Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

41-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һеҙ ысын бәхеткә эйә була алаһығыҙ

Һеҙ ысын бәхеткә эйә була алаһығыҙ

«Йәһүәне тәрән хөрмәт иткән, уның юлдарынан йөрөгән һәр кем бәхетле» (ЗӘБ. 128:1).

110-СЫ ЙЫР «Йәһүәнең шатлығы»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. «Аллаға мохтаж» булыу нимәне аңлата һәм ул бәхет менән нисек бәйле?

 БӘХЕТ — ул күтәренке кәйеф кенә түгел, бөгөн бар, иртәгә юҡ. Бәхет ғүмер буйы кешенең юлдашы булырға мөмкин. Ғайса тауҙағы вәғәзендә: «Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле», — тип әйткән (Матф. 5:3). «Аллаға мохтаж» тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан? Ул кешеләрҙең Барлыҡҡа килтереүсене белеү һәм уға ғибәҙәт ҡылыу теләге менән яратылғандарын яҡшы белгән. Йәһүә бәхетле Алла булғас, уға хеҙмәт иткәндәр ҙә бәхетле була ала (1 Тим. 1:11).

«Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле» (Матф. 5:10) (2, 3-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.) e

2, 3. а) Ғайсаның әйтеүе буйынса, кем бәхетле? б) Был мәҡәләлә беҙ нимә ҡарап сығырбыҙ һәм ни өсөн был мөһим?

2 Ауырлыҡтары булмаған кешеләр генә бәхетле, тип әйтеп буламы? Ысынында, юҡ! Ғайса үҙенең вәғәзендә бер ғәжәйеп нәмә әйткән. Ул: «Хәсрәтлеләр бәхетле», — тигән. Тимәк, үҙҙәренең гонаһтары йә тормоштағы ауырлыҡтар арҡаһында ғазап сиккән кешеләр бәхетле була ала. Ғайса шулай уҡ «дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле» һәм «минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда... һеҙ бәхетле» тигән (Матф. 5:4, 10, 11). Әммә шундай шарттарҙа беҙ нисек бәхетле була алабыҙ?

3 Ғайса, беҙҙең бәхетле булыуыбыҙ яҡшы шарттарҙан түгел, ә рухи ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндереүҙән һәм Алла менән дуҫ булыуыбыҙҙан тора, тип өйрәткән (Яҡ. 4:8). Бының өсөн нимә кәрәк? Был мәҡәләлә беҙ ысын бәхеткә килтергән өс нәмәне ҡарап сығырбыҙ.

РУХИ ЯҠТАН ЯҠШЫ ТУҠЛАНЫҒЫҘ

4. Бәхетле булыр өсөн беренсе аҙым ниндәй? (Зәбур 1:1—3).

4 БЕРЕНСЕ АҘЫМ. Бәхетле булыр өсөн беҙгә рухи яҡтан туҡланырға кәрәк. Кешеләргә лә, хайуандарға ла, үлмәҫ өсөн, физик аҙыҡ кәрәк. Әммә рухи аҙыҡҡа тик кешеләр генә мохтаж. Бына ни өсөн Ғайса: «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр», — тигән (Матф. 4:4). Шуның өсөн беҙгә Алланың Һүҙен, Изге Яҙманы, көн һайын уҡырға кәрәк. Бәхетле кешене мәҙхиә йырлаусы былай тип һүрәтләй: «Ул Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек таба һәм көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана». (Зәбур 1:1—3-тө b уҡығыҙ.)

5, 6. а) Изге Яҙма беҙгә ниндәй хәҡиҡәттәрҙе аса? б) Изге Яҙманы уҡыу беҙгә нисек ярҙам итә ала?

5 Йәһүә беҙҙе бик ярата. Бына ни өсөн ул беҙгә Изге Яҙманы биргән. Изге Яҙманан уның беҙҙән нимә көткәнен беләбеҙ. Бынан тыш, Изге Яҙма беҙгә нисек Алланың дуҫтары булырға һәм нисек уның кисереүен алып булғанын аңлата. Ә шулай уҡ беҙҙең киләсәккә иҫ киткес өмөтөбөҙ бар (Ирем. 29:11). Изге Яҙманан алған хәҡиҡәттәр күңелебеҙҙе шатлыҡ менән тултыра.

6 Белеүебеҙсә, Изге Яҙмала көндәлек тормош өсөн бик күп кәңәштәр бар. Уларҙы ҡулланһаҡ, бәхетле булырбыҙ. Тормош ауырлыҡтары һеҙҙе йонсотһа, Йәһүәнең Һүҙен уҡыр өсөн һәм уның өҫтөндә уйланыр өсөн күберәк ваҡыт бүлегеҙ. Ғайса бына нимә тип кәңәш иткән: «Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле» (Лука 11:28).

7. Изге Яҙманы уҡыу күберәк файҙа килтерһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?

7 Изге Яҙманы ашыҡмайынса, тәмләп уҡығыҙ. Һеҙҙең менән шундай хәл булғаны бармы: һеҙгә яратҡан ризығығыҙҙы әҙерләгәндәр, ә һеҙ ашыҡҡанға йә нимәлер тураһында уйлап ултырғанға, был ризыҡты сәйнәмәйенсә йотҡанһығыҙ, ти? Ә тәрилкә инде буш булғас, һеҙ, был тәмлекәсте ашыҡмайынса, һәр киҫәкте тәмләп ашарға кәрәк булған, тип уйлап ҡуйғанһығыҙҙыр. Изге Яҙманы ла бер нәмә аңламайынса һәм уҡыуҙан ҡәнәғәтлек тапмайынса ашығып уҡығанығыҙ булдымы? Был китапты рәхәтләнеп уҡыр өсөн ваҡыт бүлегеҙ. Уҡығандарығыҙҙы йәнләндереп ебәрегеҙ, тауыштар нисек яңғырағанын ишетергә тырышығыҙ һәм уҡығандарығыҙ тураһында уйланығыҙ. Шундай уҡыу һеҙҙе бәхетлерәк итер.

8. «Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» нисек итеп үҙ вазифаһын үтәй? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

8 Ғайса беҙгә үҙ ваҡытында рухи аҙыҡ бирер өсөн «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» билдәләгән (Матф. 24:45) c. Беҙҙең алдыбыҙҙа һәр ваҡытта ла мул итеп әҙерләнгән рухи аҙыҡ бар. Ә шул аҙыҡтың төп ингредиенты — Изге Яҙма (1 Фес. 2:13). Бына ни өсөн ышаныслы хеҙмәтсе әҙерләгән рухи аҙыҡ беҙгә Изге Яҙмала яҙылған Йәһүәнең фекерҙәрен аңларға ярҙам итә. Шуға күрә беҙ «Күҙәтеү манараһын», «Уянығыҙ!» журналын һәм jw.org сайтындағы мәҡәләләрҙе уҡыйбыҙ. Шулай уҡ беҙ йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнәбеҙ һәм ай һайын сыҡҡан Йәһүә шаһиттарының телевидениеһын ҡарайбыҙ. Изге Яҙманы даими уҡыу һәм өйрәнеү беҙгә ысын бәхеткә килтергән икенсе аҙымды яһарға ярҙам итер.

ЙӘҺҮӘ НОРМАЛАРЫНА БУЙҺОНОП ЙӘШӘГЕҘ

9. Бәхеткә килтергән икенсе аҙым ниндәй?

9 ИКЕНСЕ АҘЫМ. Бәхетле булыр өсөн беҙгә Йәһүә нормаларына буйһонорға кәрәк. Мәҙхиә йырлаусы былай тип яҙған: «Йәһүәне тәрән хөрмәт иткән, уның юлдарынан йөрөгән һәр кем бәхетле» (Зәб. 128:1). «Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт» уны күңелһеҙләндергән бөтә нәмәнән ситтә торорға ярҙам итә (Ғиб. һүҙ. 16:6). Шуға күрә беҙ, бар көсөбөҙҙө һалып, Алланың Изге Яҙмала яҙылған яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормалары буйынса йәшәргә тырышабыҙ (2 Кор. 7:1). Йәһүә яратҡанды эшләһәк һәм ул нәфрәт иткәнде кире ҡаҡһаҡ, бәхетле булырбыҙ (Зәб. 37:27; 97:10; Рим. 12:9).

10. Римдарға 12:2-лә әйтелгәнсә, Йәһүә беҙҙән нимә көтә?

10 Римдарға 12:2-не уҡығыҙ. Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ нормаларын урынлаштырырға Йәһүәнең хоҡуғы бар икәнен кеше белергә мөмкин, ләкин ул был нормалар буйынса йәшәмәҫкә мөмкин. Миҫал килтерәйек. Хөкүмәттең водителдәр өсөн тиҙлек режимын урынлаштырырға хоҡуғы бар икәнен кеше белергә мөмкин, әммә ул был сикләүҙәрҙе үтәмәй һәм һәр ваҡыт машинаһының тиҙлеген арттырып йөрөй. Беҙҙең эштәребеҙ Йәһүәнең нормаларына нисек ҡарағаныбыҙҙы күрһәтә (Ғиб. һүҙ. 12:28). Дауыт батша былай тип йырлаған: «Һин миңә тормош һуҡмағын белдерәһең. Һинең хозурыңда — шатлыҡҡа күмеләм, һинең уң яғыңда булыу — һис бөтмәҫ бәхет ул» (Зәб. 16:11).

11, 12. а) Бойоҡҡанда һәм борсолғанда ни өсөн беҙгә һаҡ булырға кәрәк? б) Филиптарға 4:8-ҙә яҙылған һүҙҙәр күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайларға нисек ярҙам итә ала?

11 Бойоҡҡанда йә борсолғанда, беҙ, үҙ проблемаларыбыҙҙы онотоп, иғтибарыбыҙҙы башҡа нәмәгә йүнәлтергә теләйбеҙ. Был тәбиғи. Әммә Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләрҙе яңылыш эшләп ҡуймаҫ өсөн, һаҡ булырға кәрәк (Ефес. 5:10—12, 15—17).

12 Илсе Павел филиптарға яҙған хатында мәсихселәрҙе «ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә... әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәр» тураһында уйланырға дәртләндергән. (Филиптарға 4:8-ҙе уҡығыҙ.) Был аятта Павел туранан-тура күңел асыуҙар тураһында әйтмәһә лә, уның һүҙҙәре беҙгә уларҙы дөрөҫ һайларға ярҙам итә. Бының өсөн ошо аятты уҡығанда «эштәр» тигән һүҙ урынына, «йырҙар», «фильмдар», «китаптар» һәм «видеоуйындар» тигән һүҙҙәр ҡуйып уҡып ҡарағыҙ. Был һеҙгә һайланған күңел асыуығыҙ Йәһүә ҡарашынан дөрөҫмө, юҡмы икәнен аңларға ярҙам итер. Беҙ Йәһүәнең юғары нормалары буйынса йәшәргә теләйбеҙ (Зәб. 119:1—3). Шул саҡта выжданыбыҙ таҙа булыр, һәм беҙ бәхеткә килтергән өсөнсө аҙымды яһай алырбыҙ (Ғәм. 23:1).

ЙӘҺҮӘГӘ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ БЕРЕНСЕ УРЫНДА БУЛҺЫН

13. Бәхеткә килтергән өсөнсө аҙым ниндәй? (Яхъя 4:23, 24).

13 ӨСӨНСӨ АҘЫМ. Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу беренсе урында булһын өсөн барыһын эшләгеҙ. Йәһүә — Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, шуға күрә ул беҙҙең табыныуыбыҙға лайыҡ (Асыл. 4:11; 14:6, 7). Тимәк, Аллаға хеҙмәт итеү тормошобоҙҙа иң мөһим урында булырға тейеш. Ул беҙҙең «рух һәм хәҡиҡәт менән» табыныуыбыҙҙы көтә. (Яхъя 4:23, 24-те уҡығыҙ.) Беҙ Аллаға изге рух өйрәтеүе буйынса табынырға тейеш. Шул саҡта табыныуыбыҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә тура килер. Хатта эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән йә тыйылған илдә йәшәһәк тә, Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу мөһим урында булырға тейеш. Бөгөнгө көндә 100-ҙән ашыу ҡәрҙәшебеҙ Йәһүә шаһиттары булғанға күрә төрмәлә ултыра d. Быға ҡарамаҫтан, улар шатлыҡтарын юғалтмай һәм үҙ шарттарында көстәренән килгәндең барыһын эшләй: доға ҡыла, Изге Яҙманы өйрәнә, башҡаларға Алла һәм уның Батшалығы тураһында һөйләй. Бер ниндәй мыҫҡыллауҙар һәм эҙәрләүҙәр беҙҙе бәхеттән мәхрүм итә алмай, сөнки Йәһүә беҙгә бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә һәм тоғро булғаныбыҙ өсөн һис шикһеҙ бүләкләйәсәк (Яҡ. 1:12; 1 Пет. 4:14).

ТОРМОШТАН АЛЫНҒАН МИҪАЛ

14. Тажикстанда йәшәгән йәш ағай-ҡәрҙәш менән нимә булған һәм ниндәй сәбәпле?

14 Ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ, ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, бәхеттәрен юғалтмаған, сөнки беҙ әле генә ҡарап сыҡҡан өс аҙымды ҡулланған. Хәрби хеҙмәттән баш тартҡаны өсөн Тажикстанда йәшәгән 19 йәшлек Джовидон Бободжонов менән нимә булғанын ҡарап сығайыҡ. 2019 йылдың 4 октябрендә уны өйөнән көсләп алып китәләр һәм бер нисә ай һаҡ аҫтында тоталар. Уның менән енәйәтсе менән мөғәмәлә иткәндәй мөғәмәлә итәләр. Был ғәҙелһеҙлек күп илдәргә билдәле була. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр иткәнсә, уны туҡмағандар, ант бирергә һәм хәрби кейем кейергә мәжбүр иткәндәр. Шунан һуң уны хөкөм итәләр һәм колонияға ебәрәләр. Аҙаҡ илдең президенты Джовидонды ярлыҡай һәм уны азат итәләр. Һынауҙар ваҡытында Джовидонға Аллаға тоғролоҡ һаҡларға һәм бәхетле булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Ул һәр ваҡыт үҙенең рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп торған.

Төрмәлә Джовидон рухи яҡтан туҡланған, Алланың нормаларына буйһонған һәм Йәһүәгә табыныуҙы тормошонда беренсе урынға ҡуйған (15—17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

15. Джовидон төрмәлә рухи яҡтан нисек туҡланған?

15 Төрмәлә Джовидондың Изге Яҙмаһы ла, баҫмаларыбыҙ ҙа булмаған. Шулай ҙа ул рухи яҡтан туҡланған. Нисек итеп? Урындағы ҡәрҙәштәр ризыҡ алып килгән пакеттарға көндәлек аятты яҙған, шуға күрә Джовидондың көн һайын Изге Яҙманы уҡырға һәм уның өҫтөндә уйланырға мөмкинлеге булған. Төрмәнән сыҡҡас, ул етди һынауҙар менән осрашмаған ҡәрҙәштәргә бындай кәңәш биргән: «Азатлыҡты аҡыллы ҡулланығыҙ. Изге Яҙманы һәм баҫмаларыбыҙҙы уҡып Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе нығытығыҙ».

16. Джовидон нимә тураһында уйларға тырышҡан?

16 Джовидон ҡәрҙәш Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәгән. Ул гонаһлы теләктәргә бирелмәгән һәм үҙен яҡшы тотҡан. Ҡәрҙәшебеҙ һәр ваҡыт Йәһүә һәм ул ҡәҙерләгән нәмәләр тураһында уйланған. Джовидон Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтергә яратҡан. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Иртәнсәк мин ҡоштар һайрауына уяна торғайным, ә кисен айға һәм йондоҙҙарға һоҡлана инем. Йәһүәнең был бүләктәре миңә шатлыҡлы булып ҡалырға көс бирҙе. Йәһүәгә уның бүләктәре өсөн, шул иҫәптән рухи аҙыҡ өсөн рәхмәтле булһаҡ, йөрәгебеҙ шатлыҡ менән тулыр, һәм был шатлыҡ беҙгә барыһын еңеп сығырға көс өҫтәр».

17. Джовидон хәленә эләккән кеше 1 Петр 1:6, 7-ләге һүҙҙәрҙе нисек ҡуллана ала?

17 Джовидон Йәһүәгә табыныуҙы тормошонда беренсе урынға ҡуйған. Ул Аллаға тоғролоҡ һаҡлау ни тиклем мөһим икәнен белгән. Ғайса: «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», — тип әйткән (Лука 4:8). Офицерҙар һәм һалдаттар Джовидондың иманынан ваз кисеүен теләгән. Ә ул көнө-төнө Йәһүәнән тоғро ҡалыр өсөн көс һорап доға ҡылған. Аяуһыҙ мөғәмәләгә ҡарамаҫтан, Джовидон бер ҙә ҡалтырамаған. Хәҙер ул бәхетле, сөнки уның ҡулға алынғанға тиклем булмаған һыналған иманы бар! (1 Петр 1:6, 7-не уҡығыҙ.)

18. Нисек бәхетле булып ҡалырға?

18 Беҙгә бәхетле булыр өсөн нимә кәрәклеген Йәһүә белә. Был мәҡәләлә ҡарап сыҡҡан өс аҙым беҙгә, етди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бәхетле булып ҡалырға ярҙам итер. Шул саҡта беҙ: «Аллаһы Йәһүә булған халыҡ бәхетле!» — тип әйтә алырбыҙ (Зәб. 144:15).

89-СЫ ЙЫР Нәсихәткә ҡолаҡ һал

a Күптәр ысын бәхет таба алмай, сөнки улар уны башҡа ерҙә эҙләй. Улар, ләззәтле тормош алып барыу, байлыҡ артынан ҡыуыу, данға һәм хакимлыҡҡа эйә булыу бәхет килтерә, тип уйлай. Әммә Ғайса бәхетте ҡайҙа табырға икәнен аңлатҡан. Был мәҡәләлә беҙ ысын бәхеткә эйә булырға ярҙам иткән өс аҙымды ҡарап сығырбыҙ.

b Зәбур 1:1—3: «Яуыздарҙың кәңәшен тотмаған, гонаһ ҡылыусылар юлына баҫмаған һәм мыҫҡыллап көлөүселәр менән ултырмаған кеше бәхетле. 2 Ул Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек таба һәм көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана. 3 Ул ағым һыуҙар буйында ултыртылған, үҙ ваҡытында емешен биргән, япраҡтары шиңмәгән ағас кеүек булыр. Ни генә эшләһә лә, ул уңышҡа ирешер».

c «Күҙәтеү манараһының» 2014 йылдың 15 август сығарылышында «Һеҙ „ризыҡты үҙ ваҡытында“ алып туҡланаһығыҙмы?» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.

d Имандары өсөн төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәр тураһында күберәк белер өсөн jw.org сайтын (урыҫ) ҡарағыҙ. (Эҙләү юлына «в тюрьме за веру» тип яҙығыҙ.)

e ФОТОҺҮРӘТ. 7-се бит: был сәхнәләштереүҙә ҡәрҙәштәрҙең судҡа алып китеп барған ҡәрҙәште нисек нығытҡандары күрһәтелгән.