Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

46-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

49-СЫ ЙЫР Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрәйек

Ир ҡәрҙәштәр, һеҙҙең хеҙмәт ярҙамсылары булырға маҡсатығыҙ бармы?

Ир ҡәрҙәштәр, һеҙҙең хеҙмәт ярҙамсылары булырға маҡсатығыҙ бармы?

«Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (ИЛС. 20:35).

ТӨП ФЕКЕР

Ир ҡәрҙәштәр хеҙмәт ярҙамсыһы булыу теләген нисек үҫтерә ала?

1. Илсе Пауыл хеҙмәт ярҙамсыларына нисек ҡараған?

 ХЕҘМӘТ ярҙамсылары йыйылышта мөһим эш башҡара. Илсе Пауыл Алланың был тоғро хеҙмәтселәрен бик ҡәҙерләгән. Мәҫәлән, Филипи ҡалаһында йәшәгән мәсихселәргә хат яҙғанда, ул аҡһаҡалдарҙы ғына түгел, хеҙмәт ярҙамсыларын да сәләмләгән (Флп. 1:1).

2. Луис ҡәрҙәш хеҙмәт ярҙамсыһы була алыуына нисек ҡарай?

2 Һыуға сумдырылған төрлө йәштәге ир ҡәрҙәштәр хеҙмәт ярҙамсылары булып хеҙмәт итә ала. Мәҫәлән, Де́ван ҡәрҙәш 18 йәшендә хеҙмәт ярҙамсыһы булып киткән, ә Лу́ис 50 йәштән үткәс был хеҙмәтте башлаған. Был хөрмәтле вазифа ир ҡәрҙәштәргә ҙур шатлыҡ килтерә. Луис былай ти: «Мин имандаштарыма хеҙмәт итә алғаным өсөн бик бәхетлемен! Улар мине ярата, һәм мин дә улар өсөн нимәлер эшләргә теләйем». Бөтә донъя буйынса йәшәгән күп ир ҡәрҙәштәр уның хистәрен уртаҡлаша.

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Әгәр һин һыуға сумдырылған ир ҡәрҙәш булһаң, әммә әлегә хеҙмәт ярҙамсыһы булмаһаң, үҙеңә ундай маҡсат ҡуя алыр инеңме? Һине быға нимә этәрергә тейеш? Һин Изге Яҙмалағы ниндәй талаптарға тура килергә тейешһең? Был мәҡәләлә беҙ ошо һорауҙарға яуап алырбыҙ. Әммә тәүҙә, әйҙәгеҙ, хеҙмәт ярҙамсыларының йыйылышта ниндәй эш башҡарғанын ҡарап сығайыҡ.

ХЕҘМӘТ ЯРҘАМСЫЛАРЫНЫҢ ВАЗИФАЛАРЫ

4. Хеҙмәт ярҙамсылары ниндәй эштәр башҡара? (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

4 Хеҙмәт ярҙамсыһы — аҡһаҡалдарға төрлө өлкәләрҙә ярҙам итеү өсөн изге рух менән билдәләнгән һыуға сумдырылған ир ҡәрҙәш. Ҡайһы бер хеҙмәт ярҙамсылары ҡәрҙәштәрҙең әҙәбиәттәре һәм вәғәз өсөн участкалары булыуы хаҡында хәстәрләй. Башҡалары Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша. Йыйылыш осрашыуҙар ваҡытында улар ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала һәм башҡа хеҙмәт күрһәтә, шулай уҡ аудио- видеоаппаратура менән эшләй. Улар күбеһенсә ғәмәли эштәр башҡара. Ләкин иң мөһиме, улар бөтәһе лә Йәһүәне ярата һәм уның нормалары буйынса йәшәй. Шулай уҡ улар имандаштарын бик ныҡ ярата (Матф. 22:37—39). Һыуға сумдырылған ир ҡәрҙәш нисек хеҙмәт ярҙамсыһы булып китә ала?

Хеҙмәт ярҙамсылары, Ғайсанан өлгө алып, башҡаларға шатланып хеҙмәт итә. (4-се абзацты ҡарағыҙ.)


5. Хеҙмәт ярҙамсыһы булыр өсөн ир ҡәрҙәшкә нимә эшләргә кәрәк?

5 Хеҙмәт ярҙамсылары өсөн талаптар Изге Яҙмала яҙылған (1 Тим. 3:8—10, 12, 13). Уларҙы ентекләп ҡарап сыҡ һәм уларға тура килер өсөн тырышлыҡтар һал. Әммә иң мөһиме, үҙеңдең этәргес ниәттәрең тураһында уйла.

ЭТӘРГЕС НИӘТТӘРЕҢ НИНДӘЙ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ?

6. Ир ҡәрҙәште йыйылышта башҡаларға хеҙмәт итергә нимә дәртләндерергә тейеш? (Матфай 20:28; Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

6 Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Ул Атаһын һәм кешеләрҙе ярата. Был яратыу уны тырышып эшләргә һәм хатта әһәмиәтһеҙ тип һаналған эште башҡарырға дәртләндергән (Матфай 20:28-ҙе уҡығыҙ; Яхъя 13:5, 14, 15). Яратыу һиңә лә хеҙмәт ярҙамсыһы булып китергә ярҙам итер, һәм Йәһүә һинең был маҡсатҡа өлгәшер өсөн һалған тырышлыҡтарыңды фатихалар (1 Кәр. 16:14; 1 Пет. 5:5).

Ғайса үҙ өлгөһө менән илселәренә юғары дәрәжәгә ынтылырға түгел, ә башҡаларға баҫалҡылыҡ менән хеҙмәт итергә кәрәклеген аңлатҡан. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)


7. Хеҙмәт ярҙамсыһы булырға теләгән ҡәрҙәш ни өсөн ғорурлыҡтан һәм мин-минлектән һаҡланырға тейеш?

7 Был донъяла йыш ҡына юғары дәрәжәгә өлгәшкән кешеләр менән һоҡланалар. Әммә Йәһүәнең ойошмаһында барыһы ла башҡаса. Ҡәрҙәштәрҙе башҡаларға хеҙмәт итергә хакимлыҡҡа ынтылыу түгел, ә Ғайса күрһәткән мөхәббәт дәртләндерергә тейеш. Әгәр ғорур һәм маһайып йөрөгән ҡәрҙәште аҡһаҡал йә хеҙмәт ярҙамсыһы итеп билдәләһәләр, ул, моғайын, Йәһүәнең һарыҡтары хаҡында ҡайғыртыр өсөн мөһим булған вазифаларҙы әһәмиәтһеҙ тип һанар һәм уларҙы башҡарыуҙан баш тартыр. Ундай кеше, был хеҙмәт минең абруйымды төшөрә, тип һанарға мөмкин (Яхъя 10:12). Йәһүә ғорур һәм тик үҙенең теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә теләгән кешеләрҙең тырышлыҡтарын бер ҡасан да фатихаламаясаҡ (1 Кәр. 10:24, 33; 13:4, 5).

8. Ғайса илселәренә ниндәй кәңәш биргән?

8 Хатта Ғайсаның яҡын дуҫтарының да ҡайһы саҡта этәргес ниәттәре дөрөҫ булмаған. Мәҫәлән, Яҡуп менән Яхъяны иҫкә төшөрәйек. Улар Ғайсанан Батшалыҡта күренекле урын һораған. Ғайса быға нисек ҡараған? Ул уларҙы маҡтамаған, ә киреһенсә, бөтә 12 илсеһенә: «Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул һеҙгә хеҙмәтсе булһын һәм кем арағыҙҙа беренсе булырға теләй, шул бөтәгеҙгә лә ҡол булһын», — тип аңлатҡан (Марк 10:35—37, 43, 44). Дөрөҫ ниәттән сығып башҡаларға хеҙмәт иткән ир ҡәрҙәштәр — йыйылыш өсөн ысын бүләк (1 Тис. 2:8).

БАШҠАЛАРҒА ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ТЕЛӘГЕН НИСЕК ҮҪТЕРЕРГӘ?

9. Башҡаларға хеҙмәт итеү теләген нисек үҫтерергә?

9 Һин, әлбиттә, Йәһүәне бик яратаһың һәм башҡаларға хеҙмәт итергә теләйһең. Шулай ҙа һин, бәлки, йыйылыштағы хеҙмәт ярҙамсыларына бирелгән өҫтәмә вазифаларҙы башҡарырға ашҡынып тормайһыңдыр. Ҡарашыңды үҙгәртергә нимә ярҙам итер? Башҡаларға хеҙмәт итеү күпме шатлыҡ килтергәне тураһында уйлан. Ғайса: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», — тигән (Илс. 20:35). Ул үҙе был һүҙҙәр буйынса йәшәгән һәм башҡаларға хеҙмәт итеүҙә ҙур шатлыҡ тапҡан. Һин дә шундай хистәр тоя алаһың.

10. Башҡаларға хеҙмәт итеү Ғайсаға шатлыҡ килтергәне нимәнән күренгән? (Марк 6:31—34).

10 Ғайсаға башҡаларға хеҙмәт итеү шатлыҡ килтергән. Уның тормошонда булған бер осраҡты иҫкә төшөрәйек. (Марк 6:31—34-те уҡығыҙ.) Бер көндө Ғайса һәм уның илселәре бик арыған, шуға ял итеп алыр өсөн аулаҡ урынға киткән. Әммә күптәр быны белеп ҡалған һәм Ғайсанан өйрәнер өсөн улар бараһы урынға алдан уҡ барып еткән. Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күргәс, «тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары» булмағанлыҡтан һәм ныҡ арығанлыҡтан уларҙы өйрәтеп тә тормайынса, бер-ике һүҙ әйтеп кенә ҡайтарып ебәрә алыр ине. Ләкин Ғайсаны яратыу этәргән, шуға ул уларҙы «күп нәмәләргә өйрәтә башлаған» һәм кис еткәс кенә өйрәтеүен тамамлаған (Марк 6:35). Ул быны эшләргә тейеш булғанға түгел, ә кешеләрҙе йәлләгәнгә эшләгән. Ул кешеләрҙе яратҡан, шуға өйрәтергә теләгән. Башҡаларға хеҙмәт итеү Ғайсаға күп шатлыҡ килтергән.

11. Ғайса уны тыңларға килгән кешеләргә ниндәй ярҙам күрһәткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

11 Шул осраҡта Ғайса кешеләрҙе өйрәтеп кенә ҡалмаған, ул уларҙың ихтыяждары хаҡында ла ҡайғыртҡан. Уны тыңларға килгән кешеләрҙең ашарға ризығы булһын өсөн, ул мөғжизә ҡылған. Һуңынан ул шәкерттәренә был ризыҡты кешеләргә таратып сығырға ҡушҡан (Марк 6:41). Шулай итеп ул башҡаларға хеҙмәт итеү үҙ эсенә нимә алғанын күрһәткән. Ул шулай уҡ ғәмәли эштәрҙең бик мөһим булыуын аңлатҡан. Тап был эштәрҙе хеҙмәт ярҙамсылары үтәй ҙә. Илселәр Ғайса менән бергә халыҡты туйҙырғансы ашатыуҙа ҡатнаша алғандарына ни тиклем шатланғандыр! (Марк 6:42). Әлбиттә, Ғайса башҡа осраҡтарҙа ла кешеләрҙең ихтыяждарын беренсе урынға ҡуйған, сөнки үҙенең бөтә ғүмерен башҡаларға хеҙмәт итеүгә бағышлаған (Матф. 4:23; 8:16). Кешеләрҙе өйрәтеү һәм уларҙың ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыу Ғайсаға ҙур шатлыҡ килтергән. Бер ҙә шикләнмә: хеҙмәт ярҙамсыһы булып башҡаларға ысын күңелдән хеҙмәт итһәң, һин дә шундай уҡ шатлыҡ кисерерһең.

Йәһүәне яратыуың һәм башҡаларға хеҙмәт итергә теләгең көсөңдән килгәндең барыһын эшләргә дәртләндерер. (11-се абзацты ҡарағыҙ.) a


12. Ни өсөн, ҡәрҙәштәремә хеҙмәт итер өсөн һәләттәрем юҡ, тип уйларға кәрәкмәй?

12 Башҡаларға хеҙмәт итер өсөн, минең һәләттәрем юҡ, тип уйлаһаң, бойоҡма. Йыйылыштағы имандаштарыңа хеҙмәт итер өсөн, һис шикһеҙ, һинең кәрәкле сифаттарың бар. Пауылдың 1 Кәринттәргә 12:12—30-ҙа яҙылған һүҙҙәре тураһында уйлан һәм Йәһүәнән был аяттар һиңә нисек ҡағылғанын аңларға ярҙам итеүен һора. Был өҙөктән күренеүенсә, һиңә, Йәһүәнең башҡа хеҙмәтселәренә кеүек үк, йыйылышта мөһим роль бирелгән. Әлегә хеҙмәт ярҙамсылары өсөн талаптарға тура килмәһәң, өмөтһөҙлөккә бирелмә. Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәргә хеҙмәт итер өсөн, көсөңдән килгәндең барыһын эшлә. Шикләнмә: аҡһаҡалдар һиңә йөкләмә биргәндә, һәләттәреңде һәм көсөңдө иҫәпкә алыр (Рим. 12:4—8).

13. Хеҙмәт ярҙамсылары өсөн бирелгән талаптарҙың күбеһе тураһында нимә әйтеп була?

13 Хеҙмәт ярҙамсылары өсөн бирелгән талаптарҙың күбеһе бөтә мәсихселәргә лә ҡағыла икәнен иҫтә тотоу мөһим. Бөтәбеҙгә лә яҡшылыҡ ҡылырға, Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе нығытырға һәм ул хуплаған тәртип буйынса йәшәргә кәрәк. Шуға күрә хеҙмәт ярҙамсыларына кәрәкле сифаттарҙың күбеһе һиндә инде барҙыр. Шулай итеп, йыйылышта хөрмәтле вазифалар үтәргә теләгән ҡәрҙәштәрҙән нимә көтөлә?

МАҠСАТҠА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ?

14. «Ихтирамға лайыҡ булыу» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата? (1 Тимәтигә 3:8—10, 12).

14 1 Тимәтигә 3:8—10, 12-лә яҙылған бер нисә талапты ҡарап сығайыҡ (уҡығыҙ). Хеҙмәт ярҙамсылары «ихтирамға лайыҡ булырға» тейеш. Был һүҙбәйләнеште шулай уҡ «яуаплы, етди булһындар» тип тә тәржемә итеп була. Әлбиттә, был һүҙҙәр ҡәрҙәштәргә көлөргә йә шаяртырға ярамай тигәнде аңлатмай (Вәғ. 3:1, 4). Ләкин улар үҙ вазифаларына етди ҡарарға тейеш. Йыйылышта һиңә таянып булһа, имандаштарың һине хөрмәт итер.

15. «Ике йөҙлөләнмәҫкә» һәм «һаранланмаҫҡа» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?

15 Хеҙмәт ярҙамсылары «ике йөҙлөләнмәҫкә» тейеш. Был һүҙҙәр намыҫлы, эскерһеҙ, ышаныслы булыуҙы аңлата. Улар үҙ һүҙен тота һәм башҡаларҙы алдамай (Ғиб. һүҙ. 3:32). «Һаранланмау» тигән һүҙ аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә намыҫлы булыуҙы аңлата. Хеҙмәт ярҙамсыһы, аҡса эшләр өсөн, ҡәрҙәштәр менән булған яҡшы мөнәсәбәттәрҙән файҙаланмаҫ.

16. а) «Эсеү менән мауыҡмаҫҡа» тигән һүҙҙәр үҙ эсенә нимәне ала? б) «Саф выжданға» эйә булыу нимәне аңлата?

16 «Эсеү менән мауыҡмаҫҡа» тигән һүҙбәйләнеш мәсихсе күп эсергә тейеш түгел тигәнде һәм иҫергәнсе эскән кеше булараҡ билдәле булмауҙы аңлата. «Саф выжданға» эйә булған кеше Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәй. Ундай кеше камил булмаһа ла, уның Алла менән мөнәсәбәттәре яҡшы, шуға күрә ул йән тыныслығын тойоп йәшәй.

17. «Башта һынап ҡараһындар» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата? (1 Тимәтигә 3:10; фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ).

17 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ир ҡәрҙәште хеҙмәт ярҙамсыһы итеп билдәләр алдынан, уны «башта һынап» ҡарарға кәрәк. Аҡһаҡалдар йыйылышта бирелгән йөкләмәләрҙе яҡшы үтәй алғаныңды күрергә тейеш. Шуға күрә улар һиңә берәй йөкләмә бирһә, был йөкләмәне уларҙың һәм Йәһүә ойошмаһының күрһәтмәләре буйынса үтә. Һинән нимә көтөлгәнен һәм был йөкләмәне ниндәй ваҡытҡа әҙерләргә кәрәк икәнен яҡшы аңларға тейешһең. Әгәр һин аҡһаҡалдарҙың үтенестәрен тырышып башҡарһаң, ҡәрҙәштәр быны күрмәй ҡалмаҫ. Аҡһаҡалдар, һыуға сумдырылған ир ҡәрҙәштәрҙе өйрәтергә кәрәк икәнен иҫтә тотоғоҙ. (1 Тимәтигә 3:10-ды уҡығыҙ.) Һеҙҙең йыйылышығыҙҙа 10—14 йәшлек йә йәшерәк һыуға сумдырылған малайҙар бармы? Улар Изге Яҙманы үҙ аллы өйрәнәме һәм йыйылыш осрашыуҙарына яҡшы итеп әҙерләнәме? Улар осрашыуҙарҙа комментарийҙар бирәме һәм хеҙмәттә ҡатнашамы? Эйе булһа, уларға йәштәренә ҡарап йөкләмәләр бирегеҙ. Шулай эшләп, һеҙ уларҙы «һынап» ҡарарһығыҙ. Һөҙөмтәлә, уларҙы 17 йәшкә етәрәк хеҙмәт ярҙамсыһы итеп билдәләргә була.

Аҡһаҡалдар һыуға сумдырылған ир ҡәрҙәшкә йөкләмәләр биргәндә, ул хеҙмәт ярҙамсыһы була аламы икәнен «һынап ҡарай». (17-се абзацты ҡарағыҙ.)


18. «Тел тейҙермәҫлек» тигән һүҙбәйләнеш нимәне аңлата?

18 «Тел тейҙермәҫлек» тигән һүҙбәйләнеш бер нәмәлә лә ғәйепле түгел тигәнде, йәғни ул мәсихсене ниндәйҙер етди енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләп булмағанын аңлата. Әлбиттә, мәсихселәрҙе ялған ғәйепләйҙәр. Ғайсаға ла яла яҡҡандар һәм ул шәкерттәренең дә шундай мөғәмәләгә дусар булыуы хаҡында әйткән (Яхъя 15:20). Ләкин һин Ғайса кеүек үҙеңде дөрөҫ тотһаң, йыйылышта яҡшы абруй ҡаҙанырһың (Матф. 11:19).

19. Хеҙмәт ярҙамсыһы «үҙенең ҡатынына тоғро ир булырға» тейеш тигән талап нимәне аңлата?

19 Хеҙмәт ярҙамсыһы «үҙенең ҡатынына тоғро ир булырға» тейеш. Алланың ниәте буйынса, бер ир менән бер ҡатын ғына никахта торорға тейеш (Матф. 19:3—9). Был талап бөтә мәсихселәргә ҡағыла. Мәсихсегә енси әхлаҡһыҙлыҡтан ситтә торорға кәрәк (Евр. 13:4). Ул үҙ ҡатынына тоғро, ә башҡа ҡатындарға тейешһеҙ иғтибар күрһәтмәй (Әйүп 31:1).

20. Ғаилә менән оҫта идара итеү нимәне аңлата?

20 «Балаларына һәйбәт тәрбиә бирергә һәм ғаиләһе менән оҫта идара итергә тейеш». Һин ғаилә башлығы булһаң, үҙ вазифаларыңа етди ҡарарға тейешһең. Ғаилә өйрәнеүен даими рәүештә үткәр. Ҡатының һәм балаларың менән бергә мөмкин тиклем йышыраҡ вәғәзгә йөрө. Балаларыңа Йәһүәнең дуҫы булып китергә ярҙам ит (Эфес. 6:4). Әгәр һин ғаиләң хаҡында ҡайғырта беләһең икән, тимәк, һин йыйылыш хаҡында ла хәстәрлек күрә алырһың (1 Тимәтигә 3:5 менән сағыштырығыҙ.)

21. Әлегә хеҙмәт ярҙамсыһы булмаған ир ҡәрҙәштәр нимә эшләй ала?

21 Ҡәҙерле ир ҡәрҙәш, әлегә хеҙмәт ярҙамсыһы булмаһаң, был мәҡәләләге фекерҙәр тураһында уйлан һәм был хаҡта Йәһүәгә доға ҡыл. Хеҙмәт ярҙамсыһы өсөн бирелгән талаптарҙы ентекләп ҡарап сыҡ һәм уларға тура килер өсөн тырышлыҡтар һал. Ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыу һәм уларға хеҙмәт итеү теләгеңде үҫтер (1 Пет. 4:8, 10). Хеҙмәт ярҙамсыһы булырға ынтыл һәм, башҡаларға ярҙам итеп, күп фатихалар кисерерһең. Йәһүәнең һине мул итеп фатихалаясағына бер ҙә шикләнмә! (Флп. 2:13).

17-СЕ ЙЫР «Теләйем!»

a РӘСЕМДӘ. Һул яҡта: Ғайса башҡаларға баҫалҡылыҡ менән хеҙмәт итә; уң яҡта: хеҙмәт ярҙамсыһы оло йәштәге ҡәрҙәшкә ярҙам итә.