Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Израилдәр һуғыштарҙа ҡатнашһа ла, ни өсөн беҙ һуғыштарҙа ҡатнашмайбыҙ?

Израилдәр һуғыштарҙа ҡатнашһа ла, ни өсөн беҙ һуғыштарҙа ҡатнашмайбыҙ?

ТОТҠОНДА булған Йәһүә шаһиттарының бер төркөмөнә өндәшеп, нацист офицеры ныҡ асыу менән былай тип ҡысҡырҙы: «Берәйегеҙ Францияға йәки Англияға ҡаршы һуғышырға баш тартһа, барығыҙ ҙа үләсәкһегеҙ!» Эргәлә тулыһынса ҡоралланған эсэс һалдаттары көтһә лә, ҡәрҙәштәребеҙҙең береһе лә ҡурҡыуға бирелмәгән. Ниндәй ҡыйыулыҡ! Был миҫал Йәһүә шаһиттарының һуғыштарға нисек ҡарағанын асыҡлай: беҙ был донъя алып барған һуғыштарҙа ҡатнашмайбыҙ. Үлем янағанда ла, беҙ был донъяның конфликтарында нейтралитет һаҡлайбыҙ.

Ләкин үҙҙәрен христиан тип атағандарҙың ҡайһы берҙәре был ҡараш менән ризалашмаҫ. Күптәр, Аллаға ышанған кеше үҙ илен яҡлай ала һәм яҡларға тейеш тә, тип иҫәпләй. Улар: «Боронғо израилдәр, Алла халҡы булһа ла, һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Ни өсөн һуң бөгөн мәсихселәр һуғышырға тейеш түгел?» — тип уйларға мөмкин. Һеҙ был һорауға нисек яуап бирер инегеҙ? Һеҙ ундай кешеләргә боронғо израилдәрҙең шарттары бөгөнгө Алла халҡының шарттарынан ныҡ айырылып торғанын аңлата алыр инегеҙме? Әйҙәгеҙ, биш айырманы ҡарап сығайыҡ.

1. АЛЛА ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕНЕҢ БАРЫҺЫ ЛА БЕР ХАЛЫҠ БУЛҒАН

Үткәндә Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен бер халыҡҡа — Израиль халҡына йыйған. Ул израилдәрҙе «барлыҡ халыҡтар араһында минең махсус милкем» тип атаған (Сығ. 19:5). Алла уларға билдәләнгән биләмә биргән. Шулай итеп, Алла израилдәргә башҡа халыҡтарға ҡаршы һуғышырға ҡушһа ла, улар имандаштарына ҡаршы һуғышмаған һәм уларҙы үлтермәгән a.

Бөгөн Алла халҡы «һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан» кешеләрҙән йыйылған (Асыл. 7:9). Әгәр Йәһүәнең хеҙмәтселәре һуғышҡа барһа, уларға үҙ имандашы менән һуғышырға һәм хатта уны үлтерергә кәрәк булыр. Быны күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс!

2. ИЗРАИЛДӘРГӘ ҺУҒЫШҠА БАРЫРҒА ЙӘҺҮӘ ҮҘЕ ҠУШҠАН

Үткәндә Йәһүә израилдәргә ҡасан һәм ниндәй маҡсат менән һуғышҡа барырға кәрәклеген хәл иткән. Мәҫәлән, Алла израилдәргә ендәргә табынған, әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған, балаларын ҡорбанға килтергән Ҡынаан халыҡтарына ҡарата үҙенең хөкөм ҡарарын үтәргә ҡушҡан. Йәһүә израилдәргә Вәғәҙә ителгән ерҙе был яуыз йоғонтонан таҙартырға ҡушҡан (Лев. 18:24, 25). Ә израилдәр Вәғәҙә ителгән ерҙә урынлашҡас, Алла ҡайһы ваҡыт Израилде аяуһыҙ дошмандарҙан һаҡлау өсөн һуғыш алып барырға рөхсәт иткән (2 Сам. 5:17—25). Әммә Йәһүә израилдәргә һуғышҡа барырғамы, юҡмы икәнен үҙҙәренә хәл итергә рөхсәт итмәгән. Ә үҙ белдегенә таянып ҡулдарына ҡорал алған кешеләр аяныс эҙемтәләр татыған (Һан. 14:41—45; 2 Йыл. 35:20—24).

Бөгөн Йәһүә кешеләргә һуғышырға ҡушмай. Халыҡтар Алланың ихтыярын үтәр өсөн түгел, ә үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыр өсөн һуғыша. Йыш ҡына улар яңы ерҙе яулап алыр өсөн һуғыштар алып бара. Бынан тыш, улар быны иҡтисади йә сәйәси ҡараштарҙан сығып эшләй. Кемдер, мин Алла исеменән һуғышам, уның дошмандарын юҡ итәм һәм иманымды яҡлайым, тип әйтергә мөмкин. Әммә Йәһүә дошмандарын үҙе юҡ итәсәк һәм тоғро хеҙмәтселәрен үҙе яҡлаясаҡ. Был киләсәктәге һуғышта — Армагеддонда буласаҡ (Асыл. 16:14, 16). Ул һуғышта Алланың ғәскәре кешеләрҙән түгел, ә рухи заттарҙан ғына торасаҡ (Асыл. 19:11—15).

3. ИЗРАИЛДӘР АЛЛАҒА ИМАН ИТКӘН КЕШЕЛӘРҘЕ ТЕРЕ ҠАЛДЫРҒАН

Йәһүә, Иерихон ҡалаһын яулағанда израилдәр яғында һуғышҡан кеүек, бөгөн берәй халыҡ яғында һуғышамы?

Үткәндә Израиль армияһы Йәһүә үлемгә хөкөм иткән кешеләрҙе генә үлтергән, ә Аллаға иман иткән кешеләргә шәфҡәтлек күрһәткән. Бына ике миҫал. Йәһүә Иерихон ҡалаһын юҡ итергә бойороҡ бирһә лә, израилдәр Рахавты һәм уның яҡындарын тере ҡалдырған, сөнки улар Йәһүәгә имандарын күрһәткән (Еш. 2:9—16; 6:16, 17). Һуңыраҡ Гибон ҡалаһы юҡ ителеүҙән һаҡланып ҡалған, сөнки унда йәшәүселәр Йәһүәгә хөрмәт күрһәткән (Еш. 9:3—9, 17—19).

Бөгөн һуғышҡан халыҡтар бер кемде лә йәлләмәй: Аллаға ышанғандарын да, ышанмағандарын да. Йыш ҡына һуғыштарҙа ғәйепһеҙ граждан халҡы вафат була.

4. ИЗРАИЛДӘР АЛЛАНЫҢ ҺУҒЫШ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН ҮТӘРГӘ ТЕЙЕШ БУЛҒАН

Үткәндә Йәһүә Израиль һалдаттарынан үҙенең күрһәтмәләре буйынса һуғыш алып барыуҙы талап иткән. Мәҫәлән, ҡаланы яулап алыр алдынан, улар «тыныслыҡ килешеүен» иғлан итергә тейеш булған (Ҡан. 20:10). Йәһүә шулай уҡ Израиль һалдаттарынан үҙҙәрен һәм лагерҙы физик һәм әхлаҡи таҙалыҡта һаҡлауын көткән (Ҡан. 23:9—14). Тирә-яҡ халыҡтарҙың ғәскәрҙәре әсирлеккә алған ҡатындарҙы йыш ҡына көсләгән, әммә Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең шулай эш итеүҙәрен тыйған. Бынан тыш, әгәр израиль кешеһе берәй ҡатынды әсирлеккә алһа, ул уға бер айҙан ғына өйләнә алған (Ҡан. 21:10—13).

Бөгөн күпселек илдәр билдәләнгән һуғыш ҡағиҙәләрен тоторға килешкән. Был ҡағиҙәләрҙең маҡсаты граждан халҡын һаҡлау булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар йыш ҡына боҙола.

5. АЛЛА ҮҘ ХАЛҠЫ ӨСӨН ҮҘЕ ҺУҒЫШҠАН

Йәһүә, Иерихон ҡалаһын яулағанда, Рахав һәм уның яҡындарына мәрхәмәт күрһәткән. Бөгөнгө һуғыштарҙа Аллаға ышанған кешеләргә мәрхәмәт күрһәтәләрме?

Үткәндә Йәһүә израилдәргә еңеү яуларға ярҙам итер өсөн йыш ҡына мөғжизәләр ҡылған. Мәҫәлән, Алла үҙ халҡына Иерихон ҡалаһын яуларға нисек ярҙам иткән? Йәһүәнең ҡушыуы буйынса, һуғышсылар ҡаты тауыш менән ҡысҡырған һәм ҡаланың стеналары емерелгән. Был уларға ҡаланы еңел генә яулап алырға мөмкинлек биргән (Еш. 6:20). Ә Израиль ғәскәрҙәре әмөриҙәрҙе нисек еңгән? Изге Яҙмала: «Йәһүә уларға күктән... ҙур боҙҙар яуҙырҙы, һәм улар һәләк булды. Ысынында боҙҙан үлгәндәрҙең һаны израилдәр ҡылысынан үлгәндәрҙең һанынан күберәк булды», — тип әйтелә (Еш. 10:6—11).

Бөгөн Йәһүә ниндәйҙер бер халыҡ яғында һуғышмай. Ғайса Мәсихтең идараһы аҫтындағы Батшалыҡ «был донъяныҡы түгел» (Яхъя 18:36). Кешеләр өҫтөнән Шайтан идара итә. Ерҙәге ҡот осҡос һуғыштар уның эске яуыз булмышын сағылдыра (Лука 4:5, 6; 1 Яхъя 5:19).

МӘСИХСЕЛӘР — ТАТЫУЛЫҠ УРЫНЛАШТЫРЫУСЫЛАР

Күреүебеҙсә, бөгөнгө шарттарыбыҙ боронғо израилдәрҙең шарттарынан ныҡ айырылып тора. Әммә был айырмалар беҙҙең һуғышҡа бармауыбыҙҙың берҙән-бер сәбәбе түгел. Башҡа сәбәптәр ҙә бар. Мәҫәлән, Алла һуңғы көндәрҙә, минең юлымдан йөрөргә өйрәнгәндәр «башҡа һуғышырға өйрәнмәҫ» тип әйткән, ә һуғышта ҡатнашыу тураһында әйтеп тораһы ла юҡ (Ишағ. 2:2—4). Бынан тыш, Мәсих үҙ шәкерттәренә: «Һеҙ был донъяныҡы түгел», — тигән (Яхъя 15:19). Шуға күрә улар бөгөнгө һуғыштарҙа нейтралитет һаҡлай.

Мәсих шулай уҡ үҙ шәкерттәрен күберәкте эшләргә дәртләндергән. Ул уларҙы үпкәләүгә, асыуланыуға йә дошманлыҡҡа килтергән уйҙарҙан арынырға өндәгән (Матф. 5:21, 22). Бынан тыш, уның шәкерттәре татыулыҡ урынлаштырыусы булырға һәм дошмандарын яратырға тейеш булған (Матф. 5:9, 44).

Һәр беребеҙ нимә эшләй ала? Бер кемдең дә һуғышта ҡатнашҡыһы килмәйҙер. Әммә йыйылышта берәй ҡәрҙәште дошман итеп күрмәйбеҙме? Был хистәр тамырланмаһын өсөн, уларҙан шунда уҡ арынырға кәрәк! (Яҡ. 4:1, 11).

Халыҡтар араһында булған һуғыштарҙа ниндәйҙер яҡҡа баҫыр урынына, беҙ ҡәрҙәштәр араһында яратыу һәм тыныслыҡ булдырабыҙ (Яхъя 13:34, 35). Йәһүә һуғыштарҙы тулыһынса бөтөргәнгә тиклем, әйҙәгеҙ, нейтралитет һаҡлар өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ (Зәб. 46:9).

a Ҡайһы ваҡыт израилдәр ҡәбиләләре үҙ-ара һуғышҡан. Әммә ундай һуғыштар Йәһүәне көйөндөргән (1 Бат. 12:24). Ләкин ҡәбиләләр Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡанда йә башҡа ауыр гонаһтар ҡылғанда, Алла ундай хәрби бәрелештәрҙе хуплаған (Хөк. 20:3—35; 2 Йыл. 13:3—18; 25:14—22; 28:1—8).