Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

44-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

33-СӨ ЙЫР Йөгөңдө Йәһүәгә һал

Ғәҙелһеҙлекте нисек түҙергә?

Ғәҙелһеҙлекте нисек түҙергә?

«Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең» (РИМ. 12:21).

ТӨП ФЕКЕР

Ғәҙелһеҙлеккә кире ҡарашыбыҙ ҡайһы саҡта хәлде тағы ла ауырлаштырырға мөмкин. Быға нисек юл ҡуймаҫҡа?

1, 2. Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда беҙ нимә хис итәбеҙ?

 ҒАЙСА бер тол ҡатын тураһында ғибрәтле хикәйә һөйләгән. Ул ҡатын хөкөмсөнән ғәҙеллек урынлаштырыуын һораған. Ғайсаның шәкерттәре был ҡатындың хистәрен яҡшы аңлаған, сөнки ул ваҡытта ябай кешеләр ғәҙелһеҙлек арҡаһында йыш ғазап сиккән (Лука 18:1—5). Был хикәйә бөгөн дә файҙалы, сөнки беҙ ваҡыт-ваҡыт ғәҙелһеҙлек менән осрашабыҙ.

2 Бөгөнгө көндәрҙә кире ҡараш, тиңһеҙлек һәм йәберләү норма булып тора. Шуға был донъяла беҙҙең менән насар мөғәмәлә итһәләр, беҙ ғәжәпләнмәйбеҙ (Вәғ. 5:8). Ә инде был хәл йыйылышта булһа, был беҙҙе бик күңелһеҙләндерә. Ҡәрҙәштәребеҙ беҙгә дошман түгел, улар беҙҙе үпкәләтһә лә, быны белә тороп түгел, ә камил булмауҙары арҡаһында эшләй. Әлбиттә, был рәнйетеүҙе кәметмәй. Ундай хистәрҙе еңергә нимә ярҙам итер? Ғайсаның өлгөһө. Дошмандары уның менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәндә, ул үҙен нисек тотҡан? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ. Мәсихселәргә дошмандарына ҡарата түҙемле булырға кәрәк икән, тимәк, ҡәрҙәштәргә ҡарата — бигерәк тә. Беҙ йыйылышта йә башҡа ерҙә ғәҙелһеҙлек менән осрашһаҡ, Йәһүә нимә хис итә? Ул беҙҙе йәлләйме?

3. Башҡаларҙың беҙҙең менән насар мөғәмәлә итеүе Йәһүә өсөн барыбер түгел икәнен ҡайҙан беләбеҙ?

3 Алла тормошобоҙҙа булған бөтә нәмәне күреп тора. Башҡаларҙың беҙҙең менән нисек мөғәмәлә итеүҙәре уның өсөн барыбер түгел, сөнки «Раббы ғәҙеллекте һөйә» (Зәб. 36:28 [37:28, ЯДТ]). Ғайса әйтеүенсә, Алла үҙ ваҡытында «тиҙ ғәҙеллек урынлаштырыр» (Лука 18:7, 8). Йәһүә тиҙҙән ғазаптарыбыҙҙы бөтөрәсәк. Ул беҙҙең ғәҙелһеҙлектән интегеүебеҙгә юл ҡуймаҫ (Зәб. 71:1, 2 [72:1, 2, ЯДТ]).

4. Беҙ ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, Йәһүә нисек ярҙам итә?

4 Әлбиттә, Йәһүә беҙҙең бөтә проблемаларыбыҙҙы хәл итәсәк көндө әле көтөргә кәрәк (2 Пет. 3:13). Ләкин ул беҙгә инде хәҙер үк ярҙам итә. Мәҫәлән, беҙ ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, хәлде ауырлаштырмаҫҡа өйрәтә. Бының өсөн ул ергә үҙенең Улын ебәргән. Башҡалар беҙҙең менән насар мөғәмәлә иткәндә, беҙ Ғайсаның камил үрнәгенә эйәрә алабыҙ. Бынан тыш, Йәһүә беҙгә ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда ҡуллана алырлыҡ ғәмәли кәңәштәр бирә.

ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕККӘ КИРЕ ҠАРАШЫБЫҘ ХӘЛДЕ АУЫРЛАШТЫРЫРҒА МӨМКИН

5. Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда ни өсөн беҙгә һаҡ булырға кәрәк?

5 Ғәҙелһеҙлек беҙҙе тәрән яралай һәм өмөтһөҙлөккә килтерергә мөмкин (Вәғ. 7:7). Алланың тоғро хеҙмәтселәре лә, мәҫәлән, Әйүп һәм Абаҡум шундай уҡ хистәр кисергән (Әйүп 6:2, 3; Аб. 1:1—3). Ундай хистәр тәбиғи булһа ла, беҙгә һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә, хистәргә бирелеп, аҡылһыҙ эш итеүебеҙ һәм хәлде тағы ла насарайтып ҡуйыуыбыҙ бар.

6. Әбессәләм менән булған осраҡ беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

6 Кемдер беҙҙең менән йә яҡындарыбыҙ менән үҙен ғәҙелһеҙ тотһа, беҙҙең бөтә нәмәне үҙ ҡулыбыҙға алырға һәм ул кешенән үс алырға теләгебеҙ тыуырға мөмкин. Ләкин бының тағы ла күберәк ауырлыҡтарға килтереүе ихтимал. Дауыт батшаның ғаиләһендә нимә булғанын иҫебеҙгә төшөрәйек. Уның улы Әбессәләм, Амнондың Тамарҙы көсләгәнен ишеткәс, асыуынан бик ныҡ ярһыған. Муса ҡануны буйынса, Амнонды был енәйәте өсөн үлем язаһы көткән (Лев. 20:17). Әбессәләмдең ни өсөн асыуланғанын аңлап булһа ла, уның Амнонды хөкөм итергә хоҡуғы булмаған (2 Сам. 13:20—23, 28, 29).

Әбессәләм, һеңлеһе Тамарҙы көсләгәндәрен белгәс, ярһыуға бирелгән. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)


7. Ғәҙелһеҙлек 72-се мәҙхиәне яҙыусыға ниндәй йоғонто яһаған?

7 Әгәр рәнйетеүсе язаһыҙ ҡала кеүек тойолһа, Алланың нормалары буйынса йәшәүебеҙҙең бер ниндәй мәғәнәһе юҡ тип уйлауыбыҙ бар. 72-се мәҙхиәне яҙыусыһы ла шулай уҡ уйлаған. Ул яуыз кешеләрҙең тәҡүәләрҙе кәмһеткәнен, шул уҡ ваҡытта рәхәт йәшәгәндәрен күргән (Зәб. 72:12 [73:12, ЯДТ]). Ул шул тиклем бойоҡҡан, хатта Аллаға хеҙмәт итеүҙә бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ күрмәгән. Ул: «Ни өсөн шулай икәнен аңларға теләнем, бының менән килешеү бик ауыр ине», — тип яҙған (Зәб. 72:14, 16 [73:14, 16, ЯДТ]). Ул хатта: «Ә минең саҡ аяҡтарым һөрөнмәйсә, табандарым таймайынса ҡалған ине», — тигән (Зәб. 72:2 [73:2, ЯДТ]). Беҙҙең имандашыбыҙ менән дә шундайыраҡ хәл булған. Әйҙәгеҙ, уны Альбе́рто тип атайыҡ.

8. Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡас, ҡәрҙәшебеҙ менән нимә булған?

8 Альберто ҡәрҙәште йыйылыш аҡсаһын урлауҙа нахаҡҡа ғәйепләгәндәр. Һөҙөмтәлә ул аҡһаҡал булып хеҙмәт итмәй башлаған һәм йыйылышта ҡайһы берәүҙәр уға ҡырын ҡараған. «Асыуҙан һәм үпкәләүҙән эсемдә бөтә нәмә ҡайнай ине», — тип иҫенә төшөрә ул. Ошо әрнеүҙәр арҡаһында Альберто хатта йыйылыш осрашыуҙарына йөрөмәй башлаған. Был хәл 5 йыл дауам ителгән. Был осраҡ, ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда асыуыбыҙға үҙебеҙҙе биләп алырға юл ҡуйһаҡ, нимә буласағын күрһәтә.

ҒАЙСА ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕККӘ НИСЕК ҠАРАҒАН?

9. Ғайса ниндәй ғәҙелһеҙлек менән осрашҡан? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

9 Ғайса беҙгә ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында камил үрнәк ҡалдырған. Ул үҙенә ҡарата бик күп ғәйепләү һәм тәнҡитләү һүҙҙәре ишеткән. Туғандары «ул аҡылдан яҙған тип» иҫәпләгән. Дин етәкселәре уның тураһында, ул ендәр менән бергә эш итә, тигән. Ә Рим ғәскәриҙәре унан көлгән, уны мыҫҡыллаған һәм һөҙөмтәлә үлтергән (Марк 3:21, 22; 14:55; 15:16—20, 35—37). Ғайса ныҡ ҡалған һәм уларҙан үс алмаған. Был беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Ғайса Мәсих ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, нимә эшләргә кәрәклеген күрһәткән. (9, 10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


10. Ғайса ғәҙелһеҙлеккә нисек ҡараған? (1 Петер 2:21—23).

10 1 Петер 2:21—23-тө уҡығыҙ a. Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда беҙ Ғайсанан өлгө ала алабыҙ. Ул ҡасан һөйләргә, ә ҡасан өндәшмәҫкә икәнен яҡшы белгән (Матф. 26:62—64). Ғайса һәр бер ғәйепләүгә яуап ҡайтарып тормаған (Матф. 11:19). Ул һөйләгәндә эҙәрләүселәрен мыҫҡылламаған һәм уларға янамаған. Ғайсаға дөрөҫ ҡараш һаҡларға нимә ярҙам иткән? Ул «Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә» тапшырған. Йәһүә Улының ниндәй һынауҙар аша үткәнен күргән. Ғайса быны яҡшы белгән. Ул Йәһүәнең үҙ ваҡытында барыһын төҙәтәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән.

11. Һөйләргәме-юҡмы тигән ҡарарға килгәндә нимәне иҫәпкә алыу мөһим? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

11 Беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәндә беҙ Ғайсанан нисек үрнәк ала алабыҙ? Үҙебеҙҙең нимә һөйләүебеҙҙе күҙәтергә кәрәк. Әгәр аңлашылмаусанлыҡ бик етди булмаһа, уға иғтибар бирмәҫкә лә була. Йә һүҙҙәрегеҙ менән хәлде тағы ла насарыраҡ итмәҫ өсөн өндәшмәй ҡалыу яҡшыраҡ булыр (Вәғ. 3:7; Яҡ. 1:19, 20). Ә ҡайһы саҡта, киреһенсә, кемделер яҡлар өсөн йә хәҡиҡәт яҡлы булыуыбыҙҙы күрһәтер өсөн нимәлер әйтергә кәрәк (Илс. 6:1, 2). Шулай ҙа үҙебеҙҙе тыныс һәм ихтирамлы тотоу мөһим (1 Пет. 3:15) b.

Башҡалар беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәндә, беҙ ҡасан һәм нимә әйтергә икәнен хәл иткәндә Ғайсанан өлгө ала алабыҙ. (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


12. Үҙеңде «ғәҙел Хөкөм итеүсегә» тапшырыу нимәне аңлата?

12 Ғайсанан өлгө алып, беҙ үҙебеҙҙе «ғәҙел Хөкөм итеүсегә» тапшырабыҙ. Башҡалар беҙҙең менән насар мөғәмәлә итһәләр йә беҙҙең турала насар уйлаһалар, беҙ Йәһүәгә таянабыҙ, сөнки уға бөтә факттар билдәле. Уның үҙ ваҡытында барыһын да урынына ҡуясағына беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Был беҙгә ғәҙелһеҙлекте йырып сығырға ярҙам итер. Йәһүәгә ышанып һәм барыһын уның ҡулына тапшырып, беҙ йөрәгебеҙҙә асыуға һәм нәфрәткә урын ҡалдырмайбыҙ. Юғиһә, кире хистәр беҙҙе насар эштәргә этәрер, шатлыҡтан мәхрүм итер һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе боҙор (Зәб. 36:8 [37:8, ЯДТ]).

13. Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда түҙемле булып ҡалырға нимә ярҙам итер?

13 Әлбиттә, әлегә беҙ камил рәүештә Ғайсаның эҙҙәренән бара алмайбыҙ. Ваҡыт-ваҡыт беҙ нимәлер әйтәбеҙ йә эшләйбеҙ, ә һуңынан үкенәбеҙ (Яҡ. 3:2). Ә ҡайһы саҡта беҙҙең менән шул тиклем ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итәләр, хатта ҡайһы бер яралар тик яңы донъяла ғына уңалыр. Әгәр һеҙҙең менән дә шулай булһа, шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙең ниндәй әрнеү кисергәнегеҙҙе белә. Уның Улы Ғайса Мәсих тә күп ғазап кисергән һәм беҙҙең хистәребеҙҙе аңлай (Евр. 4:15, 16). Йәһүә беҙгә ярҙамға Ғайсаның өлгөһөн генә биреп ҡалмаған, ул шулай уҡ Изге Яҙмала ғәмәли кәңәштәрҙе лә һаҡлаған. Улар беҙгә ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда сыҙам ҡалырға ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, Римдарға яҙылған хаттан ике кәңәште ҡарап сығайыҡ.

«АЛЛА АСЫУЫНА УРЫН ҠАЛДЫРЫҒЫҘ»

14. «Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ» тигән һүҙҙәр нимә аңлата? (Римдарға 12:19).

14 Римдарға 12:19-ҙы уҡығыҙ. Илсе Пауыл мәсихселәрҙе «Алла асыуына урын» ҡалдырырға өндәгән. Был кәңәште нисек ҡулланырға? Ғәҙеллекте ҡасан һәм нисек урынлаштырырға икәнен беҙ Йәһүәнең ҡулына тапшырабыҙ. Ғәҙелһеҙлеккә осраған Джон былай ти: «Асыуымдан ахмаҡлыҡ ҡылмаҫ өсөн миңә күп көс һалырға тура килде. Римдарға 12:19-ҙа яҙылған һүҙҙәр миңә Йәһүәне көткәндә түҙемле булып ҡалырға ярҙам итте».

15. Ни өсөн проблемаларыбыҙҙы Йәһүәгә тапшырыу — иң яҡшыһы?

15 Хәлде Йәһүәгә тапшырып, беҙ үҙебеҙгә тик файҙа килтерәбеҙ. Проблеманы үҙ аллы хәл итеп, беҙ көсөбөҙҙө әрәм итәбеҙ һәм нервыларыбыҙҙы ҡаҡшатабыҙ. Йәһүә беҙгә ярҙам тәҡдим итә. Ул: «Был эште миңә ҡалдыр», — тип әйткән кеүек. Йәһүә: «Мин уларҙан үс алам», — тип вәғәҙә итә. Был һүҙҙәргә ышаныу һәм Алланың барыһын да яҡшы хәл итәсәген белеү борсолоуҙан һаҡлай. Джон ҡәрҙәш тап шулай эш иткән дә. Ул: «Мин Йәһүәнең бөтә ауырлыҡтарымды хәл итәсәген көтәм, сөнки ул быны миңә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ эшләйәсәк».

«ЯМАНЛЫҠТЫ ЯҠШЫЛЫҠ МЕНӘН ЕҢ»

16, 17. Доға ҡылыу нисек яманлыҡты яҡшылыҡ менән еңергә ярҙам итә? (Римдарға 12:21).

16 Римдарға 12:21-ҙе уҡығыҙ. Пауыл шулай уҡ мәсихселәрҙе яманлыҡты яҡшылыҡ менән еңергә дәртләндергән. Ғайса үҙенең Тауҙағы вәғәзендә: «Дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм эҙәрләүселәрегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ», — тигән (Матф. 5:44). Ғайса үҙе был һүҙҙәр буйынса йәшәгән. Рим ғәскәриҙәре уны бағанаға ҡаҙаҡлағанда, уның ниндәй ғазаптар кисергәне хаҡында уйланығыҙ. Уның ниндәй ауыртыу кисергәнен һәм ниндәй кәмһетеү аша үткәнен күҙ алдыбыҙға ла килтереүе ауыр.

17 Ғайса ғәҙелһеҙлеккә мөхәббәтен һүндерергә юл ҡуймаған. Ул теге ғәскәриҙәргә яуызлыҡ теләмәгән, ә киреһенсә: «Атай, ғәфү ит уларҙы, улар бит ни ҡылғандарын белмәй», — тип доға ҡылған (Лука 23:34). Беҙҙең менән насар мөғәмәлә иткән кешеләр өсөн доға ҡылһаҡ, был беҙгә тыныс ҡалырға һәм асыуланмаҫҡа ярҙам итер. Беҙ уларға хатта башҡаса ҡарай башларбыҙ.

18. Альберто менән Джонға доға ҡылыу нисек ярҙам иткән?

18 Был мәҡәләлә иҫкә алынған ике ҡәрҙәшебеҙгә доғалар ярҙам иткән. Альберто былай ти: «Минең менән үҙҙәрен ғәҙелһеҙ тотҡан ҡәрҙәштәр өсөн мин доға ҡылдым. Мин Йәһүәгә: „Миңә үпкәләмәҫкә ярҙам итсе“, — тип ҡат-ҡат үтендем». Хәҙер инде Альберто яңынан Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә. Ә Джон былай ти: «Мине шул тиклем ныҡ рәнйеткән ҡәрҙәш өсөн күп тапҡыр доға ҡылдым. Был доғалар миңә уға башҡаса ҡарарға, уны хөкөм итмәҫкә ярҙам итте һәм йән тыныслығы бирҙе».

19. Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда нимә эшләргә кәрәк? (1 Петер 3:8, 9).

19 Был донъяла беҙ әле күп тапҡыр ғәҙелһеҙлек менән осрашырбыҙ. Ләкин нимә генә булһа ла, әйҙәгеҙ, Йәһүәгә доға ҡылыуҙан туҡтамайыҡ. Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, Ғайсанан өлгө алайыҡ һәм Изге Яҙмалағы принциптарҙы артабан да ҡулланайыҡ. Шул саҡта Йәһүә беҙҙе мотлаҡ фатихалаясаҡ. (1 Петер 3:8, 9-ҙы уҡығыҙ.)

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

a Илсе Петер беренсе хатының 2-се һәм 3-сө бүлектәрендә мәсихселәрҙең миҫалын килтерә. Хеҙмәтселәр — яуыз хужалары яғынан, ә мәсихселәр уларҙың иманын уртаҡлашмаған тормош иптәштәре яғынан ғәҙелһеҙлекте түҙеп йәшәгән (1 Пет. 2:18—20; 3:1—6, 8, 9).

b jw.org сайтында «Яратыу ысын тыныслыҡҡа алып бара» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.