КҮҘӘТЕҮ МАНАРАҺЫ (ӨЙРӘНЕҮ БАҪМАҺЫ) Октябрь 2016

Был баҫмалағы өйрәнеү мәҡәләләре 2016 йылдың 28 ноябренән алып 25 декабренә тиклем ҡараласаҡ.

БИОГРАФИЯ

Яҡшы өлгө күрһәткәндәрҙән өйрәнәм

Рухи яҡтан етлеккән мәсихселәрҙең дәртләндереүе яҡшы маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға ынтылырға ярҙам итә ала. Томас Маклейн башҡаларҙың үҙенә ниндәй яҡшы өлгө күрһәткәне һәм үҙенең башҡаларға нисек ярҙам иткәне хаҡында һөйләй.

Таныш булмаған кешеләргә игелек күрһәтергә онотмағыҙ

Алла башҡа илгә күскән кешеләргә нисек ҡарай? Беҙ сит ил кешеләренә, йыйылышыбыҙҙа үҙҙәрен яҡшы хис итһендәр өсөн, нисек ярҙам итә алабыҙ?

Сит телдә хеҙмәт иткәндә рухи һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ

Һәр мәсихсе үҙенең рухи һаулығын һәм ғаиләһенең рухилығын беренсе урынға ҡуйырға тейеш. Әммә сит телдә хеҙмәт итеү үҙенә күрә бер ауырлыҡтар килтерә.

Һеҙ зирәклек сағылдыраһығыҙмы?

Зирәклек белем менән аңлау һәләтенән нимә менән айырылып тора? Шул айырманы белеү бик ҙур файҙа килтерергә мөмкин.

Өмөт иткәндәрегеҙгә иманығыҙҙы нығытығыҙ

Боронғо заманда һәм хәҙерге ваҡытта көслө иман күрһәтеп йәшәгән кешеләрҙең өлгөһө беҙҙе рухландыра ала. Һеҙ иманығыҙҙы нисек көслө килеш һаҡлай алаһығыҙ?

Йәһүәнең вәғәҙәләренә иман итегеҙ

Иман нимә ул? Ә иң мөһиме, иманды нисек сағылдырып була?

Һеҙ белә инегеҙме?

Беренсе быуатта Рим идараһы йәһүд идарасыларына ниндәй вәкәләт биргән булған? Боронғо ваҡытта берәйһе, ысынлап та, башҡа кешенең баҫыуына ҡый үләне сәсә алғанмы?