43-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
«Ысын зирәклектең ауазы урамда яңғырай»
«Ысын зирәклектең ауазы урамда яңғырай, тауышы майҙандарҙа ишетелә» (ҒИБ. ҺҮҘ. 1:20).
88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1. Күптәр зирәклектең тауышына нисек ҡарай? (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:20, 21).
КҮП илдәрҙә ҡаланың йәнле урамдарында журналдар тәҡдим иткән Батшалыҡ вәғәзселәрен күреп була. Ҡасандыр һеҙ ҙә, бәлки, шундай шатлыҡлы хеҙмәттә ҡатнашҡанһығыҙҙыр. Был һеҙгә Ғибрәтле һүҙҙәр китабында һүрәтләнгән зирәклекте иҫкә төшөргәндер. Унда зирәклек «тормош ҡайнап торған урамдарҙа» кешеләрҙе кәңәштәрен тыңларға саҡыра. (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:20, 21-ҙе b уҡығыҙ.) «Ысын зирәклек» — Йәһүәнән килгән зирәклек — Изге Яҙмала һәм әҙәбиәтебеҙҙә бар. Кешеләргә мәңгелек тормошҡа алып барған юлдан барыр өсөн тап ошондай зирәклек кәрәк. Кеше беҙҙе тыңлағанда һәм әҙәбиәт алғанда, беҙ шатланабыҙ. Әммә ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙмала нимә әйтелгәне хаҡында хатта белергә лә теләмәй. Башҡалары беҙҙән көлә. Улар, Изге Яҙма иҫкергән, тип уйлай. Бынан тыш, Изге Яҙмалағы әхлаҡи нормаларҙы тәнҡитләгән кешеләр ҙә бар. Уларҙың уйлауынса, Алланың нормалары буйынса йәшәгән кеше сиктән тыш талапсан һәм үҙен тәҡүә итеп күрһәтә. Шулай ҙа Йәһүә, яратыу сағылдырып, бөтәһенә лә мул итеп зирәклек бирә. Ул быны нисек эшләй?
2. Ысын зирәклекте ҡайҙан табып була, әммә күпселек кеше нимәне һайлай?
2 Йәһүә зирәклекте үҙенең Һүҙе — Изге Яҙма аша бирә. Ерҙә йәшәгән һәр кеше тиерлек был китапты туған телендә уҡый ала. Ә Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән баҫмаларыбыҙ тураһында нимә әйтеп була? Йәһүәнең ярҙамы менән улар бөгөн 1 000-дән ашыу телгә тәржемә ителә. Зирәклеккә ҡолаҡ һалған кеше Изге Яҙманы уҡый һәм белгәндәрен ҡуллана. Шулай итеп ул бәхетлерәк булып китә. Әммә замандаштарыбыҙҙың күбеһе Йәһүәне тыңларға теләмәй. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, улар үҙҙәренең йә башҡа кешеләрҙең аҡылына таяна. Беҙ Изге Яҙма буйынса йәшәгәнгә күрә, улар үҙҙәрен беҙҙән өҫтөн тота. Ни өсөн улар шулай эшләй? Был мәҡәләлә быны ҡарап сығырбыҙ. Әйҙәгеҙ, тәүҙә Йәһүәнән зирәклеккә нисек өйрәнеп булғаны тураһында уйланайыҡ.
ЙӘҺҮӘ ТУРАҺЫНДАҒЫ БЕЛЕМ ЗИРӘКЛЕККӘ ИЛТӘ
3. Ысын зирәклеккә эйә булыр өсөн нимә эшләргә?
3 Зирәклек — ул аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн белемде дөрөҫ ҡуллана белеү. Әммә ысын зирәклек үҙ эсенә күберәкте ала. Изге Яҙмала: «Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт — зирәклектең башланғысы, Изге Алла тураһындағы белем аңлау һәләтен үҫтерә», — тип әйтелә (Ғиб. һүҙ. 9:10). Тимәк, мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙгә Йәһүәнең ҡарашын иҫәпкә алырға кәрәк. Изге Яҙманы һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәтте өйрәнеп, быға өлгәшеп була. Шулай эшләп, беҙ ысын зирәклек сағылдырырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 2:5—7).
4. Ни өсөн тик Йәһүә генә беҙгә ысын зирәклек бирә ала?
4 Тик Йәһүә генә ысын зирәклек бирә ала (Рим. 16:27). Ни өсөн уны зирәклек Сығанағы тип атап була? Беренсенән, Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, ул беҙҙе бик яҡшы белә (Зәб. 104:24). Икенсенән, уның башҡарған бөтә эштәрендә зирәклек сағыла (Рим. 11:33). Һәм өсөнсөнән, уның аҡыллы кәңәштәре уларҙы ҡулланған кешеләргә һәр ваҡыт файҙа килтерә (Ғиб. һүҙ. 2:10—12). Ысындан да зирәк булып китер өсөн ошо өс хәҡиҡәтте ҡабул итергә кәрәк. Бынан тыш, ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәндә, беҙгә уларҙы иҫтә тоторға кәрәк.
5. Кешеләрҙең Йәһүәне зирәклек Сығанағы тип һанамауҙары нимәгә килтерә?
5 Кешеләрҙең күбеһе тәбиғәт менән һоҡлана. Шул уҡ ваҡытта улар Барлыҡҡа килтереүсегә ышанмай. Ә башҡалары, Аллаға ышанһа ла, Изге Яҙманың нормалары иҫкергән, шуға күрә үҙ аҡылың менән йәшәргә кәрәк, тип әйтә. Һөҙөмтәлә беҙ нимә күрәбеҙ? Алланың зирәклеген кире ҡағып үҙҙәренә таянғанға күрә, донъя яҡшырып киттеме? Улар бәхетлерәк булып киттеме һәм уларҙың киләсәккә өмөттәре бармы? Тирә-яҡтағы бөтә нәмә «Йәһүәгә ҡаршы ҡуйырлыҡ зирәклек тә, үткер аҡыл да, кәңәш тә юҡ» икәнен иҫбатлай (Ғиб. һүҙ. 21:30). Шуға күрә Йәһүәнән зирәклек һорау бик мөһим! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр быны эшләмәй. Ни өсөн?
НИ ӨСӨН КЕШЕЛӘР ЫСЫН ЗИРӘКЛЕКТЕ ҺАНҒА ҺУҠМАЙ?
6. Ысын зирәклектең ауазын кем кире ҡаға? (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:22—25).
6 Күптәр зирәклектең «урамда яңғыраған ауазына» ҡолаҡ һалмай. Изге Яҙма буйынса, уны һанға һуҡмаған өс төркөм кешеләр бар: «тәжрибәһеҙҙәр», «мыҫҡыллап көлөүселәр» һәм «аҡылһыҙҙар». (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:22—25-те c уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ, ни өсөн улар Алланың зирәклеген кире ҡаға һәм уларға оҡшап китмәҫ өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?
7. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәргә «тәжрибәһеҙ» булыу оҡшай?
7 «Тәжрибәһеҙҙәрҙе», йәғни бер ҡатлы кешеләрҙе еңел генә алдатып була (Ғиб. һүҙ. ). Беҙ ундай кешеләрҙе йыш ҡына вәғәздә осратабыҙ. Мәҫәлән, миллионлаған кеше дин әһелдәренә йә сәйәсмәндәргә ышанып алданған. Үҙҙәренең алданғандарын белгәс, улар шаҡ ҡата. Әммә 14:15Ғибрәтле һүҙҙәр 1:22-лә әйтелгән кешеләргә тәжрибәһеҙ булыу оҡшай, улар үҙҙәре шулай эшләргә хәл итә (Ирем. 5:31). Улар нисек теләй, шулай йәшәй. Һәм Изге Яҙмала нимә яҙылғанын белергә лә, уның нормалары буйынса йәшәргә лә теләмәй. Күптәр Квебекта йәшәгән бер диндар ҡатындың һүҙҙәре менән ризалаша. Был ҡатын ҡәрҙәшебеҙгә былай тигән: «Руханийыбыҙ беҙҙе алдай икән, был уның ғәйебе. Минең ни эшем бар?» Беҙ белә тороп үҙҙәрен алдарға биргән кешеләргә бер ҙә оҡшарға теләмәҫ инек! (Ғиб. һүҙ. 1:32; 27:12).
8. Зирәк кеше булырға нимә ярҙам итә?
8 Изге Яҙма беҙҙе бер ҡатлы булмаҫҡа өндәй. Унда: «Фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ», — тип яҙылған (1 Кор. 14:20). Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу беҙҙе зирәк итә. Уларҙың беҙгә проблемаларҙан ҡасырға һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам иткәнен тормошобоҙҙа көн һайын күрәбеҙ. Был яҡтан үҙебеҙҙе ваҡыт-ваҡыт тикшерергә кәрәк. Әгәр ниндәйҙер ваҡыт дауамында Изге Яҙманы өйрәнәбеҙ һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөйбөҙ икән, беҙ үҙебеҙгә бындай һорау бирә алабыҙ: «Миңә тормошомдо Йәһүәгә бағышларға һәм һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулай?» Ә һыуға сумдырылған ҡәрҙәштәр үҙҙәренә бындай һорауҙар бирә ала: «Мин хеҙмәттә вәғәзсе һәм уҡытыусы булараҡ үҫәмме? Ҡабул иткән ҡарарҙарым минең Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәгәнемде күрһәтәме? Башҡалар менән мөғәмәлә иткәндә, Мәсихтән өлгө аламмы?» Үҙебеҙҙең көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы күрһәк, әйҙәгеҙ, Йәһүәнең тәжрибәһеҙҙе зирәк иткән өгөт-нәсихәттәренә иғтибарлы булайыҡ (Зәб. 19:7).
9. «Мыҫҡыллап көлөүселәр» зирәклекте һанға һуҡмағандарын нисек күрһәтә?
9 Икенсе төркөм кешеләре — «мыҫҡыллап көлөүселәр». Улар Алланың зирәклеген һанға һуҡмай. Ҡайһы саҡта вәғәздә ундай кешеләрҙе лә осратып була. Улар башҡаларҙы кәмһетергә ярата (Зәб. 123:4). Изге Яҙмала, «аҙаҡҡы көндәрҙә... мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр» күп булыр, тиелгән (2 Пет. 3:3, 4). Ҡайһы берәүҙәр, Луттың кейәүҙәре кеүек, Алланың киҫәтеүҙәренә иғтибар итмәй (Баш. 19:14). Күптәр Изге Яҙманың нормалары буйынса йәшәгән кешеләрҙән көлә. Шундай мыҫҡыллаусылар үҙҙәренең «аҙғын теләктәре буйынса» эш итә (Йәһ. 7, 17, 18). Изге Яҙмала мыҫҡыллаусылар тураһында әйтелгән һүҙҙәр Йәһүәне белергә теләмәгән кешеләргә һәм мөртәттәргә тап килә.
10. Зәбур 1:1-ҙәге һүҙҙәр мыҫҡыллап көлөүсе булып китмәҫкә нисек ярҙам итер?
10 Нисек мыҫҡыллап көлөүсе булып китмәҫкә? Ысулдарҙың береһе — тәнҡитсел ҡараш сағылдырған кешеләр менән аралашмау. (Зәбур 1:1-ҙе d уҡығыҙ.) Был мөртәттәрҙән килгән мәғлүмәтте тыңламаҫҡа һәм уҡымаҫҡа тигәнде аңлата. Һаҡ булмаһаҡ, еңел генә Йәһүәгә һәм уның ойошмаһы биргән күрһәтмәләргә шикләнә башлауыбыҙ бар. Ундай хәлгә эләкмәҫ өсөн ошондай һорауҙар өҫтөндә уйланыу мөһим: «Яңы күрһәтмәгә йә аңлатмаға ризаһыҙлыҡ белдермәйемме? Үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған ҡәрҙәштәрҙе ғәйепләмәйемме?» Был насар һыҙаттарҙы шунда уҡ тамыры менән йолҡоп ташлаһаҡ, Йәһүәне ҡыуандырырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 3:34, 35).
11. «Аҡылһыҙҙар» Йәһүәнең әхлаҡи нормаларына нисек ҡарай?
11 Өсөнсө төркөм кешеләре — «аҡылһыҙҙар». Улар ҙа зирәклекте кире ҡаға. Алланың әхлаҡи нормалары буйынса йәшәргә теләмәгәнгә, Изге Яҙмала улар «аҡылһыҙҙар» тип атала. Улар нимә теләй, шуны эшләй (Ғиб. һүҙ. 12:15). Ундайҙар зирәклек Сығанағы Йәһүәгә ҡул һелтәй (Зәб. 53:1). Уларға вәғәзләгәндә, улар йыш ҡына беҙҙе Изге Яҙма нормалары буйынса йәшәгәнебеҙ өсөн тәнҡитләй. Әммә уларҙың беҙгә тәҡдим итерлек яҡшыраҡ нәмәләре юҡ. Изге Яҙмала улар тураһында асыҡ әйтелә: «Аҡылһыҙ өсөн ысын зирәклек ирешмәҫлек бейек, ҡала ҡапҡалары янында уның әйтер һүҙе юҡ» (Ғиб. һүҙ. 24:7). Ундай кеше зирәк кәңәш бирә алмай. Бына ни өсөн Йәһүә беҙҙе «аҡылһыҙҙан йыраҡ тор» тип киҫәтә (Ғиб. һүҙ. 14:7).
12. «Аҡылһыҙҙарҙың» юлынан бармаҫҡа нимә ярҙам итер?
12 Алланы тыңларға теләмәгәндәрҙән айырмалы булараҡ, беҙ уның кәңәштәренә, шул иҫәптән әхлаҡи нормаларына яратыу үҫтерәбеҙ. Аллаға буйһоноуҙың эҙемтәләрен тыңламаусанлыҡ эҙемтәләре менән сағыштырып, беҙ был яратыуҙы нығыта алабыҙ. Йәһүәнең аҡыллы күрһәтмәләрен кире ҡаҡҡан кешеләр ниндәй генә бәләгә осрамай! Ә һеҙҙең тормошоғоҙ ни тиклем яҡшы, сөнки һеҙ Йәһүәгә тыңлаусан (Зәб. 32:8, 10).
13. Йәһүә беҙҙе үҙенең аҡыллы кәңәштәренә буйһонорға мәжбүр итәме?
13 Йәһүә зирәклекте бөтәһенә лә мул итеп бирә, әммә ул уны бер кемгә лә көсләп таҡмай. Шулай ҙа ул зирәклеккә ҡолаҡ һалмаған кешеләр менән нимә булырын аңлата (Ғиб. һүҙ. 1:29—32). Йәһүәгә буйһонорға теләмәгәндәр «һайлаған юлдарының емештәрен» татыясаҡ. Ваҡыт үтеү менән уларҙың йәшәү рәүеше уларға бәлә-ҡаза, ауыртыу, ғазаптар һәм һөҙөмтәлә үлем килтерәсәк. Ә Йәһүәнең күрһәтмәләрен ҡабул иткәндәр тураһында былай тип әйтелә: «Мине тыңлаусы именлектә йәшәйәсәк һәм бәлә-ҡазанан ҡурҡмаясаҡ» (Ғиб. һүҙ. 1:33).
ЫСЫН ЗИРӘКЛЕК БЕҘГӘ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ
14, 15. Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23-тәге принцип беҙҙе нимәгә өйрәтә?
14 Алланың зирәклеге беҙгә һәр ваҡыт файҙа килтерә. Күреүебеҙсә, уларҙы еңел генә табып була, Йәһүә был хаҡта инде ҡайғыртҡан. Мәҫәлән, Ғибрәтле һүҙҙәр китабында тормошобоҙҙо яҡшыртҡан кәңәштәр бик күп. Улар һәр ваҡытта ла ҡулланырлыҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙың дүртеһен ҡарап сығайыҡ.
15 Символик йөрәгегеҙҙе һаҡлағыҙ. Изге Яҙмала: «Барыһынан да бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йөрәк — йәшәү сығанағы бит», — тип яҙылған (Ғиб. һүҙ. 4:23). Йөрәгебеҙ һау булһын өсөн беҙгә файҙалы ризыҡ ашарға, физик күнегеүҙәр яһарға һәм насар ғәҙәттәрҙән арынырға кәрәк. Символик йөрәгебеҙҙе, йәғни эске булмышыбыҙҙы һаҡлар өсөн дә нимәлер эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, беҙ, Алла Һүҙен уҡып, рухи яҡтан туҡланабыҙ. Бынан тыш, беҙ йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнәбеҙ, унда барабыҙ һәм ҡатнашабыҙ, даими вәғәзләр өсөн көс һалабыҙ. Ә шулай уҡ беҙ, әхлаҡһыҙ күңел асыуҙан, насар аралашыуҙан һәм уйҙарыбыҙҙы боҙа алған нәмәләрҙән һаҡланып, насар ғәҙәттәрҙән арынабыҙ.
16. Ғибрәтле һүҙҙәр 23:4, 5-тә яҙылған кәңәш беҙгә ҡайһы яҡтан файҙалы?
16 Үҙегеҙҙә булғанына ҡәнәғәт булығыҙ. Изге Яҙма был хаҡта бик яҡшы кәңәш бирә: «Байлыҡҡа ынтылып, үҙ-үҙеңде бөтөрмә... Уға күҙ һалырға өлгөрмәҫһең, ул инде юҡ булыр, сөнки ҡанаттар булдырып, бөркөттәй осоп китер» (Ғиб. һүҙ. 23:4, 5). Байлыҡты тиҙ арала юғалтып була. Быға ҡарамаҫтан, байҙар ҙа, ярлылар ҙа аҡса эшләү менән мәшғүл. Аҡса хаҡында ныҡ борсолоу кешенең абруйына, башҡалар менән мөнәсәбәттәренә, хатта һаулығына зыян килтерергә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 28:20; 1 Тим. 6:9, 10). Ә зирәклек беҙгә аҡса хаҡында ныҡ борсолмаҫҡа ярҙам итә. Шундай ҡараш беҙҙе ҡомһоҙлоҡтан һаҡлар һәм булғанына ҡәнәғәт булырға ярҙам итер (Вәғ. 7:12).
17. Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18-ҙә әйтелгән «аҡыллының теленә» беҙ нисек эйә була алабыҙ?
17 Нимәлер әйтер алдынан уйлағыҙ. Һаҡ булмаһаҡ, һүҙҙәребеҙ башҡаларға ҙур зыян килтерергә мөмкин. Изге Яҙмала: «Уйламайынса әйтелгән һүҙ ҡылыстай яралай, ә аҡыллының теле дауалай», — тип әйтелгән (Ғиб. һүҙ. 12:18). Ғәйбәт һатып йөрөмәһәк, башҡалар менән мөнәсәбәттәребеҙ яҡшы булыр (Ғиб. һүҙ. 20:19). Һүҙҙәребеҙ кешеләрҙе яраламаһын, ә дауалаһын өсөн, беҙгә йөрәгебеҙҙе Изге Яҙмалағы белемдәр менән тултырырға кәрәк (Лука 6:45). Унда әйтелгән нәмәләр өҫтөндә уйланһаҡ, һүҙҙәребеҙ башҡаларға көс өҫтәгән «зирәклек шишмәһе» кеүек булыр (Ғиб. һүҙ. 18:4).
18. Ғибрәтле һүҙҙәр 24:6-лағы принцип хеҙмәттә нисек ярҙам итә?
18 Ойошманың күрһәтмәләре буйынса эш итегеҙ. Изге Яҙма беҙҙе: «Һуғыш алып барғанда, аҡыллы етәкселеккә таян. Кәңәшселәрҙең күп булыуы еңеүгә килтерә», — тип дәртләндерә (Ғиб. һүҙ. 24:6). Был принцип вәғәз һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә уңыштарға өлгәшергә нисек ярҙам итә? Үҙебеҙсә вәғәзләр һәм өйрәнеү үткәрер урынына, беҙгә бирелгән күрһәтмәләр буйынса эш итергә тырышырға кәрәк. Тәжрибәле ҡәрҙәштәр беҙҙе өйрәтер өсөн мәсихселәр осрашыуҙарында Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәрҙәр һәм сәхнәләштереүҙәр менән сығыш яһай. Бынан тыш, Йәһүәнең ойошмаһы Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән баҫмалар һәм видеояҙмалар сығара. Был бик файҙалы ҡоралдар. Һеҙ уларҙы ҡулланырға өйрәнәһегеҙме?
19. Йәһүә биргән зирәклеккә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ? (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:13—18).
19 Ғибрәтле һүҙҙәр 3:13—18-ҙе e уҡығыҙ. Беҙ Йәһүәгә Изге Яҙмалағы кәңәштәр өсөн бик рәхмәтле! Уларҙы белмәһәк, беҙ әле ҡайҙа булыр инек? Был мәҡәләлә Ғибрәтле һүҙҙәр китабынан бер нисә файҙалы принциптарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Әлбиттә, Изге Яҙма Йәһүәнең зирәк фекерҙәре менән тулы. Әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт уларға таянып эш итәйек. Донъяның зирәклеккә ҡарашы беҙҙең өсөн мөһим түгел. Беҙ «зирәклеккә... ныҡ тотонғандар бәхетле» икәненә бер тамсы ла шикләнмәйбеҙ.
36-СЫ ЙЫР Йөрәгебеҙҙе һаҡлайыҡ
a Йәһүә биргән зирәклек был донъя тәҡдим иткән нәмәләрҙән күпкә яҡшыраҡ. Был мәҡәләлә беҙ Изге Яҙмала әйтелгән зирәклек тураһында белербеҙ. Ғибрәтле һүҙҙәр китабында зирәклек кешеләрҙе ҡала майҙанында саҡырып тороусы итеп һүрәтләнә. Беҙ шулай уҡ ысын зирәклеккә нисек эйә булырға, ни өсөн ҡайһы берәүҙәр уны тыңларға теләмәй һәм ни өсөн уны тыңлау мөһим икәнен ҡарап сығырбыҙ.
b Ғибрәтле һүҙҙәр 1:20, 21: «Ысын зирәклектең ауазы урамда яңғырай, тауышы майҙандарҙа ишетелә. Ул тормош ҡайнап торған урам саттарында ҡысҡыра. Ҡала ҡапҡалары янында былай ти».
c Ғибрәтле һүҙҙәр 1:22—25: «Эй, тәжрибәһеҙҙәр, ҡасанға ҡәҙәр һеҙ тәжрибәһеҙлекте һөйөрһөгөҙ? Эй, мыҫҡыллап көлөүселәр, күпме инде мыҫҡыллап көлөүҙән рәхәтлек табырға була? Эй, аҡылһыҙҙар, ҡасанға ҡәҙәр һеҙ белемде нәфрәт итерһегеҙ? 23 Мин төҙәткәндә, юлдарығыҙҙы үҙгәртегеҙ. Шул саҡ һеҙгә рухымды ҡойормон; һеҙгә һүҙҙәремде еткерермен. 24 Сөнки мин ҡысҡырҙым, ә һеҙҙең тыңлағығыҙ килмәне, ҡулымды һуҙҙым, әммә бер кем дә иғтибар итмәне, 25 бер кәңәшемде лә һанға һуҡманығыҙ, төҙәтеүҙәремде кире ҡаҡтығыҙ».
d Зәбур 1:1: «Яуыздарҙың кәңәшен тотмаған, гонаһ ҡылыусылар юлына баҫмаған һәм мыҫҡыллап көлөүселәр менән ултырмаған кеше бәхетле».
e Ғибрәтле һүҙҙәр 3:13—18: «Зирәклек тапҡан кеше, үтә күреүсәнлеккә ирешкән әҙәм бәхетле. 14 Зирәклеккә эйә булыу көмөшкә эйә булыуҙан яҡшыраҡ, ул алтындан файҙалыраҡ. 15 Ул мәрйендәрҙән дә ҡиммәтерәк, һин теләгән бер нәмә лә уға тиң булмаҫ. 16 Уның уң ҡулында — оҙон ғүмер, һул ҡулында — байлыҡ һәм дан. 17 Уның юлдары рәхәт, бар һуҡмаҡтары тыныс-имен. 18 Зирәклеккә тотонғандар өсөн ул тормош ағасы, уға ныҡ тотонғандар бәхетле тип аталыр».