүҙҙәр Йәзәкилгә көс өҫтәгән һәм Йәһүә уны нисек нығытҡан?

3 Йәһүә Йәзәкилгә: «Мин... һине ебәрәм», — тип әйткән (Йәз. 2:3, 4). Был һүҙҙәр пәйғәмбәрҙе бик нығытҡандыр. Ни өсөн шундай һығымтаға килеп була? Сөнки Йәһүә, Муса һәм Ишағыя пәйғәмбәрҙәрҙе билдәләгәндә, шуға оҡшаш һүҙҙәр әйткән булған, һәм Йәзәкил, күрәһең, был һүҙҙәрҙе иҫендә тотҡандыр (Сығ. 3:10; Ишағ. 6:8). Шулай уҡ Йәзәкил Алланың был ике хеҙмәтсегә ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам иткәнен белгән. Йәһүә Йәзәкилгә: «Мин һине ебәрәм», — тип ике тапҡыр әйткәс, пәйғәмбәрҙең Алланың ярҙамына таянырға бөтә сәбәптәре булған. Бынан тыш, Йәзәкил китабында беҙ күп тапҡыр «Йәһүә миңә былай тине» тигән һүҙҙәрҙе осратабыҙ (Йәз. 3:16). Унда шулай уҡ «Йәһүә яңынан миңә үҙ һүҙен еткерҙе» тигән һүҙҙәр ҡат-ҡат осрай (Йәз. 6:1). Әлбиттә, Йәзәкил уны Йәһүә үҙе ебәргәненә бер ҙә шикләнмәгән. Бынан тыш, Йәзәкилдең атаһы рухани булған һәм, һис шикһеҙ, улына Алланың үҙ пәйғәмбәрҙәрен һәр ваҡыт нығытып торғаны тураһында һөйләгән. Мәҫәлән, Исхаҡҡа, Яҡубҡа һәм Иремияға Йәһүә: «Мин һинең менән», — тигән (Баш. 26:24; 28:15; Ирем. 1:8).

4. Күрәһең, ниндәй фекерҙәр Йәзәкилде йыуатҡан һәм уға көс өҫтәгән?

4 Израилдәрҙең күбеһе Йәзәкилдең вәғәзләүенә нисек ҡараған? Йәһүә алдан уҡ: «Израиль халҡы һине тыңларға теләмәҫ, сөнки улар мине тыңларға теләмәй», — тигән (Йәз. 3:7). Йәзәкилде тыңламаған кешеләр ысынында Йәһүәнән баш тартҡан. Алла һүҙҙәре Йәзәкилде шуға ышандырған: йәһүдтәрҙең уның һүҙенә ҡолаҡ һалмауы ул насар пәйғәмбәр тигәнде аңлатмаған. Өҫтәүенә, Йәһүә Йәзәкилгә, һин һөйләгән хөкөм ҡарары тормошҡа ашҡас, кешеләр «үҙҙәре араһында пәйғәмбәр булғанын, һис шикһеҙ, белерҙәр», тип әйткән (Йәз. 2:5; 33:33). Әлбиттә, был һүҙҙәр Йәзәкилде йыуатҡан һәм үҙ хеҙмәтен артабан да башҡарырға көс өҫтәгән.

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ЛӘ ҮҘЕ ЕБӘРӘ

Йәзәкил һымаҡ, беҙ ҙә вайымһыҙлыҡ һәм ҡаршылыҡ менән осрашабыҙ, әммә Йәһүәнең беҙҙең менән булғанын беләбеҙ (5, 6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

5. Ишағыя 44:8-ҙәге һүҙҙәр буйынса, беҙгә нимә көс өҫтәй?

5 Бөгөн дә беҙҙе Йәһүә үҙе ебәрә һәм быны белеү беҙгә көс өҫтәй. Ул беҙҙе үҙенең шаһиттары тип атай (Ишағ. 43:10). Ниндәй ҙур хөрмәт! Йәһүә Йәзәкилгә: «Ҡурҡма», — тип әйткән кеүек беҙгә лә: «Ҡурҡмағыҙ», — тип әйтә. Ни өсөн беҙгә дошмандарҙан ҡурҡырға кәрәкмәй? Йәзәкилде һымаҡ, Йәһүә беҙҙе үҙе ебәрә һәм беҙгә ярҙам итә. (Ишағыя 44:8-ҙе c уҡығыҙ.)

6. а) Йәһүә беҙгә ярҙам итәсәгенә нисек ышандыра? б) Беҙҙе нимә йыуата һәм көс өҫтәй?

6 Йәһүә беҙгә ярҙам итергә вәғәҙә итә. Мәҫәлән, «һеҙ минең шаһиттарым» тип әйтер алдынан ул былай тигән: «Һин һыуҙар аша үткәндә, мин һинең менән булырмын, йылғаларҙы кискәндә, һыу аҫтында ҡалмаҫһың. Һин ут аша үткәндә, утҡа бешмәҫһең, ялҡын һине көйҙөрөп алмаҫ» (Ишағ. 43:2). Ысынлап та, беҙ хеҙмәтебеҙҙе башҡарғанда, алдыбыҙҙа йылғаларға һәм утҡа оҡшаш ауырлыҡтар тыуырға мөмкин. Әммә, быға ҡарамаҫтан, Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ вәғәзләүҙән туҡтамайбыҙ (Ишағ. 41:13). Йәзәкил көндәрендәге һымаҡ, бөгөн дә күпселек кеше һөйөнөслө хәбәргә ҡолаҡ һалмай. Беҙ шуны аңлайбыҙ: кешеләрҙең тыңларға теләмәүе беҙҙең насар вәғәзселәр булыуыбыҙҙы аңлатмай. Йәһүә, беҙҙең артабан да хеҙмәт итеүебеҙҙе күреп, бик шатлана. Быны белеү беҙҙе йыуата һәм көс өҫтәй. Илсе Павел: «Һәр береһе үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ», — тигән (1 Кор. 3:8; 4:1, 2). Күп йылдар пионер булып хеҙмәт иткән бер апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Йәһүәнең тырышлыҡтарыбыҙға ҡарап бүләкләйәсәген белеү ҙур шатлыҡ килтерә!»

ЙӘЗӘКИЛГӘ АЛЛА РУХЫ КӨС БИРГӘН

Йәзәкил күренештә Йәһүәнең күктәге арбаһын күрә. Был күренеш уны Йәһүә ярҙамында хеҙмәтен башҡара аласағына ышандыра. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Күренеш тураһында уйланыу Йәзәкилгә нисек тәьҫир иткән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

7 Йәзәкилгә күренештә Алла рухының ҙур көскә эйә булғаны күрһәтелгән. Йәзәкил изге рухтың көслө фәрештәләрҙе йүнәлтеүен һәм күктәге арбаның ҙур тәгәрмәстәрен алып барыуын күргән (Йәз. 1:20, 21). Был күренеш пәйғәмбәргә нисек тәьҫир иткән? «Быны күргәс, мин йөҙ түбән ҡапландым», — тип яҙған ул (Йәз. 1:28). Йәзәкилде ҡурҡыу-хөрмәт биләп алғаны ғәжәп түгел. Һуңыраҡ ул был иҫ киткес күренеш тураһында, моғайын, ҡат-ҡат уйланғандыр. Был уйланыуҙар уны Алла рухы ярҙамында хеҙмәтен башҡара аласағына ышандырған.

8, 9. а) Йәһүәнән бойороҡ алғас, Йәзәкил менән нимә булған? б) Йәзәкил ауыр территорияла хеҙмәт итә алһын өсөн, Йәһүә уны нисек нығытҡан?

8 Йәһүә Йәзәкилгә: «Әҙәм улы, аяҡтарыңа тороп баҫ, мин һинең менән һөйләшермен», — тип бойорған. Был һүҙҙәр һәм Алланың рухы пәйғәмбәргә ерҙән торорға көс биргән. Йәзәкил: «Миңә Алла рухы инде һәм... мине аяҡҡа баҫтырҙы», — тип яҙған (Йәз. 2:1, 2). Ошо ваҡыттан алып хеҙмәтенең аҙағына тиклем Алланың изге рухы Йәзәкилде пәйғәмбәр булып хеҙмәт итергә йүнәлтеп торған (Йәз. 3:22; 8:1; 33:22; 37:1; 40:1). Изге рух уны Алла биргән йөкләмәне үтәргә, йәғни «үҙ һүҙле һәм ҡаты күңелле» кешеләргә вәғәзләргә нығытҡан (Йәз. 3:7). Йәһүә Йәзәкилгә былай тигән: «Мин йөҙөңдө уларҙың йөҙҙәре кеүек ҡаты һәм маңлайыңды уларҙың маңлайҙары кеүек ҡаты иттем. Мин маңлайыңды алмас кеүек иттем, саҡматаштан да ҡатыраҡ иттем. Уларҙан ҡурҡма һәм... йөҙҙәрен күреп ҡотоң алынмаһын» (Йәз. 3:8, 9). Әйтерһең дә, Йәһүә уға: «Кешеләрҙең үҙ һүҙлеге арҡаһында төшөнкөлөккә бирелмә. Мин һине нығытырмын», — тигән.

9 Бынан һуң Алланың рухы Йәзәкилгә ул вәғәзләргә тейеш булған территорияны күрһәткән. Пәйғәмбәр: «Йәһүәнең көслө ҡулы минең өҫтөмдә ине», — тип яҙған. Йәзәкилгә был хәбәрҙе тулыһынса аңлар өсөн һәм инанғанлыҡ менән вәғәзләргә әҙер булыр өсөн бер аҙна кәрәк булған (Йәз. 3:14, 15). Шунан һуң Йәһүә пәйғәмбәрҙе бер үҙәнлеккә алып килгән һәм изге рухын биргән (Йәз. 3:23, 24). Хәҙер Йәзәкил хеҙмәтен башларға әҙер.

АЛЛА РУХЫ БЕҘГӘ ЛӘ КӨС БИРӘ

Йәзәкилгә үҙ хеҙмәтен башҡарырға нимә ярҙам иткән һәм беҙгә нимә ярҙам итә? (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Вәғәзләр өсөн беҙ ниндәй ярҙамға мохтаж һәм ни өсөн?

10 Вәғәзләр өсөн беҙ ниндәй ярҙамға мохтаж? Әйҙәгеҙ, Йәзәкил тураһында уйлап алайыҡ. Йөкләмәһен үтәр алдынан Алла рухы уға кәрәкле көс биргән. Шуны уҡ беҙҙең турала ла әйтеп була. Беҙ вәғәз эшен тик Алланың рухы менән генә алып бара алабыҙ. Шайтан, беҙҙең менән көрәшеп, вәғәз эшен туҡтатырға тырыша (Асыл. 12:17). Кеше ҡарашынан беҙ уның һөжүмдәре алдында яҡлауһыҙ булып күренәбеҙ. Әммә хеҙмәтебеҙҙе дауам итеп, беҙ еңеүсе булып сығабыҙ! (Асыл. 12:9—11). Нисек итеп? Вәғәздә ҡатнашып, беҙ Шайтандың янауынан ҡурҡмағаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Вәғәзгә барған һайын, беҙ Шайтандың битенә һуғабыҙ. Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй алыуыбыҙ Алла рухы өҫтөбөҙҙә һәм Йәһүә беҙҙе хуплай икәненә ышандыра (Матф. 5:10—12; 1 Пет. 4:14).

11. Алланың рухы беҙгә нисек ярҙам итер һәм уны һәр ваҡыт алып торор өсөн нимә эшләргә кәрәк?

11 Йәһүәнең Йәзәкил йөҙөн һәм маңлайын ҡаты иткәне беҙҙе тағы нимәгә өйрәтә? Алла рухы ярҙамында беҙ хеҙмәттә осраған һәр төрлө ауырлыҡты еңә алабыҙ (2 Кор. 4:7—9). Изге рухты һәр ваҡыт алып торор өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Йәһүәнең беҙҙе ишеткәненә бер ҙә шикләнмәйенсә өҙлөкһөҙ доға ҡылырға кәрәк. Ғайса үҙенең шәкерттәрен: «Һорағыҙ... эҙләгеҙ... шаҡығыҙ», — тип өндәгән. Ошо күрһәтмә буйынса эш итһәк, күктәге Атабыҙ беҙгә «изге рух бирәсәк» (Лука 11:9, 13; Ғәм. 1:14; 2:4).

АЛЛА ҺҮҘЕ ЙӘЗӘКИЛДЕ ТУҠЛАНДЫРҒАН

12. Төргәк ҡайҙан килгән һәм унда нимә яҙылған? (Йәзәкил 2:9—3:3).

12 Йәзәкилгә изге рух ҡына түгел, шулай уҡ Алла һүҙҙәре лә көс биргән. Күренештә пәйғәмбәр төргәк тотҡан ҡулды күргән. (Йәзәкил 2:9—3:3-тө d уҡығыҙ.) Был төргәк ҡайҙан килгән? Унда нимә яҙылған? Нисек итеп ул Йәзәкилде туҡландырған? Әйҙәгеҙ, быны беләйек. Төргәк Алланың тәхетенән килгән. Күрәһең, Йәһүә уны Йәзәкилгә ул элек күргән дүрт фәрештәнең береһе аша биргәндер (Йәз. 1:8; 10:7, 20). Төргәктә Алла һүҙҙәре — оҙон хөкөм хәбәре булған. Йәзәкил был хәбәрҙе фетнәсел халыҡҡа иғлан итергә тейеш булған (Йәз. 2:7). Был хәбәр төргәктең эсенә лә, тышына ла яҙылған булған.

13. Йәһүә Йәзәкилгә төргәк менән нимә эшләргә ҡушҡан һәм ни өсөн ул татлы булған?

13 Йәһүә пәйғәмбәргә: «Мин һиңә биргән төргәкте аша, уның менән ашҡаҙаныңды тултыр», — тип әйткән. Йәзәкил, был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып, бөтә төргәкте ашаған. Күренештең был өлөшө нимәне аңлата? Пәйғәмбәргә иғлан итәсәк хәбәрҙе яҡшы итеп аңларға кәрәк булған. Вәғәзләргә көслө теләге булһын өсөн, был хәбәр Йәзәкилдең айырылғыһыҙ өлөшө булып китергә тейеш булған. Шунан Йәзәкил менән бер ҡыҙыҡ нәмә булған. Төргәк уның ауыҙында «балдай татлы» булған (Йәз. 3:3). Был нимәне аңлата? Йәһүәнең вәкиле булып хеҙмәт итеү уның өсөн татлы булған һәм күңеленә хуш килгән (Зәб. 19:8—11). Ул Йәһүәгә уны үҙенең пәйғәмбәре итеп һайлағаны өсөн рәхмәтле булған.

14. Бирелгән йөкләмәне башларға Йәзәкилгә нимә ярҙам иткән?

14 Шунан һуң Йәһүә Йәзәкилгә: «Мин һиңә әйткән бар һүҙҙәремде күңелеңә һал һәм тыңла», — тигән (Йәз. 3:10). Пәйғәмбәр был төргәктә яҙылғандарҙы иҫендә ҡалдырырға һәм улар өҫтөндә уйланырға тейеш булған. Шулай итеп Алланың һүҙҙәре Йәзәкилде туҡландырған. Хәҙер ул әсирлектә булған израилдәргә Алланан мөһим хәбәр еткерә алған (Йәз. 3:11). Алланың хәбәре Йәзәкилдең йөрәгендә лә, ауыҙында ла булғанлыҡтан, ул бирелгән йөкләмәгә тотонорға һәм уны аҙағына тиклем үтәргә әҙер булған. (Зәбур 19:14 менән сағыштырығыҙ.)

АЛЛАНЫҢ ҺҮҘЕ БЕҘҘЕ ЛӘ ТУҠЛАНДЫРА

15. Хеҙмәттә тотҡарланмаҫ өсөн нимәне күңелебеҙгә һалырға кәрәк?

15 Хеҙмәттә тотҡарланмаҫ өсөн үҙебеҙҙе Алланың һүҙҙәре менән туҡландырып торорға кәрәк. Тимәк, беҙ Йәһүәнең әйткән бар һүҙҙәрен күңелебеҙгә һалырға һәм уларҙы тыңларға тейеш. Бөгөн ул беҙгә Изге Яҙма аша өндәшә. Алла Һүҙе уйҙарыбыҙға, хистәребеҙгә һәм теләктәребеҙгә өҙлөкһөҙ тәьҫир итеп тороуын теләһәк, беҙ нимә эшләргә тейеш?

16. Иманыбыҙ нығынһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?

16 Ашағанда һәм ризыҡты үҙләштергәндә үҙебеҙҙе физик яҡтан туҡландырған кеүек, Алла Һүҙен өйрәнгәндә һәм уның өҫтөндә уйланғанда, беҙ үҙебеҙҙе рухи яҡтан туҡландырабыҙ. Төргәк менән булған осраҡ беҙҙе тап шуға өйрәтә. Йәһүә ашҡаҙаныбыҙҙы уның Һүҙе менән тултырыуыбыҙҙы, йәғни Изге Яҙманы яҡшы аңлауыбыҙҙы теләй. Бының өсөн беҙгә доға ҡылырға, уҡырға һәм уйланырға кәрәк. Алланың фекерҙәрен үҙләштерер өсөн беҙ тәүҙә доға ҡылып үҙ йөрәгебеҙҙе әҙерләйбеҙ, шунан Изге Яҙмалағы өҙөктө уҡыйбыҙ, ә артабан уҡығандарыбыҙ хаҡында тәрән уйланыр өсөн туҡтап алабыҙ. Һөҙөмтәһе ниндәй булыр? Күберәк уйланған һайын, иманыбыҙ ҙа нығый барыр.

17. Ни өсөн Изге Яҙмала яҙылғандар тураһында уйланыу бик мөһим?

17 Ни өсөн Изге Яҙманы уҡыу һәм уның өҫтөндә уйланыу бик мөһим? Был беҙгә бөгөн Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе вәғәзләргә көс бирә. Шулай уҡ оҙаҡламай хөкөм хәбәрен иғлан иткәндә был беҙгә ярҙам итер. Бынан тыш, Йәһүәнең күркәм сифаттары өҫтөндә уйланыу уның менән дуҫлығыбыҙҙы нығыта. Һөҙөмтәлә беҙ ысын мәғәнәлә татлы һәм күңелде йылытҡан ысын тыныслыҡ һәм ҡәнәғәтлек тоябыҙ (Зәб. 119:103).

БЕҘ БИРЕШМӘЙБЕҘ

18. Кешеләргә нимәне танырға тура килер һәм ни өсөн?

18 Йәзәкилдән айырмалы булараҡ, беҙ пәйғәмбәрҙәр түгел. Шулай ҙа, Йәзәкил һымаҡ, Алла Һүҙендә яҙылған Йәһүәнең хәбәрен кешеләргә еткерергә бик теләйбеҙ. Беҙ вәғәз эшен Йәһүә туҡтатҡансы башҡарырбыҙ. Хөкөм көнө килгәс, беҙ вәғәзләгән ерҙә бер кем дә: «Мине киҫәтмәнеләр, Алла мине онотҡан», — тип әйтә алмаҫ (Йәз. 3:19; 18:23). Уларға был хәбәрҙең Алланан булғанын танырға тура килер.

19. Хеҙмәтебеҙҙе башҡарырға нимә көс бирә?

19 Вәғәз эшен дауам итергә нимә көс бирә? Беҙҙе Йәһүә ебәргәнен, изге рух көс биреп торғанын һәм Алла Һүҙе беҙҙе туҡландырғанын белеү, Йәзәкилгә һымаҡ, беҙгә лә ярҙам итә. Беҙ Йәһүәнең ярҙамы менән хеҙмәтте артабан да башҡарырға һәм ахырға тиклем сыҙам ҡалырға әҙербеҙ (Матф. 24:13).

65-СЕ ЙЫР Алға бар!

a Йәһүә Йәзәкил пәйғәмбәргә йөкләмәһен башҡарырға ярҙам иткән. Йәһүә беҙгә лә хеҙмәтебеҙҙе башҡарырға ярҙам итәсәк. Был мәҡәләлә ҡараласаҡ фекерҙәр беҙҙе быға ышандырыр.

b Йәзәкил 2:3—6: «Ул һүҙен дауам итеп миңә былай тине: „Әҙәм улы, мин һине Израиль халҡына — миңә ҡаршы фетнә күтәргән фетнәсел халыҡтарға ебәрәм. Улар үҙ ата-бабалары менән бергә ошо көнгә хәтле миңә ҡаршы гонаһ ҡылып тора. 4 Мин һине дорфа һәм ҡаты күңелле кешеләргә ебәрәм. Уларға әйт: „Аллаһы Тәғәлә Йәһүә бына нимә ти“. 5 Улар тыңлармы йәки, фетнәсел халыҡ булғанға, тыңламаҫмы, үҙҙәре араһында пәйғәмбәр булғанын һис шикһеҙ белерҙәр. 6 Ә һин, әҙәм улы, сәнскеле үҫемлектәр менән ҡыуаҡтар һәм саяндар араһында йәшәһәң дә, уларҙан ҡурҡма һәм уларҙың һүҙҙәренән ҡалтырап торма. Уларҙың һүҙҙәренән ҡурҡма һәм, улар фетнәсел халыҡ булғанға, йөҙҙәрен күреп ҡотоң алынмаһын“».

c Ишағыя 44:8: «Ҡотоғоҙ алынмаһын, ҡурҡыуҙан ҡатып ҡалмағыҙ. Мин был турала һеҙҙең һәр берегеҙгә алдан уҡ әйтмәнемме, хәбәр итмәнемме? Һеҙ минең шаһиттарым. Әллә минән башҡа Алла бармы? Юҡ, бүтән Ҡая юҡ. Мин береһен дә белмәйем».

d Йәзәкил 2:9—3:3: «Ҡараһам, берәү миңә таба үҙ ҡулын һуҙған. Ҡулында яҙылған төргәк ине. 10 Ул уны минең алдымда йәйҙе, төргәктең эсенә лә, тышына ла матәм йырҙары, ҡайғы һәм ыңғырашыуҙар яҙылған ине. 3 Шунан ул миңә: „Әҙәм улы, үҙ алдыңда булғанды аша. Был төргәкте аша һәм бар, Израиль халҡына һөйлә“, — тине. 2 Мин ауыҙымды астым, һәм ул миңә төргәкте ашарға бирҙе. 3 Ул былай тип дауам итте: „Әҙәм улы, мин һиңә биргән төргәкте аша, уның менән ашҡаҙаныңды тултыр“. Шунда мин ашай башланым, һәм ул ауыҙымда балдай татлы ине».