Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Джозеф Рутерфорд һәм башҡа ҡәрҙәштәр Европала

1920. Йөҙ йыл элек

1920. Йөҙ йыл элек

ЙӘҺҮӘНЕҢ халҡы 1920 йылдан алып ҙур эшкә ашҡынып тотонған. 1920 йылда йыллыҡ аят итеп Зәбур 118:14 һайланған булған: «РАББЫМ — минең көсөм һәм йырым» («Яков батша тәржемәһе», ингл.).

Йәһүә үҙенең ашҡынып торған хеҙмәтселәренә көс биргән. Шул йыл дауамында китап таратыусыларҙың, йәғни пионерҙарҙың һаны 225-тән 350-гә тиклем күбәйгән. Бынан тыш, хеҙмәт хаҡында хисап биргән төркөм хеҙмәткәрҙәренең, йәғни вәғәзселәрҙең һаны беренсе тапҡыр 8 000-дән артып киткән. Йәһүә уларҙың тырышлыҡтарын ҙур уңыш менән фатихалаған.

ҒӘЖӘП АШҠЫНЫУ

1920 йылдың 21 мартында Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең эшмәкәрлеге менән етәкселек иткән Джозеф Рутерфорд «Бөгөн йәшәгән миллионлаған кеше бер ҡасан да үлмәйәсәк» тигән телмәр менән сығыш яһаған. Изге Яҙманы тикшереүселәр ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе арымай-талмай шул телмәргә саҡырған. Улар Нью-Йорктағы иң ҙур театрҙарҙың береһен ҡуртымға алған һәм яҡынса 320 000 саҡырыу таратҡан.

Гәзиттә «Бөгөн йәшәгән миллионлаған кеше бер ҡасан да үлмәйәсәк» тигән телмәргә белдереү

Зал шығырым тулы булған. Килгән кешеләрҙең һаны Изге Яҙманы тикшереүселәр көткәндән күпкә күберәк булған. Телмәрҙе 5 000-дән ашыу кеше генә тыңлай алған, ә 7 000 кешегә урын етмәгән. «Күҙәтеү манараһы»нда был осрашыу «Изге Яҙманы тикшереүселәр менән ойошторолған осрашыуҙарҙың иң уңышлыһы» тип аталған.

Изге Яҙманы тикшереүселәр «бөгөн йәшәгән миллионлаған кеше бер ҡасан да үлмәйәсәк» тип вәғәзләгән кешеләр булараҡ билдәле булып киткән. Ул ваҡытта улар һөйөнөслө хәбәрҙең ни тиклем киң таратылырға тейеш булғанын аңламаған әле. Шулай ҙа улар был эште бик ашҡынып башҡарған. Йыйылыш осрашыуҙарына 1902 йылда йөрөй башлаған Айда Олмстед былай тип бүлешкән: «Беҙ бөтә кешелекте бөйөк фатихалар көткәнен белә инек һәм был яҡшы хәбәрҙе башҡаларға һөйләр өсөн һәр мөмкинлектән файҙаланырға тырыша инек».

ӘҘӘБИӘТ БАҪТЫРЫУ ЭШЕ

Башҡаларҙы рухи аҙыҡ менән тәьмин итер өсөн Вефилдәге ҡәрҙәштәр баҫмаларҙың ҡайһы берҙәрен үҙҙәре баҫтыра башлаған. Улар, баҫтырыу ҡорамалдары һатып алып, уларҙы ҡуртымға алынған бер бинала урынлаштырған. Был бина Бруклиндағы (Нью-Йорк) Вефилдән бер нисә генә квартал йыраҡлыҡта Миртл-авеню, 35 адресы буйынса урынлашҡан булған.

Лио Пелл менән Уолтер Кесслер 1920 йылдың ғинуарында Вефилдә хеҙмәт итә башлаған. Уолтер ҡәрҙәш былай тип бүлешкән: «Беҙ килгәс, типографияның күҙәтеүсеһе беҙгә ҡараны ла, төшкө ашҡа тиклем сәғәт ярым ваҡыт бар әле, тине. Шунан һуң ул беҙҙе подвалдан китаптар һалынған ҡумталарҙы ташырға ҡушты».

Киләһе көндө нимә булғанын иҫенә төшөрөп, Лио былай тигән: «Беҙгә беренсе ҡаттағы стеналарҙы йыуырға кәрәк ине. Был ҡасан да булһа эшләгән эштәремдең иң бысрағы булды. Әммә беҙ был эште хөрмәт тип һананыҡ, сөнки уны Йәһүә өсөн башҡарҙыҡ».

«Күҙәтеү манараһы»н баҫтырып сығарған баҫтырыу машинаһы

Ни бары бер нисә аҙнанан һуң ирекле хеҙмәтселәр «Күҙәтеү манараһы»н баҫтыра башлаған. Типографияның икенсе ҡатында 1920 йыл 1 февраль һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның 60 000 экземпляры баҫтырылған. Шул арала подвалда ҡәрҙәштәр баҫтырыу машинаһын урынлаштырған. Ул бик ҙур булғанға, ҡәрҙәштәр уны «Линкор» тип атаған. Ә «Алтын быуат» журналы 1920 йылдың 14 апрелендәге сығарылышынан алып баҫтырыла башлаған. Һис шикһеҙ, Йәһүә был хеҙмәтселәрҙең тырышлыҡтарын фатихалаған.

«Беҙ был эште хөрмәт тип һананыҡ, сөнки уны Йәһүә өсөн башҡарҙыҡ»

«ТЫНЫСЛЫҠТА ЙӘШӘЙЕК»

Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре яңы эште шатланып берҙәмлектә башҡарған. Шулай ҙа 1917—1919 йылдар ауыр булғанға, Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең ҡайһы берҙәре ойошманы ҡалдырған. Уларға нисек ярҙам итеп булған?

«Күҙәтеү манараһы» журналының 1920 йыл 1 апрель сығарылышында «Тыныслыҡта йәшәйек» тигән мәҡәлә баҫтырылған. Унда бындай йылы һүҙҙәр яҙылған: «Беҙ шикләнмәйбеҙ, Йәһүәгә тыңлаусан булырға теләгәндәр, элек ҡылған хаталарын онотоп, Алла халҡы менән берҙәмлектә тапшырылған эште башҡарыр».

Күптәр был дәртләндергес һүҙҙәргә битараф ҡалмаған. Бер пар былай тип яҙған: «Башҡалар вәғәз эшендә ҡатнашҡанда, беҙ бер йылдан ашыу ваҡыт ҡул ҡаушарып ултырҙыҡ. Был хата булғанын таныйбыҙ! [...] Бүтән бер ҡасан да шундай һүлпән булмаҫбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ». Яңынан хеҙмәт итә башлаған ҡәрҙәштәрҙе ҙур эш көткән.

«ZG» ТАРАТАБЫҘ

1920 йылдың 21 июнендә Изге Яҙманы тикшереүселәр «Тамамланған сер» тигән китапты * таратыу буйынса кампания башлаған. Был йомшаҡ тышлы китап «ZG» булараҡ билдәле булған. Был китаптың күп экземплярҙары таратылмай ҡалған, сөнки 1918 йылда хөкүмәт уны тыйған.

Китап таратыусылар ғына түгел, ә бар ҡәрҙәштәр ҙә был китапты таратырға саҡырылған. «Бюллетень»дең * 1920 йылдың июнь айындағы сығарылышында былай тиелгән булған: «Һәр төркөмдә бағышланған [һыуға сумдырылған] кеше, был эштә ҡатнаша алһа, быны шатланып башҡарһын. Әйҙәгеҙ, бындай һүҙҙәр буйынса эш итәйек: „Минең маҡсатым — „ZG“ таратыу“». Эдмунд Хупер иҫенә төшөргәнсә, был кампанияла ҡатнашҡанда, күп ҡәрҙәштәр беренсе тапҡыр өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй башлаған. Ул былай тип өҫтәгән: «Беҙ хеҙмәттең нимә икәнен тулыраҡ аңлай башланыҡ, был эштең шул тиклем киң тараласағын күҙ алдына ла килтермәй инек».

ЕВРОПАЛАҒЫ ЭШМӘКӘРЛЕКТЕ ЯЙҒА ҺАЛЫУ

Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында башҡа илдәрҙәге ҡәрҙәштәр менән бәйләнештә тороу ауыр булғанға, Рутерфорд ҡәрҙәш уларҙы рухландырырға һәм вәғәз эшен ойоштороуҙа ярҙам итергә теләгән. Шулай итеп, 1920 йылдың 12 авгусында ул башҡа дүрт ағай-ҡәрҙәш менән Британияға, континенталь Европаға һәм Яҡын Көнсығышҡа барған.

Рутерфорд ҡәрҙәш Мысырҙа

Рутерфорд ҡәрҙәш Британияла булғанда, Изге Яҙманы тикшереүселәр 3 конгресс һәм 12 осрашыу ойошторған. Тулайым алғанда, бөтә был осрашыуҙарға яҡынса 50 000 кеше килгән. Рутерфорд ҡәрҙәштең килеүенә һығымта яһап, «Күҙәтеү манараһы»нда былай тиелгән ине: «Ҡәрҙәштәрҙе был бик рухландырҙы. Яратыу һәм хеҙмәт уларҙы берләштерҙе, ә бойоҡҡан йөрәктәр шатлыҡ менән тулды». Парижда ла Рутерфорд ҡәрҙәш «Бөгөн йәшәгән миллионлаған кеше бер ҡасан да үлмәйәсәк» тигән телмәр менән сығыш яһаған. Телмәр башланғанда, зал туп-тулы булған. 300 кеше өҫтәмә мәғлүмәт һорап алған.

Лондондағы Ройял-Алберт-Холлда яңғыраған телмәрҙең реклама плакаты

Артабанғы аҙналарҙа Рутерфорд һәм уның менән булған ҡәрҙәштәр Афина, Каир һәм Иерусалимға барған. Ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләр хаҡында ҡайғыртыр өсөн Рутерфорд ҡәрҙәш Иерусалим янында урынлашҡан Рамаллах ҡалаһында әҙәбиәт склады ойошторған. Шунан һуң ул, кире Европаға китеп, Швейцарияла Үҙәк Европа филиалын асҡан һәм унда әҙәбиәт баҫтырыу эшен ойошторған.

ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕКТЕ ФАШ ИТЕҮ

1920 йылдың көҙөндә Изге Яҙманы тикшереүселәр «Алтын быуат» журналының 27-се сығарылышын баҫтырған. Был махсус сығарылышта Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең эҙәрләүҙәргә дусар булғаны тураһында яҙылған булған. Юғарыла иҫкә алынған «Линкор», көнө-төнө эшләп, шул журналдың дүрт миллион экземплярын баҫтырып сығарған.

Эмма Мартиндың полицияла төшөрөлгән фотоһы

Был журналды уҡыған кешеләр Эмма Мартин исемле апай-ҡәрҙәштең осрағы тураһында белгән. Мартин апай-ҡәрҙәш Сан-Бернардино ҡалаһында (Калифорния штаты, АҠШ) китап таратыусы булып хеҙмәт иткән. 1918 йылдың 17 мартында ул һәм өс ағай-ҡәрҙәш Эдуард Хамм, Эдуард Сонненбург һәм Эрнест Стивенс йыйылыш осрашыуына килгән булған.

Был осрашыуға тағы бер кеше килгән, әммә ул Изге Яҙма менән ҡыҙыҡһынмаған. Һуңыраҡ был кеше: «Мин был осрашыуға прокуратураның ҡушыуы буйынса барҙым, — тип әйткән. — Маҡсатым енәйәт эшен ҡуҙғатыр өсөн материал табыу ине». Ул эҙләгәнен — «Тамамланған сер» китабын тапҡан. Бер нисә көндән һуң Мартин апай-ҡәрҙәште һәм теге өс ағай-ҡәрҙәште ҡулға алғандар. Уларҙы тыйылған китапты таратып шпионаж тураһындағы ҡанунды боҙоуҙа ғәйепләгәндәр.

Эмманы һәм өс ағай-ҡәрҙәште ғәйепле тип танығандар һәм өс йылға төрмәгә ултыртырға хөкөм ҡарары сығарғандар. Улар ҡат-ҡат суд ҡарарын апелляцияға биргән. Шулай ҙа 1920 йылдың 17 майында уларҙы төрмәгә ултыртҡандар. Әммә тиҙҙән барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәргән.

1920 йылдың 20 июнендә Рутерфорд ҡәрҙәш Сан-Франциско ҡалаһында булған конгреста был осраҡты һөйләгән. Конгрестың делегаттары, был мәсихселәр менән булған хәл тураһында ишетеп, шаҡ ҡатҡан һәм Ҡушма Штаттарҙың президентына хат яҙып ебәргән. Был хатта́ улар былай тип яҙған: «Миссис Мартинды шпионажда ғәйепләү ғәҙелһеҙ тип һанайбыҙ... Хакимиәт кешеләренең, үҙ хакимлығын дөрөҫ ҡулланмайынса, миссис Мартинға ҡаршы эш ҡуҙғатып, уны төрмәгә ябыуҙары менән бер нисек тә ризалаша алмайбыҙ».

Киләһе көндө үк президент Вудро Вильсон Мартин апай-ҡәрҙәште, шулай уҡ Хамм, Сонненбург һәм Стивенс ағай-ҡәрҙәштәрҙе төрмәнән сығарырға ҡушҡан, һәм улар иреккә сыҡҡан.

1920 йылдың аҙағында Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең шатланыр өсөн күп сәбәптәре булған. Ойошмабыҙҙың баш идаралығында эш күбәйгәндән-күбәйә барған. Ҡәрҙәштәребеҙ, Алла Батшалығы — кешелектең берҙән-бер өмөтө, тип ашҡынып вәғәзләгән (Матф. 24:14). Ә 1921 йылда вәғәзләр өсөн тағы ла күберәк мөмкинлектәр асылырға тейеш булған.

^ 18 абз. «Тамамланған сер» «Изге Яҙманы тикшереүҙәр»ҙең етенсе томы булған. Был китаптың йомшаҡ тышлы сығарылышы 1918 йылдың 1 мартындағы «Күҙәтеү манараһы» булараҡ баҫтырылған һәм «ZG» тип аталған. «Z» хәрефе «Сион күҙәтеү манараһы»н аңлатҡан (инглизсә Zion’s Watch Tower), ә «G» хәрефе инглиз алфавитының етенсе хәрефен, йәғни етенсе томды аңлатҡан.

^ 19 абз. Хәҙер «Изге хеҙмәтебеҙ һәм тормошобоҙ» тип атала.