Һеҙ белә инегеҙме?
Мардаҡай исемле кеше ысынлап та йәшәгәнме?
ИЗГЕ ЯҘМАЛА, Әсфирә китабында, Мардаҡай исемле еврей тураһында яҙылған. Ул әсирлеккә алынған йәһүдтәрҙең тоҡомонан булған һәм Фарсы империяһының батша һарайында хеҙмәт иткән. Был б. э. т. V быуаттың башында, «Ахашверош заманында» булған. (Бөгөнгө тарихта был батша Ксеркс I тигән исем менән билдәле.) Мардаҡай ике кешенең батшаны үлтерергә йыйынғанын асыҡлаған. Ахашверош батша, рәхмәт белдерергә теләп, бөтә халыҡ алдында уға ҙур хөрмәт күрһәткән. Һуңыраҡ Мардаҡайҙың һәм башҡа йәһүдтәрҙең дошманы Аман үлгәс, Мардаҡайҙы батшанан һуң икенсе кеше итеп билдәләгәндәр. Абруйлы вазифаһынан файҙаланып, Мардаҡай Фарсы империяһында йәшәгән йәһүдтәрҙе үлемдән ҡотҡарыр өсөн фарман сығарған (Әсф. 1:1; 2:5, 21—23; 8:1, 2; 9:16).
XX быуаттың башында ҡайһы бер тарихсылар, Әсфирә китабында яҙылған хәбәр уйҙырма һәм Мардаҡай бер ҡасан да йәшәмәгән, тигән. Әммә 1941 йылда археологтар Изге Яҙмала иҫкә алынған Мардаҡай исемле кешенең йәшәгәнен иҫбатлай алған дәлилдәр тапҡан. Ниндәй дәлилдәр тураһында һүҙ бара?
Тикшереүселәр фарсы телендәге шына яҙыуҙарында Мардука исемле кеше тураһында мәғлүмәт тапҡан. Ул Шушан ҡалаһында түрә, бәлки, ҡаҙнасы булған. Көнсығыш тарихы буйынса Артур Унгнад исемле белгес әйтеүенсә, ул ваҡытта «был Мардаҡай тураһында Изге Яҙманан башҡа берҙән-бер яҙыу булған».
Унгнадтың доклады сыҡҡандан һуң ғалимдар меңәрләгән башҡа шына яҙыуҙарын тәржемә иткән. Улар араһында Персеполь ҡалаһының емеректәрендә табылған бәләкәй балсыҡ таҡталар ҙа булған. Улар ҡала стеналары янында батша ҡаҙнаһы булған урында табылған. Был таҡталар Ксеркс I идара иткән ваҡытҡа ҡарай. Улар элам телендә булған һәм унда Әсфирә китабында иҫкә алынған бер нисә исем яҙылған a.
Персеполь ҡалаһында табылған ҡайһы бер шына яҙыуҙарында Мардука исемле кеше тураһында әйтелә. Был кеше Шушан ҡалаһында Ксеркс I идара иткән ваҡытта батша һарайында сәркәтип булып хеҙмәт иткән. Яҙыуҙарҙың береһендә, ул тәржемәсе булған, тип әйтелә. Был факт Изге Яҙмала Мардаҡай тураһында яҙылған мәғлүмәткә тура килә. Ул Ахашверош батшаның (Ксеркс I) һарайында түрә булған һәм кәм тигәндә ике телдә һөйләшкән. Изге Яҙмала: «Мардаҡай батша ҡапҡаһы янында ултыра ине», — тип әйтелә (Әсф. 2:19, 21; 3:3). Был ҡапҡалар ябай булмаған, улар батша түрәләре хеҙмәт иткән ғәйәт ҙур ҡоролма булған.
Шына яҙыуҙарында иҫкә алынған Мардука һәм Изге Яҙмалағы Мардаҡай араһында булған оҡшаш яҡтар таң ҡалдыра. Улар икеһе лә бер ваҡытта һәм бер урында йәшәгән, шулай уҡ бер төрлө вазифа башҡарған. Шулай итеп, археологик табылдыҡтар Мардука менән Мардаҡай бер үк кеше икәнен раҫлай ала.
a 1992 йылда Эдвин Ямаучи исемле профессор үҙ мәҡәләһендә шына яҙыуҙарынан алынған ун исемде килтергән. Ул исемдәр Әсфирә китабында ла осрай.