Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

41-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

13-СӨ ЙЫР Мәсих — беҙгә өлгө

Ғайсаның һуңғы көндәренән беҙ ниндәй һабаҡ алабыҙ?

Ғайсаның һуңғы көндәренән беҙ ниндәй һабаҡ алабыҙ?

«Ул 40 көн дауамында уларға күп тапҡыр күренде һәм Алла Батшалығы хаҡында һөйләне » (ИЛС. 1:3).

ТӨП ФЕКЕР

Ғайса ерҙәге тормошоноң һуңғы 40 көнөндә нимә эшләгән һәм беҙ унан ниндәй өлгө ала алабыҙ?

1, 2. Ғайсаның ике шәкерте Иммаус ауылына китеп барғанда, улар менән нимә булған?

 БЕҘҘЕҢ эраның 33 йылының 16 нисан көнө. Ғайсаның шәкерттәрен ҡайғы һәм ҡурҡыу биләп алған. Уларҙың икеһе, Йәрүсәлимдән сығып, яҡынса 11 саҡрым йыраҡлыҡта булған Иммаус ауылына юл тота. Улар бик бойоҡҡан, сөнки Ғайсаның, Мәсих булараҡ, еврей халҡының тормошон үҙгәртәсәгенә ныҡ ышанған булған. Шуға күрә Ғайса үлгәс, уларҙың бөтә өмөттәре юҡҡа сыҡҡан. Ләкин алда ниндәй бүләк көткәне уларҙың уйҙарына ла килмәй.

2 Юлда шәкерттәргә таныш булмаған бер кеше ҡушыла. Улар уға ни өсөн бойоҡҡандары һәм Ғайса менән нимә булғаны тураһында һөйләй. Ул кеше уларҙы иғтибар менән тыңлай һәм уларҙың тормошон тулыһынса үҙгәрткән бер хәбәр әйтә. «Мусанан һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙән башлап», ул Мәсихтең ни өсөн ғазаптар сигергә һәм үлергә тейешлеге хаҡында аңлатып бирә. Улар Иммаус ауылына килеп етә һәм, ниһайәт, шәкерттәр был таныш булмаған кешенең — терелгән Ғайса икәнен аңлап ҡала! Ғайсаның тере булыуы уларҙы таң ҡалдыра һәм шатландыра! (Лука 24:13—35).

3, 4. Ғайсаның шәкерттәре менән ниндәй үҙгәрештәр булған һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр? (Илселәр 1:3).

3 Ғайса ерҙәге тормошоноң һуңғы 40 көнө дауамында үҙенең шәкерттәре менән күп тапҡыр осрашҡан. (Илселәр 1:3-тө уҡығыҙ.) Шул көндәрҙә бойоҡҡан һәм ҡурҡҡан шәкерттәр ҡыйыу вәғәзселәр булып киткән. Хәҙер инде улар Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе дәртләнеп һөйләргә һәм башҡаларға Мәсихтең шәкерттәре булып китергә ярҙам итергә әҙер a.

4 Ғайсаның был иҫтәлекле ваҡытты нисек үткәргәне беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Әйҙәгеҙ, уның нисек: 1) шәкерттәрен нығытҡанын, 2) Яҙмаларҙы яҡшыраҡ аңларға ярҙам иткәнен һәм 3) уларҙы киләсәк вазифаларға әҙерләгәнен ҡарап сығайыҡ. Һәр пункты айырым ҡарап сығырбыҙ һәм Ғайсанан нимәгә өйрәнеп булғанын белербеҙ.

БАШҠАЛАРҘЫ НЫҒЫТЫҒЫҘ

5. Ғайсаның шәкерттәре ни өсөн рухландырыуға мохтаж булған?

5 Ғайсаның шәкерттәре рухландырыуға мохтаж булған. Ни өсөн? Уларҙың күптәре, Ғайсаға эйәрер өсөн, өйҙәрен, туғандарын, эштәрен ҡалдырған (Матф. 19:27). Ә кемдер үҙ ҡараштары арҡаһында эҙәрләүҙәргә дусар булған (Яхъя 9:22). Улар Ғайсаның вәғәҙә ителгән Мәсих булыуына ныҡ ышанған, шуға был ҡорбандарға барған (Матф. 16:16). Ләкин Ғайса язалап үлтерелгәндән һуң, уларҙың бөтә өмөттәре селпәрәмә килгән кеүек булған. Бына ни өсөн улар төшөнкөлөккә бирелгән.

6. Терелгәс, Ғайса нимә эшләгән?

6 Ғайса шуны аңлаған: шәкерттәрҙең өмөтһөҙлөккә бирелеүе имандарының көсһөҙлөгө арҡаһында түгел, ә дуҫының үлеме арҡаһында булған. Шуға күрә, терелгәс, ул шул көндө үк дуҫтарын йыуатырға ашыҡҡан. Мәҫәлән, Ғайса ҡәбер янында илап торған Мағдалалы Мәрйәм янына килгән (Яхъя 20:11, 16). Иммаус ауылына китеп барған үҙенең ике шәкерте менән һөйләшкән. Шулай уҡ ул илсе Петер менән аралашҡан (Лука 24:34). Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ? Тәүҙә Ғайса Мағдалалы Мәрйәм менән осрашҡас, нимә булғанын ҡарап сығайыҡ.

7. Ғайса Мәрйәмде күреп, нимәгә иғтибар иткән һәм уның өсөн нимә эшләгән? (Яхъя 20:11—16). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

7 Яхъя 20:11—16-ны уҡығыҙ. 16 нисан көнө иртән-иртүк бер нисә ҡатын Ғайсаның ҡәбере янына килгән (Лука 24:1, 10). Уның кәүҙәһен тапмағас, уларҙың береһе — Мағдалалы Мәрйәм был хаҡта Петер менән Яхъяға һөйләр өсөн ҡалаға йүгергән. Тегеләре шунда уҡ ҡәбер янына килеп еткән, ә улар артынан Мәрйәм дә килгән. Илселәр Ғайсаның кәүҙәһе юҡ икәненә инанғас, ҡалаға кире ҡайтҡан. Ә Мәрйәм ҡәбер янында илап ҡалған. Шул ваҡытта Ғайсаның уны күҙәтеп торғанын ул хатта белмәгән дә. Мәрйәмдең илауын күреп, Ғайса уны йыуатырға теләгән. Шунлыҡтан уға күренеп, ул бер нисә йылы һүҙ әйткән һәм шәкерттәренә барып уның терелеүе тураһында әйтергә ҡушҡан (Яхъя 20:17, 18).

Ғайсанан өлгө алып, иғтибарлы булығыҙ һәм башҡаларҙың хистәрен аңларға тырышығыҙ. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)


8. Беҙ Ғайсанан ниндәй өлгө ала алабыҙ?

8 Беҙ Ғайсанан нисек өлгө ала алабыҙ? Беҙ ҡәрҙәштәргә Йәһүәгә тоғро ҡалырға ярҙам итә алабыҙ. Әгәр беҙ уларҙың ауырлыҡтарына иғтибарлы булһаҡ һәм уларҙың хистәрен аңларға тырышһаҡ, был уларҙы йыуатыр. Джо́селин ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙең миҫалына иғтибар итәйек. Уның һеңлеһе, фәжиғәле хәлгә осрап, һәләк булған. Джо́селин былай тип һөйләй: «Был фәжиғәле осраҡтан һуң мин тик әрнеү хистәрен генә тойҙом, һәм был айҙар буйы дауам ителде». Ирле-ҡатынлы бер пар уны үҙенә ҡунаҡҡа саҡырған, иғтибар менән тыңлаған һәм Йәһүәнең уны бик ҡәҙерләгәненә ышандырған. Джоселин былай тип дауам итә: «Шул аралашыу мине ҡотҡарҙы. Мин үҙемде ҡоторонған диңгеҙҙә батҡандай тоя инем. Ә Йәһүә, был ҡәрҙәштәрҙе ебәреп, миңә батып китмәҫкә ярҙам итте. Улар Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итергә теләгемде уятты». Беҙ ҙә башҡаларҙы иғтибар менән тыңлаһаҡ, уларға күңелдәрен бушатырға мөмкинлек бирһәк, был уларға Йәһүәгә артабан хеҙмәт итергә көс өҫтәр (Рим. 12:15).

БАШҠАЛАРҒА АЛЛА ҺҮҘЕН ЯҠШЫРАҠ АҢЛАРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

9. Шәкерттәрҙең ниндәй ауырлыҡтары булған һәм Ғайса уларға нисек ярҙам иткән?

9 Ғайсаның шәкерттәре Алла Һүҙенә ышанған һәм уның буйынса йәшәргә тырышҡан (Яхъя 17:6). Ләкин уларҙың Остазы енәйәтсе кеүек язалап үлтерелгәс, улар аптырашта ҡалған. Ғайса уларҙың Йәһүәгә ышанғандарын һәм уны яратҡандарын яҡшы белгән. Тик улар Яҙмаларҙы тулыһынса аңламаған, шунлыҡтан шикләнә башлаған (Лука 9:44, 45; Яхъя 20:9). Шуға күрә Ғайса уларҙы Алла Һүҙен уҡырға һәм уҡығандары өҫтөндә уйланырға өйрәткән. Был Иммаусҡа китеп барғанда уның шәкерттәре менән аралашыуынан яҡшы күренә.

10. Ғайса шәкерттәренә үҙенең Мәсих булыуын аңларға нисек ярҙам иткән? (Лука 24:18—27).

10 Лука 24:18—27-не уҡығыҙ. Иғтибар итегеҙ, Ғайса үҙенең кем икәнен уларға шунда уҡ әйтмәгән. Бының урынына, ул уларға һорауҙар биргән. Ни өсөн? Күрәһең, ул шәкерттәренең нимә тураһында уйлағандарын белергә теләгән. Улар үҙҙәрен нимә борсоғанын, Ғайсаның батша булып римдар урынына идара итәсәгенә өмөтләнгәнен һөйләп биргән. Уларҙы иғтибар менән тыңлағандан һуң Ғайса был ваҡиғаларҙың пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеше b булғанын Яҙмалар ярҙамында аңларға ярҙам иткән. Һуңыраҡ, кисен, Ғайса был хаҡта башҡа шәкерттәренә лә һөйләгән (Лука 24:33—48). Беҙ бынан ниндәй һабаҡ алабыҙ?

11, 12. а) Изге Яҙма өйрәнеүен үткәргәндә беҙ нисек Ғайсанан өлгө ала алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.) б) Бер ир ҡәрҙәш үҙенең өйрәнеүсеһенә нисек ярҙам иткән?

11 Беҙ Ғайсанан нисек өлгө ала алабыҙ? Изге Яҙма өйрәнеүен үткәргәндә өйрәнеүсегә әҙәпле һорауҙар бирегеҙ. Шулай итеп һеҙ кешенең нимә уйлағанын һәм уны нимә борсоғанын күрерһегеҙ (Ғиб. һүҙ. 20:5). Шунан һуң Изге Яҙманан уның осрағына ҡағылышлы аяттарҙы нисек табып булғанын күрһәтегеҙ. Әҙер ҡарарҙы тәҡдим итергә ашыҡмағыҙ. Бының урынына, ул кеше менән был аяттар өҫтөндә уйланығыҙ һәм уларҙы тормошта нисек ҡулланып булғанын аңларға ярҙам итегеҙ. Га́нала йәшәгән Но́рти ҡәрҙәшкә был ысул нисек ярҙам иткән? Әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ.

12 Изге Яҙманы өйрәнә башлағанда Норти исемле егеткә 16 йәш булған. Тиҙҙән туғандары уға ҡамасаулай башлаған. Ләкин Норти өйрәнеүен дауам иткән. Уға нимә ярҙам иткән? Ул бына нимәне иҫенә төшөргән: Изге Яҙма өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәш уның менән Матфай китабының 10-сы бүлеген ентекләп ҡарап сыҡҡан. Унда, ысын мәсихселәрҙе эҙәрләрҙәр, тип әйтелә. «Был һүҙҙәрҙең миндә үтәлә башлағанын күреп, мин хәҡиҡәтте тапҡаныма инандым», — тип һөйләй ул. Шулай уҡ теге ҡәрҙәш Норти менән Матфай китабының 10-сы бүлегендә 16-сы аятты ҡарап сыҡҡан һәм һаҡ булырға кәрәклеге хаҡында һөйләшкән. Норти туғандары менән һөйләшкәндә бәхәсләшмәҫкә һәм үҙен ихтирамлы тоторға кәрәк икәнен аңлаған. Һыуға сумдырылғандан һуң Норти пионер булып хеҙмәт итергә ҡарар иткән. Атаһы иһә уның юғары белем алыуын теләгән. Был юлы ла теге ҡәрҙәш Нортиға нисек эш итергә кәрәклеген әйтмәгән, ә ул үҙе ҡарар ҡабул итә алһын өсөн, уның менән бергә Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡарап сыҡҡан. Норти нимәне һайлаған? Ул пионер хеҙмәтен башлаған. Шул арҡала атаһы уны өйҙән ҡыуып сығарған. Норти үҙенең ҡарарына үкенгәнме? Ул: «Дөрөҫ эш иткәнемә бер ҙә шикләнмәйем», — ти. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә кешеләрҙе Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланырға өйрәткәндә ваҡыт йәлләмәйек. Шул саҡта улар хәҡиҡәттә ныҡ торор (Эфес. 3:16—19).

Ғайсанан өлгө алып, башҡаларға Алла Һүҙен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итегеҙ. (11-се абзацты ҡарағыҙ.) e


ИР ҠӘРҘӘШТӘРГӘ БАШҠАЛАР ӨСӨН «БҮЛӘК» БУЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

13. Вәғәз эше туҡтамаһын өсөн Ғайса нимә эшләгән? (Эфестарға 4:8).

13 Ерҙә йәшәгәндә Ғайса Атаһы тапшырған эште теүәл үтәгән (Яхъя 17:4). Ләкин Ғайса «яҡшы эшләргә теләһәң, үҙең эшлә» тигән принцип буйынса эш итмәгән. Ул өс ярым йыл дауамында үҙ шәкерттәре менән тәжрибәһе һәм белемдәре менән уртаҡлашҡан. Ул уларҙы вәғәзләргә, яҡшы уҡытыусылар булырға һәм Йәһүәнең һарыҡтары хаҡында ҡайғыртырға өйрәткән. Ғайса күккә киткәс, был ирҙәр вәғәз һәм шәкерттәр әҙерләү эше өсөн яуаплы булған. Күрәһең, ҡайһы берҙәренә ул ваҡытта хатта 30 йәш тә тулмаған. (Эфестарға 4:8-ҙе уҡығыҙ.) Ғайса ерҙәге тормошоноң һуңғы 40 көнөн шул тырыш һәм тоғро шәкерттәренә «бүләк» булырға ярҙам итер өсөн нисек ҡулланған? Әйҙәгеҙ ҡарап сығайыҡ.

14. Ғайса шәкерттәрен нимәгә өйрәткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

14 Кәрәк саҡта Ғайса үҙ шәкерттәренә игелекле итеп, ләкин тура кәңәш биргән. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр уның терелеүенә ышанмаған. Ғайса был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырмаған һәм уларға шундай шиктәрҙән арынырға ярҙам иткән (Лука 24:25—27; Яхъя 20:27). Шулай уҡ ул үҙ шәкерттәренә күп аҡса эшләүгә ҡарағанда көтөүсе вазифаларын яҡшыраҡ башҡарырға кәрәклеге хаҡында әйткән (Яхъя 21:15). Бынан тыш, ул башҡаларҙың хеҙмәттә ниндәй хөрмәтле вазифалар алыуҙары тураһында сиктән тыш борсолмаҫҡа өндәгән (Яхъя 21:20—22). Өҫтәүенә, ул Батшалыҡ тураһында дөрөҫ ҡарашта булырға һәм иғтибарҙарын вәғәз эшенә тупларға ярҙам иткән (Илс. 1:6—8). Был аҡһаҡалдарҙы нимәгә өйрәтә?

Ғайсанан өлгө алып, ир ҡәрҙәштәрҙе йыйылыш хаҡында ҡайғыртырға өйрәтегеҙ. (14-се абзацты ҡарағыҙ.)


15, 16. а) Мәсихтән өлгө алып, аҡһаҡалдар нимә эшләргә тейеш? б) Патрик ҡәрҙәшкә үҙ ваҡытында бирелгән кәңәш нисек ярҙам иткән?

15 Аҡһаҡалдар нисек Ғайсанан өлгө ала ала? Улар ир ҡәрҙәштәрҙе — хатта йәштәрҙе лә — йыйылышта төрлө йөкләмәләрҙе үтәргә һәм үҙ өҫтәренә күберәк яуаплылыҡ c алырға өйрәтергә тейеш. Аҡһаҡалдар ир ҡәрҙәштәрҙең күп нәмәгә өйрәнергә кәрәклеген аңлай. Уларға бит тәжрибәле булыуҙан тыш, баҫалҡы, ышаныслы һәм алсаҡ булырға өйрәнергә кәрәк. Шуға күрә аҡһаҡалдарҙың уларға яратыуҙан сығып кәңәштәр биреүе бик мөһим (1 Тим. 3:1; 2 Тим. 2:2; 1 Пет. 5:5).

16 Әйҙәгеҙ, Па́трик ир ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Үҙ ваҡытында бирелгән кәңәш уға нисек ярҙам иткән? Йәш саҡта ул йыш ҡына, хатта ҡыҙ ҡәрҙәштәр менән дә үҙен тупаҫ тотҡан. Бер тәжрибәле аҡһаҡал уға был хаҡта йомшаҡ итеп, ләкин тура кәңәш биргән. Патрик былай тип бүлешә: «Ул мине был проблемаға иғтибар итергә дәртләндергәненә бик шатмын. Башҡа ҡәрҙәштәргә мин теләгән йөкләмәләрҙе биргәндәрен күреп, мин ныҡ күңелһеҙләнә инем. Ләкин был кәңәш миңә яуаплы вазифалар мөһим түгел икәнен аңларға ярҙам итте. Миңә холҡомдо үҙгәртергә, баҫалҡы булырға һәм ҡәрҙәштәргә күберәк яратыу күрһәтергә кәрәк ине». Һөҙөмтәлә Патрик 23 йәшендә аҡһаҡал булып хеҙмәт итә башлаған (Ғиб. һүҙ. 27:9).

17. Ғайса үҙ шәкерттәренә ышанғанын нисек күрһәткән?

17 Ғайса шәкерттәренә вәғәзләргә генә түгел, ә өйрәтергә лә ҡушҡан («Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (тат.) Матфай 28:20-гә килтерелгән комментарийҙа «өйрәтегеҙ» тигән һүҙбәйләнеште ҡарағыҙ.) Бәлки, улар, был эште башҡара алмайбыҙ, тип уйлағандыр. Ләкин Ғайса уларҙың барыһын да булдыра аласағына бер ҙә шикләнмәгән. Шуға күрә ул уларға: «Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм», — тигән (Яхъя 20:21).

18. Аҡһаҡалдар Ғайсанан нисек өлгө ала ала?

18 Аҡһаҡалдар нисек Ғайсанан өлгө ала ала? Тәжрибәле аҡһаҡалдар үҙ вазифаларын башҡалар менән уртаҡлаша (Флп. 2:19—22). Мәҫәлән, улар йәш ҡәрҙәштәрҙең Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа йә уны хеҙмәтләндереүҙә ҡатнашыуҙарын һорай ала. Берәй ҡәрҙәшкә йөкләмә биргәс, аҡһаҡал уны нисек эшләп булғанына өйрәтер, ә шунан һуң уның үҙенә был эште башҡарырға мөмкинлек бирер. Шулай итеп ул ҡәрҙәшкә ышанғанын күрһәтер. Мэ́тью исемле аҡһаҡал тәжрибәле ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтле, сөнки улар уны тап шулай итеп өйрәткән дә. Ул былай тип һөйләй: «Өйрәнгәндә, әлбиттә, хаталар була. Ләкин ҡәрҙәштәр мине был хаталарҙан һабаҡтар алырға өйрәтте» d.

19. Был мәҡәлә һеҙҙе нимәгә дәртләндерҙе?

19 Ғайса ерҙәге һуңғы 40 көнөн нисек үткәргән? Ул шәкерттәрен нығытҡан, уларҙы өйрәткән һәм алдағы вазифаларға әҙерләгән. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә шулай уҡ эш итәйек (1 Пет. 2:21). Беҙ Ғайсаның ярҙамына таяна алабыҙ, сөнки ул: «Был замандың ахырына тиклем мин көн дә һеҙҙең менән булам», — тип әйткән (Матф. 28:20).

15-СЕ ЙЫР Йәһ Улын данлағыҙ!

a Ғайса терелгәс, үҙенең шәкерттәренә күренгән. Изге Яҙманың дүрт Һөйөнөслө хәбәр китабында һәм башҡа китаптарында бер нисә осраҡ иҫкә алына. Уны күргән шәкерттәр: Мағдалалы Мәрйәм (Яхъя 20:11—18); башҡа ҡатындар (Матф. 28:8—10; Лука 24:8—11); ике шәкерте (Лука 24:13—15); Петер (Лука 24:34); илселәре, Фома улар менән булмағанда (Яхъя 20:19—24); илселәре Фома менән бергә булғанда (Яхъя 20:26); ете шәкерте (Яхъя 21:1, 2); 500-ҙән ашыу шәкерте (Матф. 28:16; 1 Кәр. 15:6); уның ҡустыһы Яҡуп (1 Кәр. 15:7); бөтә илселәр (Илс. 1:4); Вифанияла Ғайсаның күккә күтәрелгәнен күргән илселәр (Лука 24:50—52). Бәлки, башҡа осраҡтар ҙа булғандыр, ләкин Изге Яҙмала улар тураһында әйтелмәй (Яхъя 21:25).

b Мәсих тураһындағы пәйғәмбәрлектәрҙең исемлеген jw.org сайтында «Мәсих тураһындағы пәйғәмбәрлектәр Ғайсала үтәлгәнме?» тигән мәҡәләлә табып була.

c Ҡайһы бер ир ҡәрҙәштәр 25 йәшендә үк район хеҙмәтен башлай ала. Ләкин улар тәүҙә аҡһаҡал булып хеҙмәт итеп тәжрибә тупларға тейеш.

e ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Ир ҡәрҙәш өйрәнеүсеһе менән Изге Яҙмалағы аяттар өҫтөндә уйлана һәм уға Йәһүәне нимә һөйөндөргәнен аңларға ярҙам итә. Шунан һуң теге өйрәнеүсе Яңы йыл уйынсыҡтарын ташларға ҡарар итә.