БИОГРАФИЯ
Яҡшы өлгө күрһәткәндәрҙән өйрәнәм
— Миңә нисә йәш икәнен беләһеңме? — тип һораным мин. — Әлбиттә, беләм, — тип яуапланы Паттерсондан (АҠШ, Нью-Йорк штаты) шылтыратҡан Исак Марей. Был һөйләшеүгә ниндәй ваҡиғалар килтерҙе? Тормош юлым хаҡында һөйләп бирергә теләйем.
МИН 1936 йылдың 10 декабрендә Уичито ҡалаһында (АҠШ, Канзас штаты) ғаиләлә иң өлкән бала булып тыуғанмын. Ата-әсәйем Уильям һәм Джин Йәһүәгә хеҙмәт итә ине. Атайым йыйылыш хеҙмәтсеһе булды (ул ваҡытта йыйылышта яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған ағай-ҡәрҙәштәрҙе шулай атанылар). Әсәйем Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте үҙенең әсәһенән — Эмма Вагнерҙан белгән. Эмма Изге Яҙманы күп кешеләр, шул иҫәптән Гертруд Стил исемле ҡыҙ менән дә өйрәнде. Һуңыраҡ Гертруд күп йылдар Пуэрто-Рикола миссионер булып хеҙмәт итте *. Бала сағымдан уҡ минең янымда өлгө алырлыҡ күп кеше булды.
ЯҠШЫ ӨЛГӨ КҮРҺӘТКӘНДӘР
Миңә биш йәш булғанда, бер шәмбе кисендә беҙ атайым менән урамда осраған кешеләргә «Күҙәтеү манараһы» һәм «Йыуаныс» (хәҙер «Уянығыҙ!») журналдарын тәҡдим итеп йөрөй инек. Икенсе бөтә донъя һуғышының иң ҡыҙған мәле. Ҡапыл бер иҫерек ир (ул табип ине), килеп сығып, атайымды нейтралитет һаҡлағаны өсөн битәрләй башланы. Ул: «Һин — ҡурҡаҡ бәндә! Әйҙә, тондор миңә», — тип аҡырҙы. Ҡотом осһа ла, атайым менән ғорурланып торҙом. Ул, бер ни булмағандай, йыйылып киткән кешеләргә журналдар тәҡдим итеүен дауам итте. Үтеп барған һалдатты күреп ҡалып, теге ир: «Был ҡурҡаҡты берәй нәмә эшләтегеҙ!» — тип ҡысҡырҙы. Уның иҫерек икәнен күргәс, һалдат уға: «Бар, ҡайт. Йоҡлап айнығып ал!» — тине. Улар китте. Шул осраҡты иҫкә төшөргәндә, мин Йәһүәнең атайыма ҡыйыулыҡ биргәнен аңлайым. Уичитола атайым ике бөҙрәхана тотто, ә теге табип уның клиенты ине!
Миңә һигеҙ йәш тулғас, ата-әсәйем йортобоҙҙо һәм бөҙрәханаларҙы һатты. Шунан беҙ, тәгәрмәсле өй алып, вәғәзселәр етмәгән ерҙә хеҙмәт итер өсөн, Колорадоға күстек. Беҙ Гранд-Джанкшен ҡалаһы янында урынлаштыҡ. Ата-әсәйем пионер булып хеҙмәт итте һәм көнөнә бер нисә сәғәт кенә
фермала эшләне. Йәһүә уларҙың тырыш хеҙмәтен фатихаланы, һәм ул ерҙә йыйылыш ойошторолдо. 1948 йылдың 20 июнендә атайым мине һәм тағы бер нисә кешене, шул иҫәптән Билли Николзды һәм уның ҡатынын тау йылғаһында һыуға сумдырҙы. Күпмелер ваҡыт үткәс, Билли ҡатыны менән район хеҙмәтендә ҡатнашты. Һуңыраҡ уларҙың улы менән килене шундай уҡ хеҙмәткә билдәләнде.Беҙ йыш ҡына Батшалыҡ эше өсөн бөтә көсөн һалған ҡәрҙәштәр менән бергә ваҡыт үткәрҙек һәм улар менән рухи темаларға аралаштыҡ. Миңә айырыуса Стил ғаиләһе — Дон һәм Эрлин, Дейв һәм Джулия, Сай һәм Марта оҡшай ине. Улар минең тормошома көслө йоғонто яһаны. Уларҙың өлгөһөндә мин шуны аңланым: Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйыу тормошто мәғәнәле һәм бәхетле итә.
ТАҒЫ ЮЛҒА
Миңә 19 йәш булғанда, ғаиләбеҙҙең дуҫы Бад Хейсти мине үҙе менән бергә, Ҡушма Штаттарҙың көньяғына күсеп, пионер булып хеҙмәт итергә саҡырҙы. Район күҙәтеүсеһе беҙгә Растонға (Луизиана штаты) күсергә тәҡдим итте, унда күп вәғәзселәр актив түгел ине. Беҙ, нисә кеше килеүенә ҡарамаҫтан, аҙна һайын бөтә йыйылыш осрашыуҙарын үткәрергә тейеш инек. Беҙ осрашыуҙар үткәрер өсөн уңайлы урын таптыҡ һәм уны яраҡлы хәлгә килтерҙек. Һәр осрашыуҙы үткәрһәк тә, бер ни тиклем ваҡыт беҙҙән башҡа бер кем дә килмәне. Осрашыу пункттарын сиратлашып үткәрҙек — беребеҙ сәхнәлә булды, беребеҙ бөтә һорауҙарға яуап биреп ултырҙы. Ә сәхнәләштереү күрһәтер өсөн, беҙ, икебеҙ ҙә сәхнәгә сығып, буш зал алдында сығыш яһай инек! Ваҡыт уҙыу менән бер оло йәштәге апай-ҡәрҙәш осрашыуҙарға йөрөй башланы. Ахыр сиктә, Изге Яҙманы өйрәнеүселәр һәм актив булмаған вәғәзселәр беҙгә ҡушылды, һәм тиҙҙән йыйылыш, нығынып, гөрләп сәскә ата башланы.
Бер көндө беҙ Бад менән Мәсих сиркәүенең хеҙмәтсеһен осраттыҡ. Ул Изге Яҙманың миңә таныш булмаған өҙөктәре хаҡында һөйләне. Был мине шаҡ ҡатырҙы һәм нимәгә ышанғаным хаҡында тәрән уйланырға этәрҙе. Аҙна буйы мин төнгә тиклем шул кеше күтәргән һорауҙарға яуаптар эҙләнем. Был миңә хәҡиҡәттә төпләнергә ярҙам итте һәм башҡа сиркәү хеҙмәтсеһен осратырға ҙур теләк тыуҙырҙы.
Күп тә үтмәҫтән, район күҙәтеүсеһе миңә, йыйылышҡа ярҙам итер өсөн, Эль-Дорадоға (Арканзас штаты) күсергә тәҡдим итте. Унда күскәс, миңә, хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктына йөрөр өсөн, йыш ҡына Колорадоға барырға тура килде. Шундай бер сәйәхәт ваҡытында минең менән башҡа пионерҙар ҙа булды. Техаста беҙ аварияға эләктек, һәм машинам яраҡһыҙ хәлгә килде. Беҙ бер ағай-ҡәрҙәшкә
шылтыраттыҡ, ул беҙҙе өйөнә алып ҡайтты, ә шунан йыйылыш осрашыуына алып барҙы. Йыйылышта беҙҙең менән булған хәл хаҡында иғлан ителде, һәм ҡәрҙәштәр, ҙур изгелек күрһәтеп, беҙгә аҡсалата ярҙам итте. Бынан тыш, теге ағай-ҡәрҙәш машинамды 25 долларға һата алды.Беҙ Уичито ҡалаһына барып еттек. Унда ғаиләбеҙҙең яҡын дуҫы Эверидж Маккартни пионер булып хеҙмәт итә ине. Уның Фрэнк һәм Френсис исемле игеҙәк улдары һаман да минең яҡын дуҫтарым. Улар миңә үҙҙәренең иҫке машинаһын 25 долларға һатты, ә бит ватылған машанамды һатыу арҡаһында минең тап шул хәтле аҡсам бар ине. Ул ваҡытта мин беренсе тапҡыр шуны асыҡ күрҙем: Алла Батшалығы тормошомда беренсе урында торһа, Йәһүә мине бар кәрәкле әйберҙәр менән тьәмин итәсәк. Маккартниҙар ғаиләһендә ҡунаҡта булғанда, улар мине Бетел Крейн исемле һөйкөмлө апай-ҡәрҙәш менән таныштырҙы. Уның әсәһе Рут Веллингтон ҡалаһында (Канзас штаты) ашҡынып вәғәзләй ине. 90 йәшендә лә ул пионер хеҙмәтен дауам итте. Бер йыл да үтмәне, 1958 йылда беҙ Бетел менән өйләнештек, һәм ул минең менән бергә Эль-Дорадола пионер булып хеҙмәт итә башланы.
ЯҢЫ БОРОЛОШ
Беҙ бала саҡтан уҡ белгән кешеләрҙең яҡшы өлгөләре тураһында уйланып, Йәһүә ойошмаһынан сыҡҡан һәр ҡайһы саҡырыуҙы ҡабул итергә ҡарар иттек. Беҙҙе Уолнат-Риджға (Арканзас штаты) махсус пионер итеп билдәләнеләр. Ә 1962 йылда беҙҙе яңы боролош көтә ине — беҙ Гилеад мәктәбенең 37-се синыфында уҡырға саҡырыу алдыҡ. Синыфташыбыҙ Дон Стил буласағын белгәс, беҙ шул тиклем ҡыуандыҡ! Мәктәпте тамамлағас, беҙ Найроби ҡалаһына (Кения) билдәләндек. Нью-Йорктан илай яҙып китһәк тә, Найроби аэропортында ағай-ҡәрҙәштәрҙе күргәс, тағы ла иларҙай булдыҡ, әммә хәҙер инде ҡыуаныстан!
Беҙ шунда уҡ Кенияға ғашиҡ булдыҡ, ә унда хеҙмәт итеү беҙгә шул тиклем күп шатлыҡ килтерә ине! Рухи уңыштар яһаған беренсе өйрәнеүселәребеҙ Крис һәм Мэри Канайа булды. Улар һаман да Кенияла тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша. Киләһе йылда беҙгә Кампала ҡалаһында (Уганда) беренсе миссионерҙар булып хеҙмәт итергә тәҡдим иттеләр. Ул ғәжәп ваҡыт ине: бихисап күп кеше Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынды һәм Йәһүә шаһиты булып китте. Әммә Африкаға күсеп килгәндән һуң өс йыл ярым үтеүгә беҙ, тыуасаҡ балабыҙҙы үҫтерер өсөн, Ҡушма Штаттарға ҡайттыҡ. Африканан киткәндә, күҙ йәштәребеҙҙе туҡтата алманыҡ — унан китеүе Нью-Йоркты ҡалдырғандан да ауырыраҡ булып сыҡты. Беҙ ерле кешеләрҙе бөтә йөрәктән яраттыҡ һәм берәй ваҡыт Африкаға кире ҡайтырға өмөтләндек.
ЯҢЫ ВАЗИФА
Беҙ Колорадоның көнбайышында, ата-әсәйем йәшәгән яҡта төпләндек. Тиҙҙән беренсе ҡыҙыбыҙ Кимберли һәм тағы йыл ярымдан һуң Стефани тыуҙы. Беҙ ата-әсә вазифаһын бик етди ҡабул иттек һәм ҡыҙҙарыбыҙҙа хәҡиҡәткә яратыу үҫтерергә тырыштыҡ. Беҙҙең дуҫтарыбыҙ һәм туғандарыбыҙҙан өлгө алғыбыҙ килде. Әммә беҙ, балалар тәрбиәләүгә айыҡ ҡараш һаҡлап, шуны аңланыҡ: яҡшы өлгө балаларға көслө йоғонто яһаһа ла, был уларҙың Йәһүәгә хеҙмәт итәсәген аңлатмай әле. Ҡустым менән һеңлем хәҡиҡәттән китте, ләкин мин ҡасан да булһа улар яңынан, Алла ойошмаһына ҡайтып, тоғро ҡәрҙәштәрҙән өлгө алыр тип өмөтләнәм.
Балалар тәрбиәләү беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә ине. Беҙ бөтә эштәрҙе бергә башҡарырға тырыштыҡ. Танылған тау саңғыһы курорты Аспен ҡалаһы (Колорадо штаты) янында йәшәгәнгә, беҙ,
йышыраҡ бергә булыр өсөн, саңғы шыуыу менән шөғөлләнергә ҡарар иттек. Подъёмникта тауға күтәрелгән саҡта беҙ ваҡытты ҡыҙҙарыбыҙ менән аралашыр өсөн ҡулландыҡ. Шулай уҡ беҙ походтарға йөрөй торғайныҡ. Беҙгә, усаҡ янында йыйылып, ихлас әңгәмәләр ҡороу шул тиклем оҡшай ине! Ҡыҙҙарыбыҙ әле йәш үҫмер саҡтарында шундай һорауҙар хаҡында уйланды: үҫкәс, мин нимә менән шөғөлләнермен? Ниндәй кешегә кейәүгә сығырға теләр инем? Беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙың аҡылына һәм күңеленә рухи хазиналар һеңдерергә тырыштыҡ, шулай уҡ тулы ваҡытлы хеҙмәтте маҡсат итеп ҡуйырға һәм шундай уҡ маҡсатҡа ынтылған тормош иптәшен һайларға дәртләндерҙек. Беҙ уларҙың бик иртә кейәүгә сыҡмау ни тиклем аҡыллы икәнен аңлауын теләнек һәм хатта бындай девиз уйлап сығарҙыҡ: «23 тулғансы, кейәүгә сыҡмай торсо!»Ата-әсәләребеҙҙән өлгө алып, беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөр өсөн һәм даими вәғәзләр өсөн күп көс һалдыҡ. Тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәр йыш ҡына беҙҙә туҡтай торғайны. Беҙ шулай уҡ балаларға үҙебеҙ миссионер булып хеҙмәт иткән иҫ киткес ваҡыт тураһында күп һөйләнек. Беҙ йыш ҡына, дүртәүләп Африкаға барып ҡайтыу шәп булыр ине, тип әйтә торғайныҡ. Ҡыҙҙарыбыҙға был фекер бик оҡшай ине!
Беҙ һәр ваҡыт ғаилә өйрәнеүе үткәрҙек һәм мәктәптә була алған хәлдәрҙе сәхнәләштерҙек. Ҡыҙҙар, Йәһүә шаһиттарының ролен башҡарып, һорауҙарға яуап бирергә тейеш ине. Ундай ҡыҙыҡтырғыс сәхнәләштереүҙәр уларға үҙ-үҙҙәренә ышаныс өҫтәне. Үҫә төшкәс, улар, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә ултырырға теләмәгәнгә, ҡайһы ваҡыт мыжый ине. Бер мәл мин, ҡыҙҙар менән ни эшләргә лә белмәйенсә, ғаилә өйрәнеүе булмай тиеп, уларға бүлмәләренә инеп ултырырға ҡуштым. Улар аптырап китте һәм, өйрәнергә теләйбеҙ, тип иларға тотондо. Шул ваҡытта беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙың йөрәгендә хәҡиҡәт өсөн рәхмәт тойғоһо үҫтерә алғаныбыҙҙы аңланыҡ. Улар өйрәнеүҙе яратып китте, һәм беҙ һәр ваҡыт уларҙы үҙ хис-тойғолары тураһында асыҡтан-асыҡ әйтергә дәртләндерҙек. Әлбиттә, ҡай саҡ ҡыҙҙарыбыҙҙың ниндәйҙер тәғлимәттәр менән риза булмағаны хаҡында ишетеү ауыр була торғайны. Әммә шулай итеп беҙ уларҙың күңелендә нимә булғанын белә алдыҡ. Беҙ сабыр ғына улар менән фекер алыштыҡ, һәм улар Йәһүәнең ҡараштарын үҙләштерә барҙы.
ЯҢЫНАН ҮҘГӘРЕШТӘР
Балалар тәрбиәләү проекты беҙ көткәндән дә тиҙерәк тамамланды. Алла ойошмаһының күрһәтмәләрен ҡулланып, беҙ бар көсөбөҙгә уларҙа Йәһүәгә яратыу үҫтерергә тырыштыҡ. Ҡыҙҙарыбыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң пионер хеҙмәтен башлағас һәм үҙҙәрен тәьмин итер өсөн кәрәкле һөнәргә эйә булғас, беҙ бик ҡыуандыҡ. Улар ике апай-ҡәрҙәш менән Кливлендҡа (Тенесси штаты) — вәғәзселәргә ихтыяж булған ҡалаға күсеп китте. Ҡыҙҙарыбыҙҙы бик ныҡ һағынһаҡ та, уларҙың үҙ тормошон тулы ваҡытлы хеҙмәткә бағышлауына сикһеҙ шатландыҡ. Беҙ Бетел менән яңынан пионер хеҙмәтен башланыҡ, һәм беҙҙең алда яңы мөмкинселектәр асылды. Мине район күҙәтеүсеһе урынбаҫары итеп билдәләнеләр, шулай уҡ мин конгрестар ойоштороуҙа ҡатнаштым.
Тенессиға күсер алдынан, ҡыҙҙарыбыҙ Лондонға (Англия) барҙы һәм ундағы филиалда үткәрелгән экскурсияла булды. Унда Стефани Пол Нортон исемле йәш вефилсе менән танышты, ул саҡта ҡыҙыбыҙға 19 ғына йәш ине. Һуңыраҡ, Лондонға йәнә барғанда, Кимберли Полдың хеҙмәттәше Брайан Ллуэллин менән танышты. Стефаниға 23 йәш тулғас ҡына, улар Пол менән өйләнеште. Кимберли иһә киләһе йылда, 25 йәшендә Брайанға кейәүгә сыҡты. Шулай итеп ҡыҙҙар девизыбыҙ буйынса эш итте. Беҙ уларҙың һайлауы менән бик ҡәнәғәт булдыҡ.
Ҡыҙҙарыбыҙ әйтеүенсә, беҙ һәм ата-әсәләребеҙ күрһәткән өлгө уларға, хатта матди ауырлыҡтар кисергәндә лә, Ғайсаның «иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ» тигән әмере буйынса эш итергә ярҙам иткән (Матф. 6:33). 1998 йылдың апрелендә Пол менән Стефани Гилеад мәктәбенең 105-се синыфында уҡырға саҡырылды, ә шунан улар Малавиға (Африка) билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта Брайан менән Кимберли Лондондағы Вефилдә хеҙмәт итергә саҡырылды, ә һуңыраҡ уларҙы Малавиҙағы филиалға күсерҙеләр. Беҙ ифрат шатландыҡ, сөнки йәштәр өсөн бынан да яҡшыраҡ тормош юлы юҡ.
КӨТӨЛМӘГӘН САҠЫРЫУ
2001 йылдың ғинуарында биографияның башында әйтеп кителгән һөйләшеү булды. Тәржемә
итеү төркөмдәрен хеҙмәтләндереү бүлегенең күҙәтеүсеһе Марей ҡәрҙәш бөтә донъялағы тәржемәселәргә инглиз телен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итер өсөн курстар үткәреләсәген аңлатты. Ул миңә, шул курстарҙа уҡытыусыларҙың береһе булыр өсөн, кәрәкле белем алырға тәҡдим итте. Ул ваҡытта миңә 64 йәш ине. Беҙ Бетел менән был хаҡта доға ҡылдыҡ һәм олоғайған әсәйҙәребеҙ менән кәңәшләштек. Улар икеһе лә, ярҙамыбыҙҙан башҡа ҡаласағын белһә лә, тәҡдимде ҡабул итеүебеҙҙе теләне. Мин, Паттерсонға шылтыратып, был хөрмәтле вазифаны шатлыҡ менән ҡабул итербеҙ, тинем.Әсәйемә ҡапыл рак диагнозы ҡуйҙылар. Мин уға, һине ҡарарға һеңлем Линдаға ярҙам итер өсөн ҡалабыҙ, тинем. «Уйлама ла! — тине әсәйем. — Унда бармаһағыҙ, мин үҙемде тағы ла насарыраҡ хис итәсәкмен». Линда шундай уҡ фекерҙә ине. Беҙ уларға фиҙаҡәрлек рухы күрһәткәндәре өсөн, шулай уҡ ярҙам иткәндәре өсөн урындағы ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтлебеҙ! Күҙәтеү манараһының Паттерсондағы өйрәтеү үҙәгенә сығып киткән көндөң иртәгәһенә Линда, шылтыратып, әсәйҙең үлеүе хаҡында хәбәр итте. Беҙ, әсәйебеҙ теләгәнсә, башкөллө яңы эшкә сумдыҡ.
Беҙ барырға тейеш беренсе филиал Малавиҙағы филиал икәнен белгәс, беҙ бик ҡыуандыҡ, сөнки унда ҡыҙҙарыбыҙ ирҙәре менән хеҙмәт итә ине. Ниһайәт, беҙ яңынан бергә булдыҡ! Малавиҙан һуң беҙ Зимбабвеға, ә шунан Замбияға барҙыҡ. Өс йыл ярым беҙ тәржемәселәрҙе өйрәттек, ә һуңынан беҙҙән, кире Малавиға барып, нейтралитет арҡаһында эҙәрләүҙәр кисергән Йәһүә шаһиттарының осраҡтарын яҙып алыуыбыҙҙы һоранылар *.
2005 йылда, күҙҙәребеҙ яңынан йәш менән тулып, беҙ кире Басолт ҡалаһына (Колорадо штаты) ҡайттыҡ һәм пионер хеҙмәтен дауам иттек. 2006 йылда Брайан менән Кимберли, ике ҡыҙҙарын Маккензи һәм Элизабетты тәрбиәләп үҫтерер өсөн, беҙҙең эргәгә ҡайтып төпләнде. Пол менән Стефани элеккесә Малавиҙа йәшәй, унда Пол Филиал комитетының ағзаһы булып хеҙмәт итә. Оҙаҡламай миңә 80 йәш туласаҡ. Күп йылдар минең менән эшләгән йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәрҙең яуаплы вазифалар алыуын күреү бик һөйөнөслө, ә бит ҡасандыр шул вазифаларҙы мин үҙем башҡарғайным. Беҙ бик бәхетле ғүмер кисерҙек, һәм беҙҙең аҡыллы балаларыбыҙ менән ейәнсәрҙәребеҙ бар — был фатихалар, күбеһенсә, беҙ туғандарыбыҙҙан һәм дуҫтарыбыҙҙан өлгө алырға тырышҡанға мөмкин булды.
^ 5 абз. Стил ғаиләһе ағзаларының нисек миссионер булып хеҙмәт иткәндәре хаҡында күберәк белергә теләһәгеҙ, «Күҙәтеү манараһы»ның (ингл.) 1956 йылдың 1 май һанында 269—272-се биттәрҙе һәм 1971 йылдың 15 март һанында 186—190-сы биттәрҙе ҡарағыҙ.
^ 30 абз. Мәҫәлән, 2015 йылдың 15 апрель һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (тат.) 14—18-се биттәрендә баҫтырылған Трофим Нсомбаның биографияһын ҡарағыҙ.