Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Кешеләр етеп килгән «дауыл», йәғни Алланың хөкөмө тураһында ишетергә тейеш!

Алланың хөкөмдәре. Йәһүә кешеләргә ҡотолор өсөн етерлек ваҡыт бирәме?

Алланың хөкөмдәре. Йәһүә кешеләргә ҡотолор өсөн етерлек ваҡыт бирәме?

ҺАУА торошон күҙәтеүсе кеше метеорадарҙың экранына иғтибар менән ҡарай. Ул күп кеше йәшәгән районға ҙур тиҙлек менән дауыл яҡынлашып килеүен күрә. Кешеләрҙең тормошо ҡурҡыныс аҫтында булғанын аңлап, ул, һуң булмаҫ борон, уларҙы киҫәтер өсөн бар көсөн һала.

Бөгөн Йәһүә кешеләрҙе күпкә ҡурҡынысыраҡ «дауыл» тураһында киҫәтә. Был «дауыл» һауа торошо прогнозында яңғырай алған иң ҡурҡыныс дауылдан да һәләкәтлерәк. Йәһүә кешеләрҙе нисек киҫәтә? Һәм ни өсөн Алланың кешеләргә киҫәтеүгә ҡолаҡ һалыр өсөн етерлек ваҡыт биргәненә шикләнмәҫкә була? Был һорауҙарға яуап алыр өсөн, әйҙәгеҙ, Йәһүәнең боронғо ваҡытта нисек эш иткәнен ҡарап сығайыҡ.

ЭЛЕК ЙӘҺҮӘ КЕШЕЛӘРҘЕ НИСЕК КИҪӘТКӘН?

Боронғо ваҡытта Йәһүә үҙенә аңлы рәүештә буйһонмаған кешеләрҙе төрлө «дауылдар», йәғни хөкөм ҡарарҙары тураһында киҫәткән (Ғиб. һүҙ. 10:25; Ирем. 30:23). Һәр осраҡта ул кешеләргә үҙенең ниәте тураһында алдан хәбәр иткән һәм уларға нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан (2 Бат. 17:12—15; Ниҡ. 9:29, 30). Алла кешеләргә кәрәкле үҙгәрештәр яһарға ярҙам итергә теләй. Шуға күрә ул йыш ҡына үҙенең хөкөм ҡарарҙарын иғлан итер өсөн һәм кисектермәйенсә эш итергә кәрәклеген аңлатыр өсөн тоғро хеҙмәтселәрен ебәргән (Амос 3:7).

Шундай хеҙмәтселәрҙең береһе Нух булған. Күп йылдар ул ҡыйыулыҡ менән әхлаҡһыҙ һәм аяуһыҙ замандаштарын яҡынлашып килгән Туфан тураһында киҫәткән (Баш. 6:9—13, 17). Нух шулай уҡ уларға ҡотолоу өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан. Күп вәғәзләгәнгә, һуңыраҡ ул хатта «тәҡүә тормошто» вәғәзләүсе тип аталған (2 Пет. 2:5).

Нухтың тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, Туфанға тиклем йәшәгән кешеләр Алланың хәбәренә ҡолаҡ һалмаған. Бының менән улар үҙҙәренең иманһыҙ булыуын күрһәткән. Һөҙөмтәлә, «Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткән» (Матф. 24:39; Евр. 11:7). Уларҙың береһе лә, Алла мине киҫәтмәне, тип әйтә алмаған.

Башҡа осраҡтарҙа иһә Йәһүә кешеләрҙе хөкөм «дауылы» башланыр алдынан ғына киҫәткән. Әммә шундай саҡтарҙа ла ул кешеләргә етерлек ваҡыт биргән. Боронғо Мысырға ун яза ебәрергә йыйынғас, Йәһүә тап шулай эш иткән дә. Мәҫәлән, етенсе яза алдынан, ул Муса менән Һарун аша фирғәүенде һәм уның хеҙмәтселәрен көслө боҙ яуҙырасағы тураһында киҫәткән. Боҙ киләһе көндө яуырға тейеш булған. Алла кешеләргә унан ҡотолоп ҡалыр өсөн етерлек ваҡыт биргәнме? Изге Яҙмала былай тиелгән: «Фирғәүендең Йәһүә һүҙенән ҡурҡҡан хеҙмәтселәре шунда уҡ үҙ хеҙмәтселәрен һәм малдарын ышыҡ урынға йыйҙы, ә Йәһүә һүҙенә ҡолаҡ һалмағандары үҙ хеҙмәтселәрен һәм малдарын яланда ҡалдырҙы» (Сығ. 9:18—21). Күреүебеҙсә, кешеләрҙең киҫәтеүгә ҡолаҡ һалыр өсөн һәм был язаның аяныс эҙемтәләренән ҡотолор өсөн етерлек ваҡыты булған.

Фирғәүен һәм уның хеҙмәтселәре шулай уҡ унынсы яза алдынан да киҫәтеү алған. Ләкин улар, аҡылһыҙлыҡ сағылдырып, был киҫәтеүҙе ҡабул итмәгән (Сығ. 4:22, 23). Һөҙөмтәлә уларҙың беренсе улдары һәләк булған. Бик ҡыҙғаныс хәл! (Сығ. 11:4—10; 12:29). Уларҙың был киҫәтеүгә ҡолаҡ һалырға ваҡыты булғанмы? Әлбиттә! Муса бит шунда уҡ израилдәргә унынсы яза тураһында хәбәр иткән һәм үҙ ғаиләләрен һаҡлап ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан (Сығ. 12:21—28). Күпме кеше Мусаның күрһәтмәләрен үтәгән? Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, өс миллиондан ашыу кеше, Алла хөкөмөн кисереп сығып, Мысырҙы ҡалдырып киткән. Улар араһында израилдәр, «шаҡтай күп башҡа халыҡ кешеләре» һәм мысырлылар булған (Сығ. 12:38).

Был миҫалдарҙан күренеүенсә, Йәһүә һәр ваҡыт кешеләргә киҫәтеүҙе ҡабул итергә һәм кәрәкле үҙгәрештәр яһарға мөмкинлек биргән (Ҡан. 32:4). Ни өсөн? Илсе Петр аңлатҡанса, Йәһүә «бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә» (2 Пет. 3:9). Эйе, Алла кешеләр хаҡында ҡайғыртҡан. Ул, хөкөм язаһы килмәҫ борон, кешеләрҙең тәүбә итеүен һәм үҙгәрештәр яһауын теләгән (Ишағ. 48:17, 18; Рим. 2:4).

БӨГӨН АЛЛА КЕШЕЛӘРҘЕ НИСЕК КИҪӘТӘ?

Бөгөн дә бөтә донъя буйынса бик мөһим хәбәр яңғырай, һәм кешеләргә был хәбәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Ерҙә булғанда, Ғайса Мәсих был донъяның «ҙур афәт» ваҡытында юҡ ителәсәге тураһында киҫәткән (Матф. 24:21). Ул хөкөм көнө яҡынлашҡан ваҡытта ниндәй ваҡиғалар буласағын ентекләп тасуирлап биргән. Бөгөн беҙ Ғайса пәйғәмбәрлек иткән ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ (Матф. 24:3—12; Лука 21:10—13).

Йәһүә һәр кешене үҙенең хакимлығына буйһонорға саҡыра. Ул тыңлаусан кешеләрҙең инде хәҙер тормоштарын яҡшы яҡҡа үҙгәртеүен, ә киләсәктә яңы донъяла мул фатихаларға кинәнеүен теләй (2 Пет. 3:13). Кешеләргә был матур вәғәҙәгә ышанырға ярҙам итер өсөн, Йәһүә уларға «Батшалыҡ хаҡындағы» һөйөнөслө хәбәрҙе аса. Был хәбәр уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡала ала. Ғайса Мәсих, һөйөнөслө хәбәр «бөтә донъяла иғлан ителер» һәм уны «барса халыҡтар» ишетер, тип пәйғәмбәрлек иткән (Матф. 24:14). Был хәбәрҙе башҡаларға еткерер өсөн, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен ойошторған. Хәҙер улар яҡынса 240 илдә һәм территорияла ашҡынып вәғәзләй. Алла мөмкин тиклем күберәк кешенең киҫәтеүгә ҡолаҡ һалыуын һәм буласаҡ «дауылдан», йәғни ғәҙел хөкөмдән ҡотолоп ҡалыуын теләй (Саф. 1:14, 15; 2:2, 3).

Күреүебеҙсә, Йәһүә һәр ваҡыт кешеләрҙе алдан киҫәтә һәм уларға кәрәкле үҙгәрештәр яһар өсөн етерлек ваҡыт бирә. Әммә кешеләр, үҙҙәренә бирелгән ваҡытты ҡулланып, Йәһүәнең киҫәтеүенә ҡолаҡ һалырмы? Алланың хәбәрселәре булараҡ, беҙ артабан да мөмкин тиклем күберәк кешегә был донъяның ахырын кисереп сығырға ярҙам итер өсөн бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ!