Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

41-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ (I өлөш)

Өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ (I өлөш)

«Һеҙҙең хеҙмәтебеҙ аша яҙылған Мәсих хаты булыуығыҙҙы барыһы ла күрә» (2 КОР. 3:3).

78-СЕ ЙЫР Алла Һүҙенә өйрәтәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

Өйрәнеүсенең һыуға сумдырылыуы бөтә йыйылышҡа күп шатлыҡ килтерә, сөнки улар барыһы ла уны ярата! (1-се абзацты ҡарағыҙ.)

1. 2 Коринфтарға 3:1—3-тән өйрәнеүсене һыуға сумдырылыуға әҙерләү хөрмәт икәне нисек күренә? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

ҺЕҘҘЕҢ йыйылышығыҙҙан берәй өйрәнеүсе һыуға сумдырылһа, һеҙ нимә тояһығыҙ? Әлбиттә, күңелегеҙ шатлыҡ менән тула! (Матф. 28:19). Ә әгәр шул кеше менән өйрәнеүҙе һеҙ үткәргән булһағыҙ, һеҙҙең өсөн уның һыуға сумдырылыуы айырыуса тулҡынландырғыс! (1 Фес. 2:19, 20). Яңы һыуға сумдырылған шәкерттәр өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәштәр өсөн генә түгел, ә бөтөн йыйылыш өсөн дә «хуплау хаттары» булып тора. (2 Коринфтарға 3:1—3-тө уҡығыҙ.)

2. а) Ниндәй мөһим һорауҙы ҡарап сығырға кәрәк һәм ни өсөн? б) Изге Яҙма өйрәнеүе нимә ул? (Төшөрмәне ҡарағыҙ.)

2 Һуңғы дүрт йыл дауамында бөтә донъя буйынса ай һайын яҡынса 10 000 000 Изге Яҙма өйрәнеүе * үткәрелгән. Быны күреү бик шатлыҡлы. Шул ваҡыт эсендә йыл һайын, уртаса алғанда, 280 000-дән ашыу кеше Йәһүә шаһиты булараҡ һыуға сумдырылған. Ә ҡалған миллионлаған өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылырға ярҙам итер өсөн нимә эшләп була? Әлегә Йәһүә кешеләргә Мәсихтең шәкерттәре булырға ваҡыт биреп түҙемлек күрһәтә, беҙ ҙә уларға һыуға сумдырылырға ярҙам итер өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға теләйбеҙ. Ваҡыт бик әҙ ҡалды! (1 Кор. 7:29а; 1 Пет. 4:7).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Хәҙерге ваҡытта шәкерттәр әҙерләү эше бик мөһим булғанға, Етәксе кәңәшмә, күберәк өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылырға ярҙам итер өсөн, филиалдарҙа был һорауҙы күтәргән. Ошо һәм киләһе мәҡәләлә беҙ тәжрибәле пионерҙарҙан, миссионерҙар һәм район күҙәтеүселәренән нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 11:14; 15:22) *. Беҙ Изге Яҙма өйрәнеүе уңышлыраҡ үтһен өсөн вәғәзселәр һәм өйрәнеүселәр нимә эшләй алғанын белербеҙ. Был мәҡәләлә өйрәнеүсегә һыуға сумдырылыу маҡсатына өлгәшергә ярҙам иткән биш кәңәшкә иғтибар ителер.

ҺӘР АҘНА ӨЙРӘНЕГЕҘ

Өйрәнеүсенән, өйрәнеүҙе берәй ҡайҙа ултырып дауам итергә мөмкинлек бармы, тип һорағыҙ (4—6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

4. Кеше менән ишек төбөндә үткәрелгән ҡыҫҡа өйрәнеү тураһында әйткәндә, беҙ нимәне аңларға тейеш?

4 Күп ҡәрҙәштәр Изге Яҙма өйрәнеүен кешенең ишек төбөндә үткәрә. Изге Яҙмаға ҡыҙыҡһыныу үҫтерер өсөн был яҡшы ысул булһа ла, шундай әңгәмәләр, ғәҙәттә, ҡыҫҡа ғына һәм аҙна һайын үтмәҫкә мөмкин. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр кешенең телефон номерын йә электрон почтаһының адресын * алырға тырыша. Уның ҡыҙыҡһыныуын артабан да үҫтерер өсөн ҡәрҙәштәр, килеп китеүҙәр араһында шылтыратып йә мессенджерҙар аша яҙып, Изге Яҙмалағы фекерҙәр менән бүлешә. Шундай осраҡлы аралашыуҙар бер нисә ай үткәс тә уңышлы Изге Яҙма өйрәнеүенә әйләнмәҫкә мөмкин. Әгәр кеше өйрәнеүгә күберәк ваҡыт һәм көс сарыф итмәһә, ул һыуға сумдырылырға әҙер була алырмы? Моғайын, юҡтыр.

5. Ғайсаның Лука 14:27—33-тә яҙылған һүҙҙәре шәкерттәр әҙерләү эшендә нисек ярҙам итә ала?

5 Бер тапҡыр Ғайса, уның шәкерте булып китергә теләгәндәргә нимә эшләргә кәрәклеген аңлатыр өсөн, манара төҙөргә йыйынған кеше тураһында һәм һуғышҡа барған батша тураһында ике миҫал килтергән. Ғайса аңлатҡанса, манараны төҙөп бөтөрә алырмы, юҡмы икәнен белер өсөн төҙөүсе «иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген [хисаплай]», һәм батша ла ғәскәре еңә алырмы икәнен белер өсөн, «ултырып, кәңәш [ҡора]». (Лука 14:27—33-тө уҡығыҙ.) Шуның шикелле, Ғайса артынан барырға теләгән кеше лә шәкерт булыуҙың үҙ эсенә нимә алғаны хаҡында яҡшы итеп уйланырға тейеш. Шуға күрә беҙгә буласаҡ шәкерттәрҙе аҙна һайын өйрәнергә өндәргә кәрәк. Быны нисек эшләп була?

6. Өйрәнеү уңышлы булып китһен өсөн нимә эшләп була?

6 Ишек төбөндә үткән өйрәнеүҙәрҙе оҙағыраҡ ваҡыт үткәреп ҡарағыҙ. Бәлки, һеҙ килгән һайын бер генә аят түгел, ә ике аят ҡарап сыға алырһығыҙ. Кеше оҙағыраҡ һөйләшеүҙәргә өйрәнеп киткәс, унан, өйрәнеүҙе берәй ҡайҙа ултырып дауам итергә мөмкинлек бармы, тип һорарға була. Кешенең яуабы уның Изге Яҙма өйрәнеүенә ни тиклем етди ҡарағанын күрһәтер. Һуңыраҡ, уның үҫешен тиҙләтер өсөн, аҙнаһына ике тапҡыр өйрәнергә теләр инегеҙме, тип һорарға була. Әммә был ғына етмәй.

ҺӘР ӨЙРӘНЕҮГӘ ӘҘЕРЛӘНЕГЕҘ

Өйрәнеүгә яҡшы итеп әҙерләнегеҙ һәм өйрәнеүсегә лә быны нисек эшләп булғанын күрһәтегеҙ (7—9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

7. Өйрәтеүсе нисек һәр өйрәнеүгә яҡшы итеп әҙерләнә ала?

7 Өйрәтеүсе булараҡ, һеҙ һәр өйрәнеүгә яҡшы итеп әҙерләнергә тейеш. Тәүҙә материал менән танышығыҙ һәм килтерелгән бөтә аяттарҙы ҡарап сығығыҙ. Төп фекерҙәрҙе яҡшы итеп аңларға тырышығыҙ. Теманың исеме, өҫтәмә исемдәр, һорауҙар, «уҡығыҙ» тип билдәләнгән аяттар, рәсемдәр һәм темаға тура килгән видеояҙмалар тураһында уйланығыҙ. Шунан өйрәнеүсегеҙгә теманы нисек аңлайышлы һәм ябай итеп аңлатып булғаны тураһында уйланығыҙ. Был уға материалды яҡшы аңларға һәм тормошонда ҡулланырға ярҙам итер (Ниҡ. 8:8; Ғиб. һүҙ. 15:28а).

8. Илсе Павелдың Колосстарға 1:9, 10-да яҙылған һүҙҙәре беҙҙе өйрәнеүселәр тураһында доға ҡылырға нисек дәртләндерә?

8 Әҙерләнгән саҡта Йәһүәгә өйрәнеүсе һәм уның ихтыяждары хаҡында доға ҡылығыҙ. Кешене йөрәгенә үтеп инерлек итеп өйрәтер өсөн Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ. (Колосстарға 1:9, 10-ды уҡығыҙ.) Өйрәнеүсегә аңлауы һәм ҡабул итеүе ауыр булған фекерҙәрҙе алдан күрергә тырышығыҙ. Онотмағыҙ: һеҙҙең маҡсатығыҙ — уға һыуға сумдырылырға ярҙам итеү.

9. Кешегә өйрәнеүгә әҙерләнергә нисек ярҙам итеп була? Аңлатығыҙ.

9 Беҙ шуға өмөтләнәбеҙ: Изге Яҙма өйрәнеүе даими рәүештә үткәрелгәнгә, өйрәнеүсе Йәһүә менән Ғайсаның эштәрен ҡәҙерләй башлар һәм күберәк белергә теләр (Матф. 5:3, 6). Өйрәнеү тулыраҡ файҙа килтерһен өсөн өйрәнеүсе иғтибарын материалға тупларға тейеш. Шуға күрә уға һәр өйрәнеүгә әҙерләнеү һәм материалдың файҙаһы тураһында уйланыу ни тиклем мөһим икәнен аңлатығыҙ. Быны нисек эшләп була? Берәй өйрәнеүгә бергәләп әҙерләнегеҙ *. Килтерелгән һорауҙарға нисек тура яуап табып булғанын аңлатығыҙ һәм төп һүҙҙәрҙең йә фекерҙәрҙең аҫтына һыҙып ҡуйыу яуапты иҫкә төшөрөргә ярҙам иткәнен күрһәтегеҙ. Шунан яуапты үҙ һүҙҙәре менән биреүен һорағыҙ. Шул саҡта өйрәнеүсенең яуабынан һеҙ уның материалды ни тиклем яҡшы аңлағанын күрерһегеҙ. Өйрәнеүсене тағы нимәгә дәртләндереп була?

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ҺӘР КӨН АРАЛАШЫРҒА ӨЙРӘТЕГЕҘ

Өйрәнеүсене Йәһүә менән аралашырға өйрәтегеҙ (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

10. Ни өсөн өйрәнеүсегә Изге Яҙманы көн дә уҡыу мөһим һәм, был уға күберәк файҙа килтерһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?

10 Беҙҙең менән аҙна һайын өйрәнеүҙән тыш, өйрәнеүсегә үҙенә Йәһүә менән көн һайын аралашырға кәрәк. Нисек итеп? Йәһүәне тыңлап һәм уға доға ҡылып. Изге Яҙманы көн дә уҡып, ул Алланы тыңлай ала (Еш. 1:8; Зәб. 1:1—3). Өйрәнеүсегә jw.org сайтында килтерелгән «Изге Яҙманы уҡыу графигы»н * нисек ҡулланып булғанын күрһәтегеҙ. Өйрәнеүсе Изге Яҙманы уҡыуҙан тулы файҙа алһын өсөн уны бындай һорауҙар өҫтөндә уйланырға өйрәтегеҙ: «Мин был өҙөктән Йәһүә тураһында нимә белдем? Белгәндәремде тормошта нисек ҡуллана алам?» (Ғәм. 17:11; Яҡ. 1:25).

11. Өйрәнеүсене дөрөҫ доға ҡылырға нисек өйрәтеп була, һәм ни өсөн уға Йәһүәгә йыш доға ҡылырға кәрәк?

11 Өйрәнеүсегеҙҙе Йәһүәгә көн һайын доға ҡылырға дәртләндерегеҙ. Һәр өйрәнеү алдынан һәм өйрәнеүҙән һуң бергәләп эскерһеҙ доға ҡылығыҙ һәм доғала өйрәнеүсегеҙҙе лә телгә алығыҙ. Һеҙҙең доғаларҙы тыңлап, ул ысын йөрәктән Йәһүәгә Ғайса Мәсих аша ихлас доға ҡылырға өйрәнер (Матф. 6:9; Яхъя 15:16). Изге Яҙманы көн һайын уҡыу, йәғни Йәһүәне тыңлау һәм доға ҡылыу, йәғни Йәһүә менән һөйләшеү өйрәнеүсегә Йәһүәгә яҡынлашырға бик ярҙам итер (Яҡ. 4:8). Был ғәҙәттәр ярҙамында өйрәнеүсе рухи яҡтан үҫер һәм ахыр сиктә, бағышланып, һыуға сумдырылырға әҙер булыр. Өйрәнеүсегә тағы нимә эшләү мөһим?

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ШӘХСИ МӨНӘСӘБӘТТӘР ҮҪТЕРЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

12. Вәғәзсе нисек өйрәнеүсегә Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам итә ала?

12 Өйрәнеү ваҡытында алған белемдәре өйрәнеүсенең аҡылына ғына түгел, ә йөрәгенә лә тәьҫир итергә тейеш. Ни өсөн? Сөнки беҙҙең теләктәрҙән һәм хис-тойғоларҙан торған символик йөрәк эш итергә дәртләндерә. Ғайсаның көслө дәлилдәр килтереп өйрәтеүе кешеләрҙең аҡылдарына ғына түгел, ә йөрәктәренә лә ныҡ тәьҫир иткән. Шуға күрә кешеләр уның артынан эйәргән дә (Лука 24:15, 27, 32). Өйрәнеү үткәргәндә, Йәһүәнең реаль шәхес икәнен күрһәтегеҙ. Өйрәнеүсегеҙ уның менән мөнәсәбәттәр үҫтереп булғанын аңлаһын. Уға Йәһүәне үҙенең Атаһы, Аллаһы һәм Дуҫы итеп күрергә ярҙам итегеҙ (Зәб. 25:4, 5). Ниндәй генә тема ҡаралһа ла, өйрәнеүсенең иғтибарын Йәһүәнең иҫ киткес сифаттарына йүнәлтегеҙ (Сығ. 34:5, 6; 1 Пет. 5:6, 7). Уға Йәһүәнең яратыу, игелек һәм шәфҡәтлелек һымаҡ матур сифаттарын ҡәҙерләргә ярҙам итегеҙ. Ғайса: «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең... менән ярат», — тип өйрәткән, ул быны «беренсе һәм иң мөһим әмер» тип атаған (Матф. 22:37, 38). Шуға күрә өйрәнеүсегеҙҙең йөрәгендә Йәһүәгә ҡарата тәрән яратыу үҫтерергә тырышығыҙ.

13. Өйрәнеүсене Йәһүәнең сифаттарын ҡәҙерләргә нисек өйрәтеп була?

13 Өйрәнеүсегеҙ менән аралашҡанда, Йәһүәгә ҡарата йылы хистәрегеҙ тураһында һөйләгеҙ. Бының ярҙамында өйрәнеүсе үҙенә лә Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә кәрәк икәнен аңлар (Зәб. 73:28). Мәҫәлән, өйрәнеү баҫмаһында йә Изге Яҙмала Йәһүәнең яратыуы, зирәклеге, ғәҙеллеге йә көсө тураһында осраған берәй фекер йөрәгегеҙгә айырыуса ныҡ тәьҫир итһә, өйрәнеүсегә был хаҡта әйтегеҙ. Шулай уҡ, был һеҙҙе Йәһүәне яратырға дәртләндергән фекерҙәрҙең береһе генә, тип әйтеп була. Әммә һыуға сумдырылыуға әҙер булыр өсөн өйрәнеүсегә тағы бер аҙым яһарға кәрәк.

ОСРАШЫУҘАРҒА ЙӨРӨРГӘ ДӘРТЛӘНДЕРЕГЕҘ

Өйрәнеүсегеҙҙе мөмкин тиклем тиҙерәк йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә дәртләндерегеҙ (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14. Еврейҙарға 10:24, 25-тә йыйылыш осрашыуҙары тураһында нимә әйтелә?

14 Беҙ өйрәнеүселәребеҙҙең һыуға сумдырылыуын теләйбеҙ. Уларға ярҙам итер өсөн бер ысул — йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә дәртләндереү. Тәжрибәле вәғәзселәр әйтеүенсә, осрашыуҙарға тиҙ арала йөрөй башлаған өйрәнеүселәр рухи яҡтан күпкә тиҙерәк үҫә (Зәб. 111:1). Ҡайһы бер вәғәзселәр үҙ өйрәнеүселәренә шуны аңлата: йыйылышта улар өйрәнеүҙә бирелмәгән күп белемдәр алыр. Өйрәнеүсегеҙ менән Еврейҙарға 10:24, 25 (уҡығыҙ) буйынса фекер алышығыҙ һәм осрашыуҙарға йөрөү уға ниндәй файҙа килтерәсәген аңлатығыҙ. Уға «Батшалыҡ залына рәхим итегеҙ!» тигән видеояҙманы * күрһәтегеҙ. Өйрәнеүсегеҙгә йыйылыш осрашыуҙарын тормошоноң мөһим өлөшө итергә ярҙам итегеҙ.

15. Өйрәнеүсебеҙҙе осрашыуҙарға даими йөрөргә дәртләндерер өсөн нимә эшләп була?

15 Өйрәнеүсе әлегә осрашыуҙарға йөрөмәһә йә ҡайһы саҡта ғына йөрөһә, нимә эшләп була? Уға һуңғы осрашыуҙа нимә белгәнегеҙҙе илһамланып һөйләгеҙ. Ябай саҡырыуға ҡарағанда был уға, моғайын, нығыраҡ тәьҫир итер. Өйрәнеүсегә киләһе осрашыуҙа ҡараласаҡ «Күҙәтеү манараһы» журналын йә «Тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» эш дәфтәрен бирегеҙ. Осрашыуҙа нимә тураһында һүҙ барасағын күрһәтегеҙ һәм, осрашыуҙың ниндәй өлөшө һиңә айырыуса ҡыҙыҡ булып күренә, тип һорағыҙ. Өйрәнеүсенең йыйылыш осрашыуында күрәсәге уның быға тиклем башҡа диндең осрашыуҙарында күргәндәренән бик айырылып торор (1 Кор. 14:24, 25). Ул йыйылышта үрнәк алырлыҡ ҡәрҙәштәр менән танышыр, һәм улар уға һыуға сумдырылырға ярҙам итер.

16. Уңышлы өйрәнеүҙәр үткәрер өсөн нимә эшләргә кәрәк, һәм киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

16 Шулай итеп, уңышлы өйрәнеү үткәрер өсөн һәм кешегә һыуға сумдырылырға ярҙам итер өсөн нимә эшләргә кәрәк? Кешегә өйрәнеүҙең мөһимлеген күрергә ярҙам итегеҙ: уны аҙна һайын өйрәнергә һәм яҡшы итеп әҙерләнергә өндәгеҙ. Шулай уҡ уны Йәһүә менән көн һайын аралашырға һәм уның менән мөнәсәбәттәр үҫтерергә дәртләндерегеҙ. Бынан тыш, өйрәнеүсене йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә өндәгеҙ. (« Һыуға сумдырылыуға әҙерләнер өсөн өйрәнеүсегә нимә эшләү мөһим?» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Өйрәнеүсегә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итер өсөн тағы биш кәңәш бар. Улар тураһында беҙ киләһе мәҡәләнән белербеҙ.

76-СЫ ЙЫР Алланы данлау ҙур шатлыҡ килтерә

^ 5 абз. Кешене нимәгәлер өйрәтеү уға уйланырға, аңларға һәм яңыса эш итергә ярҙам итеүҙе аңлата. 2020 йылдың йыллыҡ аяты итеп һайланған Матфей 28:19-ҙағы һүҙҙәр шуны иҫкә төшөрә: кешеләр менән Изге Яҙманы өйрәнеү һәм уларға Ғайса Мәсихтең шәкерттәре булараҡ һыуға сумдырылырға ярҙам итеү бик мөһим. Ошо һәм киләһе мәҡәләлә беҙ был мөһим эштә нисек оҫтарып булғанын күрербеҙ.

^ 2 абз. АҢЛАТМА. Әгәр һеҙ кеше менән регуляр рәүештә өйрәнеү өсөн сығарылған баҫма буйынса Изге Яҙма нигеҙендә фекер алышһағыҙ, һеҙ Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрәһегеҙ. Кешегә өйрәнеүҙең нисек үткәнен күрһәткәндән һуң тағы ике тапҡыр өйрәнһәгеҙ һәм өйрәнеү артабан да дауам ителер һымаҡ күренһә, һеҙ уны отчетҡа яҙа алаһығыҙ.

^ 3 абз. Был мәҡәләләрҙә шулай уҡ «Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ»ҙә (урыҫ) (2004 йылдың июль айынан алып 2005 йылдың май айына тиклем) «Өйрәнеүселәргә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итәбеҙ» тигән рубриканан алынған фекерҙәр килтерелгән.

^ 4 абз. Хеҙмәттең һәр төрөндә ҡатнашҡанда, вәғәзселәр шәхси мәғлүмәтте яҡлау ҡанундарына буйһонорға тейеш.

^ 9 абз. «Өйрәнеүсегә әҙерләнергә ярҙам ит» тигән дүрт минутлыҡ видеояҙманы ҡарағыҙ. Уны JW Library® ҡушымтаһында МУЛЬТИМЕДИА > НАШИ ВСТРЕЧИ И СЛУЖЕНИЕ > СОВЕРШЕНСТВУЕМ НАВЫКИ тигән һылтанма буйынса табып була.

^ 10 абз. «Изге Яҙманы уҡыу графигы»н КИТАПХАНА > КИТАПТАР ҺӘМ БРОШЮРАЛАР тигән һылтанма буйынса табып була.

^ 14 абз. JW Library® ҡушымтаһында МУЛЬТИМЕДИА > НАШИ ВСТРЕЧИ И СЛУЖЕНИЕ > ПОСОБИЯ ДЛЯ СЛУЖЕНИЯ тигән һылтанма буйынса үтегеҙ.