Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

43-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә үҙ ойошмаһы менән етәкселек итә

Йәһүә үҙ ойошмаһы менән етәкселек итә

«„Быларҙың барыһы хәрби көс тә, ҡеүәт ярҙамында ла түгел, ә минең рухым ярҙамында буласаҡ“, — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә» (ЗӘК. 4:6).

40-СЫ ЙЫР Кемгә бағышландың?

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Һыуға сумдырылған мәсихселәр артабан да нимә эшләргә тейеш?

ҺЕҘ һыуға сумдырылғанһығыҙмы? Әгәр шулай булһа, һеҙ барыһы алдында иманығыҙҙы белдергәнһегеҙ һәм Йәһүәнең ойошмаһы менән бергә хеҙмәт итергә әҙер булғанығыҙҙы күрһәткәнһегеҙ *. Әлбиттә, һеҙ иманығыҙҙы артабан да үҫтерергә тейеш. Һеҙгә шулай уҡ Йәһүәнең бөгөн үҙ ойошмаһын ҡулланғанына ышанысығыҙҙы нығытырға кәрәк.

2, 3. Йәһүә бөгөн үҙ ойошмаһы менән нисек етәкселек итә? Миҫал килтерегеҙ.

2 Йәһүәнең үҙ ойошмаһы менән нисек етәкселек иткәненән уның сифаттары, нормалары һәм ниәте тураһында белергә була. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең өс сифаты уның ойошмаһында нисек сағылғанын ҡарап сығайыҡ.

3 Беренсенән, Алла кеше айырмай (Ғәм. 10:34). Яратыуҙан сығып, Йәһүә «бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн» үҙенең Улын биргән (1 Тим. 2:6; Яхъя 3:16). Алла үҙенең хеҙмәтселәренә һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә кешегә вәғәзләргә ҡушҡан. Шулай итеп ул йоломға иман иткән һәр кешегә ҡотолорға мөмкинлек аса. Икенсенән, Йәһүә — тәртип һәм тыныслыҡ Аллаһы (1 Кор. 14:33, 40). Шуға күрә уның халҡы ла тәртиптә һәм берҙәмлектә хеҙмәт итә. Өсөнсөнән, Йәһүә — «Бөйөк Нәсихәтсе» (Ишағ. 30:20, 21). Бына ни өсөн уның ойошмаһы беҙҙе Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтә һәм беҙгә башҡаларҙы өйрәтергә ярҙам итә. Беренсе быуаттағы мәсихселәр Йәһүәнең был өс сифатын нисек сағылдырған? Ә беҙ бөгөн уларҙы нисек сағылдырабыҙ? Һәм изге рух беҙгә Йәһүәнең ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итергә нисек ярҙам итә?

АЛЛА КЕШЕ АЙЫРМАЙ

4. Ғәмәлдәр 1:8-ҙән күренеүенсә, Ғайса үҙ шәкерттәренә нимә эшләргә ҡушҡан, һәм улар ниндәй ярҙам алырға тейеш булған?

4 Беренсе быуатта. Ғайса Мәсих иғлан иткән хәбәр бөтә кешеләргә лә өмөт биргән (Лука 4:43). Ул шәкерттәренә үҙе башлаған эште дауам итергә һәм «донъяның сигенә» тиклем вәғәзләргә ҡушҡан (Ғәмәлдәр 1:8-ҙе уҡығыҙ.) Әлбиттә, был эште улар үҙ көстәре менән башҡара алмаҫ ине. Уларға изге рух — Ғайса вәғәҙә иткән ярҙамсы кәрәк булған (Яхъя 14:26; Зәк. 4:6).

5, 6. Изге рух Ғайсаның шәкерттәренә нисек ярҙам иткән?

5 Изге рух Ғайсаның шәкерттәренә б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамында бирелгән. Изге рухтың ярҙамы менән улар шунда уҡ вәғәзләй башлаған, һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә меңәрләгән кеше һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул иткән (Ғәм. 2:41; 4:4). Эҙәрләүҙәр башланғас, шәкерттәр ҡурҡыуға бирелмәгән, ә Алланан ярҙам һорап, былай тип доға ҡылған: «Ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҙур ҡыйыулыҡ менән һөйләргә көс бир». Унан һуң улар изге рух менән һуғарылған һәм «Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән» һөйләүен дауам иткән (Ғәм. 4:18—20, 29, 31).

6 Ғайсаның шәкерттәре башҡа ауырлыҡтар менән дә осрашҡан. Мәҫәлән, уларҙың Яҙмалар төргәктәре әҙ булған. Бынан тыш, уларҙың беҙҙеке һымаҡ Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн баҫмалары булмаған. Өҫтәүенә, уларға төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләргә вәғәзләргә кәрәк булған. Бөтә был ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ашҡынып хеҙмәт иткән шәкерттәр булдыра алмаҫлыҡты булдырған: яҡынса 30 йыл эсендә һөйөнөслө хәбәр «донъялағы һәр йән эйәһенә» вәғәзләнгән (Кол. 1:6, 23).

7. Йөҙ йылдан ашыу элек ҡәрҙәштәр Йәһүәнең үҙҙәренән нимә көткәнен ҡайҙан белгән, һәм был уларға нисек тәьҫир иткән?

7 Беҙҙең көндәрҙә. Йәһүә үҙ халҡы менән етәкселек итеүен һәм уға көс биреүен дауам итә. Күбеһенсә ул быны үҙенең Һүҙе аша эшләй. Унда беҙ Ғайса Мәсихтең хеҙмәте тураһында һәм уның үҙ шәкерттәренә вәғәзләргә әмер биргәне хаҡында уҡыйбыҙ (Матф. 28:19, 20). 1881 йылдың июлендә сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда былай тип яҙылған ине: «Йәһүә беҙҙе нимә өсөн саҡырған, йәғни майлаған? Дан ҡаҙаныу йә байлыҡ йыйыу өсөн түгел. Ул беҙҙе, үҙебеҙҙә булғандың барыһын ҡулланып, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләр өсөн һайлаған». 1919 йылда «Эш кемгә тапшырылған?» тигән брошюрала вәғәзгә ҡағылышлы күрһәтмәләр бирелгән. Унда былай тиелгән: «Был эш ғәләмәт ҙур булып күренә, әммә ул Хужаныҡы, һәм беҙ был эште уның ярҙамы менән башҡарып сығырбыҙ». Эйе, беренсе мәсихселәр һымаҡ, шул ҡәрҙәштәр ҡыйыу рәүештә тырышып хеҙмәт иткән һәм һис тә шикләнмәгән: изге рух уларға һәр төрлө кешегә вәғәзләргә ярҙам итәсәк. Беҙҙең дә шундай ныҡлы ышаныс бар.

Йәһүәнең ойошмаһы һөйөнөслө хәбәрҙе таратыр өсөн иң яҡшы ҡоралдар ҡуллана (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8, 9. Йәһүәнең ойошмаһы элегерәк нисек вәғәзләгән һәм хәҙер ниндәй вәғәзләү ысулдары ҡуллана?

8 Йәһүәнең ойошмаһы һөйөнөслө хәбәрҙе таратыр өсөн иң яҡшы ҡоралдар ҡуллана. Был ҡоралдар араһында баҫтырылған баҫмалар, «Барлыҡҡа килтереү тураһында фотодрама», патефондар, рупорлы автомобилдәр һәм радиостанциялар булған, ә һуңғы ваҡытта беҙ шулай уҡ электрон технологияларҙы ҡулланабыҙ. Бынан тыш, Алла ойошмаһы бығаса тарихта булмаған ғәжәп ҙур тәржемә эше алып бара! Шуның ярҙамында төрлө кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе туған телдәрендә ишетә ала. Йәһүә бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарай; ул, һөйөнөслө хәбәр «ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа» вәғәзләнер, тип алдан әйткән (Асыл. 14:6, 7). Йәһүә Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙең һәр кешегә еткерелеүен теләй.

9 Әммә ҡайһы бер кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе еткереүе еңел түгел, сөнки улар һаҡланған йорттарҙа йәшәй. Шундай кешеләргә шаһитлыҡ бирер өсөн Йәһүәнең ойошмаһы йәмәғәт урындарында төрлө вәғәзләү ысулдары ҡуллана. Мәҫәлән, 2001 йылда Етәксе кәңәшмә Францияла, ә һуңыраҡ башҡа илдәрҙә лә әҙәбиәт өсөн стендтар ҡулланыуҙы хуплаған. Был ысул күп яҡшы емештәр килтергән. 2011 йылда Нью-Йорк ҡалаһының иң шаулы райондарының береһендә махсус программа эш итә башлаған. Беренсе йыл эсендә 102 129 китап һәм 68 911 журнал таратылған. Бынан тыш, 4 701 кеше Изге Яҙма өйрәнеүе һораған. Күренеүенсә, Йәһүә был вәғәзләү ысулын изге рух менән фатихалаған! Шуға күрә Етәксе кәңәшмә күсмә стендтарҙы бөтә донъя буйынса ҡулланыуҙы хуплаған.

10. Вәғәзләү һәм өйрәтеү эшендә оҫтарыр өсөн нимә эшләп була?

10 Һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Йыйылыш осрашыуҙарында Йәһүә беҙҙе вәғәзләргә өйрәтә. Был белемдәрҙе ҡулланығыҙ. Вәғәз төркөмөгөҙ менән даими вәғәзләгеҙ. Төркөмөгөҙҙә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр һеҙгә вәғәзләү һәм өйрәтеү эшендә оҫтарырға ярҙам итер һәм үҙҙәренең үрнәге менән һеҙҙе рухландырыр. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, артабан да вәғәздә ҡатнашығыҙ. Был мәҡәләнең төп аятында әйтелгәнсә, беҙ Алланың ихтыярын үҙ көсөбөҙ менән түгел, ә изге рух ярҙамында үтәйбеҙ (Зәк. 4:6). Һис шикһеҙ, Йәһүә беҙгә көс бирер, беҙ бит уның эшен башҡарабыҙ.

ЙӘҺҮӘ — ТӘРТИП ҺӘМ ТЫНЫСЛЫҠ АЛЛАҺЫ

11. Беренсе быуаттағы етәксе кәңәшмә Алла халҡында тәртип һаҡлар өсөн нисек эш иткән?

11 Беренсе быуатта. Иерусалимдағы етәксе кәңәшмә Алла халҡында тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлар өсөн берҙәмлектә эш иткән (Ғәм. 2:42). Мәҫәлән, б. э. 49 йылында мәсихселәр араһында сөннәтләнеүгә ҡағылышлы бәхәс ҡупҡас, етәксе кәңәшмә, изге рухтың ярҙамына таянып, был һорауҙы ҡарап сыҡҡан. Бәхәс хәл ителмәгән булһа, был вәғәз эшенә ҡамасаулар ине. Иерусалимдағы илселәр һәм өлкәндәр йәһүд халҡынан булған, әммә уларҙың ҡарарына йәһүд йолалары ла, был йолаларҙы үтәргә кәрәк тип раҫлаған мәсихселәр ҙә тьәҫир итмәгән. Улар Алла Һүҙенә таянған һәм изге рух етәкселеге буйынса эш иткән (Ғәм. 15:1, 2, 5—20, 28). Был нимәгә килтергән? Йәһүә уларҙың ҡарарын фатихалаған: мәсихселәр араһында тыныслыҡ һәм берҙәмлек урынлашҡан, һәм вәғәз эше алға киткән (Ғәм. 15:30, 31; 16:4, 5).

12. Бөгөн Йәһүәнең ойошмаһында тыныслыҡ һәм тәртип булғаны нимәнән күренә?

12 Беҙҙең көндәрҙә. Йәһүәнең ойошмаһы Алла халҡында тәртип һәм тыныслыҡ һаҡларға тырыша. 1895 йыл 15 ноябрь һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда «Килешле һәм тәртипле» тигән мәҡәлә баҫтырылған булған. 1 Коринфтарға 14:40-ҡа нигеҙләнгән шул мәҡәләлә былай тиелгән: «Илселәр беренсе быуаттағы мәсихселәргә тәртип тураһында күп яҙған... Беҙгә лә „нәсихәт итеп“ яҙылғандарға артабан да ҡолаҡ һалыу бик мөһим» (Рим. 15:4). Бөгөн Йәһүәнең хеҙмәтселәре, беренсе быуаттағы мәсихселәр һымаҡ, тыныслыҡта һәм берҙәмлектә хеҙмәт итә. Мәҫәлән, «Күҙәтеү манараһы»н өйрәнеү осрашыуына башҡа йыйылышҡа йә хатта икенсе илдәге йыйылышҡа барһағыҙ, һеҙ юғалып ҡалмаҫһығыҙ, сөнки был осрашыуҙың нисек үтәсәген һәм ниндәй мәҡәлә ҡараласағын беләһегеҙ. Һеҙ унда үҙегеҙҙе өйҙә һымаҡ тойорһоғоҙ! Алла рухы ғына шундай берҙәмлек булдыра ала! (Саф. 3:9).

13. Яҡуб 3:17-ләге һүҙҙәрҙе иҫәпкә алып, үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?

13 Һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең, берҙәмлек һаҡлап, тыныс-татыу йәшәүен теләй (Ефес. 4:1—3). Шуға күрә үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Мин йыйылыштың берҙәмлегенә һәм тыныслығына өлөш индерәмме? Етәкселекте үҙ өҫтөнә алған ҡәрҙәштәргә буйһонаммы? Башҡалар мине ышаныслы тип һанаймы? (Йыйылышта яуаплы вазифалар үтәгән ҡәрҙәштәргә был хаҡта уйланыу айырыуса мөһим.) Барыһын үҙ ваҡытында эшләйемме? Башҡаларға теләп ярҙам итәмме?» (Яҡуб 3:17-не уҡығыҙ.) Берәй өлкәлә яҡшырырға кәрәк булғанын күрһәгеҙ, изге рух һорап доға ҡылығыҙ. Изге рухҡа шәхесегеҙгә һәм эштәрегеҙгә ни тиклем нығыраҡ тьәҫир итергә юл ҡуяһығыҙ, ҡәрҙәштәр һеҙҙе шул тиклем нығыраҡ яратыр һәм ҡәҙерләр.

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ӨЙРӘТӘ ҺӘМ БӨТӘ КӘРӘКЛЕ НӘМӘЛӘР БИРӘ

14. Беренсе быуатта Йәһүә үҙ халҡын нисек өйрәткән? (Колосстарға 1:9, 10).

14 Беренсе быуатта. Йәһүәгә үҙ халҡын өйрәтеүе бик оҡшай (Зәб. 32:8). Ул беҙҙең уны белеүебеҙҙе, яратыуыбыҙҙы һәм уның һөйөклө балалары булараҡ мәңге йәшәүебеҙҙе теләй. Ул беҙҙе өйрәтмәһә, быларҙың барыһы мөмкин булмаҫ ине (Яхъя 17:3). Беренсе быуатта Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен йыйылыш аша өйрәткән. (Колосстарға 1:9, 10-ды уҡығыҙ.) Шулай уҡ Ғайса вәғәҙә иткән ярҙамсы, йәғни изге рух был йәһәттән мөһим роль уйнаған (Яхъя 14:16). Ул шәкерттәргә Яҙмаларҙы яҡшыраҡ аңларға, Ғайсаның һүҙҙәрен һәм эштәрен иҫкә төшөрөргә һәм бының нигеҙендә һуңыраҡ Инжил китабын яҙырға ярҙам иткән. Был белемдәр беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең иманын нығытҡан һәм уларҙың Йәһүәгә ҡарата, шулай уҡ Ғайсаға һәм бер-береһенә ҡарата яратыуын көсәйткән.

15. Йәһүә Ишағыя 2:2, 3-тә яҙылған вәғәҙәһен нисек үтәй?

15 Беҙҙең көндәрҙә. Йәһүә «һуңғы көндәр» тураһында бындай пәйғәмбәрлек әйткән: төрлө халыҡ кешеләре уның «тауына» ағылыр, йәғни хаҡ ғибәҙәткә ҡушылыр һәм уның юлдарына өйрәнер. (Ишағыя 2:2, 3-тө * уҡығыҙ.) Беҙ был пәйғәмбәрлектең үтәлеүен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Хаҡ ғибәҙәт, тау һымаҡ, башҡа ялған диндәрҙән өҫтөн тора. Һәм Йәһүә рухи яҡтан беҙҙе яҡшы итеп туҡландыра (Ишағ. 25:6). Йәһүә «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша биргән рухи аҙыҡтың муллығы һәм төрлөлөгө таң ҡалдыра: мәҡәләләр менән телмәрҙәрҙән алып видеояҙмалар менән йәнһүрәттәргә тиклем (Матф. 24:45). Беҙ Әйүптең дуҫы Илуйҙыҡына оҡшаш хистәр кисерәбеҙ. Ул Алла тураһында былай тигән: «Уның кеүек нәсихәтсе бармы?» (Әйүп 36:22).

Хәҡиҡәттә инанған булығыҙ һәм уны тормошта ҡулланығыҙ (16-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

16. Рухи яҡтан үҫер өсөн һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?

16 Һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Изге рух һеҙгә Алла Һүҙенән белгәндәрегеҙҙе тормошта ҡулланырға ярҙам итер. Мәҙхиә йырлаусы һымаҡ, былай тип доға ҡылығыҙ: «Мине үҙеңдең юлыңа өйрәт, эй Йәһүә. Мин хәҡиҡәтеңдә йөрөрмөн. Исемеңде тәрән хөрмәт итер өсөн, йөрәгемде бер бөтөн ит» (Зәб. 86:11). Йәһүә үҙенең Һүҙе һәм ойошмаһы аша биргән рухи аҙыҡ менән артабан да туҡланығыҙ. Әлбиттә, һеҙҙең маҡсатығыҙ белем туплау ғына түгел. Һеҙгә бөтә йөрәктән Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә ышанырға һәм улар буйынса йәшәргә кәрәк. Йәһүәнең изге рухы һеҙгә был йәһәттән ярҙам итер. Шулай уҡ ҡәрҙәштәрҙе рухландырыу мөһим (Евр. 10:24, 25). Сөнки улар — һеҙҙең рухи ғаиләгеҙ. Алланың изге рухы һеҙгә осрашыуҙарҙа эскерһеҙ комментарийҙар бирергә һәм йөкләмәләрҙе сифатлы итеп әҙерләргә ярҙам итһен, тип доға ҡылығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ Йәһүәгә һәм уның Улына уларҙың ҡәҙерле «һарыҡтарын» яратҡанығыҙҙы күрһәтерһегеҙ (Яхъя 21:15—17, ЯДТ).

17. Һеҙ Йәһүәнең ойошмаһы менән тоғро хеҙмәттәшлек иткәнегеҙҙе нисек күрһәтә алаһығыҙ?

17 Оҙаҡламай ер йөҙөндә бер генә ойошма — Йәһүәнең ойошмаһы ҡаласаҡ. Шуға күрә уның менән тырышып хеҙмәттәшлек итегеҙ. Йәһүәнән өлгө алып, һәр төрлө кешеләрҙе яратығыҙ һәм уларға вәғәзләгеҙ. Йәһүә һымаҡ, тәртип менән тыныслыҡты яратығыҙ һәм йыйылыштың берҙәмлегенә өлөш индерегеҙ. Бөйөк нәсихәтсегеҙҙе тыңлағыҙ һәм ул биргән рухи аҙыҡтан тулы файҙа алығыҙ. Шул саҡта Шайтан донъяһы юҡ ителгәндә, һеҙ ҡурҡмаҫһығыҙ, ә Йәһүәнең ойошмаһында хеҙмәт иткән кешеләр араһында булырһығыҙ.

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

^ 5 абз. Һеҙ Йәһүәнең бөгөн үҙ ойошмаһы менән етәкселек иткәненә ышанаһығыҙмы? Был мәҡәләнән беҙ Йәһүәнең беренсе быуаттағы йыйылыш менән һәм хәҙерге ваҡытта үҙенең халҡы менән нисек етәкселек иткәнен белербеҙ.

^ 1 абз. АҢЛАТМА. Йәһүәнең ойошмаһы күктәге һәм ерҙәге өлөштәрҙән тора. Был мәҡәләлә «ойошма» тигән һүҙ Йәһүә ойошмаһының ерҙәге өлөшөнә ҡарай.

^ 15 абз. Ишағыя 2:2, 3: «Һуңғы көндәрҙә Йәһүә йортоноң тауы тау баштарынан юғарыраҡ урынлашыр. Ул ҡалҡыулыҡтарҙан өҫтөн күтәрелер, һәм бар халыҡтар уға ағылыр. Күп халыҡтарҙан сыҡҡан кешеләр килеп, былай тиер: „Килегеҙ, Йәһүә тауына, Яҡуп Аллаһының йортона менәйек. Ул беҙҙе үҙ юлдарына өйрәтер. Беҙ уның һуҡмаҡтарынан йөрөрбөҙ“. Сөнки ҡанун — Сиондан, Йәһүәнең һүҙе Иерусалимдан сығыр».

^ 53 абз. РӘСЕМДӘ: вәғәзселәргә ихтыяж булған илдәргә күскән ҡәрҙәштәр тураһында видеояҙмалар ҡарағас, пионер апай-ҡәрҙәш уларҙың үрнәгенә эйәрергә ҡарар итә. Ахыр сиктә ул үҙенең маҡсатына өлгәшә.