Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

40-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Тәүбә итеү үҙ эсенә нимә ала?

Тәүбә итеү үҙ эсенә нимә ала?

«Мин... гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем» (ЛУКА 5:32).

36-СЫ ЙЫР Йөрәгебеҙҙе һаҡлайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Ике батша нимә менән айырылып торған, һәм ниндәй һорауҙарҙы беҙ ҡарап сығырбыҙ?

ӘЙҘӘГЕҘ, боронғо ваҡытта йәшәгән ике батшаның миҫалына иғтибар итәйек. Уларҙың береһе — ун ҡәбиләле Израиль батшалығында, ә икенсеһе ике ҡәбиләле Йәһүҙә батшалығында идара иткән. Төрлө ваҡытта йәшәһәләр ҙә, уларҙың оҡшаш яҡтары күп булған. Уларҙың икеһе лә Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан һәм халыҡты аҙғын юлға баҫтырған. Улар боттарға табыныуҙа һәм кеше үлтереүҙә ғәйепле булған. Шулай ҙа улар айырылып торған. Береһе ғүмеренең аҙағына тиклем насар юлдан барған. Икенсеһе иһә, ҡот осҡос гонаһтарынан тәүбә итеп, кисереү алған. Кем тураһында һүҙ бара?

2 Уларҙың исемдәре: Израиль батшаһы Ахаб һәм Йәһүҙә батшаһы Манассия. Был ике кеше араһындағы айырма беҙҙе тәүбә итеү тураһында күп нәмәгә өйрәтә ала (Ғәм. 17:30; Рим. 3:23). Тәүбә итеү нимә ул һәм ул нимәнән күренә? Бының тураһында белергә кәрәк, сөнки беҙ гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүен теләйбеҙ. Был һорауҙарға яуап табыр өсөн, әйҙәгеҙ, был ике батшаның тормошон ҡарап сығайыҡ һәм уларҙың миҫалдарынан нимәгә өйрәнеп булғанын беләйек. Шунан Ғайса тәүбә итеү тураһында нимәгә өйрәткәнен ҡарап сығырбыҙ.

АХАБТЫҢ МИҪАЛЫНАН НИНДӘЙ ҺАБАҠТАР АЛЫП БУЛА?

3. Ахаб батша ниндәй кеше булған?

3 Ахаб — ун ҡәбиләле Израиль батшалығында етенсе батша булған. Ул Сидон батшаһының ҡыҙына — Иезавелгә өйләнгән. Сидон халҡы бай булғанға, Ахаб, моғайын, был никах Израилде байытыр, тип уйлағандыр. Әммә был израилдәрҙең Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә ҙур зыян килтергән. Иезавель Ваалға табынған. Был дин үҙ эсенә ғибәҙәтханала фәхишәлек ҡылыуҙы һәм хатта балаларҙы ҡорбанға килтереүҙе алған. Иезавель Ахабты ла был ерәнгес диндә ҡатнашырға һәм уны таратырға ҡотортҡан. Иезавель көндәрендә Йәһүә пәйғәмбәрҙәренең ғүмерҙәре ҡурҡыныс аҫтында булған: ул уларҙың күбеһен үлтергән (1 Бат. 18:13). Ә Ахаб Йәһүә алдында үҙенә тиклем булған батшаларҙың һәммәһенән дә яманыраҡ булған (1 Бат. 16:30). Йәһүә Ахаб менән Иезавелдең бар эштәрен күреп торған. Ул, шәфҡәтлек күрһәтеп, үҙ халҡына насар юлдарын ҡалдырырға ярҙам итер өсөн Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәргән. Әммә Ахаб менән Иезавель тыңларға теләмәгән.

4. Ахабҡа ниндәй хөкөм ҡарары сығарылған, һәм ул нисек эш иткән?

4 Ахыр сиктә Йәһүә бүтән түҙеп тормаҫҡа ҡарар иткән. Ул Ахаб менән Иезавелгә хөкөм ҡарарын иғлан итер өсөн Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәргән. Уларҙың бөтә нәҫеле юҡ ителергә тейеш булған. Ильястың һүҙҙәре Ахабҡа көслө йоғонто яһаған. Ғәжәп, әммә был ғорур кеше үҙен баҫалҡыландырған (1 Бат. 21:19—29).

Ахабтың Миҡайҙы төрмәгә ташлауы уның ысынлап та тәүбә итмәгәнен күрһәткән (5, 6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

5, 6. Ахабтың ысынлап та тәүбә итмәгәне нимәнән күренгән?

5 Был осраҡта Ахаб үҙен баҫалҡыландырһа ла, уның ысынлап та тәүбә итмәгәне эштәренән күренгән. Ул Ваалға табыныуҙы юҡ итергә тырышмаған һәм кешеләрҙе Йәһүәгә табынырға дәртләндермәгән. Ахабтың башҡа эштәре лә уның тәүбә итмәгәнен күрһәткән.

6 Һуңыраҡ Ахаб Йәһүҙә батшаһын Иосафатты Сүриәгә ҡаршы бергә һуғышырға саҡырған. Аллаға таянғанға күрә, Иосафат батша һуғышҡа барыр алдынан Йәһүәнең пәйғәмбәренән кәңәш һорарға тәҡдим иткән. Тәүҙә Ахаб был тәҡдимде кире ҡаҡҡан. Ул былай тигән: «Эйе, бар тағы бер пәйғәмбәр. Йәһүәнән уның аша һорап була, әммә йәнем һөймәй уны, минең турала пәйғәмбәрлек иткәндә, ул бер ҡасан да яҡшыны һөйләмәй, насарҙы ғына һөйләй». Шулай ҙа улар Миҡай пәйғәмбәр менән кәңәшләшкән. Миҡай Ахабҡа Йәһүәнең хөкөм хәбәрен иғлан иткән. Тәүбә итеү урынына, яуыз Ахаб пәйғәмбәрҙе төрмәгә ултыртҡан (1 Бат. 22:7—9, 23, 27). Миҡайҙы ябып ҡуйһа ла, Ахаб пәйғәмбәрлектең үтәлеүенә ҡаршы тора алмаған. Һөҙөмтәлә батша һуғышта үлтерелгән булған (1 Бат. 22:34—38).

7. Ахаб үлгәндән һуң, Йәһүә уның тураһында нимә әйткән?

7 Ахабтың үлеменән һуң Йәһүә уға ҡарата үҙ ҡарашын белдергән. Игелекле Иосафат батша иҫән-һау үҙ өйөнә ҡайтып еткәс, Йәһүә уға Яхый пәйғәмбәрҙе ебәргән. Яхый пәйғәмбәр Иосафатты Ахаб менән килешеү төҙөгәне өсөн шелтәләгән. Пәйғәмбәр былай тип әйткән: «Һин ямандарға ярҙам итергә һәм Йәһүәне күрә алмаусыларҙы яратырға тейеш инеңме һуң?» (2 Йыл. 19:1, 2). Ә хәҙер бына нимә тураһында уйланайыҡ: әгәр Ахаб ысынлап та тәүбә иткән булһа, пәйғәмбәр уны Йәһүәне күрә алмаған яман кеше тип атар инеме? Ахаб бер аҙ үкенһә лә, уның ысынында тәүбә итмәгәне асыҡ күренә.

8. Ахабтың миҫалынан тәүбә итеү тураһында нимә белеп була?

8 Ахаб батшаның миҫалынан ниндәй һабаҡтар алып була? Ул Ильястан үҙенең ғаиләһе тураһында хөкөм хәбәрен ишеткәс, тәүҙә үҙен баҫалҡыландырған, һәм был бик яҡшы булған. Әммә уның һуңыраҡ ҡылған эштәренән күренеүенсә, күңелендә ул тәүбә итмәгән. Тимәк, тәүбә итеү ваҡытлыса ғына үкенеүҙе аңлатмай. Әйҙәгеҙ, тағы бер миҫалға иғтибар итәйек. Унан беҙ ысын тәүбә итеү нимәне аңлатҡанын белербеҙ.

МАНАССИЯНЫҢ МИҪАЛЫНАН НИНДӘЙ ҺАБАҠТАР АЛЫП БУЛА?

9. Манассия батша ниндәй кеше булған?

9 Ахабтың идара итеүенән һуң яҡынса ике быуат үткәс, Манассия Йәһүҙәлә батша булып киткән. Уның гонаһтары, күрәһең, Ахабтыҡына ҡарағанда, күпкә ҙурыраҡ булған. Изге Яҙмала уның тураһында былай тип яҙылған: «Ул Йәһүә күҙендә сикһеҙ дәрәжәлә яманлыҡ ҡылып, уның күңелен рәнйетте» (2 Йыл. 33:1—9). Манассия ялған илаһтарға ҡорбан килтереү урындары төҙөгән һәм хатта Йәһүәнең изге урынында, ғибәҙәтханала, күрәһең, әхлаҡһыҙлыҡты символлаштырған «изге ағас бағананы» урынлаштырған. Ул «сихырсылыҡ ҡыл[ған], күрәҙәлек һәм ҡара сихырсылыҡ менән шөғөллән[гән]». Ул шулай уҡ «ғәйәт күп ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡанын» түккән. Шул иҫәптән ул ялған илаһтарға бағышлап, үҙ улдарын ҡорбан итеп утта яндырған (2 Бат. 21:6, 7, 10, 11, 16).

10. Йәһүә Манассияға ниндәй яза биргән, һәм ул быға нисек ҡараған?

10 Ахаб һымаҡ, Манассия ла пәйғәмбәрҙәр аша әйтелгән киҫәтеүҙәргә ҡолаҡ һалмаған. «Шуға күрә Йәһүә уларға [Йәһүҙәгә] Ассирия батшаһының ғәскәр башлыҡтарын ебәр[гән]. Улар Манассияны табып, уға ырғаҡтар кейҙер[гәндәр] һәм ике баҡыр бығау менән бығаулап, Вавилонға алып кит[кәндәр]». Башҡа илдә төрмәлә булған саҡта Манассия, күрәһең, етди уйлана башлаған. Ул «ата-бабалары Аллаһы алдында үҙен бик баҫалҡыландыр[ған]». Был ғына түгел, ул хатта «үҙенең Аллаһы Йәһүәгә мәрхәмәт күрһәтеүен һорап ялбар[а]» башлаған. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул Аллаға ҡат-ҡат доға ҡылған. Был яуыз кеше үҙгәрә барған. Ул Йәһүәгә үҙенең Аллаһына һымаҡ ҡарай башлаған һәм уның менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә тырышҡан (2 Йыл. 33:10—13).

Манассия батшаның ялған табыныуға ҡаршы көрәшеүе уның ысын күңелдән тәүбә иткәнен күрһәткән (11-се абзацты ҡарағыҙ.) *

11. 2 Йылъяҙма 33:15, 16-нан күренеүенсә, Манассия ысын тәүбә иткәнен нисек күрһәткән?

11 Ваҡыт үтеү менән Йәһүә Манассияның доғаларына яуап биргән. Ул Манассияның доғаларынан уның йөрәге ысынлап та үҙгәргәнен күргән. Уның үтенестәре Йәһүәгә хуш килгән һәм ул уны яңынан тәхеткә ултыртҡан. Манассия ысын күңелдән тәүбә иткәнен күрһәтер өсөн бар көсөн һалған. Манассия Ахаб батша бер ваҡытта ла эшләмәгәнде эшләгән. Мәҫәлән, ул үҙенең тәртибен үҙгәрткән, боттарға табыныуға ҡаршы көрәш алып барған һәм халыҡты Йәһүәгә генә ғибәҙәт ҡылырға өндәгән. (2 Йылъяҙма 33:15, 16-ны * уҡығыҙ.) Һис шикһеҙ, бының өсөн Манассияға ҡыйыулыҡ һәм иман кәрәк булған, сөнки ул тиҫтәләгән йылдар дауамында үҙенең ғаиләһе, хеҙмәтселәре һәм халҡы араһында ялған ғибәҙәт ҡылыуҙы таратҡан. Әммә ул тормошоноң һуңғы йылдарында яуыз эштәре килтергән зыянды төҙәтергә тырышҡан. Күрәһең, һуңыраҡ яҡшы батша булып киткән бәләкәй ейәне Иосияға Манассия яҡшы йоғонто яһаған (2 Бат. 22:1, 2).

12. Манассияның миҫалынан беҙ тәүбә итеү тураһында нимә белдек?

12 Беҙ Манассияның миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Ул үҙен баҫалҡыландырған, доғала Йәһүәнән кисереү һораған һәм үҙенең тормошон үҙгәрткән. Килтергән зыянды төҙәтер өсөн ул көсөнән килгәндең барыһын эшләгән, Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылған һәм башҡаларҙы ла быға өндәгән. Манассияның миҫалы хатта етди һәм күп гонаһтар ҡылған кешеләргә лә өмөт бирә. Эйе, Йәһүә — «игелекле һәм кисерергә әҙер» (Зәб. 86:5). Йәһүә ысын күңелдән тәүбә иткән кешене, һис шикһеҙ, ғәфү итәсәк.

13. Тәүбә итеүҙең бер мөһим яғын күрһәткән миҫал килтерегеҙ.

13 Манассия ҡылған гонаһтарында үкенеп кенә ҡалмаған. Был беҙҙе тәүбә итеү тураһында бик мөһим нәмәгә өйрәтә. Әйҙәгеҙ, бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙ, магазинға барып, һатыусынан торт һорайһығыҙ, ти. Әммә ул һеҙгә торт бирер урынына, ҡулығыҙға бер ус он тотторһа, һеҙ ҡәнәғәт булырһығыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Ә һатыусы, он — торттың төп ингредиенты бит, тип әйтһә, һеҙгә оҡшармы? Әлбиттә, оҡшамаҫ. Шуның шикелле, Йәһүә лә гонаһ ҡылыусының эскерһеҙ тәүбә итеүен көтә. Гонаһ ҡылыусы насар эштәрендә үкенһә, был бик яҡшы. Ундай хистәр тәүбә итеүҙең — төп «ингредиенты». Әммә был ғына етерлек түгел. Улайһа, тағы нимә кәрәк? Был һорауға яуапты беҙ Ғайсаның ҡиссаһынан алырбыҙ.

ЫСЫН ТӘҮБӘ ИТЕҮ

Юлдан яҙған ул, аҡылына килеп, өйөнә ҡайтыр өсөн оҙон юл үткән (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

14. Ғайса ҡиссаһындағы юлдан яҙған улдың тәүбә итеүҙә беренсе аҙымдар яһағаны нимәнән күренгән?

14 Ғайса Мәсих юлдан яҙған ул тураһында тулҡынландырғыс хикәйә һөйләгән. Был хикәйә Лука 15:11—32-лә килтерелә. Бер йәш егет, атаһына ҡаршылашып, «алыҫ юлға сығып киткән». Унда ул «аҙғынлыҡҡа бирелеп» йәшәгән. Әммә ауыр ваҡыттар еткәс, ул үҙенең ҡылыҡтары тураһында уйлана башлаған. Ул атаһы менән бергә йәшәү күпкә яҡшыраҡ булғанын аңлаған. Ғайса Мәсих әйткәнсә, был йәш егет аҡылына килгән. Ул өйгә ҡайтырға һәм атаһынан ғәфү үтенергә булған. Йәш егеттең күп гонаһтар ҡылғанын аңлағаны бик мөһим, әммә был ғына етмәгән. Уға эш итергә кәрәк булған.

15. Ғайсаның ҡиссаһындағы юлдан яҙған ул тәүбә иткәнен нисек күрһәткән?

15 Юлдан яҙған ул ҡылған эштәрендә эскерһеҙ тәүбә иткәнен күрһәткән. Ул өйөнә ҡайтыр өсөн оҙон юл үткән. Атаһы менән осрашҡас, ул былай тигән: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен» (Лука 15:21). Был егет, үҙ гонаһтарын эскерһеҙ танып, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен ҡайтарырға теләгәнен күрһәткән. Шулай уҡ ул үҙ эштәре менән атаһына әрнеү килтергәнен таныған. Атаһының хуплауын ҡайтарырға теләп, ул ялланып эшләгән хеҙмәтселәр менән бергә тырышып эшләргә әҙер булған (Лука 15:19). Был ҡисса ниндәйҙер ҡыҙыҡлы хикәйә генә түгел. Унда килтерелгән принциптар йыйылыштағы өлкәндәргә гонаһ ҡылыусының эскерһеҙ тәүбә итәме, юҡмы икәнен билдәләргә ярҙам итә.

16. Ни өсөн өлкәндәргә гонаһ ҡылыусының эскерһеҙ тәүбә иткәнен билдәләүе еңел булмаҫҡа мөмкин?

16 Өлкәндәргә гонаһ ҡылыусының ысынлап та тәүбә итәме, юҡмы икәнен билдәләүе еңел булмаҫҡа мөмкин. Ни өсөн? Сөнки өлкәндәр кешенең йөрәген күрмәй. Улар ҡәрҙәштең гонаһҡа ҡарашы тулыһынса үҙгәргәнме, юҡмы икәнен белер өсөн эштәренә иғтибар итергә тейеш. Ҡайһы бер осраҡтарҙа кеше бик ауыр гонаһ ҡыла, шуға күрә өлкәндәрҙең уның тәүбә иткәненә шикләнергә сәбәптәре бар.

17. а) Ысын тәүбә итер өсөн үкенеү генә етерлек түгел икәнен ниндәй миҫал күрһәтә? б) Матфей 3:8-ҙә яҙылғанса, ысын тәүбә иткән кешенән нимә көтөлә?

17 Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, ғаиләһе булған ағай-ҡәрҙәш йылдар дауамында зина ҡыла, ти. Ярҙам эҙләү урынына, ул боҙоҡ тәртибен ҡатынынан, дуҫтарынан һәм өлкәндәрҙән йәшерә. Ахыр сиктә ул фаш ителә. Өлкәндәр уға: «Һинең гонаһ ҡылғаныңа дәлилдәр бар», — тип әйткәс, ул үҙ гонаһтарын таный һәм ныҡ үкенә. Был уның тәүбә итеүен күрһәтәме? Юҡ. Был осраҡты хәл иткән өлкәндәргә үкенеүҙе генә күреү етерлек түгел. Был бер тапҡыр яңылыш эшләнгән хата түгел, ә йылдар дауамында ҡылынған етди гонаһ. Бынан тыш, гонаһ ҡылыусы, өлкәндәргә барып, гонаһы тураһында үҙе әйтмәгән, уны фаш иткәндәр. Шуға күрә өлкәндәргә гонаһ ҡылыусының уйҙары, хистәре һәм тәртибе ысынлап та үҙгәргәнме, юҡмы икәнен күрергә кәрәк. (Матфей 3:8-ҙе уҡығыҙ.) Кешегә үҙгәрер өсөн күп кенә ваҡыт кәрәк булырға мөмкин. Моғайын, уны йыйылыштан сығарырҙар, һәм ул, тәүбә иткәнен эштәре менән күрһәткәс кенә, кире йыйылышҡа ҡайта алыр (1 Кор. 5:11—13; 6:9, 10).

18. Йыйылыштан сығарылған кеше ысын тәүбә итеүен нисек күрһәтә ала, һәм һөҙөмтәлә был нимәгә килтерә?

18 Йыйылыштан сығарылған ҡәрҙәш ысын күңелдән тәүбә иткәнен күрһәтер өсөн, өлкәндәрҙең кәңәшен ҡулланып, даими рәүештә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә, доға ҡылырға һәм Изге Яҙманы өйрәнергә тейеш. Уға шулай уҡ гонаһҡа килтерә алған бар нәмәләрҙән ҡасырға кәрәк. Әгәр ул Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен яҡшыртыр өсөн бар көсөн һалһа, Йәһүә уны тулыһынса кисерер һәм өлкәндәр уға йыйылышҡа ҡайтырға ярҙам итер. Әлбиттә, өлкәндәр гонаһ ҡылыусының ысынлап та тәүбә итәме, юҡмы икәнен билдәләгәндә, уның шарттарын иҫәпкә ала һәм уны ҡаты хөкөм итмәй.

19. Ысын тәүбә итеү үҙ эсенә нимәне ала? (Йәзәкил 33:14—16).

19 Юғарыла әйтеп кителгәнсә, гонаһ ҡылған кешегә, мин быға ныҡ үкенәм, тип әйтеү генә етерлек түгел. Ул үҙенең эштәре менән уйҙарының һәм хистәренең үҙгәргәнен күрһәтергә тейеш. Был үҙ эсенә гонаһ юлын ҡалдырып, Йәһүә юлы менән йөрөүҙе ала. (Йәзәкил 33:14—16-ны * уҡығыҙ.) Гонаһ ҡылған кеше өсөн иң мөһиме Йәһүә менән боҙолған мөнәсәбәттәрен төҙәтеү.

ГОНАҺ ҠЫЛЫУСЫҒА ТӘҮБӘГӘ КИЛЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕҮ

20, 21. Етди гонаһ ҡылған кешегә нисек ярҙам итеп була?

20 Ғайса, ерҙәге хеҙмәтенең мөһим яғына иғтибар итеп, былай тигән: «Мин гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем» (Лука 5:32). Беҙҙең дә шундай теләгебеҙ булырға тейеш. Әйтәйек, беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ етди гонаһ ҡылған, ти. Шул саҡта беҙгә нимә эшләргә?

21 Уның гонаһын йәшерергә тырышып, беҙ уға тик зыян ғына килтерәбеҙ. Был тырышлыҡтар һәр хәлдә яҡшыға килтермәҫ, сөнки Йәһүә барыһын күреп тора (Ғиб. һүҙ. 5:21, 22; 28:13). Әгәр һеҙ дуҫығыҙға ярҙам итергә теләһәгеҙ, уға өлкәндәргә барып барыһын һөйләргә кәрәклеге тураһында әйтегеҙ. Әгәр дуҫығыҙ өлкәндәргә һөйләргә теләмәй икән, был турала һеҙ үҙегеҙ әйтергә тейеш. Шулай эшләп, һеҙ дуҫығыҙға ярҙам итә алырһығыҙ, сөнки уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәре ҡурҡыныс аҫтында.

22. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

22 Күп ваҡыт дауамында етди гонаһ ҡылған кешене йыйылыштан сығарһалар, уға ҡарата мәрхәмәтһеҙ булғандар, тип әйтеп буламы? Киләһе мәҡәлә беҙгә быны аңларға ярҙам итер. Шулай уҡ беҙ Йәһүә гонаһ ҡылыусыларға ҡарата төҙәтеү сараларын ҡулланғанда нисек мәрхәмәт күрһәткәнен һәм унан нисек өлгө алып булғанын белербеҙ?

103-СӨ ЙЫР Көтөүселәр — бүләк итеп бирелгән кешеләр

^ 5 абз. Ысын тәүбә итеү үкенеү генә түгел, ул үҙ эсенә күберәкте ала. Ахаб батша, Манассия батша һәм Ғайса ҡиссаһындағы юлдан яҙған улдың миҫалдары ярҙамында беҙ ысын тәүбә итеү нимә аңлатҡанын күрербеҙ. Был мәҡәләлә шулай уҡ өлкәндәргә етди гонаһ ҡылған мәсихсенең тәүбә итеүе ысынмы, юҡмы икәнен аңлар өсөн ниндәй яҡтарға иғтибар итергә кәрәк икәне ҡаралыр.

^ 11 абз. 2 Йылъяҙма 33:15, 16: «Шунан ул сит-ят илаһтарҙы, Йәһүә йортондағы һынды, Йәһүә йорто тауында һәм Иерусалимда үҙе төҙөгән ҡорбан килтереү урындарын ҡала ситенә илтеп ташларға ҡушты. 16 Ул шулай уҡ Йәһүәнең ҡорбан килтереү урынын әҙерләп, унда татыулыҡ ҡорбандары һәм рәхмәт бүләктәре килтерә башланы. Батша Йәһүҙә халҡына Израиль Аллаһы Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡушты».

^ 19 абз. Йәзәкил 33:14—16: «Мин яуыз кешегә: „Һин, һис шикһеҙ, үләсәкһең“, — тигәс, ул үҙ гонаһын ташлаһа, ғәҙел, тәҡүә булғанды эшләй башлаһа, 15 һәм был яуыз кеше залог итеп алғанды ҡайтарһа, талап алғанды кире ҡайтарып бирһә, тормошҡа алып барған күрһәтмәләрҙе тотһа һәм яуыз эштәрен ҡалдырһа, ул, һис шикһеҙ, йәшәйәсәк. Ул үлмәйәсәк. 16 Уның ҡылған бер гонаһы ла уға ҡаршы ҡулланылып иҫкә алынмаҫ. Ғәҙел һәм тәҡүә булғанды ҡылғанда, ул, һис шикһеҙ, йәшәйәсәк».

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: ярһыған Ахаб батша үҙенең һаҡсыларына Йәһүәнең пәйғәмбәрен, Миҡайҙы, төрмәгә ташларға ҡуша.

^ 64 абз. РӘСЕМДӘ: Манассия батша ғибәҙәтханала үҙе урынлаштырған һындарҙы тар-мар итергә бойора.

^ 66 абз. РӘСЕМДӘ: оҙаҡ сәйәхәт итеүҙән арып ҡайтҡан ул, атаһының йортон күргәс, еңеллек тоя.