Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

42-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ (II өлөш)

Өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ (II өлөш)

«Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул» (1 ТИМ. 4:16).

77-СЕ ЙЫР Ҡараңғы донъяла яҡтылыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Шәкерттәр әҙерләү эше кеше ғүмерен ҡотҡарғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

ШӘКЕРТТӘР әҙерләү эше кеше ғүмерен ҡотҡара! Ни өсөн улай тип әйтеп була? Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәренә бындай әмер биргән: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, ...һыуға сумдырығыҙ» (Матф. 28:19, 20). Ә һыуға сумдырылыу — ҡотолоу өсөн мөһим талап. Сумдырылырға теләгән кеше шуға ышанырға тейеш: ҡотолоу Ғайсаның йолом ҡорбаны һәм терелеүе ярҙамында ғына мөмкин. Шуға күрә илсе Петр мәсихселәргә бындай һүҙҙәр яҙған: «Һыуға сумдырылыу йолаһы аша — хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ... Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды» (1 Пет. 3:21). Тимәк, яңы шәкерт, һыуға сумдырылып, ҡотолоуға алып барған юлға баҫа.

2. Өйрәтеү тураһында әйткәндә, 2 Тимофейға 2:24, 25-тәге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

2 Шәкерттәр әҙерләр өсөн беҙгә «өйрәтеүгә маһир», йәғни оҫта булырға кәрәк. (2 Тимофейға 2:24, 25-те уҡығыҙ.) Ни өсөн? Сөнки Ғайса былай тигән: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы ...өйрәтегеҙ». Илсе Павел, был эштә бирешмәҫкә өндәп, былай тип яҙған: «Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың». Бына ни өсөн Павел «өйрәтеүҙәреңә... иғтибарлы бул» тип өҫтәгән (1 Тим. 4:16). Шуныһы ап-асыҡ: шәкерттәр әҙерләр өсөн беҙгә яҡшы өйрәтә белергә кәрәк.

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Бөтә донъя буйынса миллионлаған Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрелә. Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, беҙ мөмкин тиклем күберәк өйрәнеүсегә Ғайса Мәсихтең шәкерте булараҡ һыуға сумдырылырға ярҙам итергә теләйбеҙ. Был мәҡәләлә беҙ өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылырға ярҙам итер өсөн тағы нимә эшләп булғанын белербеҙ. Бында биш кәңәшкә иғтибар ителер.

ИЗГЕ ЯҘМА ҺӨЙЛӘҺЕН

Тәжрибәле вәғәзсе менән, өйрәнеүҙә Изге Яҙманы нисек оҫтараҡ ҡулланып була, тип кәңәшләшегеҙ (4—6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

4. Ни өсөн Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргәндә, беҙгә тотанаҡлы булырға кәрәк? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

4 Беҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе бик яратабыҙ. Ә нимәнелер яратҡанда, беҙ уның тураһында күп һөйләй алабыҙ. Әммә ниндәй генә өйрәнеү үткәрһәк тә — «Күҙәтеү манараһы»н өйрәнеүме, йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеүме йә кеше менән өйрәнеүме — беҙ күп һөйләргә тейеш түгел. Ниндәйҙер һорауҙы ҡарағанда йә Изге Яҙманан берәй өҙөктө аңлатҡанда, тотанаҡлыҡ сағылдырығыҙ һәм белгәндәрегеҙҙең барыһын һөйләп бирергә тырышмағыҙ, Изге Яҙма һөйләһен (Яхъя 16:12) *. Һыуға сумдырылғанда булған белемдәрегеҙҙе хәҙерге белемдәрегеҙ менән сағыштырығыҙ. Моғайын, ул ваҡытта һеҙ төп тәғлимәттәрҙе генә белгәнһегеҙҙер (Евр. 6:1). Күп белем туплар өсөн һеҙгә йылдар талап ителде, шуға күрә өйрәнеүсегә бөтә белемдәрегеҙҙе бер өйрәнеүҙә бирергә тырышмағыҙ.

5. а) 1 Фессалоникаларға 2:13-тән күренеүенсә, өйрәнеүсе нимәне аңларға тейеш? б) Өйрәнеү ваҡытында кешене үҙ фекерҙәре менән бүлешергә нисек дәртләндереп була?

5 Өйрәнеүсе белемдең сығанағы Алла Һүҙе икәнен аңларға тейеш. (1 Фессалоникаларға 2:13-тө уҡығыҙ.) Быға нисек өлгәшеп була? Өйрәнеүсенән алған белемдәре тураһында нимә уйлағаны хаҡында һорағыҙ. Изге Яҙма өҙөктәрен уҡығанда, ҡайһы саҡта өйрәнеүсегеҙ уларҙы үҙе һеҙгә аңлатып бирһен. Өйрәнеүсегә Алла Һүҙендә яҙылғандарҙың уға нисек ҡағылғанын күрергә ярҙам итегеҙ. Кешегә фекере менән уртаҡлашырға дәртләндергән һорауҙар һәм дөрөҫ һығымтаға килергә ярҙам иткән һорауҙар бирегеҙ. Был һеҙгә уның уҡылған аяттар тураһында нимә уйлағанын белергә ярҙам итер (Лука 10:25—28). Мәҫәлән, шундай һорауҙар бирергә була: «Был аяттан һин Йәһүәнең ниндәй сифаты тураһында белдең? Ошо белемдәр һиңә нисек ярҙам итә ала? Беҙ ҡарап сыҡҡан материал тураһында һин нимә уйлайһың?» (Ғиб. һүҙ. 20:5). Өйрәнеүсенең күпме белгәне түгел, ә был белемдәрҙе ни тиклем ҡәҙерләгәне һәм тормошта ҡулланғаны мөһим.

6. Ни өсөн өйрәнеүгә тәжрибәле вәғәзсене саҡырыу яҡшы булыр ине?

6 Өйрәнеүгә тәжрибәле вәғәзсене саҡырырға була. Шул саҡта һеҙ унан, мин өйрәнеүҙе нисек үткәрәм һәм Изге Яҙманы оҫта ҡулланаммы, тип һорай алырһығыҙ. Өйрәтеү һәләтегеҙҙе яҡшыртырға теләһәгеҙ, баҫалҡы булырға кәрәк. (Ғәмәлдәр 18:24—26 менән сағыштырығыҙ.) Бынан тыш, тәжрибәле вәғәзсенән: «Һинеңсә, өйрәнеүсе материалды яҡшы үҙләштерәме?» — тип һорашырға була. Ә әгәр һеҙгә бер аҙнаға йә күберәк ваҡытҡа китергә тура килһә, шул уҡ вәғәзсене өйрәнеүҙе үткәрергә һорағыҙ. Шул саҡта өйрәнеү даими үткәрелер, һәм өйрәнеүсе уның мөһимлеген аңлар. Бер ҡасан да, был минең өйрәнеүем һәм минән башҡа уны бер кем дә үткәрә алмай, тип уйламағыҙ. Һеҙ бит өйрәнеүсенең артабан да рухи яҡтан үҫеүен теләйһегеҙ.

ИЛҺАМЛАНЫУ ҺӘМ ИНАНҒАНЛЫҠ МЕНӘН ӨЙРӘТЕГЕҘ

Өйрәнеүсене Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланырға өйрәтер өсөн, ҡәрҙәштәрҙең тормошо нисек яҡшырғаны тураһында һөйләгеҙ (7—9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

7. Өйрәнеүсегә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе ҡәҙерләргә нимә ярҙам итер?

7 Өйрәнеүсе һеҙҙең Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе яратыуығыҙҙы һәм уларҙа инанған булыуығыҙҙы күрһен (1 Фес. 1:5). Был уны хәҡиҡәттәрҙе күберәк ҡәҙерләргә дәртләндерер. Урынлы булһа, Изге Яҙманан ниндәй принциптар һеҙгә ярҙам иткәне тураһында һөйләгеҙ. Бының ярҙамында өйрәнеүсе Алла Һүҙенән кәңәштәр уға ла ярҙам итәсәген аңлар.

8. Һеҙ өйрәнеүсегә тағы нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

8 Өйрәнеү ваҡытында өйрәнеүсенең проблемаларына оҡшаш ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан ҡәрҙәштәр тураһында һөйләгеҙ. Һеҙ өйрәнеүгә шундай ҡәрҙәштәрҙең береһен саҡыра алаһығыҙ. Йә jw.org сайтында «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән рубриканан * тура килгән мәҡәләләрҙе табырға була. Ундай биографиялар һәм видеолар өйрәнеүсегә Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәү ни тиклем аҡыллы икәнен аңларға ярҙам итер.

9. Өйрәнеүсене белгәндәрен туғандарына һәм дуҫтарына һөйләргә нисек дәртләндереп була?

9 Өйрәнеүсенең тормош иптәше булһа, уға өйрәнеүгә ҡушылырға тәҡдим итегеҙ. Өйрәнеүсегеҙҙе белгәндәрен туғандарына һәм дуҫтарына һөйләргә дәртләндерегеҙ (Яхъя 1:40—45). Быны нисек эшләп була? Мәҫәлән, уға бындай һорауҙар бирегеҙ: «Һин был фекерҙе яҡындарыңа нисек аңлатыр инек?» йәки «Был тәғлимәтте дуҫыңа аңлатыр өсөн ниндәй аятты ҡулланыр инең?» Шундай һорауҙар ярҙамында һеҙ өйрәнеүсегеҙгә өйрәтеү һәләтен үҫтерергә ярҙам итерһегеҙ. Ә талаптарға тура килгәс, ул, һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булып, йыйылыш менән хеҙмәт итә алыр. Шулай уҡ өйрәнеүсенән уның таныштары араһында Изге Яҙманы өйрәнергә теләүселәр юҡмы тип һорашырға була. Шундай танышы булһа, өйрәнеүсенән һеҙгә шул кеше менән осрашыу ойоштороуын һорағыҙ. Шул саҡта һеҙ уның танышына «Изге Яҙма өйрәнеүе нисек үтә?» тигән видеояҙманы * күрһәтә алырһығыҙ.

ӨЙРӘНЕҮСЕНЕ ЙЫЙЫЛЫШТА ДУҪТАР ТАБЫРҒА ДӘРТЛӘНДЕРЕГЕҘ

Өйрәнеүсене йыйылышта дуҫтар табырға дәртләндерегеҙ (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

10. 1 Фессалоникаларға 2:7, 8 буйынса, беҙ Павелдан нисек өлгө ала алабыҙ?

10 Беҙ өйрәнеүселәребеҙ менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынырға тейеш. Өйрәнеүсегә буласаҡ ҡәрҙәшкә ҡарағандай ҡарағыҙ. (1 Фессалоникаларға 2:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Уға донъялағы дуҫтарын ҡалдырыу һәм Йәһүәгә хеҙмәт итә башлар өсөн кәрәкле үҙгәрештәр яһау еңел түгел. Уға йыйылышта дуҫтар табырға ярҙам итегеҙ. Үҙегеҙ ҙә уға дуҫ булығыҙ, өйрәнеүҙә генә түгел, ә бүтән ваҡытта ла уның менән ваҡыт үткәрегеҙ. Башҡа көндәрҙә лә уға шылтыратығыҙ, смс-хәбәрҙәр яҙығыҙ йә кереп сығығыҙ. Шул саҡта ул һеҙҙең ҡайғыртыуығыҙҙы тойор.

11. Ни өсөн өйрәнеүсегә йыйылышта дуҫтар табыу мөһим?

11 Африкала шундай әйтем бар: «Баланы бөтә ауыл үҫтерә». Ә беҙ былайыраҡ әйтә алабыҙ: «Өйрәнеүсене бөтә йыйылыш үҫтерә». Бына ни өсөн тәжрибәле вәғәзселәр йыйылышта өйрәнеүселәрен ҡәрҙәштәр менән таныштыра. Был өйрәнеүсегә Алла халҡы менән аралашырға мөмкинлек бирә. Ҡәрҙәштәр уға бик яҡшы йоғонто яһар, уға рухи һәм эмоциональ яҡтарҙан ярҙам итер. Беҙ бөтә өйрәнеүселәрҙең дә йыйылышта үҙҙәрен ғаиләлә кеүек тойоуын теләйбеҙ. Әгәр өйрәнеүсе ҡайғыртыусан ҡәрҙәшлектең яратыуын тойһа, был уға Йәһүәнән йыраҡлаштырған аралашыуҙан баш тартырға ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 13:20). Элекке дуҫтары менән бәйләнештәре өҙөлгәс, өйрәнеүсе Йәһүәнең ойошмаһында яҡшы дуҫтар табып булғанын белер (Марк 10:29, 30; 1 Пет. 4:4).

БАҒЫШЛАНЫУ ҺӘМ ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУ ТУРАҺЫНДА ЙЫШЫРАҠ ҺӨЙЛӘГЕҘ

Әкренләп өйрәнеүсе һыуға сумдырылыу маҡсатына өлгәшә алыр! (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12. Ни өсөн өйрәнеүсегә бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу тураһында һөйләү мөһим?

12 Өйрәнеүсегә бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу ни тиклем мөһим икәне тураһында әйтергә уңайһыҙланмағыҙ. Сөнки өйрәнеүҙең маҡсаты — кешегә Йәһүә шаһиты булып китергә ярҙам итеү. Изге Яҙманы инде бер нисә ай өйрәнгәндән һуң, бигерәк тә осрашыуҙарға йөрөй башлағандан һуң, өйрәнеүсе быны аңларға тейеш.

13. Һыуға сумдырылырға теләгән һәр кеше ниндәй аҙымдар эшләй?

13 Өйрәнеүсе һыуға сумдырылыу маҡсатына әкренләп өлгәшә. Тәүҙә ул Йәһүә тураһында белем ала, уны ярата башлай һәм иман үҫтерә (Яхъя 3:16; 17:3). Шунан ул Йәһүә менән һәм йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән дуҫлаша (Евр. 10:24, 25; Яҡ. 4:8). Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул үҙенең насар ғәҙәттәренән арына һәм ҡылған гонаһтарынан тәүбә итә (Ғәм. 3:19). Иманы уны хәҡиҡәт менән бүлешергә дәртләндерә (2 Кор. 4:13). Унан һуң ул ғүмерен Йәһүәгә бағышлай һәм һыуға сумдырыла (1 Пет. 3:21; 4:2). Был барыһы өсөн дә бик ҡыуаныслы көн! Өйрәнеүсе был аҙымдарҙы яһағанда, уны һәр ваҡыт маҡтап тороғоҙ һәм артабан да рухи яҡтан үҫергә дәртләндерегеҙ.

ВАҠЫТ-ВАҠЫТ ӨЙРӘНЕҮСЕНЕҢ РУХИ ҮҪЕШЕН БАҺАЛАҒЫҘ

14. Өйрәнеүсенең рухи үҫешен нисек баһалап була?

14 Өйрәнеүсегә бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу маҡсатына өлгәшергә ярҙам иткәндә, түҙемле булырға кәрәк. Әммә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, беҙгә уның Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләйме, юҡмы икәнен билдәләргә кәрәк булыр. Ул Ғайсаның әмерҙәрен үтәргә тырышамы? Йә уға беҙҙең менән аралашыу ғына оҡшаймы?

15. Ниндәй һорауҙар өйрәнеүсенең рухи яҡтан үҫәме, юҡмы икәнен билдәләргә ярҙам итә ала?

15 Өйрәнеүсенең үҫешен даими баһалап тороғоҙ. Мәҫәлән, бындай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: өйрәнеүсе Йәһүәгә ҡарата хистәре тураһында әйтәме? Ул Йәһүәгә доға ҡыламы? (Зәб. 116:1, 2). Уға Изге Яҙманы уҡыуы оҡшаймы? (Зәб. 119:97). Ул йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөймө? (Зәб. 22:22). Үҙенең йәшәү рәүешендә кәрәкле үҙгәрештәр яһаймы? (Зәб. 119:112). Белгәндәрен туғандарына һәм дуҫтарына һөйләргә тырышамы? (Зәб. 9:1). Ә иң мөһиме, ул Йәһүә шаһиты булырға теләйме? (Зәб. 40:8). Әгәр өйрәнеүсе был өлкәләрҙә бер ниндәй үҙгәрештәр яһамаһа, ипле генә бының сәбәбен белергә тырышығыҙ, ә шунан уның менән игелекле итеп, шул уҡ ваҡытта асыҡтан-асыҡ һөйләшеп алығыҙ *.

16. Өйрәнеүҙе туҡтатырға кәрәклеге нимәнән күренергә мөмкин?

16 Ваҡыт-ваҡыт кеше менән өйрәнеүҙе дауам итергә кәрәкме, юҡмы икәне тураһында уйланығыҙ. Үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Кеше өйрәнеүгә әҙерләнәме? Ул йыйылыш осрашыуҙарына килергә теләйме? Үҙенең насар ғәҙәттәренән арындымы? Ялған дин менән бөтә бәйләнештәрен өҙҙөмө?» Бөтә һорауҙарға «юҡ» тип яуап бирһәгеҙ, уның менән өйрәнеүҙе дауам итеү һыуланырға ҡурҡҡан кешене йөҙөргә өйрәтеү һымаҡ булыр! Әгәр кеше белгәндәрен ҡәҙерләмәй һәм үҙгәрештәр яһарға теләмәй икән, уның менән өйрәнеүҙең мәғәнәһе бармы?

17. 1 Тимофейға 4:16 буйынса, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

17 Беҙ шәкерттәр әҙерләү эшенә етди ҡарайбыҙ һәм өйрәнеүселәребеҙгә һыуға сумдырылыу маҡсатына өлгәшергә ярҙам итергә теләйбеҙ. Бына ни өсөн беҙ өйрәнеүҙәрҙә Изге Яҙмаға һүҙ бирергә теләйбеҙ, шулай уҡ илһамланыу һәм инанғанлыҡ менән өйрәтергә тырышабыҙ. Беҙ өйрәнеүселәрҙе йыйылышта дуҫтар табырға дәртләндерәбеҙ. Бынан тыш, өйрәнеү ваҡытында бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу тураһында йышыраҡ һөйләйбеҙ һәм ваҡыт-ваҡыт өйрәнеүселәрҙең рухи үҫешен баһалайбыҙ. (« Өйрәнеүсене һыуға сумдырылыуға әҙерләр өсөн нимә эшләп була тигән рамканы ҡарағыҙ.) Беҙ кеше ғүмерен һаҡлап ҡала алған эштә ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ! Әйҙәгеҙ, өйрәнеүселәрҙе һыуға сумдырылыуға әҙерләр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйек!

79-СЫ ЙЫР Уларҙы ныҡ булып ҡалырға өйрәтегеҙ

^ 5 абз. Изге Яҙма өйрәнеүе үткәреү — ҙур хөрмәт, сөнки беҙ кешегә үҙ тормошон һәм фекер йөрөтөү рәүешен Алла нормаларына тура килтерергә ярҙам итәбеҙ. Был мәҡәлә, үткән мәҡәлә кеүек, беҙгә өйрәтеү һәләтебеҙҙе яҡшыртырға ярҙам итер.

^ 4 абз. 2016 йылдың сентябрь айында сыҡҡан «Тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» эш дәфтәрендә «Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргәндә ошондай хаталар эшләмәйек» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 8 абз. БЕҘҘЕҢ ТУРАЛА > ЙӘҺҮӘ ШАҺИТТАРЫНЫҢ БИОГРАФИЯЛАРЫ тигән һылтанма буйынса үтегеҙ.

^ 9 абз. JW Library® ҡушымтаһында МУЛЬТИМЕДИА > НАШИ ВСТРЕЧИ И СЛУЖЕНИЕ > ПОСОБИЯ ДЛЯ СЛУЖЕНИЯ тигән һылтанма буйынса табып була.

^ 15 абз. 2020 йылдың март айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда «Йәһүәне яратыу һеҙҙе һыуға сумдырылырға дәртләндерһен» һәм «Һеҙ һыуға сумдырылырға әҙерме?» тигән мәҡәләләрҙе ҡарағыҙ.

^ 77 абз. РӘСЕМДӘ: өйрәнеүҙән һуң тәжрибәле апай-ҡәрҙәш өйрәнеү үткәргән апай-ҡәрҙәшкә ни өсөн артыҡ күп һөйләргә кәрәкмәгәнен аңлата.

^ 79 абз. РӘСЕМДӘ: өйрәнеүсе Изге Яҙмала яҡшы ҡатын булыу тураһында нимә әйтелгәнен өйрәнә. Һуңыраҡ ул белгәндәрен иренә һөйләй.

^ 81 абз. РӘСЕМДӘ: өйрәнеүсе йыйылышта бер апай-ҡәрҙәш менән таныша, ә һуңыраҡ ире менән уға ҡунаҡҡа бара.