Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүәнең фатихаһы өсөн көрәшеүегеҙҙе дауам итегеҙ

Йәһүәнең фатихаһы өсөн көрәшеүегеҙҙе дауам итегеҙ

«Һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең» (БАШ. 32:28).

ЙЫРҘАР: 23, 38

1, 2. Йәһүәнең хеҙмәтселәре нимәгә ҡаршы торорға тейеш?

БЕРЕНСЕ тоғро кеше Һабилдан башлап беҙҙең көндәргә тиклем Алла хеҙмәтселәре көрәш алып бара. Илсе Павел еврей мәсихселәренә яҙғанса, был хеҙмәтселәр «ғазаптарға ҡаршы көрәшеүҙә ныҡ тор[ған]», шулай итеп улар Йәһүәнең илтифатын һәм фатихаһын эҙләгән (Евр. 10:32—34). Павел мәсихселәр алып барған көрәште грек ярыштарында, мәҫәлән, йүгерештә, алышта йә йоҙроҡ һуғышында ҡатнашҡан атлеттарҙың көс ҡуйыуҙары менән сағыштырған (Евр. 12:1, 4). Бөгөн беҙ тормош өсөн йүгерештә ҡатнашабыҙ һәм дошмандар менән осрашабыҙ. Улар иғтибарыбыҙҙы ситкә йүнәлтергә, беҙҙе ҡолатырға, шатлыҡтан һәм киләсәктәге фатихаларҙан мәхрүм итергә теләй.

2 Беҙ Шайтан һәм уның яуыз донъяһына ҡаршы ҡаты көрәш алып барабыҙ (Ефес. 6:12). Донъяның «ҡәлғәләрен[ән]», мәҫәлән, уның тәғлимәттәренән, фәлсәфәһенән һәм әхлаҡһыҙлыҡ ҡылыу, тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәргә әүәҫләнеү йә наркотик ҡулланыу кеүек зыянлы ғәҙәттәренән ситтә тороу үтә мөһим. Бынан тыш, беҙ һәр ваҡыт гонаһлы тәндең көсһөҙ яҡтары һәм рух төшөнкөлөгө менән көрәшергә тейеш (2 Кор. 10:3—6; Кол. 3:5—9).

3. Алла беҙҙе нисек дошмандарыбыҙға ҡаршы көрәшергә өйрәтә?

3 Шундай көслө дошмандарҙы еңеү мөмкинме? Эйе, тик көрәшмәйенсә булмай. Боронғо заманда үткәрелгән йоҙроҡ һуғыштарын күҙ уңында тотоп, Павел үҙе хаҡында былай тигән: «Һауаға һуғыусы кеүек... киҙәнмәйем» (1 Кор. 9:26). Йоҙроҡ һуғышында ҡатнашҡан атлет кеүек, беҙ ҙә дошмандарыбыҙҙың һөжүмдәрен кире ҡағырға тейеш. Йәһүә беҙҙе быға өйрәтә һәм көрәшеүҙә ярҙам итә. Ул үҙенең Һүҙе аша беҙгә ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡала алған кәңәштәр бирә. Ул шулай уҡ беҙгә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмалар, йыйылыш осрашыуҙары һәм конгрестар аша ярҙам итә. Белгәндәрегеҙҙе тормошта ҡулланаһығыҙмы? Ҡулланмаһағыҙ, «һауаға һуғыусы кеүек» булыр инегеҙ.

4. Яманлыҡтан еңелмәҫ өсөн нимә эшләргә?

4 Дошмандарыбыҙ беҙгә көтмәгәндә һөжүм итергә йә көсһөҙ сағыбыҙҙа килтереп һуғырға мөмкин. Шуға күрә беҙ һәр ваҡыт уяу торорға тейеш. Изге Яҙма былай тип киҫәтә: «Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең» (Рим. 12:21). «Яманлыҡтан еңелмә» тиелгән икән, тимәк, беҙ яманлыҡты еңә алабыҙ. Быны эшләр өсөн көрәшеүебеҙҙе дауам итергә кәрәк. Ә әгәр беҙ һөжүмдәрҙе кире ҡаҡмай башлаһаҡ һәм көрәшеүҙән туҡтаһаҡ, Шайтан, уның яуыз донъяһы һәм гонаһлы тәнебеҙ беҙҙе еңер ине. Бер ваҡытта ла Шайтанға үҙегеҙҙе ҡурҡытырға һәм бирешергә мәжбүр итергә рөхсәт итмәгеҙ! (1 Пет. 5:9)

5. а) Алланың фатихаһы өсөн көрәште дауам итергә нимә ярҙам итә ала? б) Беҙ Изге Яҙмала иҫкә алынған ниндәй кешеләрҙең миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ?

5 Еңер өсөн көрәшселәр үҙҙәренең ни өсөн көрәшеүен иҫтә тоторға тейеш. Алланың илтифатына һәм фатихаһына эйә булырға теләһәк, беҙгә иғтибарҙы Еврейҙарға 11:6-ла яҙылған бындай һүҙҙәргә тупларға кәрәк: «[Аллаға] килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш». «Эҙләү» тип тәржемә ителгән грек телендәге ҡылым тырышлыҡтарҙың көсөргәнешлегенә һәм тупланғанлығына баҫым яһай (Ғәм. 15:17, ЯДТ). Изге Яҙмала Йәһүәнең фатихаһын алыр өсөн бар көсөн һалған ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың яҡшы миҫалдары килтерелә. Яҡуп, Рәхилә, Йософ һәм Павел эмоциональ һәм физик яҡтарҙан күп көс алған һынауҙарға дусар булған. Әммә, сыҙам булып ҡалғанға, улар мул фатихалар урған. Беҙ был тырыш көрәшселәрҙән нимәгә өйрәнә алабыҙ?

СЫҘАМЛЫҠ ФАТИХАЛАРҒА КИЛТЕРӘ

6. Яҡупҡа сыҙам булырға нимә ярҙам иткән, һәм ул нисек бүләкләнгән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

6 Ырыу башлығы Яҡуп сыҙамлыҡ менән көрәш алып барған, сөнки Йәһүәне яратҡан, рухи нәмәләрҙе ҡәҙерләгән һәм Йәһүәнең, тоҡомоңдо фатихалармын, тигән вәғәҙәһенә ныҡ ышанған (Баш. 28:3, 4). Бына ни өсөн яҡынса 100 йәшендә ул Алланың фатихаһына эйә булыр өсөн көсөнән килгәндең барыһын эшләгән, хатта кеше ҡиәфәтенә ингән фәрештә менән алышҡан. (Башланмыш 32:24—28-ҙе уҡығыҙ.) Ҡеүәтле фәрештә менән көрәшер өсөн, Яҡуп әллә шул тиклем көслө булғанмы? Әлбиттә, юҡ! Әммә ул бик тәүәккәл көрәшкән, сигенеү уның уйында ла булмаған! Ахыр сиктә ул сыҙамлығы өсөн бүләкләнгән. Уға есеменә тап килерлек Израиль тигән исем бирелгән (мәғәнәһе «Алла менән көрәшеүсе» йә «Алла көрәшә»). Яҡуп мул итеп бүләкләнгән — Йәһүәнең илтифатын һәм фатихаһын алған. Беҙ ҙә шуға ынтылабыҙ.

7. а) Рәхилә ниндәй ауыр хәл кисергән? б) Нимә ярҙамында ул көрәшеүен дауам итә алған һәм ахыр сиктә ниндәй фатихалар урған?

7 Яҡуптың яратҡан ҡатыны Рәхилә лә Йәһүәнең Яҡупҡа биргән вәғәҙәһен нисек үтәйәсәген күрергә бик теләгән. Әммә еңә алмаҫлыҡ булып күренгән бер ауырлыҡ булған: Рәхилә балаға уҙа алмаған. Ул ваҡытта был ҙур ҡайғы тип һаналған. Рәхилә бик бойоҡҡан, әммә хәлен бер нисек тә үҙгәртә алмаған. Был ауыр хәлдә сыҙам булып ҡалыр өсөн Рәхилә эмоциональ һәм физик көстө ҡайҙан тапҡан? Ул бер ҡасан да өмөтөн өҙмәгән. Киреһенсә, ул, тағы ла тырышыбыраҡ доға ҡылып, көрәшеүен дауам иткән. Йәһүә Рәхиләнең эскерһеҙ доғаһын ишеткән һәм уны балаға уҙыу мөмкинлеге менән фатихалаған. Рәхиләнең шатлыҡтан: «Йәнасыҡ ярыштым мин, ...бына мин еңдем», — тип ҡысҡырып ебәргәне бер ҙә ғәжәп түгел (Баш. 30:8, 20—24).

8. Йософ күп йылдар буйына ниндәй ауыр һынауҙар кисергән, һәм уның үҙен тотоуы нисек беҙҙең өсөн яҡшы өлгө булып тора?

8 Шик тә юҡ, Яҡуп менән Рәхилә ҡалдырған сыҙамлыҡ өлгөһө улдары Йософҡа көслө йоғонто яһаған һәм уға иман һынауҙарында ныҡ булып ҡалырға ярҙам иткән. Йософҡа 17 йәш булғанда, уның тормошо аҫты өҫкә килгән. Көнләшеүҙәре арҡаһында ағалары уны ҡоллоҡҡа һатып ебәргән. Һуңыраҡ ул Мысырҙа, нахаҡҡа ғәйепләнеп, йылдар буйы төрмәлә ултырған (Баш. 37:23—28; 39:7—9, 20, 21). Йософ өмөтһөҙлөккә бирелмәгән; ул шулай уҡ рәнйеү хисенә лә үҙен биләп алырға рөхсәт итмәгән һәм ағаларынан үс алыр өсөн мөмкинлектәр эҙләмәгән. Бының урынына ул бөтә иғтибарын Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә туплаған (Лев. 19:18; Рим. 12:17—21). Йософтоң үрнәге беҙгә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, насар шарттарҙа үҫһәк йә хәҙерге шарттарыбыҙ өмөтһөҙ булып күренһә, беҙгә артабан да, ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, көрәшергә кәрәк. Шулай эшләһәк, Йәһүә беҙҙе һис шикһеҙ фатихалаясаҡ. (Башланмыш 39:21—23-тө уҡығыҙ.)

9. Яҡуп, Рәхилә һәм Йософтан өлгө алып, Йәһүәнең фатихаһы өсөн көрәшкәндә, беҙгә ниндәй тырышлыҡтар һалырға кәрәк?

9 Һеҙҙең өсөн һынау була алған берәй хәлгә юлыҡһағыҙ, ни эшләргә? Бәлки, һеҙ ғәҙелһеҙлек, кире мөнәсәбәт йә мыҫҡыллау менән осрашҡанһығыҙҙыр. Йәки берәйһе, бәлки, көнләшкәнгә, һеҙҙе нахаҡҡа ғәйепләйҙер. Бирешмәгеҙ! Йәһүәгә артабан да шатлыҡ менән хеҙмәт итергә Яҡуп, Рәхилә һәм Йософҡа нимә ярҙам иткәне хаҡында онотмағыҙ. Алла уларҙы нығытҡан һәм фатихалаған, сөнки улар һәр ваҡыт рухи нәмәләрҙе бик ҡәҙерләгән. Улар шулай уҡ көрәшеүен дауам иткән һәм ҡайнар доғалары буйынса эш иткән. Беҙ был яуыз донъя төҙөлөшөнөң иң һуңғы көндәрендә йәшәйбеҙ, шуға күрә өмөтөбөҙгә нығыраҡ тотонор өсөн етди сәбәп бар! Йәһүәнең илтифатына эйә булыр өсөн бар көсөгөҙҙө ҡуйырға, йәғни көрәшергә әҙерһегеҙме?

ФАТИХАЛАР ӨСӨН КӨРӘШЕРГӘ ӘҘЕР БУЛЫҒЫҘ

10, 11. а) Ни өсөн ҡайһы саҡ Алланың фатихаһы өсөн көрәшергә кәрәк? б) Нимә ярҙамында беҙ тормошта дөрөҫ һайлау яһарбыҙ, төшөнкөлөктө еңербеҙ һәм иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәйенсә Аллаға хеҙмәт итербеҙ?

10 Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә Алланың фатихаһы өсөн көрәшергә тура килә? Күптәр үҙҙәренең көсһөҙ яҡтары менән көрәш алып бара. Кемдер вәғәзгә ыңғай ҡараш һаҡлар өсөн күп көс һала. Ҡайһы берәүҙәргә, насар һаулыҡ йә яңғыҙлыҡ тойғоһона ҡарамаҫтан, сыҙам булып ҡалырға кәрәк. Үҙҙәрен рәнйеткән йә үҙҙәренә ҡаршы гонаһ ҡылған кешеләрҙе ғәфү итер өсөн күп тырышлыҡ һалған мәсихселәрҙе лә оноторға ярамай. Хәҡиҡәттә күпме генә йылдар булһаҡ та, барыбыҙға ла тоғроларҙы фатихалаған Аллаға хеҙмәт итергә ҡамасаулаған нәмәләр менән көрәшергә кәрәк.

Һеҙ Алланың фатихаһы өсөн көрәшәһегеҙме? (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11 Әлбиттә, тормошта дөрөҫ һайлау яһау һәм мәсихсе юлы менән барыу бик ауыр булырға мөмкин, айырыуса дыуамал йөрәк беҙҙе кире яҡҡа тартҡанда (Ирем. 17:9). Ундай насар йоғонтоға әҙ генә булһа ла бирелгәнегеҙҙе абайлаһағыҙ, шунда уҡ изге рух һорап доға ҡылығыҙ. Доға һәм изге рух һеҙгә Йәһүә фатихалаған юлда ҡалырға көс бирәсәк. Доғаларығыҙ буйынса эш итегеҙ. Көн дә Изге Яҙманан бер өҙөк уҡығыҙ, шәхси өйрәнеү өсөн ваҡыт бүлегеҙ һәм ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисен даими үткәрегеҙ. (Зәбур 119:32-не уҡығыҙ *.)

12, 13. Ике мәсихсегә насар теләктәр менән көрәшеүҙә нимә ярҙам иткән?

12 Алланың Һүҙе, изге рухы һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт мәсихселәргә дөрөҫ булмаған теләктәрҙе еңергә ярҙам итә. Быға күп миҫалдар бар. Бер йәш кенә ағай-ҡәрҙәш 2003 йылдың 8 декабрь һанындағы «Уянығыҙ!» журналында (урыҫ) «Гонаһлы теләктәр менән нисек көрәшергә?» тигән мәҡәләне уҡыған. Был мәҡәлә уға нисек тәьҫир иткән? «Мин насар уйҙар менән көрәшәм. Мәҡәләлә, күптәргә гонаһлы теләктәр менән көрәшеүе айырыуса ауыр, тигән һүҙҙәрҙе уҡығас, мин үҙемде ҡәрҙәшлектең өлөшө итеп хис иттем һәм үҙемдең яңғыҙ түгел икәнемде аңланым». Был ағай-ҡәрҙәш шулай уҡ 2003 йылдың 8 октябрь һанындағы «Уянығыҙ!» журналының (урыҫ) «Алла традицион булмаған йәшәү рәүешен хуплаймы?» тигән мәҡәләһенән файҙа алған. Мәҡәләне уҡығанда, ул шуға иғтибар иткән: ҡайһы берәүҙәр өсөн был көрәш тәнде интектереп торған «сәнскәк[кә]» тиң (2 Кор. 12:7). Тәҡүә булып ҡалыр өсөн көрәшеүҙәрен дауам итһәләр ҙә, улар киләсәккә ыңғай ҡараш һаҡлай. Ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Был фекер миңә көн һайын тоғролоҡ һаҡларға ярҙам итә. Мин Йәһүәнең үҙ ойошмаһы аша беҙгә был яуыз донъяла иҫән ҡалырға ярҙам иткәне өсөн бик рәхмәтлемен».

13 АҠШ-та йәшәгән бер апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул былай тип яҙа: «Беҙгә гел үҙ ваҡытында һәм иң кәрәкле рухи аҙыҡ биреп тороуығыҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Миңә йыш ҡына мәҡәләләр тап минең өсөн яҙылған кеүек тойола. Күп йылдар мин Йәһүә нәфрәт иткән бер эшкә этәргән көслө теләк менән көрәшәм. Ҡайһы ваҡыт көрәшеүҙән туҡтағым килә. Йәһүәнең мәрхәмәтле һәм кисереүсән икәнен беләм, әммә насар теләктән һаман арынмағанға һәм күңел түремдә был теләкте нәфрәт итмәгәнгә, мин үҙемде уның ярҙамына лайыҡһыҙ итеп хис итәм. Өҙлөкһөҙ дауам иткән был көрәш тормошомдо бик ныҡ ҡатмарландыра. [...] 2013 йылдың 15 март һанындағы „Күҙәтеү манараһы“нда (тат.) „Йөрәгегеҙ Йәһүәне белергә теләйме?“ тигән мәҡәләне уҡығас, мин Йәһүәнең ысындан да миңә ярҙам итергә теләгәнен аңланым».

14. а) Павел эсендә барған көрәш тураһында нимә яҙған? б) Беҙ көсһөҙ яҡтарыбыҙға ҡаршы көрәштә нисек еңә алабыҙ?

14 Римдарға 7:21—25-те уҡығыҙ. Павел камил булмаған тәндең көсһөҙ яҡтары һәм насар теләктәре менән көрәшеү ни тиклем ауыр икәнен үҙ тәжрибәһенән белгән. Әммә ул шуға инанған: доға ҡылып Йәһүәгә таянһа һәм Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбанына ышанһа, ул эсендә барған көрәштә еңә ала. Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Беҙ ҙә гонаһлы тәнебеҙҙең көсһөҙ яҡтарына ҡаршы көрәштә еңә алабыҙ. Бының өсөн беҙ нимә эшләргә тейеш? Павелдан өлгө алып, йолом ҡорбанына иман итергә һәм үҙ көсөбөҙгә түгел, ә тулыһынса Йәһүәгә таянырға кәрәк.

15. Доға беҙгә нисек тоғро һәм һынауҙарҙа сыҙам булып ҡалырға ярҙам итә ала?

15 Ҡайһы саҡта Йәһүә беҙгә берәй проблема арҡаһында ни тиклем ныҡ борсолоуыбыҙҙы күрһәтергә мөмкинселек бирә. Мәҫәлән, беҙ (йә ғаиләбеҙҙең ағзаһы) ҡаты сирләп китһәк йә ғәҙелһеҙлек менән осрашһаҡ, ни эшләргә? Тоғро, шат һәм рухи яҡтан уяу булып ҡалырға көс һорап ҡайнар доғалар ҡылһаҡ, тулыһынса Йәһүәгә таяныуыбыҙҙы күрһәтербеҙ (Флп. 4:13). Павел көндәрендә һәм хәҙерге ваҡытта йәшәгән күп кенә Алла хеҙмәтселәренең миҫалдарынан күренеүенсә, доға ауырлыҡтарҙа сыҙам булып ҡалырға көс һәм ҡыйыулыҡ өҫтәй.

ЙӘҺҮӘНЕҢ ФАТИХАҺЫ ӨСӨН АРТАБАН ДА КӨРӘШЕГЕҘ

16, 17. Көрәшсе булараҡ, һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?

16 Иблис беҙҙең, бирешеп, көрәшеүҙән туҡтауыбыҙҙы күрергә бик теләй. Тәүәккәллек менән «яҡшылыҡты тотоғоҙ» (1 Фес. 5:21). Шайтанға, уның яуыз донъяһына һәм гонаһлы тәндең көсһөҙ яҡтарына ҡаршы көрәштә еңә алыуығыҙҙа бер ҙә шикләнмәгеҙ. Бының өсөн Алланың һеҙҙе нығыта алыуына тулыһынса ышанырға кәрәк (2 Кор. 4:7—9; Гал. 6:9).

17 Нимә генә булмаһын, көрәшеүҙән туҡтамағыҙ. Бирешмәгеҙ. Ныҡышмал булығыҙ. Һис тә шикләнмәгеҙ, «һеҙ бер нәмәгә лә мохтаж булмаһын өсөн», Йәһүә «өҫтөгөҙгә фатихалар яуҙырасаҡ» (Мал. 3:10).

^ 11 абз. Зәбур 119:32: «Әмерҙәрең юлынан ихлас йүгерермен, сөнки һин улар өсөн күңелемде киңәйтәһең».