Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

47-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

103-СӨ ЙЫР Көтөүселәр — бүләк итеп бирелгән кешеләр

Ир ҡәрҙәштәр, һеҙҙең аҡһаҡалдар булырға маҡсатығыҙ бармы?

Ир ҡәрҙәштәр, һеҙҙең аҡһаҡалдар булырға маҡсатығыҙ бармы?

«Кем имандаштар берҙәмлегенә етәксе булырға ынтыла, шуның ниәте изге» (1 ТИМ. 3:1).

ТӨП ФЕКЕР

Аҡһаҡал булып хеҙмәт итергә теләгән ир ҡәрҙәш Изге Яҙмалағы ниндәй талаптарға тура килергә тейеш?

1, 2. Аҡһаҡалдар ниндәй эш башҡара?

 ҺИН, хеҙмәт ярҙамсыһы булып хеҙмәт итеп, аҡһаҡал вазифаһын башҡарыр өсөн, моғайын, күп сифаттар инде үҫтергәнһеңдер. Һин был «изге» эшкә ынтылаһыңмы? (1 Тим. 3:1).

2 Был «изге» эш үҙ эсенә нимәне ала? Аҡһаҡалдар ҡәрҙәштәрҙең имандарын төрлөсә нығыта: йыйылыштағылар менән вәғәзләй, ҡәрҙәштәргә килеп китә, өйрәтә, һүҙҙә һәм тәртиптә өлгө булып тора. Бына ни өсөн аҡһаҡалдар Изге Яҙмала «бүләктәр» тип атала (Эфес. 4:8).

3. Ир ҡәрҙәшкә аҡһаҡал булып хеҙмәт итер өсөн нимә эшләргә кәрәк? (1 Тимәтигә 3:1—7; Титҡа 1:5—9).

3 Аҡһаҡал хеҙмәтен башлар өсөн нимә кәрәк? Бының өсөн эшкә урынлашҡандағы кеүек ниндәйҙер оҫталыҡтарға эйә булыу ғына етерлек түгел. Һиңә оҫта вәғәзсе һәм уҡытыусы булыуҙан тыш, 1 Тимәтигә 3:1—7-лә һәм Титҡа 1:5—9-ҙа (уҡығыҙ) әйтелгән сифаттар үҫтерергә кәрәк. Был мәҡәләлә уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ ир ҡәрҙәшкә йыйылышта абруй ҡаҙанырға, яҡшы ғаилә башлығы булырға һәм башҡаларға хеҙмәт итергә кәрәк. Был яҡтан уға нимә ярҙам итер?

ЯҠШЫ АБРУЙ

4. «Намыҫлы» булыу нимәне аңлата?

4 Аҡһаҡал булып хеҙмәт итер өсөн, һин «намыҫлы», йәғни ҡәрҙәштәр араһында яҡшы абруй ҡаҙанған һәм тәртибе тел тейҙермәҫлек кеше булырға тейешһең. Бынан тыш, һинең «сит кешеләр араһында ла даның яҡшы булыуы» мөһим. Әлбиттә, Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр һинең ҡараштарыңды тәнҡитләргә мөмкин, әммә уларҙың намыҫлы һәм әҙәпле булыуыңа шикләнер өсөн нигеҙле сәбәптәре булырға тейеш түгел (Дан. 6:4, 5). Үҙеңдән: «Ҡәрҙәштәр һәм Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр араһында минең абруйым ниндәй?» — тип һора.

5. «Яҡшылыҡты» яратыу үҙ эсенә нимәне ала?

5 Аҡһаҡал «яҡшылыҡты» яратырға тейеш. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул башҡаларҙың игелекле, ыңғай сифаттарын күрә һәм уларҙы бының өсөн маҡтай. Шулай уҡ ул башҡаларға игелек ҡыла һәм йыш ҡына көтөлмәгәнде лә эшләргә әҙер (1 Тис. 2:8). Ни өсөн был сифат аҡһаҡалдар өсөн мөһим? Әгәр ир ҡәрҙәш яҡшылыҡты яратһа, ул ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртыр өсөн һәм йөкләмәләрен үтәр өсөн күп ваҡыт бүлер (1 Пет. 5:1—3). Быға күп көс китһә лә, башҡаларға хеҙмәт итеү уға күп шатлыҡ килтерер (Илс. 20:35).

6. «Ҡунаҡсыл» булыу нимәне аңлата? (Еврейҙарға 13:2, 16; фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ).

6 «Ҡунаҡсыл» булыу — башҡаларға, шул иҫәптән сит кешеләргә лә, игелек күрһәтеү (1 Пет. 4:9). Изге Яҙманың бер белешмәһендә ҡунаҡсыл кеше тураһында былай тиелә: «Уның өйөнөң ишеге һәм йөрәге таныш булмаған кешеләр өсөн дә һәр ваҡыт асыҡ». Үҙеңдән: «Мин йыйылышҡа килгән һәр кешегә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән кеше булараҡ билдәлеме?» — тип һора. (Еврейҙарға 13:2, 16-ны уҡығыҙ.) Ҡунаҡтар араһында бик ярлы кешеләр, шулай уҡ район күҙәтеүселәре, телмәр менән сығыш яһарға килгән ҡәрҙәштәр һәм имандаштары өсөн күпте эшләгән башҡа мәсихселәр ҙә бар (Баш. 18:2—8; Ғиб. һүҙ. 3:27; Лука 14:13, 14; Илс. 16:15; Рим. 12:13).

Бер пар район күҙәтеүсеһенә һәм уның ҡатынына ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)


7. «Аҡса ҡоло» булмау нимәне аңлата?

7 «Аҡса ҡоло ла булмаҫҡа» тейеш. Тимәк, аҡһаҡал өсөн аҡса тормошта иң мөһим нәмә түгел. Ярлымы һин, баймы, Алла Батшалығын беренсе урынға ҡуй (Матф. 6:33). Ваҡытыңды, көсөңдө һәм матди нәмәләрҙе Йәһүәгә табыныу, ғаиләң тураһында ҡайғыртыу һәм йыйылышҡа хеҙмәт итеү өсөн ҡуллан (Матф. 6:24; 1 Яхъя 2:15—17). Үҙеңдән һора: «Мин аҡсаға нисек ҡарайым? Мин үҙемдә булған нәмәләр менән ҡәнәғәтме йә минең маҡсатым — күберәк аҡса эшләү һәм яңы әйберҙәр алып тороумы?» (1 Тим. 6:6, 17—19).

8. «Тотанаҡлы» булыу нимәне аңлата?

8 Аҡһаҡалға «тотанаҡлы» булырға кәрәк. Был сиктән тыш күп ашамауҙы һәм эсмәүҙе аңлата. Күңел асыу һәм тышҡы ҡиәфәте тураһында әйткәндә, ул аҡыллы ҡараш һаҡлай. Шулай уҡ аҡһаҡал Изге Яҙмаға ҡаршы килгән һәм был донъяла киң таралған ҡараштарға эйәрмәй (Лука 21:34; Яҡ. 4:4). Бынан тыш, башҡалар үҙҙәрен уның менән насар тотһа ла, ул тыныс булып ҡала. Аҡһаҡал «эсеп йөрөмәҫкә», шулай уҡ ул артыҡ күп эсә алған кеше булараҡ билдәле булырға тейеш түгел. Үҙеңдән: «Тормошомдоң һәр өлкәһендә тыйнаҡлыҡ һәм тотанаҡлыҡ сағылдыраммы?» — тип һора.

9. «Айыҡ аҡыллы» һәм «йыйнаҡ» булыу нимәне аңлата?

9 «Айыҡ аҡыллы» булыу Изге Яҙмалағы принциптар буйынса ҡарарҙар ҡабул итеүҙе аңлата. Айыҡ аҡыллы кеше был принциптар өҫтөндә тәрән уйлана һәм шулай итеп ул үтә күреүсән булырға өйрәнә. Ул ашығыс һығымталар яһамай, ә бөтә факттарҙы иҫәпкә алырға тырыша (Ғиб. һүҙ. 18:13). Ул уйлап ҡарарҙар ҡабул итә һәм уның ҡарарҙарында Йәһүәнең ҡарашы сағыла. «Ихтирам ҡаҙанған» [«йыйнаҡ», ЯДТ] булыу тупланған булыуҙы һәм барыһын да үҙ ваҡытында эшләүҙе аңлата. Йыйнаҡ кешегә һәр саҡ таянып була. Ул күрһәтмәләр буйынса эш итә. Әгәр һин беҙ әйтеп киткән талаптарға тура киләһең икән, һин яҡшы абруй ҡаҙана алырһың. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ғаиләләре булған аҡһаҡалдарға ҡағылышлы талаптарҙы ҡарап сығайыҡ.

ҒАИЛӘ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТЫУ

10. «Үҙ ғаиләһе менән оҫта идара» итеү үҙ эсенә нимәне ала?

10 Әгәр инде ғаиләң булһа, һәм аҡһаҡал булырға теләһәң, ул саҡта һинең ғаиләң өлгөлө булырға тейеш. Бына ни өсөн һиңә «үҙ ғаиләң менән оҫта идара итергә» кәрәк. Башҡалар һине ҡайғыртыусан һәм яуаплы ғаилә башлығы кеүек белергә тейеш. Тимәк, һиңә ғаилә өйрәнеүен үткәрергә, ҡатының һәм балаларыңдың йыйылыш осрашыуына йөрөүҙәре хаҡында ҡайғыртырға һәм уларға вәғәз эшендә ҡатнашырға ярҙам итергә кәрәк. Ни өсөн был үтә мөһим? Илсе Пауыл: «Әгәр үҙ ғаиләһе менән идара итә белмәһә, Алла берҙәмлеге хаҡында нисек хәстәрләй алыр?» — тип яҙған (1 Тим. 3:5).

11, 12. Балаларының тәртибе ир ҡәрҙәштең аҡһаҡал булып хеҙмәт итеүенә нисек тәьҫир итә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

11 Аҡһаҡал балиғ булмаған «балаларын ихтирамға лайыҡ, тыңлаусан итеп тәрбиәләргә бурыслы». Атай булһаң, һиңә балаларыңды яратыу менән өйрәтергә кәрәк. Әлбиттә, балалар уйнарға һәм шаярырға ярата, әммә уларҙы ата-әсәһенә буйһонорға, башҡаларҙы хөрмәт итергә һәм үҙҙәрен яҡшы тоторға өйрәтеү мөһим. Бынан тыш, балаларыңа Йәһүә менән мөнәсәбәттәр үҫтерергә, Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәргә, шулай уҡ һыуға сумдырыу маҡсатына ирешергә ярҙам итергә кәрәк.

12 Балаларҙың «боҙоҡ тәртиптә һәм буйһонмауҙа ғәйепләнмәгән... булыуы мотлаҡ». Һыуға сумдырылған йә һыуға сумдырылырға маҡсат ҡуйған бала етди гонаһ ҡылһа, был атаһының йыйылыштағы вазифаларына нисек тәьҫир итә? Атай кеше балаһын өйрәтмәгән һәм төҙәтмәгән икән, тимәк, ул, күрәһең, аҡһаҡалдар талаптарына тура килмәй. («Күҙәтеү манараһы» (урыҫ) 1996 йылдың 15 октябрь сығарылышында 21-се биттәрҙә 6, 7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

Ғаилә башлыҡтары үҙ балаларын Йәһүә һәм йыйылыш өсөн хеҙмәт итергә өйрәтергә тейеш. (11-се абзацты ҡарағыҙ.)


ЙЫЙЫЛЫШ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТЫУ

13. «Иғтибарлы» булыу нимәне аңлата? Үҙ һүҙле булмау нимәне аңлата?

13 Алла хуп күргән сифаттарҙы сағылдырған ир ҡәрҙәштәр йыйылыш өсөн ысын фатиха. «Иғтибарлы» кеше татыулыҡҡа ынтыла һәм башҡаларға ла был йәһәттән ярҙам итә. Ул кешеләрҙе иғтибар менән тыңлай һәм уларҙың фекерен аңларға тырыша. Күҙ алдыңа килтер: һине аҡһаҡал итеп билдәләгәндәр, ти. Аҡһаҡалдар кәңәшмәһенең осрашыуында күпселек ир ҡәрҙәштәр һиңә оҡшамаған ҡарар ҡабул итһә һәм был ҡарар Изге Яҙмалағы принциптарға ҡаршы килмәһә, һин үҙеңде нисек тоторһоң? Улар менән ризалашырһыңмы? Өҫтәүенә, аҡһаҡал булырға теләгән ир ҡәрҙәш «үҙ һүҙле» булырға тейеш түгел. Тимәк, ул һәр нәмәнең үҙе дөрөҫ тип һанағанса эшләнеүен талап итмәҫ. Ул башҡалар менән кәңәшләшеү бик мөһим икәнен аңлай (Баш. 13:8, 9; Ғиб. һүҙ. 15:22). Аҡһаҡал шулай уҡ «ҡыҙыу ҡанлы» булмаҫҡа бурыслы. Тимәк, ул үҙен башҡалар менән тупаҫ тотмай һәм бәхәсләшмәй. Киреһенсә, ул үҙен йомшаҡ һәм әҙәпле итеп тота. «Тыныслыҡ һөйөүсән» кеше иң көсөргәнешле хәлдә лә тыныслыҡ һаҡлап ҡала (Яҡ. 3:17, 18). Яғымлы һәм тыныс һүҙҙәр, айырыуса Йәһүә шаһиттарына тиҫкәре ҡарашта булған кешеләр менән һөйләшкәндә, тыныслыҡ һаҡлап ҡалырға ярҙам итә (Хөк. 8:1—3; Ғиб. һүҙ. 20:3; 25:15; Матф. 5:23, 24).

14. Аҡһаҡал «иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата? Тоғро булыу үҙ эсенә нимәне ала?

14 Аҡһаҡал булып хеҙмәт итергә теләгән ҡәрҙәш «иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел». Бәлки, ул хәҡиҡәттә әллә ни күп йылдар түгелдер. Әммә уға етлеккән мәсихсе булыу мөһим. Ә бының өсөн ваҡыт кәрәк. Ғайсанан өлгө ал. Был һиңә баҫалҡы булырға, йыйылыштағы вазифаларҙы теләк менән башҡарырға һәм Йәһүәнең һиңә өҫтәмә вазифалар биреүен сабырлыҡ менән көтөргә ярҙам итер (Матф. 20:23; Флп. 2:5—8). Өҫтәүенә, аҡһаҡал «тоғро» булырға тейеш. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул Йәһүәнең тәҡүә нормалары буйынса йәшәргә һәм Алла үҙ ойошмаһы аша биргән күрһәтмәләргә буйһонорға тейеш (1 Тим. 4:15).

15. Аҡһаҡалға оҫта докладсы булыу мотлаҡмы? Аңлатығыҙ.

15 Изге Яҙмала аҡһаҡал «өйрәтеүгә маһир булырға тейеш» тип асыҡ әйтелә. Улай булғас, һиңә яҡшы докладсы булыу мотлаҡмы? Юҡ. Аҡһаҡалдарҙың бөтәһе лә оҫта докладсы түгел. (1 Көринттәргә 12:28, 29-ҙы Эфестарға 4:11 менән сағыштырығыҙ.) Шулай ҙа башҡаларҙы өйрәтер өсөн һәм рухландырыр өсөн, аҡһаҡалдарға вәғәзләгәндә йә ҡәрҙәштәргә килгәндә Изге Яҙманы оҫта ҡуллана белергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уҡытыу оҫталығын артабан да үҫтереү мөһим. Һиңә был яҡтан нимә ярҙам итер?

16. Нисек оҫта уҡытыусы булып китергә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

16 Башҡаларҙы өйрәткәндә аҡһаҡал «Алланың хаҡ һүҙенән һис тайпылмаҫҡа тейеш». Шуға сәхнәнән сығыш яһағанда йә берәйһенә кәңәш биргәндә, һинең һүҙҙәрең Изге Яҙмаға нигеҙләнгән булырға тейеш икәнен онотма. Изге Яҙманы һәм баҫмаларыбыҙҙы тырышып өйрән (Ғиб. һүҙ. 15:28; 16:23). Өйрәнеү ваҡытында Изге Яҙмалағы аяттарҙың нисек аңлатылғанына иғтибар ит, шул саҡта һин уларҙы дөрөҫ ҡуллана алырһың. Башҡаларҙы өйрәткәндә уларҙың йөрәктәренә үтеп инерлек итеп һөйләргә тырыш. Оҫта уҡытыусы булыр өсөн, тәжрибәле аҡһаҡалдарҙан нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнен һора һәм уларҙың кәңәштәрен үтә (1 Тим. 5:17). Аҡһаҡалдар «башҡаларҙы дәртләндерә». Әммә уларға ҡайһы саҡта имандаштарына кәңәштәр бирергә лә, уларҙы хатта «фаш» итергә лә тура килә. Нисек кенә булмаһын, быны игелекле итеп эшләргә кәрәк. Әгәр һин үҙеңде башҡалар менән ипле тотһаң һәм кәңәштәрҙе Изге Яҙмаға нигеҙләнеп бирһәң, тимәк, Бөйөк Остаз Ғайса Мәсихтән өлгө алаһың (Матф. 11:28—30; 2 Тим. 2:24).

Хеҙмәт ярҙамсыһы башҡаларҙы Изге Яҙма ярҙамында рухландырырға өйрәнә; был яҡтан уға тәжрибәле аҡһаҡал ярҙам итә. Шул уҡ хеҙмәт ярҙамсыһы көҙгө алдында репетиция яһай. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)


МАҠСАТҠА ЫНТЫЛЫҒЫҘ

17. а) Аҡһаҡал булып хеҙмәт итергә теләгән хеҙмәт ярҙамсыларына нимә эшләргә кәрәк? б) Ир ҡәрҙәштең аҡһаҡал хеҙмәтенә тура киләме икәнен билдәләгәндә, аҡһаҡалдар нимәне иҫтә тоторға тейеш? ( «Аҡһаҡалдар, айыҡ аҡыллы булығыҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

17 Ҡайһы бер хеҙмәт ярҙамсылары, бер ҡасан да аҡһаҡал була алмам, тип уйлай. Беҙ ҡарап сыҡҡан талаптар улар өсөн үтәй алмаҫлыҡ булып күренә. Ләкин шуны онотма: Йәһүә лә, уның ойошмаһы ла, һинең был талаптарҙы камил рәүештә үтәүеңде көтмәй (1 Пет. 2:21). Бынан тыш, Йәһүә һине бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмаҫ. Ул һиңә ярҙам итер һәм изге рухын биреп торор (Флп. 2:13). Һин ҡайһы яҡтан яҡшырырға теләр инең? Был хаҡта доға ҡылып уйлан, баҫмаларыбыҙҙан был темаға ҡағылышлы мәғлүмәт эҙлә һәм нимәне яҡшыртып булғаны хаҡында аҡһаҡалдар менән кәңәшләш.

18. Хеҙмәт ярҙамсыларына ниндәй маҡсат ҡуйырға кәрәк?

18 Был мәҡәләлә телгә алынған сифаттарҙы бөтәбеҙгә лә, шул иҫәптән инде аҡһаҡал булып хеҙмәт иткәндәргә лә артабан үҫтерергә кәрәк (Флп. 3:16). Һин хеҙмәт ярҙамсыһы булһаң, йыйылыш өсөн күберәк хеҙмәт итергә маҡсат ҡуй. Ҡәрҙәштәргә тағы ла яҡшыраҡ ярҙам итер өсөн Йәһүәнән үҙеңде өйрәтеүен һәм үҙгәртеүен һора (Ишағ. 64:8). Бер ҙә шикләнмә: Йәһүә аҡһаҡал булып хеҙмәт итеү теләгеңде фатихалаясаҡ!

101-СЕ ЙЫР Берҙәмлектә хеҙмәт итәбеҙ