Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Боронғо Исраилда музыка ни тиклем мөһим булған?

БОРОНҒО Исраил мәҙәниәтендә музыка бик мөһим урын биләгән. Изге Яҙмала йыш ҡына музыка ҡоралдары һәм йырҙар телгә алына. Ысынында, Изге Яҙманың ундан бер өлөшөн йырҙар тәшкил итә. Иң билдәле булғандары — Зәбур, Йырзарҙың йыры һәм Йәрәмиәнең илауы китаптары. Бер китапта былай тип яҙылған: «Изге Яҙма Исраил йәмғиәтен һүрәтләгәндә, музыка уның айырылғыһыҙ өлөшө булып торғанын күрһәтә» a.

Музыка көндәлек тормошта. Исраилдар музыка аша үҙҙәренең хис-тойғоларын сағылдырған (Ишағ. 30:29). Яңы батша тәхеткә ултырғанда, һуғышсылар хәрби еңеүҙәр яулағанда, байрамдар ваҡытында ҡатындар дөңгөрҙә уйнап, шатланып йырлаған һәм бейегән (Хөк. 11:34; 1 Сам. 18:6,7; 1 Бат. 1:39, 40). Ә кемдер үлһә, исраилдар матәм йырҙары йырлаған (2 Йыл. 35:25). Макклинток һәм Стронг энциклопедияһында «еврейҙар бик моңло халыҡ булған» тип әйтелә.

Музыка батша һарайында. Исраил батшалары музыканы бик яратҡан. Шаул батша Дауытты батша һарайына хеҙмәткә алған. Дауыт уның өсөн арфала уйнаған (1 Сам. 16:18, 23). Дауыт үҙе батша булып киткәс, музыка ҡоралдары яһаған, йырҙар яҙған һәм оркестр ойошторған. Һуңыраҡ был оркестр Йәһүәнең ғибәҙәтханаһында уйнаған (2 Йыл. 7:6; Амос 6:5). Ә Сөләймән батшаның һарайында йырлар өсөн ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һайланған булған (Вәғ. 2:8).

Музыка хаҡ ғибәҙәттә. Йәһүәгә табыныуҙа музыка мөһим урында булған. Шуныһы билдәле: Йәрүсәлимдәге ғибәҙәтханала 4 000-гә яҡын музыкант булған (1 Йыл. 23:5). Улар борғо, кимвал, арфа һәм башҡа ҡыллы музыка ҡоралдарында уйнаған (2 Йыл. 5:12). Ләкин был оҫта музыканттарҙан тыш, Йәһүәне ябай халыҡ та данлаған. Йәрүсәлимгә йыл һайын үткән байрамдарға барғанда, исраилдарҙың күбеһе юл буйы Күтәрелеү йырҙары йырлаған (Зәб. 120—134). Йәһүдтәрҙең яҙмаларында яҙылғанса, Ҡотҡарылыу байрамы ашында исраилдар Халлел мәҙхиәләрен йырлаған b.

Алла хеҙмәтселәре өсөн музыка һаман да бик мөһим (Яҡ. 5:13). Йырҙар йырлау — Йәһүәгә табыныуҙың өлөшө (Эфес. 5:19). Музыка ҡәрҙәшлекте берләштерә (Кол. 3:16). Шулай уҡ ул ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә (Илс. 16:25). Музыканың булыуы шул тиклем һәйбәт! Ул беҙгә Йәһүәне яратҡаныбыҙҙы һәм уға ышанғаныбыҙҙы күрһәтергә ярҙам итә.

a Jonathan L. Friedman. Music in Biblical Life: The Roles of Songs in Ancient Israel. Jefferson, NC, 2013. P. 13.

b 113-тән алып 118-гә тиклемге мәҙхиәләрҙе еврейҙар Халлел мәҙхиәләре тип атаған. Улар был мәҙхиәләрҙе йырлағанда Йәһүәне данлаған.