Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

45-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

138-СЕ ЙЫР Сал сәс — матурлыҡ тажы

Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренең һуңғы һүҙҙәре нимәгә өйрәтә?

Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренең һуңғы һүҙҙәре нимәгә өйрәтә?

«Аҡһаҡалдарҙа аҡыл бар, оҙон ғүмерлеләр — зирәк була» (ӘЙҮП 12:12).

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә тыңлаусан кешеләрҙе инде бөгөн үк нисек фатихалай һәм улар өсөн ниндәй киләсәк әҙерләгән?

1. Ни өсөн ололарҙан өйрәнергә кәрәк?

 ҠАРАР ҡабул иткәндә кемдер беҙгә кәңәш бирһә, беҙ уға бик рәхмәтле. Ундай ярҙамды беҙ йыйылыш аҡһаҡалдарынан һәм рухи яҡтан етлеккән башҡа мәсихселәрҙән ала алабыҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙән күпкә олораҡ булһа ла, уларҙың кәңәше иҫкергән тигәнде аңлатмай. Йәһүә беҙҙең ололарҙан өйрәнеүебеҙҙе теләй. Уларҙың тәжрибәһе һәм зирәклеге күп, сөнки улар беҙгә ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй (Әйүп 12:12).

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Боронғо ваҡытта Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә таяныс булып торған һәм уларға оло йәштәге тоғро ирҙәр аша нәсихәт биргән. Улар араһында Муса, Дауыт һәм илсе Яхъя булған. Улар төрлө ваҡытта йәшәгән һәм уларҙың шарттары бер-береһенән ныҡ айырылып торған. Ғүмеренең һуңғы көндәрендә уларҙың һәр береһе киләсәк быуынға аҡыллы кәңәштәр ҡалдырған. Уларҙың өсөһө лә Аллаға тыңлаусан булыу ни тиклем мөһим икәне тураһында әйткән. Йәһүә уларҙың һүҙҙәрен бөгөнгө көнгә тиклем Изге Яҙмала һаҡлаған. Беҙҙең бөтәбеҙгә лә — йәштәргә лә, ололарға ла — уларҙың кәңәштәре өҫтөндә уйланыу файҙалы булыр (Рим. 15:4; 2 Тим. 3:16). Был мәҡәләлә беҙ был тоғро ирҙәрҙең һуңғы күрһәтмәләрен ҡарап сығырбыҙ һәм уларҙан нимәгә өйрәнеп булғанын белербеҙ.

«ЕРҘӘ ОҘАҠ ЙӘШӘРҺЕГЕҘ»

3. Муса тураһында беҙ нимә беләбеҙ?

3 Муса ғүмере буйы Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән. Ул пәйғәмбәр, хөкөмсө, ғәскәр башлығы һәм тарихсы булған. Уның тормош тәжрибәһе иҫ китерлек булған. Муса Исраил халҡын Мысырҙан сығарған һәм Йәһүәнең күп мөғжизәләрен үҙ күҙҙәре менән күргән. Алла уны Изге Яҙманың тәүге биш китабын — Тәүрәтте һәм 89-сы мәҙхиәне яҙырға рухландырған. Шулай уҡ ул, күрәһең, 90-сы мәҙхиәне һәм Әйүп китабын да яҙған.

4. Мусаның һүҙҙәре кемде нығытҡан һәм ни өсөн?

4 Үлеме алдынан Муса, 120 йәшендә, бөтә исраилдарҙы саҡырып, Йәһүәнең улар өсөн эшләгән бөтә эштәрен иҫтәренә төшөргән. Алла мөғжизәләр ҡылып мысырҙарға яза биргәндә, уларҙың ҡайһы берҙәре балалар һәм үҫмерҙәр генә булған (Сығ. 7:3, 4). Улар Ҡыҙыл диңгеҙҙең икегә айырылғанын күргән һәм ҡоро ерҙән үткән. Шунан һуң Йәһүә Мысыр ғәскәрен юҡ иткән (Сығ. 14:29—31). Сүлдә булғанда Алла улар хаҡында ҡайғыртҡан һәм уларҙы яҡлап торған (Ҡан. 8:3, 4). Хәҙер, исраилдар Вәғәҙә ителгән ерҙең сигендә баҫып торғанда, Муса уларҙы һуңғы тапҡыр нығытырға теләгән a.

5. Мусаның Ҡанун 30:19, 20-лә яҙылған һуңғы һүҙҙәре исраилдарҙы нимәгә ышандырған?

5 Муса нимә әйткән? (Ҡанун 30:19, 20-не уҡығыҙ.) Исраилдарҙы ғәжәйеп киләсәк көткән. Йәһүәнең ярҙамы менән улар Вәғәҙә ителгән ерҙә оҙаҡ йәшәй алған. Йәһүә уларға иҫ киткес, уңдырышлы ер бүләк иткән! Муса былай тигән: «Аллаң Раббы... һеҙҙе бирәсәк ергә алып барыр. Һин төҙөмәгән ҙур һәм матур ҡалаларҙы, һин байлыҡ менән тултырмаған өйҙәрҙе, һин таштарын уйып яһамаған һыу соҡорҙарын, һин ултыртмаған йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын бирер» (Ҡан. 6:10, 11).

6. Ни өсөн Алла башҡа халыҡтарға исраилдарҙы яулап алырға рөхсәт иткән?

6 Муса шулай уҡ исраилдарҙы был бай ерҙә оҙаҡ йәшәр өсөн Алланың әмерҙәрен үтәргә кәрәклеге хаҡында киҫәткән. Муса уларҙы тормош һайларға, йәғни Аллаға тыңлаусан булырға һәм уға тоғро ҡалырға өндәгән. Ләкин исраилдар Йәһүәне кире ҡаҡҡан. Шуға күрә Алла ассирийҙарға, ә һуңыраҡ вавилондарға уларҙы яулап алырға һәм әсирлеккә алып китергә рөхсәт иткән (2 Бат. 17:6—8, 13, 14; 2 Йыл. 36:15—17, 20).

7. Мусаның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

7 Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Тыңлаусан булыу кеше ғүмерен ҡотҡара. Исраилдар бына-бына Вәғәҙә ителгән ергә инергә тейеш булған кеүек, беҙ ҙә Алла вәғәҙә иткән яңы донъяһының тупһаһында торабыҙ. Тиҙҙән беҙ бөтә ерҙең ожмахҡа әйләнәсәген күрербеҙ (Ишағ. 35:1; Лука 23:43). Унда Иблис тә, ендәр ҙә булмаясаҡ (Асыл. 20:2, 3). Ялған дин бер кемде лә алдамаҫ (Асыл. 17:16). Хөкүмәттәр кешеләрҙе йәберләмәҫ (Асыл. 19:19, 20). Ожмахта фетнәселәр өсөн урын булмаҫ (Зәб. 36:10, 11 [37:10, 11 ЯДТ]). Бөтәһе лә Йәһүәнең тәҡүә ҡанундарын үтәр һәм берҙәмлектә тыныс-имен йәшәр (Ишағ. 11:9). Беҙ был ваҡытты зарығып көтәбеҙ! Әгәр Йәһүәне тыңлаһаҡ, беҙ ожмахта бер нисә йөҙ йыл ғына түгел, ә мәңге йәшәрбеҙ (Зәб. 36:29 [37:29 ЯДТ]; Яхъя 3:16).

Йәһүәгә тыңлаусан булһаҡ, ожмахта бер нисә йөҙ йыл ғына түгел, ә мәңге йәшәрбеҙ. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)


8. Мәңгелек тормошҡа өмөт бер миссионерға нисек ярҙам иткән? (Йәһүҙә 20, 21).

8 Мәңгелек тормошҡа өмөт Аллаға тоғро ҡалырға һәм төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. (Йәһүҙә 20, 21-ҙе уҡығыҙ.) Ул шулай уҡ беҙгә етешһеҙлектәребеҙ менән көрәшергә көс бирә. Күп йылдар Африкала миссионер булып хеҙмәт иткән бер ир ҡәрҙәш шундай көрәш алып барған. Ул былай тип бүлешә: «Мәңге йәшәүем Йәһүәгә тыңлаусан булыуҙан торғанын аңланым. Шуға мин бирешмәҫкә ҡарар иттем. Мин Йәһүәгә үҙемдең проблемам тураһында тағы ла нығыраҡ доға ҡыла башланым. Хоҙай ярҙамы менән проблемамды еңә алдым».

«ҺИҢӘ УҢЫШ ЮЛДАШ БУЛЫР»

9. Дауыт ниндәй һынауҙар аша үткән?

9 Дауыт бөйөк батша булған. Ул шулай уҡ музыкант, шағир, һуғышсы һәм пәйғәмбәр булған. Алланың был хеҙмәтсеһе күп һынауҙар аша үткән. Көнсөл Шауыл батша уны эҙәрләгәнгә күрә, ул күп йылдар ҡасып йөрөгән. Дауыт үҙе батша булып киткәс, улы Әбессәләм уны үлтерергә һәм тәхетте үҙенә алырға ниәтләгән. Шуға Дауыт ҡабат йәшеренеп йәшәргә мәжбүр булған. Бөтә ауырлыҡтарға һәм үҙ хаталарына ҡарамаҫтан, Дауыт үлеменә тиклем Йәһүәгә тоғро ҡалған. Йәһүә уны «күңелемә оҡшаған кеше» тип атаған. Дауыттың нәсихәттәренә ҡолаҡ һалыу бик мөһим! (1 Бат. 15:5; Илс. 13:22, төшөрмә).

10. Ни өсөн Сөләймәнгә Дауыттың нәсихәте кәрәк булған?

10 Дауыт улы Сөләймәнгә ниндәй кәңәш биргәнен ҡарап сығайыҡ. Йәһүә был йәш егетте ғибәҙәтхана төҙөһөн өсөн һәм ундағы саф табыныу хаҡында ҡайғыртһын өсөн батша итеп һайлаған (1 Йыл. 22:5). Сөләймән күп эш башҡарырға һәм бөтә халыҡ тураһында хәстәрлек күрергә тейеш булған. Ул быны Йәһүәнең ярҙамы менән генә эшләй алған. Дауыт уға нимә әйткән?

11. Дауыт Сөләймәнгә ниндәй нәсихәт биргән һәм ул атаһының кәңәше буйынса эш иткәндә тормошо ниндәй булған? (1 Батшалар 2:2, 3). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

11 Дауыт нимә әйткән? (1 Батшалар 2:2, 3-тө уҡығыҙ.) Дауыт үҙ улына, Йәһүәне тыңлаһаң, уңышлы булырһың, тигән. Артабанғы йылдарҙа Сөләймән ысынлап та күп нәмәгә өлгәшкән (1 Йыл. 29:23—25). Ул мөһабәт ғибәҙәтхана төҙөгән һәм Изге Яҙманың бер нисә китабын яҙған. Бынан тыш, уның һүҙҙәре Изге Яҙманың башҡа китаптарында ла килтерелә. Уның зирәклеге һәм байлығы хаҡында сит илдәрҙә лә билдәле булған (1 Бат. 4:34). Ләкин уға Дауыттың һүҙҙәрен иҫтә тоторға кәрәк булған, сөнки ул әйткәнсә, Сөләймәндең уңышлы булыуы Йәһүәгә тыңлаусан булыуы менән туранан-тура бәйле булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңыраҡ ул ялған илаһтарға табына башлаған. Был Йәһүәгә оҡшамаған һәм ул Сөләймәнде бүтән фатихаламаған. Ә Алланың зирәклеге булмағас, Сөләймәндең идара итеүе инде тәҡүә һәм ғәҙел булмаған (1 Бат. 11:9, 10; 12:4).

Дауыттың Сөләймәнгә әйткән һүҙҙәренән күренеүенсә, Йәһүәне тыңлаһаҡ, ул беҙгә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер өсөн зирәклек бирер. (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) b


12. Дауыттың һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

12 Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Тыңлаусан булыу уңышҡа илтә (Зәб. 1:1—3). Әлбиттә, Йәһүә беҙгә, Сөләймән кеүек бай һәм күренекле булырһың, тип вәғәҙә итмәгән. Ләкин Алланы тыңлағанда ғына, ул беҙгә зирәклек бирә (Ғиб. һүҙ. 2:6, 7; Яҡ. 1:5). Изге Яҙмалағы принциптар беҙгә эш, донъяуи белем, күңел асыу, аҡса менән бәйле һорауҙарҙа аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә. Алланың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, беҙ уның менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡларбыҙ һәм мәңге йәшәй алырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 2:10, 11). Өҫтәүенә, беҙ ышаныслы дуҫтарға һәм бәхетле ғаиләгә эйә булырбыҙ.

13. Кармендың тормошон ысынында нимә уңышлы иткән?

13 Мозамбикта йәшәгән Ка́рмен ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ, юғары белем алмайынса тормошта бер нәмәгә лә өлгәшеп булмай, тип уйлаған. Шуға күрә ул университетҡа архитектура факультетына уҡырға ингән. «Миңә уҡыу оҡшай ине, — тип яҙа Кармен. — Ләкин ул күп ваҡыт һәм көс ала ине. Дәрестәр иртәнсәк сәғәт 7:30 башлана һәм кисен сәғәт 18:00 тамамлана ине. Осрашыуҙарға йөрөү ауыр булды. Һөҙөмтәлә Йәһүә менән мөнәсәбәттәрем һүлпәнәйә башланы. Мин ике хужаға хеҙмәт итергә тырыштым» (Матф. 6:24). Кармен доға ҡылған һәм беҙҙең әҙәбиәттәр буйынса тикшереүҙәр үткәргән. Ул былай тип дауам итә: «Мин аҡһаҡалдар һәм әсәйем менән кәңәшләшеп алдым да пионер хеҙмәтен башлар өсөн университеттан китергә ҡарар иттем. Был минең иң дөрөҫ ҡарарым ине. Был хаҡта бер ҙә үкенмәйем».

14. Муса һәм Дауыт башҡаларға ниндәй фекер еткерергә теләгән?

14 Муса ла, Дауыт та Йәһүәне яратҡан һәм уға тыңлаусан булыу ни тиклем мөһим икәнен аңлаған. Улар һуңғы күрһәтмәләр биреп, башҡаларҙы уларҙан өлгө алырға һәм Аллаға тоғро булып ҡалырға өндәгән. Өҫтәүенә, улар, Йәһүәне ҡалдырһағыҙ, уның хуплауын һәм фатихаларын юғалтырһығыҙ, тип киҫәткән. Уларҙың һүҙҙәре бөгөн дә ҡулланырлыҡ. Быуаттар үткәс, Йәһүәнең тағы бер хеҙмәтсеһе уға тоғро булыуҙың мөһимлеген күрһәткән.

«МИНЕҢ ӨСӨН... ҘУРЫРАҠ ШАТЛЫҠ ЮҠ»

15. Илсе Яхъя оҙон ғүмере эсендә нимә күргән?

15 Яхъя Ғайсаның яҡын дуҫы һәм илсеһе булған (Матф. 10:2; Яхъя 19:26). Ул Хужаһы менән күп вәғәзләгән, уның мөғжизәләренә шаһит булған һәм ауыр ваҡыттарҙа уға терәк булған. Ғайса язалап үлтерелгән саҡта Яхъя уның янында булған һәм һуңыраҡ, ул терелгәс, уны күргән. Ул шулай уҡ мәсихселәр төркөмөнөң ҙур йыйылышҡа әйләнеүен һәм һөйөнөслө хәбәрҙең «донъялағы һәр йән эйәһенә» вәғәзләнеүен күргән (Кол. 1:23).

16. Яхъяның хаттары элек кемде нығытҡан һәм бөгөн кемде нығыта?

16 Ғүмеренең аҙағында Яхъяға Изге Яҙманы яҙыу хөрмәте тейгән. Ул Асылыш китабын, Һөйөнөслө хәбәр китаптарының береһен һәм өс хат яҙған (Асыл. 1:1). Өсөнсө хатын ул үҙенең улы кеүек күргән Ғай исемле ҡәрҙәшенә бағышлаған (3 Яхъя 1). Яхъя башҡа мәсихселәрҙе лә атайҙарса яратҡан. Оло йәштәге был тоғро хеҙмәтсенең һүҙҙәре Ғайсаның шәкерттәрен һаман да нығыта.

17. 3 Яхъя 4 буйынса, нимә ҙур шатлыҡ килтерә?

17 Яхъя нимә яҙған? (3 Яхъя 4-те уҡығыҙ.) Яхъя Аллаға тыңлаусан булыу ниндәй шатлыҡ килтергәне тураһында яҙған. Ул үҙенең өсөнсө хатын яҙған ваҡытҡа йыйылышта мөртәттәр барлыҡҡа килгән. Улар ялған өйрәтеүҙәр таратҡан һәм бүленештәр тыуҙырған. Ләкин «хәҡиҡәт юлында» йөрөгәндәр ҙә булған. Улар Йәһүәгә буйһонған һәм уның «әмерҙәре буйынса» йәшәгән (2 Яхъя 4, 6). Был тоғро мәсихселәр Яхъяны ғына түгел, ә Йәһүәне лә һөйөндөргән (Ғиб. һүҙ. 27:11).

18. Яхъяның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

18 Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Тоғролоҡ шатлыҡ килтерә (1 Яхъя 5:3). Йәһүәнең йөрәген һөйөндөргәндә беҙ бәхетле. Донъя ҡотҡоларын кире ҡағыуыбыҙҙы һәм уның ҡанундары буйынса йәшәүебеҙҙе күреп, Йәһүә ҡыуана (Ғиб. һүҙ. 23:15). Фәрештәләр ҙә ҡыуана (Лука 15:10). Беҙ ҙә ҡәрҙәштәребеҙҙең, айырыуса эҙәрләүҙәр һәм ҡотҡолар менән осрашҡанда, Аллаға тоғро ҡалыуҙарын күреп, улар өсөн шатланабыҙ (2 Тис. 1:4). Ә Шайтандың донъяһы юҡ ителгәс, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлай алғаныбыҙға шатлыҡтан күңелебеҙ ташыр.

19. Башҡаларға Йәһүә хеҙмәтсеһе булып китергә ярҙам иткәндә, Рейчел нимә хис итә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

19 Башҡаларға Йәһүә тураһында һөйләү беҙгә айырыуса ҙур шатлыҡ килтерә. Доминикан Республикаһында йәшәгән Ре́йчел башҡаларға Алла хеҙмәтсеһе булып китергә ярҙам итеү мөмкинлеген бик ҡәҙерләй. Үҙенең рухи балалары тураһында ул бына нимә ти: «Өйрәнеүселәрҙең Йәһүәне ярата башлауы, уға таяныуы һәм уның өсөн тормоштарын үҙгәртеүе миңә сикһеҙ шатлыҡ килтерә. Быны күреп, бөтә тырышлыҡтарым һәм ҡорбандарым бушҡа булмағанын аңлайым».

Башҡаларҙың Йәһүәне яратыуы һәм уға тыңлаусан булыуы беҙгә шатлыҡ килтерә. (19-сы абзацты ҡарағыҙ.)


АЛЛАНЫҢ ТОҒРО ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕНЕҢ ҺУҢҒЫ ҺҮҘҘӘРЕНӘ ҠОЛАҠ ҺАЛЫҒЫҘ

20. Муса, Дауыт һәм Яхъя менән беҙҙең ниндәй уртаҡ яҡтарыбыҙ бар?

20 Муса, Дауыт һәм Яхъя инде күптән йәшәгән һәм уларҙың шарттары беҙҙекенән ныҡ айырылып торған. Шулай ҙа беҙҙең уртаҡ яҡтарыбыҙ күп. Улар ҙа беҙ табынған хаҡ Аллаға табынған. Улар Йәһүәгә өмөтләнгән һәм унан ярҙам, кәңәш һорап доға ҡылған. Беҙ ҙә шулай эшләйбеҙ. Йәһүә был ир-аттарҙы тыңлаусан булғаны өсөн фатихалаған һәм беҙҙе лә мотлаҡ фатихалаясаҡ.

21. Муса, Дауыт һәм Яхъяның һуңғы һүҙҙәренә тыңлаусан булғандарҙы нимә көтә?

21 Алланың өс тоғро, зирәк хеҙмәтсеһе беҙҙе уның әмерҙәре буйынса йәшәргә өндәй. Әйҙәгеҙ, шулай эш итәйек тә. Шул саҡта нимә генә эшләһәк тә, беҙ уңышлы булырбыҙ. Беҙ оҙон ғүмер — мәңге ғүмер кисерербеҙ! (Ҡан. 30:20). Ул шатлыҡ менән тулы булыр, сөнки күктәге Атайыбыҙ беҙҙе хуплай. Ул бөтә вәғәҙәләрен дә үтәйәсәк һәм был беҙҙең иң ҙур хыялдарыбыҙҙан да артығыраҡ булыр (Эфес. 3:20).

129-СЫ ЙЫР Сыҙам булып ҡалайыҡ

a Исраилдарҙың күпселеге, Йәһүәнең Ҡыҙыл диңгеҙ буйында ҡылған мөғжизәләрен күрһә лә, Вәғәҙә ителгән ергә инмәгән (Һан. 14:22, 23). Йәһүә, исемлеккә индерелгән 20 йәш һәм унан олораҡ йәштәгеләрҙең барыһы ла был сүлдә үләсәк, тип әйткән (Һан. 14:29). Ләкин 20 йәштән йәшерәк булғандар, шулай уҡ Ешуа, Ҡалип һәм Левий ырыуынан булған исраилдар, Алла халҡы менән Иордан йылғаһы аша үтеп, Ҡынаан ерҙәренә ингән булған (Ҡан. 1:24—40).

b ФОТОҺҮРӘТТӘ. Һул яҡта. Ғүмеренең аҙағында Дауыт Сөләймән улына аҡыллы кәңәштәр бирә. Уң яҡта. Ҡәрҙәштәр Пионерҙар мәктәбендә Йәһүәнән зирәклек ала.