Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

42-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә алдында саф булғандар бәхетле

Йәһүә алдында саф булғандар бәхетле

«Саф булғандар, Йәһүәнең ҡануны буйынса йөрөүселәр бәхетле» (ЗӘБ. 119:1).

124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

Йәһүәнең юғары хакимлығына тоғролоҡ күрһәткәндәре өсөн күптән түгел төрмәлә ултырған йә унда һаман да ҡалған ҡайһы бер ҡыйыу ҡәрҙәштәр. (1, 2-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

1, 2. а) Ҡайһы бер хөкүмәттәр Йәһүәнең хеҙмәтселәренә ҡаршы нимә эшләй һәм Йәһүә шаһиттары быға нисек ҡарай? б) Эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан нисек бәхетле булып ҡала алабыҙ? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

 ХӘҘЕРГЕ ваҡытта 30-ҙан ашыу илдә эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән йә тыйылған. Был илдәрҙең ҡайһы берҙәрендә Йәһүә шаһиттары төрмәлә ултыра. Улар нимә эшләгән һуң? Йәһүә алдында улар бер ниндәй насарлыҡ та эшләмәгән. Улар тик Изге Яҙманы уҡыған һәм өйрәнгән, үҙ ҡараштарын башҡаларға һөйләгән һәм имандаштары менән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөгән. Шулай уҡ улар сәйәси һорауҙарҙа кемдер яҡлы булмаған. Көслө эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан, был тоғро хеҙмәтселәр Йәһүә алдында саф булып ҡала. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, улар Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән. Улар быға бик шат!

2 Моғайын, һеҙ был журналдың тышында килтерелгән фотографияларҙы инде күргәнһегеҙҙер. Әлбиттә, һеҙ был ҡыйыу Йәһүә шаһиттарының йылмайған йөҙҙәренә иғтибар иткәнһегеҙ. Улар шат, сөнки саф булып ҡалғандары өсөн Йәһүә уларҙы хуплағанын белә (Зәб. 15:1, 2). Ғайса былай тигән: «Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле... […] Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ» (Матф. 5:10—12).

БЕҘҘЕҢ ӨСӨН ӨЛГӨ

Петр менән Яхъя судтарҙа имандарын яҡлаған мәсихселәргә өлгө ҡалдырған (3, 4-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

3. Ғәмәлдәр 4:19, 20 буйынса, илселәр эҙәрләүҙәргә нисек ҡараған һәм ни өсөн?

3 Бөгөн осраған эҙәрләүҙәр беҙҙе ғәжәпләндерергә тейеш түгел. Беренсе быуатта Мәсих тураһында вәғәзләгән илселәр ҙә шундай уҡ ауырлыҡтар менән осрашҡан. Йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһе күп тапҡыр уларға «Ғайса исеменән һис ни һөйләмәҫкә һәм өйрәтмәҫкә» бойорған (Ғәм. 4:18; 5:27, 28, 40). Илселәр был тыйыуға нисек ҡараған? (Ғәмәлдәр 4:19, 20-не уҡығыҙ.) Уларға Мәсих тураһында «халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға» ҙурыраҡ хакимлыҡҡа эйә булған Алла бойорғанын яҡшы белгән (Ғәм. 10:42). Шуға күрә Петр менән Яхъя илселәр исеменән ҡыйыу рәүештә, беҙ һеҙгә түгел, ә Аллаға буйһонабыҙ һәм Мәсих тураһында артабан да вәғәзләрбеҙ, тип әйткән. Әйтерһең дә, илселәр хөкөмсөләрҙән: «Әллә һеҙҙең хакимлығығыҙ Алланан күберәк тип уйлайһығыҙмы?» — тип һораған.

4. Илселәр мәсихселәргә ниндәй үрнәк ҡалдырған һәм беҙ уларҙан нимәгә өйрәнәбеҙ? (Ғәмәлдәр 5:27—29).

4 Илселәр бөтә мәсихселәргә яҡшы үрнәк ҡалдырған. Улар тәүәккәллек менән: «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк», — тигән. (Ғәмәлдәр 5:27—29-ҙы уҡығыҙ.) Ахыр сиктә уларҙы туҡмағандар, әммә улар, «Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып» киткән һәм вәғәзләүҙәрен дауам иткән! (Ғәм. 5:40—42).

5. Ниндәй һорауҙарға беҙгә яуап бирергә кәрәк?

5 Илселәрҙең ҡыйыу булып ҡалыуы бер нисә һорау тыуҙыра. Мәҫәлән, илселәр «кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ» буйһонған икән нисек улар «һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон» тигән әмерҙе үтәгән? (Рим. 13:1). Бөгөнгө көндәрҙә беҙ, «етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа» буйһоноп, нисек Иң юғары Хакимға — Аллаға тоғролоҡ һаҡлай алабыҙ? (Тит. 3:1).

«ХАКИМЛЫҠ ИТКӘН ЕТӘКСЕЛӘР»

6. а) Римдарға 13:1-ҙә әйтелгәнсә, «хакимлыҡ иткән етәкселәр» кем улар һәм беҙ уларға нисек ҡарарға тейеш? б) Кеше хөкүмәттәре тураһында нимә әйтеп була?

6 Римдарға 13:1-ҙе уҡығыҙ. Был аятта «хакимлыҡ иткән етәкселәр» тигән һүҙҙәр кеше хөкүмәттәрен аңлата. Мәсихселәр уларға буйһонорға тейеш, сөнки хөкүмәттәр йәмғиәттә тәртип һаҡлай, закондарҙың үтәлеүен күҙәтә, ә ҡайһы саҡта хатта Йәһүәнең хеҙмәтселәрен яҡлай (Асыл. 12:16). Шуға күрә уларға һалым түләргә һәм хөрмәт күрһәтергә кәрәк икәне ғәжәп түгел (Рим. 13:7). Әммә хөкүмәттәр Йәһүә рөхсәт иткәнгә күрә генә хакимлыҡҡа эйә. Был принципты Ғайса Понтий Пилат алдында һорау алыуҙа асыҡ итеп аңлатҡан. Пилат Ғайсаға, һине азат итергә лә, язаларға ла хакимлығым бар, тип әйткәс, Ғайса уға: «Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине», — тип әйткән (Яхъя 19:11). Пилаттың хакимлығы сикләнгән булған кеүек, бөгөн кеше хөкүмәттәренең дә хакимлығы сикләнгән.

7. Ниндәй осраҡтарҙа беҙ хөкүмәттәргә буйһонорға тейеш түгел һәм нимә тураһында оноторға ярамай?

7 Илдәге ҡанундар Алла ҡанунына ҡаршы булмағанда, мәсихселәр уларға буйһонорға тейеш. Әммә хөкүмәттәр Алла тыйғанды талап итһә йәки, киреһенсә, Алла талап иткәнде тыйһа, беҙ уларға буйһонмайбыҙ, мәҫәлән, йәш ирҙәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырғанда b, Изге Яҙманы һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәтте тыйғанда, шулай уҡ вәғәзләргә һәм имандаштарыбыҙ менән бергә ғибәҙәт ҡылырға рөхсәт итмәгәндә. Хөкүмәттәр үҙ хакимлығын дөрөҫ ҡулланмаһа, айырыуса Мәсихтең шәкерттәрен эҙәрләһә, улар Йәһүә алдында яуап тотасаҡ. Йәһүә барыһын да күрә! (Вәғ. 5:8).

8. Йәһүә һәм «хакимлыҡ иткән етәкселәр» араһында ниндәй айырма бар?

8 Римдарға 13:1-ҙә «хакимлыҡ иткән етәкселәр» тураһында, улар иң юғары хакимлыҡҡа эйә, тип әйтелмәй. Изге Яҙмала, кеше хөкүмәттәре хакимлыҡ итә, тип яҙылһа ла, унда шулай уҡ улар өҫтөнән бөтә хакимлыҡҡа эйә булған Шәхес тураһында әйтелә. Изге Яҙмала Йәһүә Алла күп тапҡыр «Хоҙай Тәғәлә» тип атала (Дан. 7:18, 22, 25, 27).

«ХОҘАЙ ТӘҒӘЛӘ»

9. Данил пәйғәмбәр күренештәрҙә нимә күргән?

9 Данил пәйғәмбәргә күренештә Йәһүәнең хакимлығы һәр төрлө хакимлыҡтан күпкә юғарыраҡ икәне күрһәтелгән булған. Данил тәүҙә бөтә донъя державаларын символлаштырған «дүрт ғәйәт ҙур януарҙың» сыҡҡанын күрә: Вавилон, Мидия-Фарсы, Греция, Рим һәм унан сыҡҡан Англия-Америка бөтә донъя державаһы (Дан. 7:1—3, 17). Артабан пәйғәмбәр күктәге тәхеттә ултырған Йәһүәне күргән (Дан. 7:9, 10). Данилға күрһәтелгән күренештәр бөгөнгө идарасыларға киҫәтеү булып тора.

10. Ер өҫтөнән хакимлыҡты Йәһүә кемгә тапшыра һәм был уның хаҡында нимәне асыҡлай? (Данил 7:13, 14, 27).

10 Данил 7:13, 14, 27-не c уҡығыҙ. Алла кеше хөкүмәттәренән бөтә хакимлыҡты ала ла уны лайыҡ булғандарға һәм күпкә күберәк көскә эйә булғандарға тапшыра. Кемдәргә? Батшалыҡ «әҙәм улына оҡшаш берәүгә», йәғни Ғайса Мәсихкә һәм «Хоҙай Тәғәләнең изге заттарына», йәғни Ғайсаның 144 000 хакимдашына бирелер (Дан. 7:18). Улар мәңге батшалыҡ итер. Тик Йәһүәнең генә шундай үҙгәрештәр яһарға хакимлығы бар, сөнки ул — Хоҙай Тәғәлә.

11. Йәһүәнең халыҡтар өҫтөнән хакимлығы тураһында Данил тағы нимә яҙған?

11 Данил алдараҡ «күктәр Аллаһы» тураһында «Батшаларҙы тәхеттән төшөрә, батшаларҙы тәхеткә ултырта» тип яҙған, һәм ул күргән күренеш был һүҙҙәрҙе раҫлай. Бынан тыш, пәйғәмбәр: «Аллаһы Тәғәлә кешелек батшалыҡтары өҫтөнән Хаким... һәм хакимлыҡты кемгә бирергә теләһә, шуға [бирә]», — тип яҙған (Дан. 2:19—21; 4:17). Тарих дауамында Йәһүәнең идара итеүселәрҙе тәхеттән төшөргән осраҡтары булғанмы? Эйе, әлбиттә, булған.

Йәһүә, Балшазарҙан батшалыҡты алып, мидиялыларға һәм фарсыларға биргән (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Йәһүәнең идарасыларҙы тәхеттән төшөргәненә миҫалдар килтерегеҙ. (Рәсемде ҡарағыҙ.)

12 Йәһүә «хакимлыҡ иткән етәкселәрҙән» өҫтөн булыуын күп тапҡыр күрһәткән. Өс миҫалды ҡарап сығайыҡ. Мысыр фирғәүене Йәһүә халҡын ҡоллоҡҡа төшөргән һәм үҙһүҙләнеп уларҙы азат итергә теләмәгән. Ләкин Йәһүә уларҙы ҡотҡарған, ә фирғәүенде Ҡыҙыл диңгеҙгә батырған (Сығ. 14:26—28; Зәб. 136:15). Вавилон батшаһы Балшазар, «күктәр Хакимына» ҡаршы баш күтәреп, ҙур мәжлес ойошторған. Бынан тыш, ул һәм уның ҡунаҡтары Йәһүәне түгел, ә көмөштән, баҡырҙан яһалған илаһтарҙы маҡтаған (Дан. 5:22, 23). Әммә Алла был ғорур кешене баҫалҡыландырған. «Шул уҡ төндө халдейҙар батшаһы Балшазар» үлтерелгән, ә уның батшалығы мидиялылар менән фарсыларға бирелгән (Дан. 5:28, 30, 31). Палестинаның батшаһы Ирод Агриппа I илсе Яҡубты үлтергән, шулай уҡ ул илсе Петрҙы төрмәгә ултыртҡан һәм уны ла үлтерергә теләгән. Әммә Йәһүә уның аяуһыҙ пландарын емергән. «Раббының бер фәрештәһе ҡапыл Иродҡа килтереп» һуҡҡан һәм тегеһе үлгән (Ғәм. 12:1—5, 21—23).

13. Йәһүәнең берҙәмлектә һуғышҡан батшаларҙы еңгәненә миҫалдар килтерегеҙ.

13 Боронғо ваҡытта батшалар бергә израилдәргә ҡаршы һуғышҡан. Шул саҡтарҙа ла Йәһүә уларҙан күпкә көслөрәк икәнен күрһәткән. Ул израилдәр яғында һуғышҡан һәм уларға 31 Ҡынаан батшаһынан торған хәрби берҙәмлекте еңергә һәм Вәғәҙә ителгән ерҙең ҙур өлөшөн яулап алырға ярҙам иткән (Еш. 11:4—6, 20; 12:1, 7, 24). Шулай уҡ Йәһүә Сүриә батшаһы Бинһадаттың ғәскәрен һәм 32 башҡа батшаны тар-мар иткән (1 Бат. 20:1, 26—29).

14, 15. а) Набуҡаднизар һәм Дарий батшалар Йәһүәнең идара итеүе тураһында нимә әйткән? б) Мәҙхиә йырлаусы Йәһүә һәм уның халҡы тураһында нимә тигән?

14 Йәһүә үҙенең Хоҙай Тәғәлә икәнен күп тапҡыр раҫлаған. Бер мәртәбә Вавилон батшаһы Набуҡаднизар Йәһүәгә дан килтерер урынына, үҙенең көсө, ҡөҙрәте һәм даны менән маҡтанған. Шуның өсөн Алла уны аҡылдан мәхрүм иткән. Набуҡаднизарға аҡылы ҡайтҡас, ул Аллаһы Тәғәләне маҡтаған һәм «уның идара итеүе — мәңгелек, батшалығы — быуындан-быуынға» икәнен таныған. Шулай уҡ ул: «Берәү ҙә уға ҡаршы төшә... алмай», — тип өҫтәгән (Дан. 4:30, 33—35). Данил ҡаты һынау аша үткәс һәм Йәһүә уны арыҫландарҙан ҡотҡарғас, Дарий батша бындай бойороҡ сығарған: «Батшалығымдың бөтә ерҙәрендә кешеләр Данилдың Аллаһынан ҡурҡып торорға тейеш, сөнки Ул — тере Алла, Ул мәңге йәшәй». Ул Йәһүә тураһында хатта былай тигән: «Уның батшалығы бер ҡасан да емерелмәҫ һәм хакимлығы мәңгелек» (Дан. 6:7—10, 19—22, 26, 27).

15 Мәҙхиә йырлаусы былай тигән: «Йәһүә халыҡтарҙың ниәттәрен емерә. Ул кешеләрҙең маҡсаттарын боҙа. Аллаһы Йәһүә булған халыҡ бәхетле, ул үҙенә милек итеп һайлап алған халыҡ бәхетле» (Зәб. 33:10, 12). Йәһүә алдында саф булыр өсөн был бик яҡшы сәбәп!

ХӘЛ ИТКЕС ҺУҒЫШ

Халыҡтар берләшмәһе Йәһүәнең күктәге ғәскәре менән сағыштырғанда бер ни ҙә түгел! (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16. «Ҙур афәт» тураһында уйлағанда, беҙ нимәгә шикләнмәйбеҙ һәм ни өсөн? (Рәсемде ҡарағыҙ.)

16 Йәһүәнең үткәндә нимә эшләгәне тураһында беҙ инде уҡып сыҡтыҡ. Киләсәктә беҙгә нимә көтөргә? «Ҙур афәт» ваҡытында Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен ҡотҡарасағына беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Матф. 24:21; Дан. 12:1). Халыҡтар берләшмәһе Магог еренән Гог бөтә ер буйлап Алла халҡына һөжүм иткәндә, Йәһүә үҙенә тоғро булғандарҙы яҡлаясаҡ. Хатта был берләшмәгә БМО һанына ингән 193 илдең бөтәһе лә керһә лә, улар Хоҙай Тәғәлә һәм уның күктәге ғәскәре менән сағыштырғанда бер ни ҙә тормай. Йәһүә былай тип вәғәҙә итә: «Мин үҙемде маҡтап данлармын, изгеләндерермен һәм күп халыҡтарҙың күҙ алдында үҙемде билдәле итермен. Шунда улар минең Йәһүә икәнемде белер» (Йәз. 38:14—16, 23; Зәб. 46:10).

17. Бөтә донъя батшалары өсөн һәм саф кешеләр өсөн Изге Яҙма ниндәй киләсәк пәйғәмбәрлек итә?

17 Гогтың һөжүменә яуап итеп, Йәһүә шунда уҡ Армагеддон һуғышын башлаясаҡ һәм «бөтөн донъя батшаларын» юҡ итәсәк (Асыл. 16:14, 16; 19:19—21). Алланың дошмандары юҡҡа сыҡҡанда, «ерҙә намыҫлылар ғына йәшәйәсәк, ер йөҙөндә саф кешеләр генә ҡаласаҡ» (Ғиб. һүҙ. 2:21).

САФ БУЛЫП ҠАЛЫҒЫҘ

18. Мәсихселәрҙең күбеһе нимәгә әҙер һәм ни өсөн? (Данил 3:28).

18 Быуаттар дауамында мәсихселәрҙең күбеһе иң юғары Хакимға — Йәһүәгә тоғро булыр өсөн азатлыҡтарын һәм ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Был саф кешеләр, бер нигә ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро булып ҡалырға теләгән. Улар беҙгә Сидрах, Мисах, Әбдинәхте иҫебеҙгә төшөрә. Йәһүә уларҙы тоғролоғо өсөн утлы мейестән ҡотҡарған. (Данил 3:28-ҙе d уҡығыҙ.)

19. Йәһүә халыҡтарҙы нимәгә ҡарап хөкөм итер һәм беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

19 Дауыт Алла алдында саф булыуҙың мөһимлеге тураһында былай тип яҙған: «Йәһүә халыҡтарға хөкөм сығарыр. Эй Йәһүә, мине тәҡүәлегемә һәм сафлығыма ҡарап хөкөм ит» (Зәб. 7:8). Ә икенсе мәҙхиәһендә ул Алланан: «Сафлығым һәм намыҫлылығым мине яҡлаһын ине», — тип һораған (Зәб. 25:21). Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлауҙан һәм бер нигә ҡарамаҫтан уның янында ҡалыуҙан яҡшыраҡ бер нәмә лә юҡ! Әгәр беҙ шулай эш итһәк, үҙебеҙҙе «саф булғандар, Йәһүәнең ҡануны буйынса йөрөүселәр бәхетле» тип әйткән мәҙхиә йырлаусы кеүек хис итербеҙ (Зәб. 119:1).

122-СЕ ЙЫР Ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ!

a Изге Яҙма мәсихселәрҙе «хакимлыҡ иткән етәкселәргә», йәғни был донъяның хөкүмәттәренә буйһонорға өндәй. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәре Йәһүәгә һәм уның хеҙмәтселәренә ҡаршы сыға. Нисек беҙ был хөкүмәттәргә буйһона алабыҙ, шул уҡ ваҡытта Йәһүә алдында саф булып ҡала алабыҙ?

c Данил 7:13, 14, 27: «Һуңынан мин төнгө күренештә әҙәм улына оҡшаш берәүҙең күк болоттары менән килеүен күрҙем. Уға борондан йәшәп килгән Зат янына килергә рөхсәт ителде, һәм ул уның хозурына килтерелде. 14 Һәм бөтә халыҡтар, ҡәбиләләр һәм телдәр уға хеҙмәт итһен өсөн, уға хакимлыҡ, дан һәм батшалыҡ бирелде. Уның хакимлығы — быуаттарға һуҙылған бөтмәйәсәк хакимлыҡ, һәм уның батшалығы емерелмәйәсәк. 27 Ә батшалыҡ, хакимлыҡ һәм бөтә күктәр аҫтындағы батшалыҡтарҙың бөйөклөгө Хоҙай Тәғәләнең изге халҡына бирелде. Уларҙың батшалығы — мәңгелек батшалыҡ, һәм бөтә батшалыҡтар уларға хеҙмәт итәсәк, уларға буйһонасаҡ».

d Данил 3:28: «Шунда Набуҡаднизар былай тип иғлан итте: „Сидрах, Мисах һәм Әбдинәхтең Аллаһына маҡтауҙар яуһын, сөнки Ул фәрештәһен ебәреп, үҙ хеҙмәтселәрен ҡотҡарҙы. Улар уға таянды һәм батшаның бойороғона буйһонманы. Хатта үлем янаһа ла, улар үҙ Аллаһынан башҡа бер ниндәй илаһҡа табынырға, сәждә ҡылырға теләмәне“».