Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

42-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Һеҙ Йәһүә ярҙамында ниндәй эштәр башҡарырһығыҙ?

Һеҙ Йәһүә ярҙамында ниндәй эштәр башҡарырһығыҙ?

«Алла... һеҙҙә теләк тә, һәләт тә [«көс», ЯДТ] тыуҙыра» (ФЛП. 2:13).

106-СЫ ЙЫР Мөхәббәт сифатын үҫтерәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Үҙ ихтыярын үтәр өсөн, Йәһүә нимә эшләй ала?

ҮҘ ИХТЫЯРЫН үтәр өсөн, Йәһүә кем булырға кәрәк, шул була ала. Мәҫәлән, ул Уҡытыусы, Йыуатыусы, Һөйөнөслө хәбәр еткереүсе булған; әлбиттә, был исемлек тулы түгел (Ишағ. 48:17; 2 Кор. 7:6; Гал. 3:8). Әммә йыш ҡына Йәһүә, үҙенең ниәттәрен ғәмәлгә ашырыр өсөн, кешеләрҙе ҡуллана (Матф. 24:14; 28:19, 20; 2 Кор. 1:3, 4). Ул беҙгә уның ихтыярын үтәр өсөн кем булырға кәрәк, шул булыр өсөн зирәклек һәм көс бирә ала. Быларҙың барыһы, ҡайһы бер Изге Яҙма белгестәре уйлауынса, Йәһүә исеменең мәғәнәһенә тура килә.

2. а) Ни өсөн ҡайһы ваҡыт беҙ, Йәһүә мине ҡулланамы икән, тип шикләнергә мөмкин? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Беҙ барыбыҙ ҙа Йәһүә өсөн файҙалы булырға теләйбеҙ, әммә ҡайһы берәүҙәр, Йәһүә мине ҡулланамы икән, тип шикләнә. Ни өсөн? Сөнки оло йәш, тормош шарттары йә һәләттәр етмәүе арҡаһында улар хеҙмәттә үҙҙәрен сикләнгән итеп тоя. Ә кемдер, мин былай ҙа күп хеҙмәт итәм, тип уйлай, шунлыҡтан хеҙмәттә яңы маҡсаттар ҡуймай. Был мәҡәләлә Йәһүәнең нисек һәр беребеҙҙе үҙ ихтыярын үтәүгә әҙерләй алғаны ҡаралыр. Беҙ шулай уҡ Йәһүәнең боронғо ваҡытта үҙ хеҙмәтселәренә — ир-аттарға һәм ҡатын-ҡыҙҙарға — нисек теләк һәм көс биргәнен ҡарап сығырбыҙ. Бынан тыш, Йәһүәнең ҡулында яҡшы ҡорал булыр өсөн нимә эшләп булғанын белербеҙ.

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ НИСЕК ӘҘЕРЛӘЙ?

3. Филиптарға 2:13 буйынса, Йәһүә нисек беҙҙә эш итеү теләге тыуҙыра ала?

3 Филиптарға 2:13-тө уҡығыҙ *. Йәһүә беҙҙә эш итеү теләге уята ала. Нисек итеп? Әйтәйек, беҙ йыйылышта кемгәлер ярҙам кәрәк булғаны тураһында белеп ҡалабыҙ, ти. Йә өлкәндәр, филиалдан килгән хатты уҡып, ҡайҙалыр ярҙам кәрәк булғаны хаҡында белдереү яһай. Һәм беҙ: «Ә мин ярҙам итә аламмы?» — тип уйлайбыҙ. Йәиһә, әйтәйек, беҙгә берәй ауыр йөкләмә бирергә йыйыналар, ә беҙ, мин уны үтәй алырмынмы икән, тип борсолабыҙ. Йә, Изге Яҙманан берәй өҙөк уҡығанда, беҙ, был аяттарҙы башҡаларға ярҙам итер өсөн нисек ҡуллана алам, тип уйланабыҙ. Йәһүә беҙҙе нимәлер эшләргә мәжбүр итмәҫ. Әммә, беҙҙең нисек ярҙам итә алыуыбыҙ тураһында уйланғаныбыҙҙы күреп, ул беҙҙә эш итеү теләге тыуҙыра ала.

4. Йәһүә нисек беҙгә эш итергә көс бирә ала?

4 Йәһүә шулай уҡ беҙгә эш итергә көс бирә ала (Ишағ. 40:29). Ул үҙенең изге рухы менән һәләттәребеҙҙе көсәйтергә мөмкин (Сығ. 35:30—35). Ойошмаһы аша Йәһүә беҙҙе төрлө йөкләмәләр үтәргә өйрәтә. Әгәр һеҙ ниндәйҙер йөкләмәне үтәй алыуығыҙға шикләнһәгеҙ, ярҙам һорап тәжрибәле ҡәрҙәштәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ күктәге йомарт Атабыҙҙан «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» һорағыҙ (2 Кор. 4:7; Лука 11:13). Боронғо ваҡытта Йәһүә үҙенә хеҙмәт иткән күп ирҙәргә һәм ҡатындарға эш итеү теләге һәм көс биргән. Изге Яҙмала быға күп миҫалдар табып була. Әйҙәгеҙ, уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ һәм Йәһүәнең беҙҙе нисек ҡуллана алғаны хаҡында уйланайыҡ.

ЙӘҺҮӘ ЯРҘАМЫНДА ҘУР ЭШТӘР БАШҠАРҒАН ИРҘӘР

5. Йәһүәнең Мусаны нисек һәм ниндәй ваҡытта ҡулланғанынан ниндәй һабаҡ алып була?

5 Йәһүә Мусаны Израиль халҡының ҡотҡарыусыһы иткән. Әммә ул уны ниндәй ваҡытта ҡулланған? Муса, «Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә» өйрәтелеп, үҙен был йөкләмәгә әҙер тип һанағандамы? (Ғәм. 7:22—25). Юҡ. Йәһүә, Мусаға баҫалҡылыҡ һәм йыуашлыҡ сифаттарын үҫтерергә ярҙам иткәндән һуң ғына, уны ҡулланған (Ғәм. 7:30, 34—36). Алла уға Мысырҙың иң ҡеүәтле хакимына йән өшөткөс хәбәрҙәр еткерергә ҡыйыулыҡ биргән (Сығ. 9:13—19). Йәһүәнең Мусаны нисек һәм ниндәй ваҡытта ҡулланғанынан мөһим һабаҡ алып була. Йәһүә ҡулында яҡшы ҡорал булырға теләһәк, беҙгә унан көс һорарға һәм уның күңеленә хуш килгән сифаттар сағылдырырға кәрәк (2 Кор. 4:7).

6. Йәһүәнең Дауыт батшаға Барзилай аша ярҙам иткәненән нимәгә өйрәнеп була?

6 Бер нисә быуат үткәс, Йәһүә, Дауыт батша хаҡында ҡайғыртыр өсөн, Барзилайҙы ҡулланған. Әбессәләмдән ҡасып йөрөгән ваҡытта Дауыт һәм уның кешеләре «асыҡҡан, арыған һәм һыуһаған» булған. Инде оло йәшкә еткән Барзилай башҡалар менән бергә, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Дауытҡа һәм уның кешеләренә бөтә кәрәкле нәмәләр алып килтергән. Барзилай, оло йәштә булғаным арҡаһында Йәһүә өсөн файҙалы була алмайым, тип уйламаған. Киреһенсә, ул Алла хеҙмәтселәренә йомартлыҡ сағылдырған (2 Сам. 17:27—29). Беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Нисә генә йәштә булһаҡ та, Йәһүә беҙҙең аша мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәргә ярҙам итә ала (Ғиб. һүҙ. 3:27, 28; 19:17). Мәҫәлән, үҙ илебеҙҙә йә башҡа илдәрҙә йәшәгән ҡәрҙәштәргә туранан-тура ярҙам итә алмаһаҡ та, беҙ бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ өсөн ирекле иғәнә һала алабыҙ. Ә ойошмабыҙ был иғәнәләрҙе мохтаж ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн ҡулланыр (2 Кор. 8:14, 15; 9:11).

7. Йәһүә Симеонды нисек ҡулланған, һәм ни өсөн быны белеү беҙҙе рухландыра?

7 Йәһүә Иерусалимда йәшәгән оло йәштәге Симеонға, Мәсихте күрмәйенсә үлмәйәсәкһең, тип вәғәҙә иткән. Күрәһең, был вәғәҙә тоғро Симеонды бик рухландырған, сөнки ул Мәсихте күп йылдар көткән. Уның иманы һәм сыҙамлығы бүләкләнгән. Бер көндө «Симеон Изге Рухтың ҡушыуы буйынса Алла Йортона килгән», һәм шунда ул сабый Ғайсаны күргән. Йәһүә Симеон аша Мәсих булып китергә тейеш был бала тураһында пәйғәмбәрлек әйткән (Лука 2:25—35). Симеон, моғайын, Ғайса ерҙәге хеҙмәтен башлаған ваҡытҡа тиклем йәшәмәгәндер, шулай ҙа ул үҙенә күрһәтелгән хөрмәт өсөн Аллаға бик рәхмәтле булған. Ә киләсәктә Симеонды тағы ла яҡшыраҡ бүләк көтә! Яңы донъяла был тоғро хеҙмәтсе Ғайса идараһының бөтә халыҡтарға фатихалар килтерәсәген күрер (Баш. 22:18). Беҙгә лә Йәһүә биргән һәр йөкләмәне ҡәҙерләргә кәрәк.

8. Йәһүә беҙҙе, Варнаваны кеүек, нисек ҡулланырға мөмкин?

8 Б. э. беренсе быуатында Йософ исемле йомарт кеше Йәһүәгә үҙен ҡулланырға биргән (Ғәм. 4:36, 37). Йософ башҡаларҙы йыуатыуы менән билдәле булған, моғайын, шуға күрә лә илселәр уға Варнава тигән исем биргән. Был исем «Йыуаныс улы» тигән мәғәнә йөрөтә. Мәҫәлән, Савл мәсихсе булып киткәс, күп ҡәрҙәштәр уның менән аралашырға ҡурҡҡан, сөнки элек ул йыйылыштарҙы эҙәрләгән. Әммә йомшаҡ күңелле Варнава уға ярҙамға килгән, һәм Савл бик рәхмәтле булған (Ғәм. 9:21, 26—28). Һуңыраҡ Иерусалимдағы өлкәндәр Антиохиялағы (Сүриә) ҡәрҙәштәрҙең рухландырыуға мохтаж булғанын күргән. Улар Антиохияға кемде ебәргән? Варнаваны! Һәм улар яҡшы һайлау яһаған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Варнава уларҙы «Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға» өндәгән (Ғәм. 11:22—24). Шуның шикелле, бөгөн Йәһүә беҙгә имандаштарыбыҙ өсөн «йыуаныс улдары» булырға ярҙам итә ала. Мәҫәлән, ул беҙҙе яҡындарын юғалтҡан кешеләрҙе йыуатыр өсөн ҡулланырға мөмкин. Йәиһә Алла беҙҙе, ауырыған йә бойоҡҡан кешегә барып йә шылтыратып, уға бер нисә йылы һүҙ әйтергә дәртләндерә ала. Ә һеҙ, Варнава кеүек, Йәһүәгә үҙегеҙҙе ҡулланырға рөхсәт итәһегеҙме? (1 Фес. 5:14).

9. Йәһүәнең Василийға яҡшы өлкән булып китергә ярҙам иткәненән нимәгә өйрәнеп була?

9 Йәһүә Василий исемле бер ағай-ҡәрҙәшкә яҡшы рухи көтөүсе булып китергә ярҙам иткән. 26 йәшендә Василийҙы өлкән итеп билдәләгәндәр, әммә ул, йыйылышҡа һәм бигерәк тә ауырлыҡтар кисергән ҡәрҙәштәргә рухи ярҙам күрһәтә алмаҫмын, тип ҡурҡҡан. Ләкин, тәжрибәле өлкәндәр менән хеҙмәттәшлек итеп һәм Изге хеҙмәт мәктәбендә уҡып сығып, ул күп нәмәгә өйрәнгән. Василий яҡшы өлкән булыр өсөн күп тырышлыҡтар һалған. Мәҫәлән, ул бәләкәй маҡсаттарҙан торған исемлек төҙөгән. Һәр маҡсатҡа өлгәшкән һайын, ул ҡурҡыуҙарын әкренләп еңә барған. Хәҙер ул былай ти: «Элек ҡурҡыу хисе тыуҙырған нәмәләр хәҙер миңә ҙур шатлыҡ килтерә. Йәһүә миңә берәй ҡәрҙәште йыуатыр өсөн урынлы аят табырға ярҙам иткәндә, мин тәрән ҡәнәғәтлек тоям». Ағай-ҡәрҙәштәр, әгәр һеҙ, Василий кеүек, Йәһүәгә үҙегеҙҙе ҡулланырға рөхсәт итһәгеҙ, Йәһүә һеҙҙе йыйылышта тағы ла ҙурыраҡ йөкләмәләр башҡарырға һәләтле итер.

ЙӘҺҮӘ ЯРҘАМЫНДА ҘУР ЭШТӘР БАШҠАРҒАН ҠАТЫНДАР

10. Әбиғиә нимә эшләгән, һәм беҙ уның миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

10 Шаул батшанан ҡасып йөрөгәндә, Дауыт һәм уның кешеләре ярҙамға мохтаж булған. Дауыттың кешеләре Набал исемле бай израиль кешеһенән ризыҡ һораған. Улар шундай үтенес менән килергә хоҡуҡлы булған, сөнки улар сүлдә Набалдың көтөүҙәрен яҡлаған. Әммә үҙен генә яратҡан Набал уларға бер нәмә лә бирмәгән. Дауыт шул тиклем асыуланған, хатта Набалды һәм уның йортонда йәшәгән бөтә ир-аттарҙы үлтерергә йыйынған (1 Сам. 25:3—13, 22). Набалдың матур ҡатыны Әбиғиә бик аҡыллы булған. Ул, ҙур ҡыйыулыҡ сағылдырып, Дауыт янына барған һәм, йөҙ түбән ҡапланып, унан үс алмауын һәм юҡҡа ғына ҡан түкмәүен ялбарып һораған. Ул уға ипле генә итеп, барыһын Йәһүә ҡулына тапшыр, тип кәңәш иткән. Әбиғиәнең баҫалҡы һүҙҙәре һәм аҡыллы эш итеүе Дауытҡа көслө йоғонто яһаған. Дауыт Әбиғиәне Йәһүә ебәргәнен аңлаған (1 Иш. 25:23—28, 32—34). Әбиғиә күркәм сифаттар үҫтергән, шуға күрә Йәһүә өсөн файҙалы була алған. Шуның шикелле, бөгөн иплелек һәм аҡыллылыҡ сағылдырған апай-ҡәрҙәштәр аша Йәһүә ғаиләләрҙе һәм йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙе нығыта ала (Ғиб. һүҙ. 24:3; Тит. 2:3—5).

11. Шалум ҡыҙҙары нимә эшләгән, һәм бөгөн кемдәр уларҙан өлгө ала?

11 Күп быуаттар үткәс, Йәһүә үҙ халҡын Иерусалим стеналарын торғоҙорға дәртләндергән. Был эштә Шалум ҡыҙҙары ла ҡатнашҡан (Ниҡ. 2:20; 3:12). Аталары кенәз булһа ла, улар был ауыр һәм ҡурҡыныс эште теләп башҡарған (Ниҡ. 4:15—18). Уларҙан айырмалы булараҡ, тикуалыларҙың абруйлы кешеләре, «хеҙмәттә ҡатнашыр өсөн, үҙен» баҫалҡыландырмаған (Ниҡ. 3:5). Стеналар ни бары 52 көн эсендә торғоҙолғас, Шалум ҡыҙҙарының ниндәй ҙур шатлыҡ кисергәнен күҙ алдына ғына килтерегеҙ! (Ниҡ. 6:15). Беҙҙең көндәрҙә әҙерлек рухы сағылдырған апай-ҡәрҙәштәр хеҙмәттең махсус бер төрөндә — Йәһүәгә табыныу өсөн тәғәйенләнгән биналарҙы төҙөү һәм хеҙмәтләндереү эшендә шатланып ҡатнаша. Был эштең уңышлы булыуы уларҙың оҫталығына, тырышлығына һәм тоғролоғона бәйле.

12. Йәһүә беҙҙе, Тавифаны кеүек, нисек ҡуллана ала?

12 Йәһүә Тавифаны «күп яҡшы эштәр» ҡылырға, шулай уҡ «фәҡирҙәргә» һәм айырыуса тол ҡатындарға ярҙам итергә рухландырған (Ғәм. 9:36). Тавифа бик йомарт һәм игелекле булған, шунлыҡтан күптәр уның үлеменә бик ныҡ ҡайғырған. Һәм илсе Петр уны терелткәс, улар сикһеҙ шатланған (Ғәм. 9:39—41). Тавифаның миҫалынан нимәгә өйрәнеп була? Беҙ барыбыҙ ҙа — йәштәр һәм ололар, ирҙәр һәм ҡатындар — ҡәрҙәштәребеҙгә ғәмәли ярҙам күрһәтә алабыҙ (Евр. 13:16).

13. Йәһүә Руфь исемле оялсан апай-ҡәрҙәште нисек ҡулланған, һәм Руфь ниндәй һығымтаға килгән?

13 Руфь исемле оялсан бер апай-ҡәрҙәш миссионер булырға хыялланған. Үҫмер сағында уға, өйҙән-өйгә йөрөп, буклеттар таратыу оҡшаған. Әммә ул был эште ашығып башҡарған, сөнки уға кешеләргә Алла Батшалығы тураһында һөйләүе ауыр булған. Шулай ҙа, оялсанлыҡҡа ҡарамаҫтан, 18 йәшендә ул пионер хеҙмәтен башлаған. 1946 йылда Руфь Гилеад мәктәбендә уҡып сыҡҡан, ә һуңыраҡ Гавай утрауҙарында һәм Япония илендә хеҙмәт иткән. Йәһүә уны шул илдәрҙә һөйөнөслө хәбәрҙе таратыуҙа ғәжәп итеп ҡулланған. Хеҙмәттә 80 йыл тирәһе үткәргәндән һуң, Руфь бындай һығымтаға килгән: «Йәһүә мине һәр ваҡыт нығытып торҙо. Ул миңә оялсанлыҡты еңергә ярҙам итте. Мин Йәһүәнең үҙенә таянған һәр ҡайһы кешене ҡуллана алғанына һис тә шикләнмәйем».

ЙӘҺҮӘ ҠУЛЫНДА ЯҠШЫ ҠОРАЛ БУЛЫҒЫҘ

14. Колосстарға 1:29 буйынса, Йәһүә ҡулында ҡорал булырға теләһәк, нимә эшләргә кәрәк?

14 Тарих дауамында Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрен төрлөсә ҡулланған. Ә һеҙ Йәһүә ярҙамында ниндәй эштәр башҡара алырһығыҙ? Был һеҙҙең күпме тырышлыҡтар һалырға әҙер булыуығыҙҙан тора. (Колосстарға 1:29-ҙы уҡығыҙ.) Йәһүәгә үҙегеҙҙе ҡулланырға рөхсәт итһәгеҙ, ул үҙ ихтыярын үтәр өсөн һеҙҙе ашҡыныусан вәғәзсе, оҫта уҡытыусы, яҡшы йыуатыусы, һәләтле эшсе йә ышаныслы дуҫ итер һәм башҡа кәрәкле ролдәр башҡарырға өйрәтер.

15. 1 Тимофейға 4:12, 15-тә кәңәш ителгәнсә, йәш ағай-ҡәрҙәштәргә Йәһүәнән нимә һорарға кәрәк?

15 Ә балиғ йәшкә етеп килгән ағай-ҡәрҙәштәр тураһында нимә әйтеп була? Хәҙер үҙ өҫтәнә яуаплылыҡ алып хеҙмәт ярҙамсыһы вазифаһын үтәй алған көслө ағай-ҡәрҙәштәргә ҙур ихтыяж бар. Күп йыйылыштарҙа өлкәндәрҙең һаны хеҙмәт ярҙамсыларына ҡарағанда күберәк. Йәш ағай-ҡәрҙәштәр, һеҙ йыйылышҡа күберәк ярҙам итеү теләге үҫтерә алыр инегеҙме? Ҡайһы саҡта ағай-ҡәрҙәштәрҙән: «Миңә вәғәзсе булыу оҡшай, шул еткән», — тигән һүҙҙәр ишетеп була. Һеҙ ҙә шулай уйлаһағыҙ, Йәһүәнән хеҙмәт ярҙамсыһы булыу теләге үҫтерергә ярҙам итеүен һәм хеҙмәттә күберәк эшләр өсөн көс биреүен һорағыҙ (Вәғ. 12:1). Беҙгә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк! (1 Тимофейға 4:12, 15-те уҡығыҙ.)

16. Беҙгә Йәһүәнән нимә һорарға кәрәк һәм ни өсөн?

16 Йәһүә һеҙгә уның ихтыярын үтәр өсөн кем булырға кәрәк, шул булырға ярҙам итә ала. Шуға күрә Йәһүәнән уның эшен башҡарырға теләк һәм көс һорағыҙ. Йәшме һеҙ, оломо, ваҡытығыҙҙы, көсөгөҙҙө һәм мөлкәтегеҙҙе Йәһүәне данлар өсөн ҡулланығыҙ (Вәғ. 9:10). Бер ҡасан да ҡурҡыуҙар арҡаһында хеҙмәттә асылған мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Алла эшенә хатта бәләкәй генә булһа ла өлөш индереү — беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҙур хөрмәт, сөнки шулай итеп беҙ ҡайғыртыусан Атабыҙға дан килтерәбеҙ!

127-СЕ ЙЫР Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем

^ 5 абз. Һеҙ, Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә, үҙегеҙҙе сикләнгән итеп тояһығыҙмы? Бәлки, һеҙ хатта, хеҙмәттә минән файҙа әҙ, тип уйлап ҡуяһығыҙҙыр. Йә, киреһенсә, һеҙ хеҙмәтегеҙҙе киңәйтергә йыйынмайһығыҙҙыр, ә Йәһүә һеҙҙән быны көтәлер. Был мәҡәләлә Йәһүәнең, үҙ ниәттәрен үтәр өсөн, беҙҙә нисек теләк һәм һәләт тыуҙыра алғаны ҡаралыр.

^ 3 абз. Илсе Павел үҙенең хатын беренсе быуаттағы мәсихселәргә яҙған булһа ла, уның хатында килтерелгән принциптар Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәренә лә ҡағыла.