43-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
90-СЫ ЙЫР Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек
Шиктәрҙе нисек еңеп сығырға?
«Барыһын һынағыҙ» (1 ТИС. 5:21).
ТӨП ФЕКЕР
Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасаулаған шиктәрҙе нисек еңеп сығырға?
1, 2. а) Йәһүә хеҙмәтселәренең ниндәй шиктәре тыуырға мөмкин? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
ЙӘШЕБЕҘГӘ ҡарамаҫтан беҙҙең бөтәбеҙҙең дә ҡайһы саҡта шиктәребеҙ a тыуа. Мәҫәлән, йәш вәғәзсе, Йәһүә мине күрә микән, тигән уйҙар арҡаһында һыуға сумдырылырға шикләнә. Йә, әйтәйек, урта йәштәге ир ҡәрҙәш йәш саҡта, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн, юғары белем алмаған һәм аҡсалы эштән баш тартҡан. Ә хәҙер ғаиләһен тәьмин итергә аҡсаһы етмәгәс, ул, дөрөҫ ҡарар ҡабул иттемме икән, тип шикләнә. Оло йәштәгеләрҙең үҙҙәренең ауырлыҡтары бар. Оло йәштәге апай хәҙер инде күпте эшләй алмай, бының арҡаһында ул бойоға. Һеҙ ҙә, бәлки: «Йәһүә шәхсән минең менән ҡыҙыҡһынамы? Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн шундай ҡорбандарға барырға кәрәк булды микән? Йәһүәгә минән берәй файҙа бар микән?» тигән һорауҙар өҫтөндә уйланаһығыҙҙыр.
2 Шундай шиктәр тыуһа, уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Улар арҡаһында беҙ Йәһүәгә иманыбыҙҙы юғалта йә хатта хеҙмәт итеүҙән туҡтай алабыҙ. Йәһүәнең беҙҙең менән ҡыҙыҡһыныуына, ҡарарҙарыбыҙҙың дөрөҫ булыуына һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә файҙалы булыуыбыҙға шикләнһәк, Изге Яҙма беҙгә нисек ярҙам итә ала? Әйҙәгеҙ, ошо мәҡәләнән беләйек.
ШИКТӘРҘЕ НИСЕК ЕҢЕРГӘ?
3. Шиктәр тыуғанда нимә эшләргә?
3 Шиктәр тыуғанда, беҙгә Изге Яҙманан кәңәштәр эҙләргә кәрәк. Шулай эшләһәк, Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырбыҙ, рухи яҡтан көслөрәк булырбыҙ һәм бер нәмәгә лә иманыбыҙҙы ҡаҡшатырға юл ҡуймаҫбыҙ (1 Кәр. 16:13).
4. «Барыһын һынағыҙ» тигән кәңәш нимәне аңлата? (1 Тисалуникаларға 5:21).
4 1 Тисалуникаларға 5:21-ҙе уҡығыҙ. Иғтибар итегеҙ, Изге Яҙма беҙҙе: «Барыһын һынағыҙ», — тип өндәй. Быны нисек эшләп була? Нимәгәлер ышаныр алдынан, иң тәүҙә был Изге Яҙмаға ҡаршы килмәйме икәнен тикшерергә кәрәк. Әйтәйек, йәш вәғәзсе Алланың уның менән ҡыҙыҡһыныуына шикләнә. Ундай шиктең булыуы был ысындан да шулай икәнен аңлатмай. Шуға күрә уға «барыһын һынарға», йәғни Изге Яҙманы асырға һәм Йәһүәнең уның тураһында нимә уйлауын белергә кәрәк.
5. Һорауыбыҙға Йәһүәнең яуабын нисек «ишетергә»?
5 Изге Яҙманы уҡығанда Йәһүәнең тауышын ишетәбеҙ, тип әйтеп була. Ләкин берәй конкрет һорауға уның фекерен белергә теләһәгеҙ, тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Изге Яҙманан һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған темаға ҡағылышлы аяттар эҙләгеҙ. Бының өсөн беҙҙең баҫмалар буйынса тикшереүҙәр үткәрегеҙ (Ғиб. һүҙ. 2:3—6). Йәһүәнән һеҙгә дөрөҫ йүнәлеш биреүен һәм уның ҡарашын күрергә ярҙам итеүен һорағыҙ. Шунан һеҙҙең осрағығыҙға ҡағылышлы принциптар һәм кәрәкле мәғлүмәт табырға тырышығыҙ. Изге Яҙмала иҫкә алынған һәм һеҙҙекенә оҡшаш хәлгә эләккән Алла хеҙмәтселәренең миҫалдарын ҡарап сығыу файҙалы булыр.
6. Йыйылыш осрашыуҙары шиктәрҙе еңеп сығырға нисек ярҙам итә?
6 Бынан тыш, Йәһүә беҙҙең менән йыйылыш осрашыуҙары аша «һөйләшә». Даими рәүештә осрашыуҙарға йөрөһәк, шиктәребеҙҙе еңергә ярҙам иткән берәй фекер йә комментарий ишетербеҙ (Ғиб. һүҙ. 27:17). Ә беҙҙе ниндәй шиктәр борсорға мөмкин? Әйҙәгеҙ, бер нисәһен ҡарап сығайыҡ.
ЙӘҺҮӘ МИНЕҢ МЕНӘН ҠЫҘЫҠҺЫНАМЫ?
7. Кешеләрҙең ниндәй шиктәре тыуырға мөмкин?
7 Һинең: «Йәһүә мине күрә микән?» — тип уйланғаның барҙыр. Әгәр һин үҙеңде әһәмиәтһеҙ тип һанаһаң, Ғаләмдең Барлыҡҡа килтереүсеһе менән дуҫлашыу мөмкин түгел кеүек тойола. Моғайын, Дауыт батшаның да шундай хистәре булғандыр. Ул Йәһүәнең кешеләргә иғтибар итеүенә ғәжәпләнгән һәм бер тапҡыр унан: «Йә Раббы, нимә инде ул — кеше? Ә һин уны ҡайғыртаһың. Нимә һуң әҙәм балаһы? Ә һин уны һанға һуғаһың», — тип һораған (Зәб. 143:3 [144:3, ЯДТ]). Йәһүә шәхсән һинең хаҡта ҡайғыртамы? Был һорауға яуапты нисек белергә?
8. Йәһүә нимәгә иғтибар итә? (1 Самуил 16:6, 7, 10—12).
8 Изге Яҙманан белеүебеҙсә, Йәһүә бар кешеләрҙе, хатта башҡалар әһәмиәтһеҙ тип һанағандарҙы ла күрә. Мәҫәлән, бер ваҡыт ул Шамуилды һигеҙ улы булған Ишайға ебәргән. Алла уларҙың береһен Исраил батшаһы итеп майларға ҡушҡан. Иессей, иң кесе улы Дауыттан башҡа, бар улдарын саҡырған b. Әммә Йәһүә тап уны һайлаған. (1 Самуил 16:6, 7, 10—12-не уҡығыҙ.) Йәһүә Дауытта башҡалар күрмәгәнде күргән — был үҫмер малай уны бик яратҡан.
9. Йәһүәнең һине яҡшы белеүе нимәнән күренә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
9 Уйлап ҡара, Йәһүә һинең менән ҡыҙыҡһынғанын нисек белдерә? Ул һинең осрағыңа тура килгән кәңәш бирә (Зәб. 31:8 [32:8, ЯДТ]). Был уның һине яҡшы белеүен күрһәтмәйме ни? (Зәб. 138:1 [139:1, ЯДТ]). Алла Һүҙендәге кәңәштәрҙе ҡулланып һәм уларҙың файҙа килтергәнен күреп, һин Йәһүәнең тормошоңда ҡатнашҡанына инанаһың (1 Йыл. 28:9; Илс. 17:26, 27). Алла һинең тырышлыҡтарыңды һәм уға тыңлаусан булыуыңды күрә. Ул һинең матур сифаттарыңды ҡәҙерләй һәм һинең менән дуҫ булырға теләй (Йәр. 17:10). Уның дуҫы булырға ризалашып, уны һөйөндөрә алаһың (1 Яхъя 4:19).
МИН ДӨРӨҪ ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТТЕММЕ?
10. Үткәндәргә күҙ һалғанда ниндәй шиктәребеҙ тыуырға мөмкин?
10 Ҡайһы бер мәсихселәр үткәндәргә күҙ һалғанда дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәндәренә шикләнә башлай. Моғайын, улар Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн аҡсалы эштәрен ҡалдырғандыр. Бер нисә йә хатта тиҫтәләгән йылдар үтә, һәм уларға карьера һайлаған кешеләрҙең тормоштары мул һәм рәхәт кеүек күренә. Шуға күрә улар: «Мин Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн ҡорбандарға барып, дөрөҫ эш иттем микән? Бәлки, мин нимәнелер ҡулдан ысҡындырғанмындыр?» — тип шикләнә башлай.
11. 72-се мәҙхиәне яҙыусы ни өсөн бойоҡҡан?
11 Әгәр һеҙҙә лә шундай уҡ уйҙар тыуһа, 72-се мәҙхиәне ҡарап сығыу файҙалы булыр. Был мәҙхиәне яҙыусы шундай уҡ хәлдә булған. Ул Аллаға хеҙмәт итмәгән кешеләрҙең һау-сәләмәт булыуҙарын, муллыҡта һәм рәхәтләнеп йәшәүҙәрен күргән (Зәб. 72:3—5, 12 [73:3—5, 12, ЯДТ]). Уларҙың бай булып күренгән тормоштары менән сағыштырғанда уның тормошо мәғәнәһеҙ һәм файҙаһыҙ булып күренгән. Ул ундай уйҙарҙан «һәр иртә» ғазапланған (Зәб. 72:13, 14 [73:13, 14, ЯДТ]). Был ауыр хистәрҙән ул нисек арынған?
12. Мәҙхиә йырлаусыға кире хистәрен еңергә нимә ярҙам иткән? (Зәбур 72:16—18).
12 Зәбур 72:16—18-ҙе уҡығыҙ [73:16—18, ЯДТ]. Мәҙхиә йырлаусы ғибәҙәтхананың Изге урынына ингән. Ул унда тыныс мөхиттә һәм Алланың хеҙмәтселәре араһында булып, бөтә нәмәгә дөрөҫ ҡарай алған. Теге кешеләрҙең кинәнеп йәшәүҙәрен күрһә лә, уларҙың киләсәктәре юҡ икәнен аңлаған. Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе тормошонда беренсе урынға ҡуйып, ул дөрөҫ эш иткәненә инанған. Был уны тынысландырған һәм Йәһүәгә артабан да тоғро хеҙмәт итергә көс өҫтәгән (Зәб. 72:23—28 [73:23—28, ЯДТ]).
13. Ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙ тураһында үкенһәгеҙ, нимә эшләргә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
13 Ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙ тураһында үкенһәгеҙ, һеҙгә тыныс ҡалырға нимә ярҙам итер? Үҙегеҙҙә булған бөтә яҡшы нәмәләр тураһында уйланығыҙ. Һеҙ бик бай кеше, сөнки Йәһүә үҙе һеҙҙе хуплай! Ә Аллаға хеҙмәт итмәгән кешеләрҙе нимә көтә? Уларҙың бар хыялдары, өмөттәре һәм ҡаҙаныштары был донъя менән бәйле. Бына ни өсөн улар өмөттәрен яҡшы эшкә һәм ләззәтле тормошҡа ғына бағлай. Беҙҙе иһә мул бүләктәр һәм икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡ көтә (Зәб. 144:16 [145:16, ЯДТ]). Шулай уҡ үткәндә башҡаса эш иткән булһаҡ, тормошобоҙҙоң ниндәй булырын теүәл әйтә алабыҙмы? Беҙ шуны яҡшы беләбеҙ: Аллаға һәм кешеләргә яратыуҙан сығып ҡарар ҡабул итәбеҙ икән, был уңышҡа һәм ысын бәхеткә килтерәсәк.
ЙӘҺҮӘГӘ МИНӘН ФАЙҘА БАРМЫ?
14. Ҡайһы бер мәсихселәрҙең ниндәй ауырлыҡтары тыуа һәм уларҙы ниндәй һорау борсорға мөмкин?
14 Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәре оло йәшкә еткәнгә йә насар сәләмәтлеге һәм инвалид булыуы арҡаһында хеҙмәттә күпте эшләй алмай. Улар үҙҙәрен булдыҡһыҙ итеп тойорға һәм: «Мин Йәһүәгә кәрәк микән?» — тип бойоғорға мөмкин.
15. 70-се мәҙхиәне яҙыусы нимәгә инанған булған?
15 70-се мәҙхиәне яҙыусының шундай уҡ борсолоуҙары булған. Ул: «Көсөм бөткәс, мине ситкә типмә!» — тип доға ҡылған (Зәб. 70:9, 18 [71:9, 18, ЯДТ]). Ул үҙен көсһөҙ итеп тойһа ла, Йәһүәгә тоғро ҡалһа, ул уны бер ҙә ташламаясағына ышанған. Бөгөн дә Йәһүә үҙгәрмәгән: уның өсөн көсөбөҙҙөң ни тиклем күп булыуы түгел, ә уны нисек ҡулланыуыбыҙ мөһимерәк (Зәб. 36:23—25 [37:23—25, ЯДТ]).
16. Оло йәштәге ҡәрҙәштәр Йәһүә һәм башҡалар өсөн нимә эшләй ала? (Зәбур 91:12—15).
16 Ҡәҙерле оло йәштәге ҡәрҙәштәребеҙ! Үҙегеҙгә Йәһүә күҙлегенән ҡарарға тырышығыҙ. Онотмағыҙ, һеҙҙең сикләүҙәрегеҙ уны сикләмәй, һәм ул һеҙгә һәр йәштә лә сәскә атырға ярҙам итер. (Зәбур 91:12—15-те уҡығыҙ [92:12—15, ЯДТ].) Иғтибарығыҙҙы эшләй алмаған нәмәләргә түгел, ә эшләй алған нәмәләргә туплағыҙ. Ысынында, һеҙҙең тоғро хеҙмәтегеҙ ҡәрҙәштәрҙе рухландыра. Шулай уҡ һеҙ шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтеп, уларҙы нығыта алаһығыҙ. Йәһүәнең һеҙҙе күп йылдар дауамында нисек нығытып торғаны тураһында, яңы донъяла ниндәй фатихалар көткәнегеҙ тураһында һөйләгеҙ. Имандаштар өсөн доға ҡылһағыҙ, улар һеҙгә бик рәхмәтле булыр! (1 Пет. 3:12). Һәр төрлө осраҡта бөтәбеҙ ҙә Йәһүә һәм башҡалар өсөн күпте эшләй ала.
17. Ни өсөн үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырырға кәрәкмәй?
17 Һеҙ, Йәһүә өсөн бик әҙҙе эшләйем, тип уйлаһағыҙ, борсолмағыҙ. Ул һеҙҙең бөтә эштәрегеҙҙе ҡәҙерләй. Моғайын, һеҙ үҙегеҙҙе башҡалар менән сағыштыраһығыҙҙыр. Улай эшләмәгеҙ, сөнки Йәһүә һеҙҙе бер кем менән дә сағыштырмай (Ғал. 6:4). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Мәрйәм Ғайсаға бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы бүләк иткән (Яхъя 12:3—5). Ә ярлы тол ҡатын ғибәҙәтханала иғәнә итеп ике ваҡ тәңкә һалған (Лука 21:1—4). Әммә Ғайса ул ике ҡатынды сағыштырмаған. Уның өсөн бүләктең ҡиммәтлеге түгел, ә уларҙың иманы мөһим булған. Йәһүә лә үҙ хеҙмәтселәренә шулай уҡ ҡарай. Шуға күрә иман менән яратыуҙан сығып эшләгән эштәрегеҙ уның өсөн бик ҡиммәтле. Ул быларҙың барыһын бик ҡәҙерләй!
18. Шиктәрҙе еңеп сығырға беҙгә нимә ярҙам итер? ( «Йәһүәнең һүҙҙәре шиктәрҙе еңергә ярҙам итһен» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
18 Һәр беребеҙҙең ваҡыт-ваҡыт шиктәре тыуа. Күреүебеҙсә, Изге Яҙма ярҙамы менән беҙ уларҙы еңә алабыҙ. Һеҙ унан һорауҙарығыҙға яуаптар эҙләһәгеҙ, шиктәр урынына ышаныс килер. Мәҫәлән, Йәһүәнең шәхсән һеҙҙең менән ҡыҙыҡһыныуына ышаныс үҫер. Ул ҡорбандарға барыуығыҙҙы ҡәҙерләй һәм мотлаҡ бүләкләйәсәк. Шуны онотмағыҙ: Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен бик ныҡ ярата һәм улар тураһында ҡайғырта.
111-СЕ ЙЫР Шатланыр өсөн сәбәптәр
a АҢЛАТМА. Был мәҡәләлә мәсихсене, Йәһүә уны ҡәҙерләмәй йә уның ҡабул иткән ҡарарҙары дөрөҫ түгел, тип уйларға этәргән шиктәр тураһында һүҙ бара. Был шиктәр мәсихсенең Йәһүәгә һәм уның вәғәҙәләренә иманы етмәүен аңлатмай.
b Изге Яҙмала Йәһүә Дауытты һайлағанда уға нисә йәш булғаны тураһында әйтелмәһә лә, ул, күрәһең, үҫмер малай булған. («Күҙәтеү манараһы» (урыҫ) 2011 йылдың 1 сентябрь сығарылышында 29-сы биттә 2-се абзацты ҡарағыҙ.)