Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

42-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Бер ҙә шикләнмәйенсә, хәҡиҡәтҡә ныҡ тотоноғоҙ

Бер ҙә шикләнмәйенсә, хәҡиҡәтҡә ныҡ тотоноғоҙ

«Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ» (1 ФЕС. 5:21).

142-СЕ ЙЫР Өмөтөбөҙгә ныҡ тотонайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн күп кешеләр аптырашта?

МЕҢӘРЛӘГӘН диндәр үҙҙәрен ысын мәсихселәр тип атай һәм, Аллаға яраҡлы итеп табынабыҙ, тиҙәр. Шуға күрә күп кешеләр аптырап бындай һорау бирә: «Хаҡ дин берәү генәме йәки Алла бөтә диндәрҙе лә хуплаймы?» Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Өйрәтеүҙәребеҙ хәҡиҡәт икәненә үҙебеҙ инанғанбыҙмы? Йәһүә шаһиттарының табыныуын Йәһүә хуплаймы? Иманыбыҙ нигеҙһеҙ түгелме? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап алайыҡ.

2. Ни өсөн Павел хәҡиҡәт тапҡанына тулыһынса ышанған булған? (1 Фессалоникаларға 1:5).

2 Илсе Павел хәҡиҡәт тапҡанына ныҡ ышанған. (1 Фессалоникаларға 1:5-те уҡығыҙ.) Уның ышаныуы хистәргә нигеҙләнмәгән. Павел «Изге Яҙманы» ентекләп өйрәнгән һәм уның «тотош Алла тарафынан рухландырылған» булғанына ышанған (2 Тим. 3:16). Уның өйрәнеүҙәре нимәгә килтергән? Илсе Павел Яҙмаларҙан Ғайсаның вәғәҙә ителгән Мәсих икәненә ҡаҡшамаҫ дәлилдәр тапҡан. Шул уҡ ваҡытта йәһүдтәрҙең дин әһелдәре был дәлилдәрҙе кире ҡаҡҡан. Был ике йөҙлө кешеләр үҙҙәрен Алланың вәкилдәре тип һанаған, ә эштәре менән унан ваз кискән (Тит. 1:16). Илсе Павел, уларҙан айырмалы булараҡ, Изге Яҙмаға башҡаса ҡараған. Ул Изге Яҙма өҙөктәренең ҡайһыһына ышанырға, ҡайһыһына ышанмаҫҡа икәнен һайламаған. Павел башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәтергә һәм Изге Яҙманы тулыһынса ҡулланырға теләгән (Ғәм. 20:27).

3. Бөтә һорауҙарыбыҙға ла яуап алмайынса хәҡиҡәтте табып буламы? ( «Кешеләр „Алланың эштәрен... һис ҡасан аңлап бөтөрә алмаясаҡ“» тигән рамканы ла ҡарағыҙ).

3 Ҡайһы берәүҙәр, ысын дин бөтә һорауҙарға, шул иҫәптән Изге Яҙмала ҡаралмаған һорауҙарға ла яуап бирергә тейеш, тип уйлай. Әммә бындай ҡараш дөрөҫмө? Әйҙәгеҙ, илсе Павелдың миҫалына иғтибар итәйек. Ул мәсихселәрҙе «барыһын һынағыҙ» тип өндәгән (1 Фес. 5:21). Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең әле күп нәмәне белмәгәнен таныған. Ул былай тигән: «Беҙҙең белемебеҙ... өлөшләтә генә. Хәҙер беҙ ҡалай көҙгөнән күргәндәй тоноҡ күрәбеҙ» (1 Кор. 13:9, 12, ЯДТ). Павел барыһын аңлап бөтмәгән, беҙҙең осраҡта ла шулай уҡ. Әммә ул Йәһүә тураһында төп хәҡиҡәттәрҙе яҡшы белгән һәм был уға хәҡиҡәттә инанған булыр өсөн етерлек булған.

4. Хәҡиҡәтте тапҡаныбыҙға беҙ нисек инана алабыҙ һәм ысын мәсихселәр тураһында нимә белербеҙ?

4 Хәҡиҡәтте тапҡаныбыҙға инаныр өсөн, әйҙәгеҙ, Йәһүә шаһиттарының өйрәтеүҙәрен һәм тәртиптәрен Ғайса Мәсих ҡалдырған өлгө менән сағыштырайыҡ. Был мәҡәләлә беҙ ысын мәсихселәрҙең 1) боттарға табынмағанын, 2) Йәһүәнең исемен хөрмәт иткәнен, 3) хәҡиҡәтте яратҡанын һәм 4) бер-береһен ҡайнар яратҡанын күрербеҙ.

БЕҘ БОТТАРҒА ТАБЫНЫУҘЫ КИРЕ ҠАҒАБЫҘ

5. Аллаға дөрөҫ табыныу тураһында әйткәндә, Ғайса ниндәй өлгө ҡалдырған һәм беҙ нисек эш итергә тейеш?

5 Ғайса Мәсих Йәһүәне бик яратҡан. Ул күктә булғанда ла, ерҙә йәшәгәндә лә уға ғына табынған (Лука 4:8). Ул үҙенең шәкерттәрен дә шулай эшләргә өйрәткән. Аллаға табынғанда Ғайса ла, уның тоғро шәкерттәре лә бер ҡасан да һүрәттәр ҡулланмаған. Алла — күҙгә күренмәгән рухи шәхес, шуға күрә бер ниндәй һын да, рәсем дә уның данын һүрәтләп бирә алмай (Ишағ. 46:5). Ә «изгеләрҙең» һүрәттәрен ҡулланырға һәм уларға доға ҡылырға яраймы? Ун әмерҙең икенсеһендә былай тиелгән: «Үҙеңә күктә, ерҙә йә һыуҙа булған нәмәләрҙең боттарын йәки һүрәттәрен яһама. Уларға сәждә ҡылма һәм хеҙмәт итмә» (Сығ. 20:4, 5). Был һүҙҙәр Йәһүәнең хуплауын табырға теләгәндәргә тулыһынса аңлашылып тора.

6. Бөгөн Йәһүә шаһиттары кемдән үрнәк алып ғибәҙәт ҡыла?

6 Тарихсылар беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең тик Аллаға ғына табынғандарын таный. Христиан сиркәүҙәренең тарихы тураһындағы бер китапта, беренсе быуаттағы мәсихселәр өсөн Аллаға ғибәҙәт ҡылыу урындарында рәсемдәр урынлаштырыу аҡылға һыймаҫлыҡ нәмә булған, тиелә («History of the Christian Church»). Бөгөн Йәһүә шаһиттары шул мәсихселәрҙең үрнәге буйынса эш итә. Беҙ «изгеләргә» лә, фәрештәләргә лә һәм хатта Ғайса Мәсихкә лә доға ҡылмайбыҙ, шулай уҡ дәүләт символдарына табынмайбыҙ. Нимә генә булһа ла, беҙ тәүәккәллек менән Ғайсаның бындай һүҙҙәренә буйһонорға әҙер: «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит» (Матф. 4:10).

7. Йәһүә шаһиттары башҡа диндәрҙән нимә менән ныҡ айырылып тора?

7 Бөгөн сиркәү пасторҙарының ҡайһы берҙәре ҙур данға эйә һәм киң танылған. Кешеләр улар менән шул тиклем һоҡлана, хатта был боттарға табыныуға оҡшаш. Бик күп кеше уларҙың сиркәүҙәренә килә, китаптарын һатып ала, уларҙың үҙҙәренә һәм ойошмаларына күп аҡса бирә. Ҡайһы бер кешеләр уларҙың һәр һүҙенә ышана һәм уларға һоҡланып ҡарай. Хатта Ғайса Мәсих үҙе пәйҙә булған булһа ла, улар шул тиклем шатланмаҫ ине. Ә Йәһүәнең ысын хеҙмәтселәре тураһында нимә әйтеп була? Беҙҙә дин башлыҡтары юҡ. Йыйылыштарҙа үҙ өҫтөнә етәкселек алған ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт итһәк тә, беҙ Ғайсаның «һеҙ бер-берегеҙгә туған» тигән һүҙҙәрен иҫтә тотабыҙ (Матф. 23:8—10). Шуға күрә беҙ кешеләргә, шул иҫәптән дини һәм сәйәси етәкселәргә табынмайбыҙ. Шулай уҡ уларҙың маҡсаттарын уртаҡлашмайбыҙ һәм ойошмаларына булышлыҡ итмәйбеҙ. Сәйәси һорауҙарҙа беҙ нейтралитет һаҡлайбыҙ һәм был донъяның эштәренә ҡыҫылмайбыҙ. Шулай эшләп, беҙ был христиан диндәренән айырылып торабыҙ (Яхъя 18:36).

БЕҘ ЙӘҺҮӘНЕҢ ИСЕМЕН ХӨРМӘТ ИТӘБЕҘ

Башҡаларға Йәһүә тураһында һөйләү ысын мәсихселәр өсөн ҙур хөрмәт (8—10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

8. Беҙ Йәһүәнең үҙ исемен башҡаларға белдерергә һәм данларға теләгәнен ҡайҙан беләбеҙ?

8 Бер тапҡыр Ғайса үҙ доғаһында былай тигән: «Атам! Исемеңдең данлы бөйөклөгөн күрһәт». Шул ваҡыт күктән Йәһүәнең яңғыраған тауышы ишетелгән. Ул былай тип яуаплаған: «Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен!» (Яхъя 12:28). Ғайса хеҙмәте дауамында Атаһының исемен һәр ваҡыт данлаған (Яхъя 17:26). Ниндәй һығымта яһап була? Ысын мәсихселәр ҙә Алланың исемен ҡулланырға һәм уның тураһында башҡаларға һөйләргә тейеш. Был улар өсөн ҙур хөрмәт!

9. Беренсе быуаттағы мәсихселәр Алла исемен хөрмәт иткәндәрен нисек күрһәткән?

9 Беренсе быуатта, мәсихселәр йыйылышы ойошторолғандан һуң, Йәһүә «үҙ исемен йөрөткән халыҡ йыйыр өсөн, башҡа халыҡтарға... иғтибар» иткән (Ғәм. 15:14, ЯДТ). Беренсе быуаттағы мәсихселәр өсөн Алла исемен ҡулланыу һәм уның тураһында башҡаларға һөйләү ҙур хөрмәт булған. Улар Алла исемен хеҙмәттә һәм Изге Яҙманың өлөштәрен яҙғанда киң ҡулланған *. Шулай итеп беренсе мәсихселәр Алла исемен йөрөткән халыҡ икәндәрен күрһәткән (Ғәм. 2:14, 21).

10. Йәһүә шаһиттары — Алланың исемен йөрөткән халыҡ икәненә ниндәй дәлилдәр бар?

10 Йәһүә шаһиттарын Алла исемен йөрөткән халыҡ тип атап буламы? Әйҙәгеҙ, дәлилдәр ҡарап сығайыҡ. Бөгөн күп кенә дин етәкселәре Алланың исемен кешеләрҙән йәшерергә тырыша. Улар үҙҙәре ҡулланған Изге Яҙманан Алла исемен алып ташлай, ә шулай уҡ дини хеҙмәт ваҡытында Алланың исемен ҡулланырға рөхсәт итмәй *. Тик Йәһүә шаһиттары ғына Йәһүәнең исеменә тейешле хөрмәт күрһәтә икәне асыҡ күренә. Алла исеме кешеләргә билдәле булһын өсөн, улар, башҡа диндәр менән сағыштырғанда, бик күпте эшләй. Шуға күрә беҙ Йәһүә шаһиттары тигән исемгә лайыҡлы булыр өсөн барыһын эшләргә тырышабыҙ (Ишағ. 43:10—12). Беҙ «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһенең» 240 миллиондан ашыу данаһын баҫтырҙыҡ. Изге Яҙманың был тәржемәһендә Алланың исеме, Йәһүә, башҡа тәржемәселәр алып ташлаған урындарҙа тора. Шулай уҡ беҙ меңдән ашыу телгә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән һәм Алланың исеме ҡулланылған әҙәбиәт сығарабыҙ.

БЕҘ ХӘҠИҠӘТТЕ ЯРАТАБЫҘ

11. Беренсе быуаттағы мәсихселәр хәҡиҡәтте яратҡандарын нисек күрһәткән?

11 Ғайса Мәсих Алла һәм уның вәғәҙәләре тураһындағы хәҡиҡәте яратҡан. Ул хәҡиҡәт буйынса йәшәгән һәм уның хаҡында башҡаларға һөйләгән (Яхъя 18:37). Ғайсаның ысын шәкерттәре лә хәҡиҡәтте ныҡ яратҡан (Яхъя 4:23, 24). Хатта Илсе Петр мәсихселәр динен «хәҡиҡәт юлы» тип атаған (2 Петр 2:2). Хәҡиҡәтте ныҡ яратҡанға, беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәр хәҡиҡәткә ҡаршы килгән һәр нәмәне — дини ҡараштарҙы, йолаларҙы, шәхси фекерҙәрҙе кире ҡаҡҡан (Кол. 2:8). Шуның шикелле, бөгөн дә ысын мәсихселәр хәҡиҡәттә йөрөргә тырыша. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, улар үҙ ҡараштарын Алла Һүҙенә нигеҙләй һәм уның буйынса йәшәй (3 Яхъя 3, 4).

12. Аңлатыуға үҙгәрештәр индерергә кәрәк булһа, Етәксе кәңәшмә нимә эшләй һәм ни өсөн?

12 Беҙҙең көндәрҙә Йәһүә шаһиттары, Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһын да дөрөҫ аңлайбыҙ, тип әйтмәй. Ҡайһы ваҡыт улар Алла Һүҙендәге тәғлимәттәрҙе дөрөҫ аңлатмаҫҡа йәки ойошмаға бәйле һорауҙарҙа хаталы ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкин. Был беҙҙе ғәжәпләндерергә тейеш түгел. Изге Яҙмала, ваҡыт үтеү менән Алла халҡы хәҡиҡәтте яҡшыраҡ аңлар, тип әйтелә (Кол. 1:9, 10). Хәҡиҡәт яйлап асыла һәм беҙгә уның «яҡтырғандан-яҡтыра» барғанын түҙемлек менән көтөргә кәрәк (Ғиб. һүҙ. 4:18). Ҡайһы ваҡыт Етәксе кәңәшмә ниндәйҙер тәғлимәтте дөрөҫ аңлатмағанын таный. Шул саҡта ул икеләнмәйенсә аңлатыуға үҙгәрештәр индерә. Бөгөн күп кенә христиан диненең конфессиялары, сиркәүгә йөрөгән кешеләргә ярарға тырышып йәки донъяла танылған ҡараштарға эйәреп, ниндәйҙер үҙгәрештәр яһай. Алла халҡы үҙгәрештәр яһаһа ла, улар быны Аллаға ярар өсөн һәм Ғайсаның өлгөһөнә теүәлерәк эйәрер өсөн эшләй (Яҡ. 4:4). Бындай үҙгәрештәр модаға эйәреп түгел, ә Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңлағанға индерелә. Эйе, беҙ хәҡиҡәтте ысынлап та яратабыҙ (1 Фес. 2:3, 4).

БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ ЭСКЕРҺЕҘ ЯРАТАБЫҘ

13. Ысын мәсихселәр ниндәй сифат менән айырылып тора, һәм Йәһүә шаһиттары уны нисек сағылдыра?

13 Беренсе быуаттағы мәсихселәр бер-береһенә ҡарата яратыу менән айырылып торған. Ғайса былай тигән: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (Яхъя 13:34, 35). Бөгөн дә бөтә донъя буйынса Йәһүә шаһиттары араһында яратыу һәм берҙәмлек хөкөм һөрә. Төрлө миләттән һәм мәҙәниәттән булһаҡ та, беҙ бер ғаилә һымаҡ. Шуның менән беҙ башҡа диндәрҙән айырылып торабыҙ. Ҡәрҙәштәргә ҡарата эскерһеҙ яратыуыбыҙ йыйылыш осрашыуҙарында һәм конгрестарҙа бик яҡшы күренә. Был Йәһүәнең беҙҙе фатихалағанын ап-асыҡ күрһәтә.

14. Бер-беребеҙҙе ысын йөрәктән яратыуыбыҙ нимәнән күренә? (Ефестарға 4:32).

14 Изге Яҙма беҙҙе: «Бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ», — тип дәртләндерә (1 Петр 4:8). Ҡәрҙәштәребеҙҙе яратҡанға, беҙ уларҙы ғәфү итәбеҙ һәм уларҙың етешһеҙлектәренә түҙәбеҙ. Бынан тыш, беҙ бөтә ҡәрҙәштәргә лә, шул иҫәптән беҙҙе үпкәләткәндәргә лә йомартлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтәбеҙ. (Ефестарға 4:32-не уҡығыҙ.) Ҡәрҙәшлегебеҙҙе берләштергән ундай яратыу беҙҙең ысын мәсихселәр икәнебеҙгә дәлил булып тора.

«БЕР ИМАН»

15. Аллаға табыныуҙа беренсе быуаттағы мәсихселәрҙән өлгө алғаныбыҙға тағы ниндәй дәлилдәр бар?

15 Аллаға табыныуҙа беҙ беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең өлгөһөнә эйәрәбеҙ икәненә тағы ниндәй дәлилдәр бар? Мәҫәлән, беҙ илселәр урынлаштырған тәртип буйынса эш итәбеҙ. Беҙҙең йыйылыштарҙа ла район күҙәтеүселәре, өлкәндәр һәм хеҙмәт ярҙамсылары бар (Фил. 1:1; Тит. 1:5). Беренсе быуаттағы мәсихселәр кеүек, беҙ ҙә Йәһүәнең енси мөнәсәбәткә, никахҡа һәм ҡан ҡулланыуға ҡағылышлы нормаларын хөрмәт итәбеҙ. Шулай уҡ, уларҙан өлгө алып, йыйылыштарҙы тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыларҙан яҡларға теләйбеҙ (Ғәм. 15:28, 29; 1 Кор. 5:11—13; 6:9, 10; Евр. 13:4).

16. Ефестарға 4:4—6-ла ниндәй мөһим хәҡиҡәт тураһында яҙылған?

16 Ғайса әйтеүенсә, күптәр үҙҙәрен уның шәкерттәре тип атар, әммә ысынында улар ысын мәсихселәр түгел (Матф. 7:21—23). Изге Яҙмала шулай уҡ, һуңғы көндәрҙә Аллаға ихлас табынған булып күренгән кешеләр артыр, тип әйтелә (2 Тим. 3:1, 5). Һәм унда, Алла хуплаған бер генә иман бар, тиелә. (Ефестарға 4:4—6-ны уҡығыҙ.)

17. Кем бөгөн Ғайса артынан эйәрә һәм хаҡ дин тота?

17 Ниндәй динде бөгөн хаҡ дин тип атап була? Кем бөгөн Ғайса Мәсих һәм беренсе быуаттағы мәсихселәр ҡалдырған үрнәк буйынса ғибәҙәт ҡыла? Беҙ, дәлилдәрҙе ҡарап сығып, шундай һығымтаға килдек: хаҡ динде Йәһүә шаһиттары тота. Алла халҡында булыу, Йәһүә һәм уның ниәте тураһындағы хәҡиҡәтте белеү — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! Әйҙәгеҙ, артабан да хәҡиҡәткә ныҡ тотонайыҡ һәм бер ҙә шикләнмәйек!

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

^ 5 абз. Ғайса Мәсихтең Аллаға хеҙмәт итеүе хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙың өлгөһө булып тора. Был мәҡәләлә беҙ беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәрҙең Ғайсанан нисек өлгө алғанын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ Йәһүә шаһиттарының Аллаға был өлгө буйынса табынғандарына дәлилдәр килтерелә.

^ 9 абз. «Күҙәтеү манараһының» (урыҫ) 2010 йылдың 1 июль сығарылышының 6-сы битендә «Беренсе мәсихселәр Алла исемен ҡулланғанмы?» тигән рамканы ҡарағыҙ.

^ 10 абз. Мәҫәлән, 2008 йылда Рим папаһы Бенедикт XVI дини хеҙмәт башҡарғанда, йыр йырлағанда һәм доға ҡылғанда Алланың исемен ҡулланмаҫҡа һәм әйтмәҫкә ҡушҡан.

^ 63 абз. РӘСЕМДӘ: төрлө милләт кешеләре Алланың исеме булған Изге Яҙманы үҙ телендә уҡый алһын өсөн, Йәһүәнең ойошмаһы «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһен» 200-ҙән ашыу телгә тәржемә иткән.