Шәхси өйрәнеүҙе даими үткәреү. Һүҙҙән эшкә күсәбеҙ
Һеҙҙең шәхси өйрәнеүегеҙ нисек үтә? Даими рәүештә һәм ҡыҙыҡлымы, әллә һирәк кенә һәм күңелһеҙме? Һәр беребеҙҙең был яҡтан проблемалары тыуыуы ихтимал. Шулай ҙа берәй эште даими рәүештә эшләүҙең файҙаһы тураһында уйланығыҙ. Мәҫәлән, йыуыныу. Йыуынып алыр өсөн ваҡыт бүлергә һәм тырышлыҡтар һалырға кәрәк, ләкин йыуынып алғас, ҡалай рәхәт һәм еңел булып китә! Изге Яҙма өйрәнеүен дә шундай душ инеү менән сағыштырып була (Эфес. 5:26). Ошондай файҙалы процедураларҙы ҡалдырмаҫҡа нимә ярҙам итер?
Өйрәнеү ваҡытын планлаштырығыҙ. Изге Яҙманы шәхси өйрәнеү — һәр мәсихсенең «иң яҡшы» эштәренең береһе (Флп. 1:10) Өйрәнеү өсөн уңайлы ваҡыт һайлап, уны ҡағыҙға яҙып һәм күренгән урынға, мәҫәлән, һыуытҡысҡа элеп ҡуйырға йә телефонға иҫкәртеү ҡуйырға була.
Үҙегеҙҙең һәләттәрегеҙҙе һәм шарттарығыҙҙы иҫәпкә алығыҙ. Кемгәлер оҙаҡ ваҡыт дауамында өйрәнеү, ә кемгәлер әҙ-әҙләп, ләкин йыш өйрәнеү оҡшай. Һеҙгә нимә тура килгәнен үҙегеҙ генә беләһегеҙ. Шуға күрә өйрәнеүҙе үҙегеҙ өсөн яраҡлаштырығыҙ. Планлаштырылған ваҡыт килеп еткәс, теләк булмаһа, нимә эшләргә? Был осраҡта үҙегеҙгә, 10 минут булһа ла, өйрәнәйем әле, тип әйтегеҙ. Был ҡыҫҡа ваҡытлы өйрәнеү бөтөнләй өйрәнмәүҙән күпкә яҡшыраҡ. Бәлки, ул мауыҡтырғыс булып китер, һәм һеҙ ваҡыт нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ (Флп. 2:13).
Теманы алдан һайлағыҙ. Теманы өйрәнеү ваҡытында һайлай башлаһағыҙ, бәлки, «ваҡытығыҙҙы яҡшы» итеп ҡуллана алмаҫһығыҙ (Эфес. 5:16). Тәрәнерәк тикшерергә теләгән мәҡәләләрҙең йә айырым темаларҙың исемлеген алып барырға тырышығыҙ. Берәй һорау тыуғанда, уны шунда уҡ яҙып ҡуйығыҙ. Һис шикһеҙ, өйрәнеү бөткәс, был исемлектә яңы идеялар булыр.
Һығылмалы булығыҙ. Үҙегеҙгә бик ҡаты график төҙөмәгеҙ. Кәрәк булһа, өйрәнеү көнөн, уның оҙонлоғон һәм темаһын үҙгәртеп була. Иң мөһиме — ҡасан, күпме һәм нимә өйрәнеү түгел, ә өйрәнеүҙе даими рәүештә — аҙна һайын үткәреү.
Изге Яҙманы даими рәүештә өйрәнһәк, һис шикһеҙ фатиха алырбыҙ. Беҙ Йәһүәгә яҡынлашырбыҙ, аҡыллы эш итергә өйрәнербеҙ һәм дәрт, көс менән тулы булырбыҙ (Еш. 1:8).