БИОГРАФИЯ
Йәһүә беҙгә тыныс ваҡытта ла, һуғыш ваҡытында ла көс биреп торҙо
Пол: 1985 йылдың ноябрь айы. Беҙҙе күптән түгел генә Либерияға (Көнбайыш Африка) миссионерҙар итеп билдәләнеләр. Хис-тойғоларыбыҙ эсебеҙгә һыймай ине! Башта беҙҙең самолет Синегалға ултырҙы. Хәтерләйем, Энн миңә: «Бер сәғәттән беҙ Либерияла буласаҡбыҙ!» — тине. Ләкин шунда уҡ: «Либерияға осҡан пассажирҙар самолеттан төшөргә тейеш. Илдә булған дәүләт түңкәрелеше арҡаһында самолет Либерияға оса алмай», — тигән иғлан яңғыраны. Шуға күрә, беҙгә Синегалда ҡалырға тура килде. Ундағы миссионерҙар беҙҙе 10 көнгә үҙҙәрендә йәшәп торорға саҡырҙы. Шул арала Либериянан ҡот осҡос яңылыҡтар ишеттек. Был яңылыҡтар, үлгән кешеләр менән тулы йөк машиналар тураһында, комендант сәғәте индерелгәне һәм уны боҙған кешеләр шунда уҡ атып үлтерелгәне хаҡында ине.
Энн: Беҙҙе ҡыҙыҡ осраҡтар эҙләп йөрөүселәр тип атап булмай. Ә мине бала саҡтан уҡ «ҡурҡак Энни» тип атайҙар ине. Мин хатта юл аша сығырға ла ҡурҡам. Әммә беҙ барыбер Либерияға барырға ниәтләнек.
Пол: Беҙ Энн менән Көнбайыш Англияла тыуып үҫтек һәм бер-беребеҙҙән 8 саҡрым ғына йыраҡлыҡта йәшәнек. Атай-әсәйем һәм Энндың әсәһе беҙҙе һәр ваҡыт пионер хеҙмәтенә рухландырып торҙо, шуға мәктәпте бөтөргәс, беҙ икебеҙ ҙә пионер хеҙмәтен башланыҡ. Улар тулы ваҡытлы хеҙмәтте һайлауыбыҙға бик шатланды. 19 йәштә мине Вефилгә саҡырҙылар, ә 1982 йылда Энн менән өйләнешкәс, был хеҙмәтте бергәләп дауам иттек.
Энн: Вефилдә хеҙмәт итеү беҙгә оҡшай ине, ләкин беҙ вәғәзселәр етмәгән ерҙә хеҙмәт итергә хыяллана инек. Вефилдә элек миссионер булып хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр менән аралашыу был теләкте көсәйтә генә ине. Өс йыл дауамында, Йәһүәгә һәр кис доға ҡылғанда, был хаҡта әйтә инек. Беҙҙе Гилеад мәктәбенең 79-сы синыфына саҡырғас, ни тиклем шатланғаныбыҙҙы күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Мәктәпте тамамлағас, беҙҙе Либерияға билдәләнеләр.
БЕҘГӘ ҠӘРҘӘШТӘРҘЕҢ ЯРАТЫУЫ КӨС БИРҘЕ
Пол: Самолеттар Либерияға оса башлағас, беҙ беренсе рейс менән үк унда остоҡ. Либерияла һаман да комендант сәғәте ғәмәлдә ҡалған ине һәм
тирә-яҡтағы мөхит бик көсөргәнешле ине. Хатта машина глушителенең көслө тауышы ла кешеләрҙе ҡурҡыта ине. Тыныслыҡ һаҡлар өсөн беҙ Энн менән һәр кис мәҙхиәләр уҡыныҡ. Эйе, еңел булманы, ләкин хеҙмәтебеҙ беҙгә бик оҡшай ине. Энн миссионер булып хеҙмәт итте, ә мин Вефилдә эшләнем. Миңә Джон Чарук исемле тәжрибәле ҡәрҙәш менән хеҙмәттәшлек итеү бәхете тейҙе. Ул оҙаҡ ваҡыт Либерияла хеҙмәт иткән һәм урындағы ҡәрҙәштәрҙең ауырлыҡтарын яҡшы белә ине. Мин унан күпкә өйрәндем.Энн: Либерияла йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең беҙҙе йылы итеп ҡаршы алыуҙары йөрәгебеҙҙе яулап алды. Улар бигерәк эскерһеҙ, алсаҡ һәм Аллаға тоғро ине. Беҙ шунда уҡ уларға өйрәнеп киттек. Улар беҙҙең өсөн туғандар кеүек булды. Улар беҙгә һәр яҡлап ярҙам итте һәм күп кенә ғәмәли кәңәштәр бирҙе. Ә вәғәз эше иҫ киткес булды. Участкалағы кешеләрҙе килеүебеҙ түгел, ә, улар уйлауынса, бик тиҙ китеүебеҙ асыуландыра ине. Шулай уҡ урамда китеп барғанда кешеләрҙең рухи темаларға һөйләшкәнен йыш ҡына ишетә торғайныҡ. Беҙгә улар менән һөйләшеп китергә генә ҡала ине. Һөҙөмтәлә беҙ байтаҡ Изге Яҙма өйрәнеүҙәрен башланыҡ һәм уларҙы үткәрергә саҡ өлгөрә инек. Һәр кемдең шундай проблемалары булһасы!
ЙӘҺҮӘ ҠУРҠЫУҒА БИРЕШМӘҪКӘ КӨС БИРҘЕ
Пол: 1989 йылда, дүрт йыл сағыштырмаса тыныслыҡтан һуң, Либерияла граждандар һуғышы башланды. 1990 йылдың 2 июлендә филиал урынлашҡан районды баш күтәреүселәр баҫып алды. Беҙ өс айға башҡалар менән, шул иҫәптән туғандарыбыҙ һәм баш идаралыҡ менән бәйләнеште юғалттыҡ. Тирә-яҡта тәртипһеҙлек, аслыҡ һәм яуызлыҡ ине. Күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар көсләүгә дусар булды. Был ҡот осҡос хәл 14 йылға һуҙылды.
Энн: Бер ҡәбилә кешеләре икенсе ҡәбилә кешеләрен үлтерҙе. Әллә ниндәй кейем кейгән һәм ҡаты ҡоралланған бандиттар урамдарҙа йөрөп һәр йортто талап сыға ине. Улар өсөн кеше үлтереү бер ни ҙә торманы. Блокпостарҙа (улар Вефиль янында ла бар ине) атып үлтерелгән кешеләрҙең кәүҙәләренән өйөмдәр йыйылып китә ине. Үлгән кешеләр араһында беҙҙең ҡәрҙәштәр ҙә, шул иҫәптән, ике миссионер булды.
Боевиктар үҙҙәре нәфрәт иткән ҡәбиләнән булған кешеләрҙе һағалап, уларҙы тапҡас, үлтерә ине. Шуға күрә күп кенә Йәһүә шаһиттары, шул иҫәптән миссионерҙар һәм Вефилдә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр, имандаштарын йәшереп тотто. Кемделер филиалдың беренсе ҡатында, ә кемделер өҫкө ҡаттағы бүлмәләргә урынлаштырҙылар. Мәҫәлән, беҙ 7 кешенән торған ғаилә менән бер бүлмәлә йәшәнек.
Пол: Ҡоралланған кешеләр, берәйһен йәшермәйҙәр микән тип, көн һайын филиалды тикшереп торҙо. Шуға күрә Вефилдең территорияһын
4 ҡәрҙәш ҡарауылланы: икеһе — ҡапҡа төбөндә, ә икеһе уларҙы тәҙрәнән күҙәтте. Ҡапҡа янында торған ҡәрҙәштәрҙең ҡулдарын нисек тотоуынан килгән кешеләрҙән нимә көтөргә икәнен билдәләргә була ине. Әгәр уларҙың ҡулдары алда булһа, тимәк, барыһы ла һәйбәт. Ә инде ҡулдары артта икән, ҡәрҙәштәрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк йәшерергә кәрәк ине.Энн: Күп аҙналар үткәс, ҡоралланған һәм асыуҙан ярһыған төркөм филиалға бәреп инде. Беҙ бер ҡыҙ ҡәрҙәш менән ванна бүлмәһенә бикләндек. Унда шкаф аҫтында йәшерен урын бар ине. Ҡыҙ ҡәрҙәш был урынға инеп тә өлгөрҙө, теге кешеләр ишеккә дөмбөрләтә башланы. Улар минең ҡайҙа киткәнемде күргән икән. Ваҡытты һуҙыр өсөн, Пол уларға: «Минең иптәшем бәҙрәфтә, ул хәҙер сыға», — тине. Шкафтың аҫтын тауышһыҙ ғына ябырға һәм әйберҙәрҙе үҙ урынына ҡуйырға мөмкин түгел ине. Мин шул тиклем тулҡынландым, хатта дерелдәй башланым. Нисек һуң был хәлдә ишекте асырға? Улар нимә эшләгәнемде аңлап ҡалһа? Өмөтһөҙлөктән мин Йәһүәгә ялбарып доға ҡылдым. Шунан ишекте асып, бер нәмәлә булмағандай һаулыҡ һораштым. Тегеләрҙең береһе мине ситкә этеп ебәреп, шкафка йүнәлде. Уны асып, әйберҙәрҙе аҡтара башланы. Әммә ғәжәйеп, ул бер нәмә лә таба алманы. Шунан һуң улар башҡа бүлмәләрҙе һәм ҡыйыҡ аҫтын тикшерә башланы. Әммә тағы ла уңышһыҙ булды.
ХӘҠИҠӘТ АРТАБАН ДА БАЛҠЫП ТОРҘО
Пол: Бер нисә ай дауамында беҙ ризыҡһыҙ ултырҙыҡ тиерлек. Ләкин иң мөһим ризыҡ — рухи ризыҡ һәр ваҡытта ла булды. Ҡай саҡ «иртәнге ашҡа» тик иртәнге ғибәҙәт ҡылыу программаһы ғына булды, әммә тап ул беҙгә көн һайын көс өҫтәп торҙо.
Филиалда ризыҡ һәм һыу бөтһә, беҙгә улар артынан сығырға һәм йәшенеп ятҡан ҡәрҙәштәрҙе үҙҙәрен генә ҡалдырып китергә тура килер ине. Шул саҡта улар ҡурҡыныс аҫтында булыр ине. Бәхеткә ҡаршы, Йәһүә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ул мөғжизәле рәүештә беҙҙең турала һәр ваҡыт ҡайғыртып торҙо һәм ҡурҡыуға бирешмәҫкә ярҙам итте.
Илдәге мөхит насарайһа ла, хәҡиҡәт яҡтыһы тағы ла нығыраҡ балҡыны. Ҡәрҙәштәребеҙгә күп тапҡыр ҡасып ҡотолорға тура килде, ләкин улар сыҙам булды һәм имандарын ныҡ килеш һаҡлап ҡалды. Ҡайһы берәүҙәр хатта, был граждан һуғышы беҙҙең өсөн бөйөк афәткә әҙерләнеү булды, тип әйтә инеләр. Ҡыйыу аҡһаҡалдар һәм йәш ир ҡәрҙәштәр йыйылышты яҡлар өсөн тырышлыҡтар һалды. Эйе, күп кенә ҡәрҙәштәргә өйҙәрен ҡалдырырға тура килһә лә, улар вәғәзләүҙән һәм бергәләп осрашыуҙан туҡтаманы. Улар урманда табылған материалдарҙан ябай ғына Батшалыҡ залдары төҙөнө. Был осрашыуҙар ҡоторонған диңгеҙҙә ышыҡ урын һымаҡ ине. Башҡаларға һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү уларҙың үҙҙәрен дә рухландырып торҙо. Гуманитар ярҙам таратҡанда, ҡәрҙәштәрҙең күбеһе кейем түгел, ә вәғәзгә йөрөр өсөн сумка һорай торғайны. Был шул тиклем тулҡынландырғыс ине! Күңел яраларынан интеккән кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе йотлоғоп тыңланы. Шул тәртипһеҙлек ваҡытта Йәһүә шаһиттарының бәхетле һәм шат күңелле булыуҙары уларҙы ғәжәпләндерә Матф. 5:14—16). Был хатта һуғышта ҡатнашҡан ҡайһы бер кешеләргә һуңыраҡ Йәһүә шаһиты булып китергә ярҙам итте.
ине. Йәһүә шаһиттары был ҡараңғы донъяла яҡтылыҡ нуры һымаҡ булды (ДУҪТАРЫБЫҘҘАН АЙЫРЫЛЫШҠАНДА ЙӘҺҮӘ БЕҘГӘ КӨС БИРҘЕ
Пол: Беҙгә бер нисә тапҡыр Либериянан китергә тура килде: өс тапҡыр — ҡыҫҡа ваҡытҡа һәм ике тапҡыр — бер йылға. Беҙ миссионер булып хеҙмәт иткән бер ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙең хистәре менән тулыһынса килешәбеҙ. Ул былай тигәйне: «Гилеад мәктәбендә алған белемдәребеҙ беҙгә хеҙмәт иткән урындағы ҡәрҙәштәребеҙҙе ысын күңелдән яратырға ярҙам итте. Шуға уларҙы ауыр шарттарҙа ҡалдырып китергә тура килгәс, йөрәгебеҙ өҙгөләнә». Бәхеткә ҡаршы, күрше илдәрҙә булғанда, Либерияла йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ тураһында беҙ һаман да ҡайғыртып тора алдыҡ.
Энн: 1996 йылдың май айында беҙ, Либериялағы вәғәз эшебеҙгә ҡағылышлы бөтә мөһим документтарҙы машинаға тейәп, тағы ике Йәһүә шаһиты менән филиалдан 16 километр алыҫлыҡта урынлашҡан хәүефһеҙ урынға киттек. Ләкин юлда беҙ боевиктарға тап булдыҡ. Улар һауаға ата башланы һәм машинаны туҡтатып өсөбөҙҙө этеп сығарҙы, ә Полды машинала ҡайҙалыр алып киттеләр. Беҙ шаҡ ҡатып торған арала Полдың беҙгә таба килгәнен күрҙек. Уның маңлайынан ҡан аға ине. Беҙ уның башына атҡандар тип уйланыҡ. Әммә уның башына атһалар, ул бит тере ҡалмаҫ ине. Ҡурҡышыбыҙҙан беҙ быны һуңынан ғына аңланыҡ. Бер бандит уны машинанан этеп сығарғанда, уға һуҡҡан икән. Бәхеткә ҡаршы, яраһы ҡурҡыныс түгел ине.
Бер мәл беҙ йөк машинаһын күреп ҡалдыҡ. Унда һалдаттар урындағы халыҡты һуғыш барған ерҙән йырағыраҡ урынға сығара ине. Машина шығрым тулы булғанлыҡтан беҙ уның кузовона ғына йәбешеп өлгөрҙөк. Ләкин машина ҡапыл ҡуҙғалғас, беҙ саҡ төшөп ҡалманыҡ. Беҙ водителдән машинаны туҡтатыуын үтендек, ләкин ул ҡурҡышынан беҙҙе ишетмәне. Ниһайәт, машина кәрәкле ергә барып етте. Төшөп ҡалырбыҙ, тип ҡурҡҡанға, хәлебеҙ бөттө. Беҙ ныҡ йонсоноҡ һәм стрестан ҡалтырана инек.
Пол: Беҙҙең кейемдәребеҙ бысранып, йыртылып бөттө. Бер-беребеҙгә ҡарап, иҫән ҡалыуыбыҙға ышанып бөтмәй инек. Шул төндө беҙ асыҡ һауала үткәрҙек. Ә икенсе көндө беҙҙе пулялар менән тишелеп бөткән вертолетта Сьерра-Леонаға алып барҙылар. Иҫән ҡалыуыбыҙға шатланһаҡ та, Либерияла ҡалған ҡәрҙәштәребеҙ өсөн йөрәгебеҙ әрней ине.
ЙӘҺҮӘ ТАҒЫ БЕР АУЫРЛЫҠТЫ ЕҢЕП СЫҒЫРҒА КӨС БИРҘЕ
Энн: Беҙ Фритаун (Сьерра-Леоне) ҡалаһына килеп еттек. Филиалда беҙҙең турала яҡшы итеп ҡайғырттылар. Ниһайәт, беҙ тыныс урында инек, ләкин күптән түгел кисергән ваҡиғалар миңә тынғы бирмәне. Көндөҙ мине ҡурҡыу һәм борсоу хистәре биләп ала ине, һәм үҙемде һаташып йөрөгән кеүек тоя инем. Төндә мин ҡот осҡос төштәр күреп, һалҡын тиргә батып уяна торғайным. Етмәһә, миндә тын ҡыҫылыу приступтары башланды. Шундай мәлдәрҙә Пол, ҡулымдан алып, минең менән бергә доға ҡылды. Ҡалтырауым баҫылғансы, беҙ йыр китабынан йырҙар йырланыҡ. Мин үҙемде аҡылдан яҙғандай тойҙом һәм бүтән миссионер булып хеҙмәт итә алмаҫмын тип уйланым.
Шуға артабан нимә булғанын мин бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Шул уҡ аҙнала беҙ ике журнал алдыҡ. Уларҙың береһе — «Уянығыҙ!» журналы (урыҫ) 1996 йыл 8 июнь сығарылышы. Унда «Ҡурҡыу биләп алғанда, нимә эшләргә?» («Как справиться с приступами панического страха») тигән мәҡәлә бар ине. Ниһайәт, хәлем асыҡланды. Ә икенсеһе — «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ) 1996 йылдың 15 май сығарылышы. Унда күбәләктәр тураһында мәҡәлә бар ине («Откуда у них берутся силы?»). Күбәләк ҡанатының күпселек өлөшө зарар күрһә лә, ул оса һәм туҡлана ала. Тап шулай уҡ, күңел яраларынан интекһәк тә, Йәһүәнең изге рухы ярҙамында беҙ башҡалар өсөн файҙалы була алабыҙ. Был мәҡәләләр Йәһүә үҙ ваҡытында биргән рухи аҙыҡ ине (Матф. 24:45). Мин үҙемә ошо темаға оҡшаш күп мәҡәләләр таптым һәм уларҙы уҡып торҙом. Ваҡыт уҙыу менән был ауыр кисерештәр яйлап бөтә башланы.
ЙӘҺҮӘ ҮҘГӘРЕШТӘРГӘ ЯРАҠЛАШЫРҒА КӨС БИРҘЕ
Пол: 2004 йылда Либерияға билдәләнеүебеҙгә инде 20 йыл үтте. Либерия беҙҙең өсөн туған
өйөбөҙ булып китте. Һуғыш бөттө һәм филиалда төҙөү эштәре планлаштырыла ине. Тап шул ваҡытта беҙгә башҡа илгә күсергә тәҡдим иттеләр.Яңы йөкләмәне ҡабул итеүе еңел булманы. Урындағы ҡәрҙәштәребеҙ шул тиклем яҡын булып китте, уларҙы ҡалдырыу бик ауыр ине. Ҡасандыр беҙ, Гилеадҡа барыр өсөн, туғандарыбыҙҙы ҡалдырҙыҡ. Шунда үҙебеҙҙе Йәһүәнең ҡулына тапшырып, күп фатихалар алдыҡ. Тәжрибәбеҙ беҙгә был осраҡта ла яңы йөкләмәне ҡабул итергә ярҙам итте. Шулай итеп беҙ күрше илгә Ганаға киттек.
Энн: Ҡәрҙәштәр менән хушлашҡанда беҙ күп иланыҡ. Бер зирәк оло йәштәге Фрэнк исемле ҡәрҙәш: «Һеҙгә беҙҙе оноторға кәрәк!» — тигәс, беҙ аптырап киттек. Шунан ул: «Әлбиттә, һеҙ беҙҙе һәр ваҡыт иҫтә тоторһоғоҙ, ләкин хәҙер бөтә күңелегеҙҙе яңы йөкләмәгә туплағыҙ. Йәһүә һеҙгә был йөкләмәне бирҙе. Шуға бөтә мөхәббәтегеҙҙе Ганала йәшәгән ҡәрҙәштәргә бирегеҙ», — тине. Был һүҙҙәр беҙҙе бик дәртләндерҙе, сөнки Ганала беҙҙе бик аҙҙар белә ине һәм бөтә нәмә беҙҙең өсөн ят ине. Унда килеү менән беҙ яңы дуҫтар эҙләй башланыҡ.
Пол: Тиҙҙән беҙ Ганалағы яңы рухи ғаиләбеҙҙе яратып киттек. Унда шаһиттар шул тиклем күп! Уларҙың Йәһүәгә тоғролоғо һәм көслө иманы беҙҙең өсөн өлгө булды. Ганала 13 йыл хеҙмәт иткәндән һуң беҙҙе Көнсығыш Африка филиалына — Кенияға билдәләнеләр. Элек бергә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙе һағынһаҡ та, Кенияла беҙ үҙебеҙҙе өйөбөҙҙә кеүек тойҙоҡ. Был филиал ҙур территорияла алып барылған вәғәз эше өсөн яуаплы булды һәм унда эш бигерәк күп ине!
ҮТКӘНДӘРГӘ ҠАРАП
Энн: Беҙҙең тормошта бик күп хәүефле һәм ҡурҡыныс хәлдәр булды. Быларҙың барыһы физик һәм эмоциональ һаулығыбыҙға тәьҫир итмәй ҡалманы. Әлбиттә, Йәһүә беҙҙе һәр яҡтан яҡларға вәғәҙә итмәгән. Атыу тауыштарын ишетеү менән күңелем болғана һәм ҡулдарым ойой башлай. Мин Йәһүәнең һәр ҡайһы ярҙамына таянырға өйрәндем. Ҡайһы саҡта ул быны ҡәрҙәштәребеҙ аша эшләй. Шулай уҡ рухи эштәр тәртибен тотһаҡ, Йәһүә беҙгә хеҙмәтте дауам итергә көс бирер.
Пол: Беҙҙән ҡайһы саҡта: «Хеҙмәтегеҙ нисек? Һеҙгә бында оҡшаймы?» — тип һорайҙар. Беҙҙең өсөн ил — иң мөһиме түгел. Иң матур илдә лә хәл ҡапыл үҙгәреп китергә мөмкин. Ҡәҙерле ҡәрҙәштәребеҙ беҙҙең өсөн мөһимерәк. Улар бит беҙҙең ғаиләбеҙ. Беҙ төрлө булһаҡ та, Йәһүәне яратыу беҙҙе берләштерә. Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙе ҡәрҙәштәрҙе нығытыр өсөн төрлө илдәргә ебәрҙеләр, ә ысынында улар беҙҙе нығытып торҙо!
Яңы урынға һәр күсенеүебеҙ бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙҙең мөғжизә булыуына инандырҙы. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙҙең һәр ваҡыт өйөбөҙ һәм ғаиләбеҙ бар. Йәһүәгә таянабыҙ икән, ул һәр төрлө осраҡта ла беҙгә көс биреп торасаҡ. Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ! (Флп. 4:13)