Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

«Мин Йәһүә өсөн хеҙмәт итергә теләнем»

«Мин Йәһүә өсөн хеҙмәт итергә теләнем»

СУРИНАМДЫҢ дымлы тропик урманының төбәгендә Гранбури ауылынан йыраҡ булмаған бер ауылда бәләкәй генә бер төркөмгә килеп китеүебеҙ тамамланды. Беҙ ҡәрҙәштәр менән хушлаштыҡ та Тапанахони йылғаһы буйлап ағас кәмәлә юлға сыҡтыҡ. Һуңыраҡ, йылғаның шәп ағымлы ерен үткәндә, кәмәнең моторы ташҡа бәрелде. Кәмәнең мороно шунда уҡ һыуға сумды. Ҡурҡышымдан йөрәгем һуға башланы. Район күҙәтеүсе булараҡ, йылдар буйы кәмәлә йылға буйлап йөрөһәм дә, йөҙә белмәй инем.

Артабан нимә булғанын һөйләр алдынан тулы ваҡытлы хеҙмәтте нисек башлағанымды һөйләп бирәйем.

Мин 1942 йылда Кариб диңгеҙенең Кюрасао тигән иҫ киткес матур утрауында тыуғанмын. Атайым был утрауға эшкә килгән, ә сығышы менән ул Суринамдан. Мин тыуыр алдынан бер-ике йыл элегерәк атайым Йәһүә шаһиты булып киткән. Ул Кюрасао утрауында беренсе булып һыуға сумдырылған Йәһүә шаһиттарының береһе булған a. Ул, аҙна һайын беҙҙе — биш баланы йыйып, Изге Яҙма өйрәнеүен үткәрә ине. Ҡайһы саҡта өйрәнеүҙә булырға теләгебеҙ әллә ни юҡ ине. Миңә 14 йәш тулғас, атайым ҡартайған әсәһе хаҡында ҡайғыртыр өсөн ғаиләбеҙҙе Суринамға күсерҙе.

ДУҪТАРҘЫҢ ЯҠШЫ ЙОҒОНТОҺО

Суринамда мин Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт иткән йәш ҡәрҙәштәр менән аралаша башланым. Улар минән әҙ генә олораҡ ине һәм даими пионер булып хеҙмәт итә ине. Хеҙмәттә булған осраҡтары менән бүлешкәндә, уларҙың йөҙҙәре шатлыҡтан балҡый ине. Йыйылыш осрашыуынан һуң дуҫтарым менән ҡайһы ваҡыт тышта, йондоҙло күк аҫтында ултырғанда, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән темалар тураһында фекер алыша инек. Дуҫтарым миңә тормош маҡсаттарымды билдәләргә ярҙам итте. Мин Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләнем. Шуға күрә 16 йәшемдә һыуға сумдырылдым, ә 18 йәшемдә даими пионер булып хеҙмәт итә башланым.

МӨҺИМ ҺАБАҠТАР

Парамарибола пионер булып хеҙмәт итәм

Пионер булып хеҙмәт иткәндә мин күп яҡшы һабаҡтар таптым, һәм улар миңә тулы ваҡытлы хеҙмәтемдә һәр ваҡыт ярҙам итте. Мәҫәлән, мин башҡаларҙы өйрәтеү мөһим икәненә иғтибар иттем. Пионер булып хеҙмәт итә башлағас, Виллем ван Сейел исемле миссионер мине үҙ ҡанаты аҫтына алды b. Йыйылыштағы вазифаларҙы нисек башҡарыу тураһында ул мине күпкә өйрәтте. Ул ваҡытта был белемдәр миңә тиҙҙән кәрәк булыр тип уйламай ҙа инем. Киләһе йылды мине махсус пионер итеп билдәләнеләр, һәм мин дымлы тропик урмандарының төбәктәрендә урынлашҡан бәләкәй генә төркөмдәргә ярҙам итә башланым. Мин ағай-ҡәрҙәштәргә үҙ ваҡытында өйрәткәндәре өсөн бик рәхмәтлемен! Шул ваҡыттан бирле мин улар өйрәткәнсә эш итергә тырышам һәм башҡаларҙы өйрәтер өсөн һәр ваҡыт мөмкинлектәр эҙләйем.

Мин шулай уҡ ябай тормош алып барырға һәм йыйнаҡ булырға өйрәндем. Һәр ай башында хеҙмәттәшем менән сығымдарыбыҙҙы планлаштыра инек. Һуңынан беребеҙ, йыраҡ юлға сығып, баш ҡаланан кәрәк-яраҡты һатып алып ҡайта ине. Һатып алған нәмәләр айҙың аҙағына тиклем етһен өсөн, беҙгә уларҙы бәрәкәтле итеп тотонорға кәрәк ине. Әйтәйек, ярмабыҙ йә һабыныбыҙ бөтһә, уларҙы бында, джунглиҙа, тиҙ генә һатып алып булмай. Йәш саҡтан уҡ барыһын яҡшы ойоштороп ябай йәшәргә өйрәнеү иғтибарымды ғүмер буйы Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә тупларға ярҙам итте.

Мин бына тағы нимәгә өйрәндем: кешеләрҙе туған телендә өйрәтеү яҡшы һөҙөмтәләр килтерә. Мин бала саҡтан нидерланд, инглиз, папьяменто, шулай уҡ Суринамда киң таралған сранан-тонго телендә һөйләшәм. Әммә бында, джунглиҙа, кешеләрҙең һөйөнөслө хәбәрҙе туған телендә теләберәк тыңлағанына иғтибар иттем. Миңә был телдәрҙең ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, юғары һәм түбән тонлы сарамаккан теле ауыр бирелде. Шулай ҙа мин тырыштым, һәм был бик ҙур фатиха килтерҙе. Был телдәрҙе белгәнгә күрә, мин күберәк кешене хәҡиҡәткә өйрәтә алдым.

Әлбиттә, уңайһыҙ хәлдәргә осраған ваҡыттар ҙа булды. Бер тапҡыр өйрәнеүсенең эсе ауыртҡаны тураһында ишеттем, ә ул ҡатын сарамаккан телендә һөйләшә ине. Мин уның хәле тураһында һорашырға булдым һәм: «Һин үҙеңде нисек хис итәһең?» — тип һорар урынына, яңылыш: «Һин ауырлы?» — тип һораным. Был ҡатындың ни тиклем оялғаны тураһында һөйләп торорға ла кәрәкмәй. Шундай ҡыҙыҡлы осраҡтарға ҡарамаҫтан, мин ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәм дә, кешеләр менән уларҙың туған телендә һөйләшергә тырыштым.

ӨҪТӘМӘ ВАЗИФАЛАР

1970 йылда мине район күҙәтеүсеһе итеп билдәләнеләр. Шул уҡ йылда мин джунглиҙа күп кенә төркөмдәргә барҙым. Килеп китеү программаһына «Йәһүә шаһиттарының бөтә донъя баш идаралығына экскурсия» тигән темаға слайдтар күрһәтеү керә ине. Унда барып етер өсөн беҙ ағай-ҡәрҙәштәр менән оҙон ағас кәмәлә йылға буйлап бара инек. Беҙ кәмәләргә генератор, канистра тулы бензин, кәрәсин лампалары һәм слайд күрһәтер өсөн ҡорамалдар төйәй инек. Ярға сыҡҡас, беҙ бының барыһын урман буйлап кәрәкле ергә күтәреп алып бара инек. Әммә мин ауырлыҡтарҙы түгел, ә шул төбәктәрҙә йәшәгән кешеләрҙең был махсус осрашыуҙарҙы ни тиклем ҡәҙерләгәнен күберәк иҫләйем. Уларға Йәһүә һәм уның ойошмаһы тураһында белем биреү миңә бик оҡшай ине! Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә булған ауырлыҡтар рухи бүләктәр менән сағыштырғанда, бер ни ҙә тормай.

ӨС ҠАТЛЫ БАУ

Беҙ Этел менән 1971 йылдың сентябрь айында өйләнештек

Мин никахта булмау хеҙмәттә күп фатихалар килтергәнен күрҙем, шулай ҙа өйләнергә теләй инем. Шуға күрә джунглиҙа ауыр шарттарҙа хеҙмәт итергә әҙер булған ҡатын тураһында доға ҡыла башланым. Яҡынса бер йылдан һуң мин махсус пионер булып хеҙмәт иткән Этел исемле фиҙаҡәр апай-ҡәрҙәш менән осраша башланым. Ул үҫмер сағынан уҡ илсе Павелдың үрнәгенә һоҡланған һәм үҙен тулыһынса хеҙмәткә бағышларға теләгән. Беҙ 1971 йылдың сентябрь айында өйләнештек һәм район хеҙмәтен бергә дауам иттек.

Этел ябай ғына ғаиләлә үҫкән, шуға күрә район хеҙмәтенең ауырлыҡтары уны ҡурҡытмай ине. Мәҫәлән, джунглиҙа йәшәгән ҡәрҙәштәргә килеп киткәндә, беҙ үҙебеҙ менән күп әйберҙәр алмай инек. Кейемебеҙҙе лә йылғала йыуа инек, үҙебеҙ ҙә йылғала йыуына инек. Хужаларыбыҙ нимә тәҡдим итһә, шуны ашай инек. Был игуан, пиранья йәки һунарҙа йә йылғала тотҡан берәй йәнлек була торғайны. Тәрилкә йә ҡалаҡ булмаған саҡта беҙ ризыҡты банан япрағына һалып ҡул менән ашай торғайныҡ. Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә ҡорбандарға барыу беҙгә «өс ҡатлы бау» кеүек ныҡ булып китергә ярҙам итте (Вәғ. 4:12). Ундай тормошто беҙ бер нәмәгә лә алмаштырырға теләмәҫ инек!

Тап шундай бер сәфәрҙән ҡайтып килгәндә, беҙҙең менән алдан һөйләп киткән осраҡ булды. Йылғаның ағым ерендә кәмәбеҙ һыуға батты, әммә тиҙ генә өҫкә кире ҡалҡты. Бәхеткә ҡаршы, беҙ кәмәнең эсендә ҡалдыҡ һәм өҫтөбөҙҙә ҡотҡарғыс жилеттар бар ине. Әммә кәмә һыу менән тулды. Беҙ тиҙ генә һауыт-һаба эсендә булған ризыҡты һыуға ташланыҡ та улар менән кәмәнең эсендәге һыуҙы һоҫоп түгә башланыҡ.

Ашарға ризығыбыҙ булмағас, беҙ балыҡ тоторға булдыҡ, әммә бер нимә лә тотманыҡ. Шуға күрә беҙ Йәһүәгә, был көнгә ризыҡ бир, тип доға ҡылдыҡ. «Амин» тип әйткәндән һуң бер ағай-ҡәрҙәш йылғаға ҡармаҡ ырғытты һәм биш кеше туйырлыҡ ҡәҙимге ҙур ғына балыҡ тотто. Беҙ туйғансы ашап алдыҡ.

ИР, АТАЙ ҺӘМ РАЙОН КҮҘӘТЕҮСЕҺЕ

Район хеҙмәтендә биш йыл хеҙмәт иткәндән һуң, ғаиләбеҙҙә көтөлмәгән фатиха булды: беҙ Этел менән атай-әсәй булып китеүебеҙ тураһында белдек. Мин бик шатланһам да, был хәл тормошобоҙға нисек тәьҫир итер икәнен белмәй инем. Беҙ Этел менән тулы ваҡытлы хеҙмәтебеҙҙе дауам итергә теләй инек. 1976 йылда беҙҙең беренсе улыбыҙ — Этниел, ике йыл ярымдан һуң бәләкәй улыбыҙ Джованни тыуҙы.

Суринамдың көнсығышында урынлашҡан Годо Холо янындағы Тапанахони йылғаһында үткән һыуға сумдырылыуҙы күҙәтәм. 1983 йыл

Ул ваҡытта Суринамда район күҙәтеүселәре етмәгәнгә күрә, филиал минең район хеҙмәтендә ҡалыуымды хупланы. Шул уҡ ваҡытта минең өҫтөмдә ғаиләм өсөн дә яуаплылыҡ ята ине. Малайҙарыбыҙ бәләкәй саҡта миңә йыйылыштар күп булмаған райондарға барырға тәҡдим иттеләр. Был миңә айына ике аҙна район хеҙмәтендә, ә ҡалған ваҡытта үҙ йыйылышымда пионер булып хеҙмәт итергә мөмкинлек бирҙе. Өйөбөҙҙән йыраҡ булмаған йыйылыштарға килеп киткәндә, Этел һәм улдарыбыҙ минең менән бара ине. Әммә тропик урмандарының төбәгендә йыйылыштарға барғанда һәм конгрестар үткәргәндә, мин бер үҙем йөрөй торғайным.

Район күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иткәндә, йыраҡ урынлашҡан йыйылыштарға кәмәлә бара торғайным

Күп вазифаларымды башҡарып өлгөрөр өсөн миңә барыһын да яҡшы итеп планлаштырырға кәрәк ине. Ғаилә өйрәнеүебеҙ аҙна һайын үтһен өсөн барыһын да хәстәрләнем. Мин булмағанда ғаилә өйрәнеүен Этел үткәрә торғайны. Беҙ мөмкин тиклем күберәк ваҡыт бергә үткәрергә тырыштыҡ. Беҙ балалар менән уйнап ала торғайныҡ йә тәбиғәткә сығып килә торғайныҡ. Райондың эштәре буйынса миңә төнгә тиклем ултырырға тура килә ине. Ә Этел Ғибрәтле һүҙҙәр 31:15-тә яҙылған зирәк ҡатын кеүек иртүк тора торғайны. Уның ярҙамы менән, малайҙар мәктәпкә китер алдынан, беҙ көндәлек аятты тикшереп һәм иртәнге ашты ашап өлгөрә торғайныҡ. Мин Йәһүәгә вазифаларымды үтәргә ярҙам итеп торған фиҙаҡәр ҡатын өсөн шул тиклем рәхмәтле!

Атай-әсәй булараҡ, беҙ малайҙарыбыҙға Йәһүәне һәм хеҙмәтте яратырға ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләнек. Беҙ улдарыбыҙҙың тормош юлы итеп тулы ваҡытлы хеҙмәтте һайлауҙарын теләнек. Әммә беҙ уларҙың был юлды беҙ теләгәнгә түгел, ә үҙҙәре теләгәнгә һайлағанын теләнек. Аралашҡан ваҡытта беҙ уларға тулы ваҡытлы хеҙмәт күп шатлыҡ килтергәне тураһында һөйләй инек. Ауырлыҡтар тураһында әйткәндә, беҙ Йәһүәнең ғаиләбеҙгә нисек ярҙам иткәне һәм беҙҙе нисек фатихалағаны тураһында һөйләнек. Улдарыбыҙҙың Йәһүәне беренсе урынға ҡуйған ҡәрҙәштәр менән дуҫлашыуы хаҡында ҡайғырттыҡ.

Улдарыбыҙ үҫкән саҡта, Йәһүә беҙҙең ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртып торҙо. Әлбиттә, мин ғаилә башлығы булараҡ, үҙ ролемде дөрөҫ үтәргә тырыштым. Махсус пионер булып хеҙмәт иткәндә йыйған тәжрибәм мине бәрәкәтле булырға һәм аҡсаны тик кәрәкле нәмәләргә генә тотонорға өйрәтте. Әммә ныҡ тырышһаҡ та, ҡайһы саҡта кәрәкле нәмәләребеҙ булмай торғайны. Шундай саҡтарҙа Йәһүә беҙгә ярҙам итеп торҙо, мин быға бер ҙә шикләнмәйем. Мәҫәлән, 1980-се йылдарҙың аҙағында һәм 1990-сы йылдарҙың башында Суринамда граждан һуғышы барҙы. Шул шомло ваҡыттарҙа осон-осҡа ялғап йәшәнек. Шулай ҙа Йәһүә беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырманы (Матф. 6:32).

ҮТКӘНДӘРҘЕ ИҪКӘ ТӨШӨРӘМ

Һулдан уңға: беҙ Этел менән

Этниел ҡатыны Натали менән

Джованни ҡатыны Кристал менән

Йәһүә беҙҙең хаҡта һәр ваҡыт ҡайғыртып торҙо һәм беҙгә ҙур бәхет һәм ҡәнәғәтлек бирҙе. Балаларыбыҙ — Йәһүәнең бүләге, һәм уларҙы Йәһүә өсөн тәрбиәләү ҙур хөрмәт ине. Уларҙың тулы ваҡытлы хеҙмәтте тормош юлы итеп һайлауы беҙҙе ҡыуандыра. Этниел менән Джованни Изге Яҙма мәктәптәрендә уҡып сыҡтылар һәм хәҙер ҡатындары менән Суринамдың филиалында хеҙмәт итәләр.

Беҙ Этел менән инде олоғайҙыҡ. Шулай ҙа беҙ махсус пионерҙар булып Йәһүәгә хеҙмәт итәбеҙ. Беләһегеҙме, эшем шул тиклем күп, хатта йөҙөргә өйрәнер өсөн ваҡыт тапманым. Әммә мин бер ҙә үкенмәйем. Үткәндәрҙе иҫемә төшөрөп, мин былай тип әйтә алам: үҫмер сағымда тулы ваҡытлы хеҙмәтте һайлауым ҡарарҙарымдың иң яҡшыһы булғанын аңлайым!

b Виллем ван Сейелдың биографияһы «Уянығыҙ!» (урыҫ) 1999 йыл 8 октябрь сығарылышындағы «Превзойдённые ожидания» тигән мәҡәләлә баҫтырылған.