Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Рутерфорд ҡәрҙәш конгреста сығыш яһай (Сидар-Пойнт, Огайо штаты). 1919 йыл

1919. Йөҙ йыл элек

1919. Йөҙ йыл элек

ДҮРТ йылдан ашыу барған Бөйөк һуғыш (һуңыраҡ ул Беренсе бөтә донъя һуғышы тип атала башлаған) 1919 йылда тамамланған. Үткән йылдың аҙағында халыҡтар һуғышыуҙан туҡтаған, һәм 1919 йылдың 18 ғинуарында Парижда тыныслыҡ конференцияһы башланған. Был конференцияның бер ҡаҙанышы — Версаль килешеүе. 1919 йылдың 28 июнендә көсөнә ингән был килешеү Германия һәм уға ҡаршы көрәшкән илдәр араһындағы һуғышты рәсми рәүештә туҡтатҡан.

Был килешеү һөҙөмтәһендә шулай уҡ Милләттәр Лигаһы тип аталған яңы ойошма барлыҡҡа килгән. Уның маҡсаты «халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү һәм халыҡ-ара тыныслыҡ менән именлек булдырыу» булған. Христиан диненең күп кенә сиркәүҙәре Милләттәр Лигаһын хуплаған. Америкалағы христиан сиркәүҙәренең федераль кәңәшмәһе Лиганы «Алла Батшалығының ерҙәге сәйәси сағылышы» тип иғлан иткән. Был кәңәшмә, Лиганы хуплауын күрһәтеп, Парижда үткән тыныслыҡ конференцияһына үҙ делегаттарын ебәргән. Шул делегаттарҙың береһе, был конференция кешелек тарихында яңы эраны асып ебәрҙе, тип әйткән.

Эйе, яңы эра ысынлап та башланған булған, әммә тыныслыҡ конференцияһында ҡатнашыусыларҙың тырышлыҡтары арҡаһында түгел. 1919 йылда, Йәһүә үҙ халҡын бығаса булмағандай әүҙемерәк вәғәзләргә дәртләндергәс, вәғәз эшендә яңы эра башланған. Әммә башта Изге Яҙманы тикшереүселәргә етди үҙгәрештәр кисерергә кәрәк булған.

АУЫР ҺАЙЛАУ

Джозеф Рутерфорд

Күҙәтеү манараһы, Изге Яҙма һәм трактаттар йәмғиәтенең директорҙарын һайлау осрашыуы шәмбе көнөнә, 1919 йылдың 4 ғинуарына планлаштырылған булған. Был осрашыу һәр йыл үткәрелгән. Ул ваҡытта Йәһүә халҡы араһында етәкселек алған Джозеф Рутерфорд һәм уның менән тағы ете ағай-ҡәрҙәш, нахаҡҡа ғәйепләнеп, Атланта ҡалаһында (Джорджия штаты, АҠШ) төрмәгә ябылған булған. Шуға күрә, төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәрҙе директорҙар итеп ҡабат һайларғамы йә уларҙың урынына башҡаларҙы ҡуйырғамы, тигән һорау тыуған.

Эвандер Кауард

Төрмәлә ултырғанда, Рутерфорд ҡәрҙәш ойошманың киләсәге тураһында борсолған. Уға ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең президент итеп башҡа кешене һайларға теләүе мәғлүм булған. Шуға күрә ул, һайлауҙарҙа ҡатнашҡан ҡәрҙәштәргә хат яҙып, президент итеп Эвандер Кауардты билдәләргә тәҡдим иткән. Рутерфорд Кауард ҡәрҙәште «тыныс», «аҡыллы» һәм «Раббыға тоғро» кеше итеп тасуирлаған. Әммә күп ағай-ҡәрҙәштәр һайлауҙарҙы ярты йылға кисектерергә теләгән. Төрмәләге ҡәрҙәштәрҙе яҡлаған юристар ҙа улар менән риза булған. Төрлө ҡараштарҙа торған ҡәрҙәштәр араһындағы бәхәс ҡыҙғандан-ҡыҙа барған.

Ричард Барбер

Унан һуң булған хәлде Ричард Барбер «урғылып аҡҡан һыуҙарҙы туҡтатыу» итеп һүрәтләгән. Бер ағай-ҡәрҙәш тороп баҫҡан да былай тигән: «Мин юрист түгел, әммә законлыҡ тураһында һүҙ киткәс, мин тоғроларҙың законы тураһында шуны беләм: Алла тоғролоҡ талап итә. Аллаға ышаныуыбыҙҙы күрһәтер өсөн, һайлауҙар үткәреп, президент итеп ҡабат Рутерфорд ҡәрҙәште билдәләүҙән дә яҡшыраҡ ысул күрмәйем» (Зәб. 18:25).

Александр Макмиллан

Төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәрҙең береһе Александр Макмиллан һөйләгәнсә, киләһе көндө Рутерфорд ҡәрҙәш уның камераһына шаҡыған да: «Ҡулыңды сығар әле», — тип әйткән. Ул Макмиллан ҡәрҙәшкә телеграмма биргән. Ундағы ҡыҫҡа ғына хәбәрҙе уҡып, Макмиллан ҡәрҙәш шунда уҡ барыһын аңлаған. Телеграммала былай тип яҙылған булған: «РУТЕРФОРД УАЙЗ ВАН БАРБЕР АНДЕРСОН БУЛЛИ ҺӘМ СПИЛЛ — ДИРЕКТОРҘАР. БЕРЕНСЕ ӨС ҠӘРҘӘШ — ИДАРА АҒЗАЛАРЫ. ЯРАТАБЫҘ ҺЕҘҘЕ». Тимәк, бөтә директорҙар ҡабат һайланған булған, ә Джозеф Рутерфорд һәм Уильям ван Амбург идара ағзалары булып ҡалған. Шулай итеп, Рутерфорд ҡәрҙәш президент булып хеҙмәт итеүен дауам итә алған.

АЗАТЛЫҠ!

Изге Яҙманы тикшереүселәр, төрмәлә ултырған һигеҙ ағай-ҡәрҙәште иреккә сығарһындар өсөн, петиция әҙерләгән. Был ҡыйыу ҡәрҙәштәр 700 000-дән ашыу ҡултамға йыйған. Шаршамбы көнө, 1919 йылдың 26 мартында, петиция хөкүмәткә ебәрелгәнсе, Рутерфордты һәм башҡа яуаплы ағай-ҡәрҙәштәрҙе төрмәнән азат иткәндәр.

Үҙен ҡаршы алған ҡәрҙәштәргә мөрәжәғәт итеп әйткән телмәрендә Рутерфорд былай тигән: «Мин шуға инанам: беҙ кисергән һынау беҙҙе тағы ла етдиерәк ауырлыҡтарға әҙерләне. [...] Һеҙ ҡәрҙәштәрегеҙҙе төрмәнән сығарыр өсөн көрәшмәнегеҙ. Был һеҙҙең иң мөһим маҡсатығыҙ булманы. [...] Һеҙ Хәҡиҡәтте иғлан итеү өсөн көрәштегеҙ, һәм был эштә ҡатнашҡандар күп фатихалар алды».

Ул ваҡытта ҡәрҙәштәр менән булған ваҡиғалар Йәһүәнең нисек эш итә алғанына миҫал булып тора. 1919 йылдың 14 майында апелляция суды бындай ҡарар сығарған: «Ғәйепләнеүселәрҙең хоҡуғы булһа ла, төплө суд тикшереүе үткәрелмәгән, шуға күрә хөкөм ҡарары ғәмәлдән сығарыла». Ағай-ҡәрҙәштәр етди енәйәттәрҙә ғәйепләнгән. Әгәр уларҙы амнистия буйынса йә хөкөм ҡарарын йомшартҡанға сығарған булһалар, уларҙың документтарында, хөкөмгә тартылған, тигән яҙыу булыр ине. Әммә ағай-ҡәрҙәштәр тулыһынса аҡланған булған. Һөҙөмтәлә судья Рутерфорд үҙенең юрист булыу хоҡуғын юғалтмаған һәм АҠШ-тың Юғары судында Йәһүә халҡын күп тапҡырҙар яҡлай алған.

АШҠЫНЫП ВӘҒӘЗЛӘҮ

«Беҙ, ҡул ҡаушарып, Хужаның беҙҙе күккә алыуын көтөп ултырырға йыйынмай инек, — тип иҫенә төшөрә Макмиллан ҡәрҙәш. — Беҙ Хужаның ихтыярын күрер өсөн нимәлер эшләргә кәрәклеген аңланыҡ».

Әммә баш идаралағы ҡәрҙәштәр быға тиклем йылдар буйына башҡарылған эште еңел генә яңынан башлай алмаған. Ни өсөн? Сөнки, улар төрмәлә ултырғанда, әҙәбиәт баҫтырыу формалары юҡ ителгән булған. Был хәл ҡәрҙәштәрҙе бойоҡторған, һәм ҡайһы берәүҙәр, вәғәз эше тамамланған, тип уйлай башлаған.

Изге Яҙманы тикшереүселәр вәғәзләгән хәбәр һаман да берәй кемгә ҡыҙыҡ булғанмы? Быны белер өсөн, Рутерфорд ҡәрҙәш лекция менән сығыш яһарға ҡарар иткән. Был лекцияға барыһы ла саҡырылған. «Лекцияға бер кем дә килмәһә, беҙ вәғәз эшенең тамамланғанын аңлар инек», — тип иҫенә төшөргән Макмиллан ҡәрҙәш.

Гәзиттә Рутерфорд ҡәрҙәштең «Ғазапланған кешелек өсөн өмөт» тигән лекцияһы тураһында яһалған белдереү (Лос-Анджелес, Калифорния штаты). 1919 йыл

Шулай итеп, йәкшәмбе көнө, 1919 йылдың 4 майында Рутерфорд ҡәрҙәш, етди ауырыуға ҡарамаҫтан, Лос-Анджелеста (Калифорния штаты) «Ғазапланған кешелек өсөн өмөт» тип аталған лекция менән сығыш яһаған. Лекцияға 3 500 кеше килгән, һәм йөҙәрләгән кешегә урын етмәгән. Киләһе көндө лекцияға тағы 1 500 кеше килгән. Ҡәрҙәштәр үҙ һорауына ап-асыҡ яуап алған: кешеләр хәҡиҡәтте белергә теләгән!

Ҡәрҙәштәрҙең ошонан һуң яһаған аҙымдары Йәһүә шаһиттарының бөгөнгә тиклем алып барған вәғәз эшенә йүнәлеш биргән.

КИЛӘСӘКТӘГЕ ҮҪЕШКӘ ӘҘЕР

1919 йыл 1 август һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда сентябрҙең башында Сидар-Пойнтта (Огайо штаты) дөйөм конгресс үткәреләсәге тураһында белдереү яһалған. «Һәр мәсихсе был конгресҡа барырға тейешлеген аңлаған», — тип иҫенә төшөргән Миссури штатынан Кларенс Бити исемле бер йәш ағай-ҡәрҙәш. Был конгресҡа көтөлмәгәнсә күп кеше — 6 000-дән ашыу ҡәрҙәш килгән. Яҡындағы Эри күлендә 200-ҙән ашыу кешенең һыуға сумдырылыуы был ваҡиғаны тағы ла шатлыҡлыраҡ иткән.

Беренсе «Алтын быуат» журналының тышлығы (1919 йыл, 1 октябрь)

Конгрестың бишенсе көнөндә, 1919 йылдың 5 сентябрендә Рутерфорд ҡәрҙәш «Хеҙмәттәштәргә мөрәжәғәт итеү» тигән телмәрендә «Алтын быуат» * тип аталған яңы журналдың сығыуы тураһында иғлан иткән. Был журнал «донъяла булып ятҡан мөһим ваҡиғалар хаҡында хәбәр итергә һәм Изге Яҙма нигеҙендә уларҙың сәбәбен аңлатырға» тейеш булған.

Изге Яҙманы тикшереүселәр яңы журналды ҡыйыулыҡ менән таратырға дәртләндерелгән. Ҡәрҙәштәр, яңы журналды хеҙмәттә нисек ҡулланып булғанын аңлатып, хат яҙған. Шул хатта бындай һүҙҙәр булған: «Һәр бағышланған [һыуға сумдырылған] хеҙмәтсе вәғәзләү — оло хөрмәт икәнен иҫтә тотһон һәм, асылған мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса, бөтә донъяға шаһитлыҡ биреү эшенә өлөш индерһен». Ҡәрҙәштәр был саҡырыуҙы теләп ҡабул иткән! Батшалыҡ вәғәзселәренең тырышлыҡтары арҡаһында декабрь айына яңы журналға 50 000-дән ашыу кеше яҙылған.

Ағай-ҡәрҙәштәр «Алтын быуат» журналы тейәлгән машина янында (Бруклин, Нью-Йорк)

1919 йылдың аҙағына Йәһүәнең халҡы яҡшы ойошторолған булған һәм яңы көс менән вәғәз эшенә тотонған. Бынан тыш, шул ваҡыттарҙа һуңғы көндәргә ҡағылған бер нисә мөһим пәйғәмбәрлек үтәлгән. Малахи 3:1—4-тә әйтелгәнсә, Алла халҡы һыналған һәм сафландырылған. Йәһүәнең хеҙмәтселәре Бөйөк Вавилондың символик әсирлегенән азат ителгән, шулай уҡ Ғайса Мәсих «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе»не билдәләгән * (Асыл. 18:2, 4; Матф. 24:45). Хәҙер Изге Яҙманы тикшереүселәр Йәһүә тапшырған эште башҡарырға әҙер булған.

^ 22 абз. 1937 йылда «Алтын быуат» журналы «Йыуаныс» тигән исем алған, ә 1946 йылдан алып ул «Уянығыҙ!» тип атала башлаған.

^ 24 абз. 2013 йыл 15 июль һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (тат.) 10—12, 21—23-сө биттәрҙе һәм 2016 йылдың март айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (тат.) 29—31-се биттәрҙе ҡарағыҙ.