Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

42-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

103-СӨ ЙЫР Көтөүселәр — бүләк итеп бирелгән кешеләр

Йыйылыштар хаҡында ҡайғыртҡан ир ҡәрҙәштәр өсөн рәхмәтле булығыҙ

Йыйылыштар хаҡында ҡайғыртҡан ир ҡәрҙәштәр өсөн рәхмәтле булығыҙ

«Юғарыға күтәрелеп... кешеләргә бүләк өләште» (ЭФЕС. 4:8).

ТӨП ФЕКЕР

Хеҙмәт ярҙамсылары, аҡһаҡалдар һәм район күҙәтеүселәре беҙҙең хаҡта нисек ҡайғырта һәм беҙ уларға рәхмәтле булыуыбыҙҙы нисек белдерә алабыҙ?

1. Ғайса беҙгә ниндәй бүләктәр бирә?

 ҒАЙСА кеүек бер кем дә кешеләр өсөн шул тиклем күпте эшләмәгән. Ул ерҙә йәшәгәндә, башҡаларға ярҙам итер өсөн, үҙ көсөн мул итеп ҡулланған (Лука 9:12—17). Ул биргән бүләктәрҙең иң бөйөгө — уның йолом ҡорбаны (Яхъя 15:13). Терелтелгәндән һуң да Ғайса шундай уҡ йомарт булып ҡалған. Вәғәҙә иткәнсә, ул беҙҙе өйрәтер һәм йыуатыр өсөн, Атаһынан изге рух ебәреүен һораған (Яхъя 14:16, 17; 16:13). Беҙ бөтә ер йөҙө буйлап шәкерттәр әҙерләр өсөн, йыйылыш осрашыуҙарында Ғайсанан бар кәрәклеһен алабыҙ (Матф. 28:18—20).

2. Эфестарға 4:7, 8-ҙәге «бүләктәр» кемдәр улар?

2 Ғайсаның тағы бер бүләген ҡарап сығайыҡ. Илсе Пауыл: «[Мәсих] юғарыға күтәрелеп... кешеләргә бүләк өләште», — тип яҙған. (Эфестарға 4:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Пауыл аңлатыуынса, был бүләктәр — йыйылыштар хаҡында ҡайғыртҡан ир ҡәрҙәштәр (Эфес. 1:22, 23; 4:11—13). Улар — хеҙмәт ярҙамсылары, йыйылыш аҡһаҡалдары һәм район күҙәтеүселәре a. Әлбиттә, улар камил түгел, шуға күрә хата эшләргә мөмкин (Яҡ. 3:2). Шулай ҙа беҙгә ярҙам итер өсөн, Хужабыҙ Ғайса уларҙы ҡуллана. Улар — Мәсихтән килгән бүләк.

3. Йыйылышты нығытыуҙа ир ҡәрҙәштәргә нисек булышлыҡ күрһәтеп була? Миҫал килтерегеҙ.

3 Ғайса был ир ҡәрҙәштәргә йыйылышты нығытырға ҡушҡан (Эфес. 4:12). Ләкин беҙ бөтәбеҙ ҙә был мөһим эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ. Әйҙәгеҙ, быны Батшалыҡ залын төҙөү эштәре менән сағыштырайыҡ. Кемдер раствор әҙерләй йә кирбес һала. Ә кемдер төҙөү эштәрендә ярҙам итер өсөн төрлө эштәр башҡара, мәҫәлән, ризыҡ әҙерләй йәиһә кәрәкле материалдар килтерә. Шуның кеүек, йыйылышты нығытыр өсөн, хеҙмәт ярҙамсылары, йыйылыш аҡһаҡалдары һәм район күҙәтеүселәре яуаплы. Ләкин беҙ ҙә үҙ һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән уларға ярҙам итә алабыҙ. Улар ниндәй мөһим эш башҡара? Беҙ уларға һәм Ғайсаға был бүләктәр өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерә алабыҙ? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ.

ХЕҘМӘТ ЯРҘАМСЫЛАРЫНА «ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕҮ... ҺӘЛӘТЕ БИРЕЛГӘН»

4. Беренсе быуатта хеҙмәт ярҙамсылары ниндәй эш башҡарған?

4 Беренсе быуатта ҡайһы бер ир ҡәрҙәштәр йыйылышта хеҙмәт ярҙамсылары булған (1 Тим. 3:8). Илсе Пауыл «ярҙам күрһәтеүселәр» тип яҙғанда, моғайын, тап уларҙы күҙ уңында тотҡандыр (1 Кәр. 12:28). Аҡһаҡалдар, көтөүсе вазифаларын һәм өйрәтеү эштәрен башҡара алһын өсөн, хеҙмәт ярҙамсылары, күрәһең, ғәмәли мәсьәләләр тураһында ҡайғыртҡандыр. Хеҙмәт ярҙамсылары, моғайын, Яҙмаларҙың копияларын әҙерләгәндер йә бының өсөн кәрәкле материалдар һатып алғандыр.

5. Хеҙмәт ярҙамсылары имандаштары өсөн нимә эшләй?

5 Бөгөн дә хеҙмәт ярҙамсылары байтаҡ эш башҡара (1 Пет. 4:10). Улар йыйылыш иғәнәләре хисабы һәм участкалар хаҡында ҡайғырта, әҙәбиәткә заказ бирә, аудио-видео ҡорамалдар эшләйме-юҡмы икәнен тикшереп тора, йыйылышҡа килгән кешеләрҙе ҡаршы ала һәм Батшалыҡ залдарын хеҙмәтләндереүҙә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә йыйылыш һәм вәғәз осрашыуҙары яҡшы итеп ойошторола (1 Кәр. 14:40). Бынан тыш, ҡайһы бер хеҙмәт ярҙамсылары аҙна уртаһында үткән осрашыуҙа пункттар үткәрә һәм асыҡ телмәрҙәр менән сығыш яһай. Йыш ҡына улар вәғәз төркөмө өсөн яуаплы булған ҡәрҙәшкә ярҙам итә. Ә ҡайһы саҡта аҡһаҡалдар ҡәрҙәштәргә килеп киткәндә уларҙы үҙҙәре менән ала.

6. Һеҙ хеҙмәт ярҙамсыларын ни өсөн ҡәҙерләйһегеҙ?

6 Әйҙәгеҙ, ҡәрҙәштәребеҙҙең хеҙмәт ярҙамсылары тураһында нимә һөйләгәнен беләйек. Боливияла йәшәгән Бе́берли b ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Мин уларға бик рәхмәтлемен! Осрашыуҙар бик һәйбәт үтә. Мин уларҙың хеҙмәте ярҙамында йырлайым, комментарийҙар бирәм, телмәр тыңлайым, һүрәттәр һәм видеояҙмалар ҡарайым. Улар шулай уҡ беҙҙең хәүефһеҙлегебеҙ хаҡында һәм осрашыуҙарға видеоэлемтә аша инә алыуыбыҙ хаҡында ҡайғырта. Ә программанан һуң улар иғәнәләрҙе һанай, әҙәбиәт тарата һәм шатланып Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа ҡатнаша. Ул ҡәрҙәштәрҙе нисек яратмайһың инде?» Колумбияла йәшәгән Ле́сли ҡәрҙәштең ире аҡһаҡал булып хеҙмәт итә. Лесли былай тип бүлешә: «Йыйылышта эш бик күп! Хеҙмәт ярҙамсыларының ҡайһы бер эштәрҙә ярҙам итеүе бик яҡшы, юғиһә мин иремде бөтөнләй күрмәҫ инем. Мин был ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтлемен, сөнки улар ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер!» Һеҙ ҙә, моғайын, был ҡәрҙәштәрҙең һүҙҙәре менән тулыһынса ризалыр (1 Тим. 3:13).

7. Хеҙмәт ярҙамсылары өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерә алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

7 Изге Яҙма беҙҙе: «Рәхмәтле булығыҙ», — тип рухландыра (Кол. 3:15). Әлбиттә, рәхмәтле булыуыбыҙҙы тойоу ғына әҙ, был хаҡта әйтеү ҙә бик мөһим. Финляндияла аҡһаҡал булып хеҙмәт иткән Кши́штоф ҡәрҙәш бына нимә ти: «Мин һәр ваҡыт уларға ниндәйҙер конкрет эш өсөн йә мине дәртләндергән фекер өсөн рәхмәт әйтергә тырышам. Мин открытка йә смс-хәбәр яҙам һәм унда тура килгән аят өҫтәйем». Яңы Каледонияла йәшәгән Паска́ль менән Жаэ́ль бына нимә эшләй: «Һуңғы ваҡыт беҙ хеҙмәт ярҙамсылары хаҡында күп доға ҡылабыҙ, Йәһүәгә улар өсөн рәхмәттәр әйтәбеҙ һәм уның уларға ярҙам итеп тороуын һорайбыҙ». Йәһүә ундай үтенестәргә яуап бирә, һәм һөҙөмтәлә йыйылыштың берҙәмлеге нығый (2 Кәр. 1:11).

ЙЫЙЫЛЫШ АҠҺАҠАЛДАРЫ — «АРАҒЫҘҘА ТЫРЫШЫП ХЕҘМӘТ ИТЕҮСЕЛӘР»

8. Беренсе быуаттағы аҡһаҡалдарҙың хеҙмәте үҙ эсенә нимә алған? (1 Тисалуникаларға 5:12, 13).

8 Беренсе быуаттағы аҡһаҡалдар ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртыр өсөн тырышып хеҙмәт иткән (1 Тисалуникаларға 5:12, 13-тө уҡығыҙ; 1 Тим. 5:17). Улар йыйылышҡа ҡағылышлы һорауҙарҙы бергәләп ҡарар иткән. Шулай уҡ улар осрашыуҙар үткәргән һәм ҡәрҙәштәрҙе рухи зыяндан яҡлар өсөн уларҙы яратыу менән өйрәткән (1 Тис. 2:11, 12; 2 Тим. 4:2). Әлбиттә, улар үҙ ғаиләләре хаҡында ла онотмаған. Улар үҙ ғаиләләренә Йәһүә менән дуҫлыҡтарын ныҡ килеш һаҡларға ярҙам иткән һәм уларҙы матди яҡтан тәьмин иткән (1 Тим. 3:2, 4; Тит. 1:6—9).

9. Аҡһаҡалдарҙың ҡайһы бер вазифаларын әйтеп китегеҙ.

9 Бөгөн дә аҡһаҡалдар бик күп эштәр башҡара. Улар һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй (2 Тим. 4:5). Улар шулай уҡ йыйылыш территорияһында вәғәз эшен ойоштора, беҙҙе вәғәзләргә һәм шәкерттәр әҙерләргә өйрәтә һәм үҙҙәре лә хеҙмәттә янып тора. Шулай уҡ аҡһаҡалдар — мәрхәмәтле һәм ғәҙел хөкөмсөләр. Берәй ҡәрҙәш етди гонаһ ҡылһа, улар уға Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен торғоҙорға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта улар йыйылыштың сафлығы хаҡында ҡайғырта (1 Кәр. 5:12, 13; Ғал. 6:1). Әммә иң тәүҙә аҡһаҡалдар көтөүсе вазифаларын башҡара (1 Пет. 5:1—3). Улар Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәрҙәр менән сығыштар яһай, һәр ҡәрҙәш менән яҡшыраҡ танышырға тырыша һәм уларға килеп киткәндә уларҙы рухландыра. Бынан тыш, ҡайһы бер аҡһаҡалдар Батшалыҡ залдарын төҙөй һәм уны хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша, конгрестар ойоштороуҙа ярҙам итә, дауаханалар менән бәйләнеш комитетында һәм дауаханала ятҡан ҡәрҙәштәргә килеп китеү төркөмөндә хеҙмәт итә. Аҡһаҡалдар арымай-талмай беҙҙең өсөн бик күпте эшләй!

10. Һеҙ ни өсөн эшсән аҡһаҡалдарҙы ҡәҙерләйһегеҙ?

10 Йәһүә әйтеүенсә, көтөүселәрҙең ҡайғыртыуы ярҙамында уның һарыҡтары «башҡаса... ҡурҡмаҫ, өркмәҫ» (Йәр. 23:4). Финляндияла йәшәгән Йоха́нна быны үҙ тормошонда татыған. Уның әсәһе бик ҡаты ауырып киткән. Йоханна былай тип һөйләй: «Ысын ғына әйткәндә, үҙ хистәремде башҡаларға һөйләп бармайым. Әммә бер тапҡыр мин һөйләшергә әҙер булғанда, йыйылышта мин бик үк яҡшы белмәгән бер аҡһаҡал мине иғтибар менән тыңланы. Ул минең менән бергә доға ҡылды һәм Йәһүәнең яратыуына ышандырҙы. Уның нимә әйткәндәрен теүәл иҫләмәйем, ләкин күңелемдә тыныс булып киткәнен хәтерләйем. Йәһүәнең уны үҙ ваҡытында миңә ебәргәненә бер ҙә шикләнмәйем». Ә һеҙҙең йыйылышығыҙҙағы аҡһаҡалдар һеҙгә нисек ярҙам итте?

11. Аҡһаҡалдарға рәхмәтле булыуыбыҙҙы нисек белдереп була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

11 Йәһүә аҡһаҡалдарға «хеҙмәттәре өсөн» рәхмәтле булыуыбыҙҙы теләй (1 Тис. 5:12, 13). Финляндияла йәшәгән Хенрие́тта былай тип бүлешә: «Аҡһаҡалдар ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙер. Ләкин был уларҙың башҡаларға ҡарағанда ваҡыттары һәм көстәре күберәк тигәнде йә уларҙың ауырлыҡтары юҡ тигәнде аңлатмай. Ҡайһы саҡта мин уларға: „Беләһеңме, Йәһүә һине ҡәҙерләй. Һин бик һәйбәт көтөүсе!“» — тип әйтәм». Төркиәнән булған Сера́ ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Аҡһаҡалдарға ла хеҙмәттәрен дауам итер өсөн „яғыулыҡ“ кәрәк. Шуға күрә уларға открытка яҙырға, төшкө ашҡа саҡырырға йә улар менән вәғәзгә барырға була». Һин берәй аҡһаҡалға хеҙмәте өсөн рәхмәтле булыуыңды күрһәтергә теләр инеңме? Был хаҡта уға әйт йә башҡаса үҙеңдең рәхмәтле булыуыңды белдер (1 Кәр. 16:18).

Хеҙмәт ярҙамсыларына һәм аҡһаҡалдарға хеҙмәттәрен дауам итер өсөн «яғыулыҡ» кәрәк. (7, 11, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


РАЙОН КҮҘӘТЕҮСЕЛӘРЕ ЙЫЙЫЛЫШТАРҘЫ НЫҒЫТА

12. Беренсе быуатта Ғайса кемдәр аша йыйылыштарҙы нығытҡан? (1 Тисалуникаларға 2:7, 8).

12 Ғайса Мәсих йыйылыштарға хеҙмәт ярҙамсыларын һәм аҡһаҡалдарҙы ғына түгел, шулай уҡ район күҙәтеүселәрен дә биргән. Ни өсөн? Йыйылыштарҙы нығытыр өсөн (Илс. 15:40, 41). Уның етәкселеге аҫтында Йәрүсәлимдәге аҡһаҡалдар Пауылды, Барнабты һәм башҡа ирҙәрҙе төрлө йыйылыштарға ебәргән (Илс. 11:22). Был күсеп йөрөүсе хеҙмәтселәр уңайлы тормоштан баш тартҡан һәм хатта имандаштары өсөн ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған (1 Тисалуникаларға 2:7, 8-ҙе уҡығыҙ.)

13. Район күҙәтеүселәре ниндәй эштәр башҡара?

13 Район күҙәтеүселәренең ҡул ҡаушарып ултырырға ваҡыттары юҡ. Ҡайһы бер йыйылыштарға барып етер өсөн йөҙәрләгән саҡрым юлдар үтергә тура килә. Аҙна һайын район күҙәтеүсеһе бер нисә телмәр менән сығыш яһай, ҡәрҙәштәрҙе рухландырыр өсөн уларға килеп китә, пионерҙар һәм аҡһаҡалдар менән осрашыуҙар, шулай уҡ вәғәз өсөн осрашыуҙар үткәрә. Ул район һәм региональ конгрестар ойоштора һәм унда телмәрҙәр һөйләй. Район күҙәтеүсеһе пионерҙар мәктәбендә уҡыта, райондағы пионерҙар менән махсус осрашыу ойоштора һәм филиалдың башҡа йөкләмәләрен үтәй — ул йөкләмәләрҙең ҡайһы берҙәре бик ашығыс булырға мөмкин.

14. Һеҙ эшсән район күҙәтеүселәрен ни өсөн ҡәҙерләйһегеҙ?

14 Район күҙәтеүселәре йыйылыштарға ниндәй йоғонто яһай? Төркиәлә йәшәгән бер ир ҡәрҙәшебеҙ бына нимә ти: «Район күҙәтеүсеһе килеп киткәндән һуң, минең ҡәрҙәштәргә тағы ла күберәк ярҙам иткем килә. Беҙгә төрлө район күҙәтеүселәре килде һәм бер ҡасан да уларҙың минең менән һөйләшергә ваҡыттары юҡ кеүек тойолманы». Әйҙәгеҙ, Йоханнаның һүҙҙәренә иғтибар итәйек. Бер тапҡыр ул район күҙәтеүсеһе менән вәғәзләгән. Өйҙә бер кем дә булмаһа ла, был хеҙмәт уның хәтерендә ҡалған. Ул былай тип һөйләй: «Был көндө мин бер ваҡытта ла онотмам. Минең ике һеңлем вәғәзләр өсөн башҡа ергә күсенде һәм мин уларҙы бик һағына инем. Район күҙәтеүсеһе мине нығытты. Ул миңә айырылышыу ваҡытлы икәнен, ә яңы донъяла туғандарым һәм дуҫтарым менән аралашырға ваҡытым күп буласағын аңларға ярҙам итте». Һәр беребеҙ район күҙәтеүсеһенең беҙгә ярҙам иткәнен иҫкә төшөрә алабыҙ (Илс. 20:37—21:1).

15. а) Район күҙәтеүселәренең хеҙмәтен ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була? (3 Яхъя 5—8). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.) б) Ни өсөн беҙ хеҙмәт ярҙамсыларының һәм аҡһаҡалдарҙың ҡатындарын ҡәҙерләйбеҙ һәм уларға үҙ рәхмәттәребеҙҙе нисек белдерә алабыҙ? ( «Уларҙың ҡатындары хаҡында онотмағыҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

15 Илсе Яхъя Ғайҙы күсеп йөрөүсе хеҙмәтселәргә артабан да ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә дәртләндергән һәм уға: «Уларҙы Аллаға яраҡлы итеп юлға йыйыуыңды үтенәм», — тигән. (3 Яхъя 5—8-ҙе уҡығыҙ.) Беҙ нисек шундай ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә алабыҙ? Беренсе мөмкинлек — район күҙәтеүсеһен ҡунаҡҡа саҡырыу. Икенсеһе — ул үткәргән вәғәз осрашыуына барыу. 6-сы абзацта иҫкә алынған Лесли бының менән сикләнмәй. Ул бына нимә ти: «Мин улар өсөн доға ҡылам һәм Йәһүәнең уларға бар кәрәкле нәмәләрҙе биреүен һорайым. Беҙ ирем менән уларға хат яҙабыҙ һәм уларҙың хеҙмәттәрен бик ҡәҙерләгәнебеҙ тураһында әйтәбеҙ». Онотмағыҙ, район күҙәтеүселәре — беҙҙең кеүек кешеләр. Улар ҙа ауырый, нимәлер тураһында борсола, ҡайһы саҡта хатта бойоға. Бәлки, һеҙҙең игелекле һүҙҙәрегеҙ йә бәләкәй генә бүләгегеҙ уларҙың доғаһына яуап булыр! (Ғиб. һүҙ. 12:25).

«БҮЛӘК» ИТЕП БИРЕЛГӘН КЕШЕЛӘР БЕҘГӘ БИК КӘРӘК

16. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:27-лә әйтелгәнсә, ир ҡәрҙәштәр үҙҙәренә ниндәй һорауҙар бирә ала?

16 Бөтә донъя буйынса имандаштарыбыҙ йыйылыштар хаҡында ҡайғыртҡан ир ҡәрҙәштәргә бик мохтаж. Әгәр һин һыуға сумдырылған ир ҡәрҙәш булһаң, ярҙам итә алыр инеңме? (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:27-не уҡығыҙ.) Хеҙмәт ярҙамсыһы булырға маҡсат ҡуйҙыңмы? Ә инде хеҙмәт ярҙамсыһы булһаң, аҡһаҡал c булып хеҙмәт итергә ынтылаһыңмы? Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡыр өсөн, тормошоңда ниндәйҙер үҙгәрештәр яһай алыр инеңме? Ундай мәктәптә уҡыһаң, Ғайса һиңә ышанып тапшырған йөкләмәләрҙе тағы ла яҡшыраҡ үтәй алырһың. Мин булдыра алмаҫмын, тип ҡурҡһаң, Йәһүәгә доға ҡыл. Һәр йөкләмәне үтәй алыр өсөн Йәһүәнән изге рух һора (Лука 11:13; Илс. 20:28).

17. Мәсих Ғайсаның ҡайғыртыусан Батша булыуы нимәнән күренә?

17 Ғайса үҙ шәкерттәренә: «Был замандың ахырына тиклем мин көн дә һеҙҙең менән булам», — тип вәғәҙә иткән (Матф. 28:20). Ул үҙ һүҙенә тоғро. Уның «бүләктәре» — хеҙмәт ярҙамсыларының һәм аҡһаҡалдарҙың булыуы — быны иҫбатлай. Улар беҙҙең хаҡта ҡайғырта. Беҙ ҡайғыртыусан, йомарт һәм иғтибарлы Батшабыҙға бының өсөн бик рәхмәтле! Беҙ уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәрен бик ҡәҙерләйбеҙ һәм уларҙың быны белеүҙәрен теләйбеҙ. Әйҙәгеҙ, уларға был хаҡта әйтәйек йә башҡаса уларға үҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәйек. Әлбиттә, бөтә данды Йәһүәгә бирергә онотмағыҙ, сөнки «бөтә изгелекле һәм камил бүләктәр» унан килә (Яҡ. 1:17).

99-СЫ ЙЫР Ҡәрҙәштәрем иҫәпһеҙ күп

a Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән аҡһаҡалдар, Етәксе кәңәшмә комитетының ярҙамсылары, филиал комитетының ағзалары һәм Алла ойошмаһында төрлө вазифалар үтәгән башҡа аҡһаҡалдар ҙа — Ғайса «бүләк» итеп биргән кешеләр.

b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

c Хеҙмәт ярҙамсыһы йә аҡһаҡал булып хеҙмәт итергә ярҙам иткән мәғлүмәтте «Күҙәтеү манараһы» 2024 йылдың ноябрь айының сығарылышында «Ир ҡәрҙәштәр, һеҙҙең хеҙмәт ярҙамсылары булырға маҡсатығыҙ бармы?» йә «Ир ҡәрҙәштәр, һеҙҙең аҡһаҡалдар булырға маҡсатығыҙ бармы?» тигән мәҡәләләрҙә табып була.